Муйынына таҡҡан ҡыҙыл галстук үҙе ни тора: ул, берҙән, ут ҡыҙыл төҫө менән ҡараштарҙы арбап, ниндәй идеалдарға табынырға кәрәк икәнен иҫкәртә, икенсенән, саҡ ҡына ситкә тайпылһаң, минең боғалаҡ булғанды онотма, тип киҫәтә. Етмәһә, мәктәптәге дәрестәрҙең һәр береһендә тиерлек уҡытыусылар иҫкелек ҡалдыҡтары менән аяуһыҙ көрәш, яңы тормош төҙөү өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт тураһында тылҡып ҡына тора. Өҫтәүенә, Ҡыҙылъяр ауылы мәктәбендәге пионер дружинаһы кулак атаһын фаш итеп ҡорбан булған Павлик Морозов исемен йөрөтә. Ошондай шарттарҙа күҙең асылмаҫ ерҙән асылыр.
Эйе, күҙе күргән, ҡолағы ишеткән кешеләргә һәр ерҙә яңылыҡ - улар менән донъя тулған, тиһәң дә була. Ул ҡәҙәр донъяны айҡамайынса, Ҡыҙылъяр ауылына ҡараш ташлап та белергә мөмкин яңы заман һыҙаттарын. Уларҙың иң сағыуы, әлбиттә, күмәк хужалыҡ. Ауыл халҡы яҙҙан көҙгәсә арбаларға тейәлешеп, йырлашып эшкә китә, таҡмаҡ әйтеп эштән ҡайта. Ә элгәре? Ғамирҙың әсәһенән ишетеүенсә һәм китаптарҙан уҡыуынса, революцияға тиклем һәр кем шәхси хужалығында бөксәнләгән. Ә клуб һуң? Унда элек, уҡытыусыларҙың тасуирлауынса, эс бошорғос аҙан тауышы яңғырап торһа, хәҙер манараһы ҡолатылған был йорттан ярты төнгә саҡлы күңелле йыр, гармун ауаздары ишетелә. Йәш-елкенсәктең клубта күңел асыуҙары, «Наза», «һигеҙ бейеү», «Марш» кеүек замана бейеүҙәренә тыпыр-лауҙары Ҡыҙылъярға терәтеп тигәндәй МТС төҙөлөп, унда һәр тарафтан ғаиләләре менән төрлө һөнәр кешеләре күсеп килгәндән һуң уғата көсәйеп китте.
Ул саҡта илгә ҡырғын һаласаҡ Оло Ватан һуғышы башланмағайны әле. Шулай ҙа, иртәме-һуңмы, уның тоҡанасағы тураһында халыҡ араһында төрлө хәбәрҙәр йөрөй, гәзиттәрҙә баҫылған мәҡәләләр һәм һирәк-һаяҡ күренеп ҡалған шиғырҙар ҙа шом өҫтөнә шом өҫтәп тора. Ана, яңыраҡ «Ударсы» тип аталған район гәзитендә Ҡыҙыл байраҡ тураһында халыҡ йырҙары баҫылып сыҡҡайны, унда ла фашистар менән ҡотолғоһоҙ алышҡа ишара яһала:
Күгәрсендәр ергә
Бергәләп гөрләшергә.
Ленин-Сталин байрағы
Саҡыра берләшергә.
Йыртҡыс фашист теш ыржайта
Совет иленә ҡарап.
Дошмандарҙы еңеп сығыр
Һәр ерҙә ҡыҙыл байраҡ.
Әлеге гәзиттә Ш. Мулдыҡай тигән берәүҙең «Тураҡларбыҙ дошманды» тигән әҫәрен Ғамир ятлап уҡ алды. Ул шулай күңеленә оҡшаған шиғырҙарҙы хәтеренә бикләргә ғәҙәтләнгән. Ә Ғамирҙың ятлағанын бер ваҡытта ла онотмай торған сифаты бар. Ете төндә уятып һораһалар ҙа, ул шартлатып һөйләп бирәсәк. Мәҫәлән, Ш. Мулдыҡайҙың баяғы шиғырын:
Ҡара йылан кеүек ағыу сәсеп,
Сик артында яуыз дошмандар,
Тыныслыҡта торған илебеҙҙе
Емерергә план ҡорғандар.
Улар теләй бөйөк Украйнаны,
Көнсығышты баҫып алырға;
Улар теләй күкрәп сәскә атҡан
Ил халҡына бығау һалырға.
О, юҡ, булмаҫ!
Ҡулды күтәреп, беҙ:
«Әйҙә, инегеҙ!» – тип тормабыҙ.
Йөҙ ҙә етмеш миллион, бер кешеләй,
Ҡорал тотоп, ҡаршы барырбыҙ.
Үҙ ерендә дошман кәүҙәләрен
Ташларбыҙ беҙ йөҙгә киҫкеләп.
Беҙ күтәргән еңеү байраҡтары
Һис бер ваҡыт аҫҡа эйелмәҫ.
Ғамирҙың район гәзитендә баҫылған һәр шиғырҙы йотлоғоп уҡыуы, оҡшағандарын ятлап алыуы, ғөмүмән, әҙәби ижад менән мауығыуы бер йыл элек Ҡыҙылъяр мәктәбенә эшкә килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әсмә Мөслимова апайға бәйле. Дөрөҫөрәге, килеү менән мәктәптә ул ойоштороп ебәргән әҙәби түңәрәккә. Өфөлә уҡыған һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың үҙе менән аралашҡан был мөләйем апай һәләтле балаларҙы түңәрәккә йәлеп итеп, уларҙы мәҡәлә, шиғыр яҙырға өйрәтә башланы. Әсмә апай түңәрәк ағзаларының ултырыштарын үткәреүҙе, унда уларҙың ижад емештәрен тикшереүҙе, иң яҡшы тип табылған шиғыр менән мәҡәләләрҙән төҙөлгән ҡулъяҙма журнал сығарыуҙы ғәҙәткә индергәйне. Әҙәби түңәрәккә иң тәүгеләрҙән булып яҙылған Ғамир инде шиғырҙың нимә икәненә арыу уҡ төшөнә, әсәһе менән апаһына белгертмәй генә үҙенең күңеленә килгән уй-хистәрен айырым дәфтәр биттәренә сыймаҡлап ҡарай. Тик уларҙы әлегә шиғыр тип атауы ҡыйын: йә рифмаһы тап килмәй ыҙалата, йә уныһын килештерһәң, быуындар һаны тәртәнән сыға. Уларҙан тыш, Әсмә апай өйрәткән фекер тослоғо, өр-яңы образ һәм, иң мөһиме, идея тигән ғәләмәттәр ҙә бар бит әле.
* * *
Яңы уҡыу йылы башланып, аҙна-ун көн үтеүгә, Ғамирҙың МТС кәнсәһендә иҙән йыуыусы булып эшләгән апаһы Маһинур төшкө ашҡа үҙе менән тиндәшерәк бер ҡыҙҙы эйәртеп ҡайтты. Исеме Зәлифә, район үҙәгенән МТС-ҡа бухгалтер итеп эшкә ебәрелгән икән. Ҡуйы ҡара сәстәре яурын тиңенән киҫелгән, башында күк косынка. Күлдәк өҫтөнән ең остары резинка менән бөрмәләтелгән еңел куртка кейгән.
– Әсәй, - тине Маһинур, теге ҡыҙҙың сәләмен бүлдереп. - Зәлифә МТС-ҡа эшкә килгән. Директор уға фатир тапҡансы, беҙҙә йәшәп торһон әле.
- Ярар, - тине сабыр һәм күндәм холоҡло Таһира апай. - Оҡшаһа, әйҙә беҙҙә ятһын. Миңә керҙәш булһа, һиңә серҙәш булыр.
Зәлифә шулайтып Ғамирҙарҙа йәшәй башланы. Үҙе алсаҡ, үҙе илгәҙәк был ҡыҙҙы өйҙәгеләр тиҙ арала яҡын күреп, яратып өлгөрҙө. Яратмаҫлыҡта түгел ине шул - асыҡ күңелле булыуы өҫтөнә, үҙе ифрат һылыу, һөйләшкәндә йөҙөнән йылмайыу китмәй. Ә ул йылмайҙымы - һул яҡ битендә бармаҡ баҫымындай ғына уйым барлыҡҡа килә. Ундай саҡта өй эсе мөғжизәле нурға тулып, яҡтырып киткәндәй була.
Үҙенән бер-ике йәшкә генә оло булған Зәлифәгә иң ныҡ ҡыуанған зат - Маһинур ине. Улар бер-береһенә ныҡ эйәләшеп, апалы-һеңлеле әхирәттәргә әүерелеп киттеләр - өй эштәрен шарт-шорт икәүләшеп башҡаралар, киске уйындарға бергәләп йөрөйҙәр. Әйтерһең, бала саҡтан шулай йөрәк серҙәрен бүлешеп, айырылмаҫ дуҫтар булып йәшәгәндәр.
Зәлифә ҡырҡҡа ла етмәҫтән ике бала менән тол ҡалып, иртәнән кискәсә колхоз эшендә ҡайнаған Таһира апайҙың да күңелен табырға онотмай. Була бит шундай тартымһаҡ кешеләр - хәлеңде аңлап, эс-бауырыңа инә, күңелгә ятышлы хәбәрҙәр һөйләп, кәйефеңде күтәрә. Ундай заттар эргәһендә күңел һәр саҡ күтәренке була, йәнде өйкәп торған тауҙай ауырлыҡтар ҙа кесерәйгәндәй тойола.
Зәлифә күберәген үҙе эшләгән МТС яңылыҡтарын, унда булған ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы һөйләй ине. Бына бөгөн дә ул, Ғамирҙың уҡыуҙан ҡайтып өлгөрмәгәненән файҙаланып, төшкөлөккә ҡайтҡан арала Таһира апай менән Маһинурға сираттағы мәҙәкте сурытты:
- Уф! - тине ул ишектән инер-инмәҫтән. - Беләһегеҙме, МТС-та нимә булды бөгөн?
- Юҡ, ҡайҙан беләйек? - тине аптырай төшкән Таһира апай.
Әхирәтенең күҙҙәрендә шаян осҡондар уйнағанын күргән Маһинур өндәшмәне - көлөмһөрәп, яңы хәбәр көттө. Зәлифә дауам итте:
- Беҙ баш баҫып эшләп ултырабыҙ. Бер заман коридорҙа кемдеңдер: «Медсестра! Медсестра!» - тип ҡысҡырғаны ишетелде. Кем икән, тип, ишекте асып ҡараһаҡ - беҙҙә эшләгән бер ағайҙың бисәһе, имеш. Ҡаршы ишектән фельдшер апай килеп сыҡты. Уның: «Ни булды?» тигән һорауына теге ҡатын әйтә: «һеңлем, ҡәйнәмә әллә нимә булды ла ҡуйҙы, барып ҡарамаҫһың микән?» Тәһәрәт алырға сыҡҡан еренән ҡорт саҡҡандай йүгерә-атлай өйгә килеп инде лә, ыңғырашып, урындыҡҡа ауҙы. Мин бында йүгерҙем...»
- Уй, Алла! - тип һүҙ ҡыҫтырҙы Таһира апай. - Кем икән һуң ул? Ныҡ ауырып китмәһә ярар ине - оло кешегә күп кәрәкме?
Зәлифә йәнә бер килке көлөп алғандан һуң, дауам итте:
- Әбейҙә бер ниндәй ҙә ауырыу булмаған шул. Медсестра әйтә, барып инһәм, ысынлап та, оло йәштәге инәй урындыҡта һыҙланып ята. «Нимә булды, ҡайһы ерең ауырта?» тип һораһам, «Эһ!» ти ҙә, билдән түбән яғына ымлай, ти. Ята биргәс, ыңғыраша-ыңғыраша: «Тәһәрәт алыуым булды, әсетеп алып китте, түҙеп тә булмай», - тип әйтә, ти. Медсестра әйтә, барып тегенең ҡомғанын асып ҡараһам, эсендәге һыуы ҡыҙғылт төҫтә, еҫкәп ҡараһам, ҡыҙыл борос еҫе сыға, ти. «Әбей, - тип әйтәм, ти, - борос һалғандар бит. Ҡараңҡырап йөрө». Шул һүҙҙәрҙе әйтеүем булды, килен кеше сыуал соҡалағындағы тәртешкәне эләктереп алды ла: «Ах, ҡәһәр төшкәр! Ғизетдиндән башҡа берәү ҙә түгел! Хәҙер елкәһен өҙә һуғам!» - тип тышҡа йүгерҙе. Баҡтиһәң, әбейҙең ауырыуы шуҡ ейәненең ҡомғандағы йылымыс һыуға һалған боростан булып сыҡты...
- Әсәһе теге Ғизетдинде тапты микән? -тип һораны Маһинур, көлә-көлә.
- Ҡайҙан тапһын! - тине Зәлифә. - Медсестра апай әйтә, мин өйгә инеп барғанда алан-йолан ҡарап, ихатала бер үҫмер йөрөй ине, ғауға ҡупҡандан һуң ҡараһаҡ, унан елдәр иҫкән, ти...
Ғамир мәктәптән ҡайтып ингәндә, Маһинур апаһы менән Зәлифә тыйыла алмай көлә, ә Таһира апай:
- Әстәғәфирулла!.. Тәүбә, тәүбә... Етәр, шырҡылдашмағыҙ, шул булдымы көлә торған нәмә. Гонаһ шомлоғо! - тип тегеләрҙе тыйып маташа.
Ғамирҙың ҡайтып инеүе әхирәттәрҙе көлөшөүҙән тыйылырға мәжбүр итте. Ни тиһәң дә, ир нәҫеленән бит. Етмәһә, көлөүҙең сәбәбе бик сетерекле - балиғ булмаған бала ҡолағы өсөн түгел.
- Ҡалай оҙаҡланың бөгөн. Иртәрәк ҡайта торғайның, - тине Таһира апай, хәбәрҙе ҡапма-ҡаршы юҫыҡҡа йүнәлтергә яйы сыҡҡанға ҡыуанған төҫтә.
Ғамирҙың:
- Дәрестәрҙән һуң әҙәби түңәрәк ултырышы булды, - тиеүен етди ҡиәфәт кергән Зәлифә эләктереп алды:
- Оһо, һин шулай матур әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынаһыңмы ни? Яҙыусы йәки шағир булып китһәң, беҙҙе лә берәй ергә ҡыҫтырып ҡуйырһың әле.
-Эй-й, - тип уңайһыҙланды Ғамир. - Әсмә апай әйтә, шағирлыҡ менән яҙыусылыҡ тыумыштан бирелә, мин һеҙҙе матур әҙәбиәтте аңларға, уны яратырға ғына өйрәтәм, ти.
- Апайығыҙ бик аҡыллы икән, - тине Зәлифә. - Һинең һымаҡ саҡта мин дә шиғыр менән мауыға торғайным. Яратҡан шағирҙарҙың әҫәрҙәрен гәзиттәрҙән ҡырҡып алып, йәки күсереп яҙып йыя инем. Ул дәфтәр миндә әле лә бар, теләһәң, аҙағыраҡ уҡытырға бирермен. Ә бер шиғырға хатта бик матур йыр яҙылған. Уны ла өйрәтермен...
* * *
Әҙәби түңәрәктең Октябрь байрамы яҡынлашыуғараҡ уҙғарылған ултырышында Әсмә апай унда шөғөлләнеүселәргә махсус йөкләмә бирҙе.
- Балалар! - тине ул ултырыштың аҙағында. - Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһының сираттағы йыллығы етеп килә. Илебеҙҙе даһи Ленин һыҙған юл менән ун йылдан ашыу бөйөк Сталин етәкләй. Концертта һөйләр өсөн уға бағышлап шиғыр яҙырға кәрәк. Һеҙгә бер аҙна ваҡыт бирелә. Кемдең шиғыры иң яҡшыһы, шул концертта һөйләйәсәк.
Ғамирҙың йөрәге елкенеп ҡуйҙы, һиҙҙермәй генә тәҙрә эргәһендәге парта артында ултырған Йәүҙәткә күҙ йүгертте. Уны күргәйне, күңеле тыйып тотҡоһоҙ сәмгә тулышты. Әллә Әсмә апай әйткән илһам тигән ғәләмәт ошо буламы икән? Юҡтыр ҙа, сөнки бындай тойғо Ғамирҙың булмышына класташын күргән һайын ябырыла. Моғайын, Йәүҙәт тә уға ҡараған һайын шундайыраҡ тойғо кисерәлер, сөнки класташтар араһындағы өнһөҙ ярыш күптән бара. Кемдәр бер-береһен уҙырға тырышып уҡый? Ғамир менән Йәүҙәт. Кемдәр кемуҙмаҡтан сәмләнеп мәктәптең йәмәғәт тормошонда ҡайнаша? Шулар.
Үҫмерҙәр араһындағы был сәм һуңғы йылда көтмәгәндә көндәшлеккә әүерелде. Бындай үҙгәрештең сәбәпсеһе - улар менән бер класта уҡыған Сафура. Исеменән аңғарыуығыҙса, ул муйынына шундай уҡ ут ҡыҙыл төҫтәге галстук таҡҡан ҡыҙыҡай. Ҡыҙыҡайҙың да ниндәйе әле: үҙенең һүҙ менән әйтеп аңлатҡыһыҙ матурлығы һәм һөйкөмлөлөгө менән кластағы бар ҡыҙҙарҙан айырылып тора. Ундай заттарҙы халыҡ араһында «һылыу һөйәк» тип йөрөтәләр, һәр хәлдә, Сафураның йәнәшәһендәге ҡыҙҙар, нисектер, үҙҙәренән үҙҙәре төҫөн юя, әйтерһең, улар күҙгә күренмәҫ ҡорған артына йәшеренә. Ҡараштар ирекһеҙҙән Сафураға төшә, турғайҙар араһындағы күгәрсен кеүек күҙгә бәрелеп торған ҡыҙҙы күреүҙән кинәнес тойғоһо кисерергә ашҡына.
Был бер Ғамирға ғына шулай тойолалыр, тип уйлар инең - кластағы малайҙарҙың барыһы ла Сафураға тартыла, уның күңелен табырға тырыша, һәр хәлдә, Ғамир шулай тоя. Бигерәк тә Йәүҙәт янғалаҡлай, ҡыҙҙың иғтибарын төрлөсә үҙенә йәлеп итергә маташа. Ана, яңыраҡ ул, дәрестәр бөтөп, ҡайтырға сыҡҡас, Сафураға:
– Ҡайҙа, сумкаңды тотошайым, - тип ярамһаҡланған булды. Ләкин Сафура шул саҡ Ғамирҙың түбәһен күккә тейҙергән, йөрәген татлы һулҡылдатып ҡуйған һүҙ әйтте:
– Юҡ, Ғамир тота. Уға юл ыңғайыраҡ. Эйе бит, Ғамир?
Был ниндәй татлы хәбәр? Ҡәҙимге һүҙҙәрҙән торған ябай ғына өс һөйләм. Ләкин улар кем ауыҙынан сыға ла, кемдең ҡолағына тәғәйенләнә бит! Эйе, был һүҙҙәр кластың ғына түгел, ә бөтә мәктәптең тиңһеҙ һылыуы Сафура ауыҙынан сыҡты. Улар башҡаға түгел, ә нәғеҙ Ғамирға төбәп әйтелде. Ошонан да ҙур ҡыуаныстың булыуы мөмкинме? Тимәк, Сафураның да күңеле Ғамирға тартыла. Ура!..
«Күңелендә ни булғанын белергә ине, - тип уйланы Ғамир, тәҙрә эргәһендәге парта артында мыштым ғына ултырған Йәүҙәткә ҡарап алғандан һуң. - Ух, аҫтыртын!..» Ҡараһаң, ҡарамаһаң да, уның уйы билдәле инде: нисек булһа ла Сталин тураһындағы шиғырҙы Ғамирҙан алдараҡ яҙыу һәм бөтә мәктәп алдында шәп булып күренеү. Бигерәк тә Сафура алдында. Юҡ, быға һис тә юл ҡуйырға ярамай! Шиғырҙы Йәүҙәттән алдараҡ яҙмаһа, уның исеме Ғамир булмаһын!..
* * *
Әйткән һүҙ - атҡан уҡ: Ғамир иртәгәһенә үк шиғырҙың яҙылыуы тураһында Әсмә апайға йәүкә һалды. Йөкләмәнең шулай тиҙ үтәлеүенә ҡыуанған уҡытыусы уны һәм Павлик Морозов исемендәге дружина советы рәйесе Әкрәмде эйәртеп, мәктәп директоры бүлмәһенә барып инде. Әсмә апай директорға эштең асылын аңлатып биргәс, өсәүләшеп шиғыр тыңларға әҙерләнделәр.
- Йә, тыңлайбыҙ, - тине Әсмә апай. - Ҡысҡырып, ҡабаланмай һөйлә, йәме.
Ғамир күтәренке тауыш менән «Сталинға!» тип иғлан итте лә, тулҡынланыуҙанмы, мәлдең мөһимлегенә баҫым яһарға теләүҙәнме, тамағын ҡырғылап алғандан һуң, яҙған шиғырын һөйләргә кереште:
Даһи Ленин һыҙған оло юлдан
Етәкләйһең беҙҙе оҫта һин.
Яҡты тормош күрһәткәнең өсөн
Рәхмәт һиңә, бөйөк Сталин!
Ҡәләм бирҙең, ҡағыҙ, дәфтәр бирҙең,
Китап бирҙең беҙгә уҡырға.
Бәхет бирҙең, бөтмәҫ шатлыҡ бирҙең,
Азат иттең ғүмер-ғүмергә.
Мәктәп ишеген астың беҙҙең өсөн,
Уҡыу, ялға бирҙең мөмкинлек.
Оҙаҡ йәшә, даһи, оҙаҡ йәшә,
Бәхет биргән өсөн мәңгелек.
Һин күтәргән байраҡ аҫтында беҙ
Еңеү тауҙарына үрләрбеҙ.
Илгә ҡайғы һалып, үлеп китһәң,
Сәскәләргә сорнап, ерләрбеҙ.
Шиғыр тамамланғас, бүлмәлә бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Ғамир үҙенең ижад емешенә ҡарата маҡтау уҡ булмаһа ла, хуплау һүҙе көткән Әсмә апай ниңәлер башын түбән эйҙе, мәктәп директоры мәғәнәле итеп тамағын ҡырып ҡуйҙы. Шунан ул төрлөсә аңларға мөмкин булған тауыш менән:
- Дә-ә-ә... - тип һуҙҙы. Ниһайәт, Әсмә апай телгә килде:
- Ғамир, шиғырыңдың аҙағында бигерәк ашыҡҡанһың түгелме?
Әкрәм, үҙенең вазифаһына һәм Павлик Морозов исемендәге пионер дружинаһының идеалына ярашлы, аяуһыҙ ҡәтғилек менән тура ярҙы:
- Бындай юлдарҙы фәҡәт халыҡ дошмандары ғына яҙа ала. Был - тере юлбашсыға үлем теләү менән бер!
Әле генә илһамланып шиғыр уҡып торған Ғамирҙың өҫтөнә һалҡын һыу һиптеләрме ни! Бигерәк тә Әкрәмдең хөкөм ҡарарына тартым һүҙҙәре күңелен шомландырҙы. Әсәһе әйтмешләй, Алла һаҡлаһын! Кешеләрҙең элегерәк ОГПУ, хәҙер инде НКВД тип аталған дәһшәтле ойошманан дер ҡалтырап торған сағы. Шул айҡанлы ауылда яңыраҡ бер ләҡәп тә таралғайны. Имеш, Ихсан ағай менән Бәҙерниса апайҙың иң бәләкәй малайҙары нимәгәлер мыжып, илай ҙа илай икән. Әсәһе, уны тымыҙырға була: «Ана, бабай килә!» - тип тә, «Урыҫ килә ята, хәҙер биреп ебәрәм үҙеңде!» - тип тә ҡурҡытып ҡарай, ләкин малай оторо мыжый. Ахырҙа, уның мыжыуынан ялҡҡан Бәҙерниса: «Шым, ана, НКВД килә!» - тигәс, сабый илауынан шып туҡтай.
Шулай ҙа, был юлы яҙмыштың Ғамирға ҡарата рәхимле мәле тура килде, ахырыһы, сөнки мәктәп директоры һиҙелерлек булып кәмегән һәм шуға ла уғата шомло яңғыраған тауыш менән:
- Был шиғыр йоратын һин яҙманың, ә беҙ ишетмәнек, - тине. Директорҙың «яҙманың» тигәнен «был шиғыр шәрәмәтен йыртып ташла» тип, ә «ишетмәнек» һүҙен әйткән саҡта ҡарашын Әкрәмгә күсереүен «ауыҙыңды биктә тот» тип аңларға була ине.
* * *