-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Июнь 2022, 16:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТАБЫЛМАҒАН ТАБЫШ... Хикәйә

Беренсе өлөшө Гөлниса эштән ҡайтып килә. Бөгөн көн бик ауыр булды, хатта еңелсә генә тотоп килгән руле лә таштар тейәлгән  йөк һымаҡ. Бик ҡыйын да булмаҫ  ине, әгәр ире Таһир менән шаҡтай низағлы һәм аңлайышһыҙ бәхәскә инмәһәләр. Һуңғы ун ике йылда беренсе тапҡыр бит әле. «Ҡыҙым, байлыҡ мәсьәләһенә ҡағылһа, бик бөтөрөнмә. Табылмаған табыш күп булыр, һәр береһен үҙ файҙаңа бороу кәрәкмәҫ», – тип әйтә торғайны өләсәһе. Табылмаған табыш... Ҡайһылай үткер әйткән өләсәһе. Донъя табыштан  ғына тормай бит әле. Бәлки юғалтыуҙар ҙа булырға тейештер. Ҡатын тағы ла ире хаҡында уйланды. Ҡала ҙур түгел, шуға күптәр бер-береһен танып белә. Ирле-ҡатынлы Сабитовтарҙың берлектәге бизнесы бында уңышлыларҙан иҫәпләнә, шуға күрә көндәштәр ҙә, көнләшеүселәр ҙә етерлек. Гөлниса эшен ҡала үҙәгендә урынлашҡан ике ҡатлы ашхананан башлағайны. Тәүге осор күберәк үҙенә эшләргә тура килде, тәмле бешергәс, кешеләр ҙә күбәйҙе, заказдар ҙа артты. Көн һайын төшкө ашҡа йөрөүселәр араһында Таһир исемле йәш егет үҙенең ипле һәм итәғәтле булыуы менән айырылып торҙо. Ул  да эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә икән. Станоктар төҙөү заводында ашханаһы булған, ләкин предприятие  бөлгәс, эшҡыуарлығын ташларға тура килгән. Кредиторҙар ашхана бинаһын һатырға ҡарар иткәс, Таһир уны үҙенә эләктереү хыялы менән яна башлаған.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ТАБЫЛМАҒАН ТАБЫШ...  Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТАБЫЛМАҒАН ТАБЫШ... Хикәйә

Бер көн Таһир Гөлнисаның ашханаһына кисен килеп керҙе һәм уны үҙенең уй-ниәттәре  менән таныштырҙы. Шундай хәбәрҙәр йөрөй, ҡалала бюджет ҡарамағындағы учреждениелар өсөн дөйөм туҡланыуҙы берләштереү, хаҡтарҙы төшөрөү, сифатты  яҡшыртыу талабы ҡуйылған икән. Был эш өсөн конкурс иғлан итергә булғандар, ләкин ғәйәт ҙур эште башҡарып сығарырлыҡ предприятие табылмаған.

– Әллә ошо эшкә икәүләп тотоноп ҡарайыҡмы? – тине Таһир Гөлнисаға өмөт менән ҡарап.

Ҡатын был хаҡта күптән ишеткәйне  инде. Ауыр, яуаплы, ләкин ҡулдан килмәҫтәй эш түгел. Башҡа ҡалаларҙа  туҡланыуҙы яңыса ойоштороп, сифатты яҡшыртҡандар. Ләкин еңел генә эш түгел, сөнки мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын, дауаханаларҙы йыл әйләнәһенә тип әйтерлек һәр кем яратып ашарлыҡ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп торорға кәрәк.

Ике ҙур ғына туҡланыу предприятиеһының ҡушылыуы ҡала өсөн дә отошло булмаҡсы. Хакимиәт ышанды, уларға мул ғына кредит алырға ярҙам күрһәтте. Ике йыл эсендә Гөлниса менән Таһир ҡаланың танылған кешеләренә әйләнде, дәртләнеп, ең һыҙғанып эшләнеләр. Ир менән ҡатын бер-береһен һынанылар һәм ышандылар, берлектәге бизнес өсөн ғаилә кәртә түгел, киреһенсә, яуаплылыҡты арттырҙы. Улар өйләнешергә ҡарар итте һәм бәләкәй генә туй ҙа үткәрҙеләр. Эш шуға барып етте, ошо хаҡта һуңлап ҡына ишетеп ҡалған ҡала хакимиәте башлығы яңы ғаилә ҡороусыларҙы үҙе килеп, ҡотлап сығыуҙы  кәрәк тип тапты.

– Саҡырыуһыҙ-ниһеҙ килеп инеүемә ғәжәпләнмәгеҙ! – тине башлыҡ. – Мин үҙемде һеҙҙең алда бурыслы тоям. Сөнки һеҙ ҡаланың туҡланыу өлкәһендә революция яһанығыҙ. Һеҙҙең өсөн хәҙер “тәмле” һүҙе үҙ мәғәнәһенә эйә булды. Мин үҙем көн һайын һеҙ бешергән аштарҙы ифрат яратып  ашайым. Шик юҡ, хакимиәткә һеҙ тәмле бешерергә бурыслы. Ләкин ҡайһы бер туҡланыу үҙәктәрендә минең үҙ күҙәтеүселәрем бар. Балалар баҡсаһына йөрөгән дүрт йәшлек улым һәм бишенсе класта уҡыған ҡыҙым, бөгөн ашанығыҙмы, тигән һорауыма ҡыуанышып, эйе, ашаныҡ,  бик тәмле бешергәндәр, тип яуап бирәләр. Киләсәктә үҙегеҙҙең балаларығыҙға ла һеҙ бешергән ризыҡтар өсөн уңайһыҙланырға тура килмәһен. 

Юҡ, Таһир менән Гөлниса  эштең дә, аштың да ҡәҙерен белде, байтаҡ маҡтауҙарға һәм наградаларға лайыҡ булды.  Ләкин күпме генә йөрөмәһендәр, дауаланмаһындар, уларҙың үҙ балалары булманы. Тәүҙә эшкә әүрәп, был мөһим мәсьәләгә иғтибар итмәҫкә тырыштылар. Ана булыр, бына булыр тигән өмөт йәшәтте уларҙың икеһен дә.

Ошо хаҡта һүҙ сыҡһа, Таһир ҡыҙып китә, тупаҫ һүҙҙәр әйтә башланы, ә Гөлниса бар көсөн ғаиләне һаҡлауға исраф итте, күпселек осраҡта өндәшмәне.

– Ирегеҙ һеҙҙең, моғайын, спортсы булғандыр, – тине табип ҡатынға ҡарап. – Саңғысы, йә йүгереүсе.

– Эйе, – тип кенә әйтә алды Гөлниса, сервантта торған бер нисә кубокты иҫенә төшөрөп.

Таһир элекке ғәҙәтен әле лә ташламай, яйы сыҡҡанда һирәкләп булһа ла саңғыға баҫа. Хатта, кәйефе булһа, элекке еңеүҙәрен иҫкә төшөрә.

Шулай ҙа Өфөгә барып, икәүләп дауаханала медицина тикшереүе  үтеп ҡайттылар. Бер айҙан уларға тикшереү һөҙөмтәләре килде. Гөлниса ҡағыҙҙарҙы иренә күрһәтеп ҡарағайны, тегеһе  туҙынды ла китте, беренсе битен күреү менән ырғытып ебәрҙе:

– Нимә етмәй һиңә, ниңә йәнемде үртәйһең? – тип екеренде ул ҡатынына. – Әллә минең сығып китеүемде теләйһеңме.

– Юҡ,– тине  ҡото осҡан ҡатын. – Бәлки...

– Бәлки булһа, хушлашабыҙ.

Гөлнисә шул көндән был хаҡта бер ауыҙ һүҙ ҙә өндәшкәне булманы. Хатта балалар йортонан тәрбиәгә бала алыу хаҡында теләген дә иренә еткерә алманы.

Икеһе лә эшкә күмелде һәм ғаилә, балалар, киләсәк хаҡындағы уй-хыялдар икенсе сиратҡа ҡалды. Сөнки Гөлниса шуға төшөндө, Таһир ҡасандыр уңышлы ғына спортсы булған, еңеүҙәр уға  ят түгел, ул әле лә чемпион, ә бына балалар үҫтереү һымаҡ көнкүреш мәшәҡәте уны борсомай. Эш шуға барып етте, ҡасандыр берлектәге табышлы һәм ауыр иҫәпләнгән бизнес тулыһынса уның ҡулына күсте, хатта уның  нигеҙен һалған, ошо көнгә тиклем тотоп килгән Гөлниса ябай идарасы кимәленә тиклем төшөрөлдө һәм төп финанс сығанаҡтарынан яйлап ҡына ситләтелде. Ҡала халҡы араһында уларға ҡарата мөнәсәбәт үҙгәрҙе, төрлө хәбәр таралды, уйҙырмаһы, ысыны бергә ҡушылды һәм һис тә уңышлы эшҡыуар Сабитовтарҙың абруйын күтәрмәне.

Табылмаған табыш... Өләсәһе дөрөҫ әйткән, нәфсене  ваҡытында тыя белергә кәрәк шул. Ә Таһир был хаҡта уйлауҙан алыҫ тора ине. Теге ваҡыт башлыҡтың туйҙағы ҡотлауын үҙенә эш өсөн күрһәтмә итеп алды, икенсе көнөнә  үк уның балаларының ҡайҙа туҡланыуын, ҡатынының ҡайҙа хеҙмәтләндереүгә өҫтөнлөк  биреүен асыҡланы. Әгәр иң ҙур түрә ҡәнәғәт икән, ниңә башҡалар өсөн борсолорға. Гөлниса түҙмәне, сифатһыҙ  ит, технологияны боҙоу, яуапһыҙлыҡ хаҡында барыһын да түкмәй-сәсмәй яҙып, эш араһында иренә тотторҙо. Сөнки һуңғы арала ул өйҙә бик һирәк була, йә командировкала, йә кәңәшмәлә юғалып ҡуя.

– Рәхмәт, ҡәҙерлем!  – тине ул  ҡатынына.– Уҡырмын һәм фекеремде әйтермен.

Бөгөн ул ҡатынын үҙенең кабинетына саҡыртып алды һәм Гөлниса Сабитованың эштәге етешһеҙлектәре, контракт талаптарын боҙоуы, яуапһыҙлығы өсөн вазифаһынан бушатылыуы хаҡында иғлан итте.

 

 

Икенсе өлөшө

Үҙенсә еренә еткереп, мөләйем генә ҡарап, итәғәтле генә итеп хәбәр итте был хаҡта Таһир.

– Һорауҙарың бармы? – тине ул, ҡатынына ҡарап.

– Юҡ, – тине Гөлниса. – Бер һорауым да юҡ. Еренә еткереп яҙғанһың. Ошоноң менән беҙҙең мөнәсәбәттәр өҙөләме?

– Һорауығыҙ өсөн рәхмәт, – тине Таһир. – Беҙҙең мөнәсәбәттәр бының менән өҙөлмәй, өҙөлә башлай ғына.

– Шулай уҡмы? – тип яңғыратып көлдө Гөлниса. – Тимәк, мин бөтөнләй эшһеҙ ҡалам?

– Юҡ, һеҙҙең һымаҡ тәжрибәле етәксе кәрәк буласаҡ. Бөгөндән бер нисә вариант үҙем тәҡдим итә алам.

– Борсолма, Таһир, – тине ҡатыны. – Был мәсьәләне әле мин үҙем хәл итерлекмен.

Гөлниса контракттың өҙөлөүе тураһындағы документҡа ҡултамғаһын ҡуйҙы ла тиҙ генә сығып китте. Ғәҙәт буйынса, сумкаһынан “Тойота”һының асҡысын алырға үрелде, һәм күҙ алдынан, уның автомобилен тейәп, эвакуатор үтеп киткәне күренеп ҡалды. Гөлниса кабинетына ингәндә, ҙур йәшниккә тултырып, уның кәрәк-яраҡтарын да сығарып ҡуйҙылар.

Иң тәүҙә Гөлниса әхирәтенә шылтыратты. Вера Сергеевна менән байтаҡ йылдар элек бергә башлағайнылар, төрлө йылдар, ваҡыттар, ваҡиғалар булды, ләкин бер-береһен ташламанылар. Ике йыл элек ире менән айырылышҡайны, шул ваҡыт уға Гөлниса ныҡ ҡына ярҙам итте. Бына хәҙер шундай уҡ ярҙам уның үҙенә лә кәрәк булыуы бик ихтимал.

– Ишеттем-ишеттем, – тине Вера, Гөлниса уға шылтыратыу менән. – Шулай бөтөрөн күңелем һиҙә ине. Әйҙә, кил, ултырайыҡ, һөйләшәйек, кәңәшләшәйек.

Килеп инеү менән Вера Гөлнисаны ҡосаҡлап алды.

– Кәүҙәңде төҙ тот, йылмай. Һин нимә, эштән ҡыуҙы, йортомдо тартып алды, бизнесымды үҙләштерҙе, хәҙер донъя бөттө, тип уйлайһыңмы? Бөтмәйәсәк, көрәшәсәкбеҙ.

Гөлниса  йорт, бизнес хаҡында ишеткәс, тамам ғәжәпкә ҡалды.

– Вера, һин ниндәй йорт, бизнес һөйләйһең? Әлегә һүҙ эштән сығарыу хаҡында ғына булды.  

– Вот это да! – тине Вера. – Тимәк, әйтергә ҡурҡҡан.

– Нимә хаҡында?

– Ишетмәнеңме ни? Ул айырылышырға ғариза биргән, бизнес хәҙер уға ғына ҡала, етмәһә, икегеҙҙең өйөгөҙҙө лә тулыһынса үҙенә яҙған.

Бәй, хәҙер өй ҙә уныҡымы ни? Гөлниса уны махсус проект буйынса үҙе бик тырышып төҙөгәйне. Ниһайәт, уның үҙ өйө бар. Ҡыҙыҡ, хәҙер ул йортҡа кемдәр хужа икән? Вера шкафтан коньяк сығарҙы. Ҡойҙо. Сәкәштерҙеләр, ләкин эсмәнеләр

– Йә, һөйлә, аҡыллым, ентекләп һөйлә, мин күберәк белергә тейешмен.

Гөлниса бөтәһен дә һөйләне: ҡасан танышыуҙары, нисә йыл йәшәүҙәре.

Вера, аҡыллы ҡатын, былай тине:

– Ужас, ун ике йыл йәшәгәнһегеҙ. Ир менән ҡатын өсөн уртаҡ бизнес – мөмкин булмаған эш. Башҡорттар был хаҡта нимә ти әле? Уртаҡ малды эт йыймаҫ, тиҙәрме әле? Дөрөҫ әйткәндәр. Ғүмер баҡый шулай булды. Ир-ат эштән сығып, йонсоп, ябығып, үлә яҙып килеп инә, етмәһә, көнө-төнө эсә, ә бер-ике көн айнып, кеше булһа, тамаҡ төбө менән һөйләшә, кешеләрҙе эскелектә  ғәйепләй. Ә инде байып китһә, үҙенең хеҙмәт батырлығы, нисек итеп мал туплауы, кемдәрҙе нисек алдауы хаҡында һөйләй һәм бисәһенән ҡотолоу юлдарын эҙләй башлай. Мин тап шундай нәфселе ирҙең ҡорбаны булдым. Бына, әхирәтем минең, ундай көн һиңә лә килде.

Вера үҙенең иң яҡын хеҙмәткәрҙәренең береһенә задание бирҙе:

– Бына һиңә мөһим эш. Бына ҡала туҡланыу комбинаты директоры – уның тураһында бөтә мәғлүмәт, ыңғайы, киреһе, насары һәм бик насары – минең өҫтәлемдә ятырға тейеш.

Ярты сәғәт тә үтмәне, Вераға ҡыҙыл папка эсендә ике бит ҡағыҙ индерҙеләр.

Әхирәте уҡыған һайын Гөлнисаның йөҙө ҡараңғыланды, сәстәре үрә торғандай булды.

– Бына, тыңла, әхирәткәйем, – тине Вера, – тик миңә асыуланма, бында яҙылғандар барыһы ла дөрөҫ. Республиканың саңғы спорты буйынса чемпионы, олимпия резервына кандидат. Үҙе һымаҡ саңғысы Елена М. менән йәшәгән, балаһы буласағы тураһында ишеткәс, өйләнеүҙән баш тартҡан. Саңғысы балаһын күтәреп ҡайтып китергә мәжбүр булған. Ҡатын алиментҡа биреп ҡараған, ләкин беҙҙең герой түләүҙән баш тартҡан. Эскәне һәм режимды боҙғаны өсөн спорт командаһынан ҡыуылған. Былары ҡыҙыҡ түгел... Һуңғы йылдарҙағы батырлыҡтары. Аҙыҡ-түлек колледжы студенткаһы менән мөхәббәте теркәлгән, секретаршаһын эштән ҡыуған, бына уның мәғлүмәттәре. Ә хәҙерге секретаршаһы унан бала тапҡан, дүрт айлыҡ малайы бар, әле ул декрет ялында.

– Булыуы мөмкин түгел! – тине Гөлниса.

– Белмәйем, булғанмы-булмағанмы, минең эшем түгел, бында шулай          яҙылған.

– Дөрөҫ тип уйлайһыңмы?

– Минең ышанмаҫҡа хаҡым юҡ.

Гөлниса элек Өфөләге дауахананан килгән һығымталарҙы иҫенә төшөрҙө:

– Әллә хаталандылармы икән? Хәйер, ваҡыт үҙгәреп тора. Ә теге саңғысы ҡыҙҙағы улын, мәҫәлән, сирләгәнгә тиклем тыуғандыр тип аңларға мөмкин.

– Да-а, – тип һығымта яһаны Вера. – Ауыр буласаҡ, ләкин беҙ еңергә тейешбеҙ. Шуны онотма: ир-аттың бер йомшаҡлығы бар.

– Ниндәй йомшаҡлығы?

– Улар бер тапҡыр еңһә, ҡатын-ҡыҙҙың ҡурҡыуын һиҙһә, шунда уҡ тыныслана һәм үҙен яңы ҡаҙаныштарға әҙерләй башлай. Шулай булғас, һин хәҙер ҡиәфәтеңә еңелгән, ташланған, юҡ ителгән ҡатын битлеген кей. Һинең йөҙөңдән ҡайғы һарҡып торорға тейеш. Ҡайғырмай ни, һинең ирең, һине алдап, бизнесыңды тартып алды. Етмәһә, балаһы бар. Ҡара уны, һинең бер ҙә ҡайғырғаның тойолмай.

– Улайһа, илап күрһәтәйемме?

– Юҡ-юҡ, мотлаҡ түгел. Һинең ир...

– Элекке ирең, тип әйт.

– Юҡ, элекке тип әйтергә телем әйләнмәй, сөнки ул һиңә әйләнеп ҡайтасаҡ.

– Ҡайтһын, ҡарарбыҙ.

– Мин дә шулай тим, сөнки һинең күҙҙәреңдән уны кире өйөңә кертергә әҙер икәнеңде күрәм. Тик шуны ғына асыҡлай алмайым – һинең өйөң һиңә ҡалдымы, әллә юҡмы икән?

– Ҡурҡытма, йәшәр урынһыҙ бомжға әйләнһәм, мин ҡайҙа барайым?

– Ҡайҙа бараһың? Миңә киләһең.

– Һин индерерһеңме һуң?

– Әлбиттә. Ә хәҙер һин минең юрист менән һөйләш, миңә һөйләгәндәрҙе уға еткер.

Юрист менән Гөлниса Вераның төпкө бүлмәһендә төшкө ашты ла ашарға бармайынса бик оҙаҡ һөйләштеләр. Юристы ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бик күп ине. Уның менән ни тиклем оҙағыраҡ һөйләшһә, эш шул тиклем ҡатмарлыраҡ төҫ алды, ваҡыты менән Гөлнисаның өмөтө өҙөлдө, үҙен еңелгән һымаҡ итеп тойҙо, хатта йәшәгеһе килмәй башланы.

Шул ваҡыт  Вера Гөлнисаға бөгөн ҡала гәзитендә донъя күргән фотоларҙы сығарып күрһәтте. Ул мәҡәләлә урындағы дөйөм туҡланыу предприятиеларындағы етешһеҙлектәр, арзан хаҡҡа сифатһыҙ ит хаҡында әллә ниндәй уйҙырмалар яҙғандар.

– Ә хәҙер бында ҡара, – тип Вера предприятиеның интернеттағы сайтын асып күрһәтте. “Буйвол  ите менеджерҙың башын ашаны”, тип яҙылғайны унда. Йәнәһе, предприятиеның хужаһы Таһир Сабитов ит менән тәьмин итеү өсөн яуаплы менеджерҙы эшенән ҡыуған һәм хәҙер эштәр тиҙ генә яҡшырасаҡ.

Артабан инде рәхмәтле ата-әсәләрҙең тәмленән-тәмле ризыҡ бешергәндәре өсөн маҡтау һүҙҙәре килтерелгән.

Кисен арып өйөнә ҡайтып китте Гөлниса. Уйлап ҡуйҙы: әллә ҡул һелтәйем дә ҡуяйыммы икән, тине. Өләсәһе әйтмешләй, табылмаған табыш күп, барыһын да табып бөтөп булмай. Берәй эшкә тотонор, ана, Вера үҙенә саҡыра. Әгәр бында һыймаһа, башҡа ҡаланан урын ҡарарға мөмкин.

Гөлниса ирен иҫкә төшөрҙө. Уныһы, еңеүенә ҡыуанып, шатлығынан нимә эшләргә белмәй ултырамы икән? Вера дөрөҫ әйтә – бизнесты бергә ҡороу төптө хата булған. Ул көндәр кире әйләнеп ҡайтһа, Гөлниса уртаҡ эшҡыуарлыҡҡа бармаҫ, Таһирҙы ла яҡын килтермәҫ ине.

Такси Гөлнисаның өйө эргәһендә туҡтаны. Тәҙрәләрҙән бөтә ҡаттарҙа ла ут янғаны күренә. Ул юҡта бында кем йөрөй икән? Әллә Таһир бында ла килеп еткәнме?

Гөлниса оҙаҡ ҡына ҡапҡа шаҡығандан һуң:

– Кем бар унда? – тип тупаҫ екергәндәре ишетелде.

– Мин, Гөлниса Сабитова, ошо йорттоң хужаһы.

– Ниндәй хужаһы? Вы уволены! Китегеҙ, хәҙер полиция саҡыртам!

Биш минут та үтмәне, уттарын ялпылдатып, ике яҡтан ике полиция машинаһы килеп туҡтаны. Бер минут үтмәне, Ленд Крузер менән Таһир ҡайтып етте. Уны күреү менән, полицейскийҙар ғәфү үтенеп, икеһе ике яҡҡа сығып осто.

– Таһир, әйт әле, был ниндәй комедия? – тине аптыранған Гөлниса.

– Үҙең ҡорған комедия, – тине Таһир күҙен дә йоммай. – Һиңә бында кем килергә ҡушты?

– Нисек кем ҡушты? Был өйгә минең һинеке һымаҡ уҡ хоҡуғым бар.

– Был йорт – предприятиеның милке. Әгәр һин унда эшләмәйһең икән, торлаҡҡа хоҡуғың юҡҡа сыға. Бына асҡыс, ошо адрес буйынса бараһың, бөтә кейем-һалымың, шәхси әйберҙәрең шунда.

– Рәхмәт, – тине Гөлниса. – Беренсе тапҡыр күсенгән саҡта бер мәшәҡәт тә күрмәнем. Тик һөҙөмтәһе нисек булыр – белмәйем.

Ҡатын такси водителенә ҡалаға ҡуҙғалырға ҡушты.

Өсөнсө өлөшө

Бер бүлмәле фатирға килеп ингәс, ошо көндәрҙә ҡатын беренсе тапҡыр үҙенең алданыуына төшөндө. Юҡ, уны алдап ҡына ҡалманылар, таланылар, кинәнә-кинәнә аяҡ һөрттөләр һәм ҡыуанып, мәсхәрә иттеләр.

Табылмаған табыш... Күпме мал артынан ҡыуырға мөмкин, Гөлниса быға тиклем дә насар йәшәмәне. Өләсәһе лә  һөйләгән һайын шуға ишаралай ине. Баҫалҡы йәшәргә өндәй торғайны. Йәнәһе, беҙ – ирекле халыҡ, тәбиғәт балалары, ә байлығыбыҙ ошо ерҙә ята, эшлә, бер-береңә ярҙам ит, мал үҙе килә ул. Килер буғай, ҡапсығыңдың ауыҙын киңерәк тот, эшләп тапҡаныңды тартып алып китмәгәйҙәре.

Бына ир менән  бергә эшләп  йыйған бар байлығы эт ҡаны булып  бысраҡ иҙәндә ята. Ана, яратҡан шәшке туны, уны Францияла һатып алғайны. Хәҙер һөйләһәң, кеше ышанмаҫ, ошо тунды кейеп сыҡҡайны, француз ирҙәре күҙҙәрен майландырып, уға киләләр ҙә өндәшәләр,  Гөлниса инглиз  телен генә белә, ә теләктәре танышыу икән. Уларҙың төркөмөн йөрөтөүсе гид,  әгәр һеҙ беҙҙә йәшәһәгеҙ, иң затлы ҡатындарҙың береһе булыр инегеҙ, тип һөйләнде. Бынау яҙғы пальтоны Мәскәүҙә тектергәйне, хәҙер таҙартып та булмаҫ  инде.

Түҙмәне Гөлниса, ултырҙы ла илап ебәрҙе. Уның хеҙмәтен тартып алдылар, бөлдөрҙөләр һәм урамға сығарып ташланылар. Үҙе илай, Таһирын әрләй һәм нимә эшләргә белмәй. Шулай үкһегәндә ҡолағына ниндәйҙер тауыш ишетелгәндәй булды. Юҡ, тойолғандыр ғына. Тауыш тағы ла ишетелде.

Гөлниса түҙмәне, тауҙай булып өйөлөп ятҡан күн тунын күтәрәһе итте, уныһы һелкенмәй ҙә. Ҡараһа, тунды бөркәнеп   бер ир ята һәм ҡатынға ҡушылып илай, имеш. Быныһы нимә, Таһирҙың артабан да мыҫҡыл  итеүеме?

– Ни эшләп бында ятаһығыҙ? – тине аптырап Гөлниса.

– Мин ятмайым, илайым! – тине тегеһе.

– Ә ниңә илайһығыҙ? Мин шулай иларлыҡмы?

– Юҡ, һеҙ мине дөрөҫ аңламанығыҙ. Һеҙ ҡайтҡансы миңә һеҙҙе көтөп торорға ҡуштылар.

– Ни өсөн ҡуштылар?

– Белмәйем, бына һиңә мең тәңкә, хужабикә ҡайтҡансы көтөргә тейешһең, тип әйттеләр.

– Бына һеҙгә биш йөҙ һум, күҙемдән юғалһағыҙ ҙа була.

Йөк бушатыусы аҡсаны эләктереү менән сығырға ыңғайланы:

– Хушлашмайым! – тине ул. – Белеп булмай. Ер шары йоморо бит.

Был эште ойоштороусы, бәлки Таһир үҙелер. Гөлнисаны кәмһетергә теләүҙең, үҙенсә, иң нескә юлдарын һайлаған. Юғиһә, бөгөн иртән ашап бөтмәгән икмәк һынығын, яңы башланған майҙы һәм кофены төрөп ебәрмәҫ ине.

Гөлнисаның хәтеренә картала һаҡланған аҡсалары күҙ алдына килде. Вера, алып ҡуй, тип киҫәткәйне. Белеп булмай, Таһирҙың таҙартып ҡуйыуы бар. Гөлниса эргәләге супермаркеттарҙың береһенә сыҡты һәм картаны тикшереп ҡараны. Уларҙың береһендә ун һум, икенсеһендә утыҙ һум аҡса ҡалғайны. Гөлниса оҙаҡ уйлап торманы, рәхмәт һиңә, Таһир, тип СМС-ка ебәрҙе.

Оҙаҡламай, ни өсөн рәхмәт, тигән СМС-ка килеп төштө.

Гөлниса тыныслана алманы, ҡалған аҡса өсөн рәхмәт,  тип яуап ебәрҙе. Шул ваҡыт әхирәте шылтыратты:

– Һин ҡайҙа? – тип һораны ул.

– Мин сүплектә! – тип яуап бирҙе Гөлниса.

– Шулайҙыр, тип көткәйнем дә! – тине әхирәте. – Тиҙ бул, миңә килеп ет.

Гөлниса, оҙаҡ уйлап торманы, үҙенә кәрәкле һәм ҡәҙерле иҫәпләнгән иң арыу кейемдәрен һәм ҡомартҡыларҙы ғына алды ла, таксиға төштө. Ярты сәғәт тә үтмәне, ул Вераның өйөндә ултыра  ине һәм әхирәтенә илай-илай  теге ташландыҡ тип әйтерлек өйҙә күргәндәрен һөйләй. 

– Дөрөҫ эшләгән! – тине Вера. – Һиңә шул кәрәк.

– Вера, ҡәҙерлем, һин нимә һөйләйһең?

– Һин иреңә тар-мар ителгәнеңде күрһәт, ҡайғыңды йөҙөңә сығар. Әйҙә, ул, бахыр, тантана итһен. Һине еңеү шатлығын билдәләһен. Әйткәндәй аҡсаңды алдыңмы?

– Өлгөрмәнем!

– Молодец, өлгөрмәй, дөрөҫ эшләгәнһең. Һиңә астан үлеү ҡурҡынысы янарға тейеш. Яйы сыҡһа, бер аҙ аҡса һораған бул.

– Күпме һорайым?

– Күпме тип, бер мең, биш мең. Ҡалғанын үҙем бирермен.

– Таһирҙан ғүмерҙә лә  һорамаясаҡмын.

– Ярай, үҙем һорармын, мин ғорур түгел. Ана, элекке ирҙән йөҙ тәңкә һорағайным, ҡыуана-ҡыуана мең тәңкә  бирҙе.

– Йә. Шуның менән нимә оттоң?

– Отманым, уяулығын юғалтырға мәжбүр иттем. Уның ҡарауы, ул ҡыуанып йөрөгән арала, ярты мөлкәтте шаҡарып алдым.

Гөлниса әле булһа ниндәй һынауҙарға дусар булыуын аңлап етмәй ине:

– Ул ир ни өсөн мине рәнйетергә, кәмһетергә теләй? – тип аптырап һораны Гөлниса Веранан.

– Был бик ҡатмарлы һорау! – тине әхирәте. – Онотмағанһыңдыр, минең хәтерләүемсә, һин Таһирыңды юлдан табып алдың һәм саңын ҡағып, йыуындырып, кеше итеп, түргә ултыртып ҡуйҙың. Ул үҙен быға  лайыҡлы тип иҫәпләй,  хатта ҡәҙер-хөрмәттән мәхрүм итәләр, тип уйлай. Сөнки ул ашап-эсеп типтергән арала, уны наҙларға ваҡытың юҡ, эште эшләргә лә кәрәк, уның күңелендә  үс алыу тойғоһо барлыҡҡа килә.

– Быныһы нимәгә инде? – тип аптыраны Гөлниса.

– Сөнки башҡалар уны сәмләндерә, артында уның хаҡында ғәйбәт һөйләй. Йәнәһе ул, бисәһенең итәгенә йәбешеп йөрөп, кеше булды һәм башҡалар. Ә бындай һүҙҙәрҙе ирҙәр бик ауыр кисерә, үс алыу тойғоһо көндән-көн нығыраҡ күренә. Мин һөйләгәндәрҙең барыһын да ысынға алма, әхирәтең үҙ тәжрибәһенән сығып ҡына һөйләй. Сөнки, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ мөнәсәбәттәре хәҙер бик ныҡ үҙгәрҙе. Беҙ, мәҫәлән,  ирҙәргә ашап-эсеү һәм ҡатын-ҡыҙ наҙы ғына кәрәк, тип уйлайбыҙ, ләкин улар өсөн беҙ хәҙер буш урын. Урам саты һайын яулыҡ болғап торған түбән социаль яуаплылыҡтағы ханымдар торғанда, беҙ ирҙәргә ниңә кәрәк.  Етмәһә, элекке заман түгел, магазин һайын билмәне лә, котлеты ла арзан хаҡҡа һатыла.  Ә минең ҡулдарым бына ике йыл инде кәтлит  әүәләгәне, хатта билмән йәбештергәне  юҡ.

– Шул да булғанмы тормош, берәү кәтлит менән билмән бешереүҙән мәхрүм ҡалған икән.

– Улай тип әйтмә, әхирәт, беҙ  бит – ир ҡатындары булған бисәләр. Һөйөүҙең-һөйөлөүҙең нимә икәнен беләбеҙ. Әсәйемдең атайым уянғандан һуң эргәһендә өтәләнеп йөрөгәнен әле лә онотмайым. Эх, уның йылмайып, эргәһендә йөрөүҙәре.

– Шунан...

– Нимә шунан... Иҫкә төшһә, илайым да ебәрәм. Минең дә шулай итеп йөрөгөм килә.

– Әгәр ирең туҡмаһа?

– Туҡмаһа, ни. Беҙ бит шуның өсөн ҡатын-ҡыҙ, беҙ ир-ат түгел. Ә көслө көсһөҙҙө һәр ваҡыт туҡмаған, кәрәк тапһа, талаған, хатта ҡыуып ебәргән.  Һуң, үҙең, ҡара. Йоҙроҡ күрмәйенсә  ипкә инә торған халыҡмы ни беҙ? Юҡ, етәр, әйҙә бәхәсте иртәгә дауам итәбеҙ.

 

Дүртенсе өлөш

Гөлниса аҙна буйы Вераның өйөнән сыҡманы, ял итте, телевизор ҡараны, интернетта соҡондо. Хатта ҡалала уны ҡайҙалыр юғалған имеш, тигән хәбәрҙәр ҙә ишетелеп ҡалды. Юғалтырһың Гөлнисаны, ул ял итә һәм киләһе алыштарға көс туплай.

Кис һайын Вера менән икәүләшеп киләсәккә пландар ҡоралар һәм Гөлнисаның тартып алынған милкен ҡайтарыу буйынса кәңәшләшәләр. Ҡайһы бер осрашыуҙарҙа Вераның хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары ла ҡатнаша.

– Дөрөҫөн әйтегеҙ,  – тине Гөлниса. – Беҙ мөлкәттең бер өлөшөн булһа ла ҡайтарыуға өмөт итә алабыҙмы?

– Өмөт һәр ваҡыт бар, – тине юрист. Һеҙҙең осраҡта барыһы ла насар тип әйтергә иртәрәк. Шулай булғас, көрәшәсәкбеҙ.

Гөлниса һуңғы ваҡытта Таһирҙың холҡон өйрәнеү буйынса ҙур эш башҡарҙы, уның тормош юлын өйрәнде. Тиҫтә йылдан ашыу бергә ғүмер итһәләр ҙә Гөлниса ире хаҡында бик әҙ белә булып сыҡты. Айырыуса,  иренең берлектәге эш асҡанға тиклемге осоро ҡараңғы, саңғы ярыштарындағы еңеү хаҡында мәғлүмәттәр ифрат ҡойто. Гөлниса ҙур ауырлыҡ менән, йәнәһе, Таһирҙан бала тапҡан ҡатынды асыҡлай алды.  Ул ҡатын эскән өсөн әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән, хәҙер ҡайҙа йәшәүе билдәһеҙ, ә улы Денис Таһир улы Сабитов, ун алты йәшлек малай, Чернушки балалар йортонда тәрбиәләнә, киләһе йылға мәктәпте тамамлаясаҡ.

Гөлниса тиҙ генә күрше өлкәгә барып, Денисты күреп һөйләшергә лә өлгөрҙө. Балалар йортонда Гөлниса Таһирҙың  үҫмер саҡтағы күсермәһе менән осрашты, малайға спорт костюмы бүләк итте, заманса кеҫә телефоны тотторҙо. Малай уға эҫенде лә ҡуйҙы.

Гөлниса балалар йорто директорына малайҙы тәрбиәгә алыу хаҡында әйтте һәм тейешле  документтарҙы тупларға булды. Сөнки киләһе алыштарҙа үҙенең атаһының кем икәнлеген дә  белмәгән малайҙың күренеүе  хәл иткес әһәмиәткә  эйә булыуы ихтимал.

Ҡайтҡас,  Гөлниса малайҙың  фотоһын Вераға күрһәтте. Тегеһе шаҡ ҡатты, шул  тиклем дә оҡшарҙар икән. Тик был хаҡта һуңғы көнгә тиклем берәү ҙә белергә тейеш түгел, ышаныслы булһын өсөн юрисҡа ла әйтеүҙе кәрәк тип тапманылар.

Ә бер көн Гөлнисаны эҙләп ҡаланың хакимиәт башлығы шылтыратты.

– Хужалыҡ  итеүсе предприятиеларҙың бәхәсенә ҡатнашыу беҙҙең эш түгел. Шулай ҙа, ҡаланың социаль учреждениеларын тәьмин итеүсе комбинаттың яҙмышына беҙ битараф ҡала алмайбыҙ.   Хәҙер һеҙ ситләтелгәс, унда хәлдәр көндән-көн ҡатмарлаша, халыҡтан ялыуҙар күбәйҙе. Таһир Ғаффар улы насар эшләй тип әйтеүе ҡыйын, ләкин ул өлгөрмәй. Етмәһә, хәҙерге ҡатынының кешеләре, яҡындары барлыҡ эштәргә лә ҡыҫыла, мутлашыуҙарға юл ҡуя. Ҡатынының атаһы Өфөлә колбаса етештереүсе заводтарының береһендә төп  акционерҙар иҫәбендә икән. Улар аша ситтән, хатта Азия, Африка илдәренән сифаты бик шикле булған ит килә. Әгәр мөмкин булһа, бөгөн киске етелә мин һеҙҙе үҙемдең кабинетымда көтәм.

Гөлниса ҡала кимәлендә дөйөм туҡланыу комбинатының эшен биш бармағы һымаҡ белә. Башлыҡ һөйләгәндәрҙән сығып, ул шуға төшөндө,  тиҙ арала барлыҡ эште яңынан башларға һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә кәрәк.

Башлыҡ менән Гөлниса хәл итәһе мәсьәләләрҙе асыҡлағандан һуң, уларҙың һөйләшеүенә ҡала етәксеһенең урынбаҫары ҡушылды. Ҡала етәкселәрен милек менән бәйле көрәштең киҫкенләшеүе борсой һәм хәл-ваҡиғаларҙың ыңғай хәл ителеүе кәрәк ине.

– Минең өсөн милекте ҡайтарыу икенсе  планда тора, уны суд хәл итергә тейеш, ә бына туҡланыуҙы ойоштороу бөгөн төп бурыс, – тине Гөлниса. –Сөнки, комбинаттың ошо көнгә төшөүенә мин үҙемде өлөшләтә ғәйепле тип  һанайым. Мин иремә ныҡлы ышандым һәм контролде йомшарттым. Туҡланыу бизнесен ойоштороу бик нескә эш, табышлы тармаҡ. Бер нисә йөҙ миллион һум аҡсаға, көн һайын тиҫтәләрсә мең баланы, уҡыусыны, дауаланыусыны туҡландырыу ҙур яуаплылыҡ талап итә.

Ошо хаҡта һөйләгәндә, Гөлниса башлыҡтың  урынбаҫарына күҙ һирпеп алды, сөнки аҡса ҡаҙнанан килә, һәм уның ҙур өлөшөн үҙ кеҫәһенә йүнәлтергә теләүселәр һәр ваҡыт табыла.

– Беҙҙән ниндәй ярҙам кәрәк? – тине ҡала башлығы.

– Ярҙам бер ваҡытта ла артыҡ булмаҫ, – тине Гөлниса. – Әгәр сағыштырыу урынлы булһа, беҙ майлы бутҡа менән эш итәбеҙ һәм майҙы үҙ яғына ағыҙырға теләүсе һәр ваҡыт табыла. Әгәр мөмкин булһа, вазифалы кешеләрҙе туҡланыу комбинаты даирәһенән ситләтеүҙә теләктәшлек күрһәтһәгеҙ ине. Сөнки улар өсөн сифат түгел, аҡса мөһим, ә табыш алырға  теләгән кеше арзанлы ит эҙләй, сифатһыҙ май һатып ала. Үҙегеҙ беләһегеҙ, сығымдарҙың төп өлөшөн ит алып тора.  Тимәк, эшҡыуар арзанлы ит эҙләргә мәжбүр була. Барлыҡ етешһеҙлектәрҙең нигеҙендә ошо ята.

Гөлниса өйгә ҡайтҡас, әхирәтенә башлыҡта булған һөйләшеү хаҡында түкмәй-сәсмәй  һөйләп бирҙе. Ул һөйләгән һайын Вераның йөҙө нығыраҡ боҙолдо,  аҙаҡ ул бер һорау ҙа бирмәй, байтаҡ ҡына шым ултырҙы.

– Һин беҙҙең эште уйғанһың икән! – тине ул  шым ғына. – Әллә һин был хаҡта башлыҡ  белмәй тип уйлайһыңмы? Белә, ул ғына түгел, был мутлашыуҙарҙа туранан-тура ҡатнаша, ә урынбаҫары барлыҡ ҡара эште башҡара. Улар хаҡлы, буйвол  ите беҙҙең үҙебеҙҙең башты ашап ҡуймағайы.

 

Бишенсе өлөшө

– Ә хәҙер миңә нимә эшләргә ҡала? –  тине Гөлниса. – Исмаһам, алдан киҫәтеп ҡуйыр инең.

– Эшҡыуарлыҡта беренсе көн шөғөлләнгән кеше һымаҡ һөйләп тораһың! – тип тоҡанып китте Вера. – Бер һум өсөн боғаҙыңды сәйнәргә торалар. Әллә һин бизнесты мәрхәмәтлек фонды,  тип уйлай инеңме. Юҡ шул, әгәр йомшаҡлыҡ күрһәтһәң, һинән тартып алалар, ҡаршылашһаң, юҡ итәләр.

Гөлниса башлыҡ менән осрашыу ваҡытында урынбаҫараның аҫтыртын йылмайыуын, уларҙың бер-береһенә ҡарашып алыуҙарын иҫкә төшөрҙө һәм ҡото осҡандай булды. Бындай шарттарҙа нисек йәшәмәк кәрәк, яуаплы етәкселәрҙең нәфсеһен нисек фашларға, уларҙы аҡылға ултыртыу юлы бармы? Гөлниса уларға ышанғайны һәм ихлас ярҙам итерҙәр,  тип көткәйне.

– Вера, ә мин уларға ышандым, эш өсөн борсолалар, тип уйланым.  Бәлки беҙ хаталанабыҙҙыр.

Вера тағы ла ҡыҙып китте:

– Һин һаман да алданған уҡыусы һымаҡ фекер йөрөтәһең. Эйе, бөгөн һин уларға кәрәк, сөнки оҙаҡламай һайлауҙар. Ҡалала йәшәүселәрҙең күбеһенең балалары ҡаҙна ҡарамағындағы мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында туҡлана.  Хәҙер беҙҙең балалар үҙҙәренсә эшләп өйрәнгән.  Әгәр төшкө аш тәмһеҙ булһа, улар ашап та тормаясаҡ, етмәһә, ҡайтып ата-әсәһенә ошаҡлаясаҡ. Ата-әсәһе был хаҡта иптәштәренә һөйләйәсәк, һайлау алды осрашыуҙарында иҫкә төшөрәсәк, юғарыға ялыуҙар ебәрәсәк.

Тәүге киҫәтеүҙе Гөлниса шул аҙнала уҡ алды. Вераға ярҙамым булһын, тип  кис һуң ғына супермаркетҡа сыҡҡайны. Үҙе лә аптыраны, битлек кейеүе лә ярҙам итмәне,  барыбер аңламаны, ҡайҙан танып ҡалғандарҙыр. Яп-яҡты йорт алдында бер ир тора, икенсеһе уның эргәһендә туҡтаны,  өсөнсөһө Гөлнисаны ҡултыҡлап алды ла:

– Тыпырсынма, ханым, шым ғына атла! – тип бойорҙо.

Гөлниса өндәшмәне, эйәреп барырға мәжбүр булды.  Ләкин, тегеләр уны баһалап еткермәне шикелле, ҡатын береһенә типте, икенсеһенең күҙҙәренә төрттө һәм:

– Ярҙам итегеҙ, ҡотҡарығыҙ!.. – тип ҡысҡырып өлгөрҙө.

Теге өсәү бындай ҡаршылыҡты көтмәгәйне, күрәһең, тиҙ арала юҡ булдылар. Уның ҡарауы әллә ҡайҙан телевизионщиктар килеп сыҡты, видеоға төшөрә башланы, ә бер ҡыҙыҡай, мәғәнәһеҙ һорауҙар бирергә тотондо.

– Һеҙ кем? Һеҙгә ни өсөн һөжүм иттеләр? Һеҙгә һуҡманылармы?

Шул ваҡыт Гөлнисаның телефоны шылтыраны:

– Ярай, был юлы иҫәп һинең файҙаға. Киҫәтеп ҡуябыҙ, киләһендә тибешеп тормаясаҡбыҙ. Әгәр телеңде тыя белмәһәң.

Оҙаҡламай полиция ла килеп етте,  был хаҡта ҡала, төбәк мәғлүмәт сығанаҡтарында  ла хәбәр итергә өлгөрҙөләр. Иң ҡыҙығы шул, Гөлнисаның хәлен белешеп, хатта башлыҡ үҙе шылтыратты.

Кисен Вера әхирәтен тағы ла киҫәтеп ҡуйҙы. Бында урам хулигандары эш иткән. Әгәр профессионалдар булһа,  эргәңә килеп, аяп тормаҫтар ине. Улар атып үлтерә, йә арҡаңа бысаҡ ҡаҙай ҙа, үтәлгән бурыс тойғоһо менән гонорарын алырға китә.

– Уларҙы тоторҙармы икән?..

– Кемгә кәрәк улар. Ҡалала бер нисә тиҫтә мең эшҡыуар иҫәпләнә, улар көнө-төнө аҡса һуға, уларҙы шым ғына кемдәр генә таламай. Кеше иҫәбенә йәшәргә теләүселәр электән булған һәм киләсәктә лә буласаҡ.

– Ә хәҙер миңә нимә эшләргә ҡала?

– Һиңә һаҡсы кәрәк, ул һине көнө-төнө һаҡларға бурыслы.

– Ярҙам итерме һуң?  – тип мөңгөрләне Гөлниса.

Вера менән кәңәшләшкәндән һуң Гөлниса бер нисә көнгә юғалып торорға булды. Мәҫәлән,  барлыҡ документтары әҙер, ниңә Денисты барып алмаҫҡа. Кейемдәрен, ҡайһы бер әйберҙәрен юллап, Гөлниса Таһир ҡалдырған бер бүлмәле фатирға китте. Уға беркетелгән һаҡсы ишек алдында ҡалды, ә ҡатын үҙенең әйберҙәрен барлай башланы.  Ғүмер буйы йыйылған кәрәк-яраҡтарҙы, шәхси әйберҙәрен тиҙ генә барлап буламы, байтаҡ мәшәҡәтләнергә тура килде.

Шул ваҡыт ишек төбөндәге һаҡсы өндәште:

– Гөлниса Мөхтәровна,  бында һеҙҙе һорайҙар.

Ул ишек эргәһенә сыҡһа, таныш түгел ир  баҫып тора. Үҙе еңелсә һаҡаллы, ыҫпай кейенгән, йылмайып ҡына һөйләшә:

–  Ғәфү итегеҙ, һеҙ мине таныйһығыҙмы? – тип һораны.

–  Беренсе тапҡыр күрәм.

– Шулай тип әйтерһегеҙ тинем дә. Танышайыҡ, мин Рифҡәт булам. Һеҙ миңә биш йөҙ һум тоттороп ебәргәйнегеҙ.

– Шуны кире ҡайтарырға булдығыҙмы?

– Юҡ, аҡсам картала  ғына. Ә юморығыҙҙы ҡабул итәм. Ни өсөн килдем, тиһегеҙме.

– Танышырға теләйһегеҙҙер? – тип көлдө Гөлниса. – Хәҙер мине күптәр белә.

– Эйе, телевизорҙан күрҙем мин, интернетта ла яҙҙылар. Һеҙ ошонан сығарып ебәргәс, өйгә ҡайттым. Әйткәндәй, мин яңғыҙ йәшәйем. Иртән ҡараһам, кеҫәмдә бынауы тәтәй ята, – тип кеҫәһенен Гөлниса эшҡыуарлыҡта өлгәшкән, тәүге еңеүе өсөн яулаған алтын кубокты сығарып тотторҙо.

Бәләкәй генә кубок, усҡа ғына һыймалы, ошоно алтын тинеләр бит әле. Тәүге еңеү, беренсе баһа, ул Гөлниса өсөн  бигерәк тә ҡәҙерле. Рәхмәт әйтеп алды ҡатын, ә ирҙең күҙҙәре һаман да өмөтлө яна. Урамда икмәк һынығына өмөт итеп торған эт һымаҡ. Аяҡ өҫтө генә аралаштылар, телефондарын алыштылар. Икеһе лә һиҙҙе, уларға һөйләшеү оҡшай ине. Гөлниса йылмайып ир менән һөйләшә, үҙе уны тыңламай, уның ҡарауы, эстән генә уйлай. «Эх, ошо ир мине һаҡлаһа ине, бер йылмайһа, донъя йылынған, хатта  яҡтырған һымаҡ».

– Ишек төбөндә кем тора? – тип ҡыҙыҡһынды Рифҡәт.

– Һаҡсы беркеткәйнеләр! – тине Гөлниса ризаһыҙ ғына.

– Һаҡсы! Тәү күреүҙә үк һиҙгәйнем.

– Нимә һиҙгәйнегеҙ?

– Ябай ҡатын түгел икәнлегегеҙҙе. Мин  дә һеҙҙе һаҡлауҙан баш тартмаҫ инем.

– Тағы ниндәй һөнәрегеҙ, тәҡдимдәрегеҙ һәм өҫтөнлөктәрегеҙ бар?

– О, минең һөнәрҙәр... Һеҙҙе һаҡлай алам, өҫтөгөҙгә саң да ҡунмаясаҡ. Аш-һыуға оҫтамын. Иртән түшәгегеҙгә һеҙ яратҡан ҡәһүәне тәҡдим итә алам. Көн һайын.

– Ысынлапмы? Көн һайынмы?..

– Эйе, тик быны иҫбатлар өсөн миңә ваҡыт бирегеҙ.

– Һеҙ үҙегеҙҙе минең һаҡсым тип иҫәпләй алаһығыҙ.

 

Алтынсы өлөшө

Икенсе көнөнә таң менән Гөлниса менән Рифҡәт Вераның автомобилен һорап алдылар һәм Денисты алырға киттеләр. Юл буйы һөйләшеп барғас, ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәне.
– Мин һеҙҙе аңламайым. – тине Рифҡәт. – Танышыуыбыҙға бер нисә көн, һеҙ мине оҙон юлға алып сығып киттегеҙ. Быны нисек аңларға?
– Әгәр Таһир Ғаффарович әмеренә ярашлы, мине бер бүлмәле фатирға күсереүегеҙҙе иҫәпкә алһаҡ, беҙҙең танышыуға байтаҡ була, – тине Гөлниса. – Икенсенән, һеҙгә ышанырға мөмкин, сөнки һеҙ ҙә, мин дә яңғыҙ. Бер-беребеҙҙе аңларбыҙ, тип уйлайым. Һин бик ышаныслы кешегә оҡшағанһың. 
Денисты балалар йортонан алыу өсөн байтаҡ йүгерергә тура килде. Шулай ҙа йырып сыҡтылар. 
Малай үҙенең ғүмер буйы тип әйтерлек йәшәгән йортонан ҡотолоуына шат ине. Уны оҙатырға бындағы хеҙмәткәрҙәр ҙә, балалар ҙа сыҡты. Күренеп тора, күпселек балалар Денистың бәхетенә көнләшеп ҡараны.
Бер ҡыҙыҡай Гөлнисаның эргәһенә килеп уға мөлдөрәп ҡараны ла:
– Апай, һеҙгә бер ҡыҙыҡай кәрәкмәйме?.. – тип һораны.
Гөлниса нимә тип әйтергә лә белмәне, ярҙам эҙләгәндәй Денисҡа ҡараны. Малай барыһы ла ишетелерлек итеп:
– Руфина, борсолма, мин һиңә хат яҙырмын! – тине. 
Балалар йортоноң директоры күҙ йәштәрен һөрттө:
– Беҙ һиңә бәхет теләйбеҙ, Денис. Үҙеңде бындағы һымаҡ тәртипле һәм лайыҡлы тот.
Ҡеүәтле джип ҡуҙғалып китте, бер нисә малай уның артынан йүгерҙе.
– Ҡара, Денис, иптәштәрең һинең менән хушлаша! – тине Гөлниса.
Денис өндәшмәне, боролоп та торманы. 
– Әллә күргең килмәйме? – тине Рифҡәт.
Малай ҡыҙыҡһынып ят автомобилдең эсен ҡараны һәм быларҙы ишетмәмеш булды. Кем белә, бәлки ул  етемлектән, бер төрлө тормоштан туйғандыр.
Денисты алып ҡайтыу менән генә эш бөтмәне. Уны мәктәпкә урынлаштырырға, иҫәпкә ҡуйырға кәрәк ине. Әлбиттә, малайға ят мөхиткә яраҡлашыу еңел булманы. Мәктәптә тәртип яғы ла ыңғай ғына түгел  икән. Малайҙан тәүге көндә үк аҡса һорап, янап йонсоттолар. Был мәсьәләне Рифҡәткә  йөкмәтергә тура килде. Уның малайҙы бер нисә тапҡыр мәктәпкә алып килеүе, уҡыуҙан һуң өйөнә алып ҡайтыуы  бар мәшәҡәттәрҙе хәл итте. 
Дөйөм туҡланыу комбинаты эргәһендә барған мөлкәт бүлешеүгә бәйле, ҡала хакимиәте, элекке структураны ҡалдырыу кәрәкле тип тапты. Оҙаҡламай суд ултырышы үтәсәге лә Таһир Сабитовты уйланырға мәжбүр итте, күрәһең.
Сөнки һуңғы конкурс ваҡытында ул көс-хәл менән өҫтөнлөккә өлгәште һәм байтаҡ ҡына юғалтыуҙар кисерҙе.
Гөлнисаның телефоны шылтыраны. Көтмәгәйне, Таһир шылтырата икән. Тыныс ҡына һөйләштеләр, әйтерһең дә, улар араһында оҙайлы низағ булмаған, Таһир Гөлнисаны өйөнән ҡыуып сығармаған. 
– Бына, һиңә шылтыратырға кәңәш иттеләр! – тине Таһир. – Бәлки беҙгә осрашып, һөйләшеп алырға кәрәктер.
Йәнәһе ул шылтыратмаған, уға кәңәш иткәндәр, Гөлниса быға иғтибар итеп торманы, ҡаты һөйләште:
– Ә һинең өсөн миңә шылтыратыуҙан башҡа юлың бармы? – тине Гөлниса.  – Әллә минең суд башҡарыусылары менән килгәнемде көтәһеңме? 
Таһир байтаҡ ҡына өндәшмәй торҙо: 
– Әле суд булмаған, ҡарар юҡ. Шулай булғас, ҡабаланмайыҡ! – тине ул көс-хәл менән. 
– Ә ниңә шылтыратаһың? – тине Гөлниса. 
– Мөмкин булһа, беҙгә осрашырға кәрәк ине. 
– Ниһайәт, һинән бер аҡыллы тәҡдим ишетелде. Алдан уҡ әйтеп ҡуям, миңә был осрашыу кәрәкмәй.
– Ә кемгә кәрәк?
– Һиңә кәрәк. Сөнки, мин еңеремә саҡ ҡына ла шикләнмәйем. Улай ғына ла түгел, был тармаҡта тәртип урынлаштырыуыма ышанам. 
Кисен Вера менән ошо осрашыу хаҡында кәңәшләшкәндә, уның судтан алда һөйләшеүҙәр ойоштороуға ҡаршы икәнлеге асыҡланды.
– Белеп булмай, Гөлниса, һинең артығын һөйләп, эштәрҙе ҡатмарлаштырыуың бар. Мәҫәлән, мин Денисты атаһына суд ваҡытында күрһәтеү яҡлымын.
– Кәрәкмәй! – тип ҡул һелтәне Гөлниса. – Денис уйынсыҡ түгел, суд  та уйын эш түгел. 
Иртәгәһен Гөлниса Денисты һәм Рифҡәтте эйәртеп предприятиеның офисына килеп керҙе. Уларҙы көткәндәре күренеп тора. 
– Рәхим итегеҙ, – тип ишек алдында уҡ ҡаршы алды уларҙы Таһир Сабитов. 
Эшлекле осрашыуҙар бүлмәһенә үтер алдынан Денисты ишек алдында ҡалдырҙылар. Бер яҡтан Рифҡәт менән Гөлниса урын алды, ә икенсе яҡҡа Таһир ултырҙы.
Таһир бер нәмә лә һиҙмәй, кәйефе бик күтәренке, хатта шатлығы менән уртаҡлашырға йыйынған һымаҡ тойола.
– Кәйефең һәйбәт күренә, Таһир. Бәлки ҡотларға кәрәктер, – тине Гөлниса. – Шатлығың эсеңә һыймағандай. 
– Эйе, шатлығым бар! – тине Таһир. – Һеҙ ишетмәгәнһегеҙҙер,  минең ҡыҙым тыуҙы. Күптән көтөлгән шатлығым.
– Ҡотлайбыҙ! – тине Гөлниса. – Ә хәҙер мин һинең шатлығыңды юҡҡа сығарырға мәжбүрмен. Бергә йәшәгәндә, һиңә тәҡдим итеп ҡараһам да, һин баш тартҡайның, ләкин был ҡағыҙҙар әле лә әһәмиәтен юғалтмаған. Әйткәндәй, һин электән үҙеңдең һаулығыңа битараф булдың, – тип документтарҙы Таһирға тотторҙо. 
Таһир бик оҙаҡ уҡыны, ҡайһы бер урындары менән ҡат-ҡат танышты:
– Мин быларға ышанырға тейешме? – тип Гөлнисаға ҡараны.
– Үҙең ҡара, мин мәжбүр итмәйем. Мин шуныһын ғына беләм, һин һуңғы йылдарҙа атай булыу мөмкинлегенән мәхрүм инең. Был минең эшем түгел, мин һинең элекке ҡатының, беҙ бергә дауаханала булдыҡ, бергә тикшереү үттек. Һығымтаны һиңә ҡаршы, ә миңә ыңғай сығарҙылар. 
– Һин үҙеңде, мин әсәй була алам, тип әйтергә теләйһеңме? 
– Эйе, быныһы минең эш, – тип Гөлниса Рифҡәткә ҡарап ҡуйҙы. 
– Миңә ҡарата ниндәй талаптарың бар? – тип һораны Таһир. 
Гөлниса үҙенең хоҡуҡтарын белә. Айырыуса милек мәсьәләләренә ҡағылғанда. 
– Мин барлыҡ мәсьәләләрҙе судһыҙ ғына, хоҡуҡи киңлектә хәл итеү яҡлымын, – тине Гөлниса. 
Таһир оҙаҡ ҡына уйланы, сығып килде, телефон аша урынбаҫары менән кәңәшләште. Тағы ла сыҡты, был  юлы кергәндә бик тулҡынланған ине. Өндәшмәй бер аҙ ултырғандан һуң:
– Ишек алдында торған егет һеҙҙең менән килдеме? – тип һораны. – Мин уны ҡайҙалыр күргән һымаҡ булам.
Гөлниса түҙмәне, көлөп ебәрҙе.
– Ә мин һине танырһың, тип уйлағайным. Ентекләп ҡара, кемгә оҡшаған? 
Рифҡәт сығып, Денисты алып керҙе. 
– Бына, Денис, таныш бул, һинең атайың, Сабитов Таһир Ғаффар улы. 
Таһир урынынан һикереп торҙо, нимә эшләргә белмәй Гөлнисаға ҡараны, улы эргәһенә килде. Малайҙың күҙҙәрендә ул  үҙен күрҙе. Бер һүҙ өндәшмәй, оҙаҡ ҡына шаңҡып ултырғандан һуң, телефонын алып кемгәлер шылтыратты:
– Гөлниса Мөхтәровнаның йортонда йәшәгән кешеләрҙе ипләп кенә, тыныс ҡына бер бүлмәле фатирға күсерегеҙ.
– Беҙ бында йорт юллап килмәнек, – тине Гөлниса. – Беҙҙең торор урыныбыҙ бар. Өләсәйем әйтмешләй, табылмаған табыш күп булыр. 
          Таһир, гүйә, уны ишетмәй ине. Ҡабалана-ҡабалана мөлкәтте элекке хужаһына ҡайтарып биреү хаҡында күрһәтмәләр бирҙе.

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: