-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Май 2022, 16:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АЛЫШ Хикәйә

– Ҡатыны бик матур, ипле апай, беҙҙең факультетҡа һирәк-мирәк килеп сыға ул, бәлки күргәнең дә барҙыр әле, йылмайып ҡына һөйләшә, һәр береһе менән иҫәнләшә. – Ә балалары бармы һуң? – Әлбиттә, бар, ике ҡыҙ  шикелле. – Әгәр улары өйҙә булһа? – Яйын табасаҡ. Бәлки ауылға олатай-өләсәләренә оҙатҡандыр ҙа инде. – Өйҙә генә булһалар  ярар ине. – Борсолма, булмаясаҡ, – тине ҡыҙҙарҙың оҙон буйлыһы, – һине әгәр фатирына саҡырған икән… Әйтәйек, һинең менән өҫтәлмә шөғөлләнергә теләй. Тимәк, һиңә юғарыраҡ талаптар ҡуя. Ҡыҫҡаһы, һин “бишле” гә өмөт итә алаһың.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  АЛЫШ     Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АЛЫШ Хикәйә

– Кәрәге бар ине ул “бишле”нең. Миңә бәләкәй генә “өслө” булһа ла ярай. Стипендияһы ла кәрәкмәй. Шуның майланған күҙҙәрен күрһәм, күңелем шунда уҡ болғана башлай.

– Мин дә шулай уйлар инем, – тине оҙоно, – һинең бер юлың бар, әлбиттә. Деканға яҙып бирә алаһың. Декан менән улар ҡан дошмандар, Ғафур Садыҡович уны ҙур кинәнес менән ботарлаясаҡ.

– Юҡ, Рәсимә, саҡ ҡына ла бысранаһым килмәй. Шунан һуң телдән-телгә, ауыҙҙан-ауыҙға минең хаҡта һөйләйәсәктәр. Уның дуҫтары факультет тулы, ярҙам итерлек кешеләре юғарыла ла барҙыр әле, – тип башын аҫҡа эйеп һөйләнде ҡыҫҡарағы.

– Стипендиянан шулай еңел  генә баш тарта алаһыңмы?

– Юҡ шул, уныһы ла кәрәк. Беләһеңме, Рәсимә, мин бик оҙаҡ уйланым, ләкин Хәниф Талиповичтың фатирына, үлтерһәң дә, бармаясаҡмын.

– Әле кем һиңә, бар, тип әйтә? Мин тулыһынса һинең яҡлымын, ләкин һинең башҡа юлың юҡ. Хәниф һиңә күҙ һалған, үҙенең ҡорбаны итеп билдәләгән, ул үҙенең маҡсатына ирешәсәк. Әле эргәңдә яратҡан бер кемең дә юҡ шикелле? Теге, гитара менән килә торғайны, исеме кем әле?

– Кәримде әйтәһеңме? Ул юғалды бит инде. Айҙан артыҡ күренгәне юҡ.

– Ә ул һиңә оҡшай ине  шикелле, гитаристы әйтәм?

– Эйе, насар егет түгел, тик бигерәк тупаҫ ҡылана. Ә мин егеттәрҙән башҡасараҡты  көткәйнем.

– Нисегерәк ул “башҡасараҡ”?

– Үҙең беләһең, минең егеттәр яғынан тәжрибәм бик әҙ. Үҙемсә йомшаҡ иркә һүҙҙәр  көтәм, ә ул, тәртипһеҙ, килеп инде лә, иҫәнләшеү юҡ, исемемде лә һорап торманы…

– Шулай, уларҙың күбеһе шул ас бүре һымаҡ. Миндә лә булды ундайҙар.

– Ә гитаристың, Кәримде әйтәм, бармаҡтары оҙон, тимер һымаҡ ҡаты. Ә ул  миңә оҡшағайны, тик шул  ҡапыл ташланыуын өнәмәнем.

– Ә бер ҡыҙыҡай һөйләгән, Хәнифте бигерәк маҡтаған. Өйө шул хәтлем бай, ти. Евроремонт, бүлмә һайын – телевизор. Бәләкәй генә өҫтәлгә – шарап, ике фужер ҡуйған, еләк-емеш өйөлөп ята, ике-өс төрлө шоколад… Килеп ингәс тә, һинең “бишле”ңде тәүҙә йыуайыҡмы, әллә һуңынанмы, тип әйтә, ти.

– Ә ҡыҙыҡай нимә тигән һуң?

– Нимә тип әйтһен, миңә ҡайһылай ҙа уңайлы, хәҙер был предметты мин шыр “бишле”гә генә беләм, тигән.

– Ә Хәниф Талипович нимә тигән?

– Бер нимә лә тимәгән. Ап-аҡ, метрға-ике метр таҫтамал тоттороп, ваннаға индереп ебәргән. Ә теге ҡыҙ нимә ти, беләһеңме? Ятаҡта эҫе һыу юҡ, йыуыныу һалҡын һыу менән, туҡта, мин әйтәм, “бишле”гә ҡушып, ваннаһын ҡабул итеп сығайым әле, тип ваннаһын тултырҙым да, сумдым да ҡуйҙым. Ә кискә мунсаға йыйына инем. Телефоным, сәғәтем ишек алдымда ҡалғайны, күпме ятҡанмындыр, хәтерләмәйем, ойоп киткәнмен, ти. Бер заман теге шаҡығанға уянып китһәм, һыуым һыуынып бөткән. Тиҙ генә һөртөнөп сыҡһам, “Фәләнбаева, һин мине харап итәһең, хәҙер еңгәң ҡайта. Ысҡын бынан!” – тип һөрәнләмәһенме!

– Ә “бишле”һен ҡуйҙыртып өлгөргәнме һуң?

– Өлгөргән. Таҫтамал тотторор алдынан ғына, “зачетка”һын һоноп, “бишле”һен сүкетеп, сумкаһына һалып ҡуйған.

– Шунан, шунан, нимә булған?

– Теге һөйләй, сығып, фатирҙан атылдым. Лифтҡа ла ултырып тороу юҡ. Эй, ҡыуанып йүгерәм, туҡталышҡа барып етеп, автобустан кешеләр ҡойолғайны, терт итеп ҡалдым, тип һөйләй, ҡаршыма Хәниф Талиповичтың хәләл ефете  килде лә сыҡты. Ул миңә ҡарай, мин уға ҡарайым, аяҡтарым ҡалтыранып китте, тәүге туҡтаған автобусҡа ултыр ҙа һыҙ. Иҫемә килһәм, аэропортҡа китеп барам. Ә миңә бит Телеүҙәккә кәрәк, ти.

– Шуның менән бөттөмө икән? – тине бәләкәйе.

– Төрлөсә һөйләйҙәр.

Шул ваҡыт телефон шылтыраны. Ҡыҫҡаһы телефонын алды. Йөҙө шунда уҡ етдиләнде, ҡулын әхирәтенең ҡулдарына һалды.

– Эйе, тыңлайым һеҙҙе, Хәниф Талипович.

Теге башта бик оҙаҡ һөйләнеләр, ахыры.

– Юҡ, бөгөн булмай, эшем күп.

– Ә иртәгә нисек? – тине телефондағы ир.

– Иртәгә нисек булыр, әйтә алмайым. Миңә бит сессияны ла ябырға кәрәк.

– Минһеҙ, барыбер, яба алмаҫһың һымаҡ, Әхмәрова. Һин әллә предметты яратмайһың, әллә мине?

– Улайтып әйтмәгеҙ, Хәниф Талипович. Мин һеҙҙе хөрмәт итәм, предметығыҙҙы яратам.

– Улайһа, беҙҙең ҡараштар тура килә. Әйткәндәй, Айгизә, һеҙ ниндәй шарап яратаһығыҙ?

– Мин, ғөмүмән, эсергә яратмайым, – тине ҡыҙ, – мин һеҙҙең фатирығыҙға эсергә түгел, имтихан бирергә барам. Әллә һеҙ мине башҡа маҡсаттарҙа файҙаланырға итәһегеҙме? Бәлки миңә һеҙҙең тәртибегеҙ буйынса деканға мөрәжәғәт итергә кәрәктер?

– Декандың сирләп ятҡанын ишеткәнһегеҙҙер, уның тиҙ генә сығырына өмөт итмә. Бәлки һеҙгә ректорға, йә проректорға ғына мөрәжәғәт итергәлер? Улар бәлки ярҙам итер? Мин бында, йәйге ялымды үткәреп, һинән имтихан ҡабул итер өсөн, бер ҡайҙа ла сыҡмайынса, бынау эҫелә фатирымдамын. Ярай, мин инәлеп тормайым. Әгәр имтихан бирергә теләһәгеҙ, мине табырһығыҙ.

Һөйләшеү шуның менән бөттө.

– Йә, Айгизә, төшөндөңмө инде? – тине оҙоно ҡыҫҡаһына, күҙҙәрен ҡыҫып ҡарап.

– Ә һин миңә ярҙам итергә теләмәйһеңме?

– Ни эшләп, мин бит баш тартмайым, һиңә ҡуш ҡуллап ярҙам итер инем. Һиҙмәйһеңме ни, ул бит һине көтә, мине түгел. Әллә, Әхмәрова урынына мин килдем, тип үҙем барып инәйемме?

– Ҡыҙыҡ булыр ине.

Икәүләшеп, сырҡылдашып, көлөштөләр. Айгизә телефонын алды ла номерҙарҙы барлай башланы. Маҡсатһыҙ ғына, бер нисә урынға шылтыратып ҡараны. Тағы кемделер эҙләне, ниһайәт, тапты  шикелле. Ике тапҡыр шылтыратып ҡараны ла, яуап булмағас, бәйләнеште өҙҙө.

Ҡыҙҙар тағы нимәлер хаҡында һөйләште, имтиханды нисек бирергә икән, тип баш ватты.

Айгизәнең телефоны шылтыраны. Ҡыҙҙың йөҙө асылды, шунда уҡ яуап бирҙе:

– Алло! Мин һеҙҙе тыңлайым.

– Һеҙ миңә шылтыратҡайнығыҙ, – тине бер ир ҡалын тауыш менән.

– Эйе, Кәрим, дуҫҡайым, мин һиңә шылтыратҡайным.

– Ә кем һуң әле был?

– Айгизә шылтырата.

– О, Айгизә шылтырата? Ҡайһылай шәп! Мин һинең хаҡта бөгөн генә уйлап торғайным.

– Рәхмәт мине онотмағаның өсөн!

– Мин дә бик шатмын, Айгизә. Туҡта әле, ҡайһы Айгизә  ул?  РКБ-ла медсестра булып эшләйһеңме? Һин миңә бик кәрәк инең. Бына, аяғыма әллә ниндәй сөйәл сыҡты, шуны бөтөрөү юлдарын өйрәтә алмаҫһыңмы икән?

– Сөйәл сыҡты? Уны беҙ бик йәтеш итеп бөтөрәбеҙ.

– Нисек итеп? Өйрәтһәңсе.

– Ҡараңғы кистә сөйәлеңде айға күрһәтәбеҙ ҙә, ай, бына минең сөйәлем, ҡайҙа һинең сөйәлең, тип сөйәлең юҡҡа сыҡҡансы,һамаҡлайбыҙ. Һиңә гитарала уйнап ултырырға ла ярай, мин ҡушылып йырлармын.

– Уф, башымды әйләндерҙең! – тине гитарист. – Айгизә, ғәфү ит, мин һине хәтергә төшөрә алмайым.

– Ярай, улайһа, Кәрим, һинең хәтереңдә ҡалырлыҡ булмағанмын инде. Бәлки иҫеңә төшөр. Түшеңдәге тырнаҡ эҙҙәрем әллә эҙһеҙ юғалдымы, әллә мине оноттоңмо?

Теге башта бик оҙаҡҡа өнһөҙ ҡалдылар. Хатта гитара ҡылдарының сыңлағаны ишетелде.

– Да, Айгизә, – тине ҡалын тауыш, – һин мине ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ итеп, эт талаған һымаҡ итеп ҡайтарып ебәрҙең. О, матурым минең! Уҫал мөхәббәтем! Һинең алдыңдағы ғәйебемде нисек йыуырға? Юҡ, аяу юҡ миңә һәм ғәфү итеү юҡ! Һинең өнһөҙ ҡолоң булып, аяҡ аҫтыңда ғүмер буйы ятырға риза. О, матурым, мин һиңә нимә менән ярҙам итә алам?

– Һин миңә бик кәрәк инең, – тине Айгизә, тыны ҡыҫылды, йөрәге дарҫлап типте, ҡаны ҡайнаны, хатта башы әйләнеп ҡуйҙы.

– О, Айгизәм! Һинең һүҙҙәрең минең яраларыма зәмзәм булып яғыла. Әйткәндәй, Айгизә, һөйләшеп ҡуяйыҡ, был юлы бер ниндәй тырнашыу, йоҙроҡлашыу, дөмбәҫләшеү булмаясаҡ. Ауылдан килгән холоҡ-фиғелеңде ташла. Әле һин нисәнсе курста уҡыйһың?

– Икенсе курсты бөтөрә алмай аҙапланам.

– Икенсе курсты тамамлап бара, ә  һаман егете юҡ.

– Әйт, һин миңә ярҙам итә алаһыңмы?

– Әлбиттә! Һинең өсөн мин ғүмеремде фиҙа ҡылырға ла риза. Нимә эшләргә? Берәйһен тотоп туҡмарғамы, әллә шунда элеп кенә ҡуйырғамы?


Икенсе бүлек

Кисен Минһажев урамындағы ҡыуаҡтар араһында Кәрим пәйҙә булды. Юҡ, юҡ, ул үҙе күренмәй, ҡыуаҡтар араһында гитараһының сыңлағаны һәм яңғыратып йырлағаны ишетелә:

Өфө йүкәләре  беҙҙең хаҡта ла әле

Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр...

Йырлаған арала, яйын тура килтереп, кәртәгә бикләп ҡуйылған нәҫел үгеҙе һымаҡ үкереп ҡуя һәм таналарына ниндәйҙер ауаздар ишеттерә. Ҡыҙҙар, егеттәр имтихан ваҡыты тип тормай, китаптарынан айырылып, тәҙрәгә ҡапландылар. О, ниндәй бас!  Әллә быныһы яңы йыр инде?

Ай, бына минең сөйәлем,

Ҡайҙа һинең сөйәлең?

Үҙең күрҙең, үҙең ишеттең,

Мин бит һине һөйәмен.

Әлбиттә, лирика әҙерәк, ләкин үкереүе ни тора! Рәсимә Айгизәне тартҡылай башланы:

– Әйҙә, тиҙерәк бул, тиҙерәк! Хәҙер берәйһе алып китә. Тағы ауыҙыңды асып ҡалырға итәһеңме?

– Ҡуй әле, Рәсимә, тағы тырнаҡтарымды һындыртып ҡайтарырға итәһеңме?

– Улайһа, ниңә һайланаһың? Һине бит Хәниф Талипович көтә. Бар, Кәрим оҡшамаһа, һиңә алмашҡа Хәниф бар.

Һуңғы һүҙҙәр Айгизәне уйға һалды. Күҙ алдынан әсәһе менән атаһының  шат йөҙө үтеп киткәндәй булды. Улар бит ҡыҙҙарының бында уҡып йөрөүенә шул тиклем ҡыуана. Ә ул бер имтиханын бирә алмай йөрөй. Бер уҡытыусының нәфсеһе арҡаһында. Юҡ, Айгизә ябай ҡыҙ түгел, ул үҙенең хоҡуҡтарын белә. Ләкин тауыш сығарғыһы, кеше һүҙенә ҡалаһы килмәй. Әлеге  шул ауыл ҡыҙҙарының ябайлығы, ихласлығы һәм үҙҙәрен яҡлай алмауы.

Төштөләр. Кәрим гитараһын ситкә алып ҡуйҙы.

– Аһ, минең мөхәббәттәрем! Туҡта! Һин бит әле, Айгизә, – тип Рәсимәне аймап алды.

– Юҡ, юҡ, мин – Рәсимә.

– Ярай улайһа, һин Рәсимә бул, ә мин Айгизәне һағындым, – тип сикәһенән, ирендәренән, ут сығарып, үбеп алды.

– Уф, Кәрим, саҡ ҡына көт әле!

– Ниңә саҡ ҡына? Мин һине ғүмерем буйы көтөргә риза! О, Һинең тырнаҡтарыңдың үткерлеге! Бөркөт үҙен шулай яҡлайҙыр. Тәк, үткәнендә беҙ ҡайһы урында туҡталдыҡ әле?

Егет гитараһын алды, ҡыуаҡтар араһынан, муйынын һоноп, айға ҡараны һәм яңғыратып, йырлап ебәрҙе:

Ай, бына минең сөйәлем,

Ҡайҙа һинең сөйәлең?

Үҙең күрҙең, үҙең ишеттең,

Мин бит һине һөйәмен.

– Классно! – тине Рәсимә. – Эх, миңә лә шулай йыр сығарһалар ине!

– Булыр! Бер ауырлығы ла юҡ, – тине Кәрим, эргәһенә Айгизәне  ултыртты, икенсе яҡтан Рәсимәне һыйындырҙы.

– Айгизәнең һиндә йомошо бар, – тине Рәсимә.

– Беләм, – тине Кәрим, гитараһын сирткеләгән ыңғайы.

– Ә ҡайҙан беләһең? – тине Айгизә.

– Нисек белмәҫкә? Мине һағынған, күргеһе, миңә һыйынғыһы килә. Әйткәндәй, һиңә ярҙамың өсөн ҙур рәхмәт!

– Ниндәй ярҙам өсөн?

– Һуң, сөйәлде бөтөрөү буйынса һамаҡлауым ярҙам итте бит. Ай сығыу менән, аяҡтарымды тәҙрәнән һоноп, кисә бер-ике һамаҡлағайным, “Ай, бына минең сөйәлем, ҡайҙа һинең сөйәлең?”, тип, сөйәлем бөткән һымаҡ булды. Ҡарағыҙ әле, – тип ойоғон сисә башланы. – Йә, матурҙарым, мин һеҙҙе тыңлайым!

Рәсимә  Айгизәгә ҡараны. Тегеһе уфтанды.

– Айгизә, ҡыйыуыраҡ! – тине әхирәте.

– Мин көтәм һәм төнө буйы тыңларға әҙермен, – тине Кәрим, – минең матурыма ниндәй ярҙам кәрәк?

– Улайһа, мин башлайым, – тине Рәсимә, – Айгизә дауам итер.

– Матурҙарым минең, – тип үкерҙе егет. – Кем уларҙы рәнйетергә батырсылыҡ иткән? Хәҙер мин уны һеҙҙең күҙ алдында саҡ ҡына ла аяп тормайынса ботарлаясаҡмын һәм сүплеккә ырғытасаҡмын. Юҡ, мин уны бик оҙаҡ итеп аяҡтарым менән тапаясаҡмын, иҙәсәкмен һәм үҙе лә танымаҫ хәлгә килтерәсәкмен. Йә, нимә булды унда?

– Ҡыҫҡаһы, бер бик олпат, үҙен ҡатын-ҡыҙҙар араһында кире ҡаҡҡыһыҙ тип иҫәпләгән берәү Айгизәбеҙҙең һинән башҡа берәү ҙә дәғүә итмәгән, нескә һәм зифа тәнен тотҡоларға, үҙенең эротик фантазияларын тормошҡа ашырырға теләй, – тине Рәсимә.

Үгеҙ асыулы үкереп ҡуйҙы, асыуланмай ни, уның өлөшөнә ҡул  һуҙалар бит.

– Кем ул? Әллә берәй енси яҡтан юҫығын юғалтҡан һәм борсолған бәндәме? Мин уны беләмме?

– Белмәйһең, – тине Айгизә. – Ул һиңә кәрәкмәй. Һин миңә уның тырнаҡтарынан ҡотолорға ярҙам ит.

– Ярҙам итәм, рәхәтләнеп һәм кинәнеп ярҙам итәм. Ул оятһыҙ һине һәм мине ғүмер буйы хәтерендә һаҡлаясаҡ. Тәк, һинең уға визитың ҡасан һәм сәғәт нисәгә ҡаралған?

– Ниндәй визит һөйләйһең? – тине Айгизә. – Бер ниндәй ҙә визит юҡ. Ул минән өйөнә килеп имтихан биреүемде талап итә.

– Оятһыҙ, – тине Кәрим, ҡыҙҙың ҡулдарынан ҡат-ҡат үбеп. – Ҡарттар тамам алйыны, йәштәрҙең өлөшөнә һонолалар. Уға нисә йәш?

– Уф, уның йәшен кем һорап торған, – тине Айгизә, – ҡартайып бәлтереп бөткән инде. Алтмыш самаһы барҙыр.

– Ниңә, алтмыш һис тә насар түгел. Ә һиңә нисә йәш, Айгизәм?

– Бер аҙнанан егерме туласаҡ.

– О, ул көндө мин һине ҡотлаясаҡмын! Ә хәҙер беҙҙең алйыған кәзә тәкәһе хаҡында ғәҙәттән тыш ултырышыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҡасан һәм нисәлә осрашасаҡһығыҙ? – тип һораны Кәрим.

– Мин ҡасан шылтыратам, ул мине шул көндө ҡабул итергә әҙер. Йәнәһе, имтихан бирәм инде. Мәҫәлән, иртәгә, сәғәт өстә.

– Ниңә сәғәт өстә, ә ниңә сәғәт берҙә түгел? Мәҫәлән, миңә сәғәт бер оҡшай. Ни өсөн тиһеңме? Ул беҙҙе ҡабул  итә, бергәләп ултырып төшкө аш ашайбыҙ.

– Бәлки, ваннала йыуынып сығырға ла кәрәктер? – тине Рәсимә.

– Артыҡ булмаҫ ине, – тине Кәрим, ҡыштырлатып арҡаһын тырнап алды. – Мин баш тартмаҫ инем. Минең башымда шундай шәп һәм дәһшәтле план барлыҡҡа килде. О, мин уны кинәнеп тормошҡа ашырасаҡмын! Һеҙҙең ул, һуң, кем әле, был хаҡта бер ваҡытта ла онотмаясаҡ һәм рәхмәттәр уҡып иҫкә аласаҡ. Ә хәҙер мин һеҙҙе төнгө клубҡа саҡырам. Беләһегеҙме, ни өсөн? Беҙҙең планды уртаға һалып тикшерер, һөйәктәребеҙҙе оҙайлы бейеүҙәр менән яҙыу һәм йәштәргә һонолоусы яуызға асыуҙан ҡорғаҡһып кипкән тамаҡтарыбыҙҙы ебетеү өсөн.

Өсөнсө бүлек

Хәниф Талипович телефонын бер минутҡа ла ситкә ҡуймай, түҙемһеҙләнеп, Айгизәнең шылтыратҡанын көтә. Ҡыҙҙың килеренә, һис юғы, шылтыратырына, дөрөҫөн әйткәндә, ул  ышанмай. Ләкин ирлек тойғоһо, ул ҡайһы ваҡыт нәфсе, тип тә атала, тыныс ҡына йоҡларға ирек бирмәй. Әлбиттә, уның мөхәббәт мажаралары Айгизә һымаҡ ҡыҙ менән генә сикләнмәй. Хәҙер шылтыратһын, ишеген һәм ҡосағын асырлыҡ, күңелен күрерлек бәйләнештәре бар. Ләкин күңел  йәш ҡыҙҙы һорай.

Бөгөн берәү ҙә шылтыратманы. Хатта баҡсала ял итеп ятҡан ҡатыны ла онотто. Бер тапҡыр, бар эшен ташлап, автомобилен сығарырға ла, баҡсаға китергә, йә элекке, һыналған мөхәббәттәренең береһенә кереп батырға ла йыйынғайны. Бер өмөтө булмаһа ла, көтөргә ҡарар итте. Шунан һуң үҙенә маҡсат билдәләне: иртәгә кискә тиклем көтә лә, булмаһа, берәйһенә барып ҡуна, ә аҙаҡ Айгизә шылтыратмаһа, баҡсаһына китә. Ә ул балаҡай сессияһын нисек ябыр икән? Дөрөҫөн әйткәндә, Хәниф бер аҙна элек үк Айгизәнең фамилияһы турыһына “бишле” ҡуйып, ведомосты тапшырғайны инде. Тик был хаҡта ул белмәй, сөнки белмәүе хәйерле.

Төнгө клубта Кәрим Айгизә менән Рәсимәне ҡосағына алып, ай-һай-һай, нимәләр генә ҡыланманы. Бейенеләр, йырланылар, төрлө уйындарҙа ҡатнаштылар.

Бер арала ултырып, ентекләп план ҡорҙолар.

– Белмәйем, теләһә нимә эшлә, Айгизә, мин һине уға бирмәйем! Ул һиңә тырнағының сите менән дә ҡағыла алмаясаҡ, – тип лаф орҙо егет. Өҫтәлгә һуғып, аяҡтары менән иҙәнгә тибеп, хатта үкереп ҡуйҙы. – Мин уны һинең күҙ алдында ботарлайым!

– Маладис! – тине Рәсимә. – Шул  кәрәк уға! Эх, үҙем дә барыр инем. Мине күрһә, аптырап ҡалыр инде. Тик, Кәрим, ҡара әле, һин уны бик ныҡ туҡмама инде. Имгәтеп ҡуйма.

– Ҡарармын. Имгәтһәм, имгәтәм, беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙға, гүзәл заттарыбыҙға һонолмаһын! Эх, ҡасан иртәгәһе көн етә инде! Мин, кинәнеп-кинәнеп, рәхәтләнеп уны тапаясаҡмын.

– Уф, Кәрим, һин ул хәтле уҫал түгел дә инде, – тип егеткә һыйынып ултыра Айгизә. Әйтерһең, егете тап ошо минуттарҙа Хәниф Талип улын дөмбәҫләй, йығып һала һәм тапай инде.

Өсәүләшеп, төнгө клубтан сығыуҙарына, такси тура килде һәм Минһажев урамындағы ятаҡтарына ҡайттылар. Аяҡ өҫтө генә Хәниф Талипович янына барғас, үҙҙәрен нисек тотоу хаҡында уй-ниәттәрен барлап алдылар. Айгизә сәғәт ун икеләргә Кәримгә килә. Егет, әлбиттә, әҙерләнгән, кейенгән, битен йыуған, көтөп тора. Сәғәт берҙәргә Аврора урамына барып етәләр, ә ҡалған төп эштәр шунда башҡарыла.

Иртәгәһен Айгизә һөйләшкән ваҡытҡа килеп, Кәримдең ишеген ҡаҡты. Ышанаһығыҙмы, байтаҡ ишек төбөндә торорға, шаҡырға тура килде. Инде, сығып, бер аҙ йөрөп килде, килеп, тағы шаҡыны. Эстән егеттең үкергәне ишетелде:

– Кем бар унда?

– Айгизә мин, Кәрим. Һин, ун икегә кил, тигәйнең.

Ишек шығырлап асылды һәм егет, дейеү һымаҡ, ҡыҙҙы ҡосағына алды.

– Кем килгән, тим. Минең матурым, мөхәббәтем, күҙ нурым. Беҙ һинең менән ҡайҙа барабыҙ әле? Сеү! Үҙем әйтәм, иҫемә төштө! Саҡ ҡына көтөп тор, мин биш минуттан әҙер булам.

 Инде, юғалды, кире сыҡты.

– Беҙ өлгөрәбеҙме? – тине Айгизә.

– Әлбиттә, өлгөрәбеҙ. Беҙ уға сәғәт нисәгә киләбеҙ тинек?

– Әйтмәнек. Мин килер алдынан шылтыратырға тейешмен.

– Шылтырат. Сәғәт бергә килеп етәбеҙ, тип әйт. Мин асыҡтым, тиң. Төшкө аш, ҡыҫҡаһы, әҙерләнһен. Йә, һылыуым, ҡыйыуыраҡ бул, шылтырат.

Айгизә шылтыратыуға, бер нисә секунд үттеме, юҡмы, теге яҡ башта трубканы алдылар.

– Һаумыһығыҙ, Хәниф Талипович. Был Айгизә шылтырата, Әхмәрова. Һеҙ шылтыратырға ҡушҡайнығыҙ.

– Көтәбеҙ, Айгизә Әхмәрова, көтәбеҙ. Һин имтиханға әҙерһеңдер, тип уйлайым. Мин былай оҙаҡ бер кемде лә көткәнем юҡ. Хатта нимә тип әйтергә лә белмәйем.

– Хәниф Талипович, мин уҡыйым, ҡайһы бер һорауҙарға яуаптарҙы ятлап алдым. Бәлки мин һеҙҙең һорауҙарығыҙға телефон аша ғына яуап бирермен?

– Шәп булыр ине! Ләкин мин телефон аша сек* хаҡында ишеткәнем бар, ә бына телефондан имтихан биргәндәрен ишеткәнем юҡ.

Кәрим шул арала шым ғына ишекте бикләне, Айгизә менән профессор үҙ-ара һөйләшкән арала  ҡыҙҙы ҡосаҡлап алды. Ә Айгизә үҙе һаман да уҡытыусыһы менән һөйләшә:

– Имтихан биреп бөтһәм, ҡайтып китермен, тигәйнем. Ауылда бесәнгә төшкәндәр. Атайым менән әсәйем ҡайтырға ҡуша.

– Бигерәк тә шәп! Һин киләһең, имтиханыңды бирәһең, үҙеңә лайыҡ “бишле”ңде алаһың. Әгәр теләһәң, мин һине ауылығыҙға тиклем илтеп ҡуям. Ауылыңды күреп, ата-әсәң менән танышып ҡайтырмын. Һеҙҙең яҡҡа юл төшөргә тора. Әйткәндәй, һин ҡайһы яҡтан әле ул? Байъяҡтанмы, әллә Ғәлибәктәнме?

Уф, бынауы Кәрим нимә эшләй ул? Тамам самаһын онотто ла ҡуйҙы. Ярай, уҡытыусыһы бер нәмә лә һиҙмәй, тип уйлағайны, уныһы нимә тине?

– Әллә һин бер үҙең түгелме? Эргәңдә кем бар ул?

– Юҡсы. Мин бер үҙем. Кем булһын инде минең эргәмдә?

Ҡуй инде, бынау  Кәрим, ҡыҙҙың тамам һушын алды, башын әйләндерҙе.

– Хәҙер кил, Айгизә, көтәм, бергәләп төшкөлөктө ашарбыҙ.

– Ярай, көт... Көтөгөҙ, Хәниф Талипович. Хәҙер мин киләм.

– Такси саҡырт. Аҡсаң бармы? Булмаһа, түләрмен.

– Ярай, хәҙер...

Айгизә Кәримдең  ҡосағынан арынды.

– Һин саҡ ҡына көтә алаһыңмы, юҡмы?

– Һуң, түҙемле генә итеп көтөп йөрөйөм  түгелме һуң?

Айгизә егеттең ҡулдарынан тотто:

– Кәрим, әйҙә, һөйләшеп алайыҡ әле. Был тема минең өсөн бик ҡатмарлы.

– Әлбиттә, ҡатмарлы, – тине егет, – әллә мин һиңә оҡшамайыммы?

– Оҡшайһың. Әле быға тиклем минең берәү менән дә йөрөгәнем  юҡ ине.

Кәрим урынынан һикереп торҙо:

– Булмаҫ! Ышанмайым! Нимә, һин тормош гөрләп, ҡайнап торғанда берәй урында йөрөп ҡалдыңмы әллә? Мәҫәлән, төпкөл ауылда – телефон юҡ, интернет эшләмәй, автобустар йөрөмәй.

– Миңә уңайһыҙ, ләкин был – дөрөҫ. Мин бала-саға түгел, беләм, һиңә ҡыйыуыраҡ, үҙен һин теләгәнсә яраттырырлыҡ ҡыҙҙар кәрәк. Ләкин мин улай була алманым.

– Юҡ, һин – ябай ҡыҙ, тип уйлаһам, хаталанғанмын икән. Ысынлап та, берәү менән дә булғаның юҡмы?

– Күреп тораһың.  Ышанмаһаң...

– Ышанам. Ну, ҡыҙҙар күргәнем бар, ләкин һин – беренсеһе.

– Йә, мин һиңә барыһын да һөйләп бөттөм, артабан нимә эшләрһең? – тине ҡыҙ, егеткә һыйынып.

– Ә беҙ нимәгә йыйылдыҡ әле бында? – тине Кәрим. – Әһә, иҫемә төштө. Һиңә имтихан бирергә кәрәк! Ул һиңә “бишле” ҡуйырға тейеш! “Бишле”нең хаҡы билдәле, арзан түгел.

– Беләм, арзан түгел. Һәр нәмәнең хаҡы бар.

– Ә һин миңә кейәүгә сығыр инеңме?

– Теге көләмәстәге һымаҡ, был һораумы, әллә тәҡдимме?

– Һорау, тип аңлай алаһың.

– Әгәр һин өйләнәм тиһәң, мин һиңә кейәүгә сығыр инем. Мин киләсәк тормошомдо күҙ алдына килтерәм. Ғөмүмән, мин тыныс, хатта түҙемле ҡыҙ. Һин – ут һымаҡ, ә мин – һыу. Һин мажаралар, шау-шыу яратаһың, ә мин үҙемде тыныс ҡына бер йортта, йә фатирҙа балалары менән ғаилә ҡараусы, уның усағының йылыһын һаҡлаусы итеп күрәм.

– Мин тоҡанһам, һин мине һүндергеләп торорһоң. Шулай мөмкинме?

– Әлбиттә, мөмкин, – тине ҡыҙ, күҙҙәрендә йәш күренде, – Эйе, еңел булмаҫ.

– Әйҙә, былай һөйләшәйек, Айгизә, әле түгел. Әйҙә, барып, һинең имтиханыңды биреп киләйек.

– Ҡыҙыҡ кеше булып сыҡтың һин. Мин һине, барыбер, аңламаным. Мин бер нәмә һөйләйем, ә һин имтиханды килтерәһең дә сығараһың. Нимәгә кәрәк ул миңә? Ҡайттым-киттем, шул булыр. Ниңә һин үҙеңде генә уйлайһың!? – тип ҡыҙ асыулана башланы. – Тормош бит шул имтихандан ғына тормай. Эх, һин...

 

Дүртенсе бүлек

Айгизә, хәҙер килеп етәм, тип шылтыратҡас, Хәниф Талипович урынында һикереп ҡуйҙы:

– Эйе, шулай, беҙ яуламаған бейеклек юҡ ул. – Күңелле генә көйҙәр көйләп, бәләкәй генә өҫтәл ҡорҙо, барҙан шарап шешәһен һөйрәп сығарҙы. Хәҙерге ҡыҙҙарҙы белеп буламы, йә ҡатырағын һорар, уйынсыҡ ҙурлыҡ ҡына шешә менән коньяк ултыртты.

Аҙна буйы көтөп ятыуы әрәм булманы. Шөкөр итеп, маҡсатына өлгәшергә һәм артабан бәйләнеште нығытырға ғына ҡала. Хәниф үҙе милли тарих менән дә ныҡлы ҡыҙыҡһына. Хатта Ҡөрьәндәге күп кенә фекерҙәрҙе уртаҡлаша. Мәҫәлән, ир-ат өсөн бер түгел, дүрткә тиклем ҡатын алыу хәҙерге заманда демография һымаҡ үткер проблеманы ыңғай хәл итеүгә тос өлөш индерер ине. Юҡ, тар ҡарашлы кешеләр күп. Ана, Көнсығыш илдәрендә балаларҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәйҙәр, ә беҙҙә оҙаҡламай ил һаҡларлыҡ һалдаттар ҙа етмәй башлаясаҡ. Шунан һуң Көнсығыштан, Урта Азиянан эркелешеп килеп илебеҙҙе баҫып аласаҡтар инде. Хәниф үҙенең холоҡ-фиғелен аңлай – йүгәнһеҙ тойғо, ауыҙлыҡланмаған хис уны йәш кенә ҡыҙҙы үҙе янына саҡырырға мәжбүр итә. Юҡ тигәндә лә, ара-тирә ишетелгеләп тора ундай хәбәрҙәр. Асығауыҙҙарҙы фашлап та ҡуялар. Һәр хәлдә Хәниф бындай ғына егетлектәрҙә ғәйеп күрмәй, һүҙ сыҡһа, имен-аман ҡотолорона ла шиге юҡ.

Сәғәтенә ҡарап алды. Хәҙер килеп етергә тейеш. Ул арала булмай, домофон ашҡынып хәбәр ебәрҙе. Хәниф өндәшеп тә тормай ишекте асты. Ниңә асмаҫҡа, ул  Айгизәнән башҡа берәүҙе лә көтмәй. Лифт ишегенең асылып-ябылғаны ишетелде. Килеп етте, ишекте туҡылдатты. Ҡабаланмай ғына атлап барып, ишекте асты: үт, әйҙә, үт!

Ишек асылған ыңғайы Хәниф Талиповичтың эйәге һалынып төштө: фатирға Айгизә менән бер егет килеп инде.

– Үт... Үтегеҙ, әйҙә, үтегеҙ – тип кенә өндәшә алды хужа.

Үттеләр. Егет ҡосаҡларға теләгән һымаҡ ҡулдарын йәйеп ебәрҙе лә Хәнифкә һондо:

– Таныш булайыҡ, мин Кәрим, Айгизәнең кейәүе.

– Бик яҡшы, мин Хәниф Талипович.

– Ярай, таныштыҡ.

– Әйҙәгеҙ, залға үтәйек, – тип, ҡыҙ менән егетте эйәртеп, төпкә атланы.

Ярай әле имтихан өсөн билеттарын да, ҡағыҙын да әҙерләп ҡуйғайны. Уҡытыусы шунда уҡ Айгизәгә билет алырға тәҡдим итте һәм әҙерләнергә ҡушты.

Айгизә быныһын көтмәгәйне, ысын имтихан булыр тип уйламаған да ине. Билетына күҙ һалғайны, ҡыуанып ҡуйҙы: еңел, таныш һорауҙар. Өҫтәлмә һорауҙар менән йонсотмаһа, йырлап яуап бирәсәк.

– Әхмәрова, һиңә 30 минут, – тине профессор ҡәтғи генә. – Әйҙә, ҡамасауламайыҡ, – тине фатир хужаһы. Кәрим менән улар аш бүлмәһенә үттеләр. Хәниф өҫтәлгә ишараланы:

– Бәлки, берәрҙе...

Кәрим зал яғына күҙ ташланы: килешерме икән?

– Рулдә түгелһеңдер?

– Юҡ, отдыхаем. Ҡайҙа беҙгә машина алырға әле!

– Улай тимә, – тине хужа. – Һинең йәштә минең самокатым да юҡ ине.

– Ә хәҙер, ағай, ниндәй машинағыҙ бар?

– Ҡала араһында “Королла” менән йөрөйөм, ситкә сығырға булһа – RAV4.

– Ә ике машинаны ҡарау ҡыйын түгелме?

Хәниф күңеле менән һиҙә: был егет ҡая түгел, уны бөгөргә йә йығырға була. Тәүҙә иллешәр грамм коньяк ҡойҙо.

– Танышыу хөрмәтенә күтәреп ҡуяйыҡ, – тине Хәниф.

– Кисә төнгө клубта булғайным, – тине егет, меҫкен генә йылмайып. – Ныҡ ҡына һалғанбыҙ, баш зыңлап тора. Рәхмәт инде, абзый.

Икәүләшеп күтәреп ҡуйҙылар.

– Икәү итәйек, – тине профессор һәм коньякты тағы ла тамыҙып сыҡты. – Иҫән-һау булайыҡ.

Ике ир, еңелсә сәкәштереп, фужерҙарын бушатып ҡуйҙы.

– Ә был ҡыҙыҡай нисегерәк уҡый? – тип ҡыҙыҡһынды Кәрим. Уның кәйефе шаҡтай күтәрелде, башы асылды, хатта бармаҡтары ҡысып, гитараһын алмауына үкенеп ҡуйҙы. Ҡайһылай йомарт абзый! Шешәләре мул күренә. Күңелле генә итеп йырлашып ултырырҙар ине.

Тағы берәрҙе тоттолар. Донъя хәлдәрен, пандемияны тикшереп алып киттеләр. Ай-һай, был сир икеһенең дә үҙәгенә үткән икән.

– Кеше һөйләй бит, алдыҡ хәбәр түгелме ул? – тине Кәрим, сервелат сәйнәй-сәйнәй.

– Белеп булмай, белеп булмай, был бит минең өлкә түгел, ныу шикле нәмәләр бар бында.

– Во, абзый, шикле тип әйттең, дөрөҫ!  Мин шикләнәм. Кешеләрҙе  кәметеү өсөн эшләнгән берәй этлек  түгелме икән? Ай-һай, кеше күбәйҙе бит. Уларҙы кәметеп, һандарын көйләп алыу кәрәктер ул. Элек улай булмай торғайны, абзый. Тротуар тулы кеше, урам тулы машина тимер ташҡын булып ағыла.

– Һинең нишләп машинаң юҡ ул? – тине Хәниф, Кәримгә ҡарап.

– Юҡ, тип, алырға дәртләнеп ҡуям да ул, аҡса еткереп булмай.

– Күпме еткереп булмай?

– Күпме тип. Ана, “етеле”не һаталар, ҡарап тороуға арыу күренә, 25 мең тиҙәр.

– 25 мең? Шулай ҡиммәтме? – тип аптыраны профессор. – 95 -се йыл мин һатып алғайным, 10 миллион ине, хәҙерге 25 мең бит инде ул.

– Шулай шул. Миллиондар – меңгә, меңдәр миллионға әйләнә лә ҡуя, – тип ләпелдәне Кәрим.

– Хәҙер миңә дөрөҫөн һөйлә, – тине Хәниф. – Был ҡыҙ һинең кәләшеңме?

– Ҡуй, абзый, һорашма. Йәбеште лә ҡуйҙы, эҙләп килгән. Оҙатып ҡына бар инде, ти. Илсегә үлем юҡ, килдем инде. Һеҙ, абзый, берүк асыуланмағыҙ, мин бында бер кем дә түгел. Үткенсе тиһәң дә була. Әгәр берәй фекерең булһа, ағай, мин ҡаршы түгел. Үҙең беләһең, хәҙер мөнәсәбәттәр арзанланды. Барыһын да шул Чубайс менән монетизация харап итте.

– Йә, әйт, һиңә күпме кәрәк?

– Дөрөҫ аңламаһағыҙ, йә аңлап бөтмәһәгеҙ, мин һеҙгә әйттем шикелле. Мин нәфселе түгел, бер дүрт тәгәрмәсле миңә таман буласаҡ. Егерме биш.

Хәниф эргәлә ултырған бер һауытты асты ла, биш ҡыҙыллыҡты сығарып, Кәримдең түш кеҫәһенә тыҡты.

– Еттеме?

– Бишәү итәйек, абзый, – тине лә Кәрим шешәне алып ҡойҙо. – О-о, был нәмәң ҡаты булып сыҡты. Ысын коньяк был.

– Тағы әйтер һүҙең бармы? – тине профессор кинәйә менән.

– Ошондай уңышлы килешеүҙән һуң ниндәй һүҙ булыуы мөмкин? Абзый, үкенмәйәсәкһең. Короче, ни пуха, ни пера!

– Хәҙер һинең эшең бөттөмө?

– Бөттө. Төшөндөм, аңланым. Хәҙер минең бурыс – шым ғына бынан һарҡыу.

Хәниф егетте ишеккә тиклем оҙатты ла, ипләп кенә асып, ҡул болғап тороп ҡалды.

– Йә, Әхмәрова, 40 минут булды, – тип залға сыҡты профессор. – Һин яуап бирергә әҙерме?

– Әҙер, – тине Айгизә. Үҙе үрелеп аш бүлмәһе яғынан Кәримде эҙләй.

– Йә, башлағыҙ.

Беренсе һорауға еңел яуап бирҙе. Икенсе һорауға яуап биргәндә ҡыҙҙың күңелендә ниндәйҙер шик яралды. Әллә Кәрим сығып киттеме икән? Улай тиһәң, ишетелмәне.

Хәниф үҙе тыңлай һәм шым ғына ҡыҙҙы күҙәтә. Ниҙер һиҙенә булыр был ҡыҙыҡай, тауышы тамам ҡалтырап сыға башланы. Ултырған коньяк бая боҙола яҙған кәйефен шыпа күтәргәйне, ҡыҙҙың яуабы ла оҡшаны. Ведомосҡа “биш”те юҡҡа ҡуймаған икән. Хәҙер зачеткаһын алған булып, “бишле”һен ҡуй ҙа оҙат бит инде. Юҡ, ҡыҙыҡай, һин миңә бөгөн бик ҡиммәткә төштөң. Иң мөһиме, һин уйын ҡағиҙәһен боҙҙоң. Үҙең менән сит кешене эйәртеп килгәнһең. Ярай ҙа ул егет (әгәр ҙә уны егет тип әйтеп булһа, әлбиттә) көтөлгәндән дә йомшағыраҡ булып сыҡты. Әлбиттә, 25 мең – бер ҡараһаң, ҙур аҡса түгел, икенсенән, урамда ла саңға батып ятмай. Ул егерме бишлек өсөн үҙеңдең ғүмереңде, абруйыңды ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға тура килә. Аҡса һис тә күктән төшмәгән. Икенсе “В” төркөмөндә биш наҙан бар. Шуларҙың ата-әсәһенең кеҫәһенән һурылған аҡсалар ул.

Ҡартайҙы Хәниф Талипович. Үҙенең олоғайыуын һиҙҙе. Ҡул һуҙымы ерҙә генә йәп-йәш, сибәр ҡыҙ ултыра, ә ул битараф тип әйтерлек. Туҡта әле, ниңә улай килеп сыҡты һуң әле был? Ай буйы артынан йүгертте. Хәҙер шуны арбайым тип, бер аҙна ялын ҡорбан итеп, ҡалала ята. Йә инде, ошо балаға ҡарата бер хис-тойғоһо ла ҡалмағандай. Шулай ҙа уйнап алырға булды.

– Йә, Әхмәрова, яуабыңды нисәгә баһалайһың инде?

– Һеҙҙән тора инде, Хәниф Талипович, – тине Айгизә, аш бүлмәһе яғына үрелеп. Ә унда бер тауыш-тын да сыҡмай.

– Кемде ҡарайһың ул? – тине Хәниф, мыҫҡыллы ғына итеп.

– Әллә Кәрим сығып киттеме?

– Һинең менән килгән егетте әйтәһеңме? Һин уны көтәһеңме ни?

– Эйе...

– Ул бит инде күптән ҡайтып китте.

Ҡыҙ, ысынлап әйтәһегеҙме, тигән һымаҡ фатир хужаһына ҡараны.

– Ышанмайһыңмы? – тине профессор. – Кәрим, сыҡ әле бында!

Тегендә бер тауыш та ишетелмәне.

Бишенсе бүлек

Тәүҙә ултырып сәй эстеләр. Айгизә тулҡынлана, ҡаушай, хатта сәйен түгеп ҡуйҙы. Профессор – күрмәмеш булды. Сәй генә түгелгәндән донъя емерелеп төшмәҫ. Алда ҙурыраҡ эштәр көтә. Уҡытыусы кеше ауылдан сыҡҡан студенттарҙың, айырыуса, ҡыҙҙарҙың, холоҡ-фиғелен яҡшы белә. Улар ауыл тормошонан арынып, ҙур, ымһындырғыс донъяға килеп инһәләр, тәүҙәрәк юғалып ҡалалар, нимә эшләргә белмәйенсә, алабарманланып, үҙҙәрен дә юғалтып ҡуялар.

– Мин һине күптән ҡарап, күҙәтеп йөрөйөм, – тип ҙурҙан һалдырҙы тәжрибәле ир, – яуаплы, тырыш, егәрле булыуың миңә оҡшаны. Дөрөҫөн әйтәм, һинең бөгөнгө яуабың хатта “бишле”нән күпкә юғары баһаға лайыҡ. Миңә, ғилми эштәр алып барыр өсөн, план буйынса, яҡын йылдарҙа бер аспирант менән эшләү мәсьәләһе ҡаралған.

“Аспирант” һүҙе ишетелеү менән, ҡыҙ, ысынды һөйләйһегеҙме, тигән һымаҡ, ғәжәпләнеү тулы күҙҙәрен уҡытыусыһына йүнәлтте:

– Әгәр институтты бөтһәм, ул миңә мөмкинме? – тип һораны.

– Әлбиттә, – тине тегеһе, – һорап тораһың тағы. Әгәр мин һиңә ышанмаһам, өмөт бағламаһам, отпускымды ҡалдырып, бер аҙна буйына ошо ҡыҙыу ҡалала ятам буламы һуң инде?

Ышандырырлыҡ, ҙур яңылыҡ асҡан һымаҡ итеп һөйләне был хаҡта профессор. Хатта үрелеп, ҡулынан тотоп, һыйпап ҡараны. Саҡ ҡына үҙенә тартҡайны, ҡыҙ эргәһенә килеп етте. Ышанды! Һоҡланыулы һәм рәхмәтле ҡарашын уҡытыусыһына төбәне.

Хәниф Талипович ҡатын-ҡыҙға нимә кәрәклеген белә шул. Уларға, донъя көтә башлар өсөн, һәйбәт кенә старт майҙансығы талап ителә. Ә бының өсөн аспирантура, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлауҙан да уңайлы урын юҡ. Дөрөҫ, эшен берәй учреждениенан да башлай ала. Мәҫәлән, үҙенең уҡыған һөнәре буйынса. Унда йәш белгесте берәү ҙә көтөп тормай. Түбән эш хаҡы, көн һайын эҙәрлекләү һәм иң ауыр бурыстар үтәү, ысын мәғәнәһендә, йәштәрҙе йәшәү өсөн көрәшергә мәжбүр итә. Уларҙың күбеһе бындай һынауҙы күтәрә алмай, бик тиҙ бөгөлә һәм һөнәрен алыштыра. Мәҫәлән, берәй супермаркетҡа һатыусы булып бара ала. Ата-әсәһе ҡәнәғәт түгел: “Беҙ һине, балам, биш йыл буйы аҡса түгеп уҡыттыҡ, ә һин кассала аҡса һанап ултыраһың”.

Хәниф Талип улы Айгизәнең яҡты киләсәген шул хәтле матур итеп һөйләне, хатта бының шулай булырына үҙе лә ышана башланы. Ә ҡыҙ тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ул инде үҙен тәжрибәһеҙ студентка итеп түгел, белем гранитын ҡыйыу кимергән юғары әҙерлекле аспирантка итеп тоя.

Кем белә, бәлки барыһы ла шулай булыр ине, ләкин беҙҙең бөгөнгө алыштың башҡа фигуранттары ла бар бит әле. Кәрим был ваҡытта юл сатында такси аңдып тора ине. Оло юл сатынан таксиҙар, себен һымаҡ, мыжғып тора. Ләкин егет ваҡ-төйәкте мөрхәтһенмәй. Уға ҙурыраҡ, бейегерәк, үҙе күҙ алдына килтереүенсә, ҡап-ҡара “тачка” кәрәк. Ваҡ-төйәге килә башлаһа, ҡулын ғына һелтәп ебәрә. Үтеп китегеҙ, йәнәһе. Бына бер джип күренде. “Тойота” түгел, “Хонда” булһа ла ярай. Килеп инеү менән, артҡы ултырғысҡа һуҙылып ятты.

– Музыкаңды яңғырат, брат, – тине ул, – берәй йәшелле-зәңгәрле магазин алдында машинаңды туҡтат, хәҙер тейәнеп сығам.

Джип парковкала урын алыуға, Кәрим, йүгереп, магазин эсенә инде, кәрзиненә бер таяҡ колбаса, әллә күпме  тәм-том, бер коньяк ултыртып ҡуйҙы. Йыуғас, йыуырға! Коньякты алып, вискиға алыштырҙы. Ике шешә аҡ араҡы, мотлаҡ – “Төньяҡ амурҙары”.

Кәрим, кассаға килеп еткәс, йылы һүҙҙәр табып, йоҡомһорап ултырған кассирҙы йылмайтырға тырышты һәм кеҫәһенән эре генә биш меңлекте  сығарып ырғытты. Кассир ҡыҙ көн һайын үҙе эргәһенән бер нисә йөҙ кешене үткәрә, үҙ бурысын бик теүәл башҡара һәм, өр-яңы “биш”лекте  күреү менән, иртәнге һөйләшеүҙе  иҫенә төшөрҙө:

– Ауыҙ асып ултырмағыҙ, кисә тағы ла ике ялған “биш”лек сыҡты. Кемдең кассаһынан алынған, шулар түләйәсәк. Бөгөн һәр “биш”лекте иғтибар менән ҡарайһығыҙ. Саҡ ҡына шик тыуыу менән, һатып алыусыны, берәй һылтау менән, тотҡарлайһығыҙ һәм тиҙ генә хәүефһеҙлек төймәһенә баҫаһығыҙ. Кем ялған “биш”лекте тота, шунда уҡ шул  күләмдә премия аласаҡ. Шулай уҡ башҡа көс структуралары тарафынан да дәртләндереү саралары ҡаралған.

Кассир Ирина  “биш”лектең шикле күренеүенә шунда уҡ иғтибар итте һәм төймәгә баҫты ла тауарын иҫәпләй ҙә башланы. Ә үҙенең күҙҙәре – уңдағы ишектә. Хәҙер “подсобка”нан ике, йә бер кеше  сығасаҡ та, егетте, әҙәпле генә итеп, төпкө бүлмәгә үтергә саҡырасаҡ. Кассир ҡыҙыҡай тауарын һанап та өлгөрмәне, тап шулай булды ла. Тик сығыусылар һаны икәү түгел, өсәү ине. Икәүһе, ҡыпһыуыр һымаҡ, Кәримде бөгәрләп тотоп алды, өсөнсөһө ҡайһы арала резинка бирсәткәһен кейеп өлгөргән, аҡсаны алып, полиэтилен тоҡсай эсенә тығып та ҡуйҙы.

– Егеттәр, эскә үтәбеҙ, – тине ул.

Үттеләр. Әллә ҡайһы арала бүнәтәйҙәрҙе  алып керҙеләр һәм Кәримдең исемен, фамилияһын, атаһының исемен, тыуған йылын, ҡайҙа теркәлгәнен асыҡлағандан һуң, кеҫәһендә булған ҡорал, наркотик матдәләр, аҡсаларҙы сығарып һалырға ҡуштылар. Өс йыл эсендә буйтым туҙған студент билетынан дүрт “биш”лекте тартып алдылар һәм һандарын барларға тотондолар.

Биш дана “бишлек”тең кассирға һонғаны ғына ялған булып сыҡты. Ҡалғандары ысын икән. Кәрим эстән генә, уларын кире бирерҙәр, тип өмөтләнгәйне. Юҡ. Ялғанын айырып, дүртәүһен ҡалдырып, күсермә эшләү аппараты аша үткәрҙеләр ҙә, ҡултамғаларын ҡуйғандан һуң, айырып, һалып ҡуйҙылар.

– Гәрәев Кәрим. Борисович, – тип йонсоған ҡарашын уға ташланы ябай кейемдәге бер ағай, – ҡалала ялған аҡсалар күбәйҙе. Бер нисек тә эҙенә төшә алмайбыҙ. Һин беҙгә ярҙам итә алаһың.

– Әлбиттә, ярҙам итәм. Мине лә алданылар. Мин 25 меңлек ысын, тип уйлағайным. Ана бит, береһе ялған икән. Ысын аҡсаны миңә ҡайтараһығыҙҙыр ул?

– Һүҙ ҙә юҡ, ул аҡса һинеке. Беҙ уны хәҙер ваҡытлыса һаҡлауға алабыҙ. Ғәйеплеләрҙе тотҡас, суд булғас, һиңә рәхмәттәр әйтеп, аҡсаны кире бирәсәкбеҙ.

– Ә суд ҡасан була? – тип һораны Кәрим.

– Әле түгел, һуңыраҡ, судтан һуң. Күреп тораһың, әле тикшереү бара. Үҙең күрҙең, беҙ аҡсаны таптыҡ.

– Улай булғас, миңә хәҙер ҡайтырға мөмкиндер?

– Һис шикһеҙ, ҡайтасаҡһың, тик әле түгел. Хәҙер һин беҙгә әйтергә тейешһең: был аҡсаны ҡайҙан алдың?

Кәрим күҙ алдында шымды. Сөнки уға барыһын да һөйләп бирергә кәрәк. Нимә тип һөйләһен? Хөрмәтле вуздың абруйлы профессоры рәхмәт йөҙөнән тоттороп ебәрҙе, тип әйтһенме? Ә нимә өсөн түләне, тиһә, нимә тип әйтергә?

– Бәлки һеҙгә ярҙам итергә кәрәктер?

– Бәлки миңә адвокат менән кәңәшләшергә кәрәктер? – тине Кәрим, өсәүгә мөлдөрәп ҡарап.

– Адвокат талап итәме? – тине  икенсеһе.

– Ә һин беләһеңме, беҙ һине ҡотҡарып ҡалырға, ғүмереңде һаҡларға тырышабыҙ? Был “биш”лекте һиңә тоттороп ебәргән кешеләр һине юҡ итергә – үлтерергә тырышасаҡ. Сөнки һин ошо енәйәтте ҡылыусылар менән бәйләнештә булған берҙән-бер кеше. Һинең эләгеүең, әле бында сырҡылдап ултырыуың хаҡында һеҙҙең банданың бөтәһе лә белә. Эйе, беҙ һине һаҡлай алабыҙ, йә изоляторҙа “уголовник”тар эргәһенә тығабыҙ. Әллә һинең унда булғаның да юҡмы? Был етешһеҙлекте беҙ хәҙер юҡ итәбеҙ. Һине инандырыу өсөн һәм дөрөҫөн һөйләргә мәжбүр итеү өсөн тағы дәлилдәр кәрәкме?

– Кәрәкмәй, – тип көс-хәл  менән бышылданы Кәрим һәм баштан алып, аҙағына тиклем, барыһын да һөйләп бирҙе.

Өсәүҙең етәксеһе булды, ахыры, берәү ҡыҫҡа ғына итеп:

– ОМОН саҡырығыҙ! – тип күрһәтмә бирҙе.

Кәримдең ҡулдарына бығау һалдылар, битенә битлек кейҙерҙеләр һәм, йүгерә-атлай сығып, ҡап-ҡара, ҙур, өр-яңы “крузак” эсенә тыҡтылар.

Ун минут та үтмәне, улар профессор йәшәгән йорт эргәһенә килеп туҡтанылар. Иң тәүҙә спецназ һәр ҡатта урын алды һәм Кәрим профессорҙың фатирының ишеге алдына баҫты.

Белмәйбеҙ, профессор, ҡыҙҙы әүрәтер һәм башын әйләндерер өсөн, тағы ниндәй һүҙҙәр тапҡандыр, ишек артында ҡыңғырау тауышын ишетеү менән, ишеккә ыңғайланы.

– Кем йөрөй тағы мәшәҡәтләп?

Ишекте асты, һәм автоматтар менән ҡоралланған, махсус кейемдәге хәрбиҙәр уны һөйрәкләп алып китте һәм фатирының уртаһына  йөҙ түбән ҡаплап һалды. Күп тә үтмәне, икенсе бүлмәнән  Айгизә килеп сыҡты.

Махсус кейемдәгеләрҙең береһе,  былар араһында иң өлкәне булды, күрәһең:

– Ғәҙәттән тыш хәл булды. Бөгөн был  йорттан, бына, ялған биш мең һумлыҡ аҡса сыҡты. Хәниф Талипович, һеҙҙең беҙгә ярҙам итеү мөмкинлеге бар. Һеҙ был  аҡсаның ҡайҙан килеүен дөрөҫ итеп һөйләп бирергә тейешһегеҙ.

Профессор бындай хәлгә беренсе тапҡыр тарыны, ләкин уны өйрәтеп торорға түгел. Күрше фатирҙарҙан бер ир менән икенсеһенән бер ҡатынды бүнәтәй итеп саҡырҙылар. Улар үҙҙәренең эшен күрше профессорҙың фатирын байҡауҙан башланы. Хәниф икмәк һауытындағы аҡсаларҙы төртөп күрһәтте. Күҙлекле егет ҙурайтҡыс быяла тотоп, барлыҡ аҡсаны ентекләп ҡараны һәм башҡа ялған аҡса тапманы.

– Тағы аҡсаларығыҙ бармы? – тип һоранылар профессорҙан.

Хәниф уйланды, икеләнде, күршеләренә ҡарап алды. Күршеләре барыһын да аңланы, ләкин өндәшмәнеләр.

Профессор үҙенең бынан ҡырҡ йылдар элек уҡырға инәм, тип килгән көндәрен хәтергә төшөрҙө. Ул да, был ҡыҙ һымаҡ, бер ҡатлы, Кәрим һымаҡ ихлас ине. Тәүге имтиханын нисек биргәнен әле лә хәтерләй. Унан имтихан алыусы профессор нимәһендер оҡшатманы. Өҫтәлмә һорауҙар биреп, Хәнифте батыра башланы. Әле тап шул  хәл  ҡабатланды.

– Һеҙҙең тағы ҡайҙа, күпме аҡсағыҙ бар? Күрһәтәһегеҙ, йә беҙ, фатирығыҙҙың аҫтын-өҫкә килтереп, тентеп сығырға һәм табырға мәжбүр буласаҡбыҙ.

Хәниф, хужалыҡ әйберҙәре бүлмәһен асып, ботинка ҡаптарына төртөп күрһәтте.

Күрше ҡатын менән ир, Хәниф уларҙың ошонда йәшәгәнен белә, ләкин исемдәрен белмәй, эстән генә аһ та оһ килештеләр. Бер нисә миллион аҡсаны иҫәпләп, ялғандарын таба алмағандан һуң, Хәнифте артабан да “батырыусы” һорау бирҙеләр:

– Был биш меңлекте һеҙгә кем һәм ҡасан бирҙе?

– Хәтерләмәйем, – тине көс-хәл менән профессор.

– Хөрмәтле профессор, беҙҙе һеҙҙең ошо “биш”лекте ҡайҙан алыуығыҙ ҡыҙыҡһындыра. Белеп булмай, был аҡсаны бәлки һеҙ тапҡанһығыҙҙыр, бәлки банкоматтан тиреп алғанһығыҙҙыр. Кемдеңдер хатта бурысын ҡайтарыуы ла ихтимал. Күреп торабыҙ, һеҙ – хәлле кеше, аҡсаға мохтажлыҡ кисермәйһегеҙ. Хатта мин был аҡсаны кемдәндер урлағанһығыҙҙыр, тип тә әйтмәйем. Ләкин беҙҙе һеҙгә ошо аҡсаны тотторған кеше ҡыҙыҡһындыра. Бөгөн беҙҙең ҡалала, күрше төбәктәрҙәге мегаполистарҙа ялған аҡса баҫыусы бер банда эшләй. Уларҙың продукцияһы юғары сифатлы, ысындарынан айырылмай, тип әйтерлек. Беҙгә ул енәйәтселәрҙе мотлаҡ тотоу һәм,тикшереү үткәргәндән һуң, хөкөм итеү бурысы ҡуйылған.

Төркөмдөң етәксеһе ошо урында Айгизә яғына ҡарап ҡуйҙы. Професорға уның исеменән, ҡыҙҙы файҙаланып, баҫым яһарға уйлағайны, бүнәтәй булып ултырған ир менән ҡатындың ҡыҙ яғына ваҡыт-ваҡыт ҡыҙыҡһыныусан ҡараш ташлап ҡуйыуын күреп, кире уйланы.

– Хәниф Талипович, беҙгә һеҙҙең ярҙам кәрәк, – тип өндәште.

– Әгәр мөмкин булһа, был  аҡсаның ҡайҙан килеүе хаҡында мин һеҙҙең үҙегеҙгә генә әйтер инем, – тине ул, төркөмдөң етәксеһенә мөлдөрәп ҡарап.

Алтынсы бүлек

Хәниф Талип улы етди кешеләр менән бер аҙ аралашҡандан һуң, кем әйтмешләй, үҙенең ултырған ере менән һиҙҙе: уның кем икәнлеген беләләр, уға ҙур өмөт бағлайҙар һәм хатта ышанып ҡарайҙар. Сөнки был сырмалған оҙон ептең осо, теләйме-теләмәйме, уның ҡулында.

Әлегә уға уйларға һәм уйланырға ваҡыт бирҙеләр. Әлбиттә, Хәниф үҙенең мәнфәғәттәрен ҡайғыртманы түгел, ҡайғыртты, хатта адвокатын саҡырыу мөмкинлеге тураһында иҫтәренә төшөрҙө.

– Һеҙ нимә, – тине ябай кейемдәге, ифрат йылы ҡарашлы бер хеҙмәткәр. – Һеҙ дәүләттең иҡтисади һәм сәйәси именлегенә ифрат ҙур хәүеф менән янаған енәйәт эшенә барып ҡыҫылғанһығыҙ. Әлбиттә, үҙ ихтыярығыҙ менән түгел. Һеҙ – етди вуздың маҡтаулы һәм абруйлы профессоры, был ҙур енәйәткә үҙ иркегеҙҙән тыш йәлеп ителгәнһегеҙ. Был – беренсенән. Ә икенсенән, был эшкә килеп ҡыҫылыуығыҙ – һеҙҙең файҙаға. Һеҙҙе, дөрөҫөн әйтәм, был эште беҙ тағатҡандан һуң, һеҙҙең ярҙам менән, әлбиттә, карьера буйынса үрләү, маҡтаулы исем һәм мул тормоштоң башҡа билдәләре көтә. Беләбеҙ, һеҙ фәҡир кеше түгел. Фатирығыҙҙан сыҡҡан аҡса ла шул хаҡта һөйләй. Ләкин беҙҙе ул аҡсаларҙы нисек эшләүегеҙ йәки ҡулға төшөрөүегеҙ, һеҙҙең рәсми килемегеҙҙән ике тапҡыр юғары булһа ла, ҡыҙыҡһындырмай. Әлегә... – тине был хеҙмәткәр, Хәниф Талип улының күҙҙәренә тура  ҡарап, – һеҙҙән 25 мең алып киткән егет беҙҙе ҡыҙыҡһындырмай, ул үҙ бурысын үтәне, йәғни беҙҙең ҡулға төштө. Хәҙер һеҙ бик ентекләп уйларға һәм аҡсаны кемдән алыуығыҙҙы иҫкә төшөрөргә тейешһегеҙ.

– Ҡайтып уйларға мөмкинме? – тине профессор, ҡорғаҡһып киткән ауыҙында телен көс-хәл менән тегеләй-былай әйләндергеләп.

– Юҡ, был турала һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Һеҙ беҙгә тере килеш кәрәк. Борсолмағыҙ, бында ашау яҡшы, йәшәү шарттары ярарлыҡ. Һеҙ бынан батыр, герой кимәлендә сығасаҡһығыҙ.

Бына батыр йәки герой, үҙенең ҡараңғы яҙмышын барлап, бер урынлыҡ бүлмәлә ҡалтыранып ултыра, һәм хәтеренә ялған аҡса сүкеү менән бәйле иҫтәлектәр килә.

...Уларҙың ауылында бик аҡыллы, көслө, белемле Бакировтар була торғайны. Шуларҙың өлкән улы, Хәниф уны ишетә генә белә, һүрәт төшөрөүгә оҫта ине. Әсәһенә берлек тоттороп, магазинға ебәргән.

– Апай, аҡсаң еүеш бит, – тигән һатыусы.

– Эй, яңы ғына төшөрөп ултыра ине, – тип һөйләнгән бер ҡатлы ауыл әбейе. – Киптермәйенсә биреп ебәргән икән.

Был хаҡта иҫтәренә төшмәҫ ине, бер нисә көндән район магазиндарында ялған берлектәр табыла башлаған.

Рәссамға тентеү менән килһәләр, өслөктө төшөрөр өсөн төҫтәр һайлап ултыра икән. Алып киткәндәр, бик оҙаҡ тикшереү барған. Бармаҫ ине, ул төшөргән аҡсалар ысындан бер яғы менән дә айырылмай икән. Бик оҙаҡ аҡса һуға торған ҡалыбын бирмәйенсә аҙаплаған.

Аҙаҡ тапҡандар. Ысынмылыр-юҡмылыр, станогын ишек яңағына көйләп ҡуйған икән. Сыҡҡан-кергәндә ишекте асалар-ябалар, ябылыу менән берлек шыптырлап килеп төшә икән.

– Киптерергә булған, – тип һөйләне халыҡ. – Киптергән булһа, тотолмаҫ ине.

Оҫтаны аҙаҡ хөкөм иткәндәр, икенселәр, монетный дворға эшкә алғандар, тип тә һөйләнеләр. Ҡайһыһы дөрөҫтөр, белеп булмай. Шундай хәбәр ҙә бар ине: йәнәһе, аҡса һуғыу оҫталарын ситкә типмәйҙәр, аҡса баҫыу фабрикаһына эшкә алып, оҫталыҡтарын файҙаланалар, тигән хәбәр ҙә ишетелеп ҡалғыланы. Бакиров ҡайҙа юғалғандыр – билдәһеҙ, сөнки шул  китеүҙән ул ғәйеп булды.

Ә Хәнифкә ундай ҡурҡыныс янамай. Уға аҡса баҫыу һарайында эш тәҡдим итеүҙәре бик шикле. Шулай булғас, ялған биш меңлекте уға тоттороусыны, хәтерең бик насар булһа ла, иҫкә төшөрөргә тура киләсәк.

Ошо хаҡта уйлай Хәниф. Уның һүҙҙәренән юғары уҡыу йортоноң яҙмышы, унда оҙаҡ йылдар эшләгән кешеләрҙең һәм, әйтһәк-әйтәйек, вузда оҙаҡ йылдар буйы йәшәгән традицияларҙың артабанғы тормошо хәл ителәсәк. Хәнифтең бында бер ғәйебе лә юҡ, ләкин вузда нығынған, дәүләт һымаҡ ҡаҡшамаҫ ысынбарлыҡҡа әүерелгән күҙгә күренмәҫ йолалар йәшәй. Хәҙер ошо биш меңлек һәм Хәнифтең шунда төңөлөүе уҡыу йортоноң аҫтын- өҫкә килтерәсәк. Хәниф шунан ҡурҡа: вузға хатта ябылыу ихтималлығы ла янай.

Хәниф әле сағыштырмаса йәш, хәтере яҡшы, теге биш меңлекте, йәмғеһе 25 меңде тотторған малай ҙа уның күҙ алдында тора. Ул малай ҙа сит кеше түгел. Әсәһе ошонда эшләй, атаһы юғары урында, улдары һәйбәт уҡый, стипендия ала, ҡайҙалыр аҡса ла эшләй тип ҡыуанып йөрөйҙәр. Морат, егеттең исемен шулай тип алайыҡ, әле бер нәмә лә белмәй ҙә, һиҙмәй ҙә. Уҡый алмаған, насар уҡыған, ялҡауланған, дәрескә йүнләп йөрөмәгәндәрҙән һәм башҡа имгәктәрҙән айырмалы рәүештә аҡса йыйыуын һәм Хәниф Талип улы һымаҡ профессорҙарҙы ҡыуандырыуын дауам итә. Был эштең башында хәҙер Морат тора. Морат шундағы бөтә хәлдәрҙе үҙ ҡамауында тота, хаҡтары түҙерлек, уның ҡарауы ышаныслы. Һәр группала, һәр курста, һәр факультетта Мораттың ышаныслы кешеһе бар. Һәр ышаныслыһы, кемгә ниндәй фәндән ниндәй баһа кәрәклеге яҙылған ҡағыҙҙы мул ғына аҡсаға төрөп, факультет буйынса ышаныслыға һона. Уныһы Моратҡа килтереп тоттора. Ҡыҫҡаһы, һарыҡтар теүәл, бүреләр туҡ. Берәүҙәр яңы джип һайлай, икенселәре уҡыу йорто эргәһендә төҙөлгән йорттарҙан фатир ҡараштыра. Хәҙер яңы тәгәрмәстәр һәм уңайлы фатирҙар тураһында оноторға тура киләсәк.

Дөрөҫ, уҡыу йортон ябыуға уҡ барып етмәҫтәр. Ғүмер буйы үткәндәрҙе һағынып ҡына йәшәп булмай. Бер заман был ҡара көндәр ҙә үтеп китер. Уҡырға һәм уҡытырға яңы кешеләр килер, улар элекке  рәхәт тормошто иҫкә төшөрәсәк һәм нәфсеһен тыя белмәгән Хәниф Талип улын ҡәһәрләйәсәк.

Урамда күренгән кешеләр, ул осраһа, битенә төкөрәсәк. Быныһынан да ҡурҡмай Хәниф. Ултыртып ҡуйыуҙары ла бик ихтимал.

Хәниф Талип улы иң тәүҙә Айгизәне иҫенә төшөрҙө һәм уны тотторорға ҡарар итте. Ул проректорҙың һәм ҙур урында эшләгән атайҙың улына төртөп күрһәтә алмай бит инде. Ҡыҫҡаһы, бөтә яуаплылыҡты бер ғәйепһеҙ ҡыҙыҡайға күтәрергә тура киләсәк. “Ул һеҙҙең фатирығыҙға нисек килеп юлыҡты?” – тип һораясаҡтар. Журнал өҫтәлендә емеш-еләк тултырылған ваза эргәһендә ятҡан яуаптарҙы күрҙеләр, “бишле”һен ҡуйып өлгөргәйне, бында шикләнерлек бер нәмә лә юҡ. Ошо фаразды теше-тырнағы менән яҡларға тейеш. Ә ул ҡыҙға нимә булһын, һорарҙар, йөрөтөрҙәр-йөрөтөрҙәр ҙә ҡайтарып ебәрерҙәр. Ялған биш меңде Айгизә килтерҙе, тип әйтергә булды Хәниф.

Профессор шул ваҡыт күңеленең бер күренер-күренмәҫ мөйөшөн намыҫы ғазаплауын һиҙҙе. Ул баланың ни ғәйебе бар? Был – бер. Икенсенән, тикшереүҙе ялған юлдан ебәреп, хөрмәтле профессор, илдең иҡтисади именлеген шик аҫтына ҡуймайһыңмы, үҙеңдең ғәйебеңде тәрәнәйтмәйһеңме? Шикләнә, уйлана, ҡурҡа ғалим. Үҙен ҡараңғы лабиринтта уңға-һулға ташланған малай һымаҡ тоя. Нимә тип әйтергә лә белмәй.

Бында һорау биреүсе хеҙмәткәрҙәр ялған аҡсаның был яҡтағы осо күренеү менән, барлыҡ оҫталыҡтарын һалып, эшкә тотондолар. Бер төркөм Кәрим менән эшләһә, икенсе төркөм Айгизә  менән әңгәмәләште. Әлбиттә, Кәрим үҙенең бында нисек килеп эләгеүен бик ауырлыҡ менән генә фаразланы һәм нәфсеһен ҡандыра белмәгән профессорҙы ғәйепләне, ә Айгизә бындағы шау-шыу үҙенәндер тип күҙ алдына ла килтерә алманы.

Ҡыҙҙан һорау алыусы яғымлы ғына ханым:

– Беҙ бер һорауға яуап эҙләйбеҙ. Профессор һеҙҙе аспирантураға саҡырырға теләгән, бының өсөн өҫтәлмә шөғөлләнергә кәрәк булған икән һәм һеҙҙән артабан уҡыу өсөн түләү сифатында 5 меңлек ҡабул иткән, – тине.

Был хәбәр ҡыҙҙы шаңҡытты:

– Ниндәй 5 мең? – 5 мең аҡса күргәне бар, ләкин ул хаҡта бер һөйләшеү ҙә булманы. Уның әлеге көндә хатта 5 мең аҡсаһы ла юҡ.

Дөрөҫ, тикшереүселәр ҡыҙҙың матди хәлен уртаса тип баһалай. Төндәрен аҡсалы егеттәрҙең мөхәббәт ҡошо сифатында күңелен күрмәй микән, тигән шиктәре бар ине, уныһы раҫланманы. Тәртипле, тәрбиәле ҡыҙ, профессор фатирына уҡытыусының нәфсеһе арҡаһында ғына килеп эләгеүе ихтимал.

Кис инкассация ваҡытында тағы ла ике ялған бишлек теркәлде, һәм барлыҡ эш профессор менән уның студенты тирәһендә өйөрөлә башланы.

 

Етенсе бүлек

Енәйәтселәрҙе уҡыу йорто тирәһендә эҙләүҙән башҡа сара юҡ. Улар, ябай ғына итеп әйткәндә, әүҙем сырҡылдай һәм тикшереү эштәрен ялған юлдан ебәреүҙәре лә бик ихтимал. Тәүҙә Хәниф Талип улының һөйләгәндәренә ышандылар һәм бөтә көстө Айгизә менән уның тирәһендәгеләргә йүнәлттеләр. Хәнифтең телефоны етди контролгә алынды. Тәүге көндәрҙән уға шылтыратыусылар ныҡлы өйрәнелә башланы. Иң тәүҙә бәйләнешкә Морат сыҡты. Ул хужаһын эҙләп шылтыратмаһа, ғәжәп тойолор ине. Уны ныҡлы тикшереү тәүге ыңғай һөҙөмтәләрҙе бирҙе. Ул ябай егет түгел. Ошо аҡсаларҙы йыйыу-таратыу буйынса сылбырҙың бер мөһим генә урынын алып тора икән. Аҡсаны иркен тотона, бик мул йәшәй, теләгән ваҡытта ярҙам итергә әҙер, күпме теләйһең, шул хәтлем ресурстар алып торорға мөмкин. Әлбиттә, проценттар менән. Уның эргәһендә яҡындағы сит ил һәм Кавказ яғынан килгән егеттәр һәм ҡыҙҙар булмаһа, барыһы ла ғәжәпләнер ине.

Көн аҙағында бәләкәй генә интернет-сығанаҡта ялған аҡса сүкеүселәр һәм таратыусылар хаҡында бәләкәй генә мәғлүмәт күренеп ҡалды. Бер сәғәт эсендә был хәбәр Өфөнө йырып сығып, хатта донъя кимәлендәге төп мәғлүмәттәрҙең береһенә әйләнде. Был эшкә аҙмы-күпме мөнәсәбәттәре булғандар һағайҙы, шым ғына мәкерле эште тормошҡа ашырыусылар һиҫкәнде, сөнки бындай ҙур енәйәттәр бер ваҡытта ла асылмай ҡалмай, ә ғәйеплеләр оҙайлы ваҡытҡа ҡаҙна йортонда урын ала.

Бөгөн иртән Хәниф Талип улына еңелсә генә итеп тағы тәҡдим яһанылар.

– Һеҙ хәтерегеҙгә зарланмайһығыҙмы? – тип ипле генә ҡыҙыҡһынды тикшереүсе.

– Бығаса тойолманы, – тине Хәниф, был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөргә тырышып.

– Шик бар, – тине уның менән әңгәмәләшеүсе, – сөнки дәлилдәр һеҙгә ҡаршы. Йә һеҙҙең хәтерегеҙ насар, йә тикшереүҙе ялған юлдан ебәрергә тырышаһығыҙ.

Тикшереүсе Мораттың фотоһын күрһәтте һәм:

– Был егет менән һеҙҙе ниндәй ептәр бәйләй? – тип һораны.

Нимә тип әйтһен инде Хәниф Талип улы? Әсәһе һәм атаһы менән яҡын бәйләнештә, улар улдарын кеше итергә тырыша, уның ҙур эшмәкәр булырына өмөт итә. Хәнифкә лә шундай талап ҡуйылғайны: ул малайҙы эшкә өйрәтә, кешеләр менән аралашыу серҙәренә төшөндөрә. Хәҙерге заман бәйләнештәр, ифрат киң коммуникациялар менән бәйле. Әгәр үҙ фекерҙәреңде бер һөйләмгә төйнәй алмаһаң, һорауҙарға теүәл яуап бирмәһәң, һинән әҙерлекле етәксе сығыуы бик шикле.

Коммуникацияларға күмелеп, Морат саманы тамам онотто, сөнки уның уҡыуын ҙур аҡса менән уйнау алыштырҙы.

Хәниф Талип улы Моратты күреү менән йылы күрешә, кеше булмаған урындарҙа хатта ҡосаҡлап ала торғайны.

Морат ҙурыраҡ һәм ҡурҡынысыраҡ уйынға тотонған. Сифатлы бишлектәрҙең уның ҡулына килеп эләгеүе егеттең бизнесын юғарыраҡ, яуаплыраҡ итте, хатта хәүефлегә әйләндерҙе. Сер түгел, Морат һымаҡ эшләмәйенсә аҡса ишәйтергә теләүселәр бик күп. Ялған аҡса таратыу наркотрафик, ҡорал һатыу, ҡомарлы уйындар ойоштороу менән бер тәңгәлдә иң табышлыларҙан иҫәпләнә.

Ҙур аҡса өйөрөлгән даирәлә ялған аҡса бик күренеп бармай, сөнки ысын аҡсаның күләме ҙурайған һайын ялғаны шунда батып, юҡҡа сығып бара.

Хәниф Талип улы өлгөрөп етһен өсөн күп ваҡыт талап ителмәне. Ул дежурҙа торған хеҙмәткәргә тикшереүсе менән осрашырға теләүе хаҡында белдерҙе.

Тикшереүсе килде һәм бүлдермәйенсә иғтибар менән тыңланы. Профессор күпме генә тырышмаһын, хеҙмәткәр битараф ҡалды.

– Беҙ быларҙың барыһын да беләбеҙ, – тине тикшереүсе. – Бәлки, һеҙ беҙҙе бер ҡатлы тип өмөт итәһегеҙҙер. Студент ҡыҙыҡай менән бәйләнешегеҙ ҙә беҙгә бер яңылыҡ та өҫтәмәй. Ә инде уны төп ғәйеплеләрҙең береһе итеп күрһәтергә тырышыуығыҙ, ғөмүмән, аңлашылмай. Беҙ һеҙҙе хәҙер сығарабыҙ. Унан алда һеҙ бер ҡайҙа ла китмәү тураһында ҡағыҙға ҡул ҡуяһығыҙ, шунан һуң һеҙгә ҡайҙан килгәнен аңлата алмаған өҫтәмә аҡсағыҙ хаҡында яуап тоторға тура киләсәк. Ҡыҫҡаһы, беҙ һеҙҙең бик һуң аҡылға ултырыуығыҙҙы тикшереүгә ярҙам итергә теләмәү сифатында баһалайбыҙ.

– Ә мин үҙемдең аҡсаларымды ҡасан алам? – тип һораны профессор.

– Һеҙҙе ошо мәсьәлә нығыраҡ борсоймо? – тине тикшереүсе. – Һеҙҙең фатирҙа булған бишлек һәм башҡа аҡсалар судҡа тиклем бик ышаныслы һаҡланасаҡ. Ә инде уларҙы һеҙгә ҡайтарыу-ҡайтармау мәсьәләһен беҙ ҡарамайбыҙ. Уларҙың һеҙгә килеп эләгеүе хаҡында бик ентекле яуап тоторға тура киләсәген генә иҫкәртеп ҡуябыҙ.

Кәрим дә шул уҡ көндө сыҡты. Ҡайтҡас, гитараһын алып, оҙаҡ ҡына мөңгөрләп, йырлап та ултырҙы. Йырҙары бик күңелһеҙ ине, хатта үҙенә яҡын егеттәр һәм ҡыҙҙар килеп, Минһажев һәм Революция урамдары сатындағы скверҙа йырлашып ултырырға саҡырыуҙарын да ҡабул итә алманы. Уның ҡайғырыуы һатып ала алмаған машина арҡаһында түгел, ул бит үҙе яҡын күргән ҡыҙҙы профессорға һатып китте. Ә ул Кәримдең ярҙамына өмөт итә ине. Хәҙер барыһы ла был хаҡта белә һәм Кәримгә бармаҡ төртөп күрһәтә һымаҡ. Шул бишлек арҡаһында күргән этлектәре хәҙер егетте ғүмер буйы оҙатып йөрөр кеүек. Етмәһә, Айгизәнең әхирәттәренең береһе килеп инде:

– Һеҙҙең профессорға сәфәрегеҙ нимә менән тамамланды ул? – тип һораны Рәсимә. – Айгизә хәҙер икенсе көн күренмәй, әллә бер-бер хәл булдымы?

– Белмәйем, – тип ыңғырлаған һымаҡ һөйләнде Кәрим. – Юҡҡа бәйләндем мин һеҙҙең менән. Әммә күпме этлеккә тарыным.

– Нимә булды? – тип ҡыҙҙың күҙҙәре шаҡмаҡланды.

– Булманы, – тине Кәрим, артығыраҡ ысҡындырыуын һәм был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәү хаҡында ҡултамға ҡуйыуын иҫенә төшөрөп. – Бөтәһе лә һәйбәт. Бына оҙаҡламай Айгизә  лә ҡайтыр.

Шул ваҡыт ишек асылып китте, Айгизә  килеп керҙе.

Ҡыҙ бер һүҙ ҙә өндәшмәне, ул бик оҙаҡ итеп Кәримгә ҡарап торҙо.

– Ғәфү ит, Айгизә, һинең алдыңда ғәйебем ҙур. Мин һинең ышанысыңды аҡлай алманым. Ғәфү ит, ләкин миңә аҡлау юҡ.

– Һин – һатлыҡ йән, – тине Айгизә. – Мине һатып китеүең һиңә байлыҡ килтерҙеме?

– Юҡ, – тине Кәрим, – килтермәне. Мин бындай эшкә хәҙер бер ҡасан да ҡыҫылмаясаҡмын.

– Ярай, улайһа, йырла берәй моңлораҡ йыр.

Кәрим уйнай алманы. Уға бик оят һәм уңайһыҙ.

– Ә мин һиңә маҡтау грамотаһы биргәндәр, тип ишеттем, – тине Айгизә. – Сәйер хәл, һиңә грамота, ә миңә бер нәмә лә юҡ.

– Ә маҡтау грамотаһы ни өсөн? – тине Рәсимә.

– Кәрим ниндәйҙер бер банданы тоторға ярҙам иткән.

– Сеү! – тип ҡысҡырҙы Кәрим. – Был хаҡта һөйләргә ярамай.

– Ярай улайһа, башҡа һөйләмәм, – тине Айгизә.

Шулай итеп, студенттар араһында Кәрим хаҡында тағы бер лаҡап барлыҡҡа килде.

Автор: Ралиф Кинзябаев
Читайте нас