+20 °С
Облачно
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Апреля 2022, 11:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ЙЫЛДАР АУАЗЫ Хикәйә

Алатау үҙ тарихында бер ваҡытта ла алдынғылар исемлегендә  күренмәне, үҙ яйы менән, бар көсөн һалып эшләне һәм уртаса райондар иҫәбендә нығынды. 70-се  йылдарға тиклем булған һәм хәҙер һеҙгә еткерергә йыйынған ваҡиғалар ҙа ниндәйҙер асыш яһауға дәғүә итмәй, ләкин үҙенсә фәһемле, ғибрәтле һәм ҡыҙыҡлы. Бер йыл иген, шул яҡтарҙағы халыҡ әйтмешләй, ғәләмәт уңды. Ямғыры ла ваҡытында яуып торҙо бит әле! Беренсе секретарь Арыҫланғәлиевтың шатлығы йөҙөнә сыҡҡайны. Хатта ара-тирә республика гәзиттәренең хәбәрселәре лә күренгеләп китте. Дөрөҫөн әйткәндә, район үҙәгенең, хәҙергесә әйтһәк, инфраструктураһы бик ныҡ үҫешмәгән. Һалҡын ҡунаҡхана, ихата мөйөшөндәге уңайлыҡтар... Аш-һыу мәсьәләһе лә бик кинәнерлек түгел.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ЙЫЛДАР АУАЗЫ ХикәйәРәлиф КИНЙӘБАЕВ  ЙЫЛДАР АУАЗЫ Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ЙЫЛДАР АУАЗЫ Хикәйә

Ә баш ҡаланан килгәндәр, үҙегеҙ беләһегеҙ, һыйланырға, күңел асырға ярата. Арыҫланғәлиев өйөндәге аш-һыуҙы мөрхәтһенгәс, бындай ғына етешһеҙлектәрҙе ваҡ-төйәк тип иҫәпләне. Әгәр инде мөһимерәк ҡунаҡтар килһә, үҙенең фронтташ дуҫтарына, бер нисә ныҡлы, донъя күргән хужалыҡ рәйесе бар, шуларға ыңғайланы.

Бер көн баҫыуға сығырға йыйынып ҡына бөткәйне, шомло ғына итеп телефоны шылтыраны:

– Өфө һорай. Телефонда – КПСС Өлкә комитетының беренсе секретары – Шакиров Миҙхәт Закир улы. Һеҙ – Арыҫланғәлиевмы?

– Эйе, – тип кенә әйтеп өлгөрҙө кабинет хужаһы.

Телефонда Миҙхәт Закир улының бәрхәт тауышы ишетелде:

– Һаумыһығыҙ, Рауил Хөснуллович, Шакиров шылтырата. Хәлдәрегеҙ нисек? Уңыш йыйыу нисек бара?

– Тырышабыҙ, – тип Арыҫланғәлиев, бәхетенә, алда сводка ятҡан, шундағы һандарҙы һибә башланы.

– Ярай, – тине Шакиров, – иртәгә мин Ырымбурға үтәм, юл ыңғайы бер-ике колхозыңа күҙ һалып китергә ине, халыҡ ни хәлдә икән. Иртәнге 11-ҙәрҙә Мәләүез эргәһендә көтөгөҙ. Һау булығыҙ! – тип трубканы һалып та ҡуйҙы.

Был яҡтарҙан беренсе тапҡыр үтмәй, ләкин һуғылып уҡ үтеүе тәүге тапҡыр. Тиҙ генә етәкселәрҙе йыйып алды. Барыһының да йөҙө борсоулы, серле һәм ҡыҙыҡһыныусан төҫ алды.

– “Беренсе” килә.

– Нимәгә килә?

– Беҙгә килмәһә, башҡа район бөткәнме ни?

Шул арала Арыҫланғәлиевтың үҙенә бер нисә тапҡыр өлкә комитетынан шылтыратып ҡыҙыҡһынырға, күрһәтмәләр бирергә өлгөрҙөләр.

Шакировты шаҡ ҡатырырлыҡ бер нәмә лә эшләп булмаясаҡ. Көн салт аяҙ, ҡоро, игендәр өлгөргән, комбайндар эшләй, кешеләр үҙҙәренең нәмә ҡылырға тейешлеген белә. Шулай булғас, бер ауырлыҡ та юҡ һымаҡ.

Арыҫланғәлиев өйөнән иртәнге сәй менән генә сығып киткәйне, төшкә ҡарай үҙенең асығыуын һиҙҙе һәм Шакировтың Алатауға килеп етер ваҡытын, күпме булырын самалағас, тертләп, урынынан һикереп китергә мәжбүр булды. Ә төшкө ашты кем хәстәрләй? Ул нимә ашай? Күпте күргән, табындарҙы байтаҡ уртаҡлашҡан Арыҫланғәлиевтың күңелендә юғары вазифалы түрәнең сәфәрендә туҡланыу мәсьәләһе төп мәшәҡәткә әйләнеп ҡуймағайы, тигән шик яралды. Аҙаҡтан, ошо ваҡиға айҡанлы, Арыҫланғәлиев үҙенең хаталаныуын да аңланы. Мәҫәлән, юлда Хәкимовтың хужалығы бар. Фронтовик – күпте күргән һәм хәҡиҡәт артынан Мәскәүҙең үҙенә барып етерлек кеше. Кем белә уның нимә уйлап йөрөгәнен. Тотор ҙа, бер нәмә әйтер. Шунан йөрөрһөң, үҙеңдең дөйә түгел икәнлегеңде иҫбатлап. Артабан юл ыңғайы – Исламов етәкләгән колхоз. Яңыраҡ ауыл хужалығы институтынан ҡайтҡайны. Председатель ауырып киткәс, ваҡытлыса булһа ла эшләп тор, тип ҡуйып торғайнылар, Былай ҡулынан эш сығыр һымаҡ, ә һайланмаған етәксене нисек итеп юғары ҡунаҡҡа күрһәтеп тораһың?

Төштән һуң Арыҫланғәлиев үҙе юл буйлап китте. Оло юлдың ике яҡ сите һабантуй майҙанын хәтерләтә. Халыҡ шайтан таяҡтары, унда-бында ҡалҡып сыҡҡан кесерткән һәм тәмәке төпсөктәренә ҡаршы көрәшеү менән мәшғүл. Иң тәүҙә Хәкимовҡа һуғылды. Уныһы, ғәҙәттәгесә, “бер төрлө” булып алған – “һуҡмыш”.

– Киләме? – тине ул  хужаны күреү менән ҡоро  ғына итеп.

– Килә, – тине Арыҫланғәлиев.

– Килһен, – тине Хәкимов, тәмәкеһен тоҡандырып, – комбайндар иҫкерҙе, орлоҡсолоҡ мәсьәләһе лә бик киҫкен тора. Ауылда хатта эсәр һыу ҙа юҡ. Исмаһам, ике-өс быуа быуҙыртырға ине.

Арыҫланғәлиев төшөндө: “Беренсе”гә “Чапай”ҙы күрһәтергә ярамай. Быныһы Хәкимовтың ҡушаматы булыр.

– Миңә килтер, – тине Хәкимов, – ҡаҙ һалам, һарыҡ һуям, тауыҡ тултыртам.

Тәҡдим, әлбиттә, көслө, ләкин ҡаҙ менән тауыҡтың бик ҡиммәткә төшөүе ихтимал. Шулай ҙа, әҙерләнергә ҡушты.

– Ә быныһы менән нисек? – Хәкимов тамаҡ төбөнә сиртте.

– Кәрәкмәй! Ул эсмәй.

– Эсмәй? Борсолма, минең менән бер аҙ тотор, – тине Хәкимов, мыҫҡыллы йылмайып.

Арыҫланғәлиев артабан ҡуҙғалды һәм Хәкимовҡа туҡталып, яҙмыш менән уйнамаҫҡа ҡарар ҡылды. Артабан – Исламов.

– Ни хәл, Фаяз Фәритович!?

– Һеҙҙең хәйер-фатихала, Рауил Хөснуллович!

Беренсе секретарь хужалыҡ рәйесенең табаҡ битенә ҡарап, үҙенең тамам асығыуын һиҙҙе. Етмәһә, түш кеҫәһендә көн һайын биләле ваҡытта ғына эсә торған дарыуы ята, ошо хаҡта ла онотоп бара.

– Фаяз ҡустым, – тине беренсе секретарь, – һин миңә сәй булһа ла эсер әле.

Баҫыуҙа эшләгән комбайнерҙар ашап-эсеп, күптән таралған булып сыҡты. Ашнаҡсы, ең һыҙғанып, ҡаҙан төбөн ҡыра ине. Шул ваҡыт, ирекһеҙҙән, һуғыштан һуңғы йылдарҙа күрше ауылға хужалыҡ рәйесе итеп һайланған Ишембаевты иҫенә төшөрҙө. Фәҡир заман, халыҡ та, хужалыҡ рәйесе лә ас. Ишембаев урамда осраған бер ҡатынға: “Апай, һыуһаным, айран булһа ла, эсереп ебәр әле”, – тип үтенә икән. Тегеһе өтәләнеп йөрөп, ҡатығын ҡайҙандыр таба һәм тырышып-тырышып туғый икән. Быны күреп ҡалған хужалыҡ рәйесе: “Ҡуй, апай, һыу өҫтәп торма, ҡатығын ғына эсәм дә ҡуям”, – тип ала ла, күтәрә лә ҡуя икән.

Йә инде, шул көнгә ҡал.

– Әйҙәгеҙ, булмаһа, миңә кереп, сәй эсәйек, – тип саҡырҙы Исламов район коммунистары етәксеһен. Ҡәҙимге ауыл өйө. Ҡатыны кер йыуыпмы, йыйыштырыныпмы йөрөй, береһенән-береһе вағыраҡ өс-дүрт бала үлән араһында нимәлер эҙләй һәм бүлешә.

– Балалар баҡсаһына йөрөтмәйһегеҙме ни? – тип һораны Арыҫланғәлиев.

– Балалар баҡсаһы? Беҙҙә юҡ бит ул.

Исламов өйөнә саҡырманы. Өй күләгәһендә өҫтәл  ҡорҙолар ҙа  икмәк телеп һалдылар. Газ бар икән, сәйгүндәре тиҙ ҡайнаны. Күршеләрҙән йүгертеп һөт килтерҙеләр. Сарсағайны Рауил Хөснулла улы. Бер ыңғайҙан ике шәшке сәйҙе эсте лә ҡуйҙы. Ҡойма буйында күршеләрҙең бала-сағалары ла йыйылып китте. Исламовтың бәләкәй балаһы, нимәлер өмөт итеп, ике ҡулын күтәреп, өҫтәлгә һонолдо. Ҡайҙа аҙыҡ ятҡанын ул да белә шул. Эй, сабый, кем икәнлеген беләме һуң инде, ҡунаҡтың өр-яңы ғына салбарына ҡулдары менән тотоноп, өҫкә үрмәләне, тегеһе, ни эшләһен, һөйрәп алып, алдына ултыртып ҡуйҙы. Уңайһыҙланған әсәһе, йүгереп килеп, балаһын күтәреп алды. Тағы берәр шәшке сәй өҫтәнеләр. Арыҫланғәлиевтың башына ҡыйыу ғына фекер керҙе: эх, ошонда алып килеп, Миҙхәт Закир улын сәй эсергәндә!

– Иртәгә Шакиров менән беҙгә сәй эсереп ебәрә алаһыңмы?

Был һорау Исламовты иҫәңгерәткәндәй булды, хатта бәләкәсәйеп ҡалғандай тойолдо, табаҡ бите буйлап тир аҡты.

– Ки-ки-килештерербеҙме икән?

– Килештер! Һарыҡ һуй, шашлыҡ әҙерләгеҙ. Ҡаҙ һал, тауыҡ тултыр.

Быларҙы ишеткәс, Исламовтың йөҙө саҡ ҡына тынысланғандай тойолдо.

– Һарыҡ бар, шашлыҡ көйҙөрөрбөҙ, күрше ауыл Гәрәевкала Гөлминур еңгә тауыҡ тултыра белә, эшләрбеҙ. Ә ҡымыҙ?

– Ҡымыҙың да юҡмы ни?

– Юҡ, ләкин табырбыҙ.

Сәй эсеп туйғас, яланға сығып әйләнделәр. Ә ауыл халҡы – күндәм, баш баҫып эшләйҙәр. Ике комбайн араһына “ЗИЛ” килеп туҡтаны. Былары Исламовты “Беренсе” менән килгәнен күргәс тә, эргәһенә килделәр.

– Эштәрегеҙ нисек, егеттәр? – тине “Беренсе”.

– Иген һәйбәт, – тине “ЗИЛ” водителе. – Ташып өлгөрә алмайбыҙ. Ә бына беҙҙеке – насар.

– Нимә булды?

– Йүнләп ашатмайҙар. Кисә – картуф, бөгөн – макарон.

– Насар икән шул, – тине Арыҫланғәлиев, хужалыҡ етәксеһенә ҡарап. – Ниңә ит ашатмайһығыҙ? Эштәре ауыр, егеттәрҙе ашатырға кәрәк.

– Туңдырғыс эшләмәй, һыйыр һуйһаҡ, итте һаҡларға урын юҡ. Етмәһә, мал һуйыуға лимит бөттө, – тине рәйес.

Аҙаҡ, икәү генә ҡалғас, хужа  Исламовтың тетмәһен тетте генә:

– “Беренсе” үтергә тора, ә һинең егеттәрең ас. Ярай, эргәләрендә булдым, Миҙхәт Закировичҡа зарланһалар, икебеҙ ҙә урындарыбыҙҙан оса инек. Йөҙҙәрсә тонна иген етештерәһең, ана – оло-ҡара ауыл көтөүе, мин һинең 3–4 тоҡ иген биреп, бер һарыҡ һуя алмауыңа шикләнәм.

– Һеҙ нимә мине енәйәткә этәрәһегеҙ, Рауил Хөснуллович!? Был бит урлашыу!

“Беренсе” ҡул ғына һелтәне:

– Юҡ, ҡустым, һинән хужа сыҡмай. Үҙ балаларыңды ҡарарға баҡса ла аса алмағас, һиңә өмөт юҡ.

– Ә мин йәбешеп ятмайым! – тине тегеһе уҫал ғына итеп.

– Сеү! Тағы абзый алдында шулайтып һөйләнеп ҡуй!

***

Өйөнә ҡайтып килә Рауил Хөснулла улы һәм хужалыҡтар, уларҙың етәкселәре тураһында уйлана. Үҙенә хужалыҡ рәйесе булып эшләргә тура килмәне. Әлеге институт бөтөрөп, шул арала партия сафына инеп, 4 йыл эшләнеме- юҡмы, Юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрҙеләр. Ике йылға! Уныһын тамамлап, обкомда инструктор тигән яуаплылығы ла самалы, яуапһыҙлығы билдәһеҙ бер һөнәр бар ине, шунда хеҙмәт итте. Хатта ҡатыны, бер килеп, Өфөнө күреп, һоҡланып, шым ғына театрға ла барып инеп, ошонда күсенәбеҙ, тип дәртләнеп ҡайтҡайны. Бер төҫтән туфли менән күлдәк тә ҡараштырғайны. Тәжрибәлерәк хеҙмәткәрҙәр менән шым ғына һөйләшә торғас, ул бында төртөп күрһәтеү менән сабырға торған әллә ат, әллә эт хәлендә икәнлегенә төшөндө. Шул арала бер нисә районға барып, ҡағыҙ-мағыҙ әҙерләп, юҡ ғәйебен бар итеп, барын – юҡ итеп, беренсе секретарҙарҙы эшенән алдырыу, йә партия язаһына тарттырыу һымаҡ ҡара эште лә башҡарып өлгөрҙө.

Арыҫланғәлиев үҙенең Алатау районына килеп урынлашыуын, әллә “батыуын” һиҙмәй ҙә ҡалды. Бына һиңә – бер иштән туфли менән күлдәк! Күнде ҡатынҡайы, ҡайҙа барһын. Шым ғына эшләп йөрөй инде.

Барған ыңғайы, беренсе секретарь, баяғы, Ишембаевты хәтеренә төшөрҙө. 20 йыллап эшләгән, күпме изгелек ҡылған легендар шәхес. Ул  колхоз рәйестәре үҙҙәре һәр береһе – үҙенсәлекле шәхес. Ишембаев хаҡында шулай  тип һөйләйҙәр: ҡышҡы һыуыҡмы, йәйге ҡоролоҡмо, көн һайын иртәнге һигеҙҙән кабинетында ултыра. Алдында – ҡырлы графин. Сейфынан алып, шунда бер литр араҡы ҡойоп ҡуя. Ул ғына етмәй, тәҙрәнән, баҫтырып тотоп, бер-ике себенде графинға һалып ҡуя һәм йәйге эҫелә, мәҫәлән, шым ғына имеп ултыра.

– Эҫе, эсергә һыуың юҡмы? – тип һорай килгән ҡунаҡ, графиндағы тап-таҙа һыуға тамшанып.

– Ана ултыра, эс, – ти хужа, графинға төртөп.

Ҡунаҡ ҡараһа, тегендә ике себен йөҙөп йөрөй. Ундай һыуҙы кем эсһен инде. Хәкимов менән дә шулай булмағайы. Ҡуй, бәйләнмәйек. Эсмәйенсә  килмәҫ, аҙаҡ йырлайым, тип мыжыр. Шакиров оҡшатмаҫ. Ә инде Исламовҡа килгәндә, Фаяз әле боҙолмаған. Балалары ла күп, үҙен тота беләлер.

Кабинетына инеүгә, тағы ла Өфөнән шылтыраттылар. Әлеге, Шакировтың сәфәре менән бәйле, өйрәтеүселәр харап күп икән! Машина юлға сыҡҡан, унда бер инструктор маршрутты ҡараясаҡ, етешһеҙлектәрҙе барлаясаҡ һәм төҙәтәсәк. Әллә ҡәйнәһенә инеп йөрөгәнме, йәш кенә инструктор 11-ҙәргә килеп етте. Арыҫланғәлиев кем менән эш иткәнен белә, хәҙер ҡараңғы – юл да, комбайндар ҙа күренмәй, тип һатыулашып булмай бит инде. Юғиһә, һуңынан Алатауҙың беренсе секретары хаҡында, “тиҫкәре, тыңлауһыҙ”, тип кабинет һайын һөйләп йөрөйәсәк. Ярай, Исламов көтөп торған, хужа ҡараясаҡ баҫыуға тиклем барып еттеләр. Комбайнерҙар, ысыҡ төштө, яҫмалар тығыла, тип туҡтап ҡына йөрөйҙәр ине.

– Бында нисә комбайн? – тине обком әһеле.

Рауил Хөснулла улы Фаязға ҡараны.

– Дүрт, – тине Фаяз.

– Ужас! Был бит бигерәк әҙ! Беренсе секретарҙың кәйефен боҙорға итәһегеҙме? Немедленно райондан егерме биш комбайн ошонда йөрөргә тейеш! Егерме биш! Егерме биш комбайн! Әллә һеҙ дүрт комбайн менән коммунизм төҙөргә итәһегеҙме (пип-пип)?

– Булыр, – тине Арыҫланғәлиев, ә үҙенең был “көсөк”тө тәгәрәтә һуҡҡыһы килде. Төнгө икелә ҡайҙан егерме биш комбайн алаһың? Ярай, “Чапай”ҙыҡылар – унау, “Һалҡын Шишмә” бишәүҙе бирһә... “Малайка”нан – өсәү. Юҡ, барыбер егерме биш сыҡмай.

Райкомға яңынан әйләнеп ҡайттылар. Инструктор таңғы биштә обкомдың ауыл хужалығы бүлеге мөдиренә шылтыратты.

– Бында эштәр бик насар, Фәләнбай Фәләнғолович, – тине ул.

– Нимә, шул тиклем мине уятырлыҡмы ни? – тине мөдир.

– Эйе, Фәләнбай Фәләнғолович, Арыҫланғәлиев яуапһыҙлыҡ күрһәтә. Баҫыуҙа, һеҙ талап иткәнсә, 25 түгел – 22 генә комбайн буласаҡ.

– Ә ул комбайндар кемгә кәрәк һуң? – тине мөдир. Һиҙелә, ҡыҙғандан-ҡыҙа бара.

– Һуң, иртәгә бит, Алатау аша “Беренсе” үтәсәк.

Ауыр кәүҙәнең ҡапыл  күтәрелеүенән тимер карауаттың асыулы шығырҙағаны ишетелде.

– Үҙе ҡайҙа? Арыҫланғәлиевты әйтәм.

– Эргәмдә тора, Фәләнбай Фәләнғолович.

Рауил Хөснуллович телефонға йәбеште:

– Хәйерле төнмө, хәйерле иртәме, Фәләнбай Фәләнғолович! Тыңлайым һеҙҙе!

– Тыңламай, ҡайҙа бараһың? Эргәңдә торған алйотҡа әйт әле, әллә ул, ысынлап та, етмәгән өс комбайнды минең иртәнге йоҡомдан мөһимерәк, тип уйлаймы? Әллә беренсе секретарға бына был баҫыуҙа утыҙлап комбайн иген йыя, тип әйтә белмәйһегеҙме? Миҙхәт Закирович һәр комбайнды берәмләп һанар, механизаторҙарҙың исемлеген талап итер, һәр береһенә награда бирер һәм һеҙҙе лә онотмаҫ, тип өмөт итәһегеҙме? – тине лә трубканы ташланы.

Обкомдан килгән әһел күҙ алдында тыны сыҡҡан шарға әйләнде һәм ҡыҙғаныс тауыш менән Рауил Хөснулла улына өндәште:

– Һинең теге... ни... бында берәй нәмә ултырмаймы?

Ни эшләп ултырмаһын, әлбиттә, ултыра! Башланғаны ла, башланмағаны ла бар. Коньяк та, “аҡ” та, шарап та. Ләкин фронтта булған, донъя күргән “Беренсе” үҙенән ике тапҡыр йәш малайға ҡаты итеп:

– Юҡ! – тине. – Партия беҙҙе эсмәйенсә эшләргә һәм йәшәргә өйрәтте.

“Чапай”ҙың комбайндарын Исламовтың баҫыуҙарына йүнәлтеү өсөн Арыҫланғәлиевҡа инструктор менән ниндәй һүҙҙәр табырға тура килгәндер, белмәйбеҙ. Был хаҡта ләҡәптәр күп йөрөй. Иң ышандырырлығы, йәнәһе, Арыҫланғәлиев: “Иптәш Хәкимов, Социалистик Хеҙмәт Геройы булғығыҙ киләме? Комбайндарығыҙҙы тиҙ арала күрше хужалыҡтың Яңғыҙ Ҡайын баҫыуында туплағыҙ”, – тип әйткәнме, әллә бойорғанмы. Сәғәт ун тула тигәндә, комбайндар бөтәһе лә баҫыу ситендә теҙелешеп торалар ине. Рауил Хөснулла улы, ышаныслыраҡ булһын өсөн комбайндарҙы һанап ҡарағайны, иҫәбенә сығырһың, буғай. Баҫыуҙы дүрт мөйөштән һырып алғандар ҙа, газға баҫып, төтәтәләр ҙә, төтәтәләр һәм, ауылса әйтһәк, яулыҡ болғағанды көтәләр, йәғни бойороҡ төшкәнен аңдып торалар. Шакировтың эш мәшәҡәтле. 11:50-лә ҡаршы алалар, 12:25 – Яңғыҙ Ҡайын баҫыуы, 12:30 – механизаторҙар менән әңгәмә, 13:00 сәғәт –төшкө сәй, 14:00 сәғәттә – Ырымбур өлкәһе сигендә хушлашыу.

Был хаҡта әле лә һөйләйҙәр. Халыҡ хәтерен ваҡыт менән генә юйып булмай шул. Тик шуға иғтибар иттем, хәҡиҡәттән бигерәк, уйҙырма күберәк. Ул тиклем шаштырыу нимәгә кәрәк булғандыр.

Теге “Чапай” өҫтәлен ҡорған ҡороуын. Тулҡынланғас, бер-икене “тотҡан”дыр инде. Ҡыҫҡаһы, эште уйған да ҡуйған.

Эш былайыраҡ булды, тиҙәр шунда ҡатнашҡандар: “Чапай”ҙы әйтәм, Вәлиулла Ғәлиулловичты, бер этлек ҡылмаһа, уныңса булмай бит инде. Бер йәш малайҙың комбайнына ултырып, баҫыу буйлатып киткән дә барған. Күҙ алдына килтерегеҙ: утыҙлап комбайн баҫыу иңләп килә. Саң! Ҡояш ҡыҙҙыра. Шакировтың шат йөҙөн күрһәгеҙ икән!

– Афарин, егеттәр! – тигән ул, хатта күҙҙәре йәшләнгән, Арыҫланғәлиевтың ҡулын ҡыҫҡан, Исламовты ҡосаҡлап алған, эргәһендә йүгерешкән фотохәбәрселәргә: “Мине түгел, бынау баҫыу батырҙарын төшөрөгөҙ!” – тип күрһәтмә биргән. Шул арала, комбайны менән, саң туҙҙырып, Хәкимов килеп еткән дә, йүгереп төшөп, ҡулын сикәһенә ҡуйып, хәрбиҙәрсә:

– Советтар Союзы Коммунистар партияһының Башҡортостан Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының Беренсе секретары, КПСС Үҙәк комитеты ағзаһы, СССР Юғары советы депутаты, СССР Юғары советы президиумы ағзаһы – иптәш Шакиров Миҙхәт Закирович! Хужалыҡ рәйесе Хәкимов Вәлиулла Ғәлиуллович һеҙҙең заданиеларығыҙҙы үтәргә әҙер! – тигән.

Был һүҙҙәрҙе аяғында саҡ баҫып торған “Чапай” бер тынала әйтеп һалған һәм барыһын да таң ҡалдырған. Шакиров ундай хужалыҡ рәйесен танымай буламы һуң инде, еңелсә ҡултыҡлап алған да:

– Әйҙә әле, һөйлә, бында нимәләр ҡыйратаһығыҙ? – тигән.

Тегеһе лә юғалып ҡалмаған:

– Был хаҡта башҡорттар аяҡ өҫтө түгел, ултырып, кәсәләрҙе тултырып һөйләшә, – тигән.

Йыйылғандар, ултырғандар, дөрөҫ булһа, теге инструктор, комбайндарға ышыҡланып, йөрәген тотоп, саң араһында күренмәй генә торған. Вәлиулла нимә инде, яуҙан иҫән-һау ҡайтҡан кеше, ҡурҡып торамы һуң, Шакировҡа һөйәлеп, костюмын саңлап бөткән. Арыҫланғәлиев ике тапҡыр тартҡылап та ҡараған. Юҡ, теге һис тә тыйылырлыҡ түгел, һөйләй ҙә һөйләй икән.

Ярай әле, аҙмы-күпме донъя күргән Арыҫланғәлиев бар, төшкө ашты иҫтәренә төшөрөп, сәғәтенә күрһәткән.

– Әллә сәй ҙә буламы? – тип һораған Шакиров.

– Була! – тигән уны аймап алған “Чапай”, эргәһенә берәүҙе лә һаман яҡын ебәрмәй. – Ҡабаланма, туған! Тәүге килеүең, бындағы халыҡтың нисек йәшәгәнен күреп ҡайт.

Нимә эшләһен инде Шакиров, эйәреп китә был “Чапай”ға. Эргәһенән, ыңғырашып, башҡалар йүгерә. Һуңынан Арыҫланғәлиев әйткән, тиҙәр, был һөнәрҙе һайлауыма түгел, был донъяға ник тыуыуыма үкендем, тигән. Ә унда нимәләр булған, ниндәй хәбәрҙәр ишетелгән һуң?

***

Аяманы “Чапай” Өфө ҡунағын. Халыҡтың нисек йәшәүен дә һөйләне, фәҡирлеген, икмәк-сәйҙә ултырыуын да йәшереп торманы. Вәлиулла Ғәлиулловичмы һуң инде ҡурҡа торған кеше?

– Дөрөҫ һөйләйһең, – тине ҡоро ғына итеп тегеһе. – Ә халыҡ бит дәртләнеп эшләй.

– Ойошторғас, эшләй инде, – тип ныҡышты Хәкимов-“Чапай”.

Шул ваҡыт Арыҫланғәлиев Шакировты “Чапай”ҙың тырнаҡтарынан ҡотҡарыу юлын тапты:

– Бына колхоз рәйесе Исламов иптәш – Фаяз Фәрит улы! – тине ул, ҡысҡырып, тип әйтерлек. – Колхозында ла, өйөндә лә – өлгөлө тәртип!

Шакиров Исламовтың  ҡулын ҡыҫып, байтаҡ ҡына һөйләшеп торҙо. Нисә комбайн нисә гектарҙа иген йыйыуы менән ҡыҙыҡһынды. Уларҙың әңгәмәһе төшкө аш ваҡытында ла дауам итте. Шунда уҡ ялан эргәһендә аш ойошторғайнылар. Комбайнерҙар килеп ҡушылды, кем уҙарҙан, нимә эләгә, шуны эләктерҙеләр. Өфө ҡунағы ашаманы, тип әйтерлек. Башҡаларға эйәреп, шашлыҡ алып сәйнәне, туҡмас биргәйнеләр, уныһын да бер-ике генә ҡапты ла, этеп ҡуйҙы. Ә халыҡ һыпырҙы ғына!

Осрашыуҙың аҙағында Шакиров Исламов хаҡында мәғлүмәттәрҙе яҙып алырға ҡушты. Быныһы тиктәҫкә булмаған икән. Аҙаҡтан, асыҡланыуынса, һайланмаған председатель туп-тура кадрҙар резервына инеп киткән. Элек шундай эшкә һәләтле (хәйер, араларында бер-икәүһе киреһенсә лә булғандыр) кешеләрҙән исемлек төҙөлә торғайны.

Ҙур түрәнең үтеп китеүе хаҡындағы уйҙырмалар һәм ысынбарлыҡ ике-өс көн көн үҙәгендә торҙо ла, яйлап онотолдо һәм легендаға әүерелә башланы. Арыҫланғәлиев үҙенең туранан-тура етәксеһен өлкә сигендә оҙатҡансы, байтаҡ ҡына һорауҙарға яуап бирҙе.

– Хәкимовҡа бәйләнмә, – тине “Беренсе”. – Ыңғайына һыпырып тик тор. Һуғышта булған, яраланған, уға еңел түгелдер. Ә Исламовты күтәрергә кәрәк.

Алатауҙың “Беренсеһе” нимә тип әйтһен инде, артығын тырыштыҡ, өс-дүрт хужалыҡтың комбайндарын килтереп ҡуштыҡ, һеҙҙе алданыҡ, хатта шаҡ ҡатырҙыҡ, тип һөйләп тормаҫ инде. Рауил Хөснулла улы был хаҡта бик йыш иҫкә төшөрәсәк, ҡайһы ваҡыт үкенеп тә ҡуясаҡ. Хәйер, донъя күргән “Беренсе” әле генә булып үткән ваҡиғаларҙың үҙенең тормошона ҙур йоғонто яһарын, хатта үкенергә мәжбүр итәсәген уйламай ҙа, күҙ алдына ла килтермәй ине. Сөнки аҙна ла үтмәне, Исламов Фаяз Фәрит улының барлыҡ документтары партияның өлкә комитеты урынлашҡан йәшел йорттоң иң бейек өҫтәлдәрендә күренә башланы. Арыҫланғәлиев тәүҙә үҙенең эргәһендә “тимер ҡоршау”ҙың көндән-көн нығыраҡ ҡыҫылыуын һиҙҙе. Сөнки “СовПартХозАктив” тип аталған номенклатур даирәләрҙә Арыҫланғәлиев Шакировҡа Исламовты маҡтаған, уныһын ике йылға Ижтимағи фәндәр академияһына уҡырға ебәрәләр һәм, уҡып бөткәс, ошонда “Беренсе” итеп ҡуясаҡтар тигән хәбәрҙәр ҡуйырғандан-ҡуйырҙы. Тәүҙәрәк уйҙырма рәүешендә, аҙаҡ хәл ителгән, халыҡ хуплаған директива сифатында.

Ә быға тиклем Исламов Фаяз, юҡ, Фаяз Фәрит улы бер комиссия менән килеп төшөп, Рауил Хөснулла улын байтаҡ йонсотоп, Алатауҙағы хәлдәр бик үк имен-аман түгел, тигән һығымталар яһап ҡайтып китте. Шунан һуң, “һуҡмыш” “Чапай”, Исламовты күреп: “Онотма, ҡустым, минең комбайндар менән ожмахҡа үтеп киттең”, – тип һөрәнләп ҡалған. Ә Фаяз Фәрит улы ыһ та итмәгән, ишетмәмеш булып, ҡара “Волга”ның салонына инеп улырған да ары киткән.

Күпмелер ваҡыт үткәс, “Чапай” Вәлиулла Ғәлиулла улы Арыҫланғәлиев янына ла кергән, Исламовты “башкиҫәр” тип атаған: “Нисауа, ҡайтһын ғына, мин уны эшләргә өйрәтермен”, – тигән.

Белмәйем, Хәкимовтың уға буйы етер инеме икән? Элек ике һүҙҙе бәйләп, һөйләм дә төҙөй алмаған, алан-йолан ҡаранып ҡына йөрөгән Исламов Шакировтың йылы ҡосағында иң яуаплы фармандарҙы тормошҡа ашырып йөрөүсегә әйләнгән.

Ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа ғына һөйләүҙәренсә, Фаяз Фәрит улының да эштәре лә, әхлаҡи йөҙө лә бик үк таҙа булмаған. Хәҙер әйткәнсә, ҡул ҡулды йыуа һәм бит тә таҙа була, тиһәләр ҙә, Исламовтың биографияһында партия ағзаһын бик үк өлгөлө итеп күрһәтмәгән миҫалдар ҙа табылған. Исламов бит өйләнгән ине. Ни ғиллә менәндер, коммунист башы менән шым ғына никах уҡытҡан да, совет ғаиләләренә ярашлы, ЗАГС-ын теркәтеп тормаған. Ул ғына ла түгел, элекке ғаиләһен ауылда ҡалдырып, Өфөлә яңынан өйләнгән һәм йәш, сибәр кәләше менән номенклатура хеҙмәткәрҙәре йәшәгән тын мөйөштә әллә ҙур ике, әллә бәләкәйерәк өс бүлмәле фатирҙа йәшәп ята икән. Был шикәйәт Исламов өсөн Алатауға юлды ябыу менән тамамланды. Һәм бындай кешене кем маҡтаһын, ҡурсалаһын? Уны тиҙ генә артта ҡалған райондарҙың береһенә тәүҙә райбашҡарма комитеты рәйесе вазифаһына һайлатып ҡотолдолар. Һуңынан асыҡланыуынса, был көрәштә Исламовтың йәш ҡатыны обком әһелдәренән дә көслөрәк булып сыҡҡан. Эйе, ҙур ике бүлмәлеме, әллә бәләкәй өс бүлмәлеме фатирын ҡатын кире тапшырыуҙан һәм иренә эйәреп, “һөргөн”гә китеүҙән баш тартҡан. Етмәһә, никах ҡағыҙын һәм ике балаһының, малай менән ҡыҙ, тыуыу тураһындағы таныҡлығын сығарып һалған һәм башҡарма комитеты рәйесенән айырылыуы хаҡында иғлан иткән.

Был ваҡиға тураһында тәүҙәрәк ауыҙҙан-ҡолаҡҡа, ҡолаҡтан ауыҙға ғына һөйләһәләр, аҙағыраҡ быныһын да оноттолар. Ә ҡатындың йылғырлығы һәм йүнселлеге башҡалар өсөн байтаҡ йылдар өлгө һәм уҡыу әсбабы булып хеҙмәт итте. Аһ, ул номенклатур урамдағы фатирҙар мәсьәләһе! Хәйер, беҙҙең һүҙ ул хаҡта түгел. Тормош дауам итә, кешеләр яңынан-яңы һынауҙарға дусар булалар. Исламовтың тау-ташлы, урманлы районға, хәҙер исемен дә хәтерләргә ҡыйынһынам, китеп олағыуы һәм онотолоуға дусар ителеүе кемгә хәжәт инде?

Ара-тирә район мәшәҡәттәрен юллап, һирәк-мирәк Өфөгә килеп сыҡһа, берәйһе уның хаҡында, кем ул, тип һораһа, белмәйем, тип әйтеүселәр күберәк ине.

Шулай итеп, ун биш йыллап ғүмер үтеп тә китте. Арыҫланғәлиев Рауил Хөснулла улы хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем күп алда “Чапай” тигәнебеҙ, Хәкимов Вәлиулла Ғәлиулла улы яҡты донъя менән бәхилләште. Һуғыш һәм хеҙмәт ветеранын, оркестр саҡыртып, мылтыҡ аттырып, ҙур хөрмәт менән ерләнеләр. Ә йәшәрлеге бар ине. Шулай, ғүмерен заяға үткәрмәне, һуғышта алған ғәҙәттәрен ташламаны, һәр эшкә, һуңғы атакаға барған һымаҡ, ең һыҙғанып, башҡаларҙы әйҙәп, артынан эйәртеп йөрөнө. Арыҫланғәлиев та арығайны. Республика кимәлендә лә ҙур ғына үҙгәрештәр булды. Шакиров урынына ла икенсе кеше килде.

Ә Исламовҡа килгәндә, тарих ҡына түгел, үҙе лә үҙе хаҡында онотҡайны, буғай. Дөрөҫ, уйнап йөрөмәне, районға юлдар төҙөттө, хатта газ үткәреү мәсьәләһен дә күтәреп йөрөнө, бер-ике хат яҙҙы, бер-ике емерелергә торған мәктәпте яңыртты. Тыуған яҡтарына ҡайтҡаны булманы, бәйләнештәрен өҙҙө, тинеләр. Балаларын күрмәй, һағынмай, ниндәй йөрәк менән йәшәгәндер? Ҡырҡып ташлаған һымаҡ, бәйләнеште өҙҙө, онотто ла ҡуйҙы.

Ә Алатауҙа онотманылар. Ваҡыт-ваҡыт иҫкә төшөрөп, кәрәкһә, һоҡланып, кәрәкмәһә, хихылдашып ҡуя торғайнылар.

90-сы йылдар тирәһендә Фаяз Фәрит улының ҡабул итеү бүлмәһенә бер егет килеп инде лә, район хужаһына йомош менән керергә теләүен белдерҙе.

– Исламов Ғаяз, – тип таныштырҙы ул үҙен.

– Фаяз Фәрит улында ниндәй йомошоғоҙ бар? – тип ҡыҙыҡһынды секретарша.

– Институт тамамлайым, ошонда эшкә урынлашыу мөмкинлеген белешергә ине, – тип яуапланы егет, күҙҙәрен ситкә алып.

– Фаяз Фәритович, һеҙгә эшкә урынлашыу мәсьәләһе буйынса килгәндәр, – тине селектор аша секретарша.

Кабинет хужаһы нимә әйткәндер, ишетелмәне, ләкин секретарша урынбаҫарға мөрәжәғәт итергә ҡушты.

Ләкин егет сығып китергә ашыҡманы:

– Миңә Фаяз Фәритович менән осрашырға кәрәк, – тип ныҡышты. Секретарша, алдында ятҡан бер-ике ҡағыҙҙы эләктереп, кабинет хужаһы эргәһенә инеп китергә мәжбүр булды.

Байтаҡ торҙо, ә егет ҡымшанманы ла  көтөп ултырыуын белде.

Аҙаҡ секретаршаға тағы шылтыраттылар.

– Үтегеҙ, – тине ул битараф ҡына.

Исламов кабинетына иҫәнләшеп килеп кергән кешегә күтәрелеп тә ҡараманы. Ул кем килгәнен былай ҙа белә ине.

– Һаумыһығыҙ, – тине егет һәм ҡаршылағы ултырғысҡа ултырҙы.

Рәйес өндәшмәне, ниндәйҙер ҡағыҙҙы бик ентекләп уҡығандан һуң, ҡултамғаһын ҡуйҙы ла, егет яғына боролоп та ҡарамайынса:

– Йә, килдеңме? – тине.

– Эйе, килдем, – тине егет.

– Эшкә урынлашырға теләйһеңме?

– Эйе.

– Кем ебәрҙе? Әсәйеңме, әллә ағайҙарыңмы?

– Берәү ҙә ебәрмәне, үҙем килдем.

Ошо урында кабинет хужаһы беренсе тапҡыр егеткә башын күтәреп ҡараны һәм үҙенең 70-се йылдар башындағы күсермәһен күрҙе һәм йөрәге ҡыҫып ҡуйҙы. Сит кеше түгел бит, Арыҫланғәлиев менән сәй эсеп ултырғанда үҙенең батҡаҡлы ҡулдары менән өҫтәлгә үрмәләгән, район хужаһының салбарын таплаған, аҙаҡ хужаның алдында ашарға һорап ултырған малай. Ул ваҡытта малайға ике-өс йәш булһа, хәҙер 24 йәшме икән? Институт тамамлаған, армияла хеҙмәт иткән. Районға бик кәрәк белгес. Бындай төпкөлгә стоматологтар көн һайын килеп ишек ҡаҡмай.

– Беҙҙә эшләргә теләйһеңме? – тип көлөмһөрәне Исламов.

– Эйе, – тине егет шым ғына.

Ниндәй йәтеш кандидатура! Стоматолог юҡ, тигәйнеләр, бер-ике йыл шунда йөрөтһә, аҙаҡ мөдир итеп ҡуйһа, үҙен күрһәтһә, баш табиптың урынбаҫары, шунан һуң бәлки баш табиптың үҙе...

Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр шундай кәрәкле һөнәр эйәһенең бынауы йәһәннәм аръяғына урын һорап килеүе. Бында ғына түгел, арыуыраҡ районда ҡуш ҡуллап аласаҡтар, фатир төҙөп бирәсәктәр, өрмәгән ергә ултыртмаясаҡтар. Исламовтың аңын сирек быуат буйы, тип әйтерлек, борсоған, уйландырған уйҙар баҫып алды. Ярай, эшкә алыр, ярҙам итер, фатирын да бирер, ә халыҡ быны нисек баһалар? Кешеләр нимә тип әйтер? Күрмәйһеңме ни, һинең улың һине юллап килгән? Ул бәлки был хаҡта һин киткәндән бирле, ғүмер буйы хыялланғандыр. Ярай, теге ваҡыт, фирҡә ағзаһы булараҡ, обкомға ышыҡланып, ғаиләңде ташлап киттең, шуға ҡарамаҫтан, карьера яһаның, арыу кешеләр рәтендә йөрөнөң, ил, дәүләт алдында бурысыңды үтәнең.

– Әсәйең ни хәлдә? – тине Исламов.

Һорау егетте һиҫкәндерҙе. Ул атаһына күҙ һирпте, күҙҙәрендә асыулы һәм ҡайғылы осҡондар күренеп ҡалды:

– Әсәй быйыл ҡыш үлде...

Икеһе лә шым ҡалдылар.

Бер аҙ ултырғас, кабинет хужаһы:

– Бөгөн-иртәгә ваҡыт бир. Хәл итеү юлдарын табырбыҙ, – тип егеткә ишек яғына ымланы.

***

Исламов ике ут араһында ҡалды.

Хәҙер уға үткәндәр менән киләсәк араһында һайларға тура киләсәк. Дөрөҫ, күҙ йомоп, егетте эшкә алыуҙан, уның өсөн бер ауырлыҡ та янамай, киреһенсә, был аҙым төпкөл район өсөн мөһим бер мәшәҡәтте ыңғай хәл итәсәк. Егет былай әрһеҙ күренә, үҙ урынын табырға тейеш һымаҡ.

Ғаяз район үҙәгендәге берҙән-бер шыҡһыҙ ҡунаҡхананың өс карауат ҡуйылған номерында атаһы менән осрашыуҙан ҡалған тәьҫораттарҙы барлай. Хәйер, ниндәй тәьҫораттар булһын инде, егет үҙенең аҡсаһын тотоноп бөтә яҙҙы, ғөмүмән, ҡунаҡханала туҡталыу уның пландарында юҡ ине. Егетте атаһының сәйер холҡо уйландырҙы. Ҡайҙан бындай мөнәсәбәт? Исмаһам, бер боролоп ҡараһасы. Ағаларының, апаһының хәлен белешһәсе.

Ҡапыл егет шуға төшөндө: атаһы уны бында күрергә теләмәй. Күрергә теләмәй генә түгел, үҙенең балаһын бер артыҡ мәшәҡәт, тип иҫәпләй. Ҡайҙан бындай нәфрәт? Ғаяз, карауатын шығырҙатып, тороп ултырҙы, тышҡа күҙ һалды, әсәһен хәтеренә төшөрҙө. Дөрөҫөн әйткәндә, әсәһе мәрхүмә Ғаязды уҡытыуға күп көс һалды. Өлкән ағалары менән апаһы уҡый алмаһа ла, Ғаяздың тырыш, әрһеҙ булыуы оҡшай ине. Хатта ҡиәфәте менән генә түгел, холҡо менән дә улым атаһына оҡшаған, тип ғорурланып һөйләне.

Фаяз Фәрит улы ла был төн бик йоҡлай алманы. Таң яҡынлаша башлағас, әллә шофёрына шылтыратып, Өфөгә сығып китергәме икән, тип тә уйлап ҡуйғайны. Бармаҫ ине, райондың кураторы, Солтанбаев, һуңғы һөйләшкәндә, телефон аша ғына: “Был яҡҡа юл төшһә, инерһең әле”, – тип теләк белдергәйне. Көн дә һөйләшеп торған кеше, йыш ҡына осрашҡылайҙар, бәлки берәйһе ялыу яҙғандыр. Был урынды байтаҡ йылдар биләгән Исламов инде нығынған, бешеккән кеше, ваҡ-төйәккә генә бирешеп тормаҫ.

Исламов шулай итергә булды: иң тәүҙә водителен машинаһы менән саҡыртып алды, урынбаҫарына шылтыратып, ҡапыл Өфөгә саҡырып алыуҙары хаҡында һөйләне. Шик-шөбһә уянманы, ышандылар.

Ғаяз әле был хаҡта белмәй. Район үҙәген ҡарап сыҡты, бында йәшәрлек, тип тапты. Ҡыҫҡаһы, уға бында оҡшаны. Үҙе лә һиҙмәҫтән, район үҙәгенең дауахана ҡаласығына килде, поликлиника буйлап үтте, үҙенән бер-ике йыл алда уҡып бөткән бер егет менән осрашты. Бер ятаҡта йәшәгәйнеләр, шуға бер-береһен тиҙ танынылар.

– Әллә бында эшкә килдеңме? – тине Әлфир исемле егет.

– Юҡ, әлегә разведкаға ғына, – тине Ғаяз.

– Иҫән-һау сағыңда, ысҡын бынан, – тине танышы. – Мин бында яңылыш ҡына килеп эләктем. Әгәр белгән булһам, ике аяғымдың береһен баҫмаҫ инем.

– Шулай уҡ насармы?

– Насар ғына булһа икән! Бында йәшәрлек түгел. Үткән быуатта нисек ҡалһа, шул килеш йәшәп тик яталар.

– Миңә ниндәй кәңәш бирәһең? – тип аптыранды Ғаяз.

– Үҙем, ҡасырға йыйынғас, һине маҡтай-маҡтай, ошонда ҡалдырып китер инем, ләкин намыҫым ҡушмай. Һин бында йүнәлтмә буйынсамы?

– Юҡ, мин үҙем килдем.

– Во даёшь! Ул үҙе килгән! Бөгөн, мәҫәлән, бында теш врачы бөтөнләй юҡ. Ни өсөн юҡ, беләһеңме?

– Юҡ, белмәйем.

– Мөнәсәбәт шундай.

Өфөгә килеп еткән Фаяз Фәрит улы төштән һуң куратор эргәһенә инде. Исламов уның көсөргәнешле йөҙөнә ҡарап, хәл иткес көндөң килеүенә төшөндө.

– Үҙең беләһең, Фаяз Фәритович, – тип тантаналы башланы куратор, – заманалар үҙгәрҙе, командалар яңыра, һеҙгә хаҡлы ялға сығырға тура киләсәк.

Был хәбәр Исламовты аптыратманы. Ул әҙер тип әйтеү генә етмәҫ, ул быны теләй ине һәм шунда уҡ ҡулын кураторға тотторҙо:

– Рәхмәт йөҙөнән, – тине ул.

Тегеһе хатта баҙап ҡалды. Сөнки бөгөн иртән бер райондың етәксеһен байтаҡ өгөтләргә, хатта бөгөргә тура килде. Бөгөлмәгәс, һындырып ҡына ҡуйҙы.

Икәүләшеп, шунда уҡ ойоштороу бүлегенә йүнәлделәр. Ойоштороу мәсьәләләре буйынса урынбаҫар уларҙы һағыраҡ ҡабул итһә лә, Исламовтың шат йөҙөн күргәс, тынысланды:

– Һеҙ, Фаяз Фәрит улы, башҡаларға өлгө күрһәтәһегеҙ. Һеҙ ҡулығыҙҙан килгәндең барыһын да эшләнегеҙ. Өфөгә күсенеү, эшкә урынлашыу мәсьәләһе тыуһа, беҙ һеҙгә ярҙам итергә әҙер. Һеҙҙең ҡарамаҡта – дауахана, әгәр кәрәк булһа, ял итеү мөмкинлектәре бар. Әлбиттә, ҡатынығыҙ менән.

Ғаяз район советына барғас, Исламовтың ҡабул итеү мөмкинлеген белешкәйне, кисә уны ҡабул иткән секретарша:

– Фаяз Фәрит улын ҡапыл Өфөгә саҡыртып алдылар, уның ҡайтып етеүе бик икеле, – тип аптыратты.

Ғаяз нимә әйтергә лә белмәне. Кисә һөйләшкәс-килешкәс, ярҙам итер һымаҡ тойолғайны.

Секретарша уға бер аҙ ҡарап торғандан һуң:

– Һеҙгә бер һорау бирергә мөмкинме? – тине.

– Әлбиттә, мөмкин, – тине Ғаяз.

– Ғәфү итегеҙ, һеҙ беҙҙең Фаяз Фәритовичҡа оҡшағанһығыҙ. Фамилияғыҙ ҙа тура килә. Һеҙ уның кеме? Улымы, әллә яҡын туғанымы?

Хәҙер Ғаяздың үҙенә ғәжәпләнергә сират етте. Атайым, тип әйтһә, әллә нәмә уйлауҙары бар. Бәлки атаһы оҡшатмай ҡуйыр. Ҡустыһымын, тиһә, алдаған һымаҡ була. Хәйер, был һорауға,һөйләшкәндән һуң сығып киткән атаһы үҙе яуап бирҙе шикелле. Улын, әгәр таныһа, урынлаштырыр өсөн нимәлер эшләр, аҙ ғына булһа ла ярҙам итер ине. Ә ул, ана, Өфөгә үк сығып киткән. Кем белә, бәлки ҡасҡандыр.

– Ә һеҙ бик оҡшағанһығыҙ. Кисә ҡапыл ҡарағас, хужа үҙе килеп керҙе икән, тип торам.

Ғаяз ҡапыл сәмләнгәндәй итте:

– Юҡ. Мин уның бер кеме лә түгел. Кешеләр беҙҙе йыш ҡына бутай. Фамилиябыҙҙың тура килеүе лә, оҡшашлығыбыҙ ҙа осраҡлы. Мин уның бер кеме лә түгел. Хатта, дөрөҫөн әйткәндә, мин был хаҡта уйламайым да.

Ғаяз район советы бинаһынан сығып киткәс тә, секретарша оҙаҡ ҡына тәҙрәнән уны ҡарап торҙо. Юҡ, был егет нимәлер йәшерә. Ана, атлап, ҡулын киҙәнеп, хәрәкәтләнеүенә тиклем, Фаяз Фәритовичты хәтерләтә. Ул да шулай дәртләнеп, ныҡ баҫып, ҡулдарын һелтәп атлай.

Ғаяз үпкәләгәйне һәм ныҡ ҡына ҡыҙғайны. Хатта атаһына асыуланып әйтер һүҙҙәрҙе лә уйлап ҡуйҙы. Ҡасандыр ташлап киткәйнең, хәҙер, эргәңә килгәс, танымамыш булаһыңмы? Ғаяз бында эше иреккәндән килмәне бит. Йә, ярай. Юҡ икән, юҡ. Ҡайтып китергә тура килерме икән? Аяҡтары үҙенән-үҙе автостанция яғына алып китте. Тағы ла уң яҡҡа ҡайырылып ҡараны һәм күҙенә больница ҡаласығы салынды. Ә үҙе ниндәй матур урында урынлашҡан! Эх, ошонда ең һыҙғанып, кинәнеп эшләһәң ине!

Тәүәккәлләне Ғаяз, яңынан дауахана эргәһенә килде. Дауахана хакимиәте һәм поликлиника урынлашҡан ике ҡатлы бинаның ишеге аша эскә үтте, баш табиптың ҡайҙа ултырыуын һорашты. Икенсе ҡатҡа күтәрелеп, иң төптәге ҡабул итеү бүлмәһе алдында туҡтаны һәм һаҡ ҡына ишек шаҡыны. Эстән, үтегеҙ, тигән тауыш ишетелде. Керҙе Ғаяз. Баш табип, уны танырға теләгән һымаҡ, тәүҙә баштан-аяҡ ҡарап сыҡты. Керегеҙ, ултырығыҙ, тип эргәһенә саҡырҙы.

– Ниндәй үтенес менән килдегеҙ? – тине ул Ғаязға һынсыл ҡараш ташлап.

Егет тәүҙә аңғармаҫтан яңылыш һүҙ әйтеп ҡуймайым, тигән һымаҡ тын ғына торҙо ла:

– Мин эш эҙләп йөрөйөм. Һеҙгә эшкә урынлашырға мөмкинме? – тине.

Тәүҙә баш табиптың ауыҙы асылды. Һорау бирергә теләне, ләкин тотлоғоп ҡалды.

– Э-э-эшкә урынлашырға?

– Эйе, эшкә урынлашырға.

– Һеҙҙең документтарығыҙ бармы? – тип һораны баш табип.

Егет өндәшмәй генә документтарын сығарып, баш табип алдына һалды.

Тегеһе паспортты, дипломды ҡат-ҡат ҡарап сыҡты, бер нисә тапҡыр Ғаязға күҙ һалды:

– Тимәк, һеҙ Фаяз Фәритовичтың улы булаһығыҙмы? – тине.

Ғаяз шуны аңланы: тап ошо ваҡытта уның яҙмышы хәл ителәсәк. Ул дөрөҫөн әйтә ала, ләкин был уға бер ниндәй өҫтөнлөк тә бирмәйәсәк.

Ғаяз тәүҙә оҙаҡ ғына уйланып ултырҙы:

– Мин дөрөҫөн әйтергә мәжбүрмен. Ысынлап та, мин – уның улы. Ләкин беҙҙе быға тиклем бер нәмә лә бәйләмәне. Киләсәктә лә шулай буласаҡ.

Шул ваҡыт эш өҫтәлендә баш табиптың телефоны шылтыраны. Оҙаҡ ҡына тыңлағандан һуң, трубканы һалып ҡуйҙы.

– Иртәгә иртән сәғәт унда район советы сессияһы буласаҡ. Унда ойоштороу мәсьәләһе ҡарала. Фаяз Фәрит улы Исламов, хаҡлы ялға сығыу сәбәпле, үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдыра. Һеҙгә шуны әйтә алам, әгәр һеҙ атайығыҙҙың ярҙамына иҫәп тотоп, бында эшкә килгәнһегеҙ икән, әлегә был ниәтегеҙҙән баш тартырға һуң түгел.

Ғаяз ике лә уйлап торманы:

– Минең бында килергә теләүем көсәйҙе генә. Мин уның ярҙамына өмөт итмәйем. Үҙ көсөм менән урынлашҡым һәм эшләгем килә. Һеҙ миңә ниндәй эш тәҡдим итә алаһығыҙ? – тине.

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас