-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Май 2022, 20:00

Йырым булып ҡал

Балаҡайым, бар, балам, һыу буйына барып ултыр.Ҡайғыңды һыуға һөйлә, һағышыңды йылға ағыҙып алып китһен! – тип өндәште әсәһе Зәлифә Миләүшәгә, балаҡайының һурылып, ябығып, ҡарайып киткән йөҙөнә йөрәге өҙөлөп ҡарап.

Йырым булып ҡал
Йырым булып ҡал
Инде бер айҙан ашыу йылмайыуҙы онотҡан ҡыҙының хәле әсәнең бәғерен өҙә: ашау хаҡында, көсләп табынға ултыртмаһаң, иҫенә лә төшмәй, ултырған саҡта ла себеш кеүек, әсәһенең күңелен уйлап ҡына, бер-ике йотом сәй эсеп, берәр ҡабым икмәкте теләр-теләмәҫ кенә йотоп ҡуя. Эргәһендә йүгерешеп уйнаған ҡусты-һеңлеләренең дә тауышын ишетмәй, ауыр уйҙарға батып, үҙ эсенә бикләнеп тик йөрөй. Әсәһе аптырағас, бер аҙ асылып китмәҫме, тип, эш ҡушып ҡарай. Ҡыҙый бөтә эште лә еренә еткереп башҡарып ҡуя ла, тағы илаулап, кеше күҙенән ҡасып, йә баҡсаға инеп китә, йә бер нөктәгә текәлеп, үҙ ҡайғыһына бата. Әсәй кеше ике ут араһында яна: бер яҡтан ҡыҙы йәл, икенсе яҡтан атаһы, Миләүшәнең торошона йәне көйөп, әрләп ташламаһын, тип өҙгөләнә.
Ана кисә ҡыҙына белдермәй генә иң яҡын әхирәте Фирүзәне иптәштәре менән төшкө сәйгә саҡырҙы. Улар килгәс, бер аҙ асылып киткән кеүек булғас, әсәй кешенең шатлығының сиге булманы. Иптәштәре һөйләгән хәбәрҙәргә ирен ситендә йылмайыу ғәләмәте лә килеп сыҡты, тик улар ҡайтып киткәс, ҡыҙыҡайы тағы үҙ ҡабырсағына бикләнде, йомолдо, зәңгәр тышлы дәфтәрен алып уҡып ултырҙы ла, илаулап, картуф баҡсаһына инеп юғалды, имеш, сүп утай. Тик әсә кешене алдап буламы ни? Дәфтәр эсендә хаттар һаҡланғанын, ҡыҙының уларҙы әленән-әле алып уҡығанын, илаулағанын күреп йөрөй.
Балаһының нимәләр уйлап, нимәләр кисергәнен һәр бер күҙәнәге менән тоя бит ул. Бер-бер бәләгә юлығып ҡуймаһын, тип, ҡараштырып, күҙ һалып ҡына йөрөй, тик ауыл ҡатынының мәшәҡәте бөтәме? Эш, ҡырыуар бала-саға менән ыуарама килеп, онотолоп та китә, шул арала балағынаһының хата аҙым яһап ҡуйыуы бар! Хоҙайым һаҡлаһын балаҡайын! Артынан бәләкәй һеңлеһе Мәлифәне ебәрә, тик ул да апаһы эргәһендә торламай, урамда сыр-сыу итеп уйнаған күрше ҡыҙҙарына барып ҡушыла. Ололарҙың: “Ҡайғыны һыуға һөйләргә кәрәк, һыу бөтә аһ-зарҙы, һағышты йыуа”, – тигәнен ишеткәне бар Зәлифәнең, шуға күрә әле ҡыҙын һыу буйына барырға өгөтләп ултырыуы.
Әсәһенең күңелен уйлап ҡына Миләүшә картуф баҡсаһындағы һуҡмаҡтан һыу буйына ыңғайланы. Хәҙер бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмай уны, ваҡыттың да иҫәбен, көндәрҙең һанын да юғалтты. Уның өсөн йәшәү бер маҡсатһыҙ, өмөтһөҙ көн менән төндөң алмашыныуына торошло. Бығаса гөрләп, шаулап торған тормоштоң ҡыҙығы ҡалманы. Уның бөтә йәмен, матурлығын, илаһилығын Азамат үҙе менән алып китте...
Миләүшә йәшел сирәмгә ултырҙы, күҙҙәрен сылтырап ҡына ағып ятҡан йылға һыуына төбәне лә ауыр уйҙарына сумды. Һөйгәне иҫенә төшкәс (ҡыҙ уны хәтеренән сығарғаны ла юҡ инде), тағы илаулап, башын тубығына терәне...
Бергә саҡта ниндәй бәхетле ине бит улар! Икеһе бер класта уҡынылар. Ҡайһы саҡта бер-береһенә иғтибар иттеләр һуң? Беренсе класҡа уҡырға барғасмы? Азаматты мәктәпкә һигеҙенселә уҡыған апаһы етәкләп алып барғайны, класҡа барып ингәс, ишек ҡаршыһында беренсе партала ултырған зәп-зәңгәр күҙле ҡыҙыҡай уның иғтибарын йәлеп итте. Бәлки шул саҡта уҡ һөйөү хисе бөрөләнгәндер, сөнки ун ике ҡыҙ араһынан тик Миләүшәне генә иҫендә ҡалдырҙы, тик ошо исем генә күңеленә ятты. Ә бәлки, унан да элегерәктер? Береһе йәй башында, икенсеһе ураҡ айында тыуған ҡыҙ менән малайҙы һуғым ашына барғас, бер сәңгелдәккә һалып ҡуялар. Мәжлестең шау-шыуына ҡарамай, шым ғына йоҡлап китә сабыйҙар.
– Әйҙә, ҡолаҡтарын тешләтәйек, ҡоҙа-ҡоҙағый булышырбыҙ, – тип мәрәкәләйҙәр бер-береһен ата-әсәләр.
– Ни булһа ла булды инде, ҡыҙ бер көн ҡунды инде! – тип шаярта ҡайһы бер ҡунаҡтар, һыйынышып ҡына йоҡлап ятҡан сабыйҙарға ҡарап.
– Һырға туйы үткәреп ҡуйыуҙың зыяны юҡ, ҡоҙалашмаҫ кешеләр түгелһегеҙ, – тип шаярта хужабикә. Бынан һуң урамда осрашҡанда ла бер-береһен шаяртып:
– Һаумы, ҡоҙа, килен үҫәме?
– Иҫәнме, ҡоҙа, минең кейәү ни хәлдә? – тип хәл белешәләр. Ни бары ун-ун биш йылдан ике йәш кеше араһында һөйөү уты тоҡаныуы ата-әсә өсөн дә көтөлмәгән хәл булмағандыр. Ә улар шул тиклем бер-береһе өсөн генә яратылған кеүек ине. Тыныс, аҡыллы, баҫалҡы Азамат, егәрле, баҫҡан ерендә ут сығарып тороусы Миләүшә. Бәләкәй генә көйө сәхнәнән төшмәгән ҡыҙ бөтә ергә өлгөрә: өйҙә һеңле-ҡустыларын ҡарай, әсәһенең беренсе ярҙамсыһы, мәктәптә класс етәксеһенең уң ҡулы, оҫта ойоштороусы. Егет тә төшөп ҡалғандарҙан түгел, иптәштәрен үҙ артынан эйәртә, тәртибе менән дә башҡаларға өлгө булып тора.
Ҡайҙа барһалар ҙа, улар икеһе бергә. Дәрестә бер парта артында ултыралар, мәктәптән дә күпергә тиклем бергә ҡайталар, унан һуң егет һулға, ҡыҙ уңға боролоп, ҡайтыу яғына ыңғайлай. Көҙ көнө мәктәп менән сөгөлдөр баҫыуында эшләһәләр, икеһенә бер өйөм сөгөлдөрҙө һә тигәнсе таҙартып ҡуялар, һоҡланып ҡарап торорлоҡ! Юлда барғанда ла, ҡайтҡанда ла Азамат икеһенә бергә урын ала. Экскурсияға сыҡһалар, уларға һоҡланмаған кеше юҡ! Ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, икеһе лә уҡыуҙарын күрше ауыл мәктәбендә дауам итте.
Сығарылыш кисәһенән һуң да, етәкләшеп, йылғаның ошо яр буйына килгәйнеләр. Июнь айының иң ҡыҫҡа төндәренең береһе ине ул. Эргәләге талда һандуғас, күңелде иләҫләтеп, елкендереп, ҡабатланмаҫ моңон түгә. Мәңге тынмаҫ йырын йырлап, кескәй генә йылға, таштан ташҡа һуғылып, сылтыр-сылтыр килеп, түбәнгә йүгерә. Йоҡо аралаш, әллә нимәнәндер өркөп, бер ҡош ҡайҙа һуғылырын да белмәй, пырылдап баш осонан осоп уҙҙы. Төн йөҙөндә бер-береһенә һыйынып, йылға йырын тыңлап таң аттырҙы йәштәр. Илерткес ирендәр тәме йәнде күктәргә сойорғотто. Баш әйләндергес һөйөү хисенән хәмерһеҙ иҫерҙе ғашиҡтар.
– Һөйәһеңме?
– Эйе!
– Яратам! – тип әйт әле!
Азамат һикереп тороп, ҡосағын йәйеп:
– Мин һине яратам! – тип ҡысҡырҙы.
– Уй!
Миләүшә һөйгәненең ирендәрен ҡулы менән ҡапланы.
– Ҡысҡырып әйтмә! Шым ғына, ҡолағыма ғына шыбырла! Бәхетле булыуыбыҙҙы фаш итмәйек, яман күҙҙәр теймәһен!
– Бөтә донъя ишетһен! Мин һине яратам! Һин минеке, тик минеке генә буласаҡһың!
Эх! Шулай булһын ине лә бит! Тик яҙмыш үҙ төҙәтмәләрен индерә шул тормош юлына. Ҡайҙан килеп сыҡты һуң ул бәлә? Бөтәһе лә шундай матур башлан­ғайны бит! Икәүләп туғыҙынсы класта уҡып алып киттеләр. Матур көндәрҙә күрше ауылға Азамат мотоцикл менән алып бара, дәрестән һуң икәү бергә ҡайталар. Юл ауырлығы ла һиҙелмәй, дәрестәргә әҙерләнеүе лә еңел. Миләүшә гуманитар фәндәрҙән көслө, егет теүәл фәндәрҙе үҙ итә. Дәрестәр бөткәс, өй эштәрен дә бергә әҙерләп ҡайтып китәләр, ямғырлы, ҡарлы көндәрҙә интернатта торалар.
...Яҙ етә башлаған бер мәлдә, Азамат аяғының ауыртыуына зарланды, ялдан һуң мәктәпкә бара алманы. Егетте район үҙәге дауаханаһының хирургия бүлегенә һалып ҡуйҙылар. Һөйгәне өсөн хафаланған ҡыҙ дауаханаға ашыҡты. Ағарып, йөҙө ҡасҡан Азаматын күргәс, йөрәге өҙөлөп төшә яҙҙы. Икенсе барғанында егет ҡултыҡ таяғы менән сығып, һөйгәненең һушын алды. Киләһе ял етеү менән дауаханаға атлыҡҡан ҡыҙҙы шаҡ ҡатырғыс хәбәр көтә ине: Азаматты самолет менән Өфөгә ебәргәндәр. Ә иң ҡурҡынысы тағы алда булған икән: күп тә үтмәй, ҡыҙ һөйгәненең уң аяғын ҡырҡыуҙары тураһында ҡот осорлоҡ хәбәр алды.
Йүгереп барған ерҙән тыны ҡыҫылып туҡтаған кеше кеүек тойҙо үҙен Миләүшә. Нисек һөйгәненә ярҙам итергә? Ни хәл итеп уны йыуатырға? Ниндәй урынлы ғына һүҙҙәр табып, хәлен еңеләйтергә?
Ике араны бәйләп торған хаттар ҙа килеүҙән туҡтаны, яуап ала алманы. Шул саҡта Азаматты дауахананан сығарыуҙары тураһында мәғлүм булды. Ни өсөн ул был турала Миләүшәгә хәбәр итмәгән? Ни йөрәге етеп, һөйгәнен онотҡан? Шундай борсолоулы уйҙар биләне ҡыҙ күңелен.
...Ахылдап йүгереп килеп ингән Миләүшәне күргәс, карауатта ятҡан Азамат башын тәҙрә яғына борҙо. Егеттең әсәһе, апайҙары шым ғына ишекте ябып, йәштәрҙең үҙҙәрен ҡалдырҙы. Миләүшә егеттең ҡулдарына ҡағылды:
– Азамат! Йәнем! Нишләп хаттарыма яуап яҙманың? Минең нисек борсолғанды беләһең бит!
– Миләүшә! Мине онот! Мин хәҙер һиңә тиң түгел! Ғәрип кеше һиңә нимәгә? Мин һине элеккесә күтәреп йөрөй алмаясаҡмын! Үҙем кеше көнлөмөн! Мин аяҡһыҙ, аңлайһыңмы шуны? Был грипп менән ауырыу түгел, берәй ваҡыт үтер, тип тынысланып булмай, яңы аяҡ үҫмәйәсәк! Ғәрип кеше эргәһендә йөрөргә ояласаҡһың, мине онот!

– Ә һин нишләп минең өсөн уйлайһың? Үҙеңде йәлләп ятаһың! Аяҡ булмау-йәшәүҙән төңөлөү өсөн сәбәпме ни? Ана, Бөйөк Ватан һуғышында аяҡһыҙ, ҡулһыҙ ҡайтҡандар гөрләтеп донья көтә, бала үҫтерә! Һәр береһе нимә менәндер мәшғүл. Афған һуғышында күпме егет аяҡһыҙ, ҡулһыҙ ҡалды. Хатта түшәктән тора алмағандары ла күп, ә улар йәшәргә тырыша, яҙмыштың аяуһыҙ һынауҙарына ҡаршы көрәшә!
– Һиңә әйтеүе еңел дә бит! Ә мин ун ете йәштә, ғүмер юлымдың башында уҡ ғәрип! Мин нисек клубҡа сығам? Иптәштәрем менән аралашам! Минең бит әле бер профессиям да юҡ!– Азамат яҫтығына ҡапланды.
– Азамат! Һин бит бер бер үҙең түгел, һинең эргәңдә мин бар! ”Балам!”– тип өҙөлөп торған атайың менән әсәйең, апайҙарың бар! Беҙ бергә булғанда бөтә ауырлыҡты ла еңербеҙ! Алда әле күпме хыялланған бәхетле көндәребеҙ, матур тормош юлы көтә! Һин онотма, мин һәр саҡ һинең менән! Ә профессияға килгәндә, ултырып эшләй торған әллә күпме һөнәргә эйә булырға мөмкин!
– Ҡултыҡ таяғы менән кеше көнлө булып йәшәгәнсе...
– Ауыҙыңдан ел алһын, Азамат! Ана, Борис Полевойҙың “Ысын кеше тураһында”әҫәрен һинең менән нисә тапҡыр уҡып сыҡтыҡ, Алексей Мересьевтың ауырлыҡтарҙы еңеүенә һоҡландыҡ, ике аяҡһыҙ килеш самолетҡа ултырып, Еүең көнөн яҡынайтыу өсөн фашистар менән аяуһыҙ көрәшеүенә таң ҡалдыҡ! Ә Павка Корчагин һуң! Миҫал өсөн алыҫ йөрөргә лә кәрәкмәй! Күренекле яҙыусыбыҙ Ибраһим Ғиззәтуллинды “Башҡортостан Корчагины” тип йөрөтәләр бит! Тик һин, зинһар өсөн, бирешмә, һынма, көслө бул! Мин һинең менән! Аяғыңа протез юлларбыҙ, яйлап атларға өйрәнерһең. Мин һине аяҡҡа баҫтырыр өсөн генә, үҙеңдең шәхси дауалаусы врачың булыр өсөн медицина училищеһына уҡырға барам. Беҙ һинең менән әле бергәләп тауҙар аҡтарырбыҙ!
Миләүшәнең һүҙҙәренән дәртләнгән Азамат түшәгендә тороп ултырҙы, карауат ситендә генә ултырған һөйгәнен ҡосағына алды. Ҡыҙҙың йыуатыу һүҙҙәренән егеттең күңелендә өмөт осҡондары ҡабынды, киләсәккә ышаныс артты. Ирендәр ҡушылды, ике йөрәк бер булып, дәртләнеп типте...
Тик был хәл килгән бәләләрҙең башы ғына булған икән! Ҡырҡылған аяҡта үҙгәрештәр барғанлығы беленгәс, дауалаусы табип аяҡты тағы ун сантиметрға ҡыҫҡартырға ҡарар итте. Егетте ҡайтанан дауаханаға һалдылар, дөйөм наркоз аҫтында тағы бер операция яһанылар. Тик Азаматтың хәле яҡшырманы, уйыу тәненә тарала башлағайны. Ҡапыл ғына Азаматтың хәле насарайҙы, тән температураһы күтәрелде. Уколдар, ауыртыуҙы баҫыуҙы дарыуҙар ҙа ярҙам итмәй башланы. Ныҡ һыҙланыуҙан егет көндөң, төндөң иҫәбен юғалтты. Артабан һауығыуға өмөт юҡ икәнлеген аңлаған табиптар уны өйөнә ҡайтарырға ҡарар итте.
Күстәнәстәрен тотоп йүгереп килгән Миләүшәне Азаматтың әсәһе ишек алдына уҡ сығып ҡаршыланы.
– Һаумыһығыҙ! Азамат нисек? Нисек ҡайтып еттегеҙ?– тип һорау артынан һорау яуҙырҙы ҡыҙ.
– Әле йоҡлай! Саҡ уколдан һуң йоҡлап китте.
– Миңә уның эргәһенә инергә мөмкинме?
– Юҡ! Уятмайыҡ, йоҡлай алғанда тыныс ҡына йоҡлаһын!
Илап ҡайтып ингән ҡыҙ карауатҡа ауҙы.Һөйгәнен күрә алмау бәғерен телде, күҙҙәренә ҡарай алмау, тауышын ишетмәү ҡара ҡайғыға һалды. Икенсе көндө тағы һөйгәненең өйөнә ашыҡты ҡыҙ. Был юлы уны ҡаршыһына Азаматтың апаһы сыҡты, егеттең ял итеүе тураһында хәбәр итте.
Аҙна буйы эшкә йөрөгән кеүек һөйгәненең тупһаһын тапаны Миләүшә, ләкин Азамат эргәһенә үтә алманы. Ауылда егеттең хәле тураһында ҡурҡыныс хәбәрҙәр күбәйҙе, төрлө кеше төрлөсә яңылыҡтар еткерҙе. Ул арала ҡыҙҙың сығарылыш имтихандары етте, уҡыу тураһында уйларға ваҡыты ла, хәле лә ҡалманы. Ҡыҙҙың бөтә уйы, ҡайғыһы – тик Азамат.
Әлдә уҡытыусылар яратҡан уҡыусыларын ярҙамдан ташламаны, баштан уҡ тик яҡшы билдәләренә уҡыған ҡыҙға имтихандарҙы уңышлы тапшырырға ярҙам иттеләр. Тик химиянан ғына имтихан тапшыраһы ҡалды.
Ул көндө Зәлифә илап-илап йоҡлап киткән ҡыҙын иртә таңдан уятырға ла йәлләп торҙо. Беренсе һөйөү ғазабы менән янған балаҡайы өсөн үрһәләнде, ҡыҙсығының бәләкәй генә йөрәге аша үткән оло һынауҙар өсөн бошондо. Миләүшә йәшәмәй, бары йән аҫырай. Ашы – аш, йоҡоһо йоҡо түгел. Үҙе атлай, йөрөй, ә уйы – Азамат эргәһендә. Бына химиянан имтиханға ла үҙе теләп түгел, ә шулай кәрәк булған өсөн генә бара. Мәктәп коридоры буйлап барғанда ла, имтихан булаһы кабинет эргәһендә торғанда ла, иптәштәренең һөйләшеп, көлөшөүҙәрен ишеткәндә лә уны был хәленән сығарырлыҡ көс юҡ ине. Имтиханға берәү инә, берәү сыға, кемдер шатлығынан һикереп, сәпәкәйләп ала, кемдер һорау артынан һорау яуҙыра, билет номеры, һорауҙар менән ҡыҙыҡһына. Миләүшә генә коридор тәҙрәһенән урамға ҡарап, йырып сыға алмаҫлыҡ ауыр уйҙарға бирелгән. Бына коридор буйлап мәктәп директорының шәп-шәп атлап килгәне күренде, ишек эргәһенә еткәс, ниҙер әйтергә теләгәндәй, бер секундҡа ғына Миләүшәгә күҙ һалды ла, кабинет ишеген асып, эскә йомолдо. Бер аҙҙан кире сығып, кабинетына үтте. Шул саҡ бүлмәнән ап-аҡ булып Миләүшә менән Азаматтың класташы, ауылдашы Дауыт килеп сыҡты. Бышылдап ҡына:
– Үлгән ... Азамат үлгән... Әле генә директор химия уҡытыусыһына әйтеп сыҡты.
Азамат исемен ишетеп ҡалған Миләүшә тәҙрә эргәһендә иҙәнгә шыуып төштө. Кемдер ҡысҡырып илай, битенә һалҡын һыу бөркә, ауыҙына һалҡын һыулы стакан терәй. Ҡыҙ аңына килеп, тирә-яғына күҙ һалды, Азамат иҫенә төшкәс, тағы аңын юғалтты. “Тиҙ ярҙам” машинаһы, ҡыҙҙы алып, урам буйлап елдерҙе...
Ҡыҙ дауахананан сыҡҡанда инде Азаматтың өсөн дә, етеһен дә уҡытҡайнылар. Миләүшәнең зыяратҡа барырға уҡталғанын күреп, әсәһе Зәлифә ҡыҙы менән бергә барырға булды. Ҡәбер өҫтөнә ятып илап, тағы аңын юғалтҡан ҡыҙҙы, ат арбаһына һалып, өйгә алып ҡайттылар. Шул көндән алып ҡыҙ өндәшмәҫ, һөйләшмәҫ, көлмәҫ булды. Хатта иламай ҙа! Илаһа, ҡайғыһы күҙ йәше менән бергә сығыр ине лә бит.
Бер көндө төшкә табан Миләүшәләр өйөнә Азаматтың әсәһе килеп инде. Карауатында стенаға ҡарап ятҡан ҡыҙ янына килеп ултырҙы. Ҡыҙҙың сәсенән һыйпап:
– Балаҡай! Бер үк ғәфү ит һин беҙҙе! Азамат эргәһенә индермәгән өсөн ғәфү ит. Ул үҙе шулай ҡушты.Беләһеңме, Миләүшә, ул бит һине ныҡ яратты. Күҙе йомолғансы ҡулында һинең фотоң булды. Йоҡо аралаш ҡулынан төшөп китһә, илап эҙләй ине. Мәрхүм булыр көндө лә ҡосаҡлап йоҡлап китте. Уянғас: ”Сәғәт нисә ?”– тип һораны, унан һинең фотоңды ҡараны ла үтеп тә китте. Яҡты донья һинең һының булып уҙҙы уның күҙ алдынан. Рәхмәт Хоҙайыма, балама мөхәббәт бәхете бирҙе, 17 генә йәшендә мөхәббәттең нимә икәнен белеп китте. Шуның өсөн булһа ла йөрәгем тыныс. Ә һине, Миләүшә, эргәһенә индермәүенең сәбәбе бары шунда ине-– ул һинең алдыңда көсһөҙ булып күренергә теләмәне. ”Мине матур көйгә иҫендә ҡалдырһын! Ҡәберемә килер әле. Ул мине яратһа, хәлемде, был аҙымымды аңлар!”– тине. Бына, ҡыҙым, һиңә хат яҙғайны, үҙе үлгәс кенә ҡулыңа тапшырырға ҡушты. Яйлап уҡырһың, әлегә һау бул, Миләүшә, минең улыма матур, онотолмаҫ мөхәббәт бүләк иткәнең өсөн ысын әсә рәхмәте һиңә. Бәхетле бул, балаҡай, үҙеңде һаҡла! Үлгән артынан үлеп булмай, йәшәргә кәрәк. Үҙ ишеңде табырһың, бәхетле булырһың, Аллам бирһә! Түҙәйек, ҡыҙым, ҡалайтаһың, сей тирегә ут ҡапмай бит...
Миләүшә, һикереп тороп, әсәнең муйынынан ҡосаҡлап алды. Бер Азаматты өҙөлөп яратыусы ике кешенең күҙ йәше ине был. Әсә кеше нисек шым ғына ингән, шулай уҡ шым ғына сығып та китте. Уның артынан өй эсендә валокордин, карволол еҫе генә тороп ҡалды. Һөйгәнең һуңғы сәләм хатын уҡыр өсөн Миләүшә икеһенең һөйөүенең шаһиты булған йылға ярына йүгерҙе.
“Миләүшәм! Яҡты йондоҙом минең! Һин был хатты уҡыған саҡта минең йәнем күктәргә ашҡан булыр. Мин һине өҙөлөп яраттым, һине ҡалдырып, Ерҙе, әсәй-атайымды, туғандарымды, яҡты доньяны 17 генә йәштә ташлап китеүем бик аяныслы. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл был. Ләкин нишләйһең, тимәк, минең яҙмышым шулай, ғүмерҙе Хоҙай самалап ҡына биргән. Яныма инә алмауыңа мин ғәйепле, мине көсһөҙ хәлдә күрмәһен, тип уйланым. Кеше көнлө булып ятыуҙан да ауыр нәмә юҡ икән! Һин килеп ишек алдынан боролоп китәһең, ә мин бында утта янам. Һинең эргәңә сыҡҡым, зәңгәр күҙҙәреңә ҡарағым килә! Һинең тауышың минең өсөн бер моңло йыр кеүек.
 
Фото: pibig.info
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: