-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Апрель 2022, 20:00

Шаян күрше

Бик оҙаҡ һорап, теңкәһендә тейгәндән һуң, Сәмиғә әбейгә бер трактор арбаһын тултырып туралған утын килтерҙеләр. Рәхмәт яуғыры, шул күршеһе мәрхүм Ғәббәстең улы Ғәбделислам килтерҙе инде. Бик йәш булһа ла үҙе уңған, етмәгән ере, эшләмәгән эше юҡ. Бик шуҡ бит әле ул, суҡынған малай...

Шаян күрше
Шаян күрше

Сәмиғә әбей ниндәй генә зыян күрмәне бит унан. Тауыҡтарын алмаштырған да ул, әтәсенең аяҡтарын тышаулаған да ул, мөрйәһенә менеп олоған да... Һөйләп бөтөрөрлөк түгел инде.  

Ә үткән ҡыш һуң?! Төнө буйына ҡар яуҙы. Сәмиғә әбей әле бер яғына, әле икенсе яғына әйләнеп, йоҡлай алмай сыҡты: “Иртән нисек сығармын инде йортомдан? Ҡар баҫып китте бит инде. Һарайҙа тауыҡтарым нишләр икән? Йортомда туңып ҡына үлермен, бер кем инеп сығармаҫ. Юҡ, сығармаҫтар. Кемгә кәрәгем бар инде минең?” Таңды саҡ аттырҙы Сәмиғә шулай уйланып. Ел туҡтағас ҡына йоҡоға китте.

Иртән бер сынаяҡ сәйен эсте лә, мейес башынан алып  оҙон быймаһын, йылы һырмаһын, ҡартынан ҡалған ҡолаҡсын бүреген кейҙе. Сыға ла алмам инде, ҡар ишекте ҡаплағандыр, төн буйына яуҙы бит... Келәһен күтәреп, ишеген асһа – бер ниндәй ҡар ҙа юҡ! Тупһала ла ҡар юҡ, ишеге лә бына тигән асыла! Һарай яғына ҡараһа –  унда ла юл ярылып ята... Ниндәй хикмәт һуң был? Үҙем күрҙем бит тәҙрәнән ҡар яуғанын, йоҡламай ҡарап яттым, ел-буранлап яуҙы бит! Иртәнгә табан ғына туҡтаны.

– Сәмиғә инәй! Иҫәнлектәме? Ни хәлдәр? Әллә ҡар баҫтымы? Төн буйы буранлап яуҙы бит, әй! – Өндәшеүсе күршеһе Ғәбделислам ине.

"Кит, һин булмаған менән һөйләшеп тораммы? Бешмәгән," – тип ҡуйҙы Сәмиғә әбей эстән генә. Урамды ҡарамаҡсы булып шул яҡҡа атланы. Ни күрә? Урамды йырып сығырлыҡ та түгел, хатта һуҡмаҡ та юҡ. Ни хәл һуң был, ни хикмәт? Сәмиғәнең генә йорт алдына яумаған был ҡар. Туҡта әле, был Ғәбделисламдың ғына эше түгел микән? Кергән эҙҙәре барҙыр... Улай ҡаранды Сәмиғә әбей, былай ҡаранды. Юҡ инде, бер эҙ ҙә юҡ!

Тамам аптыранған Сәмиғә әбей тауыҡтарын ашатмаҡсы булып һарай яғына юлланды. Ҡараһа, күршеһе менән ике араның бер кәртәһе ҡыйшайып тора. Нишләп ҡыйшайған һуң әле был? Көҙөн генә ҡарап сыҡҡан ине, барыһы ла төҙөк ине бит. Кәртәләүгә яҡыныраҡ барҙы Сәмиғә әбей: теге яҡта ҙур аяҡ эҙҙәре ярылып ята ине.

Иртә менән, буран туҡтағас, Сәмиғә әбей ҡаты ғына серем итеп алғанда, Ғәбделислам кереп таҙартып сыҡҡан икән... Эй, гонаһым шомлоғо, ниндәй гонаһҡа ҡалдым бит! Ул матур итеп сәләм бирҙе, мин уның сәләмен дә алманым... Сәмиғә әбей һарайына барып тауыҡтарын ашатты ла, тиҙ генә йортона кереп бүләктәр, күстәнәстәр алып, ҡар йыра-йыра күршеһенә китте.

Эй, көлдө Ғәбделислам Сәмиғә әбейҙән, тәгәрәп-тәгәрәп көлдө.

– Балам, күршекәйем, мине улай аҡылдан яҙҙырма инде, шаяртма. Тамам аптырандым бит был хәлгә. Бөтөн ғәләмде ҡар баҫҡан, ә миндә –  юҡ...

Был хәлдән һуң матур итеп яҙ килде. Яҙ артынан йәй ҙә үтеп бара. Бөтә кеше ҡышты ҡайғырта. Сәмиғә әбей ҙә булған пенсияһын йыйып шулай утын килтертте.

...Ярай инде, көн кискә ауышты, иртәгәһен малай-шалайлаҙы йыйып күстәнәс, хәйерҙәр биреп, өйҙөрөрмен әле, Аллаһ бирһә. Көнө лә алай ҙа ғына аяҙ...

Шул уйҙары менән Сәмиғә әбей ут та алып тормай түшәгенә сумды. Көн оҙоно бәрәңге ҡорттарын йыйып йөрөп бик арыған ине. Таң яҡтыһы күренеү менән Сәмиғә әбей, эштәрем бар бит, нишләп ятам һуң әле мин, тип,тиҙ генә сәй эсте лә, йорт алдына сыҡты.

Бәй... Ҡайҙа минең утындарым, кисә бит утын килтерткән инем... Ҡапҡа ябыҡ. Нисек япһам, шул көйгә, келәһе лә элеүле, ә утындар юҡ… Урлағандар! Нисек? Нишләп? Кем урлаған? Әй, Аллам, аҡсаһын да биреп өлгөрмәнем бит...

Эй, сәбәләнде Сәмиғә әбей, унда барҙы, бында һуғылды. Кемгә барайым икән, кемгә һөйләйем, күршемдә лә йүнле, башлы кеше юҡ бит, исмаһам! Ғәбделисламға һөйләнең ни, һөйләмәнең ни, ауыҙын йырыуҙан башҡа эше юҡ. Ауыл советына барам. Барам! Быны былай ҡалдырып булмай. Бер трактор арбаһы утыныңды урлаһындар әле!..

Сәмиғә әбей ишегенә келәһен генә элде лә,  урам башындағы ауыл советына юл алды. Кереү менән үҙ хәлен һөйләп бирҙе. Иҙән йыуып йөрөгән самагонсы Кәшифә лә ҡолаҡтарын ҡарпайтып тыңлап торҙо.

Сәмиғә әбейҙең йорт алдында күп тапанып йөрөнө силсәүит  рәйесе, мунса янына барҙы, баҡса яғын ҡараны, һарайға кереп сыҡҡас:

– Ә һарайҙа ниндәй утындар һуң ул, Сәмиғә инәй. Һарайығыҙ тулы утын, нимәгә тағын утын килтерттегеҙ һуң. Биш ғүмер йәшәргә уйлайһығыҙмы ни? – тине.

– Ниндәй булмаған утын ул? Һарайыма яҙҙан бирле йомошҡа ла ингәнем юҡ. Нисә барҙым үҙегеҙгә транспорт һорап, бирмәнегеҙ бит...

– Үҙең ҡара ана, булмаҫҡа, ярты һарай утын унда!

Сәмиғә әбей йүгерә-атлай һарайына инһә, ысынлап та кисә Ғәбделислам килтергән имән утындар... Кем өйөп ҡуйған һуң быларҙы? Төн эсендә бит!..

– Ни булды, күршеләр, әллә утынды урлағандармы? – Ғәбделислам тракторы менән төшкө ашҡа ҡайтып килә икән.

– Аңлашылды! – тине самагонсы Кәшифә. Арттарыннан ул да, ҡыҙыҡ эҙләп, эйәреп килгән ине. – Кисә Ғәбделислам бер ярты килеп алған ине кисен, аптыраған инем шул, быға тиклем был ғәҙәтен бер ҙә күргәнем юҡ ине бит. Аръяҡтағы сегән егеттәрен һыйлап, һеҙҙең утынды өйҙөргәндер инде ул.

Сәмиғә әбей ни тип әйтергә лә белмәй, аяҡ быуындары йомшарып, күтәрмәһенә үк барып ултырҙы.

– Ниндәй изге бала бит, ә мин уны ғүмер буйы шуҡлығы өсөн әрләнем. Нисек кенә Хоҙайым был гонаһтарымды кисерер икән? Йә, Раббым, кисер мине! Ғәбделислам күршемә рәхмәттәреңде яуҙыр, матур кәләшле булып, тормошо сәскәләргә күмелеп йәшәй күрһен!

Төшкө ашты ашап, Ғәбделислам да тракторын ҡабыҙҙы.

– Сәмиғә инәй, утын табылдымы? – Рәхәтләнеп көлә-көлә, ауыл буйлап матур йырҙарын яңғыратып, шат күңелле, шаян  Ғәбделислам тағын эшенә ашыҡты.

Фото: yandex.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: