Нәзилә уға бер нимә тип тә яуап бирмәй. Өндәшмәй генә үҙ эше менән була. Яуап бирһәң, бер һүҙеңә мең сәнскеле һүҙ ишетерен белә ул. Сәлмән йәш сағында ла әсе телле ине, хәҙер өлкәнәйә килә бөтөнләй бәйелдән аҙҙы. Нимә һөйләгәнен үҙе аңлаймы икән, тигән уй килә Нәзиләнең башына. Бер сәбәпһеҙ ҡатынына бәйләнеүҙе һөнәр итеп алды бит. Эшләгән эшенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Нәзилә ҡорамыш ҡорай, балаларының һәм үҙенең кеймәгән кейемдәрен һүтеп ебәреп юрған түшәктәр эшләүсе ҡатынына әрләү эләгеп кенә тора.
- Эшем эйәһе! Эш юҡта эш күрһәтеп ултыраһыңмы, әллә кем булып?! Нимәгә кәрәк ул аламаң?
Нәзилә яуап бирмәй. Ашарға ултырһаң бешергән ризыҡ та оҡшамай иргә.
- Әпсәң өйрәтмәгән һине бешерергә. Тоҙо юҡ.
Нәзилә тағы өндәшмәй. Аш һыуға бөтмөр ул, быны бөтәһе лә белә. Сәлмән генә бәйләнергә сәбәп эҙләй.
Магазинға барып ҡайтҡанса ла ире сәсрәп тора.
- Ике сәғәт! Сығып киткәнеңә ике сәғәт! Ике сәғәт буйы кеше магазинда йөрөмәй. Әйт, ҡайҙа йөрөнөң, кемең менән осрашып ҡайттың?
Нәзилә тағы өнһөҙ ҡала. Яуаплашһаң иреш сыға. Ире уны елтерәтеп урамға сығарып ырғытырға ла күп уйлап тормаясаҡ. Нахаҡ һүҙҙәрҙе, үпкә рәнйеүҙәрен эскә йотоп Нәзилә барыһына ла түҙергә тырыша. Айҙар буйы мунсаға ла бармай, ҡырынмай, эсә торғас кешелектән сыҡҡан ире урам буйындағы бомжға оҡшап киткәйне инде. Бер өй эсендә йәшәһәләр ҙә, улар бер береһенә әллә ҡасандан уҡ сит кешеләр һымаҡ. Һәр береһе үҙ бүлмәһендә айырым йәшәй, ашауҙары ғына бергә. Сәлмән күптән инде тормошҡа ҡул һелтәгән, доньяға шешә аша ҡараусы әҙәмгә әйләнгән. Ғаиләһенең проблемалары ла борсомай уны. Аҡса табыу, донья бөтәйтеү, балаларға ярҙам итеү һәм башҡа тормоштоң барлыҡ кәрәк яраҡтарын булдырыу күптән Нәзиләнең елкәһенә һалынған. Айығып әҙерәк әҙәмсә йөрөһә Нәзиләнең күңелендә өмөт сатҡылары уяна биреп ҡуя, бәлки кешесә йәшәп китер тип уйлай ул. Эсмәһә лә әллә ни ҡыйратмай Сәлмән, теле телгә йоҡмай хәбәрҙән төҙөй ул доньяны. Матур итеп һөйләгән хәбәренә ышана ҡатын. Өс дүрт көндән матур тормош ҡабат емерелә, ир эсеп ала ла тағы концерт ҡуя башлай. Алтмышҡа етеп барған кешенең инде аҡылға ултырмаясағын да аңлай ҙа һуң Нәзилә. Әллә нишләп йырылып сығып китә алмай ҙа ҡуя.
Утыҙ йыл ғүмерен эскесе ир менән заяға үткәреүен өлкәнәйә килә генә аңланы ул. Йәш саҡта яратам тип сат йәбешеп йәшәне. Аҙаҡ ирһеҙ булғым килмәй тине. Хәҙер арала бер йылы хистәр ҙә ҡалманы, күңелдә бушлыҡ. Аҡса тапмай, бер ерҙә лә эшләмәй, өй тирәһендә арҡырыны буй алып һалмай. Алдындағы ашаған тамағының ҡайҙан килеүен дә белмәй ул. Нәзилә таба, теүәлләй. Бешерә, төшөрә. Тәмәкегә, телефонға һалырға аҡса таптырып, бирмәһә әрләп, диванда ҡырын ятып үткәрә Сәлмән көндәрен. Берәй эш ҡушһа, ана, айғырҙай ҡыҙҙарың бар, йомша шуларыңды, була яуап.
Тормошон үҙгәртергә көсөнән килмәгән Нәзилә кемгә ҡарап үпкәләһен? Балалары ҙурайып үҙаллы донья көтәләр. Аҡырып баҡырып үҙенә иғтибар һәм ихтирам талап итеп йөрөүсе атайҙарына күңелдәре күптән һыуынып бөткән уларҙың да.
- Әсәй, үҙең өсөн генә йәшәсәле. Йөрөмә уға ҡол булып, тип күптән әйтәләр. Нәзилә генә һаман һуҙа ла һуҙа айырылышыуҙы.
Эйе, Нәзилә сығып китһә урам этенә әйләнәсәк Сәлмәне. Ирҙе ир иткән дә ҡатын, хур иткән дә ҡатын тиһәләр ҙә, үҙе тырышмаған кешене тура юлға баҫтырып булмайҙыр ул. Ниҙәр генә ҡыланманы Нәзилә үҙ ғүмерендә. Күрәҙәселәргә, муллаларға, табиптарға ла йөрөттө ирен. Ҡуша эсеп тә ҡараны, һуғышып та ҡараны. Сәлмән эҙләнеп эсмәне ғүмерҙә лә. Үҙе бал ҡойоп, самогон ҡыуып муллап эсте, әшнәләрен һыйланы. Нәзилә бидон-бидон балдарҙы түгеп тә арыны, самогонлы банкаларҙы яра һуҡҡан саҡтары ла күп булды. Юхалап та, илап та ирен эсеүенән ҡуйҙыра алманы. Эсеп алһа күҙҙәре аҡайған Сәлмән уны булған ирҙәргә ҡушып туҡмай ине.
Утыҙ йыл ғүмер бушҡа үтеүенә әсенде ул бөгөн. Үҙен доньялағы иң бәхетһеҙ кеше итеп тойҙо. Инде иларлыҡ күҙ йәштәре лә ҡалмаған уның. Тағы ла утыҙ йыл ғүмерем бармы икән, тигән уй килде уның башына бөгөн. Нәзилә иренән айырылырға тәүәкәлләне.
Сәлмәндең әсәһе силсәүиттә эшләне, ул замандарҙа ауылдағы кәрәкле һәм абруйлы кеше булды. Атаһы мәктәп директоры ине. Тормоштары ҡәҙимгесә булды. Артыҡ байып та китмәнеләр, насар ҙа йәшәмәнеләр. Атай кеше эсте, ҡатын ҡыҙҙар менән шаярырға яратты. Доньяны күбеһенсә әсәһе үҙе һөйрәне.
Сәлмән башлы, аҡыллы малай ине. Гел “5”-кә генә уҡыны. Хатта, ҡайһы бер уҡытыусыларҙан да белемлерәк булғандыр ул. Һәр ваҡыт костюм салбар кейеп, сәсен ҡырын тарап йөрөүсе малай ауылдың ябай балаларынан күпкә айырыла ине. Профессорҙыҡы һымаҡ портфель тотоп йөрөүсе егеткә профессор тигән ҡушамат бәләкәйҙән үк йәбештереп ҡуйылды. Исеме менән дә әйтмәнеләр уны, профессор тиһәң кем тураһында һүҙ барғаны аңлашыла ине. Тыш ҡиәфәте менән генә юғары булманы ул, белемле, күп уҡыуы менән дә башҡаларҙан өҫтөн булды.
Ата-әсәһе улдары менән ғорурланды, маһайҙы. Улар өсөн кеше балалары юнһеҙ, үҙ улдары әллә кем ине. Уҡытыусылар тарафынан да, атай-әсәйҙән дә гел маҡталып ҡына торған малай, үҙен башҡаларҙан өҫтөн тотоп өйрәнде. Кешеләрҙе сорттарға бүлде. Төҫкә лә бик сибәр, фырт егет әллә күпме ҡыҙҙарҙың төн йоҡоһон осорғандыр.
Атаһы эсеп ҡайтып әсәһен туҡмағанда, төндәр буйы илап сығыр ине Сәлмән. Ҙурайып өйләнһәм, ҡатыныма тырнаҡ осо менән дә сиртмәйәсәкмен, балаларыма һәйбәт атай буласаҡмын, ғаиләмде бәхетле итәсәкмен, тип хыялланды, хатта анттар итте ул. Атаһының ауылдар буйлап ҡыҙырып йөрөй торған ғәҙәте бар ине. Шул арҡала ла, бер ерҙә генә һыйып эшләй алмағандыр. Ауылдан ауылға күсенеп йөрөнөләр улар. Атайҙары сығып китеп эсеп эсеп йөрөп ҡайта ине. Ошондай тормош үҙәгенә үтте Сәлмәндең. Мәктәпте бөтөү менән ситкә сығып китте. Үҙ көнөн үҙе күрҙе, әсәһенә ауырлыҡ һалманы. Уҡыны, эшләне. Ләкин, эсергә яратҡан егет бер урында ғына һыйып эшләргә теләмәне. Бер аҙ эшләй ҙә оҡшамаһа икенсе эш эҙләй. Ҡамғаҡ һымаҡ унда һуғылып бында һуғылып көн үткәрҙе ул. Ҡатын-ҡыҙҙар менән йөрөнө, уларҙы кешегә лә һанаманы. Бер көн берәүҙе алып ҡайтты йәшәгән урынына, икенсе көн икенсенең башын әйләндерҙе. Тотанаҡһыҙ, тәртипһеҙ егеттең тышҡы матурлығы ҡыҙыҡтырҙымы ҡыҙҙарҙы, балға һырыған һағыҙаҡтар һымаҡ инеләр. Алданып, илап ҡалыусылар ҙа етерлек булды.
Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен тикшермәне Сәлмән. Ун ете йәшлеген дә, илле йәшлеген дә ҡосағына алыуҙан тартынманы. Үҙенә шундай тормош оҡшай ҙа ине ахрыһы. Эшләгән аҡсаһын ҡатын-ҡыҙға һәм араҡыға туҙҙырҙы.
Яңлышмы әллә яҙмышмы, Нәзиләнең юлына осраны бит Сәлмән. Нәзилә ул ваҡытта, ире йәшләй генә үлеп бер бала менән ҡалған ине. Ҡатын бер ҡарауҙан ғашиҡ булды Сәлмәнгә. Егет тә оҡшатты Нәзиләне, артынан тотам ҡалмай йөрөнө.
Улының балалы бисәне алырға теләүен Фәғилә апай оҡшатманы. Теше тырнағы менән ҡаршы булды. Ләкин, бәләкәйҙән үҙһүҙле, еңмеш Сәлмәнгә ҡаршы тора алманы. Балалы бисәгә туй кәрәкмәй, йәшәгеҙ әйҙә тине. Ике йәшлек балаһы менән Нәзиләне алып ҡайтты Сәлмән. Тәүҙә барыһы ла һәйбәт һымаҡ ине. Ҡәйнәһенең һатып алған өйөндә йәштәр торҙо, әбей менән бабай иҫке өйҙәрендә йәшәне. Сәлмән мәктәптә уҡытты, Нәзилә өйҙә ултырҙы. Бәләкәй ауылда уҡымаған кешегә эш тә юҡ ине. Ферма тирәһенә ебәрмәне Сәлмән ҡатынын. Өйҙә ултыр тине. Ҡәйнәләре баланы ҡаҡманы ҡағыуын, ә үҙен һыйҙырманылар. Уларҙан күргәнде ҡағыҙ биттәренә яҙып та килештерә алмаҫ ине Нәзилә. Ҡәйнәһе ҡунаҡтарҙа үҙенә берәй нәмә оҡшамаһа, йоҙроҡлап өҫтәл һуғып ултырыр ине.
Тәүге өс йылда барыһы ла һәйбәт булды. Өнһөҙ һүҙһеҙ, ире ни әйтһә шуға риза булып ыңғайына йөрөүсе ҡатынын Сәлмән яратып бөтә алманы. Аҡсаны ла үҙе тотто. Ирҙең ризалығынан тыш Нәзиләнең бер носки һатып алырға ла хоҡуғы юҡ ине.
Магазин кәштәләренең буш сағы. Алыпһатарҙарҙың был тирәгә берәм һәрәм килә башлаған заманы ине. Урамда һатып тороусы ҡатындан ун биш һумлыҡ ҡына духи һатып алды Нәзилә. Шунда тәүгә күрҙе ул иренең ысын йөҙөн. Шуға тиклем зәңгәр томандар араһында йәшәне бит ул.
- Духи һөртөп уйнашҡа бараһыңмы? Кемдән рөхсәт һораның? Бынан һуң, минән һорамайынса бер тинлек тә әйбер алмаясаҡһың! Ишетһен ҡолағың, бер тапҡыр әйтәм, икенсе тапҡыр әйтеп тормаясаҡмын!
Ире духиҙы һыпыра тартып алып сығып китте, кире алып барып бирҙеме, нимә эшләтте уныһын белмәй Нәзилә. Ҡысҡырып илап ебәреүҙән саҡ тыйылып башын баҫып ултырып ҡалды.
Икенсе тапҡыр, ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан ире егерме һум аҡса бирҙе, үҙеңә бүләк ал тип. Сәлмәндең тәүге һәм һуңғы тапҡыр һигеҙенсе мартҡа бүләге шул булды. Ҡатын-ҡыҙ бала саға һымаҡ бит инде, ҡаты бәрелһәң түгелергә әҙер генә тора. Саҡ ҡына йылы һүҙгә лә ирей. Нәзилә лә үҙенә булған иғтибарға ҡыуанды Ярата ул Сәлмәнен, ярата.
Ире үҙеңә бүләк ал тип биргән аҡсаға, аҡ ерлеккә ҡыҙыл тюльпандар төшөрөлгән матур күлдәк алды Нәзилә. Шул тиклем килешә инде, үҙенә тип үлсәп кенә теккәндәр тиерһең. Яңы күлдәкте тиҙерәк иренә лә кейеп күрһәтергә теләп, көҙгө алдында өйөрөлөп-сөйөрөлгән ҡатынының кәйефен ҡырҙы Сәлмән.
- Нимә йылмаңлап тораһың, проститутка ҡошап! Уйнашҡа йыйындыңмы? Сисеп ырғыт был сепрәгеңде, башҡа күҙемә күрһәтмә.
Сәлмән тиҫкәре холоҡло кеше. Матур кейенгән, бөхтә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар бөтәһе лә уның өсөн проститутка ине. Нәзиләгә көн күрһәтмәне ул, өйҙә ызғыш-талаш булыуын теләмәгән ҡатын иҫкерәк, ябайыраҡ кейенергә тырышты. Сәлмәнгә килмәҫ борон алынған матур кейемдәр шифоньерҙа тороп туҙҙылар, ир уларҙы кейергә рөхсәт итмәне .
Өйҙә ир хужа булды, ҡатын өнһөҙ һүҙһеҙ генә уның бар теләктәрен үтәүсе генә ине. Хатта кем менән ҡатышырға йәки ҡатышмаҫҡа ла ул хәл итте, ҡатынына әхирәттәрҙе лә үҙе һайланы.
- Зәйнәпкә яҡын юлайһы булма, чтобы! Аҙғын ҡатын ул, һине лә аҙҙырыр.
- Фәрҙиәне утыҙ саҡрымдан урап үт, ғәйбәтсе.
- Хәлисә менән ҡатнаш, ул һәйбәт ҡатын.
Ире ҡушҡас ней, Нәзилә Хәлисә менән генә аралашты. Хәлисә лә Нәзилә һымаҡ ир йоҙроғо аҫтында йәшәүсе ҡатын, өнһөҙ һәм йыуаш. Кешене һөйләмәҫ, кеше менән булышмаҫ йыуаш, ярҙамсыл булғанға ла уны бөтәһе лә яраталар ине.
Бер-бер артлы ике ҡыҙ бала доньяға килгәс, Нәзиләнең аяҡ ҡулы тағы ла нығыраҡ тышалды. Кәртә тулы мал, өйҙәге бар эш һәм өс бала уның иңендә. Сәлмән эштән ҡайта ла сығып китә, ҡайҙа йөрөгәнен дә әйтмәй ҡатынына. Өсәр көнләп юғалған саҡтары ла була. Эсеп иҫереп, дуҫ иштәрен эйәртеп төн уртаһында ҡайтып инергә лә, өҫтәл ултыртыуҙы талап итергә лә оялмай ине ул. Инде утыҙға аяҡ баҫҡан ирҙәргә эйәреп, Сәлмәндең ун алты йәшлек һеңлеһе Рита ла әхирәте менән килә ине. Нәзиләне иң аптыратҡаны, иренең икенсе бүлмәлә икенсе ҡатын алып ҡайтып ҡуныуы булды. Ғәрләнгән ҡатын өс балаһын алып, биш км алыҫлыҡтағы тыуған ауылына йәйәүләп ҡайтып китте. Ләкин, ире артынан ҡыуып етеп, инәлеп-ялбарып кире алып ҡайтты. Инде эсмәйем, инде йөрөмәйем тип анттар итте, батшабикә кеүек йәшәтәм тип ышандырҙы. Нәзилә тормоштары яйланырына ышанып, йәшәй бирҙе, тик Сәлмәне үҙгәрмәне. Өс көндән биргән анттарын онота ине лә, тағы үҙ юлына төшөп китә ине.
Иренең ҡатынға тәү тапҡыр ҡул күтәреүенә ҡатын үҙе ғәйепле булды. Бикәсенең төндә килеп ирҙәр менән ҡуша эсеүен яратманы ул. Һүҙҙән һүҙ сығып ызғыш китте ир менән ҡатын араһында. Сәлмән һәр ваҡыттағыса Нәзиләне кәмһетерлек һүҙҙәр әйтте. Ошоғаса өндәшмәгән ҡатын сығырынан сыҡты.
- Өндәшмәгән һайын ҡотораһың түгелме, ҡоторған эт. Атай-әсәйеңдең институтта уҡытыуҙары ҡороһон, уҡытыу менәнме ни, тәрбиә бирмәгәндәр һеҙгә. Улы ла, ҡыҙы ла эскесе, - тип ысҡындырҙы. Үҙҙәрен генә әллә кем итеп иҫәпләүсе Сәлмән күтәрә алманы ҡатынының ауыҙынан сыҡҡан әр-битәрҙе. Ҡашаяҡ йыуып торған Нәзиләне иҙәнгә ҡолата һуҡты ла, тағы ла ҡаршы һүҙ әйтеп ҡара, үлтерәм мин һине, тип лап-лоп баҫып сығып китте.
Нәзилә аңһыҙ булдымы әллә шул тиклем аҡылһыҙ инеме, Сәлмәнһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәне. Эсеүҙәренә, йөрөүенә, туҡмауына, аҡса бирмәүенә барыһына ла күнеп түҙеп йәшәне лә йәшәне. Берәй заман арыуланыр тигән өмөтөн һүндермәне.
Ә Сәлмәнгә нимә? Ҡатын-ҡыҙҙар ярата уны, кемеһе булһа ла муйынына һырылырға әҙер генә торалар. Йөрөп ҡайтыуына доньяһы ҡараулы, аш-һыу әҙер, мунса яғылған. Донья йүнәтәм, кешесә йәшәйем тип тырышманы. Анһат ҡына Нәзиләнең елкәһенә менеп ултырҙы ла ҡуйҙы ғүмерлеккә. Ә Нәзилә ирле көйө ирһеҙ булды. Төндәрҙе яңғыҙ үткәрҙе, ире таң атҡас ҡына ҡайтыр ине. Уның өйҙә йоҡлауы байрам һымаҡ була ине өйҙәгеләргә. Балалар атайлы көйө атайһыҙ үҫтеләр. Улар Сәлмән өсөн булды ней ҙә булманы ней. Балалары барлығын да иҫләмәгәндер әле. Утын хәстәрләмәне, ҡар яуғас сей утын алып ҡайтып ауҙара ла, көнөнә етерлек кенә ярып һала. Сей утын янамы һуң әле, быҫҡып тик ята, өй һыуып китә. Бесән сабып йөрөмәйем, тип малын һуйып һатып бөткәс, бөтөнләй рәхәткә сыҡты. Май, ҡаймаҡ һатып көн итеүсе Нәзилә аҡсаһыҙ ҡалды. Сәлмән үҙенең эш хаҡын бирмәне ҡатынына.
Ҡунаҡтарҙа ултырғанда Сәлмән аҡсаһын услап ҡатындарға өләшә. Бер ҡунаҡта өйҙөң хужабикәһенә ике мең аҡса ташлаған иренә асыуланды Нәзилә.
- Ә нишләп миңә бирмәйһең?
- Һин не заслужила, - тине ире.
- Порошок бөткән. Салбарыңды кемгә аҡса өләшәһең шуларҙан йыуҙырырһың, мин ҡабат һинең кереңде йыумайым, - тигән ҡатынына йөҙ һум аҡса ырғытты ла, порошок ал, тине.
Йәшәй йәшәй ҡыйыуланды Нәзилә. Үҙен дә балаларын да яҡлай ала инде ул хәҙер. Сәлмән дә хәҙер ҡул күтәрмәй, тик барыбер тынғылыҡ юҡ. Булған әйберҙе ауҙарып, онтап йөрөү ғәҙәтен ташлай алманы ул.
Нәзиләне Хәлисә һарыҡ ҡырҡырға өмәгә саҡырҙы. Ҡатындар һарыҡ ҡырҡыу, кәзә тарау, ҡаҙ йолҡоу һымаҡ эштәрҙе күмәкләп эшләргә өйрәнгән бит инде. Бер береңә өмәгә йөрөүҙең хилаф яғы юҡ. Тик барыбер, Сәлмән яратмай ине ҡатынының кешегә эшкә йөрөүен.
Инде һарыҡтарҙы ҡырҡып бөтөп, йыуынып сайынып ашҡа ултырғайнылар ғына, Нәзиләнең улы шылтырата: “Әсәй, өйгә ҡурҡмай ғына ҡайтырһың йәме, мин өйҙә. Атай үҙенең кейемдәрен үртәгән, мин ҡайтҡанда солан яна башлаған ине, һүндерҙек. Әсәйең яҡты кейемдәремде тип ултыра...” - тип хәлде аңғартты улы.
Улы район үҙәгендә эшләй, ул өйҙә булһа болармай Сәлмән. Ул булмаһа инде ҡотороп ҡотора.
Яланғас ҡалдырҙы, булған кейемде үртәне бисә, тип оҙаҡ һөйләп йөрөнө ул ауыл буйлап. Нәзилә иренең шул холҡон яратмай, ир башы менән ҡатынын яманларға ярата ул. Йәшәй-йәшәй үҙәгенә үтте ире. Бер ваҡытта ла Нәзиләне ҡултыҡлап ҡунаҡҡа йөрөмәне Сәлмән. Бара тор, аҙаҡ барам тип тороп ҡала ла, иҫереп килә. Йә бөтөнләй килмәй. Ҡайһы ваҡыт бармайбыҙ тип өҙә һуға. Ул ваҡытта Нәзилә өйҙә ултырып ҡала, ә үҙе әшнәләре менән эсергә сығып китә.
Өлкәнәйә килә аҡылға ултырыр тип көтөүе бушҡа булды, киреһенсә, тағы ла нығыраҡ холҡһоҙланды.
Нәзилә терһәген тешләр ине, терһәк яҡын түгел шул. Ул бит үҙен ҡорбан итеп йәшәгән. Сәлмән уны кешегә лә һанамаған, яратмаған, ул уға ялсы ғына булған. Нәзилә асыу ярһыу, үкенестән сәсәне, тыны быуылды.
Ә бит яратып ҡына барҙы иренә. Яратам, тип йәшәне. Насар яҡтарын күрмәне. Матур тормош матур ғаилә ҡорорға теләне. Береһенән береһе матур балалар үҫтерҙе. Үҫтерҙеләр, тип әйтеп булмай, Сәлмән квартирант һымаҡ йәшәне ғүмере буйына. Балаларҙы тәрбиәләүгә лә бер тамсы ла өлөш индермәне ул. Нәзилә юҡты бар итәм тип тырышҡанда, ул үҙенең тапҡан таянғанын һөйәркәләренә туҙҙырҙы.
Себергә сығып китте күп аҡса эшләп ҡайтам тип. Һаҡал мыйыҡ баҫып, асығып, ябығып бер тинһеҙ ҡайтып тәгәрәне.
Һәр бер нәмәнең сиге була. Нәзиләнең дә сабырлығы шартлап өҙөлдө. Әзмәүерҙәй ирҙе артабан аҫрарға теләге юҡлығын белдерҙе иренә. Ундай боролошто көтмәгән ахрыһы Сәлмән, тәүҙә мыҫҡыллы көлдө. Аҙаҡ ирешә башланы, Нәзиләне өйҙән ҡыуырға кереште. Башы ҡаңғырған ҡатын ҡул һплтәне лә ҡабат өндәшмәне. Ғүмере буйы үҙен өф итеп торған ҡатынының үҙен ташларына ышанманы ир.
- Минән айырылһаң урам бисәһенә әйләнәһең, - тип ҡысҡырҙы ул. Нәзилә ошонда ҙур асыш яһаны, ирҙең күҙҙәрендә ҡурҡыу сағылды. Уның Нәзиләнән айырылырға иҫәбе юҡ ине. Үҙенә һөлөк һымаҡ йәбешкән ирен, утыҙ йыл ғүмер иткән кешеһен бөгөн килеп күрә алмаҫ сиккә еткән Нәзилә, унан нисек ҡотолорға ла белмәй булып сыҡты.
Бер ерҙә лә эшләмәй, йорт тирәһендә лә ҡыл да ҡыбырлатмай диванда бот күтәреп ятыусы ирҙе, артабан да ашатып, кешесә йәшәтәм тип тырышыу мәғәнәһеҙлек икәнен аңланы Нәзилә. Күңелендәге иң саф һәм изге хистәрҙең юҡҡа сығыуына ла Сәлмән үҙе ғәйепле. Үҙенә насип булған йәрен хөрмәт итмәне, балаларының ҡәҙерен белмәне. Матур доньяны матурлап йәшәй белмәне. Аҙғын юлды барыһынан да өҫтөн күрҙе. Типһә тимер өҙөрлөк ир-егеттән, бер заман бәлтерәгән ҡартҡа әүерелерен уйламаны. Әллә мәңге шартлата баҫып йөрөрмөн, тип уйланымы икән? Ҡайҙа булып бөттө уның муйынына уралыусы һөйәркәләре?
Нәзиләнең йәш ғүмере заяға үтте. Төндәр буйы илап сығыр ине ул. Ә Сәлмән икенсе ҡатындарҙы яратты, сит түшәктә үҙен бәхетле итеп тойҙо. Хәҙер инде, ҡартайғас уға Нәзилә кәрәк булды. Һаман да элекке ғәҙәтен ҡуймай, ҡатынын баш эйҙереп елтерәтеп йәшәргә теләгән ирҙең хыялдары селпәрәмә килеп, ватылып ҡаршылыҡҡа осрап тик торҙо. Нәзиләһе аждаһаға әйләндеме әллә, сатырлап тора.
Юҡ һәм мең тапҡыр юҡ, тине ҡатын үҙ үҙенә. Башҡаса ул үҙенән көлөргә юл ҡуймаясаҡ.
Сәлмәнде ташлап китте Нәзилә. Ғүмере буйы ирһеҙ булыуҙан ҡурҡа ине, бер ҡурҡынысы ла юҡ икән дә баһа. Мәңге иҫерек ирҙең ауыҙынан сыҡҡан эт ашамаҫ һүҙҙәрҙе тыңлап ултырғансы, яңғыҙ башы тыныс ҡолағы икән дә баһа.
Юҡ, урам бисәһенә әйләнмәне ул. Доньяһын матур итеп көттө. Балаларына әүрәп тулы тормош менән гөрләп йәшәне.
Сәлмән йолҡошҡа әүерелде. Һаҡал, мыйыҡ баҫҡан, эргәһенән үтерлек булмаған һаһыҡ Сәлмәнде танырлыҡ түгел ине.
Профессор үлгән, тигән хәбәр класташтар араһын йәшен тиҙлегендә ураны. Һыуыҡ өйөндә бөгәрләнеп кенә ятып үлгән Сәлмәнде кемдер йәлләне, кемдер әрләне. Ҡайһы берәүҙәр Нәзиләне әрләне.
- Ташлап китмәһә үлмәҫ ине. Ирҙе ир иткән дә ҡатын, хур иткән дә ҡатын. Кеше итеп ала торған урынға, ташлап китте лә барҙы, - тип тел сарлаусылар ҙа табылды.
- Үҙе йүнһеҙ булды, былаялайым ҡатынының ҡәҙерен белмәне, - тине икенселәре.
Кеше доньяға тыуа. Йәшәй. Кемдер, ҡыҫҡа ғына ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, туймаҫтай булып йәшәй. Ә кемдер барлы юҡлы ғүмерҙе әрәм-шәрәм итә. Үҙенекен генә түгел, яҡындарыныҡын да тамуҡҡа әйләндерә. Үҙ ҡәҙерен ебәргән кеше тормошона икенсе кеше ғәйепле була аламы икән?
Фото: www.b17.ru