– Ялбыр! – тине ул көр, бойороусан тауыш менән һәм һыуыҡтан, оҙаҡ көтөүҙән аяҡтарын әленән-әле алыштырған туратҡа йүнәлде. Иркәләп атының һыртын һөйҙө, кәрәкмәһә лә, ҡамытты рәтләне. Саналағы бесәнде күпертте. Унан толобон кейҙе, брезент менән ҡапланған он ҡапсығына таянып санаға сумды.
– Һау булығыҙ! Ҡунаҡҡа көтәбеҙ! – тип ҡысҡырҙы ул артына боролоп.
Ат тирәләй йүгергеләгән ҙур арлан хужалар менән хушлашырға теләгәндәй берауыҡ ҡарап торҙо ла шығырлап ҡуҙғалып киткән сана артынан ырғылды һәм юртып барған атты уҙып та китте.
Ҡасаба ситенә ултыртылған ҡарағай үҫентеләрен артта ҡалдырғас, ҡайын ҡатыш йүкәлеккә килеп инделәр. Ҡояш тау артына төшөп юғалды, тирә-яҡты ҡараңғылыҡ ялманы.
«Өй туйларға августа бармауым барыбер ҙә яҡшы булды әле, – тип уйланы Лапа. – Былай ике ҡуян аттым: ҡыҙ менән кейәүҙе күрҙем, итте лә һаттым. Ай, баш та бар шул үҙемдә!» – ул ҡәнәғәт йылмайҙы.
Юл тау түбәненә сумды ла һырттар менән ҡыҫылған йылға үҙәненә боролдо. Сана һелкенер-һелкенмәҫ тигеҙ бара. Лапа дилбегәһен ҡулынан ысҡындырмай ғына кирелде, ит һатыуҙан төшкән аҡсаһын нисек тотонорға икән тип тәмле хыялдарға бирелде.
Ул аҡса эшләй белмәгән кешеләрҙе яратмай ине. «Ялҡау йә бер ҡатлы, – тип көлә ул ундайҙарҙан. – Бынау кейәү ҙә инде! Быраулау мастеры булып йөрөүен әйтер инем. Әҙерәк цемент та килтереп китә алмай бит. Аҡсаға алып ҡара!.. Намыҫлы, имеш, берәү. Тьфү!» – Федор Дементьевич төкөрөп ҡуйҙы.
Уның уйҙарын туры аттың ҡурҡып бышҡырыуы бүлде. Ат ҡолаҡтарын ҡайсылаған, башын юғары күтәргән. Танауын ҡабартып ул йәнә бышҡырҙы. Алдан барған Ялбыр сана артына күсте. Лапа тирә-яғына ҡарап, был нимәнән өркә икән һуң, тип шикле нәмә эҙләне һәм һырттар буйлап ниндәйҙер хәрәкәтте шәйләне. Күренер-күренмәҫ шыйыҡ шәүләләр ҡалҡыулыҡ буйлап шыуа. Бүреләр! Лапаның ҡулдары ҡалтыраны, эсендә нимәлер өҙөлгәндәй булды.
– Йә, йә, йылдамыраҡ! – тине ул ҡарлыҡҡан тауыш менән һәм ныҡ итеп дилбегәһен тартты. Туры былай ҙа шәп бара ине, ҡыуғас һикереп китте лә бар көсөнә алға ырғылды. Эргәнән ялт-йолт ағастар ҡала, ҡолаҡ төбөндә ел һыҙғыра, сана табаны аҫтында ҡар бураны уйнай.
Бүреләр ҡараңғылыҡта ирене. Кескәй генә йылға яры буйлап барған юл бейек һыртты урай. Тирә-яҡты яҡшы белгән башлыҡ һырттан тураға төшөп өйөрҙө туп-тура сана юлына йүнәлтәлер, ахыры.
«Эләктем, ҡотолоп булмаҫтыр, ҡаршыға төштөләр, – тип уйланды Лапа ҡалтыранып, – артҡа боролоу ҙа хәүефле – атты туҡтатып ҡара, унан килеп ҡасабанан да йыраҡ кителде... Улар юлға төшкәнсе өлгөрмәмме икән ни?..» – һәм ул сана төбөндәге балтаны эҙләне.
Ат ҡапыл ҡырағай бышҡырҙы ла ҡар туҙҙырып ситкә ырғыны – бүре өйөрө атылған уҡ тиҙлегендә быларға ҡаршы сыҡҡайны – иң ҙур бүре сапҡан ыңғайы туры аттың муйынына һикерҙе, секундтың ниндәйҙер ҡыҫҡа ғына араһында меҫкен мал йыртылған үңәс менән ауа ине, әммә йыртҡыс түше менән тәртә башына бәрелде лә, ҡаҡлығып ҡарға тәкмәсләне.
Лапа эштең ни тиклем сетерекле икәненә шунда ғына ныҡлап төшөндө, аҫтындағы тоҡто тартып сығарып бар көсөнә өйөргә ырғытты.
Он ҡарға барып төшөүе булды, бүреләрҙең тере тулҡыны быны һә тигәнсе һырып та алды һәм өҙгөләп аҡ болотҡа туҙҙырҙы. Ошо арала Лапа атын юлға сығарып өлгөрҙө.
– Әйҙә, ҡәҙерлем, әйҙә, тиҙерәк! – тип ярһып ҡысҡырҙы ул, хәле бөткән атын сыбыртҡы менән яра-яра. Туры былай ҙа ярһып саба. Ҡурҡыуҙан һәм ауыртыуҙан шашыр сиккә етеп саба. Ул хатта алға сыҡҡан Ялбырҙы ла уҙып китте.
«Ысҡына алырбыҙмы икән әллә?» – тигән өмөтлө уй үтте Лапаның башынан.
Сана ҡалтырай, ырғый, боролоштарҙа әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа ҡыялай. Ә ас өйөр яңынан ҡыуып етеп килә. Лапа быны тәненең бөтә күҙәнәктәре менән тоя. Бына башлыҡ, тештәрен ыржайтып сана артынан өлгөрмәй арттараҡ ҡалып килеүсе Ялбырҙы эләктерергә ырғылды, әммә эт ҡото алынып тағы ла ҡыҙыуыраҡ саба башланы, әйтерһең, уны эҫе һыу менән ҡойондорҙолар, һәм ҡыуып етеп санаға һикерҙе.
Бүре өйөрө тар ғына сана юлына йәнәшләп саба, иркен, еңел саба, ҡарҙан шыуып ҡына килгән һымаҡ, һәм арыған ат менән үҙҙәренең араһын ҡыҫҡартҡандан-ҡыҫҡарта. Лапа уларҙың ҡомһоҙ ялтлаған күҙҙәрен күрә, тын алыштарын ишетә. Оҙаҡламай улар ҡайнар ҡандан иҫерә-иҫерә ҡорбандарын өҙгөләп, ботарлап ташлаясаҡ... Лапа һарыҡ тиреһенән тегелгән толобон систе лә юлға ырғытты. Бүреләр бер мәлгә генә туҡталып ҡалды, әммә алдаҡты һиҙеп ҡыуыуҙарын дауам итте.
Лапа өйөргә бүреген, унан бейәләйҙәрен ташланы, тик бер алданған йыртҡыстар уларға бөтөнләй иғтибар итмәй башланы. Ас, ярһыған өйөр ҡан ғына көҫәй. Ҡанлы уҙыш үҙенең ҡот осҡос аҙағына етеп килә.
Ҡурҡыуҙан ҡалтыранған Федор Дементьевич шайыҡтарын ағыҙып туҡтауһыҙ һөйләнә, ыңғыраша, әле атына инәлесле ҡарап: «Давай, давай, шәберәк! – әле артына әйләнеп балтаһын баш осона күтәрә лә: – Сабам, бөтәгеҙҙе лә сабам!» – тип өйөрҙө «ҡурҡыта». Тағы бер нисә секунд һәм башлыҡ уның яурынынан эләктерәсәк, ҡалғандары өҫтөнә һикереп ботарларға керешәсәк. Бына хәҙер, хәҙер... Лапа биҙгәк тотҡандағы кеүек ҡалтыранып тирә-яғына ҡаранды. Эт! Тере йән эйәһе, ҡайнар ҡан – бына нимә кәрәк бүреләргә! Һәм ул Ялбырҙы үлемгә этәрҙе, әммә меҫкен эт төшөргә уйламаны. Уның бөтә булмышы аптырау ҡатыш ғәжәпләнеү, ҡарашы үпкә менән тулғайны.
– Пошел, пошел, бар, төш! – тине Лапа ярһып һәм этенә типте.
Ялбыр шыңшыны, ырылданы, тешләргә маташты, әммә төшмәне. Теше-тырнағы менән сананың ҡанатына йәбеште.
Ә бүреләр һаман ҡасмай, улар эргәлә генә. Лапа арҡаһы менән сананың алғы яғына терәлде ла аяҡтарын үҙенә тартып Ялбырҙың башына типте – эт буялған ағаста теш урындарын, тырнаҡ эҙҙәрен ҡалдырып сананан ысҡынды һәм һауала бер-ике әйләнеп юлға барып төштө. Асырғаныу ҡатыш шыңшыу, талаш, өрөү тауыштары артта ҡалды. «Башланды», – тип уйланы Лапа кәүҙәһен ҡороштороп. Ә үҙенең күҙ алдында Ялбырҙың ҡурҡыулы-үпкәле ҡарашы һеңеп ҡалды.
Сана ереклек араһынан үтте лә уйһыулыҡтан ҡалҡыулыҡҡа күтәрелде. Бына ауылдың һирәк уттары ла күренде. Хәле бөткән ат юртыуға күсте.
Ошонда еткәс кенә яртылаш яланғас Лапа үҙенең ҡурҡыуҙан һәм һыуыҡтан бөтә кәүҙәһе ҡалтыранғанын тойҙо. Аҫтындағы бесәнде өңөбөрәк ултырҙы ул, өҫтөнә брезент ситен тартты, артта ҡала барған ҡараңғы урманға ҡараны. Ҡурҡыуы яйлап ебәрҙе, әммә әле генә булып үткән ваҡиғаларҙы башынан үткәргән һайын тәне ваҡыт-ваҡыт ҡалтыранып ҡуйҙы.
Ауыл ситенә еткәс атын яйлатты. «Яндырып ҡуймайым. Ҡотҡарҙы. Бүтән ат бындай сабыуға сыҙамаҫ ине», – тип уйланы ул турыһы менән ғорурланып.
Буш һәм күңелһеҙ урам буйлап үҙенең буялған бейек кәртәләренә, тәтәй кеүек ҙур йортона яҡынайған һайын күңеле тулды, йөрәге елкенде: «Быларҙы башҡаса күрә алмауым да ихтимал ине бит...»
Ҡапҡалар ябыҡ, өйҙә ут юҡ.
– Бер нәмә белмәй йоҡлай, – тип мөгөрҙәне ул ҡәнәғәтһеҙ генә. – Уға нимә?.. Мин бында үлемдән саҡ ҡалдым...
Ул сананан төштө, ҡапҡаны асты, итеге менән солан ишегенә типте.
Эстә ҡабалан аяҡ тауыштары ишетелде. Элгес шартланы. Яртылаш ишек асылды. Соландағы ябыҡ кәүҙәгә иғтибар ҙа итмәй Лапа эскә үтте. Выключателгә баҫты.
– Лампочка янды, – тине ҡатыны ғәйепле тауыш менән.
Ир һүгенде лә ишек яңаҡтарындағы ситса шаршауҙы ике яҡҡа һирпеп, йылы өйгә атланы.
– Бөгөн ҡайтырһың тип уйламағайным да. Иртәгә көткәйнем, – тип аҡланды аптыраған ҡатыны.
– Сәй ҡуй, өшөнөм, – тип тәрән көрһөнөп ултырғысҡа сүгәләне Лапа. – Эй, туры урамда ҡалды бит әле, – ир иҫке бүрек эләктереп ихатаға сығып китте.
Атын туғарҙы, йылы аҙбарға индерҙе. Күбеккә батҡан һәм һаман ҡалтыраныуы бөтмәгән арҡаһына септә япты, алдына хуш еҫле бесән төшөрҙө.
– Ял ит, аша. Был һиңә хеҙмәтең өсөн, – тип ҡәнәғәт Лапа атының алдына бесән өйҙө, тик туры, ниңәлер, башын ситкә борҙо.
– Һин нимә? Эйе, әгәр Ялбыр булмаһа бөтәбеҙ ҙа һәләк була инек. Аңлайһыңмы – бөтәбеҙ ҙә! Ә мин ҡотҡарҙым һине, ҡотҡарҙым, – Лапа шыбырлауға күсте. Әммә ат ауыр тын алыуын һәм ситкә ҡарауын дауам итте.
«Ә бәлки, ҡотолор ҙа инек? – ниндәйҙер эске тауыш хыянатсыл рәүештә шулай тигәндәй булды. – Балта менән береһенә тондорғанда, башҡалары туҡталыр ине... – Лапа йәнә бөршәйҙе. – Нимә уйлайым әле мин? Ҡылынған эш ҡылынған инде. Бөтәһе лә дөрөҫ...»
Эт ояһы янынан үтеп барғанда хужаның аяғы сылбырға эләкте. Ул етемдәрсә шылтырап ҡуйҙы, һәм Ялбырын йәнә хәтеренә төшөрөргә мәжбүр итте. Ҡапыл ғына бөтә тәненә ябырылған хәлһеҙлеген саҡ еңеп Федор Дементьевич йортона ашыҡты.
Ҡатыны өҫтәл әҙерләп көтөп тора ине. Йыуынып, ултырғысҡа сүгәләне лә йылы мейескә арҡаһын терәп тынып ҡалды.
– Нисек йөрөп ҡайттың? Йәштәрҙе күрҙеңме?
– Күрҙем, иҫән-һауҙар. Йорттары ҙур, бөтә уңайлыҡтары бар. Газ яғалар, хатта. Килербеҙ, тинеләр... Хужалыҡта әҙерәк ярҙам итеп китерҙәр.
– Үҙҙәрендә лә эш етерлектер әле, – тине ҡатыны ҡыйыуһыҙ ғына.
– Үҙҙәрендәгеһе ҡасмаҫ.
– Итеңде һаттыңмы һуң?
– Ит шалҡан түгел, һыҙғыр ғына. – Лапа кеҫәһендә бүлтәйгән ҡағыҙ аҡсаларҙы һәрмәне һәм бүләген иҫенә төшөрөп икенсе кеҫәһенән төйөнсөк сығарҙы. – Мә! – тип ул сыбар яулыҡ тағатты.
– Ой, рәхмәт, Федя, рәхмәт. Ниндәй матур яулыҡ!
– Ярар инде, ярар. – Лапа тупаҫ ҡына итеп ҡатынын бүлдерҙе.
Бүләкте башына ябынып көҙгө алдында бер нисә өйөрөлгәс ҡатыны тағы ла йәнләнеп китте, ирендәрендә ҡыйыуһыҙ ғына йылмайыу уйнаны. Өҫтәл йыйғанда ул:
– Ялбырға аш сығарайым әле, – тине.
– Ят, үҙем сығарырмын, – тине Лапа ҡабаланып. – Турыны ла эсерергә кәрәк.
Эт туҫтағын тотоп ул тышҡа сыҡты. Тәмәке тоҡандырҙы. Атын эсерҙе. Икенсегә тоҡандырҙы. Үткән ваҡиғаларҙы ҡотолғоһоҙ һәм аҡланған ваҡиға итеп уйларға күпме тырышһа ла, Ялбырҙың үлеме мейеһенә шырау булып ҡаҙалды, тынысланырға һис ирек бирмәне.
Түшәгендә лә толҡа таба алманы Лапа. Күҙ алдынан шул бер үк күренеш китмәне лә ҡуйҙы: ҡар туҙаны араһында ҡара һын осоп китә лә яйлап ҡына һауала әйләнә һәм ас, ярһыған-шашҡан өйөр араһында юҡ була. Бейеккә осоп китә лә һауала әйләнә һәм... Тәҙрә төбөндә сәйер тауыштар тын алыш, көрһөнөүҙәр ҙә ишетелгәндәй. Лапа уларҙы тыңлап ята, нимә икән тип айышына төшөнөргә тырыша, унан яйлап онотола. Һәм өйөр уны яңынан ҡыуып етә. Ҡамай, тере епте ҡыҫҡандан-ҡыҫа бара. Мейеһендә үлем олоуы тауышы яралғандай. «А-а-а!» – тип үрһәләнә Лапа.
– Федя, һин нимә? Нишләйһең? Һаташаһың түгелме? Әллә сирләп киттеңме? – тип яурынынан һелкетә ҡатыны.
Лапа ҡапыл уянып башын ҡалҡытты ла ҡатынына текәлде – үҙенең ҡайҙа икәнлеген аңлай алмай ине. Ул һаман тегендә, төшөндә. Ҡарана торғас, ниһайәт, үҙ өйөн, ҡатынын таныны.
– Шайтан алғыры, – тип еңел һуланы ир.
– Нимә тип ҡысҡыраһың ул? – тип ныҡышты ҡатыны.
– Итте күп ашағанымдыр. Күңел болғана. Әллә бешеп етмәгән булды. Ярар, йоҡла...
Ҡатыны иренең тыңлауһыҙ, сал, бөҙрә сәстәрен һыйпаны. Бәләкәй, ҡаты усын маңлайына ҡуйған килеш йоҡлап китте. Лапа һаҡ ҡына уны алды. Төнгө тынлыҡты тыңлап йоҡлай алмай ятты. Уй-кисерештәренән ҡасырға күпме тырышһа ла булдыра алманы. Башынан Ялбыр һис сығырға теләмәне. Ҡара һағыш менән уны бәләкәй генә көйө алып ҡайтҡанын, ят кешеләрҙе йорт-ҡураға яҡын ебәрмәгән уҫал ҡарауылсы үҫә тип шатланғанын иҫләне. Эштән ҡайтҡанында һикерә-һикерә шатлана, өрә торғайны, уның бөтә теләктәрен үтәргә әҙер тороусы тоғро эт ине. Эх...
Күҙенә йоҡо ҡунманы барыбер. Иртәнгә тиклем туланы ла ҡуйҙы. Ҡараңғылыҡ шыйыҡлана башлағас һаҡ ҡына торҙо, кейенде, соланға сыҡты, тышҡы ишекте асты.
Болдорҙа, иртәнге ҡараңғылыҡ эсендә, өлтәйгән имәнес нәмә ултыра: томшоғоноң тиреләре һуйылып төшкән, бер ҡолағы юҡ, икенсеһе саҡ эленеп тора. Йөндәре ҡанға уҡмашып ҡатҡан.
Нәфрәт менән янған күҙҙәрҙе шәйләп Лапа артҡа сигенеп ҡуйҙы, ишек тотҡаһына үрелде.
– Ялбыр?!.
Лапаның башында йәнә үлем тауышы геүләне...