Осрашыу, тигәс тә, баяғы, ашап-эсеү генә түгел инде. Бер-береһенең тормошон баһалайҙар, нимәгә өлгәшкәнен күрәләр, күбеһе – пенсияла, эш уларға түгел, хәҙер йәштәргә бик эләкмәй. Шулай булғас, биш ерҙән ҡыҫып, шым ғына, өндәшмәй генә йөрөүгә етәме һуң инде. Былтыр Баҡый районында Фәрзиәгә йыйылғайнылар. 2–3 көнгә, тип килешһәләр ҙә, ҡайта алманыҡ, тигән һылтау менән 5-әр–6-шар көн яттылар ҙа ҡуйҙылар. Ҡунаҡлашыуҙары шул кимәлгә етте, һарай мөйөшөндә, селтәр аҫтында, бер көтөү һимеҙ тауыҡ күренә ине, ҡайтҡанда әллә яртыһы ҡалдымы, юҡмы.
Быйыл Хәмиҙәгә иртүк йыйыла башланылар. Сафия, юл алыҫ, тип бер көн алда килде. Ҡалғандары төшкә йыйылып бөттө. Хәмиҙәнең донъяһы ныҡ икән. Ныҡ булмай, эргәһендә – ире, балалары ла ҡайтып йөрөй, ти. Ирен әйтә, Иректе инде, нимәгә тотонһа ла, еренә еткермәйенсә ҡуймай. Әле лә эш менән саба икән. Иртүк тороп, лесхозға барам, ҡайтышлай, икмәк тотоп ҡайтырмын, тигән.
Дөрөҫөн әйткәндә, йыйылғандарҙың береһенең дә юрған бүлешер йәмәғәте юҡ. Ни хәл итәһең, һатып ала торған тауар түгел. Ана, Хәмдиә икәүгә барып ҡараған, ни фәтүә инде, береһе – аварияла, икенсеһе, ауырып китеп, ҡапыл ғына вафат булған да ҡуйған. Ундай хәбәр тиҙ йөрөй, ишетелеп тора. Баяғы, ҡапылда үлеп киткәнен дә бик үк ауырымаған, үҙ-үҙенә ҡул һалған икән, тип тә һөйләйҙәр. Ҡуй, ҡуй, тәүбә, яҡындарыңа күрһәтмәһен! Быларын үҙ-ара ғына һөйләштеләр.
– Бәлә инде, бәлә! – тип Миңниса, үҙ алдына һөйләнгән һымаҡ, әйтеп ҡуя ла ярҙам эҙләгәндәй, әхирәттәренә ҡарай. Тегеләренә нимә, күберәк белгеләре, нимәгә тарығанын ишеткеләре килә. Хәйер, бәлә тип ыңғырашып ултырһа ла, бик үк бәлә лә түгел инде.
Әхирәттәр ошо йүнәлештә Хәмиҙәне ҡызыҡлай башланы.
– Һинең бабай, шәп ҡарайһың, егеттәр һымаҡтыр инде?
– Төнө буйы йоҡламайһығыҙҙыр?
– Ҡайҙа инде? – тип уңайһыҙланды Хәмиҙә. Беҙҙең мөнәсәбәттәр күптән инде дуҫтарса.
– Уныһы нисек була инде? – тине Сара. – Етәкләшеп кенә йөрөйһөгөҙмө?
– Какой етәкләшеү. Иртән – “хәйерле иртә!”, кисен – “хәйерле кис!” Уф, ашымды онотҡанмын, ҡайнанымы икән инде? – тип сығып та йүгерҙе.
Әхирәттәр уны артынан әллә йәлләп, әллә көнләшеп ҡарап ҡалды.
– Хәмиҙә даланлы инде, – тине Миңниса. – Пенсияһы ла арыу икән, икеһенә бер 30 мең алаларҙыр...
– Ул бабайҙы ҡарарға ла кәрәк бит әле, – тине Саралары. – Һеҙ нисектер, мин белмәйем. Мин, үҙемдекенән ҡотолғас, еңел тын алып ҡуйҙым. Һуңғы биш йылын, баш та күтәрмәй, ныҡ ятты. Оҙатҡанда илай ҙа алманым. Тәрбиәләгәндә күҙ йәштәрем ағып бөткәйне.
– Ә ниңә пансионатҡа, йә хосписҡа ғына тапшырып ҡуйманың? – тип һораны Хәмдиә.
– Һин нәмә!? – тине Сара, тоҡанып киткәндәй булды. Минме? Ғүмер буйы йәшәгән бабайымды кеше көнлө итергә? Үҙем ҡараным. Ыһ та итмәнем. Ә һин беләһеңме, минең бабайым ниндәй кеше ине? Ул минең күҙҙәремә генә ҡарап торҙо. Мин утын ярыуҙың, һыу ташыуҙың, бесән ҡутарыуҙың нимә икәнлеген белмәнем. Салғы тотманым, картуф утарға өйрәнмәнем.
– Дөрөҫ эшләгәнһең. Бабай булғас, донъяңды ҡараһын ул! – тине Хәмдиә.
Ғәҙәт буйынса, тағы ла һәр береһе үҙенең бабайҙарын иҫкә төшөрҙө. Маҡтанылар, маҡтаныштылар. Бер-береһенә ҡараштылар...
– Ә бының, Хәмиҙәне әйтәм, бабайым магазинға китте, тигәйне, икмәк алам, тигәнме? Хәҙер ҡайтып етәлер.
Шунда уҡ Хәмиҙә үҙе лә килеп инде:
– Әйҙәгеҙ, бер бүлә аш эсеп алайыҡ. Юлдан асығып килгәнһегеҙҙер.
– Бабайыңды көтмәйбеҙме ни? – тине Сара, хужабикәнән бигерәк, әхирәттәренә төбәп әйтте.
– Ҡайтты бит ул! – тине аптыранған Хәмиҙә. – Икмәген дә алып ҡайтҡан. Мунса яғып йөрөй ине.
Барыһы ла эргәләге мунсаға боролоп ҡараны. Уның оҙон, ҡап-ҡара мөрйәһенән мул төтөн сыға ине. Бабайы егәрле икән, тип уйлаштылар. Үҙе шулай өйрәтеп алдымы икән? Мунсаһына тиклем яҡтыртып, йонсотмаһа инде.
Йәйге йортҡа инеп, өҫтәл тирәләп ултырҙылар. Хәмиҙәнең тәрилкәһе эргәһендә тағы ла берәү ултыра, тик уныһы ҙурыраҡ. Ир кешегә күберәк кәрәк шул. Елтерәтеп эшләткәс, мул итеп ашата белергә лә кәрәк.
– Эсәбеҙме? – тине хужабикә. – Магазиндан алғаны ла, үҙемдеке лә бар.
Ҡатындар бер-береһенә ҡарашты, ҡапылда нимә әйтергә белмәнеләр шикелле.
– Юҡ, эсмәйбеҙ, – тине Сара. – Эскәндәр араһында йөрөп, ғүмер заяға үтте. Араҡыны сығарған кешене, мин уны, үҙен тотоп, тал сыбыҡ менән түгел, таяҡ менән туҡмар инем.
– Дөрөҫ әйтәһең, – тине Миңниса. – Бәлә инде, бәлә. Минекеләр ҙә, ҡайтып кереүемә, айныҡ торһа ярар ине.
– Мин дә шулай уйлап торам, – тине Фәрзиә. Һөйләһәң, кеше ышанмаҫ. Үҙем ун йыллап ауыҙға ла алғаным юҡ.
– Хәмиҙә, бабайыңды әйтәм, ул ғына һорап тормаһа...
– Һорамаҫ. Был яҡтан минең тәртип ҡаты ҡуйылған, – тине Хәмиҙә.
– Зәйнәп күренмәйсе, – тип иҫенә төшөрҙө Сара. – Иң яҡыны шулай һуңлап йөрөмәһә.
– Бәй, ишетмәнегеҙме ни? – тип шомло ғына өндәште Миңниса. – Ул ауырып тора бит.
Аш ҡайғыһы китте, барыһы ла аптыраулы ҡараштарын Миңнисаға төбәне. Уныһы тегеләрҙең иғтибарын һәм аһ-оһ-тарын көҫәп, ауыҙын ҙур ғына итеп асҡайны, Сара ҡәтғи рәүештә тыяһы итте:
– Миңниса, әйҙә, был хаҡта, кәрәк тип тапһаҡ, һуңыраҡ һөйләшербеҙ..
Аптыраштылар. Шундай хәбәр булһын да, тыныс ҡына ашап ултыр, имеш. Ашай башланылар, һүҙ араһында Хәмиҙәне маҡтанылар. Аш-һыуға электән оҫта булды. Ятаҡтың аш бүлмәһендә, ҡалаҡ тотоп, иртәнән-кискә тиклем, ул йөрөнө. Бәләкәй генә һөйәктән дә тәмле-тәмле һурпалар ҡайнатып ҡуя торғайны. Үҙе маҡтауҙарынан уңайһыҙландымы икән, ишек яғына боролоп-боролоп ҡарап ҡуйҙы. Бабайын көтәлер. Уныһы мунсаһын йыуып йөрөмәйҙер ҙә инде? Ана, ашы ултыра, һыуынып.
Ҡапҡа асылып-ябылғаны һәм ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде. Килмәй ҙә, килмәй, тип ҡайғырышалар ине, Рафиға түгелме һуң? Рәхмәт төшкөрө, ҡайҙан килеп еткән! Силәбелә үк йәшәй, тигәйнеләр. Барыһы ла, һыпырылып, өҫтәл артынан сыҡты. Һуңлаған ҡунаҡты ҡосаҡлап алдылар. Ҡулын йыуҙыртып, өҫтәл артына ултырттылар.
– Әллә ҡайҙарҙан килдем, килеп етеп булмай ҙа ҡуя! Һеҙҙе күрә алмайым, тип күҙем тондо ла ҡуйҙы! – тип илауланы Рафиға. – Былтыр килә алмағайным, шул тиклем үкендем, быйыл, мин әйтәм, таш яуһа ла, барам!
Яңынан өҫтәл артына ултырҙылар. Рафиға Хәмиҙәнең эргәһенән урын алды. Һуңлап килгән ҡунаҡ – аш өсөн, ти. Хәмиҙә тәрилкәләге ашын яңыртып бирҙе.
Шул ваҡыт Хәмиҙәнең телефоны шылтыраны:
– Ҡайҙа йөрөйһөң ул? Ҡымыҙыңды ҡайҙа ҡуйып киттең? Бында һабаҡташтар һине таптыра. Эшеңде бөтөр ҙә, ҡайтып ет!
Әхирәттәр бер-береһенә ҡарашып алды. Ҡунаҡ бар, тип тормай, ҡайһылай бабайын ныҡ тота был.
– Сыҡты ла юғалдымы? Улар ни, ҡапҡа аша сығыу менән, өйҙәрен онота торған. Ана, минеке, бер көнгә китһә, ике-өс көндән саҡ ҡайта торғайны, – тип үҙенең барлығын иҫкә төшөрҙө Хәмдиә.
– Ҡайһыһын әйтәһең? Хәтерем алдамаһа, һинекеләр икәү булған шикелле, – тип төрттөрҙө Сара.
– Нисәү булһалар ҙа, үҙемдекеләр. Икеһенән, бер түгел, ике донъя ҡалды, – тип яуап бирҙе Хәмдиә.
– Ҡайһылай йәтеш булған, – тине Сара. – Үҙҙәре менән алып китә алмағандарҙыр шул. Хәмиҙә, һин дә бабайыңды ҡарап йөрө, бына, унлап ҡатын йыйылдыҡ, беребеҙҙән-беребеҙ йәшерәк, иреңде әйтәм, килеп сығып, берәйебеҙгә ғашиҡ булып ҡуйһа.
Хәмиҙә, ғәҙәттәгесә, яңғыратып көлөп ҡуйҙы:
– Ҡуй инде, Сара, бабайым ғүмер баҡый үҙем менән булды. Аллаһ бойорһа, киләсәктә лә шулай булыр.
Аш эсеп бөткәс, оҙаҡлап ултырып, сәйгә тотондолар. Самауыр сәйе самалы ғына шул, маҡтай-маҡтай эсә торғас, уныһы ла туңҡайып ҡуйҙы. Хәмиҙә, йүгертеп, ҡымыҙын килтереп еткерә һалды. Берәр кәсә ауыҙ иткәс, ҡатындар тамам ауырайҙы, эс серҙәре менән бүлешә башланы.
– Хәмиҙә – маладис, бабайыңа рәхмәт, ҡымыҙы шәп! – тип тел шартлатты Сара. – Быйыл беренсегә эсәм. Уй, яндырып төшөп китеүҙәре! Ҡарағыҙ әле, тирләтте лә ҡуйҙы! Юҡ, быуынға ултырҙы был. Аяҡты һелкетеп булһа, ярар ине. Рафиға, тот әле мине. Тот!
– Бигерәк ауырһың! Һин нисә кило ул?
– Нисә кило? Ун йыллап элек үлсәнгәйнем, 70 кило инем. Хәҙер баҫҡаным юҡ.
Рәхмәттәрен уҡый-уҡый, йәйге баҡсалағы күләгәгә сығып ултырҙылар.
– Тәк, хәҙер беҙгә нимә етмәй инде? – тине Сафия серле генә итеп. – Йә, әле, Хәмиҙә, ауылығыҙҙа беҙгә ярашлы бабайҙар бармы? Килтер бер ете-һигеҙен бында!
Ҡатындар, гөр итеп, көлөштөләр. Эргәләге ихатала бер эт, асыуланып, өрөп ҡуйҙы. Бында нимә эшләйһегеҙ, тигән һымаҡ, бер әтәс үрелеп ҡараны.
– Ауылда бөтәһе лә бар. Етмәгән бер нәмә лә юҡ, – тип һуҙып ҡына башланы Хәмиҙә. – Тик...
– ...бабайҙар ғына юҡ, – тип тамамлап ҡуйҙы Сара. – Ниңә шул тиклем йонсойһоң? Сафия, әллә һиңә бабай кәрәкме?
– Кәрәкме, тип, үҙең күрәһең, ҡымыҙ эскәс, башҡа сыҡты, төрлө уйҙар килә башланы. Ейәнем әйтмешләй, “симка”м әүҙемләшкәс, ҡаным ҡыҙҙы.
– Тағы шул ғына ҡалғайны! – тине Миңниса. – Ана, минеке, икенсе ҡыҙымдан ейәнсәремде әйтәм, утҡа һалды ла ҡуйҙы. Ҡыҙ баланы ҡырҡ ерҙән ҡара, тип дөрөҫ әйтәләр икән.
– Ауырға ҡалғанмы?– тип һораны Сара.
– Ҡалғанмы, тип, әйтмәй йөрөгән. Ваҡыты үткән инде. Әсәһе йығылды ла ҡуйҙы, – тип мөңгөрләне Миңниса, әхирәттәренең йөҙөнә алмаш-тилмәш ҡарап.
– Егете ҡасҡандыр, моғайын, – тине Рафиға, – беҙҙекеләр шулай инде – ҡыҙ күрһәләр, артынан ҡалмайҙар, ҡатлана ҡалһа, ҡасыу юлын эҙләйҙәр.
– Эйе шул! Себергә ҡасҡан. Аҡса эшләйем, туйлыҡ аҡса йыймайынса, ҡайтмайым, тип әйтә, ти, – тип илауланы Миңниса.
Шул ваҡыт, ҡымыҙ тулы һауыт күтәреп, Хәмиҙә әхирәттәре янына килеп ҡушылды. Маҡтай-маҡтай, тағы берәрҙе эстеләр.
– Теймәҫтең ҡымыҙын элек тә маҡтай торғайнылар. Быныһын әллә муйыл усағында ыҫлағандар инде? Шоморт тәмәйтә, – тине Сафия.
Шуны ғына көткән һымаҡ, Хәмиҙә йырлап та ебәрҙе:
“Сафия, ҡара әле,
Алда ғүмер бар әле!
Һөймәһәләр, һөйкәлмәйбеҙ,
Һөйгәндәре бар әле”.
Йырлашып, байтаҡ ултырҙылар.
– Шул да булған йыр! “Алда ғүмер бар әле”. Ҡайҙан булһын! Беҙҙеке үтте инде! – тине Рафиға. – Томан һымаҡ, таралды ла ҡуйҙы. Эй, әхирәттәр! Беҙ ҡыуанышып ултырабыҙ, ә тормош бигерәк ҡатмарлашып китте бит әле.
Шул ваҡыт Миңнисаның йөҙө асылып киткәндәй булды:
– Кит әле, бушҡа ҡайғырып, үҙемде йонсотоп ултырам. Минең бәләм бәләме һуң инде? Бала тыуа бит! Шунан да ҙурыраҡ ҡыуаныс бармы? Ҡыҙыма әйтәйем әле, тапһын, алда ғүмер бар әле, күмәкләшеп үҫтерербеҙ.
Хәмиҙә, самауырын күтәреп, аш бүлмәһенә сығып китте.
– Хәмиҙәне әйтәм, ниңә бер үҙе йүгерә әле, бабайына эш ҡушмай? Бая икмәк алып ҡайтты, мунсаһын тоҡандырҙы, ошонда йөрөй, тигәйнеләр. Ниңә күренмәй икән? Ултырһын ине беҙҙең мәжлесте йәмләп, – тип һөйләнде Хәмдиә.
– Ниндәй бабай һөйләйһегеҙ? – тип аптыранды Сафия. – Кисәнән бирле йөрөйөм, бер бабай ҙа күргәнем юҡ.
– Кит әле! Ысынлапмы? – тип аптыранды Сара. – Бушты һөйләнеме икән ни? Һуң, үҙем ишеттем, икмәккә ебәрҙем, тине.
– Эйе шул, икмәккә киткән, тинеләр, – тип өҫтәне Фәрзиә. – Бер булһа ла, күренергә тейеш бит инде? Мин дә ишеттем. Нимә, икмәктең бешкәнен көтөп ултырамы икән?
Әхирәттәр тыйнаҡ ҡына көлөштө.
– Сеү! Өндәшмәгеҙ! – тине Сафия. – Барыһы ла дөрөҫ. Бабайы бар уның, икмәккә китеүе лә хаҡ, үҙе һөйләне... Сеүегеҙ!
Һелкетә баҫып, Хәмиҙә үҙе килеп инде.
– Һеҙ килгәс, донъям йәмләнеп ҡалды, – тине ул шат тауыш менән. – Эх, шулай йышыраҡ осрашып торорға ине. Минеке ни, ҡартты әйтәм, тағы ҡымыҙ килтереп ҡалдырҙы. “Әхирәттәрең менән туйғансы ҡымыҙ эсеп, йырлашып ултырығыҙ”, – ти. Эйе, шулай, ти. Әллә үҙен саҡырайыммы?
Әхирәттәр тағы аптыранды, бер-береһенә йылмайышып ҡарашты. Хәмиҙәнең шат, ҡәнәғәт йөҙөн күргәс, тағы тынаһы иттеләр. Ни әйтһәң дә, артыҡ булыр, йә уңайһыҙ хәлгә ҡуйырҙар. Өндәшмәнеләр.
Ҡояш байыуға ыңғайланы, көтөү ҡайтҡаны ишетелде. Хужабикә, әхирәттәрен ҡалдырып, ҡапҡа асырға йүгерҙе.
– Йә, бөгөн икмәк буламы, әллә юҡмы? – тип ҡәтғи һорау ҡуйҙы Сара.
– Икмәк бар, – тине Сафия. – Бөтәһе лә дөрөҫ. Еҙнәне әйтәм, Хәмиҙәнең ирен инде, икмәккә, тип киткән. Бөгөн ҡайтамы, тиһегеҙме? Белмәйем.
– Аңлатып һөйләһәңсе. Икмәк бар, икмәк ҡайтҡан. Ә икмәк ташыусы – юҡ, – тип ныҡыша Сара.
– Ярай, әйтһәм, әйтәйем, тик үҙенә өндәшмәгеҙ! – тип киҫәтте Сафия. – Берәр һүҙ сыҡһа, эйе, эйе, тип йөпләгеҙ ҙә ҡуйығыҙ. Еҙнә 4–5 йыл элек, икмәк алып ҡайтам, тип кенә сыҡҡан да, юғалған да ҡуйған. Байыҡта элекке бер әхирәте булған, күпкә йәшерәк, ти, шуға йортҡа ингән. Ә Хәмиҙә көтә. Кисә кис тә әйтте, бер заман, барыбер, миңә әйләнеп ҡайта ул, ти.
Шул ваҡыт Хәмиҙәнең шат көлгәне ишетелде:
– Бына еҙнәгеҙҙең икмәге! Хуш еҫ бөркөп тора! Әйҙәгеҙ, яңы һауған һөт менән тағы ла сәй эсеп алайыҡ! Төн беҙҙеке, ҡабаланыр еребеҙ юҡ, аулаҡлап ултырып, һөйләшәйек. Һеҙҙе күргәс, хатта йәшәгеләр килә башланы.