Тик барыбер ниҙер үҙгәргән. Өй эсендәге һауала һиҙелә.
Иң яҡын йәшәгән ейәнсәрҙәре булараҡ, йыш ҡына килә уларға Фирая. Бурыс күреп түгел, һағынып, ярҙам итергә ашҡынып ҡайта. Оҙон ғүмер бергә йәшәп тә, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған ҡарттар уға ысын мәғәнәһендә өлгө булып тора.
Туҡта, бөгөн нисектер сәйер ҡараш ташлап ҡуялар түгелме? Сәй эскәндә лә Фираяның хәлдәре менән генә ҡыҙыҡһынып, үҙ-ара һөйләшмәгәндәрен абайланы. Әллә үпкәләшкәндәр инде? Була торған хәл түгел!
- Ярар, мин Әғләмгә барып киләйем, - тине Хафиз ҡарт, сәй эсеп бөтөп, "әпәр" иткәс.
- Бар-бар, башыңды һыуытып кил, - тип көлөмһөрәй биреп яуапланы өләсәһе.
Нимәлер әйтмәксе ине лә ҡарт, өндәшмәне, асыулы ҡарап, сығып китте.
- Өләсәй, нимә булды ул һеҙгә? - Фирая һорамай булдыра алманы.
Зөлхизә әбей, сәйен яңыртып ҡуйҙы ла, яуырынын һелкеп:
- Нимә булһын тағы? Үҙ яйыбыҙға йәшәп ятабыҙ… Ҡартаябыҙ, шул инде…
- Юҡ, мин күреп торам бит! Үпкәләштегеҙме әллә? Ҡартатай ҙа нисегерәк ҡарап сығып китте! Яндыра яҙҙы бит һине ҡарашы менән!
- Әй… әҙерәк издәғәләштек инде, һин килер алдынан… Ярай, ир менән бисә араһында нимә генә булмай, иҫең китмәһен, - тип ҡул һелтәне өләсәһе.
Фираяға ниңәлер көлкө булып китте. Уларҙың шулай һүҙгә килешеп, үсегешеп йөрөгәндәрен күҙ алдына ла килтермәй ине ул!
-Йә, нимә бүлешә алманығыҙ ҡартайған көнөгөҙҙә? Әйт инде, - тине йәш ҡатын көлә-көлә.
- Шунда бер ҡағыҙҙы, - тип яуапланы Зөлхизә әбей.
- Ниндәй ҡағыҙҙы?
- Ныу, бер иҫке маҡтау ҡағыҙын инде.
- Бер нәмә лә аңланым. Матурлап һөйлә әле, зинһар!
Ныҡыш Фираяның барыбер һөйләтеп аласағын белә инде ул. Үҙенең дә һаман бабайына һарыуы ҡайнап, теле ҡысытып тора.
- Бөгөн иртәнсәк, келәтте әҙерәк ипкә килтереп алырға булдым. Эт башынан башҡаһы вис бар бит инде анда, таҙалап, урын бушатмаҡсы инем. Ҡартатайыңды ла саҡырҙым ярҙамға. Ике биҙрә тотоп, килеп ултырҙы бит әле ул, кеше ышандырып. Кәрәген-кәрәкмәгәнен айырып һала, йәнәһе. Лутсы үҙем генә яйлап эшләһәм. Бер ярҙамы теймәне, йәнемде көйҙөрөп, кирегә ҡайырала тора мына!
Иң тәүҙә ҙур бер ҡапсыҡ һөйрәп сығарҙым. Унда балаларҙың әллә ҡасанғы уйынсыҡтары йыйылып ятҡан икән. Күбеһе ағастан, буяуы уңып, иҫкереп бөткән инде. Туҡһанынсы йылдарҙағы һаһыҡ пласмастан эшләнгән шаҡы-шоҡо ла шунда. "Вис ташлаһаҡ та була, хәҙер балалар бындай тәтәй менән уйнамай", - тип ташларға ынтылһам, ҡулымдан тартып алып тик ултыра.
"Ташлама, ағас уйынсыҡты йүнәтеп була, ҡулдары юҡмы ни! Быныһына ла теймә. Ярыла торған нәмә түгел, ҡалай ныҡ! Хәҙер эшләй ҙә белмәйҙәр элекке кеүек," - тей шаҡылдатып. Ҡаҡашып, саңға батып бөткән йомшаҡ айыуҙы саҡ тартып алып, ырғыттым теге сүпкә тигән биҙрәгә.
Унан һуң дауна ватылған ҡул сепаратын ташлайым тиһәм, әпәт килеп йәбеште. Теймә, йүнәтеп, йыуып-йышам да һатып ебәрәм мин уны, тип торған була. Иҫенә төшкән икән, йөҙ йыл үткәс! Кем алһын аны? Эшем эйәһе, иҫке кейем һаҡлаған һандыҡты асты ла, бына сепрәк-сапраҡты яндырғанда ла була исмаһам, ти. Һы, нишләп яндырайым мин, ҡорама ҡорарға бик тә ярай ул! Эспесиәльне йыйып барҙым бит инде нисәмә йыл. Үәт һин аны, кәрәкмәгән ергә танауын тығып ней! Этешеп-төртөшөп саҡ ябып, бикләп ҡуйҙым. Шулайтып ҡағыҙ тултырылған ҡатырға ҡумтаға килеп еттек бер заман. Гәзит-журнал, тағы әллә нәмәләре бар. "Быныһын ҡарап та тормай, мунса соланына алып барып ултыртайым, яғырбыҙ,"- тигән була ҡартатаң.
Юҡ, мин әйтәм, сартирауайт итәйек, кәрәк ҡағыҙ барҙыр бәлки. Ысынлап та, шул ҡый-һай араһынан балаларҙың мәктәптә төшөргән һүрәттәре, бер-ике иҫке кәртешкә килеп сыҡты. Ҡайҙан инде уларҙы ташлау! Кире матурлап һалып ҡуйҙыҡ. Хан заманындағы бер маҡтау ҡағыҙы ла ятҡан. Ҡарап, уҡып торһам, йолҡа тартып алды ла:
- Бәс, был теге Зөлҡәрнәев биргән ҡағыҙмы әллә? - тип әйләндереп-тулғандырып ҡарарға кереште.
- Шул. Ҡана, тағы берҙе ҡарайым әле, - тиһәм, бирмәй.
- Ташламағанһың икән… Шуға ғашиҡ булып йөрөгән йәш сағыңдың төҫө итеп һаҡлайһыңмы?
Аптырап киттем әй… Ул беҙҙә персиҙәтел булып оҙаҡ ҡына эшләгәйне. Мин уға ҡасан ғашиҡ булған ти инде?
- А-а, ниндәй йәш саҡ булһын, был маҡтау ҡағыҙын биргәндә мин ике бала әсәһе инем! Иҫләмәйһеңме әллә? - тип һорайым.
- Иҫләмәй ней! Бөтә халыҡ алдында сәхнәгә саҡырып тороп, ҡулыңды ебәрмәҫтән ҡыҫып-ҡыҫып тотторҙо бит.
- Алдынғы һауынсы булғас, тоттора инде, - тием, йәнем көйөп.
- Йә, ярар, хәҙер һин һауынсы ла түгел, алдынғы ла түгел. Ташлаһаҡ та була, - тип тотто ла сүпкә ырғытты.
Беләһеңме, Фирая, асыуым ҡабарҙы ла китте! Үҙенеке булһа, бер ҙә ташламаҫ ине! Иҫтәлек бит ул! Кире сығарҙым да:
- Нишләп ташлай ти. Ул бит мине хөрмәт итеп, хеҙмәтемде баһалап бирелгән ҡағыҙ! Киреһенсә, өйгә индереп, рамкыға ҡуям әле, - тип һөрткөләп алдым.
Әллә ниндәй себен тешләне шул мәлдә ҡартатайыңды. Әрләшеп алды ла киттесе.
- Һаман шул килмешәкте онота алмайһыңмы? Кейәүгә сыға алмағанға көйгәнһеңдер әле ишшыу! Түлке ҡара, ул ҡайҙа? Күптән инде ауыл осонда ята. Ҡартайһаң да, йәмшәйһәң дә, мин йөрөйөм бит әле эргәңдә! Бир әле бында! - тип грамытаны әпәт тартып алды.
- Мин уға сығам тип йөрөмәнем бер ҡасан да! Иллә мәгәр, бер күҙ ҡыҫһам - алыр ине! - тием ҡарышып. Теге бәхетһеҙ ҡағыҙ ишараһын һыпыра тартып, тағы ҡулыма ҡыҫтым.
- Мунса яғып ебәрергә ҡағыҙ кәрәк, бир әле!
- Бирмәйем!
Тартҡылашып, буйтым һуғышып китә инек, һин шул мәлдә шылтыратмаһаң!
Фирая эсе ҡатҡансы көлдө өләсәһен тыңлап. Йә инде, был ҡарттарҙа әле ялҡын да, дәрт тә дөрләп тора ла баһа!
- Бына һиңә мә, бабайың һине һаман көнләшә икән, ә, өләс?
Зөлхизә әбей үҙе лә, яулығын матурлап ябынып, йылмайып ҡуйҙы.
- Ҡуй инде, ғүмере ҡыланмағынды…
Шулай көлә-көлә, өләсәһенең хәбәрҙәрен тыңлап, өй мәшәҡәттәре менән булышып, ярты көн үтеп тә китте. Тәҙрәгә ҡарап-ҡарап арыған хужабикә:
- Әғләмгә тип сығып китте лә, һаман да юҡсы… Әйҙә әле, урамға, ҡараштырып киләйек, - тине хафаланып.
Икәүләшеп ҡултыҡлашып яйлап ҡапҡа тышына сыҡҡас, муйыл төбөндәге эскәмйәлә уйланып ултырған Хафиз ҡартты күреп, аптырап киттеләр.
- Аһ, барманыңмы ни Әғләмеңә?
- Барманым.
- Дөрөҫ, йөрөмә тәнтерәкләп, - тип йөпләне Зөлхизә әбей.
- Эҫе бөгөн бигерәк… Йә ҡолап ятырмын бер ерҙә, һине ҡыуандырып, - ҡаш аҫтынан ғына ҡарап, яуап бирҙе ҡарт.
Шул саҡ өләсәһенең күҙҙәренә йәштәр эркелеп, әллә нимә эшләп китте. Бабайы янына килеп, эскәмйәгә ултырҙы ла:
- Бушты һөйләп ней! Йөрөмә лә, ҡолама ла… Ултыр ошонда ғына… - тине тауышы ҡалтырап.
Хафиз ҡарт әбейенә әйләнеп ҡарап, аптырап һуҙып ҡуйҙы:
- Атааҡ, әллә иларға итәһең инде…
- Үҙең илатаһың бит! Һарғайып бөткән бер ҡағыҙ киҫәге өсөн йәнемде ала яҙҙың…
Хәләл ефетенә нисектер йомшаҡ итеп, яратып ҡарап ҡуйҙы Хафиз ҡарт. Йылмайып, ҡулын алды ла:
- Эй, Зөлхизә, Зөлхизә… Һиңә ҡағыҙ киҫәге, ә миңә… Янып-көйөп, ҡайһылыр ерендә хатта кәмһетелеп, һуғышып йөрөгән йәш саҡтарҙы иҫләтеп ебәрҙе…
- Кем менән һуғыштың?
- Зөлҡәрнәев менән…
- Ҡасан? Нимәгә? Белмәгәйнемсе… - аптыраған ҡатын, яңылыш ишетмәнемме, тип төпсөргә кереште.
- Һии, һин күпте белмәйһең ул! Бер һөйләрмен әле, - ҡарт кеткелдәп алды.
Яраштылар, буғай, тип йылмайып ҡарап торған Фирая, ҡартатаһының икенсе яғына килеп ултырҙы ла, яурынан ҡосаҡлап:
- Мин дә белмәйем, һөйлә әле. Хәҙер һөйлә, - тип үтенде.
Ике яҡын кешеһенең иғтибарынан иҙерәп киткән Хафиз ҡарт, әҙерәк инәлдереп, хәтерендә ваҡиғаларҙы тергеҙеп ултырҙы ла, яйлап һүҙ башланы.
- Алтмыш һигеҙенсе йылдың яҙында булһа кәрәк, беҙҙең колхозға ниндәйҙер райондан Зөлҡәрнәев Миңлеғәле тигән йәп-йәш ирҙе персиҙәтел итеп алып килеп ҡуйҙылар. Уат, кемгә биргән Хоҙай, тәк биргән! Ул ике метрлыҡ буй-һын тиһеңме, ул гөрһөлдәп торған тауыш тиһеңме! Өйләнмәгән икәне лә асыҡланғас, беҙҙең ауыл ҡыҙҙарының, хатта бисәләрҙең күҙе тондо бит. Өләсәң дә шуға ғыйпыш булды…
- Аһ-аһ, булманымсы, - Зөлхизә әбей, ҡабаланып ҡыҫтыра һалды.
- Эй, беләм инде, йәшермә. Уй, беҙҙең Зөлҡәрнәев шундай ғәҙел, шундай уҫал, фәлән дә фәсмәтән тип әйләнгән һайын һайраның. Иҫең китте әйтәгүр! Кәнишне, шундай ҡарағайҙай егет һүрәтләнгәс, ҡайҙа инде ул сибек кенә, ҡарайып янған күрше малайына иғтибар итеү! Тегенең дә, башҡа ҡыҙҙарҙан Зөлхизәне айырып, оҙаҡ итеп тексәйеп торғанын күреп ҡалдым. Минең йөрәк яна, эс көтөрләй башланы. Серҙәре берегеп ҡуймаһын, тип, Зөлхизәнән ҡолаҡ ҡағырға ҡурҡып, янып-көйөп бөттөм. Бер көн, түҙмәй, һөйләшеп алырға булдым иптәш персиҙәтел менән. "Зөлхизәгә ымһынма, мәйтәм, ул минеке. Башҡаларын күҙлә!"
Был миңә ҡуҡырайып: "Уа перуых, минең менән ундай тонда һөйләшмә, мин - һинең түрәң! Ә икенсенән, кемде теләйем, шуны алам. Һайлап йөрөп алам, һинән һорап тормайым! " - тей бит ҡоромағыр! Әтәсләнеп, томшоғона берҙе ҡундырайым тип, һикереп тә ҡарайым, ҡайҙа инде ул миңә! Кәбәндәй нәмә осора һуға ла ҡуя, һуға ла ҡуя… Әллә нисә тапҡыр маташып ҡараным, көс етеңкерәмәй шул! Егеттәргә лә өндәштем, әйҙә мынау килмешәкте дөмбәҫләп китәбеҙ, беҙҙең ҡыҙҙарҙың башын әйләндереп йөрөмәһен, тигән булып. Персиҙәтел кешене туҡмап, башты осораһы юҡ инде, тип ризалашманылар. Ә минең ҡан ҡайнай! Юҡ, мәйтәм, былай ғына бирмәйем мин һиңә Зөлхизәне, барыбер бер нәмә сығарам! Шулай этлеккә бик баш эшләмәһә лә, уйлап таптым бит.
Зөлҡәрнәевҡа ғашиҡ ҡыҙҙар рәтендә йәш кенә Шәмсекамал исемле тол ҡатыны да бар ине. Эй, бигерәк әрһеҙ йүгерҙе артынан. Кеше бар тип, оялып-нитеп тормай, "Миңлеғәлееүү" тип ҡосаҡлап өҫтөнә менеп бара инде! Шул ҡатын менән һөйләшеп ҡарамаҡ булдым хәҙер. "Шәмсей, мәйтәм, Зөлҡәрнәевың кәрәк булһа, тиҙерәк ҡыбырла, башҡа берәү танау аҫтыңдан алып китмәҫ борон!"
"Ҡарамай бит! Артынан ҡалмай йөрөйөм, ҡарамай миңә!" - тип илаулай теге. Мин эй ҡотортам: "Уйлап тап бер нәмә! Юғиһә Зөлхизәгә өйләнергә итә!"
Булдырған шулай ҙа хәйләкәр ҡатын. Яңы йыл байрамында эсереп иҫертеп өйөнә алып ҡайтып һалған тәки. Ныу… аҙаҡтан… ауырлымын, алмаһаң, кәрәк ергә ялыу яҙам тип, ҡурҡытып, өйләндереп тә ҡуйҙы үҙенә. Элек бит әхлаҡ тигән нәмә көслө булды, партия ағзалары ла һәр бер тишекте тикшереп кенә торҙо, ташҡүлсәйем…
Мин дә тиҙләттем эште, тағы бер нәмә сыҡмаҫ элек. Өләсәйең төҫкә һылыу булды, егеттәрҙең башын әйләндереп. Торорға ер ҙә юҡ, шурт та юҡ, ауыҙымды асһам - үпкәм күренеп тора, тигәндәй… Шулай ҙа йәһәтләп Зөлхизәгә яусы ебәрҙем… Белмәйем, кемгә сығырға хыялланып йөрөгәндер, ныҡышмалығым, еңмешлегем менән яулап алып, барыбер үҙемдеке иттем!
Хафиз ҡарт тынып ҡалды. Әле ишеткән тарихты күңелдәренән үткәреп, уйланып, өндәшмәй ултырҙылар.
- Эйе, Зөлҡәрнәев Шәмсейгә өйләнгәс, бөтәһе лә аптыраны ла ҡуйҙы шул. Күп ҡыҙҙар йәшен түкте инде, - тине ахырҙа Зөлхизә. - Тик ул хәтлемен белмәгәйнем… Бер ҙә һөйләмәнең дә баһа!
- Ә мин нимә, персиҙәтелдән туҡмалып ятам да ҡалам, тип әйтәйемме ни? Ғәрләнеп, әйләнеп тә ҡарамаҫ инең!
Өсәүләшеп көлөшөп алдылар. Зөлхизә әбей ипләп кенә ҡартының арҡаһынан һыйпап ҡуйҙы. Бына нисек көйөп, яндырайланып йөрөгән икән ул! Бөтәһе лә ихтирам иткән, хатта ҡурҡҡан Зөлҡәрнәев менән алышырға, һүҙгә килешергә лә аптырамаған! Күпме йылдар өсәүләшеп бер колхозда эшләнеләр, берәү бер нәмә тип өндәшмәне был ваҡиғалар тураһында. Һәр береһе үҙ яртыһына тоғро ҡалып, балалар үҫтереп, донъя йөгөн тартты… Иҫкереп бөткән маҡтау ҡағыҙы килеп сыҡмаһа, шулай белмәй ҙә үлеп китер инеме икән…
- Буйтым хәтереңде яңыртҡан икән теге грамыта… Ярай, сығарып яғырмын мин аны…
Бер аҙ уйланып ултырғандан һуң, йорт хужаһы йылмайып ҡуйҙы:
- Юҡ, теймә. Ейәндәргә иҫтәлек булыр, ҡалһын…
Ошо һөйләшеүҙән һуң, Хафиз менән Зөлхизә, ниндәйҙер мөғжизә менән юғалмаған-йыртылмаған, һарғайып бөткән маҡтау ҡағыҙын матур рамлы быяла аҫтына ҡыҫтырып, күренгән ергә элеп ҡуйҙы. Тир-көс түгеп эшләп, ҡасандыр беренсе урын өсөн бирелгән ҡағыҙ ғына түгел, ә дыуамал, мөхәббәт тулы йәш саҡтарын иҫләтеп торған ҡәҙерле грамота дәрәжәһен алды ул.
+1 °С
Болотло