+22 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Июнь , 20:00

Ямырҙа тау

Ике тауҙың береһенән икенсеһен күҙәтеү ҡыйын түгел. Ана бире­һенән ел иҫте, тәүҙә еләҫ кенә, тау түбәнендә йөрөгән йән эйәләренә рәхәт яһап башланған ел тора-ба­ра көсәйҙе, үлән баштарын ныҡ ҡы­на һеперҙе, былай ҙа ҡыбыр-ҡыбыр торған уҫаҡ япраҡтарын шабыр-шобор килтерҙе, шунан һис ҡуҙ­ғалыу белмәҫ кеүек тойолған имәндәрҙең ус яҫылығындай ботаҡ биттәрен бер-береһенә шап та шоп һуҡтырҙы, ул ғына ла аҙ, ана теге көндө мышы яҫы ирендәре менән тартып өҙә алмаған ботаҡты тауыш­һыҙ тигәндәй һындырып осорҙо. Дауыл ҡупты.

Ямырҙа тау
Ямырҙа тау
Күрше тауҙың ҡаршы яғында иҫер-иҫмәҫ тойолған ел ҡыҙыу ҡояш тарафынан эҫеһен килтерҙе. Был яҡ башҡорттары уны «ҡыуан ел» ти. Ҡыуан ҡуптымы, игелеккә түгел. Был юлы ла шулай булды. Тау үркәстәре аша ҡапма-ҡаршы һыҙғырып осҡан елдәр уйһыулыҡта осрашты ла, яу яланында күкрәккә күкрәк бәре­лешкән ике ғәскәр һымаҡ ҡаҡлығып, күккә сорғолдо. Ә өҫтә, бик-бик бейектә, ҡыҙыл эшләпә һымаҡ ҡояш быларға ҡарап көлдө. Һай, эш­кинмәгәндәр, тинеме, әллә шуҡ­лыҡтары өсөн бүтәнсә әрләнеме, һәр хәлдә ике елдең ҡуш ҡолағынан тотоп күтәргәйне, тәүҙә шыйыҡ ҡына, шунан ағара һәм ҡуйыра барған болот хасил булды. Оҙаҡламай ҡолаҡтар юҡҡа сыҡты, шуның ҡарауы башҡорт бисәләре кейгән малахай һымаҡ бер нәмә әүәләнде, ян-яғында кеш, көҙән, шәшке кеүектәрҙең тиреһенә оҡша­ған ялбырҙары ла пәйҙә булды. Ошо рәүешле болот бая көлөп торған ҡояш тарафына күккә олғашты һәм ҡыҙыу алтын нур сәсеүсенең үҙен дә ҡаплап ҡуйҙы.
Элекке көн дә, кисә лә ҡыҙыуҙа талсығып килгән ике әҙәм балаһына рәхәт булып киткәйне лә бит. Әммә «ике рәхәт бергә килмәй, килһә лә, беҙгә теймәй» тигән һымаҡ, баяғы тауҙар һыҙатынан арыраҡ, беҙҙең тәңгәлдәге кеүек тағы ике ел ҡубы­шып, ҡуша сатрашланып, икеһенә күктә йәнә бер болот ҡуптарғайны. Һулдағы болот уңдағыһын күрҙе лә күркәләй ҡабарынды, һай, ҫиңмай, беләк буйындай ҡалҡмағанһың, ҡояшты ҡаплап маташаһың, тип күршеһенә ташланды һәм былар араһында сатыр-сотор ут атылды, шул ыңғайы бар донъяны һелкетеп күк күкрәне.
Дөбөр-шатыр итеүгә инәһен йөкмәп килгән ир һөрлөгөп китте. Ер һөрөп барып төшкән ыңғайы бик ҡаты итеп һүгенде. Уның йүнһеҙ һүҙенән оялып, ошонда ер ярылһа, инә кеше шунда төшөп китер ҙә, бүтән бындайҙы ишетеүҙән ҡотолор ине. Әммә булманы. Тағы күк күкрә­не, ер ярылманы. Улы тәгәрәгән ыңғайы инә кеше балаһының арҡа­һына ҡапланып барып төштө һәм: «Ай, Туры, Туры!» – тип һамаҡланы. Туры күреп торҙо быларҙы. Әммә ул бик алыҫта, бейектә, ҡояш тарафында ине. Әле тәкмәсләшеп киткән икәү һымаҡ бүтән кешеләр ҙә күп ине ерҙә, бөтөнөһө лә уны Туры ла Туры тип саҡырҙы. Ҡайһыныһына ғына иғтибар итеп өлгөрһөн. Хоҙай булһа ла, барыбер кеше ҡиәфәтендә бит.
Ике болоттоң сәкәләшеүе ут ме­нән күкрәү генә түгел, һыу ҙа тыу­ҙырҙы һәм тауҙар араһында ятҡан уйһыулыҡҡа эре-эре тамсылы ямғыр ҡойорға тотондо. Йығылған ыңғайы бите тупраҡты һөрөп ҡолаған ярым яланғас ир ҡымшанмай ҙа ятты. Ҡуҙғалыр ҙа ине, өҫтөндәге әсәһе ҡыбырлап китер ҙә үҙенең арҡаһына ла һалҡын ямғыр тамсылары тамыр, тип уйланы. Инә кеше, балаһын һыуыҡ ямғырҙан ҡурсалап, ҡыбыр­ламаны. Ошо рәүешле арыу ғына ятҡас, ир кеше өҫтөндәге кәүҙәне ҡыйшайтыбыраҡ этте. Тәүҙә ипләп кенә, шунан көсәнеберәк. Инә яй­лап ҡына ергә әйләнеп төштө. Сә­кәләшкән теге ике болоттан ҡалған һуңғы тамсылар әсәнең битенә, улының арҡаһына сап-соп төштө һәм күктән Туры менән Ҡояш ҡара­ны. Ир кеше тороп тубыҡланды ла инәһенең битенә текәлде. Тегенеһе күҙен асты.
– Йәшен атҡан икән, тиһәм һине, ҡороғор, – тине ул әсәһенең күҙ бәбәктәре ҡыбырлаған ыңғайға.
– Юҡ, йәшен теймәне миңә, ҡоромағырым. Турым үҙе һаҡланы, – тине әсәй.
Быны ишеткән Ҡояш оҙон нәҙек бармаҡтары менән түбәндәге Туры­ның сәсен болартты. Йәнәһе, ишетәһеңме, һине һөйләйҙәр.
– Ишеттем дә ул, тик унда минең ҡыҫылышым юҡ. Бөтөнөһөнә лә ҡайһылайтып өлгөрәйем. Ана, ер ҡыуышына инеп ҡасҡан йомрандың эше был. Шуның ояһы ауыҙына аяғы төшөп һөрлөктө ир булып йөрөгәне, – тип аҡланды Туры.
– Хәҙер ни эшләтәһең инде быларҙы?
– Әллә. Мин дә уйламағанмын, үҙҙәре лә белмәй шикелле.
– Улар белмәһә, теге белә, – Ҡояш ҡулы менән Турының башын икенсе тарафҡа бороп ишараланы. Унда тирмә эсендә бер һылыу ҡатын һандыҡ ҡутара ине. Тәүҙә өҫтә ятҡан түшелдеректе алып таҡты, шунан тәңкә менән көпләнгән башлыҡты алып кейҙе, терһәгенә еткерә яҙғансы теҙеп, беләҙектәрҙең ҡоршауҙарын ҡаптырҙы, муйынына әллә күпме сылбыр элде. Һандыҡтың иң төбөндә сыңарсай бармаҡтың бите яҫылығындай дүңгәләктәрҙән теҙелгән сылбырлы ҡул усынан да яҫыраҡ түңәрәк алтын килеп сыҡты. Быныһының тап уртаһында Ҡояш кеүек түңәрәк, әммә ялбыр сәсле әҙәм рәүешле Туры төшөрөлгәйне. Күктәге Туры тирмәләге ҡатын ҡулында үҙенең һүрәтен күреп, ергә ырғымаҡ итте. Төшөп китә ине инде, Ҡояш тотоп өлгөрҙө.
– Ҡайҙа бараһың?
– Тартып алам үҙемде. Муйынына элде ниһә, бөтөн башҡорт иле бисәләре үҙҙәренә уны өлгө итәсәк.
– Итһә, насармы ни? Бик сибәр ҡатын бит.
– Үҙең Ҡояш булғас, бөтөн бән­дәгә лә йылылығым тигеҙ етә, тип уйлайһың инде? Мин бит Ҡояш тү­гел, гел янып тора алмайым. Шуға битемдең бер яғы алһыу, икенсеһе – көлһыу, – Туры үпкәләгәндәй итте.
– Мин дә бөтөнөһөн тигеҙләй алмайым шул. Ана ҡара әле, – Ҡояш баяғы тирмәнән ситтәрәк аҡҡан йылға буйында ултырған берәүгә ишараланы.
Быныһына ни булған?
Текә ярҙағы ҡатын ағымдан күҙен алмай көйләй ине: «Шәшкеләргә генә китеп ҡайта алманы...»
Был тиклем үҙәктәргә үтерлек ғазаплы моң бары өҙөлөп яратҡан кешеңде юғалтҡанда ғына тыуырға мөмкиндер. Кешеләрҙең ошолай өҙгөләнеүен Ҡояш та, Туры ла белә. Һис моңая белмәҫ, гелән көләс тойолған Ҡояштың битенә лә күлә­гә төштө, уның ҡайһы бер урындары ҡарайыбыраҡ, тапланыбыраҡ китте. Был хәл Турының үткер күҙҙәренә лә сағылмай ҡалманы.
– Һине лә тетрәндерәме йыр? – тип һораны.
– Ошо һылыуға ярҙамлашырға, күңелен йылытырға тырышам да бит, булдыра алмайым. Үлгәндәрҙе терелтә белмәйем шул. – Шунан Турыға уҫал итеп: – Һинең арҡаңда яңғыҙлыҡ кисерә ул! – тип тауышын күтәрҙе. – Ирен Ашҡаҙар буйындағы ҡомороҡ төбөнә шәшке ҡыуырға һин төшөрҙөң бит. Йәнәһе, мәрәкә итә. Ҡомороҡ аҫтына ҡасҡан биш шәшкене бер һелтәүҙә тота алырмы икән, тип һин уйын уйлап сығарҙың. Ә ул бахыр, аяғы тамырға сеймәлеп, һыуҙан сыға алманы.
– Шулай булырын белмәнем дә инде. – Туры аҡланып маташты. – Һалҡын һыуға төшһөн дә сыҡһын, уның ҡарауы шәшкеле була, тип уйлағайным.
– Уйлағайным, имеш, кешеләр һине Хоҙай тип белә. Ә һин уларҙың киләсәген ярты семтем дә алдан күрә белмәйһең.
– Ярар, нығыраҡ тырышырмын. Уларҙың киләсәген күрәм дә, ҡорам да мин...
Ул арала тауҙар уйпатындағы ике кеше юлын дауам итергә булды.
– Әйҙә, йөклән, – тине ир ерҙә ултырған әсәһенә.
– Әллә, тимен, улым, мин һиңә эйәреп кенә барайыммы икән? Берәү ҙә күрмәй, ҡайҙалығыбыҙҙы һис кем белмәй. Һиңә ҡыйын бит мине йөкмәп йөрөтөү. Минең аяҡтар эшкинә ул. Аҫылынып барыу ҡыйыныраҡ. Ҡороған ҡулым һис кенә үҙемде тота алмай.
– Һөйләмә юҡты, – тип орошто ир. – Кеше булмаһа, йомран күрә. Ана һалдат кеүек теҙелешеп баҫҡандар.
– Күрһә ни, йомран берәүгә лә әйтә алмай ҙа инде.
– Әйтеүҙең кәрәге лә юҡ. Туры Хоҙай кешенең генә түгел, һәр йән эйәһенең дә телен белә, тиҙәр. Хатта бөжәктекен дә. Кеше булмаһа, бүтәндәр барып әләкләйәсәк уға... Әйҙә, артмаҡлан.
Әсәй кешегә улының муйынынан һығып ҡосаҡлап арҡаһына йәбе­шеүҙән башҡа әмәл ҡалманы. Бала сағында сабыйы үҙен ошо рәүешле һығып ҡосаҡлап суп та суп үбә тор­ғайны. Хәҙер күтәреп йөрөтөү сираты улына етте. Ике көн буйы кеше артмаҡландырып килгәс, ауыр йөк­тән аяҡтары әймел-гөймөл булып китте. Ә улар барып етергә тейешле Ямырҙа тау күренмәй ҙә әле.
Быларҙы туҡтауһыҙ күҙәткән Ҡояш менән Туры һүҙ алышты. Моң-зарын йырға һалып түккән баяғы ҡатынды йәлләп күңеле йомшарған Ҡояш:
– Быларҙы ни эшләп яфалайһың? Инәһе балаһы янынан атлап ҡына барһасы, – тине инәлгәндәй итеп.
– Юҡ, – тип ҡырт киҫте Туры, – күтәреп барһын, ике түгел, өс, етмәһә, аҙна-ай барһындар. Тик йөкмәп илтһен. Әсәһе бит уны туғыҙ ай буйы йөрәге аҫтында, шунан нисәмә йыл ҡулында йөрөттө. Хәҙер бала­һының сираты, күтәрһен! Йөк­мәргә теләмәй икән, Ямырҙа тауға илтмә­һен. Әсәһенең ғүмере бөткән­се өйөндә ҡараһын. Ул бит арҡа­һында алып барырға ризалашты, әсәһен көнэлгәре үлтерергә итте. Шулай икән, күтәрһен. Әсәй кеше бәндәгә генә түгел, барса йән эйә­һенә лә ҡәҙерле. Ә кеше ана шуны онота.
– Онотторғас ни...
Туры Ҡояшҡа ялт боролоп ҡара­ны. Ҡыҙыл йөҙҙә мыҫҡыллау һыҙат­тары күренгән кеүек булды. Әммә баяғы таптары бөткән, ялт итеп тора Ҡояш.
– Уларҙың хәтерһеҙлегендә ми­нең эшем юҡ, – Туры үпкәләгәндәй итте. – Ир ҡорона еттеме...
– Ярар, ҡуй, – Ҡояш уны бүл­дерҙе. – Гел шуны сурытаһың, һиңә тиклем бөтөн донъя алама булған, йәнәһе.
...Уңарсы тирмәләге ҡатын биҙә­нә-төҙәнә башланы. Һандыҡты ҡу­тарғанда ҙур ғына көҙгө табып алды. Уны күргәс: «Ай, убырлы ҡарсыҡ, – тип әрләне ҡәйнәһен, – ниндәй көҙгөнө минән йәшереп тотҡан. Мин йөрөйөм ус аяһындай көҙгө менән этләнеп. Хәҙер, исмаһам, бө­төнөһө лә минеке буласаҡ. Улың үҙ арҡаһына һалып илтеп ҡуйыр һине Ямырҙаға. Ямырҙа тауынан берәү­ҙең дә кире ҡайтҡаны юҡ әле.
Ошоно ишеткән Ҡояш Турыға текәлде:
– Һин әсәне Ямырҙа тауына уның иркенән тыш ебәрҙеңме ни?
– Юҡ, иркенән тыш түгел. Улына кәләш әйттереп, килене менән йәшәй башлағас, ҡулы ҡорой башланы. Тәүҙә һулаҡай ҡулының баш бармағы ҡыбырламаҫ булды, шунан бүтәндәре. Хәҙер беләгенән аҫ яғы ҡуҙғалмай. Ямырҙаға китеү өсөн тәненең берәй ағзаһы зәғиф булыу шарт бит. Ҡулы ҡороғас, улы: «Ямырҙа тауға илтеп ҡуяйыммы әллә?»– тип һораны. «Илт һуң», – тине әсәһе. Шул һөйләшеүҙән һуң күтәреп китеп бара инде улы уны үлем түшәгенә. Шарт буйынса, өйөнән башлап Ямырҙа тауына еткәнсе балаһы әсәһен йөкмәп илтергә тейеш.
– Ямырҙаға барғас ни була инде?
– Ни булһын. Улы ҡайтып китә, әсәһе аслыҡтан, һыуһыҙлыҡтан үлә. Тегендә, өйөндә, ғәрип көйө кешеләрҙе яфалап, үҙе язаланып йәшәгәнсе, тау-таш араһында яңғыҙы үлгәне мең артыҡ.
– Әгәр ҙә тән ағзаһы кемдеңдер ғәйебенән ғәрипләнһә? Ғәрип кеше ғәйепленең язаһын да күтәрә түгелме һуң?
– Кем тураһында әйтәһең, Ҡояш?
– Анау китеп барған ҡыҙҙың әсәһе тураһында.
– Уның ҡулы ҡороғанға үҙенән башҡа берәү ҙә ғәйепле түгел.
– Ҡайҙан беләһең?
– Ҡулының ҡорой башлауы шы­рау инеүҙән китте. Бүләк тип уға килене ҡама тун килтергәйне. Шуны кейеп ҡарағанда беләгенә шырау инде. Башҡорттар тире тундарҙы йәйгеһен үҙҙәре ҙурлығындағы ҡурсаҡҡа кейҙереп, ҡарап, таҙартып көйә төшөүҙән һаҡлай. Был тундың ҡурсағы юнылмаған ағас булған. Шуның шырауы тунға йәбешеп ҡалған да килендең ҡәйнәһенә ингән. Кемде ғәйепләй беләһең бында?
– Ғәйепләмә, тик ҡара ғына, – Ҡояш йәнә ерҙәге тирмәгә ымланы.
Тирмәлә килен ҡәйнәһенә биргән ҡама тунды кейеп ҙур көҙгө алдында өйөрөлөп-сөйөрөлә ине.
– Килешә шул миңә был тун. Үҙемә үлсәп тектергәйнеләр бит уны. Убырлы ҡарсыҡҡа бирә буламмы? Хәҙер бөтөнөһө лә миңә ҡалды. Ер, мал, алтын, көмөш, тун һәм тыңлаусан ир... Ай, үҙем, үҙ генәм.
– Ишеттеңме, нимә ти? – Ҡояш, кискә ауышып барһа ла, ҡыҙып китеп Турыға өндәште. – Алдан мәкер ҡороп эшләгән бит был бисә ҡәйнәһенең ҡулын ҡоротоуҙы.
– Мәкер – ул уй, – тине Туры. Кешенең уйын мин белә алмайым. Миңә ул һәләт бирелмәгән.
– Рәхәт ҡотолдоң.
– Кешеләр күп, хатта бик күп. Ә мин бер үҙем. Уларҙың ни уйлағанын түгел, нимә эшләгәнен белеп өлгөрһәм дә хуш.
Ҡояш менән Туры уянмағайны әле. Төн йөҙөндә Ҡояш та, Хоҙай ҙа, кешеләр ҙә йоҡлай. Тик төн хужаһы менән шүрәле-мүрәлеләр, йылан-саян, аҫҡы донъя серем итмәй. Уларға осрап ҡуймаҫ өсөн, төндә йоҡлар кәрәк. Улы менән инәһе лә йоҡланы. Йоҡо йомшаҡ теләмәй тигәндәй, ҡайҙа барып еттеләр, шунда йығы­лып йоҡланылар. Ир кеше нимәгәлер ҡапыл һиҫкәнеп уянып китте. Әллә иртәнге һыуыҡҡа өшөнөмө икән. Бәлки. Яҡынына терәлеп ятҡанға ар­ҡаһына йылы ғына ине, әле өшөй. Бәй, әсәһе юҡ та баһа. Ир ырғып тороп ултырҙы. Ағарып таң атып ки­лә. Тирә-яҡта һиллек. Яҡын-тирәлә бер кем күренмәй.
– Әсәй! – тип һөрәнләп ебәр­ҙе ул.
Уның тауышына ерҙәге өңдөң иң ситендә ятҡан йомрандар ырғып сығып, ян-яҡты байҡаны. Ир кеше:
– Әсәй! – тип икенсегә ҡысҡырыуға кире өңдәренә инеп йәшенделәр. Һаҡсы йомран күрше­һенә шыбырланы:
– Тегенең әсәһе ҡайҙалыр киткән.
– Үҙ аяғы менәнме?
– Шулайҙыр. Шыуышҡаны тойолманы, ишетелер ине.
– Бар, Турыға әйт.
Ҡояштың беренсе ал нурҙары офоҡ ситендә күренеүе булды, Туры күҙен асты. Ҡараһа, ҡаршыһында йомран баҫып тора.
– Ни булды, ни эшләп килдең?
– Тегенең әсәһе ҡайҙалыр булған. Үҙ аяғы менән йөрөй.
– Ярар.
Туры ергә баҡты. Ир кеше әсәһен барып тапҡан.
– Ҡайҙа киттең һин, әсәй?
– Күрмәйһеңме ни, ярау итәм.
– Йоҡлаған урыныңда ярау итһәң булмаймы ни?
– Яныңдамы? Һин бит ир кеше. Ир кеше эргәһендә ярау итергә минең башым зәғифләнгән тип беләһеңме?
– Ай, әсәй! Ни эшләнең һин? Үҙ аяғың менән бер аҙым да баҫырға ярамай, тип күпме тылҡыным мин һиңә.
– Һуң Ҡояш ҡалҡмаған ине бит. Бөтөн ғаләм йоҡлай.
– Йоҡлай һиңә, йоҡламай. Йомрандан да һиҙгер йән юҡ. Улар бит Турының ошаҡсылары. Бөттө! Бөтө­нөһө лә селпәрәмә килде. – Ир ҡырт боролдо ла килгән яғына ҡарай китте.
Аяғүрә баҫҡан әсәй аптырап тороп ҡалды.
– Улым, мин ни эшләйем һуң? Ямырҙа тауына барайыммы?
Ишетмәне лә, боролманы ла улы. Әсәй кеше иҫәңгерәп торҙо-торҙо ла ҡайһылай баҫып торған шул килеш атлап китте. Ямырҙа тауы, бәлки, шул яҡталыр. Уның ҡайҙалығын ҡатын белмәй бит.
Ҡояш менән Туры көнө буйы әсәй менән улын күҙәтте. Ар­ҡаһындағы йөгөнән арынған ир еңел атланы, ҡараңғы төшкән мәлдә үҙ тирмә­һенең ишеген асып инде. Әсәй кеше лә ыңғай барҙы, әммә аҙымдары ҡыҫҡараҡ ине. Шуға төндө ниндәйҙер ағас төбөндә уҙғарҙы һәм иртәнге аҡ таңда алға китте. Ҡояш сирек буйы күтә­релгәндә, ҡаршы­һына ауыр ғына күнәк тотҡан бер ҡатын осраны. Аптырап ҡарап торған урта йәштәрҙе уҙған юлсыға күҙ һалды ла йыл­майҙы.
– Бына һауындан ҡайтып киләм. Һөт эскең киләме, инәй?
– Инәй тисе, мин һиңә апайҙыр, моғайын.
– Апай булғас, тағы ла яҡшы. Мә, һөт эс. Аҡ бит ул, аҡ донъяға ни етә?
Ҡатын күнәккә ишараланы. Юлсы сүгәләне лә ғүмер буйы өйрәнелгән ғәҙәтенсә ике ҡуллап күнәктең ауыҙына үрелде. Шул саҡта һулаҡай ҡулының сыңарсай бармағы бер-ике тапҡыр ҡуҙғалып ҡуйҙы.
– Ҡулың зәғифләнгән булған икән, ана үҙенә йән инә башланы. Һөт дауалай ул. Мин дә иремдән ҡалғас, үлермен тигәйнем. Һөт ҡотҡарҙы. Иртәле-кисле гөбөр­ләтеп һыйыр һауам, шуны ҡаймаҡ, май итәм, кешеләргә лә, кейек-януарға ла бирәм. Дуҫлашып бөттөм шулар менән. «Ашҡаҙар»ҙы йырлайым да тегеләр менән һөйләшәм... Ә һинең кемең бар? Ҡайҙа китеп бараһың?
Юлсы ҡатын яурынын ғына һикертте.
– Күҙ төбәп барыр урының булмағас, әйҙә бергә йәшәйек. Беҙҙән кеше артмай ул. Ана күрше ауылда бөгәсә иртәнсәк бер ир үлгән дә ҡуйған, имеш. Кисә ҡайтып йығылған, бөгөнгә үлек, ти. Бергә йәшәйек, йәме. Яңғыҙ тороуҙары бит бик яман.
– Ярар, – тине лә юлсы аҫтан өҫкә ҡараны. Күҙендә ҡояш сағылды, йылмайыу ғәләмәте күренде.
 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в