+19 °С
Дождь
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Мая 2022, 11:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АЛТЫН ТӘҢКӘ Хикәйә

Беренсе бүлек Хәҙерге хеҙмәтләндереү баҙарында кешенән аҡса һығыу өсөн нимәләр генә уйлап тапмайҙар! Зәкинә бында осраҡлы ғына килеп эләкте. Ауылынан әсәһе хат яҙып ебәргән. Алтын-көмөштән яһалған иҫке ҡомартҡыларҙың хаҡын билдәләй торған ойошма бар икән. Олатаһынан ҡалған бер алтын тәңкәһе ятҡан. Шуларға күрһәтеп, хаҡын асыҡлап, аҡсаһын ике ҡыҙына бүлеп бирергә ҡарар иткән. Зәкинә  ишек аша ҡыйыу ғына үтеп барып керһә, “Икенсе бәхет” тигәненә барып юлыҡты. Күреп ҡалыу менән, ҡыуанып ҡаршы алдылар, үҙе һымаҡ өс ҡатын эргәһенә ултырттылар, сәй ҡойоп бирҙеләр, ғүмерҙә ишетмәгән маҡтау һүҙҙәре яуҙырҙылар. Быға тиклем бындай иғтибарҙы күргәне булмаған ҡатын ирене лә төштө. Кем әйтмешләй, күҙ менән ҡаш араһында уларҙыҡы булды ла ҡуйҙы. “Икенсе бәхет” тигәндәре ирҙән айырылған ҡатын-ҡыҙҙы бәхетле итеү, йәғни кейәүгә биреү һымаҡ сетерекле мәсьәләне үҙ өҫтөнә алған, имеш.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ   АЛТЫН ТӘҢКӘ  ХикәйәРәлиф КИНЙӘБАЕВ   АЛТЫН ТӘҢКӘ  Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АЛТЫН ТӘҢКӘ Хикәйә

Юҡ, әлбиттә, буш түгел, табырһың хәҙер аҡсаһыҙ эште. Паспортын һорап алдылар, килешеүен төҙөнөләр, өс меңен түләттеләр, маҡтай-маҡтай, алдына ҡатын эҙләүсе ир-егеттәрҙең мәғлүмәттәрен сығарып һалдылар. Һай-һай-һай! Ниндәйе генә юҡ! Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙарға ирҙәр етмәй, тип зарланған булабыҙ. Шыпа дөрөҫ түгел. Бына улар – өйөрө менән йөрөп ята, һәүеректәр. Оҡшағанын һайлап ал. Һис юғы, таныш, мөмкинлектәреңде барла.

Ҡуй инде, башы әйләнеп, аңды-тоңдо белмәй, әсәһенең йомошон да, алтын тәңкәһен дә онотоп, ике сәғәтләп һайланды ла ҡуйҙы. Юҡ, былар ныҡтан тотонған. Ана бит, бынау йәш ҡыҙҙарының теле телгә йоҡмай. Нимә тигән була бит әле!

– Һеҙ бындай бәхеткә күптән лайыҡ. Күпме һалҡын юрған аҫтында мендәр ҡосаҡлап ятырға була? Илдең демографик хәле ҡатмарлы, һеҙ үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ. Бының өсөн күп кәрәкмәй. Үҙегеҙгә оҡшаған ирҙе һайлап алаһығыҙ ҙа уның менән мөнәсәбәттәрегеҙҙе рәсмиләштерәһегеҙ. Бөгөн һайлаһағыҙ, иртәгә, иртәгә һайлаһағыҙ, иртәгәнән һуң һеҙҙең эргәгеҙҙә Филипп Киркоров һәм Руслан Ғиззәтуллин һымаҡ баһадир күҙҙәрегеҙгә генә ҡарап торасаҡ, күңелегеҙҙе күрәсәк.

Әүрәне лә ҡуйҙы Зәкинә, ҡаршы килә алманы. Иртәгә кис буш ине, биш мең ҡушып түләне лә билет һатып алды.

Иртәгәһен таң менән тороп, бөҙрәханаға барып, прическа эшләтеп, сәсен рәтләтеп, кейемен ҡараштырып, киске клубҡа барғайны, икенсегә бәхет эҙләп килгән төрлө  кимәлдәге һәм күләмдәге ҡатындар, ирҙәр араһында ирене лә ҡуйҙы. Бер бейеп алғас та, кәйефе  яҡшырҙы, һыуһап китте, бер стакан һыу алып эскәйне, күңеле тамам күтәрелде, башҡаларға ҡушылып, әүрәгәндәй булды. Тамам сиселде, бер нисә күрмәлекле генә ир-ат менән танышып өлгөрҙө. Берәүһен кире ҡағырға булды, өсөнсөһө менән арыраҡ мөйөштә аҡрын бейеүҙә үҙенең мөмкинлектәрен күрһәтте.

– О! Һеҙ, ҡош мамығы һымаҡ, еңел  икән, – тип маҡтаны теге ир, – хатта һеҙҙе йөрөтөүе еңел. Мин – Әғләм. Һеҙҙең исемегеҙ нисек? О, Зәкинә! Ниндәй матур исем! Беренсе тапҡыр ишетәм.

Улар һайланып торманы, бер-береһен оҡшатҡандай булдылар. Ҡайтырға сыҡҡанда ойоштороусылар алдағы көндәргә лә билет һоноп булаша ине, Зәкинә тағы берҙе һатып ала яҙҙы.

– Мин килә алмайым, – тине Әғләм.

– Ни эшләйһең, әллә эшкәме? – тип ҡыҙыҡһынды Зәкинә.

– Мин тағы килеүҙән, билет алыуҙан, аҡса түгеүҙән фәтүә күрмәйем. Дөрөҫ аңлаһам, һеҙ миңә битараф түгел. Мин инде һеҙҙе миңә ҡарата аныҡ фекергә килгәнһегеҙҙер, тип уйланым, – тине Әғләм шаҡтай иҫке кәпәсен ҡулында йомарлап, – мин, әгәр һин риза булһаң, һинән башҡаны эҙләп йөрөмәҫкә ине.

Бәй, был үҙенең Зәкинәне оҡшатыуын аңлатырға тырыша түгелме һуң? Ҡатын өндәшмәне. Ҡырҡ йәшең тулып барғанда һайланыу урынһыҙ, баш тартыу уңайһыҙ һымаҡ. Автобусҡа ултырҙылар, телефондарын алыштылар, хатта Әғләм Зәкинәне йәшәгән йортоноң ишек алдына тиклем оҙатып ҡуйҙы. Хушлашыр алдынан Әғләм баҙнатһыҙ ғына итеп:

– Ошо йортта йәшәйһегеҙ икән. Нисәнсе ҡат? – тип һораны.

– Эйе, ошонда. Өсөнсө ҡат, ун икенсе фатир.

– Иртәгә ҡайҙа осрашырбыҙ икән? – тине Әғләм. – Бәлки, бөгөн үк сәйгә саҡырырһың?

Был яҡтан Зәкинәнең тәжрибәһе әллә ни юҡ. Ҡапылда фатирына һөйрәкләй башламаһа ла, саҡырып ҡуйһа, үҙен бик әрһеҙләп тормаһын әле. Көтһөн, йөрөһөн, үҙен күрһәтһен. Ана, ҡара, танышыуҙарына 4–5 сәғәт, ә ул ир, хужаһыҙ эт һымаҡ, ҡатынға һыйынып уҡ килә. Күренеп тора, тәрбиә һәм ҡәҙер-хөрмәт күргәнгә бик оҡшамаған.

Иртәгә театрға барырға килештеләр. Бик оҡшатып ҡайттылар. Тамашасылары ла байтаҡ ине. Зәкинә шуға иғтибар итте: күбеһе ҡатын-ҡыҙ икән. Эйе, үҙе һымаҡ, яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ. Хәйер, туҡта әле, Зәкинә ни эшләп яңғыҙ булһын? Һис тә бер үҙе түгел, матур ғына, ҡалын ғына, күрмәлекле  генә ир менән.

Ишек төбөндә кисәге хәл  тулыһынса ҡабатланыр ине, әгәр Әғләм, әрһеҙләнеп, сарсағанмын, бер шәшке  генә сәй, тип фатирға килеп кермәһә.

Икенсе бүлек


Шулай итеп, был  ир беренсе тапҡыр Зәкинәнең тап-таҙа ғына иҙәненә аяҡ баҫты. Уның уң аяғындағы тишелеп барған ойоғо, баҙнатһыҙ ғына итеп, тегендә-бында үрелеп ҡарауҙары, аш бүлмәһе яғында бесәй тып итеп һикереп төшкәс, һиҫкәнеп ҡуйыуҙары – барыһы ла ҡатын өсөн ҡыҙыҡ һәм сәйер ине.

Ултырҙылар. Сәйҙәрен ҡойҙолар. Был яҡтан, әлбиттә, Зәкинәнең тәжрибәһе бар. Ир-ат затын һынауҙың бөтә ысулдарын уҡ булмаһа ла, бер нисәһен белә. Мәҫәлән, барыһының да үҙәгенә үткән, миктәткән әлеге лә баяғы шайтан һыуы тулы шешә менән нәфсеһен тикшереп ҡарау. Зәкинәнең бер һүҙ өндәшмәй эргәләге диван артынан шешәне сығарып ултыртыуы булды, эйе, ултыртты ғына, асырға ла, эсергә лә тәҡдим итмәне, Әғләм тәүҙә һиҫкәнде, урынынан тороп уҡ баҫты һәм, шайтандың үҙенең ауыҙына килеп эләккән һымаҡ, “юҡ!” тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был “юҡ!”та асырғаныу ҙа, үкенес тә, инәлеү ҙә, хатта янау ҙа бар ине. Йән асыуынан сыҡҡан был “юҡ!” Зәкинәнең дә барлы-юҡлы өмөтөн иҙәнгә төшөрҙө һәм селпәрәмә килтереп юҡҡа сығарҙы.

– Юҡ!

Зәкинәме һуң инде бындай янауҙарҙы һәм асырғаныуҙарҙы ишетмәгән ҡатын! Атаһы мәрхүм эсеү менән мауыҡһа, Зәкинәнең йөрөгән егеттәре лә, бергә  йәшәштереп ҡараған ирҙәре лә шешә төбөнән алыҫ китмәне.

Ә сәйҙе Әғләм рәхәтләндерҙе инде. Әллә өстө, әллә дүртте бушатты.

Икенсе көнөнә кис Әғләм, ике ҙур сумаҙан, ике ҙур тоҡ күтәреп, күсенеп килде. Йома көн ошондағы яҡындарын йыйып, дуҫтарын саҡырып, никахын да уҡыттылар. Ярай, Зәкинәнең алдан әҙерлеге бар ине. Өҫтәлде мул итеп ҡорҙо. Табын һуңында барыһы ла уларға бәхет, һаулыҡ теләп, һыйлағандары өсөн рәхмәттәр уҡып ҡайтып китте. Шулай Зәкинә менән Әғләмдең ғаилә усағы әллә ни быҫҡымай, артыҡ төтәмәй, һауыт-һабаны шалтыратмай башланып китте.

Һиҙелер-һиҙелмәҫ көс һынашыу әллә ни ҙурға китмәне. Бая иҫкә алған шешә һәм уға Әғләмдең хис-тойғоло ҡаршылығы үҙ раҫлауын тапты.

Аҙаҡ ир һөйләүенсә, ул элек ғәләмәт ныҡ эскән икән. Эсмәҫ ине, эше шулайыраҡ булған. Үҙең беләһең, төҙөлөштә эсмәйенсә эшләп буламы һуң инде? Треста иң көслө ташсыларҙың береһе икән ул үҙе. Министрҙарға өй, һарай ҙурлыҡ коттедждар, гараждарҙы ул төҙөгән. Аҡса менән түгел, күберәк шешә менән хисаплашҡандар. Әғләм шулай өйҙәр төҙөй торғас, эскегә һалышып киткән. Ҡатын, ирҙең ҡытыршы ҡулдарына, уйнап торған мускулдарына ҡарап, һөйләүен-һөйләйһең дә ул, баҡса өйөнә мең кирбес алғайным, яйын табып, шуны нисек төҙөтөп ҡуйырға икән, тип уйлап ҡуйҙы. Беренсе май алдынан барып, баҡсаны ла күреп килделәр. Яңғыҙ ҡатын ни, өйрәнгән баш тигән һымаҡ, килеп етеү менән бәләкәй генә будкаһын асып, кәрәк-яраҡтарын алды ла бер һүҙ өндәшмәй эшкә тотондо. Ә теге ир нимә эшләһен инде? Тирә-яҡта тормош ҡайнап тора, барыһы ла эшләй. Ул ғына тик торһонмо? Бер галуш табып, Зәкинәнең иҫке трикоһын кейеп, көрәккә тотонорға мәжбүр булды. Ял  да итмәй тип әйтерлек, баш баҫып, кискә тиклем эшләнеләр ҙә ҡуйҙылар . Әғләм былай эшкә ныҡ икән. Баҡсаны ҡаҙып бөтә яҙҙы, ике көрәк һындырҙы. Ҡайтып китер алдынан яйлап ултырып, тағы сәй эстеләр, ашанып алдылар.

Зәкинә, кирбестәргә күрһәтеп, ниндәйҙер йәшерен өмөт менән иргә ҡараны ла:

– Быларҙы нишләтермен икән? – тип ҡуйҙы.

– Ә нимәгә алғайның уны? – тип ҡыҙыҡһынды ир.

– Ана, кешеләр нимәләр төҙөй, – тип тирә-яҡҡа күрһәтте ҡатын.

– Мәскәү ҙә бер көндә төҙөлмәгән, – тине Әғләм. – Берәй нәмә төҙөрбөҙ. Алда ғүмер бар бит әле.

Һөйләшеү шулай тамамланды. Алда тамамланмаған яҙ, башланмаған йәй тора. Яҙған булһа, бәлки, йорто ла төҙөлөп ҡуйыр.

Алмаш-тилмәш тәүҙә Әғләмдең тыуған яғына, шунан Зәкинәнең ауылына барып ҡайттылар. Тәүге һынау шулай уңышлы ғына үткән һымаҡ булды. Артабанғы тормош нисек булыр, уныһын әле берәү ҙә күрәҙәләй алмай.

Зәкинә көн һайын ниндәйҙер бер асыш яһай, аҡрынлап ирҙе өйрәнеүен дауам итә. Уныһы әллә ни сер һандығына оҡшағандай түгел. Ләкин кеше ҡарбуз түгел шул, ниндәй икәнлеген ярып ҡарап белеп булмай. Ана, ҡырҡар-иллешәр йыл йәшәп тә, бер-береһен аңлай алмағандар донъя тулы. Ә ҡатын-ҡыҙ бик ҡыҙыҡһыныусан. Был тойғо Зәкинәгә лә ят түгел. Уның да эргәһендә ятҡан ире хаҡында күберәк белгеһе, уны аңлағыһы килә. Ә уныһы инде, әйтерһең, ниндәйҙер бер ҙур, ҡатмарлы, бер дәүләт кимәлендәге  сергә хужа һәм ул уны берәү менән дә уртаҡлашмаҫҡа, киреһенсә, ныҡ итеп һаҡларға тейеш.

Күсенеп килгән сағында әйберҙәрен урынлаштырған Зәкинә шуға иғтибар итте: кейем-һалымы йыуылған, бөхтә һәм ҡараулы. Һәр хәлдә яңғыҙ йәшәгән йәки урамдан килеп ингән кешенекенә оҡшамаған. Күңелендә шик-шөбһә бар ҡатындың, ләкин ир һынлы ирҙән, күҙҙәренә ҡарап, быларҙы кем йыуып үтекләне, тип һорап булмай бит инде. Йә үпкәләп ҡуйыр, йә ҡыҙып китер, йә тауыш күтәрер.

Әғләмдең тағы бер сифаты аптырата: ул һөйләшмәй. Исмаһам, бер ауыҙ һүҙ әйтһә. Иртәнән алып кискә тиклем ярым йылмайып, шым ғына үҙ яйына тик йөрөй. Зәкинә тағы бер һыҙатына иғтибар итте: ир самаһыҙ тип әйтерлек һаҡсыл. Әллә нисә көн ҡатып ятҡан икмәк һынығын да ташламай, сәйенә ҡалаҡ ярым шәкәр болғатып, икмәк ҡатыһын ҡушып, эсеп ҡуя. Ә был сифаты, мәҫәлән, Зәкинәгә оҡшап етмәй. Икмәк ҡатыһын ебетеп ултырырға аслыҡ йылдары түгел дә инде. Кем белә, бындай сифаттар, бәлки, ғаиләлә алған тәрбиәнән киләлер. Эйе, күмәк үҫкәндәр, бер ғаиләлә унлап бала. Өлкәндәре интернатҡа ҡасып ҡотолған, ә Әғләмгә өйҙә барлыҡ ауыр эште күтәрергә тура килгән. Ярай, икмәккә һаҡсыл  мөнәсәбәттән әле берәүҙең дә зыян күргәне юҡ, үҙ ыңғайына йөрөһөн тип, ҡул  ғына һелтәне хужабикә.

Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра, тигән һымаҡ, әле беҙ һеҙгә ғаиләнең аҡсаға бәйле һынауҙы нисек үтеүҙәрен күрһәтмәнек.

Социологтар билдәләүенсә, ғаиләлә аҡса менән бәйле  мөнәсәбәттәр хәл иткес әһәмиәткә эйә һәм ҡайһы ваҡыт һынауҙы үтә алмау осраҡтары теркәлә. Шул сәбәпле  ғаиләләр тарҡала, ир – ҡатынды, ҡатын ирҙе ғәйепләй. Әле быға тиклем был мәсьәлә ул тиклем киҫкен тормағас, йәғни низағҡа, һис юғы бәхәскә урын ҡалмағас, уға ҡағылмағайныҡ. Ә аҡса менән һынау, уны көйләү һәр ғаилә өсөн нигеҙ булып тора. Боронғо мәҡәлдә әйтелгәнсә, бал  тиһәң, бер кәмей, бармаҡ тыҡһаң, ике кәмей, тигән һымаҡ, ир менән ҡатын аҡса мәсьәләһен үҙ-ара тыныс һәм бер ниндәй тетрәнеүһеҙ хәл итте. Ләкин бер көн отпускыға йыйынған Зәкинә былтырғы эш хаҡын, Әғләмде өйгә индергәндән һуң күргән сығымдарын, килемдәрен арлы-бирле генә иҫәпләштереп ҡарағайны, һай-һай-һай, оло-ҡара  дефицит асыҡланды, хатта башы әйләнеп китте. Иҫәп-хисапҡа яңынан тотондо һәм, юҡҡа иҫәпләне, юғалтыуҙарҙың ике тапҡырға артыуын теркәне. “Туҡта, сәй эсеп ал, иртәгә тағы һанарһың, – тип тынысландырҙы ул үҙен. – Эйе, хәҙер һин бер үҙең түгел, һеҙ хәҙер икәү”. Ғаилә хужалығын тәьмин итеүҙә ирҙең ҡатнашлығы юҡ кимәлендә. Көн һайын һатып алынған икмәктән алып фатир өсөн, өйҙө йылытыу һәм эҫе һыу өсөн барлыҡ түләүҙәр һинең иҫәптән сыға. Ә был ир хужалыҡ өсөн тулы булмаған ярты йылда нисә һум бүлде һуң әле? Зәкинә бик оҙаҡ, көсөргәнеш менән хәтерендә ҡаҙынды һәм 8 Мартҡа алынған һулып барған һары ләләләрҙән, шампунь менән дезодоранттан башҡа бер нәмәне лә иҫкә төшөрә алманы.

– Бәй, – тип маҡтаны  ул үҙен, – һинең фатирың гуманитар ярҙам күрһәтеү үҙәгенә әйләнгән түгелме һуң?

Ул ғына етмәне, “Икенсе бәхет” йәмғиәтенән шылтыраттылар һәм нисек йәшәүҙәре менән ҡыҙыһындылар. Тәжрибә уртаҡлашырға саҡырҙылар.

Ул арала булмай, йылмайып, күҙҙәре янып, Әғләм ҡайтып керҙе. Уға ла шундай уҡ смс килгән, уға оҡшаған һәм барырға, маҡтанырға теләге юҡ түгел.

 

Өсөнсө бүлек

 

Зәкинә ҡат-ҡат иҫәпләне лә әлегә һығымталарҙы иғлан итмәҫкә булды. Инде йоҡларға ятҡайнылар, Зәкинәнең хәтеренә ҡылт итеп теге алтын тәңкә килеп төштө. Бәй, соҡондо-соҡондо, шунда ғына ята ине, алтын тәңкә юҡ та баһа! Аҡсаны ҡарайым тип, ирҙең ҡосағынан һыпырылып сыға яҙҙы. Юҡ, ире ысҡындырырға уйламай, ҡыҫып ҡосаҡлаған да һурып үбә. Үҙегеҙ беләһегеҙ, бындай ваҡытта һыңар алтын тәңкә түгел, тоҡсайы менән ятһа ла, ымһындырырлыҡ башҡа эштәр етерлек. Йоҡлап киткәс тә алтын тәңкә төшөнә инеп йонсотто Зәкинәнең. Үҙе лә бер ҡатлы инде, өйөндә шыпа ят булмаһа ла, үҙе арлы-бирле генә белгән ир. Шуға ышанып, күренеп торған ерҙә иң затлы әйберҙәрен һаҡлай.

Иртәрәк торҙо, шифоньерын шым ғына асып, теге алтын тәңкәне эҙләне. Ҡат-ҡат тикшерҙе, аҫтын-өҫкә килтерҙе, ләкин әсәһенең ҡомартҡыһы, апаһы менән икәүләп бүлешәһе алтын тәңкә урынында юҡ ине.

– Нимә эҙләйһең? – тигән аптыраулы тауышҡа Зәкинә шифоньер эсенә ҡолай яҙҙы.

– Эҙләмәйем, – тип әйтә алды ҡалтыранған ҡатын. – Кейем алам.

Ғәҙәттәгесә, бер-бер артлы йыуынып сыҡтылар, кейемдәрен кейеп алдылар һәм икеһе ике яҡҡа эшкә киттеләр.

Эшкә тиһәң дә, Зәкинәлә эш ҡайғыһы юҡ ине. Алтын һынлы алтын тәңкә юҡ булһын әле! Ниндәй хеҙмәт ҡайғыһы булһын? Бөгөнгөләй хәтерләй: алтын әйберҙәргә баһа бирә торған урынға барҙы, уны табам тип, “Икенсе бәхет”кә барып юлыҡты. Әғләм менән дә шунда танышты. Тормошона ир керҙе, бөтәһе лә яҡшы, үҙе бәхетле, донъяһы түңәрәк һымаҡ. Кинәнеп йәшә лә бит, әлеге алтын тәңкә юғалып эште уйҙы. Әсәһенең ваҡытһыҙ шул алтынды тоттороп ебәреүен әйт. Полицияға әйтеп булмай, улар ҙа айышына төшөнөп тормайынса өйҙөң аҫтын-өҫкә килтерер. Иренең кем икәнлеген асыҡлай башлар. Әлбиттә, уның кеҫәһенәнме, ҡайҙан да булһа табырҙар һәм Әғләмде ғәйепле тип иғлан итерҙәр. Инде өйрәнеп киткәндә генә, ирле булдым тигәндә, бер тәңкә арҡаһында юғалтҡыһы килмәй бит әле. Кем белә, бәлки, тәңкәһе шунда яталыр. Ҡараңғыраҡ ине, утты яҡтыртып тормағайны. Тәңкәгенәһе шунда юғалып яталыр, моғайын. Бына бөгөн эштән иртәрәк ҡайтыр, шифоньерын ентекләп ҡарар, килеп сығыр әле.

Зәкинә эштән бер сәғәт алда һорап китте. Начальнигы, донъя күргән ҡатын, хәйләкәр генә йылмайып, рөхсәт итте.

– Ваҡыт инде, ваҡыт, тиҙҙән берәй бәпес алып ҡайтырһың әле, – тип хуплауын белдерҙе, үҙенсә дәртләндерҙе.

Зәкинә үҙе лә ҡаршы түгел декрет ялына китергә. Өйөнә килеп тә инде, затлы әйберҙәрҙе һалған урынды нығытып ҡутарыуға, тып итеп тәңкәһе килеп тә төштө. Әйләндереп-әйләндереп ҡараны, шул  да һымаҡ, түгел дә һымаҡ. Барыбер бер тимер киҫәге инде. Йә инде, ошоноң арҡаһында ирен юғалта яҙҙы. Ярай үҙе һабыр, тауыш күтәрмәне, асыҡлай башламаны. Бына бит, аҡса урынында ятҡан.

Зәкинә яңынан иҫәпләргә ултырҙы. Иҫәпләй-иҫәпләй шуға төшөндө: күпме генә иҫпләмә – аҡса етмәй. Етмәгән аҡса хатта теге алтын тәңкә эргәһендә буйтым булып күренә. Ҡара көнгә тип йыйғылаштырған аҡса бит ул. Быныһы инде Зәкинәне тамам уйға һалды. Фатирға түләү, сүп-сар өсөн хисаплашыу, эҫе һыу, һалҡын һыу, күпме генә иҫәпләмә – барыбер сыҡмай.

Зәкинәнең кәйефе төштө. Әғләмдең шәкәрле  сәйгә ҡатҡан икмәк ебетеп ултырған сағы күҙ алдына килде. Бик ауыр йәшәгән, аҡсаның, кейем-һалымдың ҡәҙерен белә. Әллә, ысынлап та, Зәкинәнең аҡсаһын урлай микән? Ул тиклем аҡсаның юҡҡа сығыуы мөмкин түгел. Әллә карталағы аҡсаһын алып, дөрөҫ эшләмәнеме икән? Быға тиклем иптәштәренең, картанан аҡсаны һүтеп алалар, үҙең дә белмәй ҡалаһың, тип һөйләгәндәренә ышанып, аҡсаһын ваҡыт-ваҡыт тиреп ала торғайны. Әллә шунда алданды микән? Шул тиклем аҡсаның картаны хеҙмәтләндергәндә юҡҡа сығыуы мөмкин түгел.

Икенсе көнөнә Зәкинә банкҡа китте. Ундағы халыҡты оторһоң, буғай. Уларҙың иҫәбенең осо осҡа ялғанып тора. Айҙыҡын айға тиреп барған икән Зәкинә.

– Ә ниңә һеҙ аҡсағыҙҙы алып тораһығыҙ? – тине береһе аптырап. Зәкинә: “Аҡсам юғалыуҙан ҡурҡам”, – тип әйтмәне.

– Сығымдарым күбәйем китте, шуның өсөн алдым, – тип алдаштырҙы.

Ашанылар, тағы йоҡларға яттылар. Зәкинәнең кәйефе төшкәндән-төштө. Белһәң ине, ҡайһы арала тора һалып, уның аҡсаһына ҡулын һуҙа икән? Эх, шул ваҡыт һағалап тороп, арттан ғына берҙе елкәһенә биргәндә!

Ята Зәкинә. Йоҡларға итә, йоҡоһо килмәй. Етмәһә, ире тағы һырпаланып килә.

– Бөгөн үҙемде насар тоям, – тип саҡ ҡотолдо. Былай күндәм үҙе, һыйына биреберәк йоҡлап та китте.

Зәкинәлә йоҡо ҡайғыһы юҡ. Эргәңдә ирең ята. Көн һайын аҡсаң юғала. Ни йәнең менән йоҡлап ятмаҡ кәрәк? Ул тиклем аҡсаны ҡайҙа ҡуя икән? Үҙенең бер тинен дә күрһәткәне юҡ. Зәкинәгә тамам һалышып алды. Бына, ниһайәт, уның да эргәһендә тере альфонс ята. Альфонстың да ниндәйе бит әле, аҡса урлай торғаны! Эх, үҙен төрткөләп төшөрөп ебәргәндә! Юҡ, өндәшмәй Зәкинә, шым ята. Күңеле  менән һиҙә, хәҙер нәмәлер булыр һымаҡ.

Зәкинә әллә ойоно, әллә йоҡлап китте, әллә быуылды инде. Юҡ, баҫлыҡты буғай. Ә ире нимә эшләй? Аһ, ҡәбәхәт, торҙо түгелме һуң? Торҙо был, торҙо. Туҡта, әллә нимәлер һиҙендеме икән? Зәкинәгә һыйынып, кире ятты. Әллә тағы йоҡлап киттеме? Йоҡлай һиңә, көтөп тор, ана, торҙо. Торҙо ла теге яҡҡа сыҡты. Ҡара, утты ла яҡтыртмай бит әле. Әллә фонарь тотто микән? Ут ялпылдағандай булды. Әһә, телефонының фонары бар.

Зәкинә шул секундта уянды, эргәһендә ире юҡ. Хәҙер йылылай ғына тотоп, полиция  саҡыртып, үҙен рисуай итеп, бар нәмәһен тартып алып, ҡыуып сығармаһамы?! Һикереп торған ыңғайы йәшен уты һымаҡ теге яҡҡа атылып сыҡты, шифоньер ишеген барып тотто. Аһ, быныһы ябыҡ та инде. Утты яндырған ыңғайы ванна бүлмәһенән, эшен бөтөрөп, Әғләм килеп сыҡты.

– Ни булды, Зәкинә? – тине ул аптыранып.

Зәкинә ишектәре ябыҡ шифоньерға, унан Әғләменең ҡулдарына ҡараны ла:

– Нимә булһын? Бер нәмә лә булманы, – тип яуап бирҙе.

– Әллә тағы берәй нәмәңде юғалттыңмы?

Зәкинә өндәшмәне. Нимә юғалғанын ул ҡайҙан белә икән? Нимә тип яуап бирергә? Белгән һымаҡ һорай бит әле ул, тағы нимәң юғалды, ти бит. Сәйер генә итеп тәңкә юғалғайны, үҙе тағы табылды. Әллә күпме аҡса юғалғайны, ҡайҙа икәнлеген берәү ҙә белмәй. Ә быныһы, йәнде көйҙөрөп, тағы нимәң юғалды, тип торасы. Әллә үсекләшә инде? Зәкинә аптыраны, иренең ҡулдарына ҡараны, ышанмаған һымаҡ, шифоньерҙы тағы тартты. Ишеге асылды, ҡағыҙҙары ла, аҡсаһы ла урынында ята һымаҡ.

– Әйҙә, ятайыҡ, йоҡлайыҡ, – тине ҡатын.

– Һин насар йоҡлай башланың шикелле, – тине ире. – Бәлки, табипҡа күренергә кәрәктер?

Йоҡларһың буғай. Разбуй ҡысҡыраһы ғына ҡалды. Халыҡтың оятһыҙлығына ғәжәп итерһең – ҡара көнгә генә тип йыйған аҡсаң юғалһын әле. Әсәһе лә шулай тине: “Бына, ҡыҙым, һеҙгә тәңкә. Атайым ҡара көнгә тип тотҡайны, олатайым ҡалдырған. Ул көн килер, асығып йөрөмәгеҙ, икмәккә алыштырырһығыҙ”, – тигәйне. Был ирен ҡайҙан килтереп керетте. Ай, донъялар, бер кемгә ышаныс юҡ.

– Һиңә табипҡа күренергә кәрәк, – тине Әғләм. – Иртәгә барып кил.

Шым ғына тыңлай Зәкинә, Әғләмдең һүҙҙәре бер ҡолағынан керә, икенсеһенән сығып тора. Табип ҡайғыһы түгел шул. Быныһының ҡатынды хәстәрләгән булып, өгөтләп ултырыуын әйт. Һинән башҡа белмәйҙәр ине, ти. Ана, начальнигы ла көлөмһөрәп ултырып ҡалған булды.

Икенсе көнөнә Зәкинә туп-тура табипҡа йүнәлде.

 

Дүртенсе бүлек

Сират та ҙур түгел икән, биш кеше көтә ине. Берәүһе, сираты еткәс кенә, инеп тә тормайынса, тыҡылдата баҫып, сығып китте. Зәкинәнең ашығыр ере юҡ, көттө, керҙе, ҡаралды. Табип таныш булмаһа ла, үҙе өсөн бер нисә һорау биреүҙе кәрәк тип тапты.

Әле автобуста ҡайтып килгәндә лә ҡатын үҙенең хәле тураһында ентекләп уйлана. Эйе шул, бәхеттең тулылығы өсөн ир генә етмәй. Бала кәрәк. Тик әлеге Әғләм менән донъя көтөүҙәренең ышанысһыҙ булыуы, был ирҙең үҙен йомоҡ тотоуы уйландыра һәм икеләнергә мәжбүр итә. Юл ыңғайы әхирәте Гөлзифа иҫенә төштө. Икенсегә бала ҡарап ята. Шуға инеп сыҡһа, нисек булыр икән?

Автобустан төшөп ҡалды ла Зәкинә әхирәте йәшәгән ергә китте. Ул йәшәгән йорттоң эргәһенән үтеп бара ине:

– Зәкинәү! – тип өндәштеләр. Тегендә ҡарай – күренмәй, бында ҡарай – күренмәй. Тағы өндәштеләр:

– Зәкинә!

Иғтибарлап ҡараһа, эргәләге балалар майҙансығында әхирәте үҙе ултыра, имеш. Эргәһендә – балалар коляскаһы.

– Ҡайҙа китеп бараһың? – тип аптыранды әхирәте.

– Һиңә килә инем, – тине Зәкинә, әхирәтенең балаһына ҡарап.

Ултырҙылар, хәл-әхүәл белештеләр, таныштарҙы барланылар.

– Һин бит кейәүгә сыҡтың, ирең нисек? – тип һорашты Гөлзифа.

– Йәшәйбеҙ инде, – тип күңелһеҙ генә ҡул һелтәп ҡуйҙы Зәкинә.

– Эсәме?

– Юҡ, эсмәй.

– Аллаһым, әллә туҡмаймы?

– Юҡ шул, бәлки, туҡмаһа, еңелерәк булыр ине.

– Эсмәгәс, туҡмамағас, һиңә тағы нимә кәрәк?

– Бер нәмә лә кәрәкмәй, – тине Зәкинә. Ентекләп, өйҙәге хәлдәрҙе, аҡса менән бәйле шик-шөбһәләрен һөйләп бирҙе. Тик аҡсаһын бер аҙ кәметеберәк күрһәтте.

– Шул егерме мең өсөн тауыш сығарырға итәһеңме? – тине Гөлзифа, әхирәтенә ҡарап.

– Егерме мең булһа ла аҡса бит әле ул.

– Эйе, ҙур аҡса. Ләкин тауыш сығарыу хаҡына торошло түгел. Бәлки, берәйһенә ярҙам иткәндер. Нимәгә йыя инең ул аҡсаны?

– Ҡара көнгә булыр тип тотҡайным.

– Ҡараңғыға тип тотҡан берәү, яҡтыға ҡарап йәшәргә кәрәк.

– Әтеү, егерме меңде ҡайҙа ҡуйҙың, тип һорайыммы?

– Һорама, онот, күрмәмеш бул.

– Ярай әтеү, онотормон. Тағы нимә эшләйем?

– Үҙ ағышына ҡуй, – тине Гөлзифа. – Был донъяла күберәк юғалтырға мөмкин. Ҡасан өйләнештегеҙ әле?

– Оҙаҡламай бер йыл була инде.

– Әҙерәк икән шул, – тип һығымта яһаны әхирәте. – Ҡотолоп бөтмәгәнһең икән әле.

– Нимәнән ҡотолмағанмын?

– Нимәнән булһын? Үҙеңдең элекке статусыңдан.

– Ә минең статус ниндәй ине?

– Шуны ла белмәйһеңме?

– Белмәйем шул.

Әхирәте тын ҡалды, бер аҙ һынаған һымаҡ Зәкинәгә ҡарап торҙо.

– Унан ҡотолоу еңел түгел  шул. Мин үҙем саҡ ҡотолдом.

– Әйт әле, нимәнән ҡотолорға һуң?

– Тик үпкәләмә, әхирәт, – тине Гөлзифа. – Һиңә лә, миңә лә, нисек әйтергә, бер аҙ һуңларға тура килде. Кейәүгә һуңлап сыҡҡан ҡыҙҙарҙы нисек атағандарын беләһеңдер.

– Беләм, – тине Зәкинә уҫал ғына итеп.

– Белгәс, тыңла. Беҙҙең һымаҡтарға үҙеңде бәхетһеҙ итеп тойоу хас. Беҙ үҙебеҙҙе рәнйетелгән, бәхеттән мәхрүм ителгән итеп һанайбыҙ. Шуға беҙгә был статустан ҡотолорға кәрәк. Үҙеңде ҡарт ҡыҙ тип түгел, йәп-йәш, яратҡан, яратылған, бәхеткә лайыҡ итеп той. Шунан тағы бер кәңәш. Һүҙ араһында ғына иреңә, аҡса кәрәк ине, шуны алам, быны алам, тип һөйлән.

– Шунан?

– Ул һиңә аҡсаны ҡайҙа ҡуйыуын, бәлки, әйтеп ташлар.

– Ҡуй әле, шул  егерме  мең өсөн һөйләнеп торорға.

– Эш егерме меңдә түгел, әхирәт. Аҡса тураһында иҫенә төшөрөп, һин уға ышанысыңды белдерәһең. Йәнәһе, бына аҡсаны алғанһың, ә мин уны уртаҡ эш өсөн тота инем. Кире ҡайтарһаң да, ҡайтармаһаң да була, тип аңлаясаҡ. Әлеге һинең статусың уға ныҡлы ышанырға мөмкинлек бирмәй. Әйткәндәй, бының арҡаһында һин түгел, ул нығыраҡ борсола.

– Улайһа, һин уның ҡайһы бер шуҡлыҡтарына күҙ йоморға кәңәш итәһең инде?

– Һин минең кәңәшемдән баш тарта алаһың. Ләкин шуны онотма: ирҙәр юҡ-барға ғына үпкәләп тә бара. Уның һымаҡтар ҡойма төбөндә лә, юл ситендә лә ятмай. Эсмәй, тинең бит әле?

– Эсмәй, шуға шикләнәм.

– Шикләнмә. Хәҙер эсмәү модаға ингән, ә эскәндәр үлеп бөтөп бара. Эсмәгәндәр үҙҙәрен ҡарарға, һаҡларға тырыша.

– Эсмәүенә аптырайым шул, – тине Зәкинә.

– Минеке лә эсмәй ине. Хәҙер өйрәндем. Шулай булғас, уның ғына эсмәүенән донъя емерелеп төшмәҫ. Шунан һуң, ғаиләгеҙҙе нығытыу өсөн һеҙгә бер бала кәрәк. Әле һиҙелмәйме?

– Табиптан киләм, – тине Зәкинә. – Анализ бирергә ҡушты.

– Ҡотлайым, әхирәт. Һинең өсөн өр-яңы донъя асыла.

Зәкинә, өйөнә ҡайтҡас, бик оҙаҡ уйланды: һүҙҙе нимәнән башларға икән? Тәмле генә итеп аш бешерҙе.

– Ә ниңә беҙ машина алмайбыҙ ул? – тип аптыранған булды өҫтәл артына ултырышҡас Зәкинә.

– Ниндәй машина? – тип, ир ҡатынға ҡарағанда ла нығыраҡ ғәжәпләнде.

– Дүрт тәгәрмәсле, салонында тағы бер йомро нәмәһе бар. Нимә тиҙәр әле шуны, руль, руль шикелле.

– Ә машина нимәгә беҙгә?

– Машина нимәгә ти, баҡсаға йөрөйбөҙ, ауылға ҡайтабыҙ, һинең әсәйеңдәр янына барып киләбеҙ. Әллә һинең праваң да юҡмы?

– Нишләп булмаһын, бар.

– Шулай булғас, алайыҡ.

– Мин ҡаршы түгел, тик аҡса етер микән? Мин кешегә биреп торғайным. Оҙаҡламай ҡайтарырға тейеш, – тине ир.

Әһә, ысынлап та алған икән шул, ана бит, үҙе әйтеп тора. Ишетмәмеш булды, өндәшмәне Зәкинә. Гөлзифа дөрөҫ әйтә: статусты үҙгәртергә ваҡыт. Ҡара көнгә тип аҡса йыйыу ҙа килешкән эш түгел. Әхирәте хаҡлы, ҡараңғыға түгел, яҡтыға ҡарап йәшәргә кәрәк.

Бөгөн иртәрәк ятырға булдылар. Ҡатын иренә нығыраҡ һыйынды.

– Мин бөгөн табипҡа барҙым. Иртәгә анализдар тапшырам.

Ир тартышҡан һымаҡ күтәрелеп ҡуйҙы.

– Әллә...

– Сеү, өндәшмә, – тип ҡатыны туҡтатаһы итте. – Иртәгә.

– Ә ниңә, бөгөн белергә ярамаймы ни?

– Була. Тик бындай хәбәрҙе иртән әйтәләр, яҡтырғас, ҡояш сыҡҡас.

Ир ҡыуанып көлдө.

– Мин был хәбәрҙе күптән көтә инем.

– Көткәс, түҙ. Иртәгә һөйләшербеҙ.

Бишенсе бүлек

Зәкинәнең быға тиклемге тыныс һәм һил фатирында шат ауаздар көндән-көн йышыраҡ ишетелде. Үҙ-ара танһыҡ мөнәсәбәттәр яңы хис-тойғоға күмелде. Әғләме лә элекке һымаҡ күңелһеҙ, моңһоу ҡарашлы түгел икән. Үҙе алда нимә булырын көтә, әҙерләнә һәм ҡатынына ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша.

Бер көн Зәкинә әле тыумаған бәпес өсөн байтаҡ ҡына кейем алып ҡайтты. Ҡуш йоҙроҡ иркен һыйған күлдәктәр, йоҡа ғына ыштандар был фатирҙа тәүге тапҡыр күренде. Киске аш ваҡытында һатып алынмаған машинаны тағы иҫкә төшөрҙөләр.

– Бурысты ҡайтарҙылар, – тине Әғләм, шифоньер яғына ымлап. – Бер аҙ әжере лә бар. Өҫтәп килтергән. Һөйләшмәһәк тә, шулай кәрәк тип тапты микән.

Зәкинәһе кис иркенләп ултырып аҡсаны һанап сыҡты. Бер түгел, ике һананы. Теүәл сыҡһын тип, бармағын тағы төкөрөкләне. Дөрөҫ әйткән, аҡса артығыраҡ ине. Икәүләп хәҙер баш ваталар, 200 меңгә нимә алырға мөмкин?

Әғләм шым ғына йөрөмәгән, иптәштәре менән кәңәшләшкән, уларҙың фекеренә ҡолаҡ һалған. Тегеләре ватан автопромын кире ҡағып, иҫке булһа ла, иномаркаға үрелергә кәңәш биргән. Черниковканың арыһында тотонолған автомобилдәр баҙары бар икән. Киләһе шәмбе шунда барырға ҡарар иттеләр.

Зәкинә, бер ыңғай икәүһен ҡауыштырған йортҡа барып, теге тәңкәне күрһәтеп ҡарарға мөмкин, тигән фекергә килде. Кем белә, бәлки, бер 30 мең тоттороп та сығарырҙар. Яртыһы, әлбиттә, апаһына тейеш. Уға, һис һүҙһеҙ, тейерен теүәл итеп бирәсәктәр. Тик әле түгел, һуңыраҡ.

Шәмбе шулай иттеләр ҙә. Иң тәүҙә теге йортҡа барҙылар. “Икенсе бәхет” тигән яҙыуҙы күргәс, бер-береһенә ҡарашып көлөштөләр. Көлөшмәҫлек, шатланмаҫлыҡ түгел шул. Зәкинә ошонда килеп бәхетен тапты, Әғләм менән осрашты. Оҙаҡламай бәпес алып ҡайтырҙар. Бына машина алырға йөрөйҙәр. Бер түгел, икәү ҙә түгел, хатта өс бәхет уларға ҡоласын йәйеп килә һымаҡ. Олатайҙан ошо алтын тәңкә ҡалмаһа, Зәкинә уны тотоп ошонда килмәһә, Әғләмде осратмаһа, иманы камил, кейәүгә сыға алмаҫ, бәпес көтмәҫ, хатта автомобиль һатып алам, тигән мәшәҡәт менән дә йөрөмәҫ ине.

Ҡалын стенаға уйып эшләнгән китап һыймалы тишектән эскә үрелеп ҡарағас, маңлайына ҙурайтҡыс быяла элгән, сәсен көйә ашап бөткән баш күренде. Ағай үҙенең эшен беләлер: тәңкәне күреү менән күҙҙәре ҡомһоҙ янып ҡуйҙы. Хатта ир менән ҡатынға, һеҙгә бындай байлыҡ ҡайҙан килеп эләкте, тигән һымаҡ, шөбһәле ҡараш ташланы.

Пеләш баш аҡсаны бик ентекләп ҡарағандан һуң:

– Паспортығыҙҙы бирегеҙ, – тине. Үҙе, сит-ят кеше юҡмы икән тип, ир менән ҡатындың артына күҙ һалды – берәү ҙә юҡ.

– Паспорт әлегә юҡ, – тине Әғләм. – Алып тормағайныҡ.

– Илле мең, – тине “баш”.

Илле мең?!  Ифрат шәп тә инде тип уйлашты был икәү. “Баш” аҡсаны кире бирҙе.

– Паспорт булмағас, илле мең, – тине.

– Ә паспорт менән күпме? – тине ире.

– Ике тапҡыр күберәк, – тине “баш”, мине тамам бөлдөрәһегеҙ, тигән ҡиәфәт менән. – Эйе, 100 мең. телефонығыҙҙы яҙып алырға мөмкинме?

Әғләм үҙенекен әйтеп яҙҙырҙы.

Ир менән ҡатын ҡиммәтле металдар ҡабул ителгән урындан еңелсә шаңҡып сыҡты: 50 мең һум. Паспорт килтерһәң, 100 мең!

Автобуста Черниковкаға китеп барғанда “Ҡиммәтле металл һыныҡтары ҡабул итәбеҙ, бер грамы 3500 һум” тигән яҙыу икеһенең күҙенә бер юлы салынды. Баҙар тулы иномарка, тиҙәр, уларға тейешен алып китмәҫтәр әле, тип, автобустан төшөп, кире атлап килеп, 3500 һумдың телефонын яҙып алдылар.

Туҡталышҡа тип атлаһалар, юлдарында ювелир магазины осраны. Эскә кереп, металл тәңкәне күрһәтеп, үлсәргә мөмкинме, тигәйнеләр, һатыусы егет тәңкәне алды ла үлсәп тә бирҙе. Ҙур һымаҡ тойолһа ла, әллә ни түгел икән. Тәңкәнең ауырлығы ла, хаҡы ла күҙ алдында төштө лә ҡуйҙы.

Сығып баралар ине, теге егет уларҙы ымлап ҡына туҡтатаһы итте.

– Һатыр булһағыҙ, мин алам. Ошондай тәңкә эҙләй инем, – тине ул.

– Күпмегә алаһығыҙ? – тип һораны Әғләм.

– Әгәр көтөргә ризалашһағыҙ, байтаҡ аҡса бирә алам.

– Күпме? – тип һаман ныҡышты Әғләм.

Егет ирҙең ҡолағына эйелде. Зәкинәнең ҡолағы һәйбәт ишетә. 500 мең һум тигәнде ишеткәс, сумкаһын түшенә нығыраҡ ҡыҫты. Ярты миллион! Булмаҫ, бәләкәй генә тимер киҫәге өсөн 500 мең һум! Әғләм тиҙ генә егеттең телефонын яҙып алды.

– Көтәбеҙ. Аҡсаңды әҙерлә.

Егет, шунда уҡ телефонын алып, ҡайҙалыр шылтырата башланы.

Машина ҡайғыһы китте. Ниндәй йүләр ярты миллион һумлыҡ хазина менән баҙар буйлап йөрөһөн, ти. Урлап ҡуйһалар? Талап алһалар? Үҙҙәрен бысаҡлап ҡуйһалар? Шунан гәзит тултырып яҙырҙар, интернетта хәбәр итерҙәр, Өфө эргәһендә ир менән ҡатын мәйете табылған, тиерҙәр микән? Ҡасырға, тиҙерәк ҡайтырға кәрәк.

Аһ та уһ килеп, йүгерешеп сығыуҙарына такси тура килде. Кереп ҡоланылар ҙа: “Дим биҫтәһенә”, – тинеләр. Ир менән ҡатын ултырған такси тимер ташҡын эсенә кереп ҡушылды. Әғләм хәстәрлекле икән: берәйһе ҡыуалап килмәйме икән, тигән ҡиәфәт менән эргә-тирәгә, артҡа күҙ ташлап алды. Уф, анауы күпер эргәһендәге тығында ултырғанда йәндәре генә сыға яҙҙы. Шоферға ҡушылып, юл төҙөүселәрҙең тетмәһен теттеләр. Йә инде, ярты “лимон”лыҡ хазинаң була тороп, бынауы юл төҙөүселәрҙең бошмаҫ ҡына ҡиәфәт менән тәмәке тартып ултырыуҙарын әйт әле. Әғләм, һаҡланыу сараһы тине микән, таксиҙы өй эргәһендә түгел, арыраҡ туҡтатты. Йүгерә-атлай ҡайтып инделәр ҙә, хәлдәре бөтөп, түшәккә ауҙылар.

Зәкинәнең башына шундай фекер килде: был  алтын тигәндәре үҙе бер мәшәҡәт икән дәһә. Әле кисә генә нисек тыныс йәшәгәндәр, бер ҡурҡыныс та янамаған. Был байҙар, миллионерҙар, миллиардерҙар нисек йәшәй икән?

Утты яҡтыртмай ғына ашап алдылар. Әғләм ишектәрҙең ныҡлығын тикшерҙе. Иртәгә тимер ишеккә заказ бирәм, тип бышылданы ул ҡатынының ҡолағына.

Ҡатыны нишләһен, шулай кәрәк, тип, ҡараңғыла баш һелкте. Ире тынып ята буламы һуң инде, ҡараңғыла ғына йөрөп, ишектең иңен-буйын сантиметрлап үлсәп сыҡты. Метр унға ике метр ҙа биш сантиметр икән.

– Ҡытайҙыҡын алып ҡуйма, – тип бышылданы бисәһе. – Кәнсир ҡалайы һымаҡ открывашка менән асалар ҙа ҡуялар икән.

Әғләм ҡатынын түшәккә йоҡларға ятҡырҙы ла ваннаға йыуынырға инеп китте.

Кинәнеп, рәхәтләнеп, һыуҙы мул  ағыҙып йыуынды Әғләм. Эстән генә күңелле көйҙәр көйләй, күктән төшкән аҡсаға нимәләр алыу тураһында хыяллана. Ниндәй машина алырға икәнлеген тәки хәл итеп бөтә алманы – ванна ишеген дөбөрләттеләр. Ни арала һикереп төшкәнен, барып ишекте асҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Асып ебәрһә, сәстәре туҙған, күҙҙәренән йәш аҡҡан Зәкинәһе күренде.

– Ишек төбөндә әллә кем бар. Ике тапҡыр туҡылдатып китте. Ҡалай оҙаҡ йыуынаһың ул.

Алтынсы бүлек

Ир еңелсә кейенде лә, балконға сығып, бер үрелгәйне – балта, икенсегә үрелгәйне – көрәк һабы эләктереп, кире инде.  Ике ҡулына ике ҡорал тотоп, ишек яғына ҡуҙғалды һәм асып ебәрҙе.

– Кем бар унда? – тине тауышына мөмкин тиклем ҡурҡыныс төҫ бирергә тырышып. Үрелеп ҡараны – берәү ҙә юҡ. Өҫтә лә, аҫта ла берәү ҙә күренмәне.

Шул ваҡыт Әғләмдең кеҫә телефоны шылтырай башланы. Икәүләшеп килеп телефонға ҡарап торҙолар. Күренеп тора – ниндәйҙер ят номерҙан шылтыраталар.

– Ишекте бикләмәнең, – тине ҡатыны ҡалтыранған тауыш менән. Ир ишекте бикләп ҡуйыуға, телефон шылтырауҙан туҡтаны.

– Тәңкә ҡайҙа? – тип бышылданы ире. – Шуның артынан килгәндәр, ахыры.

Тәҙрәнән үрелеп, тышҡа ҡараны. Эргәлә генә бер “Жигули” ултыра һәм эсендәге ике кеше уларҙың тәҙрәһенә ҡараған һымаҡ тойола.

– Ана ултыралар, – тине ир бышылдап ҡына.

– Кемдәр икән? – тине ҡатын ҡалтыранып.

– Кемдәр булһын? Шул бандиттарҙыр инде. Тәңкәне самалап йөрөйҙәр.

Икеһе лә шым ғына барып яттылар. Әғләм ярты сәғәт һайын үрелеп тәҙрәгә ҡараны. “Жигули” таңға тиклем ултырҙы. Яҡтырғас, салондағы ике кешенең юҡлығы, уның ҡарауы ултырғыста ике плащ ятыуы билдәле булды.

Юҡ, Әғләмде былай ғына алдап булмай. Плащ ҡалдырып киткәндәр. Иртән ҡарағанда “Жигули” урынында юҡ ине.

Ир менән ҡатын өсөн йәкшәмбе ял булманы. Иң тәүҙә өйҙөң эсендә тәңкәне ныҡлы йәшерҙеләр.

Әғләм эргәлә генә ишектәр һата торған салон күргәйне. Иламһыраған ҡатынын көс-хәл менән ҡалдырып, ишек ҡарарға китте. Салонға барған ыңғайы бына нәмә хаҡында уйланы: был тәңкә килеп сыҡҡанға тиклемге тормоштары ҡалай йәтеш булған икән. Бөтә ығы-зығы, бәлә-ҡаза әлеге тәңкәнән башланды. Әғләм “Икенсе бәхет” тип аталған яусылар клубына һирәк-мирәк ҡатын-ҡыҙ наҙына сарсаған саҡта ғына бара торғайны. Зәкинәһенең, тәңкәһен тотоп, шунда барыуы, “Икенсе бәхет”кә юлығыуы һәм шунда Әғләм менән танышыуы тормоштарының аҫтын- өҫкә әйләндерҙе. 30 мең көткән тәңкәләре бер көн эсендә ярты “лимон”ға тиклем күтәрелде, тәүге төндә үк ике-өс сәғәт йоҡлай алдымы-юҡмы. Ә иртәгә эшкә барырға һәм ныҡлы тир түгергә кәрәк. Уф, бынауы ҡатыны ла бесәй һымаҡ икән: әллә ҡайһы арала ауырға ҡалды, етмәһә, туҡтауһыҙ  мыжый. Үҙенә лә, иренә лә тынғы юҡ. Был килеш ташлап ҡасыуы ла уңайһыҙ. Ҡулынан тотоп, мөлдөрәп илап тик ултыра.

Әғләм аптырана, йорто яғына боролоп-боролоп ҡарай. Бөгөн булмаһа, иртәгә ишек мәсьәләһен хәл  итергә кәрәк. Ғүмер буйы йөрәкте усҡа йомарлап ултырып булмай.

Әғләм үҙе урам буйлап китеп бара, ә һәр осраған кеше уның ниндәй мәшәҡәт менән йөрөгәнен белә һымаҡ. Ана, алдараҡ бер ир менән ҡатын туҡтанылар ҙа уға ҡарап нәмәлер һөйләнәләр. Әғләм уларҙың нимә хаҡында һөйләшкәнен ишетмәй, ләкин ҡатын, уға ҡарап, иренә, ана, теге ярты миллион һумлыҡ тәңкә тапҡан мужик китеп бара, тип әйтә һымаҡ.

Ишек салонына кергәйне, адресын һоранылар. Аһ, уныһын юҡҡа әйтте. Белә бит, ишеткәйне, һөйләнеләр, үҙе гәзиттән дә уҡыны: маҡтай-маҡтай тимер ишек килтереп ҡуялар ҙа төнөн йә икенсе көнөнә эшкә киткәндәрен самалап тороп, запас асҡыс менән килеп, ишектәрен асып, өйҙәрен таҙартып китәләр икән. Әй, суҡынып китһен дә, өй уныҡы түгел. Ике тоҡ, ике сумаҙан әйбере бар. Уның иҫке-моҫҡо кейеме кемгә кәрәк булһын? Ә тәңкә? Тәңкәне табып алһалар? Ярты миллион һум бит, ярты миллион! Әғләм өсөн үҙе бер дәүләт. Юҡ, Әғләм бирешә торғандарҙан түгел. Баш осонда балта, ҡул осонда көрәк һабы. Һуңғы һулышына тиклем көрәшәсәк, тәңкәне барыбер бирмәйәсәк. Ә ул ҡанһырап алышҡанда ҡатыны бахыр нимә эшләр икән? Ух, бынауы ауырға ҡалыуы ла иртәрәк булды. Хәҙер ни ташлап ҡасып булмай.

Әғләм ишектең иң нығын һайлап алды. Ә ишекте ҡуйырға сират икән. Шаршамбы төштән һуңға яҙҙылар. Өҫтәп түләгәйне, дүшәмбегә күсерҙеләр. Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан бандит ҡиәфәтле ишек ҡуйыусыға 5 меңде төрткәйне, тегеһе ишекте хәҙер үк ҡуйып бирергә ризалашты. Ҡуй инде, быныһы ла хата булды шикелле. Бына бит, бандит ҡиәфәтле ишек ҡуйыусы салон менеджеры менән уның яғына ҡарап-ҡарап, нимә хаҡындалыр бик оҙаҡ һөйләштеләр. Бәлки, тәңкә хаҡында белмәйҙәрҙер, ләкин ишеген нығытырға булғас, был ир нимә йәшерергә уйлай икән, тип баш ваталарҙыр.

Әғләм быларҙың иғтибарын ситкә йүнәлтергә булды.

– Әгәр мөмкинлек юҡ икән, иртәгә лә ярай, – тине ул. Йәнәһе, ишек ҡуйыу уның өсөн бик мөһим түгел.

– Юҡ, – тине теге бандит ҡиәфәтле. – Заказ ҡабул ителде, хәҙер ишекте алып барырға машина килә. Бәлки, өйөгөҙҙөң эсендәге бүлмә ишектәрен дә алмаштырырға кәрәктер?

Аһ, былар бит өйҙөң эсенә үк инергә самалай. Юҡ, инмәйһегеҙ, индермәйәсәк. Ишек тупһаһынан да ары үтмәйәсәктәр. Ул арала булмай, ишекте алып барыусы машина ла килде. Эй Аллаһым, кабинанан береһенән-береһе таҙараҡ Ҡафтау аръяғынан килгән ике ир төштө. Ярай, Әғләм бирешмәҫ, ә ҡатыны быларҙы күрһә, һушын юғалтып йығылыр ҙа ҡуйыр инде. Ир, тәңкәне алып, балкондан урамға ырғытыр сиккә еткәйне.

Бына Зәкинәнең фатиры эргәһенә килеп еттеләр.

– Ҡатыным ауырлы, – тип аңлатты Әғләм. – Тәүҙә инеп, уны тынысландырайым.

Ҡатыны төпкө бүлмәлә ятып ҡына тора ине.

– Кемдәр унда? Ниндәй ирҙәр ул? – тине  дер ҡалтырап.

– Борсолма, матурым, – тине ир. – Улар хәҙер ишек ҡуя ла китә.

– Мин ҡурҡам, – тип иламһыраны ҡатыны.

– Ҡурҡма, – тине ире. – Ишек асыҡ, эргәнән кешеләр үтеп йөрөй.

Ишекте сәғәт ярым эсендә элеп тә ҡуйҙылар. Эшселәрҙең береһе ишекте нисек асырға, нисек ябырға, оҙайлы һаҡлауға нисек ҡуйырға икәнлеген күрһәтеп бирҙе. Әғләм барлыҡ ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙы һәм ишектең паспортында комплектта биш асҡыс ҡаралған тигән яҙыуҙы күреп ҡалды. Ә асҡыстар дүртәү генә ине.

– Бишенсе асҡыс ҡайҙа? – тине ул тауышына мөмкин тиклем дәһшәт сығарырға тырышып.

– Менеджерҙан һорағыҙ, – тине быларҙың өлкәнерәге. – Ул беҙгә дүртәүҙе бирҙе, дүртәүҙе килтерҙек.

– Йә асҡысты бирәһегеҙ, йә хәҙер үк полицияға шылтыратам, – тине Әғләм.

Тегеләр бер-береһенә ҡарашты ла салонға шылтырата башланы.

Ярты сәғәт тә үтмәне, салондан бандит ҡиәфәтле баяғы ир килде. Бер тоҡ асҡыс араһынан Әғләм һатып алған ишеккә ярашлыһын эҙләй башланы. Бер сәғәткә яҡын булашты, ләкин таба алманы. Ишек төбөндә, көрәк һабына таянып, Әғләм тора, төпкө бүлмәнән илап шешенеп бөткән ҡатыны ирен саҡыра. Теге бандит ҡиәфәтле менеджер, фатир менән салон араһында сабыулай торғас, шыбыр тиргә батты, бер нисә көн ашамаған, йүнләп кейенмәгән асарбаҡҡа оҡшай башланы.

Ниһайәт, асҡысты табып килтерҙеләр. Әғләм бик оҙаҡлап, һәр асҡысын тикшереп, асып, ябып, тағы ла асып ҡараны.

Тегеләр сығып китеү менән тағы телефон шылтыраны. Тағы таныш булмаған номер. Әғләм яуап бирергә булды. Хәҙер ишек булғас, уға бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел. Өйҙә икәнлеген дә белһендәр.

– Һеҙ яңы ғына суперныҡ ишек һатып алдығыҙ. Әгәр беҙҙең хеҙмәткәрҙәргә дәғүәләрегеҙ булһа, автоответчикҡа һөйләй алаһығыҙ.

Инде трубканы һалып ҡына ҡуйғайны, тағы шылтыраттылар. Кисә һуң ғына шылтыратҡан номер, ахыры.

– Тыңлайым, – тине Әғләм, тауышына ҡурҡыныс төҫ бирергә тырышып. Теге затлы металл һыныҡтары ҡабул итә торған салондың менеджеры икән.

– Тәңкәгеҙҙе һатмай тороғоҙ, – тине ул шомло ғына итеп. – Бәлки, һеҙ беләһегеҙҙер, бындай тәңкәләр 1896 йылда Николай Икенсе батшаның таж кейеүе айҡанлы бик сикләнгән данала ғына сығарылған һәм уларҙың хаҡы хәҙер 10 миллион һумға тиклем етә.

Ун миллион һум?! Ун миллион!!! Әғләм йығылмаҫ өсөн стенаға һөйәлде. Нисә миллион булмағайы, ләкин был хаҡта уның кәләше белергә тейеш түгел. Шулай яҡшыраҡ һәм тынысыраҡ булыр. Әле 500 мең һум тигәндә үҙәгенә үтте. 10 миллион һум хаҡында ишетһә, балаһын төшөрөп ҡуймағайы.

 

Етенсе бүлек

Ә бөгөн иртәнге алтыла Зәкинәнең фатирына кем килеп инде, беләһегеҙме? Ҡыңғырауҙы шылтыратыу ҙа юҡ, шунда уҡ ике ҡуллап ишекте дөбөрләтә башланы ул. Тимер ишекте  асҡылағансы түҙмәй, етмәһә, һөрәнләй.

– Асығыҙ, ас, ...пип-пип..., өйҙә икәнегеҙҙе беләм...пип... Йәшенеп ятмағыҙ!

Зәкинә телефонына йәбеште. Ире, көрәк һабын тотоп, саҡ асып өлгөрҙө. Хужабикәнең апаһы Нәзирә килеп инде.

Килеп инде лә иҫәнлек-һаулыҡ һорашыу юҡ:

– Тәңкәне һаттығыҙмы? Аҡсаһы ҡайҙа? Ҡайҙа минең өлөш? – тип һөрәнләй ҙә башланы.

Шунда ғына Зәкинә үҙенең бик ҙур хатаға юл ҡуйғанына төшөндө. Кисә кис ауылдан Гөлшат исемле әхирәте шылтыратҡайны. Нимә тип әйтһен инде? Зәкинәнең теле ҡысып торғандыр – тәңкә хаҡында әллә әйтте, әллә әйтергә уйланы, әллә әйтмәне – хәҙер үҙе лә хәтерләмәй. Былай артығын өндәшкән һымаҡ та булманы. Әхирәтенең Нәзирә апаһы менән бер урамда йәшәгәнен онотҡан, уныһы апаһына йылылай ғына нимәлер еткергән. Хәҙер бына килеп, апаһы аҡса дауайлап тора.

Апаһы ултырғысҡа ултырҙы ла:

– Иң тәүҙә дөрөҫөн әйтегеҙ, күпмегә һаттығыҙ? – тип һораны.

Зәкинә иренә ҡараны. Ире ярай күҙ ҡыҫып өлгөрҙө һәм, утыҙға, тине.

– Оһо! – тине апаһы, ауыҙын ослайтып. – Утыҙ нимә?

Әғләм бисәһенә ҡараны, бисәһе иренә күҙ ҡыҫты.

– Утыҙ мең һум, – тине Әғләм.

Нәзирә алмаш-тилмәш икеһенә лә ҡараны ла:

– Минең 15 меңемде бирегеҙ, – тине.

Әғләм ыһ та итмәй шифоньерҙан өс бишлек сығарҙы.

Ә Зәкинә:

– Иң тәүҙә расписка яҙ, – тине.

Үҙе расписка һорай, ә үҙенең ни ҡәләме юҡ, ни ҡағыҙ таба алмай. Был өйҙә ҡағыҙ-ҡәләм ҡайҙан булһын инде? Көс-хәл менән таптылар.

Ваҡыт Нәзирә файҙаһына булып сыҡты.

– Утыҙ меңгә һатҡанығыҙҙың ҡағыҙын күрһәтегеҙ, – тине. Зәкинә менән Әғләм бер-береһенә ҡарашты һәм ир:

– Ҡулдан ҡулға һатыштыҡ, – тине.

– Ҡағыҙығыҙ юҡмы ни? – тип ныҡытты Нәзирә.

– Ҡағыҙыбыҙ юҡ, – тине Зәкинә.

– Әһһә! Былай булғас, – тине Нәзирә, – биш мең өҫтәйһегеҙ!

– Биш мең өҫтәйбеҙ, распискаңды яҙып бир, – тине кейәүе.

Шул уҡ минутта сатай-ботай хәрефтәр менән расписка яҙылды. Шифоньерҙан тағы бер биш меңлек һурылды. Нәзирә эшемде ҡырған ҡиәфәт менән аҡсаны кеҫәһенә тыҡты ла, хушлашып та тормай, сығып китте.

Мажаралар бының менән генә бөтмәне. Зәкинә лә, Әғләм дә алда ниндәй төп ваҡиғалар торғанын күҙ алдына ла килтермәй ине әле.

Телефондан ҡиммәтле металл  һыныҡтары йыйыусы егет шылтыратты.

– Һеҙҙең тәңкәне һатып алыусы бар. Ул һеҙҙең менән осрашырға теләй. Әгәр миңә 10 процент комиссия түләһәгеҙ, мин һеҙҙе уның менән осраштырам да килешеү төҙөрбөҙ.

Әғләм бер ағарҙы, бер ҡыҙарҙы, ҡат-ҡат ҡатынына ҡараны. То-то-то-тотлоҡто:

– Бе-беҙҙән ни-ни-нимә кәрәк? – тине.

– Һеҙҙән бер нәмә лә кәрәкмәй. Клиент шул тиклем аҡса һалырға булғас, тәңкәне үҙ күҙҙәре менән күрергә, күсермәһен алырға, төрлө яҡтан фотоға төшөрөргә, ҡыҫҡаһы, тотоп ҡарарға теләй. Эксперт тәңкәнең ялған түгеллеген раҫлағандан һуң аҡсаны тулыһынса күсерәсәк. Теләһәгеҙ, ҡулаҡса менән хисаплашасаҡ.

– Был эш нисә көн талап итәсәк? – тип төпсәште Әғләм.

– Иң күбе – аҙна-ун көн.

– Аванс буласаҡмы?

– Аванс буласаҡ.

– Күпме?

– Күп. Мең.

– Мең һуммы?

– Юҡ, мең доллар.

– Мең доллар?

– Эйе, 70 мең һум.

Мең доллар тигән һүҙ Әғләмдең уяулығын ҡаҡшатты. Был ирҙең төп хатаһы булды.

– Ҡасан осрашабыҙ?

– Иртәгә сәғәт өстә, һеҙҙең фатирҙа.

Шулай килештеләр.

Зәкинә ҡалтырана-ҡалтырана иренә һыйынды:

– Сәғәт өстә беҙҙең фатирҙа нимә була?

– Һатып алырға теләүсе беҙҙең тәңкә менән танышырға теләй. Һин ризамы?

– Әлбиттә, риза.

Әғләм уйға ҡалды һәм хәҙер килеп хаталаныуына төшөндө, сөнки тәңкәнең хаҡы һәм уның билдәле булыуы ир менән ҡатын мөнәсәбәттәренә кәртә булып түгел, йөҙйәшәр бүрәнә булып килеп төшөүе һәм уларҙың араһын тулыһынса кире ҡайтҡыһыҙ кимәлгә еткереп өҙөүе ихтимал, сөнки ир, ҡатынының һәм тыумаған сабыйының һаулығын уйлап, 10 миллион һум хаҡында өндәшеүҙе кәрәк түгел тип тапҡайны. Шуға Әғләм ҡатынға ҡарата мөнәсәбәтен ҡырҡа үҙгәртте. Йылы һүҙҙәр тапты, әүрәтте, ҡосаҡланы, үпте. Хатта бер тапҡыр күтәреп та ҡараны.

Ҡатын ирене. Рәхәтлеккә түҙмәйенсә күҙҙәрен йомдо, үҙе лә ирен ҡосаҡланы. Ләкин телефон шылтыраны.

Эх, ошо урында Әғләмгә ҡыйыулыҡ күрһәтергә, ысын хаҡты әйтергә, ҡатынын ҡыуандырырға ине лә бит. Юҡ, ул өндәшмәүҙе өҫтөн күрҙе. Ни өсөн өндәшмәне? Ошо тиклем аҡса килеп эләкһә, ҡатыны иң тәүҙә уны тәңкәне үҙләштерергә тырышыуҙа ғәйепләйәсәк. Уны ҡыуып сығарыуы ла ихтимал. Был хәбәр һәм аҡсаның суммаһы Нәзирәгә лә барып етәсәк. Ир уларҙың икеһенә ҡаршы бер нисек тә көрәшә алмаясаҡ.

Әғләм әллә ни доъя күргән кеше түгел, шулай ҙа бер-бер хәл килеп сыҡмағайы тип, сумаҙандарының береһен һәм документтарын төйнәштереп ҡуйғайны. Кем белә, ҡапыл эвакуацияға дусар ителергә тура килмәгәйе. Ә эвакуация еңел генә булмаясаҡ. Сөнки һүҙ меңәр һумдар хаҡында түгел, миллиондар хаҡында бара.

 

Һигеҙенсе бүлек

 

Әғләм бер заман үҙенә-үҙе ышанмай ҡул-аяҡтарын тотҡолап ҡарай башланы, сәсен тартты, һалынып төшә башлаған ҡорһағын семетте. Юҡ, һис тә төш түгел. Сәсе ауыртып йолҡондо, эсендә ҡыҙарып тырнаҡ эҙҙәре ҡалды. Эргәһенә Зәкинәһе килеп сыҡты. Эсендәге тырналған эҙҙәрҙе күреп, был нимә, тип аптыранды.

– Ә-ә, үҙем шунда, тырнаған булғайным, – тип ҡул һелтәне ире.

Ҡатыны ышанманы, тотҡолап ҡараны.

– Нисек инде бер ҙә юҡтан эсеңдә тырнаҡ эҙҙәре барлыҡҡа килә ул? Әллә һинең берәйһе бармы?

– Юҡ-юҡ, һинән башҡа бер кем дә юҡ, – тип ире тубыҡланды, алдына башын һалды.

– Ярай, уның ҡайғыһы юҡ әле, – тине ҡатыны. – Был ниндәй тәңкә ул? Беҙҙең олатай бик хәлле кеше булған. Унан хатта самауыр тороп ҡалды беҙгә. Бер сикәһенә батша үҙе төшөрөлгән, икенсе сикәһендә бисәһе. Күңелем һиҙә башланы, был тәңкә әле һатылмаған, байтаҡ ҡына зыян да килтереп өлгөрҙө беҙгә.

– Ниндәй зыян һөйләйһең? – тип аптыранды ире.

– Апайыма 20 мең бирҙек. Ишеккә 21 мең. Бына һиңә 41 мең. Теге затлы тимер һыныҡтары йыйыусы менеджер 10 процент һораны. Ул аҡсаны ҡайҙан алабыҙ?

Әғләм аптыранып ҡатынына ҡараны. Бәй, был ҡатын еңеләйеп бара түгелме һуң? Әғләм үҙендә лә ниндәйҙер үҙгәрештәр һиҙҙе. Ысынлап та, был тәңкә түгел, бер шайтан ҡотҡоһо түгел  микән? Икеһе лә, күҙ алдында холоҡ-фиғелдәре үҙгәреп, кешелек сифатын юғалтып баралар түгелме һуң? Тәңкә түгел, бер бәлә булды. Әғләм үҙенең элекке тормошон һағынғанын аңланы. Бер ниндәй тәңкәһеҙ ҙә бына тигән йәшәп ятҡандар ҙа баһа. Ләкин хәҙер артҡа сигенер юл юҡ. Күпер емерелде. Хәҙер алға, тик алға! Ярай, 10 миллион бирҙе, ти. Бер миллионын менеджерға тотторһа, ҡалған 9 миллионын нисек хәл итер? Банкҡа һалырмы? Өйөндәге ике сумаҙанының береһен бушатып, шунда һаҡлармы? Туҡта, балконда бер иҫке феләк ултыра. Бәлки, шунда тултырырға ла ауыҙын сырмап бәйләргә кәрәктер? Ҡайҙан бер-ике метр алтылы тимерсыбыҡ табырға?  Һин, иҫәр, ниндәй иҫке феләк һөйләйһең? Феләгеңде бит кеше ҡултығына ҡыҫтырып алып китә ала. Уф, әллә был бисәгә 10 миллион тураһында әйтергә лә ҡуйырға микән? Юҡ, әлегә ярамай. Әғләм әйтергә, ә ҡатыны был хаҡта ишетергә әҙер түгел. Ул миллиондар арҡаһында һәләкәт булыуы ихтимал.

Шул ваҡыт Әғләмдең, йәш саҡтағы һымаҡ бер шешә араҡы алып, ауыҙынан ғолҡолдатып эскеһе һәм, кәйефкә бирелеп, онотолғоһо килде. Ах, ул һалҡынса араҡының аш юлы буйлап ашҡаҙанына төшөп йәйелеп китеүе! Ҡан тамырҙары буйлап һулҡылдай-һулҡылдай таралыуы! Ауыҙынан шылағайы аҡты, уныһын көс-хәл менән йотоп ебәрҙе. Һин нимә һөйләйһең, йүләр? Миллиондар яҙмышы хәл ителгәндә ниндәй эсеү булһын ул?! Ярай әле теге алтын һыныҡтары йыя торған менеджер ҡайҙа йәшәгәнен белмәй. Күптән килеп баҫыр ине. Ул белмәгәнгә генә улар ҡатыны менән икеһе әле тере. Әғләм барып тимер ишекте тотҡолап, ныҡлығын тикшереп ҡараны. Былай тос күренә. Тиҙ генә инерлек түгел.

Әғләм уйлана, икеләнә, ҡурҡа. Ғүмер буйы йәшәп, ун миллион түгел, ун мең һум да ҡулдарына бик һирәк эләкте. Йөҙ меңдең нисек ҡыштырлағанын әле һаман ишеткәне юҡ. Быға тиклем шул тиклем аҡсаһыҙ ҙа  ниндәй тыныс һәм рәхәт йәшәгән. Көнө буйы эшләп, арып ҡайтаһың да яҡындарың менән, дуҫтарың менән бер яртыны кәгәһең дә йоҡларға ятаһың. Бер ҡайғы-хәсрәт, мәшәҡәт юҡ. Донъя түңәрәк һәм тып-тыныс.

Ә хәҙер өйҙә алтын тәңкә бар. Шул тәңкә Әғләмгә һәм бисәһе менән сабыйына бер ауырлыҡһыҙ донъя көтөргә, үҙҙәрен кеше итеп тойорға мөмкинлек бирәсәк. Әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, туғыҙ миллион уның ҡарамағында ҡаласаҡ. Әйтеүе генә анһат, туғыҙ миллион. Күнәктәге йәки ҡапсыҡтағы бойҙай бөртөктәренең һаны нисә миллион була икән? КамАЗ-дарҙың иген ташығанын күргәне бар. Бер КамАЗ-да нисә миллион дана бойҙай бөртөгө элеваторға килә икән? Ә бында бойҙай бөртөгө түгел, аҡса, һумдар хаҡында һүҙ бара.

Әғләмдең әсәһе улын һәр ваҡыт яратты, минең улым башлы, нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә, ҡушыуҙы ла, алыуҙы ла, бүлеүҙе лә яҡшы үҙләштерҙе, тип маҡтай торғайны.

Әғләм аҡсаны нисек тотоноу хаҡында баш вата башланы. Миллион-миллион ярымға машина алырға мөмкин, өр-яңынан. Кеше иҫкеһенә ҡыҙыҡмаҫҡа кәрәк. Алғас-алғас, яңы булһын. Өфө эргәһендә өйҙәр һатыла, ике-өс миллиондан өс-дүрт миллионға тиклем. Бына һиңә дүрт-биш миллион тишек күнәктән аҡҡан һыу һымаҡ ағып та бөттө. Һин нимә һөйләйһең, наҙан, аҡса килеп эләккәс, кеше иң тәүҙә машина менән өй һатып аламы ни? Һин тағы, йәш бисә алам, тип хыяллан, йәме! Шул инде, башҡорт байыһа, бисә ала, урыҫ байыһа, өй һала. Ҡатын алһаң, ҡотон ал. Бындай мәҡәлдәр беҙҙең халыҡта юҡтан ғына сыҡмаған бит инде. Ҡуян бала тапҡан, ҡуйыр урын тапмаған да беҙҙеке бит әле.

Әғләм үрелеп сәғәтенә ҡараны, туғыҙ тулып үткән икән. Иртәгә сәғәт өстә киләм, тине. Ун һигеҙ сәғәттән кәмерәк ваҡыт ҡалды. Ваҡыт та аҡҡан ҡом һымаҡ, үтеп кенә бара шул. Иртәгә эшкә барырға. Нисауа, эше ҡасмаҫ. Иртән генә шылтыратыр ҙа әйтер, прорабҡа берәр литр коньяк ултыртырға тура килмәгәйе. Ә ниңә бер литр? Бер ярты ла еткән. Аһ, әле төндө сығырға кәрәк бит әле. Шул тиклем байлыҡ менән нисек тыныс ҡына йоҡлап ятаһың? Ҡояш байыны, киске эңгер-меңгер. Һаҡ ҡына үрелеп, тәҙрәнән ҡараны. Уф Аллаһым, теге “Жигули” урынында бер джип ултыра бит! Тәҙрәләре ҡараңғылатылған, эргәһендә бер кеше арты менән торған да әллә тәмәке тарта, әллә һыу эсә.

Әғләм ҡатыны эргәһенә сыҡты, уны ҡосаҡлап алды, арҡаһынан яратты.

– Нисек? Тынысмы? – тине уныһы хәлһеҙ генә тауыш менән.

– Тыныс. Бөтәһе лә урынында, – тип мөңгөрләне ире.

– Әгәр ошо эштең осона имен-аман сыҡһаҡ, мул ғына итеп хәйер өләшер инем, – тине ҡатыны.

– Мин дә шул хаҡта уйлап торам, – тине ире.

– Тәүҙә беҙҙең ауылға барырбыҙ, шунан һеҙҙең ауылға, – тине ҡатын.

– Мин риза, – тине ире. – Тик тәүҙә машина һатып алайыҡ.

Ҡатыны ирен ҡосаҡлап бер үпте лә:

– Һиңә көндән-көн нығыраҡ ышанам. Ҡурҡмайһың, тәүәккәлһең бит әле, – тип маҡтаны ирен.

Ир ятҡан ерҙән генә бер илегә үҫеп киткәндәй булды. Йә инде, ошо урында ҡатынына бөтә дөрөҫөн һөйлә лә ҡуй бит инде. Ә ул һаман ҡурҡа, шик-шөбһәләренән арына алмай. Икенсе яҡтан, нәфсеһе ҡыҫып тора. Ә бер ҡараһаң, был тәңкәнән килгән төшөм икеһенә лә артығы менән етә. Ә тотона башлаһаң, бер кешегә лә етмәй. Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта, ти, өндәшмәй торһон әле.

Тышта тамам ҡараңғыланды. Ир үрелеп урамға ҡараны һәм йығылып китә яҙҙы: джип, ә уның эргәһендә туҙып бөткән “Жигули” ултыра ине.

Туғыҙынсы бүлек

Ҡурҡҡанға ҡуш күренә тигәндәре дөрөҫ шул. Әғләм төнө буйы йөрөп сыҡты. Теге машиналар икеһе лә ултыра. Эргәһенән хәрәкәт өҙөлмәй. Шаҡ та шоҡ ишектәрен асалар ҙа ябалар. Хатта утын ялпылдатып, полиция машинаһы килеп туҡтаны. “Хоҙайым, былар бит ныҡтан тотонған”, – тип ҡото осто Әғләмдең, полицейскийҙарҙы күргәс.

Ярай, прораб менән һөйләшеп, отгул хаҡында килештеләр. Тик иртәгә Әғләмгә коньяк түгел, бер литр араҡы алып барырға тура киләсәк.

Зәкинәнең дә хәле яҡшынан түгел, уға табипҡа барып күренергә кәрәк. Ә ул, ишек асып сығырға ла ҡурҡып, өйөндә ултыра. Ярай, Әғләме был мәсьәләне тиҙ генә хәл итте. Такси саҡыртты ла икәүләшеп сығып ултырҙылар ҙа юҡ булдылар. Теге  джип менән “Жигули”ҙа ултырғандар ауыҙҙарын асып япҡылағансы, дауаханаға барып та килделәр.

Ҡайтһалар, джиптан да, “Жигули”ҙан да елдәр иҫкән. Уның ҡарауы, өйҙән ситтәрәк күләгәлә тағы ла бер иномарка барлыҡҡа килде. Бындай шарттарҙа нисек йоҡлап ятаһың да нисек эшкә бараһың? Етмәһә, тегеләр килеүгә бер аҙ өҫтәл ҡороп ҡуйырға кәрәктер әле. Зәкинәһе, Әғләмде яуға оҙатҡан һымаҡ, илап тороп ҡалды. Хатта урамдағы кешеләрҙе аптыратып, балконға сығып: “Әғләм, тиҙерәк ҡайт, мин һине көтәм”, – тип илай-илай ҡысҡырҙы. Ире нисек йүгереп сығып китһә, шулай йүгереп ҡайтып та керҙе.

Ҡайтып кергәйне, теге яңы ишекте аса алмай ҙа ҡуя бит. Зәкинәһе, ире юҡта килеп керһәләр тип, ишектең боролорҙайын бороп, хатта арҡыры тимерен дә һалған да, кире аса алманы ла ҡуйҙы. Аптырағас, ишек салонына кире барырға, ярҙам һорарға тура килде. Бандит ҡиәфәтле менеджер, өс меңде кеҫәһенә һалып ҡуйғандан һуң, ишек эргәһенә килде лә асҡысты бер бороп, ниндәйҙер кнопкаға баҫыуға, ишек бер ҡаршылыҡһыҙ асылды ла ҡуйҙы. Бына һиңә серле ишек!

– Әгәр тотона белмәһәгеҙ, бындай ишектәр һеҙҙең өсөн түгел, – тине ул фатир эсендәге иҫке диванға, туҙып бөткән стенкаға күҙ ташлап.

Әғләм керҙе, өҫтәл ябыштыра башланылар. Ул арала булмай, теге алтын һыныҡтары менеджеры клиентты эйәртеп килеп тә инде. Уныһы бер түгел, ике һаҡсы эйәрткән. Килеп инделәр, паспорттарын ҡаранылар, мәғлүмәттәрен яҙып алдылар. Зәкинә:

– Тәүҙә аҡсағыҙҙы күрһәтегеҙ, – тип ныҡыша башланы. Клиент, ҡара күҙлеген бер сисеп, бер кейеп, ҡатынға ҡараны ла һаҡсыларының сумаҙан тотҡанына ымланы. Тегеһе, фокус күрһәткән һымаҡ, бер дипломат аҡсаны Зәкинә менән Әғләмдең күҙе алдынан үткәрҙе. Клиенттың алдына тәңкәне һалдылар. Әғләм – бер яҡтан, Зәкинәһе икенсе яҡтан клиенттың тәңкәне тегеләй-былай әйләндергәнен, фотоға төшөргәнен, күсермәһен алғанын ҡарап торҙолар.

Аҙаҡ Әғләм, тәңкәне алып, төпкө бүлмәгә үтте һәм ҡатыны менән икеһе генә белгән урынға йәшереп ҡуйҙы. Аш-һыу өҫтәле артыҡ булып сыҡты. Сәй-кофе түгел, һалҡын һыу ҙа эсмәнеләр. Барыһын да үҙҙәре менән алып килгәндәр икән. Хужалары, бик олпат ҡарт кеше, күҙлеген систе лә, хужа менән хужабикәгә ҡарап:

 – Һеҙҙең тәңкәгеҙ  миндә шик тыуҙырҙы. Уның һаҡланышы бик юғары кимәлдә. Ғәҙәттә бындай аҡсалар бик әрһеҙ ҡулланыла, туҙа, шулай булғас, беҙҙең шикләнергә урыныбыҙ бар.

– Һеҙ быны нимәгә нигеҙләнеп әйтәһегеҙ? – тине Әғләм.

– Әгәр һеҙҙең тәңкә әйләнештә булһа, ҡулдан-ҡулға йөрөһә, унда теш эҙҙәре булыр ине. Ә һеҙҙекендә теш эҙҙәре юҡ.

Әғләм аптыранды:

– Нимә, һеҙҙеңсә, беҙ уның ысын икәнен раҫлар өсөн ит йә икмәк менән бергә ҡуша сәйнәргә тейеш инекме?

– Юҡ, һис тә юҡ, – тип урынынан һикереп тора яҙҙы клиент. – Тәңкә хужаһын алыштырған һайын, уның ысынлығын билдәләүҙең бер генә юлы бар: уны тешләп ҡарарға кәрәк. Шул осраҡта һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә эҙ ҡала. Хатта уның күренеүе лә мотлаҡ түгел, өҫтөн һыпырғанда бармаҡ битенә генә тойолоуы бар.

– Хәҙер беҙгә нимә эшләргә инде? – тине Әғләм.

– Мин уның ҡайҙан килеүен белергә теләйем, – тине һатып алыусы.

Әғләм Зәкинәһенә ҡараны.

– Был тәңкә беҙҙең өйҙә ғаилә ҡомартҡыһы булараҡ һаҡланды, – тип башланы Зәкинә. – Олатайҙың олаталары француз яуында ҡатнашҡан, көмөш миҙал тағып ҡайтҡан. Аҙағыраҡ дворян ҡатламына ҡабул иткәндәр. Олатайҙың олатайҙарының береһе Николай батша таж кейгән тантанала ҡатнашҡан. Шунда бүләк сифатында ошо тәңкәгә лайыҡ булған.

Зәкинә һөйләгәндәрҙе һатып алыусы бик ентекләп яҙып алды. Олатайҙың олаталарының исем-шәрифтәрен теркәп ҡуйҙы. Тыуған районын-ауылын ҡағыҙға төшөрҙө. Һатып алыусы бының менән генә сикләнмәне, Зәкинә менән Әғләмде ҡосағына алып, селфи төшөрөргә ҡарар итте.

– Беҙ һеҙҙең менән хәҙер бер туғандар һымаҡ, – тине ул, – сөнки беҙҙе хәҙер бер тәңкә берләштерә.

Әҙһәм иң йылы һүҙҙәрҙән дә иреп төшмәне. Һүҙ араһында: “Аванс буламы?” – тип өндәшеп өлгөрҙө.

– Аванс?

– Эйе, аванс.

Һатып алыусы дипломатлы һаҡсыһына бер генә күҙ ташланы. Уныһы бер һүҙ өндәшмәй хужабикәнең ҡулына бишәрлектәр тотторҙо.

Аҡсаның 100 мең һум икәнен күргәс, Зәкинәнең тыны ҡыҫылып ҡуйҙы. Бик йомарт ҡыланалар, быларға ышанып буламы икән?

Һатып алыусы бында хужа – хужа түгеллегенә, хужабикәнең хужа икәнлегенә төшөндө һәм күберәк Зәкинәгә ҡарап һөйләне.

– Ханым, һеҙҙең исем-фамилияғыҙ һирәк аҡсалар йыйыусы кешеләр донъяһын яҡтыртҡан тарих китабына алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ, сөнки һеҙ һәм нәҫел-ырыуығыҙ тормошобоҙҙоң матди байлыҡтарының береһе булған тәңкәне ҡаһармандарса һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән. Был тәңкәгә беҙҙең тарихыбыҙ яҙылған. Уны беҙ күҙ ҡараһындай һаҡлайбыҙ һәм киләсәк быуындарға еткерергә тырышабыҙ. Шуның өсөн һеҙҙең нәҫел-ырыуығыҙға хатта халыҡ исеменән рәхмәт белдерәм. Ә инде тәңкәгә килгәндә, миндәге мәғлүмәттәргә ярашлы, ул мең генә дана сығарылған булған, ул хәҙер бик ҡиммәт. Шуның өсөн уны һаҡлау сараһын да күреү кәрәктер, – тип аҡыл  һатты ул.

Хаҡы тураһында һүҙ сыҡҡас, Әғләм менән затлы металл һыныҡтарын һатып алыусы бер-береһенә мәғәнәле генә ҡарашып ҡуйҙы, хатта йөрәктәре өлпөлдәп китте.

Һатып алыусы үҙенең ҡарарын иғлан итте:

– Тәңкәнең ысын икәнлеген иҫбатлау маҡсатында мин бер нисә көнгә тәнәфес алам, концерттағы һымаҡ әйтһәк, антракт. Минән шылтыратыу һәм аҡса тулы дипломат көтөгөҙ.

Унынсы бүлек

Зәкинә түҙмәне, тағы әхирәте Гөлшатҡа шылтыратты. Юҡ-бар тураһында һөйләштеләр, ауыл  хәлдәрен белештеләр, Зәкинә һүҙ араһында ғына әхирәтенән, Нәзирә апайыма бер һүҙ ҙә әйтмә инде, тип һораны.

– Нимә хаҡында? – тип аптыранды тегеһе.

– Нисек, нимә хаҡында? Тәңкә хаҡында.

– Ә-ә, теге ваҡыт һөйләнгәйнең шул. Әсәйем олатайымдың тәңкәһен бирҙе, байтаҡ ҡына аҡса сыҡты, апайым менән бүлешергә тура килер инде, тигәйнең.

– Шулай тип әйттемме? – тине Зәкинә. – Кит, бушты һөйләмә.

– Бушты һөйләмә, тисе. Үҙең миңә 10 мең биреп торам, тинең. Бер йылға, тинең. Ҡасан теләһәң, шунда килеп алырһың, тинең. Иртәгә килһәм, буламы?

– Ярай, килерһең. Тик башҡа кешегә һөйләнмә инде.

– Һөйләнең ни, һөйләмәнең ни, хәҙер бөтә ауыл белә.

– Ҡайҙан белә? Кем һөйләгән?

– Бәй, Нәзирә апайыңа үҙең аҡса биреп ҡайтарғанһың да инде, 100 мең.

– Ужас! Ниндәй 100 мең булһын?!

– Эйе, апайың миңә лә һөйләне, 100 мең, ти. Миңә әле әҙ бирҙеләр, аҙаҡ өҫтәрбеҙ, тинеләр, тине.

Зәкинә ултыра төштө лә ҡуйҙы. Уның апаһының тырнағына эләкһәң, урамда джипта ултырған бандиттар ише генә ҡыланмаҫ.

Шул ваҡыт ишек ҡаға башланылар. Уф, апайым килгәндер, тип, Зәкинә йүгереп ишеккә барҙы. Унан апаһының пипелдәгәне ишетелде.

– Асығыҙ, ...пип-пип..., хәҙер донъяғыҙҙың аҫтын-өҫкә килтерәм! Һеҙ, ...пип-пип.., мине алдағанһығыҙ! Йә тәңкәне бирәһегеҙ, йә аҡсаны!

Зәкинәгә ишекте асыуҙан башҡа  сара ҡалманы. Апаһы килеп инде лә һеңлеһен ҡосаҡлап алды.

– Рәхмәт инде, Зәкинә, әлдә һин барһың. Теге ваҡыт биргән аҡсағыҙ магазинды бер урарға ла етмәне. Тағы утыҙ мең бирһәң, башҡа һеҙгә әйләнеп тә ҡарамам. Әгәр теләһәгеҙ, аҡса кәрәкмәй, дәғүәм юҡ, тип справка яҙып бирәм. Утыҙ мең генә һум! Тун алам, хаҡы төшкән.

Әғләм йоҡлап ята ине, ул уянып килеп сыҡты.

– И-и, кейәүкәйем, – тине Нәзирә. – Эшкә бармай нишләп ҡатыныңды һаҡлап ятаһың? Ҡатынымды йә аҡсамды урларҙар, тиһеңме? Утыҙ меңеңде сығарып һал, распискамды ал һәм тыныс йоҡла.

Зәкинә менән Әғләм бер-береһенә ҡараштылар. Хәлдәре бөтөп, ултырыштылар. Әғләм, ауыр һулап, расписка яҙ, тине.

Ҡәйенбикәһе минут эсендә сатай-ботайын аҡ ҡағыҙ битенә төшөрҙө лә ҡағыҙҙы Зәкинәгә тотторҙо. Уныһы уҡып сыҡты ла башын һелкте. Шифоньерҙан бер-бер артлы алты бишлек һурылды.

Нәзирә аҡсаны әйләндереп-әйләндереп ҡараны, еҫкәне һәм кеҫәһенә һалып ҡуйҙы ла:

– Иғтибар менән тыңлағыҙ! – тине ул. – Мин әлегә һеҙҙе ҡалдырып торам, ваҡытлыса тынысланам. Хәҙер һеҙҙең бөтә финанс-хужалыҡ эштәре минең контроль аҫтында буласаҡ. Әгәр тәңкәне 1 тәңкәгә генә артыҡ һатһағыҙ ҙа, унда минең дә өлөшөм бар. Фатирығыҙҙа яңы диван йә иҙән йыуа торған сепрәк барлыҡҡа килһә лә, һеҙ был мөлкәтте ниндәй аҡсаға һатып алыуығыҙҙы миңә отчетларға тейешһегеҙ. Килештекме?

Нәзирә нисек килеп инһә, шулай юҡ булды. Ә ир менән ҡатын аптырашып, бер-береһенә ҡарашып ултырып ҡалды.

– Беҙҙең хәлдәр күҙ алдында ҡатмарлана, – тине ҡатыны. – Мин апайымдың холҡон беләм. Ул колхозда ғүмер буйы бухгалтер булып эшләне. Юҡты бар, барҙы юҡ итеү уға бер ни тормай. Ул үткән урында бер ниндәй ҡара көнөң дә кәрәкмәй. Иң яҡты көнөңдө лә ҡара төнгә әйләндерәсәк. Өҫтөңдән төшмәйәсәк. Ошонан сыҡмаясаҡ, яңы фатир алһаҡ, шунда барасаҡ. Иҫке машина алһаҡ, бергә ултырып йөрөйәсәк. Ә быныһы беҙгә кәрәкме?

– Кәрәкмәй, – тине Әғләм. Ул бандит ҡиәфәтле ишек ҡуйыусыны, теге коллекционерҙың һаҡсыларын, хатта затлы һыныҡтар йыйыусы егетте лә бик һәйбәт кешеләр итеп күҙ алдына килтерҙе. Улар һатып алмаһа, талап булһа ла алырҙар, ләкин ҡурҡытып, ҡат-ҡат аҡса таптырып йөрөмәҫтәр. Аһ, Зәкинәнең апаһынан күргән этлектәр!

Зәкинә был тәңкәгә бәйләнеүенә асыҡтан-асыҡ үкенеүен йәшермәне. Ул ошо тәңкәнән башҡа ла бик матур йәшәй ине лә инде. Ғүмер буйы тырышып эшләп фатир алды. Һәйбәт кенә кешегә кейәүгә сыҡты, балаһы булырға тора. Тапҡан-таянғандары, аҡсалары ла етә һымаҡ ине. Әлеге тәңкә бөтә донъяһының аҫтын-өҫкә әйләндерҙе.

– Әғләм, – тине ул хәлһеҙ генә итеп. – Һин мине яратаһыңмы?

– Яратам, – тине тегеһе тоғро ғына. – Яратмаһам, һинең менән йәшәр инемме?

Әғләмдең телефоны шылтыраны.

– Һеҙ фатирығыҙҙамы? – тинеләр, һеҙ һаман тереме ни әле ул, тигәндәй.

– Эйе, беҙ өйҙә, фатирҙа, – тине Әғләм, аптыраныуын белдереп. – Ә нимә булырға тейеш ине?

– 1918 йылдың февралендә һеҙ йәки һеҙҙең ата-бабаларығыҙҙың берәйһе Петроградта булмағанмы? – һорау алыусы теге металл һыныҡтары йыйыусы егет икән.

– Мин булманым, – тине Әғләм. – Үҙем өсөн яуап бирә алам. Ә башҡалар өсөн әйтә алмайым.

– Ә быны раҫларлыҡ документығыҙ бармы? – тине тегеһе.

– Әлбиттә, бар, – тине Әғләм.

– Ниндәй документ?

– Паспортым бар, – тине Әғләм ҡыуанып. – Ә унда минең тыуған йылым 1970 йыл тип яҙылыу сәбәпле, 1918 йылда Петроград тигән ҡалала булыуым мөмкин түгел.

Теге башта бик оҙаҡ уйландылар.

– Дәлилдәр бик шыйыҡ, – тинеләр теге башта. – Бәлки, һеҙҙең ҡатынығыҙ Петроградта булғандыр?

– Булмаған, – тине ныҡ итеп Әғләм. – Сөнки минең ҡатыным 1990 йылда тыуған.

– Тыуһа  ни? – тинеләр теге баштан.

– Ә беҙҙең Петроградҡа ниндәй ҡағылышыбыҙ бар? – тип мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә тырышты Әғләм.

– Туранан-тура, – тине затлы металл  һыныҡтары йыйыусы. – Тап шул йылды Петроградта Эрмитажды талағандар. Һирәк осрай торған аҡсалар, йәғни нумизматика бүлегенән ошондай тәңкә юғалған, һәм һеҙгә уны һатыу бик ауыр буласаҡ.

– Һин нимә, ҡустым? – тине Әғләм. – Мине йә ҡатынымды уғрылыҡта ғәйепләргә итәһегеҙме?

– Ғәйепләмәйем, – тине теге. – Урланған булыу сәбәпле  һеҙҙең тәңкәнең хаҡы ныҡлы төшә.

– Мәҫәлән, нисә тапҡыр?

– Мәҫәлән, иң кәмендә ун тапҡыр.

– Рәхмәт, мин шуны ишетергә теләгәйнем дә, – тине Әғләм. – Был тәңкә беҙгә бер изгелек тә килтермәне. Уның арҡаһында барлыҡ тыныслығыбыҙҙы юғалттыҡ. Төндәрен йоҡлай алмайбыҙ. Хәҙер мин сығам да тәңкәне Ағиҙелгә ырғытам.

Теге башта яуап биргеләгәнсе Әғләм телефонын һүндерҙе.

Әғләм Башҡортостан тарихын бер аҙ белә. Мәктәптә уҡығандарын яҙа-йоҙа хәтерләй. Шуға һорауҙары теүәл һәм аныҡ ине.

– Матурым, ҡәҙерлем, – тине ул ҡатынын ыңғай һыпырып. – 1918 йылдың февралендә һинең олатайҙарыңдың береһе башҡорт ғәскәрҙәре менән Петроградты Юденичтан һаҡлауҙа ҡатнашмағанмы? Тәңкәне һатып алырға теләүселәр олатайыңдың олатайҙарының береһен Николай Икенсенең таж кейеүҙә ҡатнашыуын инҡар итмәксе. Тәңкә 1918 йылдың февралендә Эрмитажды талағанда юғалған тәңкәлер, тимәксе.

– Бер олатай Петроградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан шул, – тине ул, Әғләмгә күтәрелеп ҡарап. – Хәҙер нимә буласаҡ? Әйҙә, тәңкәне  музейға бирәйек тә ҡуяйыҡ.

– Хәҙер беҙгә яуап бирергә тура киләсәк. Һин, матурым, яуап бирергә әҙерме?   Ә музейға бирһәң, улар рәхмәт тә әйтмәй, кеҫәләренә һала ла ҡуя инде.

– Ә мин һине тәүге күргән көндө һағынам, – тине Зәкинә. – Тәңкәһеҙ генә ниндәй матур йәшәгәнбеҙ .

Ун беренсе бүлек

Әғләм бик оҙаҡ уйланып торғандан һуң Зәкинәһен ҡосағына алды.

– Мин һиңә, ҡәҙерлем, үҙем хаҡында байтаҡ һөйләнем шикелле, ләкин барыһын да һөйләп бөтмәнем. Ошо тәңкә тураһында, уны һатыу хаҡында һүҙ сыҡҡас, бик ҡыуанғайным. Минең хаҡта һин барыһын да белмәйһең. Минең үҙемдең ҡара көндәрем булды. Мин унан үҙемде ҡотолдом тип уйлағайным. Әлеге аҡса мәсьәләһе тағы ла мине ҡыуып етте. Мин хәҙер үҙемде бөтөнләй башҡа бер тормош менән йәшәгән һымаҡ итеп тоям.

– Ә унда һин нисек булдың? – тип һораны Зәкинә.

– Мин ҡылмаған гонаһ ҡалдымы икән? Эстем, юғалдым, эштән эшкә йөрөнөм, үҙемде бөтөнләй юғалтып бөттөм. Һәм һин осраның.

– Эйе, мин осраным, – тине Зәкинә.

– Һәм һинең осрауың тәңкә менән бергә тура килде. Беҙ бер-беребеҙҙе түгел, тәңкә үҙе беҙҙе һынай һымаҡ.

– Ә беҙгә барыһын да яңынан башларға нимә ҡамасаулай?

Әғләм бик оҙаҡ уйланып ултырҙы.

– Мин был юлдан сығыу юлын күрмәйем, – тине, – сөнки беҙҙең алда тәңкә тора. Мин хәҙер еңел тормошҡа аяҡ баҫҡас, тағы эсә башлармын, үҙемде юғалтырмын тип ҡурҡам. Хәҙер мин шундай хәлдәмен: шешә күрһәм дә ҡотом оса.

– Һин бит хәҙер эсмәйһең, ниңә ҡурҡаһың? – тине Зәкинә.

– Эсеүҙе ташлағас, миңә шул тиклем рәхәт ине. Мин үҙемде яңынан тыуғандай итеп тойҙом.

– Улай булғас, әйҙә, беҙ тәңкәнән ҡотолайыҡ, – тине Зәкинә.

– Мин риза, ҡотолорға кәрәк, – тине Әғләм. – Машинаһы ла кәрәкмәй, йәйәү йөрөрбөҙ. Бындай тәңкә беҙгә бәхет килтермәҫ.

– Һин эсеүҙән шул тиклем ҡурҡаһыңмы? – тип һораны Зәкинә.

– Хәҙер беҙҙең байығанды белгәс, дуҫ-иштәр йыйыла башлаясаҡ, – тине Әғләм. – Улар күбәйәсәк һәм беҙҙән табышыбыҙҙы йыуыуҙы талап итәсәк.

– Уларҙан нисек ҡотолорға һуң? – тине ҡатыны.

– Бик ауыр булһа ла, тәңкәне юҡ итергә йә унан баш тартырға тура килер.

Шул ваҡыт тимер ишектең ҡыңғырауы шылтыраны. Әғләм барып ҡараһа, клиент менән затлы металл һыныҡтары һатып алыусы тора.

Улар шым ғына инде лә иң түрҙәге иҫке диванға ултырҙы.

– Йәгеҙ, хужалар, беҙгә эште теүәлләп ҡуйырға кәрәк, – тине клиент.

– Эйе, һеҙгә аванс бирелде. Шулай булғас, тәңкәне тыныс күңел  менән һатып ебәрә алаһығыҙ.

– Тәңкә юҡ, – тине Әғләм.

– Ҡайҙа булды? – тине  клиент.

– Беҙҙән уны урланылар, – тип бышылданы Зәкинә. – Беҙ хәҙер үҙебеҙ бер тин аҡсаһыҙ ултырабыҙ.

Коллекционер тәүҙә аптырап Зәкинә менән Әғләмгә ҡараны, шунан затлы металл  йыйыусыға өндәште.

– Мин ҡарт кеше, насар ишетәм, – тине ул, – былар ысынлап та шулай тинеме ул?

– Эйе, – тине Әғләм, – беҙ шулай тинек. Тәңкә юҡ. Беҙҙән уны урланылар.

– Ярай, улайһа, урлағас, урлаһындар. Беҙҙең зыянды ҡаплағыҙ, авансты ҡайтарығыҙ.

– Әгәр аванс юҡ икән, нимә эшләргә? – тине Әғләм.

Клиент баҫты ла фатирҙы ҡараштырып сыҡты.

– Иҫкелеккә иҫке, ләкин һеҙгә уны һатырға тура киләсәк. Булмаһа, 100 меңде сығарып һалығыҙ.

Зәкинә аҡрын ғына урынынан торҙо ла шифоньерҙы асты, кейем-һалымдарын барланы һәм Әғләмдең күлдәктәре тәҫләп һалынған урындан әлеге 100 меңде  килтереп сығарҙы.

– Рәхмәт, ярай, тотоноп өлгөрмәгәйнек, – тине Зәкинә. – Мин эштең шуға барырын һиҙә инем. Беҙ һеҙгә бурысыбыҙҙы ҡайтарабыҙ.

Ҡунаҡтар бер-бер артлы сығып китте.

– Әллә ҡотолдоҡ инде, – тине Әғләм, тәҙрәнән аҫҡа ҡарап. Әлеге джип һаман урынында ултыра. Эргәһендә иҫкереп бөткән “Жигули” . Күп тә үтмәне, ике машина саң борҡотоп, ике яҡҡа ҡуҙғалды.

– Ҡотолдоҡ! – тип сәпәкәй итте Зәкинә.

– Бирһен Аллаһым, – тип теләне Әғләм. – Әйҙә, паркка сығып йөрөп киләйек.

– Ә ҡурҡмайһыңмы? – тип һораны Зәкинә.

– Ә нимәнән ҡурҡырға? Хәҙер тәңкә юҡ. Тәңкә булмағас, беҙҙең менән ҡыҙыҡһыныусы булырмы икән?

– Мин дә шуны уйлап торам, – тине Зәкинә. – Хәҙер беҙ кемгә кәрәк инде?

– Ниңә беҙҙә кеше менән аҡсаһы булһа ғына ҡыҙыҡһыналар икән?

– Шулай шул. Кеше һинең тураһында һөйләһен өсөн бай булыу мотлаҡ, ахыры.

– Әйҙә, элек нисек булһа, шулай ҡалһын, – тине Әғләм. – Тик баяғы шешәнән башҡа ғына.

– Мин риза, – тине ҡатыны.

Урамға  сыҡтылар. Күкте ҡап-ҡара болоттар баҫып алды, ҡойоп ямғыр яуа башланы. Күп тә яуманы, һауа сафланып ҡалды.

– Ямғыр яуғанда ғына ҡараңғыланһын ине көнөбөҙ, – тине Әғләм.

Һуңғы тамсылар тамғас, болоттар таралды, көн аяҙланды.

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас