-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Май 2022, 20:00

Танышыу

Нурислам ағай урамда йөрөп инде лә йәһәтерәк компьютерын барып ҡа­быҙҙы. Бер кем дә өйҙә юҡта тиҙерәк асып ҡарарға кәрәк. Бәлки, берәй хәбәр барҙыр. О-һо яҙғандар бит. Берәү генә лә түгел.

Танышыу
Танышыу

“Нурик, үҙеңде бер күреүҙән үк оҡшаттым. Һинең кеүектәр хәҙер һирәк. Ул ҡараш, төҫ-баш – барыһы ла бар. Әйҙә, танышайыҡ”. “Аҡыллы ҡара­шың менән әсир иттең. Күптән шундай етди кеше менән ос­рашырға хыяллана инем”. ”Беҙ һинең менән һәйбәт пар булыр инек. Бына тигән хужабикә­мен. Ә һин ысын ир-егетһең...”
Бына ниндәй хаттар килгән. Тулҡынланыуҙан ағайыбыҙҙың маңлайына бөрсөк-бөрсөк тирҙәр бәреп сыҡты. Уның һымаҡты быға тиклем күргәне булмағас ни... Шунан берәм-берәм тегеләрҙең фотоһү­рәттәренә иғтибар итте. Ба­рыһы ла сибәрҙәр бит әле. Бынау оҙон толомло, ҡара ҡашлы, ҡара күҙлеһе бигерәк яғымлы. Ҡайҙа нимәләр яҙған икән? “Мин Сәриә булам. Фотоғыҙҙы күреп, бик оҡшаттым үҙегеҙҙе. Һеҙҙең менән аралашырға теләйем”, – тигән.
Уй әттәгенәһе, оҡшаттым тигәнме шул? Миңә лә һин бик оҡшайһың да ул. Тик... Артабан ни эшләргә? Өйҙәге­ләр белеп ҡалһа, харап бит. Анау Морат ҡәйнеше ҡотор­т­маһа, йөрөр ине әле тыныс ҡына. Ауыртмаған башҡа – тимер таяҡ. “Апайҙың үлгәненә байтаҡ булып китте. Өйлән берәйһенә. Әле ни һин, типһәң тимер өҙөрлөкһөң. Ғүмер буйы яңғыҙ йәшәргә уйлайһыңмы ни?”– тип өҙмәне лә ҡуйманы бит.
– Ҡуйсәле, юҡты һөйләмә, – тип Нурислам ағай башта ҡырҡа ҡаршы килде. – Өй­ләнәйем тиһәң дә ҡайҙан табаһың уның донъя көтөрҙәй арыу ғынаһын.
– Эй, аптырағанһың икән, хәҙер бит интернет заманы. “Бәйләнештә” сайтына керәһең дә ҡарайһың. Унда ниндәйҙәре генә юҡ. Теләгәнеңде һайлап ал. Их, мин өйләнгәндә шундай нәмәләр юҡ ине шул. Атай менән әсәй кемде һайланы, шуға тоттом да өйләндем.
– Һуң мин бит хәҙер йәш кеше түгел. Алтмыш йәштә нин­дәй танышыу булһын ти?
– Бүстәк, еҙнә. Һинән өл­кә­нерәктәр таныша әле. Йәшең­де бер 10 – 15 йәшкә кесе­рәйтеп яҙ ҙа, йәшерәк сағың­дағы берәй фотоңды ҡуй. Төҫ-башҡа килгәндә әле лә ниша­уаһың, ә матур һүҙҙәр һөйләр­гә һине генә ҡуш. Әйҙә, уштарын ал. Мин шулай танышҡан кешеләрҙе беләм. Һәләк матур йәшәп ятыусылар бар.
Ошо һөйләшеүҙән һуң, бай­таҡ ҡына уйланып йөрөнө Нурислам. Шунан бер көндө хәл итте лә ҡуйҙы. Исемен ҡыҫ­ҡартып “Нурик” тип алырға булды. “Эсмәгән, тартмаған 42 йәшлек ир уҙаманы күркәм холоҡло мосолман ҡатын-ҡыҙы менән танышырға те­ләй”, – тип яҙҙы ла туҡтап ҡалды. Ултыра биргәс, тағы ла әллә күпме матур сифаттарын өҫтәне. Шунан үҙенең яҙғанынан үҙе ҡәнәғәт йылмайып, фотоальбом араһынан йәш сағындағы һүрәтен эҙләргә тотондо. Әллә күпме­һен алдына теҙеп һалды. Ҡайһыһын ҡуйырға белмәй оҙаҡ ҡына аҙапланды. Аҙаҡтан бөтөнләй кире уйлап, интернеттан ғына фото табып ҡуйырға булды.
Бына шулай башланды танышыу тарихы. Хәҙер ана бөтөнләй айырыла алмай ноутбугынан. Иртән торғас та балаларының – эшкә, ейәне менән ейәнсәренең уҡырға киткәнен саҡ көтөп ала. Сығып китеүҙәре була, серләшә лә башлайҙар. Ә унда береһенән-береһе ҡыҙығыраҡ хаттар яуа ғына. Баштараҡ бөтәһенә лә яуап яҙып маташты. Аҙаҡ барыбер шул Сәриә тигәненә туҡ­талырға булды. Күңеленә бигерәк ятты ла ҡуйҙы шул. Рәхәтләнеп аралаштылар. Бөтә тормошо үҙгәргәндәй булды Нурисламдың. Быны өйҙәгеләр ҙә һиҙмәне түгел.
– Олатай, әллә ғашиҡ бул­дыңмы? Һуңғы ваҡытта бик ныҡ үҙгәрҙең әле. Һыҙланам, тип шыңғырлай ҙа ултыра тор­ғайның, хәҙер, ана, егеттәр һымаҡ осоп ҡына йөрөйһөң дәһә, – тип шаяртып алды бер көндө ейәнсәре.
– Үҙеңде бел әле. Һинең дә бит ҡулыңдан тиктомалға әй­берҙәрең төшөп ватыла, йә ҡысҡырып йырлап ебәрәһең, ҡайһы ваҡытта әйткәнде лә ишетмәйһең. Шуға ҡарамаҫ­тан, мин һиңә бер ни тип тә бәйләнмәйем.
Гөлнурҙың битенә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ҡыҙыллыҡ йү­герҙе. Эй, ныҡ оялды, ләкин олатаһына ҡаршы бер нәмә тип тә өндәшмәне. Тиҙерәк үҙенең бүлмәһенә йүгерҙе.
«Шул тиклем һиҙелә микән ни?» – тип Нурислам да ныҡ ҡына борсолдо. Сәриәнән йәшлек дәрте урғылып торған иҫ китмәле матур хаттар килә шул. Суҡынмыш, башты тамам әйләндерҙе. Хыялдарға бирелеп донъяһын онота ла ҡуя.
Шулай байтаҡ ваҡыт аралаштылар. Ситтән булһа ла бер-береһенә ныҡлап өйрәнеп тә киттеләр шикелле. Ә бер көндө уйламағанда ағайыбыҙ һөй­гәнен осрашыуға саҡырҙы. “Искра” кинотеатры алдындағы ҡурай уйнап торған малай эргәһендә, тине.
Был урынды Нурислам ярата. Ейәнсәре бәләкәй саҡта бергәләп йыш була торғай­нылар унда. Ленин майҙаны ла, цирк та яҡын. Цирк ҡара­ғандан һуң рәхәтләнеп ял итәләр ине. Хәҙер күптән ул яҡтарҙа булғаны юҡ. Ейәнсә­ренә лә 20 йәш бит инде. Ана, хәҙер университетта уҡып йөрөй.
Бәй... Ағай үҙенең уйынан үҙе ҡурҡып ҡуйҙы. Сәриә бө­төнләй икенсегә, йәғни фо­толағы кешегә ғашиҡ та инде. Их, шунда алдашмаһа ни бул­ған? Былай ҙа уға: “Бигерәк йәш сырайлыһың,”– тип 60 йәш бер кем дә биргәне юҡ. Ысын йәшен генә ҡуйһасы. Оҡшатһа – оҡшатыр, оҡшатмаһа – юҡ. Уның ҡарауы, былай оятҡа ҡалмаҫ ине. Уф, нисек мин был турала уйламағанмын. Тамам башымды юғалтҡанмын икән дәһә. Юҡ, бер ҡайҙа ла бармайым.
Улай ҙа егеттәрсә түгел инде. Сәриә бит көтәсәк. Үҙе саҡыр­ҙы, килешеп бөтмәйәсәк. Шулай берсә кейенеп-яһанып, берсә, бармайым тип, сисенеп ташлап, көҙгө алдында әллә күпме аҙапланғандан һуң, билдәләнгән ваҡытҡа бер сәғәттән дә әҙерәк ҡалғас, такси саҡыртты. Ни булһа ла булыр, барырға, күрергә кәрәк.
Әһә, ул алданыраҡ өлгөрҙө. Һәйкәл эргәһендә кеше кү­ренмәй. Ҡатын-ҡыҙ көттөрөргә ярата инде ул, тип яҡындағы киоскыға гөлләмә алырға юлланды.
...Ҡулына сәскәләр тотҡан олатаһын күреп, Гөлнур аптырап ҡалды. Нимә эшләп йөрөй икән ул бында? Кемде көтә? Уға ҡыҙыҡ булып китте. Шуға олатаһының янына килмәй, ситтән генә күҙәтергә булды. Ул үҙе лә бөгөн яңы танышы менән ошонда осрашырға тейеш. Ҡыҙыҡ, ни эшләп ул нәҡ ошо урынды һайланы икән. Был бит уларҙың олатаһы менән икеһенең яратҡан урыны була торғайны.
Олатаһы арыны шикелле. Яйлап баҫып яҡындағы эскәм­йәгә барып ултырҙы. Ә ни өсөн уның егете һаман юҡ? Былай, тәүәккәл генә кешегә оҡшаған кеүек ине. Интернет аша та­нышҡайнылар. Йәш-елкен­сәктeң теләһә ниндәй буш һүҙенән ялҡып, олораҡ йәш­тәге, етдиерәк кеше менән аралашҡыһы килгәйне уның. Артыҡ йәш күренермен тип, үҙенең фотоһын ҡуймағайны. Уның ҡарауы, бөгөн сюрприз буласаҡ. Тик тәүге оcрашыуға уҡ егеттең шулай һуңлап йөрөүен генә оҡшатманы Гөл­нур. Улай тиһәң, донъяның ни эше юҡ? Йә берәй ерҙә пробкала ултыралыр, тип ҡыҙ үҙен тынысландырырға тырышты. Олатайым янына барып, хәлен белешеп киләйем, булмаһа, тип йәшенгән урынынан сыҡ­ты.
– Кемдең олатаһы ултыра икән? – тигән тауышҡа тегеһе терт итеп ҡалды. Нимә тип әйтергә белмәй, баҙаны ла төштө. Исмаһам, башына бе­рәй йүнле фекер килһәсе. Нимә тип алдарға һуң? Дөрөҫөн һөйләп ултырып булмай ҙа инде. Ә тегеһе үс иткәндәй: “Һөй­лә инде. Аҙаҡ мин дә һиңә бер серемде асырмын“, – тип тә­телдеген сыҡты.
– Эй, ҡыҙым, ҡартайғанда тыртайған, тип минең кеүек­тәргә әйтәләр инде. Әллә кем­дәрҙе тыңлап, интернет аша бер ханым менән таныш­ҡайныҡ.
– Шунан, шунан?
– Килдем, ә ул юҡ. Шул тиклем матур итеп хәбәрләшеп торҙоҡ. Әҙерәк кенә алдашырға тура килгәйне. Шуны һиҙгән­дер, ахырыһы.
– Нимә тип, олатай?
– Йәшемде бер аҙ үҙгәртеп күрһәткәйнем.
– Нисә йәшкә ?
– Байтаҡҡа. Моғайын, ул килгәндер ҙә, ситтән генә мине күргәндер ҙә, ҡайтып кит­кәндер. Бында башҡаса бер кем дә булманы, юғиһә.
Ҡыҙ нимәлер һиҙенгәндәй итте.
– Ә исемеңде кем тип ҡуй­ғайның?
– Нурик.
– Уныҡы?
– Сәриә.
Гөлнурҙың аяҡ быуындары йомшарып, бер аҙ сайҡалып ҡуйҙы. Ярай әле, олатаһы бер нәмә лә һиҙмәне. “Ул килмә­йәсәк, көтмә, олатай,” – тип кенә әйтә алды. Ә бына үҙенең серен ул бер ҡасан да, бер кемгә лә асмаясаҡ.
Бик ҡыҙыу төҫ алған танышыу ана шулай ҡапыл ғына тамамланды. Мөхәббәттә алдашыу килешмәй шул, интернет аша танышыу ҙа, күрәһең, һәр ваҡыт уңышлы тамамланмай.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Фото: vsesvoi43.ru

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас