+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Мая 2022, 15:00

Тыуған көн

Мөхәмәтдин бөгөн бик тынғыһыҙ йоҡланы, тураһын ғына әйткәндә, әллә йоҡлай алды, әллә юҡ – үҙе лә буталып бөттө инде. Бәлки, шуғалыр түбәгә ҡарап тик ятҡыһы килмәне, иртә менән күҙен асты ла тороу яғын ҡараны, тиҙ генә бер ҡат кейемен кейеп алды да "тын алып инәйем әле", тип тышҡа ынтылды.

Тыуған көнТыуған көн
Тыуған көн
Был өйҙә ул хәҙер ҡатыны Сәлимә менән икәүләшеп кенә йәшәп ҡалдылар. Тилбер хужабикә иренән биш йәшкә йәшерәк, ләкин тормош көткәндә ул ғына айырма беленмәй ҙә, шикелле.
Ҡасандыр өй тултырып шаулап, шаярып йөрөгән ике бала: бер ул, бер ҡыҙ ҙа үҫеп етеп, таралып, үҙ ғаиләләрен ҡороп йәшәп яталар. Ғәҙәттә телефон аша хәл-әхеүәл һорашып торалар. Өлкән кешегә ни тағы ни кәрәк? Уларҙың барыһының да имен-һау йәшәп ятыуҙары үҙе бер ҙур шатлыҡ, ә бына шул шатлыҡҡа бөгөн тағы бер шатлыҡ ҡушылып тора бит әле: Мөхәмәтдингә бөгөн март айының тап уртаһында теүәл һикһән йәш тулып тора. Шатланмаҫлыҡмы ни? Күп кеше бындай бейеклеккә барып етә алмай китеп бара. Ә фронтовиктың һигеҙ тиҫтә буйына тере ҡалып йәшәп ятыуы үҙе бер аңлата алмаҫлыҡ мөғжизә!
Был юбилейҙы балалары бер төптән билдәләмәксе булдылар. - Саҡырыуһыҙ барабыҙ, тип бер-бер артлы шылтыраттылар. Мөхәмәтдин тәүҙә ҡаршы ла булғайны, ҡатыны:
- Үҙ балаларыңдың теләктәренә нишләп ҡаршы төшөп тораһың әле! Уларҙы һағынманыңмы ни?, - тип ҡат-ҡат әйтеп торғас, әлбиттә, ризалашты. Хәҙер улар тауыҡ-ҡаҙҙан башҡа бер мал тыуар ҙа көтмәйҙәр, Аллаға шөкөр, итһеҙ, икмәкһеҙ ултырғандары юҡ, ауыл ерендә ни пенсиялар етеп тора әлегә. Шуға күрә уны ихата, аҙбар тирәһендә әллә ни күп эш көтөп тормай, унда-бында ҡар көрәп инһә, иң ҙур тип һаналған эше бөтөп тә ҡуя. Ә һыу соланға уҡ индерелгән, артезиан ҡоҙоҡтоң насосы имен-аман эшләп тора әле.
Тыш – тыш инде, быйылғы март айы әллә ни һыуыҡ та түгел, бейәләй-фәлән кеймәйенсә лә йөрөргә була. Әле бына һалҡынса һауа тәнгә үҙенсә ыңғай ғына тәъҫир итеп тора, көн торошо үҙе көс-хәл индергәндәй тойола. Иртә булғас, ауыл урамынан әлегә үткән-һүткән кеше күренмәй, тик ай ғына һирәк болоттар араһынан йә сығып йә инеп. Ә кеше бит тәбиғәт балаһы, уның менән туранан-тура бәйле. Тик “цивилизация” тип аталған баҫҡысҡа баҫҡандан һуң әҙәм балаһы тәбиғәттән ситләшә бара: ҡуйы урмандар юҡҡа сыға, йәшел хәтфә үләндәрҙе асфальт ҡаплай, күргәне бар - ул асфальт тик юлдарҙа ғына түгел, ә бөтә эрерәк ҡалаларҙың эсен ялмап алып бара. “Тәбиғәтте һалайыҡ”, тип ҡысҡырыусылар күп, үтәлеүе генә хөрт, шул тәбиғәттән үҙенә шәхсән файҙа алған саҡта, кеше уны һаҡлау тураһында онота ла ҡуя. Бына шуныһы ҡыҙғаныс хәл.
Эйе, бар ине шул тәбиғәттең матур ваҡыттары. Мөхәмәтдин малай сағында йәйге йәшеллек бөтә ауыл урамын ҡаплар ине. Йылғалар тулы һыулы, таҙа, балыҡлы, ә ярҙарында үҫкән тал, ерек, башҡа төрлө ҡыуаҡлыҡтар аша сығыуы үҙе бер этлек була торғайны.
Әле нишләптер үткән тормошон күҙаллап тора әле ул бөгөн, бәлки, үҙенә-үҙе отчет биреүе ошолор. Ул аслыҡ башланыр саҡта, йәғни 1920 йылда тыуған бала. Әсәһе Хөсниямал әйтеүе буйынса, бер ҡыҙ, ике ул араһында тере ҡалған берҙән-бер малай – ул ғына. Америка аҙыҡ менән ваҡытында ярҙам итмәһә, һәр ауылда-ҡалала ашханалар ойоштормаһа, ул ил ебәргән аҙыҡ-түлек бүлмәһә тағы әллә күпме кеше һәләк булыр ине, тип әйтә торғайны әсәһе. Шул аслыҡ атаһының да ғүмерен өҙә һуға.
- Граждандар һуғышы бөтөп бер-ике йыл үткәс кенә аслыҡ онотола бирҙе ул саҡта, сөнки ҡан ҡойошло һуғыштың бөтөүе, тыныслыҡтың башланыуы, эшсе-крәҫтиән хөкүмәтенең тырышлығы арҡаһында халыҡтың тамағы туя башлағайны, - тип тағы һөйләр ине әсәһе.
Уйҙарһыҙ йәшәп булмайҙыр ул: талашлы-тартышлы булһа ла колхоздар төҙөлөп, нығынып алды, тормош яйлана башлаған кеүек ине лә бит, тик ҡәһәр һуғыштың башланып китеүе илдең тыныс тормошон ҡырҡа боҙҙо. Уны, ауыл секретарын, бронь менән ҡалдырһалар ҙа ғариза бирә барып теләгенә иреште, һуғыштың икенсе йыл барған йәйендә генә фронтҡа алдылар. Был саҡта Совет армияһы дошманды үҙ өңөнә ҡарай ҡыуа ине инде.
Яраланды, ләкин тере ҡалды. Ҡайтып, өй һалып, өйләнеп балалар үҫтерҙеләр. Ул һәм ҡыҙ үҫеп етеп, үҙ ояларын ҡорҙолар, ҡәҙимгесә йәшәп яталар, шөкөр әле, шуға улар өсөн күңеле тыныс Мөхәмәтдиндең.
Шулай ҙа бер бәләкәс кенә ҡайһы бер хәл эсте көтөрләтә, улы Айҙарҙың өйләнеүенә алтынсы йыл булып китһә лә балалары юҡ, үҙҙәренең был мәсьәләгә иҫтәре китмәй: булыр әле, әлегә байлыҡ йыйып, ҙурыраҡ өй һатып алырға кәрәк, тип һанайҙар. Ә ҡыҙы Мәҙинәлә бер малай үҫә, быйыл беренсе класҡа барырға тейеш. Икенсеһе юҡ әле. Бындай сонтор ғаиләләр менән халыҡ иҫәбен арттырып булмай инде ул, тип уйлай Мөхәмәтдин.
Ярай йәштәрҙең үҙ һуҡмаҡтары, ә бына үҙенә килгәндә һуңғы арала, юғары баҫым кәсәфәтеме икән, әллә ҡартайыу билдәһеме икән, йөрәге йыш ҡына “шаяра” башланы: йә уйламағанда йыш-йыш тибеп алып китә, йә хәлһеҙ генә һуға башлай. Иҫһеҙ ҡолаған саҡтары ла булды. Шундай ваҡытта төрлөһөн уйларға тура килә: был донъяла беҙ ҡунаҡ, ҡунаҡ булыу ҙа ваҡытлыса. Тормош булғас төрлөсә хәлдәр була, берәүҙәр бер-нисә көн йәшәп ҡалалар, кемдер бар кешене ғәжәпкә ҡалдырып йөҙҙө уҙып китә. Донъяның тәрәнерәк серҙәре күп, тик улары тик бер Хоҙай Тәғәләгә генә билдәле инде ул.
Ә һуғыш осорона килгәндә, ҡырҡ өсөнсө йылдың ошондай уҡ йылы торған ҡышҡы айҙарында Мөхәмәтдингә Ленинград блокадаһын ысҡындырып алып ташлау операцияһында ҡатнашырға тура килде. Һалдатты ҡайҙа ташлайҙар, шул урында һуғышырға бурыслы, уға командирҙың бойроғо хужа. Шулай ҙа Ленин исемен йөрөткән ҡаланы дошман ҡулсаһынан азат итеүҙә ҡатнашҡанына әле һаман да ғорурлана Мөхәмәтдин.
Ул саҡ ныҡ иҫтә ҡалған: Совет армияһының ике ай дауамында барған контрһөжүме арҡаһында дошмандың “Төнъяҡ” төркөмө артҡа сигенергә мәжбүр булды, ниһәйәт, 900 көн буйы дауам иткән Ленинград блокадаһы алып ташланды. Шуныһы ҡыуаныс булды: Ленинград фронтының бер-нисә ынтылышында немец-фашистарының был тирәләге төп көстәре таушалды, юҡҡа сыҡты, уларҙың ун ете дивизияһы тар-мар ителде, дошман 200-300 саҡрымға артҡа сигенде. Ленинград һәм Калинин өлкәләре дошмандан таҙартылды. Икенсе ынтылышта Ленинградтың төнъяғында ҡунаҡлаған фин ғәскәрҙәрен Карелия боғаҙында тар-мар итеү бурысы ҡалҡып сыҡты. Уныһы ла планға ярашлы башҡарылды, әлбиттә. Шул ваҡыттағы ябай һалдаттарҙың һәм ленинградсыларҙың ҡыуанысын күрһәгеҙ ине! Тик һәләк булғандар һаман да иҫтән сыҡмай ҙа ҡуя, ҡайһылай итәһең инде. Ә һуғыштан ҡайтҡас ауырыу әсәһен көттө, ҡағылып һуғылып күп йөрөмәне, тилбер холоҡло, уңған Сәлимәне алды, яңынан өй һалды, балалар үҫтерҙеләр. Ҡатынынан уңды Мөхәмәтдин, эшлекле булды, йүгереп йөрөп донъя көттө, ғаилә аҡсаһын һаҡсыл һәм дөрөҫ тотондо, шул арҡала үҙенә күрә хәлле генә йәшәнеләр. Мал тыуарҙан да файҙа алып торҙолар.
Шул саҡ өй ишеген асып:
- Бабай! Һин ҡайҙа? Бындамы? – тип тауыш бирҙе Сәлимә.
- Бында, бында! – Нишләй? Ни булды?
- Бер нәмә лә булманы. Ит һалып мейесте яғып ебәргәйнем, шуға берәй ҡосаҡ ҡоро утын индереп бир әле бер юлы, - тип дауам итте Сәлимә һүҙен, - балалар килеп етеүгә бешә торор ине...
- Ярай, аңланым, - тип яуап ҡайтарҙы Мөхәмәтдин, - хәҙер бер-ике минуттан индерермен.
Ул һарайҙы асып тауыҡ-ҡаҙға ем ташланы ла утын күтәреп өйгә инеп китте.
- Тағы миңә берәй эшең бармы әллә? – тип Мөхәмәтдин ҡатынының күҙенә ҡараны. – Барыбер эшһеҙ йөрөйөм.
- Һиңә бер ниндәй ҙә эш юҡ, ана, бар, телевизорыңды ҡарап тыныс ҡына ултырып тор. Хәҙер балалар ҙа килеп етерҙәр, - тип яуап бирҙе Сәлимә. – бындай ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә эш күбәйә бит ул...
Өй хужаһы телевизорҙы ҡабыҙҙы. Беренсе канал яңылыҡтар алып бара икән. Алып барыусы һөйләй башланы.

Сегодня 15 марта 2000 года. В эфире «Первый канал». Слушайте новости дня. Президентская гонка в России вышла на финишную прямую. Все кандидаты внимательно изучают результаты опросов общественного мнения. Они надеются, что активная предвыборная агитация добавит им голосов избирателей. И лишь один Жириновский ни в какие рейтинги не верит. Он уверен, что любая цыганка знает о будущем гораздо больше, чем все социологи вместе взятые. Поэтому он отправился сегодня к гадалке, которая, посмотрев на его ладонь, сказала, что Владимир Вольфович обязательно станет руководителем России. Но не в этом году...

-Тьфу! – тип төкөрөнөп ҡуйҙы Мөхәмәтдин, - Был кеше ҡайҙа ғына ҡыҫылмай ҙа, нимә генә һөйләмәй. Ошоноң кеүек берәү ил хужаһы булып торҙо бит инде, бөтә яратҡан шөғөлө эсеп алып буш хәбәр һөйләү ине. Ахырҙа нимә килеп сыҡты? Бөтә булған халыҡты ярлыға таяндырып, үҙе байығып алып, биләгән юғары вазифаһынан “ысҡыныу” яғын ҡараны. Ул саҡтағы хужалар беҙ фашизмдан һаҡлап-яҡлап алып ҡалған социализдан баш тартып ныҡ яңылыштылар, әлбиттә, ләкин шәхси байлыҡ йыйыу эшендә ғәләмәт ныҡ тырышлыҡ һалдылар. Завод-фабрикалар, башҡа объекттар тингә һатылды һәм тик бер кеше мәнфәғәтенә эшен дауам итте, килеп сыҡмаһа – ябылды.
Туҡта! Теләһә нимә тыңлап ултырғансы, телевизорҙы һүндерәйем дә “Ҡөръән”де ҡулға алайым, оҙонораҡ булған берәй сүрәне уҡып сығайым әле! Мейе өсөн күпкә файҙалыраҡ булыр.
Яҡынса ярты сәғәт самаһы ваҡыт үткәндер бер саҡ машина бипелдәгәне ишетелде. Баҡһаң, бөтә балалар бергә йыйылышып, ике еңел машина менән килеп тә еткәндәр. Аллаға шөкөр! Имен-аман йөрөйҙәр әле, елдереп килеп еткәндәр. Ҡайһылай яҡшы булды! Балалар өсөн шатланып йөрөү йөрәккә олоғара дауа бирә бит ул.
Өй эсе ҡунаҡтар менән тулды. Мәҙинәнең ҡыҙы Әлиә сисенеп тә тормайынса ҡартатаһы яғына ашыҡты, ҡосаҡлап алды, уны тыуған көнө менән ҡотлап үҙе эшләгән һүрәтте бүләк итте. Һәр береһе Мөхәмәтдинде ҡотлап, тағы оҙон ғүмер, һаулыҡ теләнеләр, бүләктәрен шунда уҡ тоттора барҙылар, бәхетле бала саҡ бүләк иткәндәре өсөн оло рәхмәттәр ҡундырҙылар.
Бүләк өсөн түгел, балаларының бергә йыйылғаны өсөн сикһеҙ ҡыуанды был юлы өй хужаһы. Шул арала район хаҡимиәтенең ҡотлау хатын килтереп уның ҡулына тотторҙолар. Уныһына ла рәхмәт, өлкән кеше нишләптер йылы һүҙгә мохтажыраҡ була шул, “йылы һүҙ йән аҙығы” икәнен онотмай йәштәр йәшәһә - ҡана һуң!
“Бындай йыйылыш артабан әллә була, әллә юҡ”, - тип уйлап алды ул эстән генә. Бына бит ниндәй бәхет! Әллә ныҡ ҡыуанғанға инде йөрәк күкрәктән сығып барғандай, “дарҫ-дорҫ” тибеп алып киттесе. Был ни ғәләмәт тағы!
Ит бешеп сыҡҡансы тип сәй табынына ултырҙылар. Мөхәмәтдин бер сынаяҡ сәйҙе эсеп түңкәрҙе лә:
-Ярай, балалар, һеҙ иркенләп сәй эсеп, гәпләшеп ултыра тороғоҙ, ә мин бер аҙ ятып ял итеп алайым әле. Ҡыуанысымдың сиге юҡ, шуғалыр йөрәгем үҙ урынынан ҡуҙғала биреп тора, тип әйтте лә йоҡо бүлмәһенә инеп ишеген япты һәм үҙе гел ҡунаҡлаған карауатына ашыҡты. Өй йылы булһа ла нишләптер өшөп алып китте, шуға юрған алып, төрөнөп, тынысланып ятты. Тән тик ятһа ла баш мейеһе эшләүҙән туҡтамай бит ул, яугир тағы уйҙар тулҡынына бирелде.
Нисек кенә булһа ла матур йәшәнеләр улар ошо ғүмер барышында, ғаилә эсендәге талаш-тартышҡа юл ҡуйылманы, уның кеүек ваҡ-төйәккә ваҡыт та теләк тә булманы, күрәһең. Ҡыҫҡаһы, эштән бушаманылар. Икәүләшеп ауыл магазинында һатыу иттеләр, балалар үҫтерҙеләр атын да, һыйырын да, һарыҡ-кәзәһен дә аҫранылар. Байрам йәки буш ваҡыттарында дуҫ-иштәренә ҡунаҡҡа йөрөнөләр, үҙҙәре лә ҡунаҡ саҡырҙылар, Мәжлестәрҙә иҫерешеп ултырғандар булманы, йырлап-бейеп күңел астылар, дошманды дөмөктөрә алғандарына ҡыуанып йәшәнеләр. Өй эсендә, балалар тәрбиәләгәндә Сәлимә тулы хужа булһа, мал-тыуар Мөхәмәтдиндең елкәһендә булды. Аяҡҡа баҫҡан балалар ҙа эшһөйәр булып, эш рәтен белеп үҫтеләр, уҡыуҙа ла артта ҡалманылар, тәртиптәре лә ныҡлы булды. Бына шуларҙы уйлап ятты Мөхәмәтдин. Һикһән йыл ни бик күп кеүек, ләкин һикһән көн кеүек кенә иҫтә ҡалған, үҙең барып етһәң күп тә түгел икән шул. Һаулығың булһа йәшәгәндән йәшәге килеп тора. Тора-бара йөрәк тынысланды, шикелле, ыңғай ғына һуғып алып киткәндәй булды, өшөүе үтеп китте, уны яйлап йоҡо баҫты.
Тағы өс сәғәттәй ваҡыт үтте, буғай, төш етте. Ҡатын-ҡыҙҙар йүгерешеп йөрөп өҫтәл әҙерләнеләр, булған ашамлыҡтарҙы теҙҙеләр, шампанскиҙы иң уртаға ултырттылар һәм бындай оло тантана мәжлесен асырға булдылар.
Сәлимә Мөхәмәтдинде уятырға, тип йоҡо бүлмәһенә ашыҡты. Уның ҡапыл ҡысҡырған тауышын ишетеп ултырғандар һағайҙы, аптыраны, Мәҙинә ҡыҙы йөҡо бүлмәһенә ҡарай йүгерҙе. Ул арала әсәһе кире килеп сыҡты ла ҡолаҡ ишетмәҫтәй хәбәр һалдырҙы:
- Атайығыҙ беҙҙе ташлап киттте бит, - тип әрнеүле һәм көсһөҙ тауышы менән бышылданы, хәле бөтөп торған урынында шунда уҡ ултыра төштө. Артабан өй эсендә ығы-зығы, илаш башланып китте, берәүҙәр атай яғына ынтылды, икенселәр әсәһе тирәһендә өйөрөлдөләр, ярҙам машинаһы саҡырттылар, ләкин ул килеп китеүҙән бер фәтеүә лә булманы.
Бына шулай итеп, тормош йүнәлеше ҡырҡа икенсе яҡҡа боролош алды. Хәҙер инде инде яратҡан атаны, ғаилә башлығын, немец фашистарын өңөнә тиклем ҡыуып индереп тар-мар иткән яугирҙе, ауылдың күренекле аҡһаҡалын һуңғы юлға оҙатыу мәсьәләһе кинәт кенә ҡалҡып килеп сыҡты.
Бәлки, был юлы Хоҙай Тәғәлә яугирҙең һуңғы сәғәттәре мәшәҡәтле булмаһын тип, китәсәк кешенең яҡындарын бергә йыйғандыр, ойошторғандыр, осраштырғандыр, ризалыҡтарын алғандыр.
Бына шулай итеп, был донъяла булған ауырлыҡ-шатлыҡтарҙы үткәреп, иманын ташламаған, бар бурыстарын намыҫ менән үтәп бөткән теүәл һикһән йәшлек әҙәм балаһы ыҙаламай ғына мәңгелек донъяға юл алды.
Эйе, бер хәл дә ҡылып булмай, тыуымдан ҡалмағас, үлемдән дә ҡалып булмай инде ул...
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас