

Бер үҙем түгел, Ринат менән көтәсәкбеҙ. Әйткәндәй, бөгөн Ринат класташым – ауылыбыҙҙың хакимиәт башлығы һәм әле яҙғандарымдың дөрөҫлөгөн тулыһынса раҫлай ала.
Беҙ хәҙер көтөүсе, беҙҙең ҡарамаҡта өс йөҙ һыйыр, ун биш һауынсы һәм бер үгеҙ. Онота яҙғанмын, тағы ла утыҙлап һөт феләге бар. Ҡыуанып көтөүгә сығыуыбыҙҙы әле лә хәтерләйем. Беҙҙең был вазифаға тәғәйенләнеүебеҙ, һуңынан асыҡланыуынса, ҙур ғына шау-шыу һәм ризаһыҙлыҡ тыуҙырған икән. Белмәҫ инем, алтмыш йәшем тулған көндәрҙә бер нисә матбуғат сараһына интервью биргәйнем. Шунда хеҙмәт юлымды көтөүсе булып башлауымды телгә алмай ҡалманым, әлбиттә. Һуңынан ауылдашым Илдар ағай Лоҡманов шылтыратты. Заманында Әлшәй, Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы, Дәүләт Йыйылышы депутаты булды.
– Беләм-беләм, хәтерләйем, – тине ул миңә, ошо әңгәмәләр донъя күргәс. – Беҙ көнө-төнө эш эҙләйбеҙ, һеҙгә бирәләр, ә беҙгә юҡ. Хатта өлкәнерәктәр, был малайҙар көтә алмаҫ, көтөүҙе ҡарай алмаҫ, тип юрағайнылар.
Дөрөҫ юрағандар, ауыр булды. Шул саҡтан уҡ көтөүҙән ҡотолоп, икенсе һөнәр һайлау тураһында баш вата инем. Ә әлегә мин һыйырҙарым һәм үгеҙ эргәһендә. Әйткәндәй, әлеге Джон исемле үгеҙ хаҡында. Беҙ уға бушлай ҡушымта һымаҡ ҡараһаҡ та, ул тормошобоҙҙа ғәйәт ҙур роль уйнаған икән – һуңынан ғына аңланым. Ҡала малайы, минең бер водителем, нишләп һыйырҙар быҙауламайынса һөт бирмәй ул, тип һораны минән. Һыйырҙың ни өсөн быҙаулауы серҙәрен төртөп күрһәтеп аңлатырға тура килде.
Ҡыҫҡаһы, көтөү көткәндең тәүге көндәрендә үк Фәррәхетдин абзый беҙгә бер тоҡ он ҡалдырып китте.
– Ҡара уны, атығыҙға ашатып бөтмәгеҙ, – тине ул. – Көн һайын Джонға бер ярты күнәк бирегеҙ. Эше күп, бик йонсомаһын.
Аҙаҡ ҡына төшөндөм – ысынлап та Джондың эше бик күп булған. Көтөүҙә 300 һыйыр, етмәһә, күрше сыуаш, урыҫ ауылдарынан белештәр, таныштар таналарын етәкләп килә. Уларын да хеҙмәтләндереп ебәрергә кәрәк. Ауылдан ситтә көтөү барлығы, көтөүгә Джон исемле бик шәп үгеҙ беркетелеүе, көтөүсе ике малайҙың бик йомарт булыуы хаҡында хәбәрҙәр тиҙ таралғандыр, күрәһең, Джондың эше бик күбәйҙе. Ул күҙ алдында һурыҡты, хатта йөрөмәй, күберәк ятып тора башланы.
Джондың төп бурысы нимәнән ғибәрәт икәнен һеҙгә нисегерәк аңлатырға? Ҡыҫҡаһы, эргәләге сыуаш ауылынан, үҙенең изге теләген белдергән һыйырын етәкләп, хужаһы килеп төшә һәм һыйырының арҡанын беҙҙең вагондың мөйөшөнә бәйләп ҡуя. Һауынсылар өндәшмәй, улар үҙ эше менән мәшғүл. Апаларына, еңгәләренә эйәреп, ҡыҙҙар килә, улар ғына беҙҙе бер аҙ уңайһыҙландыра. Ни өсөн уңайһыҙландыра? Сөнки беҙ башҡараһы эш бик сетерекле. Өс йөҙ һыйырҙан торған көтөүҙең уртаһында үҙенең төп бурысын үтәүҙән йонсоған Джон көйшәп ята. Тана вагон мөйөшөнә арҡанланғас, мин, һәлмәк кенә аҙымдар менән килеп, Джонды төрткөләп торғоҙоп, моронондағы ялтыр дүңгәләгенән тотоп, көтөүҙән һурып алам һәм танаға килтереп ҡушам. Ә Джонды өйрәтәһе түгел, ул үҙенең бурысын теүәл һәм еренә еткереп башҡара. Джондың тәбиғәт биргән ҡеүәтен һәм күңелен күрер өсөн, мин теге тоҡтан бер-ике ус он һалып, Джонға тәҡдим итәм. Ул тиҙ генә ялап бөтә лә, башын күтәреп, мөлдөрәп миңә ҡарай. Ә мин уның күҙҙәрендә: “Нишләп улай әҙ, тағы юҡмы ни?” тигән ялбарыу ишаратын уҡыйым. Әлбиттә, бар. Фәррәхетдин абзый бер тоҡ ҡалдырғайны бит. “Һин генә түгел бит, Джон. Ринат менән икебеҙҙең ат та бар. Бынан тыш, беҙҙе аңдып торған Рәүис менән Рифаттың да аттары бар. Улар ҙа, тоҡ ауыҙы сиселгән һайын, тамшанып тора.
Эште беҙҙең күрше Шәкирә еңгә уйҙы.
– Һеҙ нишләйһегеҙ, үгеҙҙе үлтерәһегеҙ бит! Белмәйем, Фәррәхетдин абзый күрһә, кәрәгегеҙҙе бирер әле.
Мин ентекләп үгеҙгә ҡараһам, аптырап киттем – бәй, бының ҡабырғалары беленә, имеш. Уның ҡарауы, беҙҙең аттар ялт итеп тора.
Шулай күңелле генә итеп көтөү көтәбеҙ. Джонға ондо күберәк бирә башланыҡ. Ул хатта ҡыуанып йөрөй. Күрше ауылдарҙан килгән һыйырҙарҙы ла буш ҡалдырмай. Фәррәхетдин абзый үҙе килеп, үгеҙҙе арҡаһынан һөйөп, нисауа, Джон, һыйырҙарҙы ҡарап бөтһәң, беҙ һине фермаға ҡайтарырбыҙ, тип, әллә Джонға, әллә беҙгә әйтеп китте.
Ошонда серҙе асам. Теге күрше ауылдарҙан килгән таналарҙың хужалары буш ҡул менән йөрөмәй, сөнки был эш бик мәшәҡәтле һәм төшөмлө. Һәр танаға, әйтһәм, әйтәйем инде, әжеренә бер ярты тейеш. Ул яртыны беҙ эсмәйбеҙ. Яртыһы булһа, файҙаланырға кешеһе табыла. Бер мәл, күңелле генә көтөү көтөп йөрөгәндә беҙҙең тормош 180 градусҡа үҙгәрҙе лә ҡуйҙы.
Совет заманында ветеринар талаптар бик теүәл һәм ҡәтғи үтәлә торғайны, хатта ул осорҙа һыйыр малы, хәҙергенән айырмалы, кешенән дә ҡәҙерлерәк ине, һәр һыйырҙың һаулығын даими тикшереп, анализдар алып, дауалап торалар ине.
Мал докторы беҙҙең көтөүҙәге бер нисә һыйырҙың ауыҙы осонғанын күреп ҡалған һәм тауыш ҡуптарған. Һыйырҙарҙың ауыҙ ҡыуышлығы ҡыҙарыуы, йәки осоноуы, бешмә сире булыу ихтималлығын күрһәтә икән. Карантиндың нимә икәнлеген белеп үҫтек, уның тәүге аҙымдарының шаһиты булдыҡ: трактор килтереп, ҙур ғына соҡор ҡаҙҙылар, ауыҙҙары осонған биш бәхетһеҙ һыйырҙы соҡор эргәһенә килтереп аттылар ҙа, шул бульдозер менән соҡорға эттереп төшөрөп, күмеп тә ҡуйҙылар. Ә беҙҙе карантинға яптылар.
Әлбиттә, һыйырҙар, Джон үҙе лә, аттарыбыҙ ҙа шул осорҙағы ҡамалыуҙы бик күндәм ҡабул иттек. Элекке һымаҡ һөт эсеү юҡ. Көтөү көткәндә ауылдан алып килгән шәкәрле сәй, икмәк һәм йомортҡа менән генә сикләнәбеҙ. Уныһы ғына түҙерлек, ауылға клубҡа сығырға ярамай. Хәҙер ундағы тансылар, уйындар беҙһеҙ генә дауам итә. Етмәһә, ҙур һауыт килтерҙеләр. Бер метр тәрәнлектәге 3х3 метр ҙурлыҡтағы тимер һауытты яртылаш һыу менән тултырҙылар. Утын килтереп бушаттылар, сөнки бешмә ҡурҡынысы булһа ла, хужалыҡ һыйырҙарының бер тамсы һөтө лә әрәм булырға тейеш түгел. Ҙур һауытҡа утыҙға яҡын һөтлө феләкте ултыртып, иртәнән алып кискә тиклем ҡайнатабыҙ, ҡайнағас, ветврачҡа күрһәтәбеҙ һәм һөт заводына оҙатырға рөхсәт алабыҙ. Яланда ярты күнәк һыуҙы ҡайнатыу ҙур михнәт булһа, 5–6 тонналыҡ һауыттағы һыуҙы ғына түгел, уға ултыртылған һөттө лә ҡайнатыуҙы күҙ алдына килтерәһегеҙме?
Уның ҡарауы, хәҙер көтөүҙә ауыҙы осонған һыйырҙар күренмәй башланы. Атайым элгәре мал докторы булған. Үҙе килеп, беҙҙе эйәртеп, көтөүлегебеҙҙе йәйәүләп бер нисә тапҡыр урап сыҡты. Бер тапҡыр район үҙәгенән Шаһиморатов Рәфҡәт тигән ағай менән килде. Рәфҡәт ағай менән һуңыраҡ таныштыҡ, әле яңы ғына тип әйтергә була. Беҙ көтөү көткән, утыҙ феләк һөттө ҡайнатҡан араларҙа Джонға он күберәк эләкте, беҙҙең килеүебеҙҙе хатта ҡыуанып ҡаршы ала торғайны. Һәм беҙҙең көтөүҙәге карантинды ябыуға йүнәлтелгән ыңғай үҙгәрештәр ҙә табылды. Атайым менән Рәфҡәт ағай килгәндә бер һыйырҙың минераль ашламалар бушатҡандан һуң тороп ҡалған ҡағыҙ тоҡто сәйнәп торғанын күреп ҡалғандар. Бәлки, белмәйһегеҙҙер, һыйырҙар тоҙ яларға ярата. Ә был минераль ашлама составында тоҙ ҙа булған. Күрәһең, ҡабығы ла оҡшағандыр. Ҡайһы бер һыйырҙар һутлы үлән менән генә сикләнмәй, үҙҙәренең баштарына була, ашламаны ялағандар һәм ҡағыҙын ашап ҡуйғандар. Һөҙөмтәлә ауыҙҙары осонған, һәм бешмә сире таралыу ҡурҡынысы тураһында ялған фекер тыуған. Шулай итеп, был ялған тревога биш һыйырҙы ҡорбан итеү менән тамамланды, сөнки оҙаҡламай Өфө лабораторияһынан килеп еткән анализ күрһәткестәре бешмә сиренең юҡлығын иҫбатланы.
Йәй үтте лә китте. Беренсе сентябрҙә уҡырға барғас, колхоздың парторгы Алтын ҡоҙа Рәүискә, Ринатҡа, Рифатҡа һәм миңә дүртебеҙгә бер иштән күлдәк бүләк итте.
Көҙ мәктәптән ҡайтып килгәндә мин урамда нимәлер эҙләп йөрөгән Джонды күреп ҡалдым. “Джон!” – тип өндәшеүемә ул иғтибар ҙа итмәне. Олпат ҡына баҫып, эргәмдән үтте лә китте. Уның йөнтәҫ башын башҡа мәшәҡәттәр биләгәйне шикелле.
Икенсе йылына Фәррәхетдин абзый осрағас: “Беҙҙең Джон нишләй унда?” – тип һораным. “Ә-ә, үгеҙҙе әйтәһеңме? – тине ул. – Һеҙҙең көтөүҙәге һыйырҙар бөтәһе лә быҙауланы. Үгеҙегеҙҙе ныҡ ҡарағанһығыҙ, ахыры. Һыйырҙар ҡыҫыр ҡалмаған осраҡ һирәк була. Быйыл да йәй киләһеңме?”
Килә алманым. Хәйер, быныһы бөтөнләй икенсе мәсьәлә.