Ә бына был фирма оҡшаны. Исеме лә заманса. Кешеләре лә башҡаларҙан айырылып торған һымаҡ. Курьер вазифаһына эшкә алдылар. Эше ауыр түгел, иртән етегә киләһең, сәғәт туғыҙҙарҙа тотторған ҡағыҙҙарын таратып сығыу өсөн ҡала буйлап китәһең. Вазифаһы оҡшаны. Оҡшаны тип, үҙенә тәғәйенләнгән пенсияһы етә. Ә өйҙә иҫерек ирҙән көндөҙ булһа ла ҡотолоп тороуҙың башҡа юлы юҡ. Атаһына лайыҡлы алмаш булып, ана, улы үҫеп килә. Сабира өйләндереп тә ҡарағайны үҙен, ғаилә тормошо бер йылға ла барманы. Ҡоҙаһы менән ҡоҙағыйы, ипле генә кешеләр, эш ҙурға китмәҫ борон айырылышһындар тип, улдарын сығарып ебәрҙеләр.
Заманында ҙур өмөттәр бағлап кейәүгә сыҡҡайны Фиратына. Тәүҙә комсомол хеҙмәткәре, аҙаҡ партия эшмәкәре, матур ғына карьера ла яһаған һымаҡ булғайны. Утыҙ йәше тулыр-тулмаҫ ҡала комитетында бүлек мөдире вазифаһын биләне, диссертацияһын яҡланы.
– Бына минең парашютым да, запастағы аэродромым да ошо, – тип, тарих буйынса фән кандидаты дәрәжәһен раҫлаған ҡыҙыл ҡалын кенәгәне үбә-үбә һөйләнгәйне. – Тағы бер-ике ынтылһам, докторлыҡ та ҡулда буласаҡ, – тип өмөтләнгәйне, өлгөрмәне, бүлектәре-ниҙәре менән партияның ҡала комитеты емерелеп төштө, уның артынса фирҡәләрен дә ҡыуып таратып ҡуйҙылар.
– Бына парашютымды сығарыр ваҡыт етте, – тип теге кенәгәһен тотоп йөрөп ҡарағайны, “үҫешкән социализм шарттарында эшселәрҙең сәйәси әүҙемлеген күтәреү” кемгә хәжәт булһын инде? Тотоп туҡмамаһалар, бик хуш әле. Шулай, бар булған өҫтөнлөктәре, өмөттәре, хыялдары юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Фират һымаҡтарға ышанып йөрөгән кешеләрен әйт. Ире былай тырышманы түгел, тырышты. Яңы фирҡәләр араһында урын эҙләп ҡараны, ләкин ни коммунистары, ни демократтары уны ҡолас киреп ҡаршы алырға ашыҡманы.
Ә Сабираның бәхетле булыу мөмкинлектәре бар ине. Әллә үҙенең ҡулынан килмәне, әллә ирен тота алманы.
Сабира үҙе эшләй башлаясаҡ урындың мөһабәт бинаһына һоҡланып ҡарап торҙо. Уны йылы хис-тойғолар солғап алды. Аҡсаһын түләһәләр, бер аҙ кейенеп алыр, Аллаһы бойорһа, бәлки, түләп булһа ла улының уҡыуын тамамлатып ҡуйыр.
Иртән әллә ни эш күп булманы. Анһат эш булырға оҡшаған, шуға тилбер генә, теүәл генә йөрөргә кәрәк.
Төштән һуң ҡаршыһына бер ир тап килде. Үҙе таныш та һымаҡ, барыбер иҫенә төшөрә алманы. Мәғариф идаралығы тирәһендә эшләгән кеше түгелме икән? Эргәһендә һаҡсыһы йүгерә. Юлдарына Сабира тура килгәс, һаҡсыһы, алға сыға һалып, курьерҙы еңел генә итеп ситкә этеп ҡуйҙы.
Алты тулғас, ҡайтырға рөхсәт иттеләр. Магазинға кереп, тағы ла ваҡ-төйәк әйбер алды, сит кешеләр түгел бит, өйҙәгеләрҙе лә ашатырға кәрәк. Фираты һәр ваҡыттағыса иҫерек. Улы ла шаҡтай ҡыҙмаса. Исмаһам, улын уҡытып, берәй эшкә урынлаштырырға кәрәк ине. Уҡытыусылары уға ҙур өмөт бағлағайны, тик көсө етмәне.
– Һин ҡайҙа йөрөйһөң? – тип уҫал ҡаршы алды уны Фират. – Улың ҡайтты, ә һинең ашарға бер нәмәң дә юҡ.
– Һыуытҡыста йомортҡа бар, шуны булһа ла ҡурып ашар инегеҙ.
– Һин нимә, әсәһе, беҙҙе йомортҡаға ултыртып ҡуймаҡсы булаһыңмы? Әгәр йомортҡа менән алдаштырам тиһәң, сығабыҙ ҙа билмән һатып алабыҙ.
Ҡатын һүҙ көрәштереүҙең файҙаһыҙ икәнен белә, шуға өндәшмәй.
Фән кандидаты менән тәжрибәле уҡытыусының көрәше барыбер һуңғыһының файҙаһына тамамланмаясаҡ. Ир, әсәйеңдең кәрәген бирҙем бит, тигән ҡиәфәт менән улы эргәһенә сыҡты.
– Мин хәҙер көндөҙ өйҙә булмайым, мин эшләйем, – тине Сабира. – Үҙ көнөгөҙҙө үҙегеҙ күрергә өйрәнегеҙ.
– Һин эшләйһең? – тип аптыраны ире. – Хәйер, дөрөҫ эшләйһең, эшлә. Ғүмер буйы бик еңел йәшәнең. Май эсендә йөҙгән бөйөр һымаҡ булдың. Минең арҡала икәнен онотма.
Сабира көлөмһөрәп ҡуйҙы. Үҙенең мәктәптә нисәмә йыл уңышлы эшләгәндән һуң ниндәй ауырлыҡ менән юғары исем алыуын иҫенә төшөрҙө.
– Фирҡә функционерының ҡатыны, заманында үҙенә кәрәген алып бөттө. Хәҙер беҙҙең сират етте, – тип ғүмер буйы бергә эшләгән әхирәттәре ҡаршы сыҡты, үҙенең көндәштәренә әйләнде. Иң уңышлы уҡыусылар уныҡы ине, олимпиадаларҙа еңделәр, Мәскәүгә, Питерға уҡырға инделәр. Шунан һуң ғына уға юғары исемде бирергә мәжбүр булдылар. Фират бит был хаҡта белмәй. Һаман да элекке һаташыуҙар менән йәшәй, хатта үҙенең кандидатлыҡ диссертацияһында яҙылғандарҙы һаман да хәҡиҡәт тип иҫәпләй.
Бөгөн иртән эшкә килһә, кисә осраған ир тағы юлында тап булды. Ҡулын һелтәп килеүенән танып ҡалды уны Сабира. Бәй, Рәхим түгелме һуң?
Бына ул да туҡтаны.
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ минең һабаҡташҡа оҡшағанһығыҙ, һеҙ Сабира бит?
– Рәхим? Ә мин һине кисә таныманым, бөгөн тауышыңдан танып торам.
– Шулай тауышым танырлыҡ инеме? Һеҙ бында нишләйһегеҙ?
– Мин бында эшкә урынлаштым. Кисә генә башланым. Һеҙ ҙә ошонда эшләйһегеҙме?
– Эйе, – тине Рәхим теләр-теләмәҫ кенә. – Ә һеҙ бында ҡайҙа ултыраһығыҙ?
– Беренсе ҡатта, дөйөм бүлектә ултырам.
Ҡалғанын әйтеп бөтмәне Сабира, бергә уҡыған һабаҡташҡа, аптырағандың көнөнән курьер булып эшләйем, ҡала буйлап сабам, тип һөйләп тормаҫ инде.
– Ғәфү итегеҙ, Сабира, мин хәҙер ҡалаға сығып киләм, һеҙҙе төштән һуң табырмын, аҙаҡ һөйләшербеҙ.
Шулай ҡоро ғына хушлаштылар. Сабира элекке мөхәббәтен нисәмә йылдар үткәндән һуң шулай беренсе тапҡыр күрҙе. Көнө буйы ҡала буйлап арҡыры-буй сапҡанда ошо осрашыу күҙ алдынан китмәй ҙә ҡуя. Рәхим бер ҙә үҙгәрмәгән, эйе, сәстәре ап-аҡ, элекке егерме йәшлек егет түгел инде, олпат, етди ҡиәфәтле. Ҡатыны, балалары барҙыр инде. Ә заманында Фират менән Рәхим Сабираның мөхәббәтен яулау өсөн үҙ-ара һуғышып та бөттөләр. Унынсы класта булдымы икән, класташтарының береһе байрамға өйҙәренә саҡырҙы. Еңелсә генә шарап эстеләр, торт, төрлө кәнфит байтаҡ ҡына ине. Сабира шунда мәжлестең уртаһында ултырҙы, бер яғында – Фират, икенсе яғында – әлеге Рәхим. Һабаҡташтар ике егеттең Сабираның иғтибарын яулау өсөн көрәшеүен дә, ҡыҙҙың кемгә өҫтөнлөк бирергә белмәй аптыраныуын да һиҙә, ә Сабира өндәшмәй. Шул ваҡыт Ильяс һикереп торҙо.
– Хәҙер урамға сығабыҙ. Беҙҙең Фират менән Рәхим көс һынашасаҡ. Еңеүсе бында ҡала, ә икенсе урынды алыусыға махсус приз – ул ҡайтып китеү хоҡуғын ала.
Сабира белә ине көрәштең ғәҙел түгеллеген. Ильяс менән Фираттың алдан һөйләшеп килешеп эшләүен дә һиҙенде. Юғиһә Рәхимдең алдына бер туҡтауһыҙ кәсәләр ҡуймаҫ инеләр. Уныһы, быға тиклем эске күрмәгән малай, тәүҙә бер төрлө булып алды, аҙаҡ бөтөнләй йомшарҙы. Эргәһендә ултырған Сабираны ҡосаҡларға ынтылды, Фират менән икеһен ни өсөн уртаға баҫтырып ҡуйыуҙарын да аңлап бөтмәне шикелле. Йыуыныу бүлмәһенә алып кереп, һалҡын һыу менән битен йыуыуҙары ла ярҙам итмәне. Икәүләп таҫтамалдарын тотоп уртаға баҫыуҙарына Рәхим Фиратты еңел генә итеп эләктереп алғайны, тегеһе һиҙҙермәй генә аяҡ салды ла әйләндереп күкрәгенә һалған булды һәм бер ынтылыуҙа тамам хәлһеҙләнгән класташын алып та ырғытты.
Ильясҡа дуҫының еңеүен раҫлап ҡулын күтәрергә һәм Рәхимгә икенсе урын тураһында иғлан итергә генә ҡалды. Нимә булғанын аңлап етмәгән Рәхим ошонда йөрөнө әле. Иң аҙаҡтан класташтары уны өйөнә илтеп ҡуйҙы. Ә Фират был ваҡытта Сабираға үҙенең иң йылы һүҙҙәрен һөйләй һәм еңеү шатлығы менән уртаҡлаша ине.
Ғәрләнде Сабира, нимә эшләргә белмәне. Дөрөҫөн әйткәндә Рәхимгә күңеле битараф түгел ине, тик Фиратҡа бирешеп торғанына йәне көйҙө.
Әле бер нисә йыл элек класташтар менән осрашҡайнылар, Фират һәр ваҡыттағыса эсеп иҫереп бара алманы. Кеше лә күп түгел ине. Класташтарынан береһе Рәхим хаҡында мәғлүмәттәр килтергән. Ҙур ғына бер корпорацияға эшкә алғандар, хәҙер Мәскәү, Берлин, Лондон араһында осоп ғүмере үтә икән.
Сабира дөйөм бүлеккә инде. Мөдир уға бик сәйерһенеп кенә ҡарап:
– Һеҙҙе, атҡаҙанған уҡытыусыны, курьер сифатында күргәс, бик ғәжәпләнгәйнем. Раҫҡа сыҡты, һеҙ ябай кеше түгел икән.
– Ә нимә булды? – тип аптыраны Сабира.
– Филиалдың етәксеһе Рәхим Маликович һеҙҙе эҙләп бында керҙе. Бер тапҡыр шылтыратты. Бүлеккә ҡайтыу менән үҙенә инергә ҡушты.
– Хәҙер миңә нимә эшләргә?
– Бер нәмә лә эшләргә түгел, тынысланаһығыҙ ҙа етәксенең алдына барып баҫаһығыҙ.
– Хәҙер үкме?
– Әлбиттә, хәҙер үк. Рәхим Малик улын тағы үҙегеҙҙе эҙләргә мәжбүр итергә уйлайһығыҙмы?
Етәксенең ҡабул итеү бүлмәһендә ултырған йәш кенә текә ҡатын килеп инде.
– Латипова ҡайттымы? Сабира Латипова ҡайҙа?
– Ҡайтты, бына тора, танышығыҙ.
– Сабира Хөрмәтовна.
Секретарша, һеҙ нишләп беҙҙең хужаны беҙҙән алда мәшәҡәтләп йөрөйһөгеҙ, һеҙгә ундай хоҡуҡты кем бирҙе, тигән ҡиәфәт менән әллә аптырап, әллә ытырғанып, фирманың курьерын баштан-аяҡ ҡарап сыҡты.
– Әйҙәгеҙ минең менән!
Икәүләп лифтҡа үттеләр. Бер минут эсендә ҡабул итеү бүлмәһенә барып инделәр. Ишек асылды, һәм Рәхим Малик улы килеп сыҡты.
***
Төпкә үк үтеп китер алдынан хужа киҫкен генә итеп:
– Аш бүлмәһендә өҫтәл әҙерләгеҙ, – тип ҡәтғи күрһәтмә бирҙе. Сабира менән Рәхим бер ыҡсым ғына бүлмәнең йәнәш ултырған креслоларында урын алдылар. Хужа кеше тәүге тапҡыр күргән һымаҡ Сабираға ҡарап торҙо ла һағышлы ғына йылмайып ҡуйҙы:
– Мин һине тап ошолайтып күҙ алдына килтергәйнем, хатта маңлайыңдың уң яғындағы яранан ҡалған йөй ҙә һаман тора икән.
– Шул йөйгә ҡарап танығанһыңдыр әле, – тип көлөп ҡуйҙы Сабира.
– Һине күреүемә шатмын, – тине Рәхим. – Һине йыш иҫкә төшөрәм.
– Ярай инде, рәхмәт, мине онотмағас.
– Ә ниңә мин һине оноторға тейеш? Был һүҙҙәрен Рәхим ниндәйҙер янау ҡатыш киҫәтеү менән әйткәндәй тойолдо.
Әллә Сабираға шулай күренде генә микән? Ҡатын ирҙең һүҙҙәренә бик иғтибар итмәҫкә булды.
– Йә, тормош йылдары нисек үтелде? – тигән һорау ҡуйҙы Рәхим.
– Бөтәһенеке һымаҡ инде. Уҡыттым, бер ул үҫтерҙек, шулай йәшәйбеҙ. Хәҙер пенсиялабыҙ. Беҙ инде совет тәрбиәһе алған халыҡ яңы шарттарға бик яраҡлаша алманыҡ.
– Тимәк, яраҡлаша алманығыҙ, – тип раҫлап ҡуйҙы Рәхим. – Ә нимә ҡамасауланы?
– Берәү ҙә ҡамасауламаны. Һәр кемдең үҙенән тора.
Шулай һөйләшеүҙән бигерәк еңелсә һүҙ көрәштереүгә ҡоролған әңгәмә ишектә секретарша ҡыҙ күренгәс өҙөлдө.
– Өҫтәл әҙер, Рәхим Маликович, – тип өндәштеләр әҙәпле генә итеп.
– Әйҙә, сәй эсәйек, – тип Рәхим Сабираның ҡулынан тотоп алды һәм етәкләп тигәндәй эргәләге бүлмәгә алып керҙе. Ә бында, ҙур өҫтәл эргәһендә, бәләкәйерәге, ә стена буйында ике генә кешелек түңәрәк өҫтәл. Бындай байлыҡты-муллыҡты күреп, Сабираның тыны ҡыҫылды, күҙҙәре ҡамашты. Эргәләге стенаны тулыһынса ҡаплаған телевизор донъяның төрлө мөйөштәренән финанс мәғлүмәттәрен еткереп тора.
Сабира менән Рәхим өҫтәл артына ултырҙылар.
– Сәйме әллә кофемы? – тине Рәхим.
Арыған тауыш менән ҡоро ғына итеп өндәште.
– Мин сәй эсәм, – тине Сабира.
Өндәшмәй генә сәй эстеләр.
– Бәлки, коньяк ҡойорғалыр?
– Юҡ, – тине ҡәтғи итеп Сабира. – Мауыҡҡан нәмәм түгел.
Сабира үҙе сәй эсә, үҙе башы ҡатып уйлай: ярай, хужа кеше бай, капиталист, уның класташы ла булһын, ти. Етмәһә, беренсе мөхәббәте. Бына алып керҙе лә сәй менән һыйлай. Сабираға әрһеҙләшеп килеп инеп, ҡунаҡ булып ултырыу дөрөҫ микән? Бәлки, баштан уҡ баш тартырға булғандыр? Ә кем белә, бәлки, Рәхим үҙенең байлығын күрһәтергә, йоғонтоһо менән маһайырға самалағандыр. Мәктәптә уртаса уҡыны, әллә ни юғары ҡалҡҡанын хәтерләмәй, хатта ниндәй юғары уҡыу йорто бөткәнен дә иҫенә төшөрә алманы. Кем белә, бәлки, уҡымағандыр ҙа әле. Хәйер, уҡыуҙан ни фәтүә? Ана, уның фатирында парашютын ҡосаҡлап берәү ята бит инде.
Рәхимдең – үҙ уйҙары. Һин Сабираны ниңә саҡырҙың? Ҡасандыр өҙөлөп һөйгән, уның өсөн йәнеңде бирерҙәй саҡтарың ҡайҙа ҡалды?
– Йә, мине ниңә саҡырҙың, Рәхим? – тине ҡатын, шәшкеһен этеп ҡуйғас.
– Ә мин һине саҡырҙыммы ни? – тине, Рәхим аптырап ҡатынға боролдо. – Беҙ бит һинең менән класташтар ғына түгел, һинең менән мәктәптә уҡығанда бергә бейегәнебеҙҙе лә хәтерләйем. Эйе, мин һине йыш иҫкә төшөрә инем. Үҙемде һинең эргәлә икән тип күҙ алдына килтереп ҡараған саҡтарым да булды.
– Нисек күренә инек һуң? – тине көлөп Сабира.
– Һин ышанмаҫһың, ләкин беҙ бик матур күренә инек. Һин мәктәптең иң алдынғы уҡыусыһы, аҙаҡ атҡаҙанған уҡытыусы, әйткәндәй, һинең бер-ике уҡыусың миндә эшләй, мин улар менән бик ҡәнәғәтмен.
– Кемдәр икән? – тип баҙап ҡалды Сабира.
– Мәҫәлән, Ғарипов Тимур, хәтерләйһеңме?
– О-о, Тимерйән, әлбиттә.
– Васильев тигән бер егет һинеке тинеләр, исемен онотҡанмын.
– Серега?
– Эйе-эйе, Васильев Сережа. Тик Сергей тип өндәшеп ҡуйма, Сергей Васильевич.
– Улар, беләһеңме, миңә нисек килделәр? Бына беҙ һеҙҙең класташығыҙ Сабира Латипованың уҡыусылары, тип килделәр.
– Ярай, һиңә лә бер файҙам тейгән икән.
– Ниңә бер файҙа? Мин һиңә һәр ваҡыт рәхмәтле булдым.
– Һин шаяртаһыңдыр, нимәгә рәхмәтле?
– Сабира, һин беләһеңдер, кеше тыуғас та уның маңлайына үтер юлы, күтәрелер бейеклеге, кисерер яҙмышы яҙылып ҡуйыла.
– Әллә, мин улай тип уйламайым. Кеше үҙен-үҙе яһарға тейеш. Барыр юлын да үҙе һайлай.
– Белмәйем, был хаҡта минең үҙ фекерем бар, – тине Рәхим. – Бына, әйтәйек, мин һинең эргәңдә ҡалдым, ти, беҙ өйләнештек, бәхетле йәшәп ятабыҙ, бер-ике балабыҙ үҫә, ти. Тыштан ҡарағанда беҙ бик бәхетле һымаҡ.
– Шунан, артабан нисек? – тине Сабира. – Минең менән булғас, һин хеҙмәт юлыңда бер-бер артлы уңышһыҙлыҡтарға дусар булаһың. Һин, үҙең дә һиҙмәҫтән, шешәгә тотонаһың.
– Юҡ-юҡ, мин улай тип әйтергә теләмәгәйнем, – тип ике ҡулын да күтәреп туҡтатты Рәхим.
Сабира һиҙенде: Рәхим ошо үткән йылдарҙа бер тапҡыр ҙа осрашыуға килмәһә лә, уның ире менән тормошо хаҡында ишетеп-белеп, ҡыҙыҡһынып, хатта һорашып торған. Кем белә, бәлки, Фират уңышһыҙлыҡҡа осрағас, ҡыуанғандыр әле. Ана бит, ниндәй һауалы һөйләнеп ултыра. Ҡайҙан килеп керҙе бында?
– Ярай, минең эшем бар бит. Ашығыс дүрт хат бар, тигәйнеләр.
Сабира тороп, ишектәрҙең ҡайһыһына барып тотонорға белмәй туҡтап ҡалды. Бәй, Рәхим ҡуҙғалырға ашыҡмай ҙа түгелме һуң?
– Ҡабаланма. Әгәр мин рөхсәт итмәһәм, һин бынан сыға алмаясаҡһың,– тип көлөмһөрәне Рәхим. – Ултыр урыныңа.
– Әллә мине бикләп ҡуйырға итәһеңме? – тип әллә көлдө, әллә асыуланды Сабира.
– Һағынғанымды күрмәйһеңме ни? Үҙең менән бер аҙ һөйләшеп ултырайыҡ.
– Ә минән нимә кәрәк һуң һиңә?
– Ә һин үҙең был хаҡта уйлағаның юҡмы? Бына байтаҡ ултырабыҙ, ә һин минең хаҡта бер нәмә лә һорашмайһың. Һине минең ғаиләм, ҡатыным, балаларым ҡыҙыҡһындырмаймы ни?
Сабира тағы күтәрелеп Рәхимгә ҡараны. Бына ҡыҙыҡ, мин хәҙер төпсөшә башларға тейешме инде? Әгәр ҡатынын һорашһам, мәҫәлән, ни өсөн төпсөшә, тип уйлауы бар.
– Рәхим, мин һинән шуны ғына һорайым. Һин нисек уйлайһың, мин нишләп һинең хаҡта башыңды ҡатырып, ҡыҙыҡһынып, һорауҙар биреп ултырырға тейешмен? Бына беҙҙең икебеҙҙең арала ошо түңәрәк өҫтәл генә түгел, ҡырҡ-илле йыл ғүмер ята. Ул йылдарҙа нимәләр генә булмаған да нимәләр генә кисермәгәнбеҙ. Улар хәҙер беҙҙең тарих, бөттө, онотолдо, йәшәлде. Әгәр белгең килһә, кисерелде. Күҙҙәреңдән күреп торам: һин минән, үкенәһеңме, тип һорарға теләйһең. Һинең минән, үкенәм, тиеүемде көткәнеңде беләм.
– Юҡ, – тине Рәхим ҡәтғи генә. – Минең һиңә бер һорауым да, тәҡдимем дә юҡ. Мин һиңә рәхмәт кенә әйтергә теләйем.
Рәхмәт әйтергә?.. Сабира күтәрелеп эргәһендә ултырған иргә ҡараны. Ҡара һин уны, ҡайһылай затлы костюм кейгән, галстугы үҙенә килешеп тора. Тырнаҡтарына тиклем матур итеп ҡырҡып-тәрбиәләп тороусыһы барлығы күренә. Әллә бая бик һауалы булып тойолдо ғынамы икән? Әле бына һағышлы һәм уйсан ҡарап ултыра.
– Нимә өсөн рәхмәт әйтергә теләйһең?
Рәхим урынынан торҙо һәм, бүлмә буйлап атлап, Сабираның эргәһенән үтеп китте.
– Әгәр был тормошта мин нимәгәлер өлгәшкәнмен икән, быларҙың барыһына ла һин сәбәпсе булдың.
– Нисек, мин? – Сабира ғәжәпләнде.
– Эйе, һин, Сабира. Әгәр теге ваҡыт Фират менән алышҡанда мин уны еңһәм, бәлки, мин шунда тороп ҡалыр инем һәм һинең иреңдең аяныслы яҙмышын ҡабатлар инем.
Сабира өндәшмәне, кемдер уның сикәһенә киҙәнеп һуҡҡан һымаҡ булды.
– Төшөндөрә белдемме? – тине Рәхим, тауышын бик күтәрмәй генә.
– Төшөндөм, – тине Сабира. – Былай булһа, бит һин миңә бурыслы булып сығаһың?
– Эйе, мин бурыслы, – тип көлдө Рәхим.
– Эйе, – тине Сабира уңайһыҙланып ҡына. – Хәҙер мин ул ваҡиғаларҙы яҙа-йоҙа ғына хәтерләйем. Һине эскәне юҡ, тинеләр, шулай булғас, йәш организм бер-ике кәсә шампан шарабына бирешкән дә ҡуйған.
Ошо урында Рәхим яңғыратып көлөп ебәрҙе.
– Ә мин ул көндө, Сабира, ғөмүмән, хәтерләмәйем. Нимә булғанын саҡ ҡына ла белмәйем.
– Өсәүләп, йәғни минең бер яғымда һин, икенсе яғымда Фират ултырғанын да хәтерләмәйһеңме?
– Юҡ, хәтерләмәйем, – тине Рәхим ысынлап. – Өйгә ҡайтҡас, икенсе көнөнә айнығас, мин үҙемдең ситкә тибелеүемде аңланым. Дөрөҫөрәге, аңлатып бирҙеләр.
– Кем инде ул кеше, күҙеңде асыусы?
– Ә һин, Сабира, кемде атар инең? Һин уны үҙең беләһең.
– Ә унда беҙҙең араға ҡыҫылырлыҡ кеше бар инеме? Күҙ алдына ла килтермәйем, – тине Сабира. – Ә кем һөйләне һуң?
– Ильяс һөйләне, – тине Рәхим. – Мөжәһитовты хәтерләйһеңме?
Бына нисек! Сабира аптыраны. Нисәмә йыл үткәс, Ильястың күләгәһе килеп сығыр тип кем уйлаған?
– Әллә һеҙҙе Ильяс менән дуҫлыҡ ептәре бәйләйме? – тип һораны Рәхим.
– Белмәйем, ул бер нисә тапҡыр портфелемде тотоп, өйгә тиклем оҙатып ҡуйғайны. Аҙаҡ донъялар үҙгәрә башланы.
– Ярай, улайһа, Сабира, шым ғына ултыр һәм тыңла. Бер тауыш та сығарма. Һинең бында икәнлегеңде берәү ҙә белмәй.
Рәхим телефонынан кемгәлер шылтыратты һәм тауышын асып ҡуйҙы. Күп тә үтмәне, трубканы алдылар.
– Хәйерле көн, Рәхим Маликович. Иғтибар менән тыңлайым.
– Тыңла, – тине Рәхим ҡаты ғына итеп. – Бындағы объекттар буйынса һинең үткән аҙнала үткәргән эш сәфәре үҙен аҡламаны.
– Мин унда булдым, эштәр менән таныштым, – тип аҡлана башланы Ильяс.
– Беләм, булғанһың, кешеләр менән һөйләшкәнһең, ләкин һинең унда булыуыңдан бер файҙа ла юҡ. Кисә үҙемә барырға, барыһын да хәл итеп ҡайтырға тура килде. Йә, хәҙер, Ильяс, уйла инде, миңә ундай кәңәшсе кәрәкме икән?
– Нисек әйтергә, Рәхим Маликович, һеҙ талап иткәс, мин тағы ла объектҡа барырға тейешмен.
– Йөрөмә, – тине ҡаты ғына итеп Рәхим. – Һинең барыуыңдан бармауың яҡшыраҡ. Был аныҡ эш, һин уны юҡҡа сығарҙың. Был һиңә элекке һымаҡ комсомол, партия йыйылыштарында ялҡынлы телмәр һөйләү түгел. Әйткәндәй, мин һиңә Сабира менән Фират тураһында белешергә ҡушҡайным. Ни тиһәң дә, беҙҙең һабаҡташтар, бәлки, ярҙам, эш кәрәктер.
– Һорауығыҙға яуап бирергә рөхсәт итегеҙ, Рәхим Маликович, – тип дәртләнеп һөйләй башланы Ильяс. – Мин уларҙы күргәнем юҡ, тип әйтер инем. Ике-өс йыл элек Сабираны театрҙа күреп ҡалдым. Бик ҡартайған, бөтөрөнгән, миндә хатта йәшел йылан менән мауыҡмаймы икән, тигән шик ҡалды.
– Бына нисек? – тине Рәхим, Сабираның иғтибарын телефонға йүнәлтеп.
– Шигем раҫланды, уларҙы ире Фират менән өйҙә ятып эсәләр икән, тинеләр. Ә Фират, мәғлүм, ул электән эскегә әүәҫ булды.
– Шулай уҡмы? Ә мин уларҙы берәй эшкә саҡырайыммы икән тип тора инем.
– Саҡырырға була, әлбиттә, – тине Ильяс.
– Һин уларға нимә тәҡдим итер инең?
– Уларға ни, бында эш табыла инде. Мәҫәлән, мин бөгөндән урам һепереүсе, офис бүлмәләрен йыйыштырыусы кәрәклеген беләм.
– Тимәк, һин уларға офис менеджеры урынын тәҡдим итергә, йәғни иҙән йыуыусы итергә теләгең бар инде?
– Һеҙ мине дөрөҫ аңламанығыҙ, Рәхим Маликович, – тине Ильяс. – Үткәнендә бер иҙән йыуыусы эш урынынан компьютерҙың төрткөһөн, икенсеһенең онотоп ҡалдырған кеҫә телефонын урлап киткән. Әгәр былар ҙа урлашһа, мин улар өсөн яуап бирергә теләмәйем.
– Да-а, һин мине аптыраттың, – тине Рәхим.
– Һорарға рөхсәт итегеҙ, нимә менән аптыраттым?
– Йүнле бер хәбәр ҙә әйтмәнең, хатта үҙебеҙҙең класташтар хаҡында.
– Рәхим Маликович, һеҙ әллә миңә ышанмайһығыҙмы?
– Ышанам, хата ышанырға теләгем ҙур. Ә мин, мәҫәлән, Сабираның атҡаҙанған уҡытыусы булыуын, уҡыусыларының Мәскәүҙә уҡыуын ишеткәнем бар ине.
– Ире ярҙам иткәндер.
– Уҡыусыларының олимпиадаларҙа еңеүҙәрен мутлашып алып биргәндер, тиһеңме?
– Кем белә? Бәлки.
Рәхим хушлашып та тормай һөйләшеүҙе өҙөп, телефонын һалып ҡуйҙы.
– Бына шундай кеше беҙҙең хөрмәтле класташ.
– Аңлашылды, – тип көлдө Сабира. – Ара-тирә беҙҙең хаҡта хәбәрҙәр ишетелеп ҡалғайны, бына уны кем таратҡанын да белдек. Рәхим Маликович, ә һеҙ үҙегеҙ Ильястың һөйләгән һүҙҙәренә ышанаһығыҙмы?
– Дөрөҫөн әйткәндә, ышанмайым. Ә бына ишетеүе ҡыҙыҡ булды.
Шул ваҡыт хужаның секретаршаһы килеп инде.
– Ғәфү итегеҙ, Рәхим Маликович, ҡабул итеү бүлмәһенә һеҙ саҡырған кешеләр йыйылғайны.
– Ярай, хәҙергә һөйләшеүҙәрҙе тамамлайбыҙ.
Хушлашыр алдынан Рәхим Сабираға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо.
– Һин үҙгәрмәгәнһең, – тине ул. – Әгәр ентекләберәк ҡараһаң, һиндә элекке Сабираны күрергә мөмкин. Беләһеңме, мин һиңә бәләкәй генә булһа ла яҡшылыҡ эшләргә теләйем.
– Мин бөгөн ишеткәндәр ғүмер буйына етерлек, – тине Сабира. – Шуға шундай фекергә килдем: һинән бер яҡшылыҡ та өмөт итмәйем.
– Юҡҡа ундай һығымта яһайһың, – тип башын сайҡаны Рәхим. – Мин шундай йәштәмен, хәҙер миңә тыныс тормош хаҡында уйлай башларға ваҡыт. Донъя булғас, төрлө хәлдәр була. Бәлки, һиңә аҡсалыраҡ эш бирергә кәрәктер, мәҫәлән, дөйөм бүлек мөдире вазифаһын.
– Рәхмәт, мин уйлармын.
Сабира ҡайтыр алдынан иң тәүҙә дөйөм бүлеккә инеп сыҡты, уны хатта йылы ҡаршы алдылар, сәй тәҡдим иттеләр. Нишләһендәр инде, бындағы иң ҙур етәксе үҙе иғтибар менән эҙләп йөрөгән ҡатын бит.
Ҡайтҡанда Сабира күҙ йәштәренә төйөлөп илай-илай атланы: бына бит тормош ниндәй асыштар алдына килтереп ҡуя. Онотмаған, һорашҡан, мәғлүмәт туплаған. Бынан тиҙерәк ҡасҡыһы, ул хаҡта онотҡоһо килде. Хәйер, үҙендә Ильясҡа ла, Рәхимгә лә үпкәһе юҡ ине. Улар яңы, аяуһыҙ тормошҡа яраҡлаша. Улар өсөн алдау, бер-береһен яманлау бер ни тормай.
Икенсе көнөнә Рәхим Малик улы дөйөм бүлеккә шылтыратты һәм курьерҙы үҙе эргәһенә саҡырырға ҡушты. Бүлек мөдире телефонды тотоп аяҡ үрә баҫты һәм курьер Сабира Хөрмәт ҡыҙы Латипованың үҙ теләге менән ғариза яҙып, вазифаһын ҡалдырыуын иғлан итте.