+22 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Июнь , 20:00

Инстинкт йәки Күктә йондоҙҙар болара…

Два основных инстинкта человека по Фрейду: инстинкт жизни и инстинкт смерти. Инстинкт жизни включает силы, побуждающие человека сохранить и продолжить жизнь, свой род. Общее название этих сил – Эрос.

Инстинкт йәки Күктә йондоҙҙар болара…
Инстинкт йәки Күктә йондоҙҙар болара…
Инстинкт смерти – группа сил проявления агрессии, жестокости, стремления к перекрещению жизни, уничтожению, смерти – Тонатос.
Главным, основным и сильнейшим З. Фрейд считал сексуальный инстинкт.
Мощная сила сексуальных инстинктов – Либидо.
Энергия либидо движет человеком и находит разрядку в сексе.
Эти инстинкты не осознаются, но управляют поведением индивида.
(Фәнни хеҙмәттәрҙән).
 
Ахыр заман етеп, көнө байығанда,
Күк ҡыйралып Ҡош юлы ла юҡ булғанда,
Һаҡалынан һелкеп тотоп Тәңренән мин
“Шулмы эшең, – тип һорармын, – был Йыһанда”.
(Ғүмәр Хәйәм. Рәми Ғарипов тәржемәһе).
 
– Ҡәҙерле радио тыңлаусылар, ватандаштар! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Һеҙҙе һөйөндөрөрлөк яңылыҡтарыбыҙ юҡ. Билдәһеҙ Х Планетаһы Ергә яҡынлашыуын дауам итә. Еребеҙҙе, ысынлап та, ҡотолғоһоҙ һәләкәт көтә. Ике аҙнанан саҡырылмаған ҡунаҡ атмосфераны йыртып үтә башлаясаҡ, тип фараз ҡыла белгестәр. Был ысынға тура киләме, юҡмы, көтәбеҙ. Йыһан киңлектәрендәге беҙ аңламаған сер-күренештәр йоғонтоһо арҡаһында ул траекторияһын үҙгәртергә лә мөмкин, ти скептиктар. Ҡәҙерле ерҙәштәр, был көндәрҙә бер-берегеҙгә бигерәк тә мәрхәмәтле булығыҙ. Ә хәҙер һаҡланыу саралары хаҡында...
Шакира иренеп кенә тағы радионы тоҡандырҙы. Розеткаға тығып. Тейешле нөктәләргә баҫҡанда ҡулдары ҡалтыранды. Көн дә ҡабатлана был теләр-теләмәҫ нөктәгә баҫыу, ҡулды итәккә һалып, башты эйеп диҡҡәт биреп тыңлау. Көн дә, сәғәт иртәнге туғыҙ тулһа, радио ебәрелә һәм ун минут яңылыҡтар тыңланыла. Теләк юҡ та, тик... бәлки, өмөтләндергес хәбәр булыр, тигән уй нөктәгә баҫтыра.
Ике аҙнанан... донъя бөтә. Эйе, ҡыҙыҡ яңғырай, Ер шары юҡҡа сығасаҡ. Ун дүрт көндән. Кискеһен телевизор тоҡандырасаҡ, унда мелодрамалар, концерт-тамашалар күрһәтелә. Илап китһендәр был донъянан, тип ҡуйыуҙарылыр.
Ҡәҙимге тимер сымдар аша килгән электр көсө күптән юҡҡа сыҡты, ҡояш яҡтылығынан килгән ҡеүәт менән генә, ул радио-телевидение, компьютерҙарҙы бер нисә сәғәткә тоҡандырып ҡына, оло донъялағы хәлдәрҙе белеп була. Ә ҡояш көндән-көн һүрелә бара, һүнә бара.
Ҙур йыһан есеменең ергә килеүе үҙен һиҙҙерә башланы. Эйе, Ер шары бөтә, тип кешелекте ҡурҡытыуҙар элек тә булған. 2012 йылдың 12 декабрендә ниндәйҙер бөткән Майя ҡәбиләһе фараздары буйынса, кешелек юҡҡа сығырға тейеш ине лә, йәшәй, юҡҡа сыҡмаған әле был донъя. Бына хәҙер, йөҙ йыл үткәс, Ивәл(evil) тип нарыҡланған билдәһеҙ Х Планетаһы Ер шарына яҡынлашты. Күккә ҡараһаң, иртән дә, төнөн дә һары төҫтәге томан, шөкәтһеҙ бер ғифриттың Ергә яҡынлашҡанын, ҙурайғандан ҙурая барғанын шәйләргә мөмкин ул. Радионан һөйләүҙәренсә, телевизорҙан күрһәтеүҙәренсә, Америка һәм Европа илдәрен һыу баҫа башлаған да инде. Йеллоустон супервулканы ҡуҙғалғайны, оло-оло ҡалаларҙы ҡалдырып, американдар именерәк илдәргә, ерҙәргә ынтыла. Беҙҙең илгә уларға инеү ҡәтғи тыйылған, һалҡын һуғыш закондары шулай ҡуша. Илебеҙ сигендә, индереү пункт­тарында өйөр-өйөр кешеләрҙең йыйылыуы, йәшәр урын биреүҙе, мәрхәмәтлек күрһәтеүҙе талап итеп үткән митингтар яңылыҡтарҙа күренгеләп ҡала. Ундағы халыҡтың, ояһы туҙҙырылған ҡырмыҫҡа иләүе ише, ғауғаланыуҙарын, аңламаҫлыҡ хаосҡа инеүҙәрен күреүе Уралда тыныс ҡына йәшәп ятҡан әҙәмдәргә ышанмаҫлыҡ, фантастик фильмды хәтерләтте тәүҙә. Йыраҡта, беҙгә ҡағылмаҫ был мәхшәр, тигән уй тыуҙырҙы башта, теге һары болот яҡынлашып, айҙы, күктәге йондоҙҙарҙы оло түңәрәктең яртыһы булып ҡаплай башлағас, йәндең тыныслығы юғалды. Улар ҙа Оло Ер шарында йәшәй икән дә, уларға ла ҡағылырға мөмкин икән дәһә был мәхшәр.
Шакира Ер шары бөтөрөн ике йыл элек үк төҫмөрләгәйне. Был турала хәбәр ун йыл элек ныҡлы ҡуйыртыла килһә лә, ярты кешелек ышанманы. Унан бигерәк, фәнни яҡтан иҫбатлай алмай интектеләр, йәнәһе лә, Ивәл(evil) тигән билдәһеҙ күк есеме ҡапыл килеп сыҡҡан. Тағы шуныһы: баҡһаң, ул саҡырылмаған ҡунаҡ сифатында 3600 йыл һайын Ергә әйләнеп ҡайтып тора икән. Был турала мәғлүмәт боронғо таш яҙмаларҙа һаҡланып ҡалған... Ул саҡта ла цивилизациялар ҡыйралып саң-таш аҫтында ҡалдымы икән, әллә Ер эргәһенән сәләм генә биреп үткәнме был гонаһ шомлоғо – ул хаҡта аныҡ факттар юҡ.
Хәҙер айырым сығанаҡтар сер итеп кенә башҡаны еткерә: эре, үҫешкән илдәрҙең етәкселеге тиҫтә йылдар уҡ ныҡлы белгән, шуға бар ҡеүәтен кешелекте йә үҙ иле кешеләрен һаҡлар урынға, йәмғиәттең айырым “ҡаймаҡлы” ҡатламына һаҡланыу бункерҙары, ҡалалары, йыһан караптары, осоу станциялары төҙөүгә йүнәлткән икән. Һуңғы йылдарҙа һалымдарҙың ҡырҡа артыуы шул хаҡта һөйләй шикелле. Элек һис кенә лә һалым һалынмаған ҡорт балына уның 50 процентҡа етеүе, йәғни тапҡан табышыңдың тап яртыһын дәүләттең тартып алыуын, эй, ауыр ҡабул иткәйне халыҡ. Шау-шыу ҙа ҡуптарып маташты, космонавтарға кәрәк тигәс, килештеләр. Эйе, шул осорҙа ғүмерҙә булмағанса космонавтикаға артыҡ иғтибар биреп ташлағайнылар шул. Ай һайын тигәндәй, йыһанға остолар, Айға, Марсҡа экспедициялар йышайҙы.
Ә Шакира шунда уҡ һиҙенде, һәм ул ғынамы: меңәр йылдар һаҡлана торған солоҡ балын юҡҡа йыймайҙа-ар. Тәбиғәттә лә үҙгәрештәр ҡапыл башланды. Илдең уңдырышлы һаналған көньяҡ өлөшөндә йәй урталарында ҡар яуып йонсотто, был яҡта, Уралда, ҡыш селләһе урынына ҡар иреп, донъяны һыу баҫты, ә һуңынан иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә бер тамсы ямғыр төшмәне. Тәбиғәт үҙ асылын юғалтты, ҡапыл ҡартайҙы, үлерен тойомланылыр.
Шакира алдан һиҙенде, эйе. Тәүҙә һыйыры ике башлы быҙау һалғас, бөтөнләй быуынһыҙ ҡалды. Был хәшәрәттән тиҙерәк ҡотолайым, тип һыйыры ялап торған имәнес йән эйәһен һарай артына һөйрәп сығарҙы. Үкереп-үкереп өҫтөнә менеп килгән һыйырын һәнәк һабы менән ҡыуып көскә-көскә һарайына бикләне лә, артҡа сығып, ике башлы быҙауға һәнәк менән сәнсте. Бөтһөн ошоноң менән бар ҡазалар, Хоҙайым ошо имәнес зат менән бергә еремә, илемә килгән яуҙарын да, дауҙарын да бергә алып кит, тип уҡынды ла шундағы тиреҫ менән күмеп тә ҡуйҙы. Тик Сыбарҡайының тамаҡ ярып үкереүе туҡтаманы, улай ғына түгел, уға ауылдағы башҡа мал-тыуар ҡушылды, баҡырыу, аҡырыу, үкереүҙән бар тирә-йүн шомға күмелде, уларҙың трагик симфонияһын эт өрөүе, аҙаҡ олоуы дауам итте. Мәхшәр ҡупты ауылда. Ана шул саҡ бауырына ауыр таш ятты Шакираның. Ә иртәгәһенә һалым агенты Николай ярҙамсыһы Митхун менән килеп тә етте.
– Ошо көндәрҙә һыйырың быҙауларға тейеш ине, теркәргә кәрәк, – тине агент.
– Үлеп тыуҙы ул, күмдек, – тине Шакира бер ни булмағандай.
– Һәр һыйыр, һәр ир – ил байлығы, һин быны беләһең, шуға миңә хәбәр итергә тейеш инең, күрһәт, – тип бойорҙо.
Ысынлап та, һуңғы ун йылда, илдә иҡтисадтың ҡапыл аҫҡа тәгәрәүе арҡаһында, ауылда һәр баш мал һәм һәр баш... ир иҫәптә ине.
Бынан ун йыл элек илдә һалым органдарында реформа үткәрелеп, ойошма шул тиклем киңәйтелде, һәр ауылға тиерлек агент һәм уның ярҙамсыһы булдырылды. Унда илгә тоғро һәм намыҫлы кешеләрҙе генә алабыҙ, тип иң ҡанһыҙ һәм тәкәббер кешеләрҙе һынап, ете тапҡыр үлсәп кенә алдылар. Николай ана шундайҙарҙан ине. Намыҫлы һәм планды арттырып эшләгәне өсөн дәүләттең аҡ һөйәклеләр исемлегенә инде. Тик барыбер ҙә үргә алманылар, ауыл һәм зона халҡын зар илатып бында эшләүен белде. Ярҙамсыһы Митхун ипле егет тә, бында нисек килеп ингәндер, билдәһеҙ, әммә баһадир кәүҙәһе таң ҡалдырыр, шуныһы менән оҡшағандыр баяғы ете ҡат үлсәүселәргә. Николай нимә ҡуша, шуны ғына үтәүсе ул, кешегә ауыр һүҙ әйтмәҫ, тик хужаһы шуны эшләйбеҙ тиһә, зар илаған кешеләргә лә иғтибар итмәй, күҙен йәшереп тигәндәй, закон шулай ҡуша, тигән булып, үҙ бурысын атҡара. Халыҡ ер тырнап иламаймы икән. Икеһе лә ҡанһыҙ, йәнһеҙ әҙәмдәр шулай.
Ә биш йыл элек иң күтәрмәҫ тағы бер һалым һалынды. Ир, йәғни ғаилә башлығы һәм 18 йәше тулған ир балалар барыһы ла иҫәпкә алынды, әгәр уларҙың береһе аҫылынып йә башҡа юл менән үҙенә ҡул һалһа, йә эскелек, йә наркомания арҡаһында үлеп китһә, ғаиләнән һыйыр тартып алына. Эйе, һыйыр төп байлыҡ хәҙер, ул йәшәү сығанағы ла. Унан бигерәк, илгә ирҙәр кәрәк ине. Айырым төҙөлөштәргә, мөһим эштәргә, һәр саҡ һуғыш сығыу ҡурҡынысы янап торғанда, теләгән ваҡытта еткән ирҙе алып китергә мөмкиндәр ине. Шундай ҡурҡытыу һалымы менән ир-заттың ғүмерен һаҡларға ынтылды ил етәкселеге.
Тәүҙә уға ул тиклем әһәмиәт бирмәй маташты ғаиләләр. Элеккесә эстеләр, бауға ла тотондолар. Агент Николай етәкселегендәге төркөм тартҡылашып, ҡатындарҙы, балаларҙы ҡан илатып һыйырҙы алып китә торҙо. Барыбер эскелек тә туҡтаманы, ғүмер ҙә ҡәҙерһеҙ була килде. Тик ике йыл элек теге урамда йәшәүсе бер урмансы бисәһен көнләшеп үҙенә ҡул һалғас, өс балаһы менән ҡалған ҡатыны һыйырҙан да яҙғас, барыһы ла аслыҡтан шешенешеп үлгәс, зона халҡы айнып киткәндәй булды. Илдә сәпсек үлмәй тиһәләр ҙә, хәҙер башҡаға бүлешер аҙыҡ та юҡ кешелә. Элекке кеүек сәскән үҫмәй, урмандан емеш-еләк, ҡош-ҡорт килмәй. Булғанын да ҡара көнгә һаҡлай әҙәм. Булһа, май, ҡорот, ҡаҡ итеп. Шуға аҡтыҡ һыйырын күҙ ҡараһылай һаҡлай. Икәүҙе тотор ине лә, ашатырға бесән, башҡаһы ла юҡ. Кешелек үҙе лә үлемгә китеп бара, буғай.
Күрһәтте ике башлы быҙауын Шакира. Николай тәүҙә ух та ух килеп ҡараны, шунан һәнәк сәнселгән урынын күргәс, тынып ҡалды.
– Илгә ҡаршы һәнәк күтәреүсе булған түгелме? – тип ҡатындың күҙенә ҡараны.
Уныһы бер ни аңламаған булып:
– Кем күтәргән? – тип һораны.
– Бына эҙе бар. Һәнәк эҙе. Кемдер үлтергән быны.
– Иҫәрме һин әллә, Николай? Бынау заманда кем малға ҡул күтәрһен, икмәккә төкөрөүгә тиң дәһә ул.
– Ҡайҙан килеп сыҡҡан һәнәк эҙе?
– Шул ике башлы имәнес нәмәне ҡул менән тейеп буламы ни, һарай артына һәнәк менән шылдырғайным, яңылыш сәнселгәндер.
Уға оҙаҡ ҡарап торҙо Николай. Шунан, барыбер теркәргә кәрәк, тип планшетын сығарҙы. Һыйырҙың ҡарынында үлгәнме, әллә тыуғас хәрәкәт булғанмы, һыйыр үҙе тапҡанмы, тартып сығарғанда зыян килмәгәнме... – барыһын да төпсөнөп яҙып алды. Һыйыр үҙе тыуҙырған, быҙау ун минут йәшәгән дә башын, дөрөҫөрәге, баштарын, күтәрә алмай үлгән – шул һүҙенән китмәне хужабикә. Һалымсының ярҙамсыһы Митхун, мыҡты кәүҙәле, алсаҡ йөҙлө егет, имәнес быҙауҙы тегеләй-былай әйләндереп тә, тотҡолап та ҡарағас, үҙе үлгәнгә оҡшаған, апай алдашмай, тип башын күтәрмәй генә мығырҙағас:
– Ярай, улайһа, һәнәк эҙен теркәмәйем, – тине, шулай ҙа мут ҡына йылмайҙы етәксеһе.
 
***
Төрлө хәбәрҙәр таралып, бар халыҡ донъя бөтөүенә әҙерләнһә лә, күңелендә өмөт йәшәтте Шакира. Күк тәңреләренә ышанды, улар кешелекте һәләкәткә бирмәҫ, тип юраны. Ысынлап ышанды. Бар күңеле менән. Бар булмышы менән. Киләсәккә булған өмөтөн йөрәк түрендә йөрөттө. Шул өмөт уға һәр саҡ йылмайып йөрөргә саҡырҙы. Төңөлмә, бөгөлмә! – ана шул саҡырыу уны дәртләндерҙе. Донъя бөтә, тип башын баҫып, һөмһөрө ҡойолоп йөрөгән йәндәр йәл дә ине, хатта улар уға диуана кеүек күренде. Әтәс ҡысҡырмаһа ла, таң ата барыбер, тип йәшәне бығаса.
Ай-ай ярым элек күрше Джордж ағай ғаиләһенең юҡҡа сыҡҡанын белгәс, ысынлап та, донъя бөтәсәген аңланы Шакира. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙарға хас бөтмәҫ мәшәҡәте менән тулы тормош ағышын үҙҙәренсә еңелерәк тә, хәсрәтһеҙ ҙә ҡабул итеп ҡараны, ҡара уйҙарын кире ҡағып маташты. Тик был хәҡиҡәт, буласаҡ әсе хаҡлыҡ булған өмөтөн быуа барҙы, йота барҙы барыбер.
Джордждың тиле Скот исемле малайы йүгереп килеп ингәс, быуынһыҙ булғайны Шакира. Шайтан балаһы кеүек ни ҡыланғанын белмәй аҡыра, аунай ине бала. Үҙе йорттарына табан күрһәтә. Барып еткәс, ишектең эстән бикле икәне аңлашылды. Туҡылдатты, бер тауыш-тын юҡ. Үрелеп тәҙрәгә баҡты, тартылған пәрҙәләр ҡамасауланы. Баланың хәүеф тулы күҙҙәренән, аңһыҙ баланың мәғәнә тулы ҡарашынан үтә лә ҡурҡыныс хәл-ваҡиға булғанын аңлағайны әсә кеше. Ире Ансар менән ишекте ҡайырып ингәс, өй эсендәге күренештән күҙ алды ҡараңғыланды ҡатындың. Ғаиләнең Скоттан башҡа тағы ике ғәзиз балаһы, ҡыҙ һәм малай, ҡатыны һәм Джордж үҙе төпкө бүлмәлә йәнһеҙ ята. Улай ғына түгел, ҡан эҙҙәре ҡатып бөткән һыйыр тиреһе өҫтөндә ине улар. Балалар рәт-рәт булып теҙелешеп ятҡан да, әсәгә һыйынған, ә ғаилә башлығы ситкәрәк ауған... Ә мейестә ҡаҙан тулы ит бешкән. Өҫтәлдә, иҙәндә мөнйәлгән һөйәк, тигеҙ генә киҫелгән ит киҫәктәре ята.
Ансар күршеһенең ҡул суҡтарынан өҫтәрәк ҡан тамырын ғына тотоп ҡараны ла ҡоро тауыш менән, полиция саҡыртам, Николайҙы алып киләм, тип урамға сыҡты. Ә Шакира өнһөҙ булып ҡатып ҡалды. Ҡапыл ни эшләргә белмәне. Баяғы мәғәнәле ҡараш бөтөнләй юғалып, хайуандарға оҡшаш буш һәм яуыз күҙҙәр генә уйнаған, алан-йолан ҡаранған Скот бер ит киҫәгенә ташланғас аңына килде Шакира. Ашама, ул ағыулы, тип тегенең ҡулынан итте тартып алды. “Мин асыҡтым, ныҡ асыҡтым. Улар миңә бирмәне, үҙҙәре генә ашаны”, тип ҡысҡырып, әрһеҙ малай бирешергә теләмәне, икенсе киҫәккә үрелде. Ҡатын уның ҡулдарынан тотоп ҡалды, вәт, киҫекһеҙ, теймә иткә тим, тип ҡысҡырҙы. Шаҡшы бала унан ҡотолорға теләп, уның ҡулын ҡанатҡансы тешләп алды. Быны көтмәгән Шакира сығырынан сығып, баланы күтәреп алды ла, эт балаһылай сыйылдатып ишек аша тышҡа ырғытты, тегеһе һикереп тороп тағы өйгә ынтылғайны, уның алдында ғына ҡайырылған ишекте көскә ябып, бикләп өлгөрҙө. Тегеһе һаман өйгә инергә ынтылды, ишек шаҡып бер булды. Үтә лә асығыуымы, әллә тиле аҡылы менән бар яҡындарын юғалтыуын аңлауы шулай иттеме, бер мәл ул атҡан таштан тәҙрә селпәрәмә килде. Шакира һиҫкәнде, ни эшләргә белмәне. Бәлки, уға ысынлап ит киҫәге бирергәлер, хәҙер нисек көн күрә инде ул? Барыбер бер нисә көндән үләсәк.
Күҙе өҫтәлдәге ҡағыҙ киҫәгенә төштө. “Донъя бөткәнен күргебеҙ килмәне. Иртәрәк ҡуҙғалабыҙ. Кисерегеҙ, туғандар. Скотҡа ҡул барманы, мөмкин булған тиклем йәшәһен. Ул был фанилыҡҡа аҙашып килеп сыҡҡайны, аҙашып мәңгелеккә китер ҙә. Келәттәге ит ашарға яраҡлы, өйҙәгеһенә теймәгеҙ, улары ағыулы. Джордж.”
Фанилыҡтың ни икәнен аңламаған тиле Скотты ғына аяғанмы атай кеше? Донъя бөтөр һәләкәтте аңлар заттан түгел, кисерә алыр тип уйланымы – уныһына ағыулы ит бирмәгән икән.
Шакира ватыҡ тәҙрә янына килде. Урамға күҙ һалды. Бала яртылаш ҡороған алмағас төбөнә йәйелеп ултырған килеш тынысланған буғай. Ҡарашын үҙе өйҙән алмай. Шакираны күрҙе, ҡуҙғалманы. Ҡараштары һыуынған. Саңға әйләнгән тупраҡты ике услап алды ла, өҫкә күтәреп, башына, кәүҙәһенә ҡойҙо. Янында саң борхоп китте. Үҙе, Шакира апай, мин ит ашамайым, сыҡ, бында ер йылы, тине. Баланың ни әйткәнен ныҡлы ишетмәһә лә, ҡатын уның ни тиклем был донъяла яңғыҙ булғанын һәм буласағын бар йөрәге менән тойҙо. Йүгереп сығып үҙен һығып ҡосаҡлағыһы килде. Уның ата-әсәһе тарафынан ни тиклем ҡаҡҡыланып-һуҡҡыланып үҫкәнен белгәнгә лә, хатта үлемгә лә бергә алмағандар, тип уфтанды. Аҙашҡан зат. Бер киҫәк ит йәлләгәндәр.
Шакира өҫтәлдән ит алды ла ватыҡ тәҙрә аша балаға ырғытты. Һаман да саң менән ҡойонған тиле һиҫкәнде, уйынынан (әллә уйынан) ҡапыл туҡтап ҡалды. Ит янына килде. Шакира ҡыҙыҡһынып күҙәтте, үҙе шарҡылдап көлөп тә алды: “Аша, Скот, аша”.
Тегеһе итте ҡулына алып еҫкәп ҡараны. “Уға себен дә ҡунмай, ул саңлы,” – тип бер усы менән таҙартты.
– Аша, нишләп ашамайһың?
– Атайым йоҡлаймы әле?
– Эйе, ул ныҡ йоҡлай, тормаясаҡ.
– Ит ашаһаң, ул әрләшә.
– Хәҙер әрләшмәй... әрләшә алмай, аша.
Тиле итте еҫкәп ҡараны. Шунан ҡапыл, мә, үҙең аша, тип тәҙрә аша Шакираға бәреп ебәрҙе. “Мин ысынында асыҡманым, улар тәүҙә миңә ашаттылар,“ – тиле тағы баяғы урынына барып ултырҙы. “Бына бер һантый... – ултыра төштө ҡатын. – Һанты-ый, тере йән эйәһен үлтерә яҙҙым. Ғүмере бөтмәгән дә...”
Тышта Ансарҙың, башҡаларҙың ҡабалан-ҡабалан килгәне күренде.
Ошо көндән алып Шакираның күңеле һынды, ҡапҡан ризығының тәме, донъяның йәме китте. "Үлемһеҙ донъя юҡ, кисеүһеҙ йылға юҡ" тип әйтер ине әсәһе. Ерҙең бөтөнләй бөтәсәге уға һыу кеүек асыҡ хәҙер. Шулай ҙа өйөндәге ике ҡыҙы – ете йәшлек Азалия менән өсөн тултырған Сөмбөл – “әсәй” тип эргәһенә йылмайып килеп баҫһа, өмөтө яңынан терелде. Сабыйҙары янына хәҙер алйот Скот та ҡушылды. Ә инде ире Ансар ҡапыл үҙгәрҙе, былай ҙа һөйләшмәҫ ир бөтөнләй тауыш-тынһыҙ ҡалды. Эргәһендә сыр-сыу килгән ҡыҙҙарға ла, һарайҙа баҡырып торған һыйырға ла иғтибар итмәй, тәмәке көйрәтеүен белде. Күршеләге фажиғәгә ай тирәһе ваҡыт үткәс, иртән тағы икеһе радиолағы һуңғы хәбәрҙәрҙе тыңлап, ә унда тағы бер аҙна-ун көн эсендә донъя күсәренән күсеп, хаосҡа әйләнеүе мөмкин, тигән аяуһыҙ һәм бер үк ваҡытта һуңғы айҙарҙа ғәҙәтигә әйләнгән хәбәрҙәргә ҡолаҡ һалғас:
– Джорджды әйтәм, уйлап эшләгән бит ул, – тип вайымһыҙ ғына өндәшкән иренә ныҡ һағайып ҡараны Шакира. Уның күҙендәге бушлыҡты күреп тетрәнде. Аҙна эсендә сәсе салланған хәләленең был һүҙҙәре уйға ла, хәүефкә лә һалды йәш ҡатынды. Яратып сыҡты ул иренә, әле лә уға барып һыйынғыһы, сәстәрен һыйпағыһы килде. Шулай ҙа үҙендә көс тапты һәм ҡапыл:
– Балаларҙы һыйырһыҙ ҡалдырғың килмәйҙер? – тине.
Тегеһе был һорауҙан тертләп китте. “Үҙеңә ҡул һалырға йыйынмайһыңдыр?” тип яңғырағанын аңлай ине ул. Бисәһе ауыртҡан еренә баҫтымы, күҙҙәрен алартып уға ҡараны. Шунда хәләленең бөршәйеп, бәләкәйләнеп ҡалған кәүҙәһенә иғтибар итеп ҡуйҙы Шакира. “Ҡай арала Ер шарына ныҡ баҫып йөрөгән ире мәхлүккә әйләнеп өлгөрҙө һуң?” – тигән һорау мейеһен бырауланы. Ғәҙәттә, салырға алып барған малға хас, бер мәғәнә булмаған буш, ҡурҡаҡ ҡарашын тойҙо ул иренең, терәк булыр яртыһының күҙҙәрендә.
– Һин нимә? – тигән булды ир. – Донъя бөтә тип... мин бөтмәйем әле.
– Ә нимәгә, улайһа, күҙең аларған?
– Әгәр ул-был хәл булһа, мин Сөмбөлөмдөң... – ир кешенең күҙҙәренән эре-эре йәштәр һығылып сыҡты, – кисерә алмам. Йөрәгем шартлаясаҡ.
Эйе, бәләкәс ҡыҙын бигерәк ярата шул ире. Ҡулынан төшөрмәй генә үҫтерҙе. Ҡыҙҙарын үбеп кенә йоҡлата, үбеп кенә уята ине атай кеше. Һуңғы көндәрҙә генә һыуынды. “Сөмбөлдө бигерәк яратаһың, Азалияны улай уҡ иркәләтмәй торғайның даһа”, – тиһә, быныһы бәләкәс бит әле, наҙлап ҡалаһы килә, тип яуаплай. Шунан ике балаһын да һығып ҡосаҡлай, үбә. Тегеләре шарҡылдашып көлә. Ә хәҙер улары ла... атай кешенең үҙгәргәнен һиҙенә шикелле, уға яҡын да килмәйҙәр. Күберәк Шакира эргәһендә уралалар, йә ун йәшлек Скот тирәһендә булалар.
– Мәмәйләнмә, – ҡатын шым ғына әйтте быны. Үҙенең дә күңеле бына-бына һытылырға торғанын нисек тә һиҙҙермәҫкә тырышты. – Айҙан түбән бер нәмә лә мәңгелек түгел, мәмәйләнмә.
Тынлыҡ оҙаҡҡа һуҙылды. Эске яҡтан мышнап-мышнап балаларҙың йоҡлағаны, Скоттың ҡапыл ыңғырашып ҡуйыуы ғына тынлыҡты әҙерәк маҙаһыҙланы. Кухня яғында сәйнүк ҡайнап, ух-бых килде, талғын ғына бер көй ише һуҙылып һыҙғырып торҙо ла тынды был тауыш та. “Шундай илаһи тынлыҡ барҙа нисек донъя бөтөргә мөмкин?! Йәшәйәсәкбеҙ әле”, – тип уйланы ҡатын. Ир кешенең: “Ҡолаҡты ярыр бындай тынлыҡ оло яу алдынан ғына булалыр. Нисек кисерергә? Джордж уйлап, дөрөҫ эшләгән ул,” – тип башы ҡатты.
Хужабикә урынынан тороп иртәнге сәй хәстәрләргә кереште. Һуңғы көнгә тип тотҡан запас аҙыҡтарына көн итә башланылар. Үлсәп-самалап ҡына сығара уларҙы өҫтәлгә. Магазиндарҙың эшләмәүенә, унда аҙыҡ-фәләндең килмәүенә хәҙер биш ай инде. Ярай ҙа ондо тоҡлап алып ҡалғандар, уларҙы баҙҙа ғына һаҡлайҙар. Ауыл халҡының барыһы тиерлек ана шулай иртәгәһен уйлап келәт-фәләндәрен тултырып ҡалды. Был мәхшәр тағы ярты йылға һуҙылһа, улары ла бөтәсәк. Улай тиһәң, аҙна-ун көндән...
– Тағы бер көн тыуҙы, тереклек итәбеҙ бит әле. Сәй эсәйек булмаһа, Ансар, – ҡатын яғымлы тауыш менән иренә өндәште.
Тауыш-тынһыҙ ғына сәй һемерҙеләр. Йәнгә йылылыҡ, йөҙгә алһыулыҡ инде. Ейер ризыҡ бөтмәйенсә, донъя бөтмәҫ, тип ҡуйҙы ир кеше. Күҙҙәренә бер аҙ нур инде, тип уйлап ҡуйҙы ҡатыны.
– Шулай ҙа, Шакира, нимә булырын белеп булмай. Һуңғы көн килә ҡалһа, уйланайыҡ. Нисек ҡаршы алабыҙ?
– Яңы йыл кеүек, шыршы биҙәп, – ҡатындың һөйләшеүгә еңеллек индергеһе килде.
– Улай ҙа була. Мин улайһа урманға барып шыршы алып ҡайтайым. Биҙәрбеҙ бергәләп. Мылтығымды алайым, юл ыңғайы берәй йәнлек тә осраһа.... – Ир урынынан тороп китте. – Бәлки, болан осрар. Шәп табын әҙерләрбеҙ.
Ҡатынға ҡыҙыҡ булып китте. Шаярып ҡына һүҙ ҡыҫтырғайны, ҡалай шәп булмаҡсы. Кеше ғүмерендә өс туй – килеү, үҙ яртыңды табыу, китеү – билдәләй, ти. Ниңә һуңғыһын илап ҡына туйларға әле? Был юлы – башҡа үлем. Айырым ғына түгел, дөйөм әжәл. Бар донъяға, кешелеккә. Уны билдәләгәндә насар булмаҫ. Дөрөҫ фекерҙә Ансар. Үҙе Ҡыш бабай булыр, мин – Ҡарһылыу. Әйҙә, балаларға ла бер байрам йәлме ни, тантанаға алданып ҡурҡыныс килгәнен дә белмәй ҡалырҙар. Үҙебеҙ ҙә. Теге “Титаник” тигән шәп фильмда, карап батҡанын белһәләр ҙә, музыканттар, ҡотолоу урынына, скрипка, башҡа ҡоралдарында дәртле көйҙәр уйнайҙар ҙаһа, беҙ ҙә әйҙә күңел асып, уйнап-көлөп үләбеҙ. Татлы уйҙы ирҙең һорауы бүлдерҙе.
– Бәлки, һыйырҙы һуйырға ла ҡуйырғалыр, ә? Барыбер китәбеҙ тигәндәй...
– Әле тәрилкәлә ҡалаҡ күтәрерлек аҙыҡ бар бит әле. Бөтөнләй ас ултырмайбыҙ. Ысынлап та, ҡасан килеп етә әле ул апокалипсис тигәндәре. Белмәйбеҙ ҙә инде. Тел һындырырлыҡ нәҫтәкәй...
– Шулай инде. Америкала донъя һүнде. Уралыбыҙ, ни тиһәң дә, ожмах мөйөшө, бәлки, беҙгә килеп тә етмәҫ. Шулай ҙа шыршы-фәләнде хәстәрләп ҡуйыу яҙыҡ булмаҫ. Тамыры менән алып ҡайтырмын, берәй һауытҡа ултыртып торорбоҙ.
Сәй эсеп бөткәс, Шакира ҡашығаяҡ менән булашҡансы, ир тыныс ҡына ултыра бирҙе. Иренең хужаларса һүҙ әйтеүе хужабикәгә илһам өҫтәп ебәрҙеме, уныһы он алып ҡамыр иҙергә тотондо. “Бөгөн икмәк һалып, балаларға байрам эшләйем әле”, – тип иренә ҡарап йылмайҙы. Ҡатынының һомғол кәүҙәһенә, нескә биленә, йәтеш осаһына ҡарап ултырған ирҙә дәрт ҡуҙғалып китте. Ул һеләүһендәй ҡапыл ҡалҡынды ла ҡатынын арт яҡтан ҡосаҡлап алды. “Нишләүең был, Ансар, нишләүең? Ҡулым ҡамырлы”, – тип һөйләнгән гүзәл ҡатынының һүҙҙәрен дә ишетмәне үҙе. Йыш-йыш тын алыуҙан дерелдәй төшкән ҡулдары менән уның аҫҡы кейемдәрен һыпырып ҡына төшөрҙө лә, үбә-үбә уға йомолдо. Ҡамыр өҫтәлгә, ирҙең сәсенә, бил тапҡырҙарына йәбешеп бөттө. Сәсен һыпырған арала ҡатындың маңлай тирәһендә лә бер һыҙат ҡалды. Ир салбарын күтәреп барып ултырғас, илаһи ләззәтләнеүҙән йөрәге дарҫлап типкән, тулҡынланыуҙан тулы түше йыш-йыш күтәрелгән, туҙған сәстәре тирләй төшкән маңлай биттәренә һарышҡан Шакира, балҡып, нурланып киткән күҙҙәре менән иренә ҡарап: “Кит, һантый, мине хәҙер кем кейендерә”, – тип, наҙлы итеп йылмайҙы, иркәләнеп кенә ҡамырлы ҡулын алға һуҙып күрһәтте. Ир йыбанманы, ҡатынының алдына тубыҡланып тороп, кейенешергә ярҙам итте, шунан ҡалҡынмай ғына, күкрәгенә башын һалып оҙаҡ ҡына биленән ҡосоп торҙо. Хәләле йөрәгенең дөп-дөп килеп типкәнен тыңлап берсә кинәнде, берсә шомланды. “Нимә тип кенә тибә икән был йөрәк? Йәшәүгә төрөнөпмө, хәүеф көтөпмө? Ғәзизем, берҙән-берем... Ә мин ҡурҡам, ныҡ ҡурҡам. Юҡ, үҙем өсөн түгел, һеҙҙе юғалтыуҙан ҡурҡам...” – төрлө уйҙар емерҙе башын. Тик тышҡа сығарманы, телгә һалманы уйын ир, атай кеше.
Иртәгәһенә биленә балтаһын ҡыҫтырманы, иңенә, юҡ, мылтығын аҫманы, ете саҡрымда ятҡан Саҡма урманына табан буш ҡул менән юл тотто Ансар. Тормош иптәше юлына бер аҙ тәғәм һалғайны ла, алманы, бөгөн әйләнермен, оҙаҡламам, тине. Үҙе эстән, балаларҙың ауыҙынан тартып алыр шаҡшы атай булмам, түҙермен әле, һәр ҡабым ризыҡ ҡәҙерле бөгөн, тип уйланы. Ансар китте лә юғалды. Тәүге төн ҡайтмауын еңелерәк кисерҙе әле ҡатыны. Балалар ҙа улай һорап ҡаҡшатманы. Хәҙер ҡайта, тигәнгә тынысланып йоҡлап китте. Нимә булмаҫ тиһең, берәй йәнлек эҙенә төшкәндер ҙә, алыҫыраҡ киткәндер тип, насар уйҙарын ҡыуҙы. Изгегә юраны. Икенсе көн дә, төн дә ишек асыусы булмағас, быуынһыҙ булды Шакира. Алда буласаҡ оло фажиғәне иренең кисерә алмаясағын аңланы ҡатыны. Шулай ҙа берәй төрлө мөғжизәгә ышанды. Һәр тауышҡа, һәр шылт иткән өнгә ҡолаҡ һалды: хәҙер ҡайтып инер, хәҙер йәненән артыҡ күргән Сөмбөлөн ҡосағына алыр, нисек яратҡан ҡыҙы Азалияһын, һөйөклө ҡатынын донъя бөтөр һәләкәт алдында яңғыҙҙарын ҡалдырып китһен? Һәр иртән Сөмбөлдөң, атай ҡаййа, ҡасан ҡайта, тигән һорауына нисек яуап бирергә белмәй әсәй кеше. Бөгөн ҡайта, шыршы алып ҡайта, тиеүенә сабый ышанмай ҙа башланы. “Нишәп оҙаҡ апҡайта? Тиҙ ҡайтһын, мин атайҙы һағындым”, – тип уның ҡосағына һыйына. Апаһы ла хәүеф-шомдо һиҙенәлер, әсәһенә һырығып-һыйпана, атай наҙы етмәй балаға. Балалар йөрәгенән дә аҡыллыраҡ барометр бармы донъяла? Сыр-сыу килеп шаярмайҙар, юҡ-барға хихылдашып ултырмайҙар. Әсәләре уларҙың күңелен күтәрергә тырышһа, йә Скот шунда юҡ-бар нәмә ҡылһа, күҙҙәрендә бер аҙ нур балҡып киткәндәй була. Аталары өсөнсө көн дә күренмәгәс, хатта уйынсыҡтары ла, планшет, компьютерҙары ла шымып ҡалды. Һәр саҡ шуларҙан йыуаныс та, ҡыуаныс та табалар ине, әле урынһыҙ тип уйланылармы? Әллә батареяларының көсөн һаҡланылармы? Ә Шакира нишләргә белмәне. Бер туҡтауһыҙ һүрәт эшләгән балаларына ҡарап иламаҫҡа тырышты.– Мин үҫкәс кем булам, әсәй, беләһеңме? – башын баҫып һүрәт эшләгән Азалия шулай тине лә әсәһенә ҡараны. Сәсен һыпырҙы.
– Белмәйем шул. – Үҙе башҡа уйҙар кисерҙе. Үҫеп етә алмайһығыҙ шул. Донъяларҙың былай булырын белгән булһам, бөтөнләй тапмаған булыр инем дә үҙегеҙҙе. Бауыр иткәйҙәрем минең. Күк көмбәҙенә һеҙҙең дә исем яҙылырға тейеш булғандыр инде. Миллиард-миллиард кеше араһында был фанилыҡта Сөмбөл менән Азалия ла булып китте, тигән мөһөр һалыныр өсөн генә тыуҙығыҙмы икән ни? Ә күпме изге ҡылыр ғәмәлдәрегеҙ ҡылынмай ҡала. – Ниндәй һөнәр тинең шул, балам?
– Рәссамдыр, моғайын. Миңә һүрәт төшөрөү оҡшай. Бына тағы ла эшләнем, – ул әсәһенә һүрәтен һуҙҙы. Оҙаҡ ҡарап торҙо Шакира.
– Тәгәрмәсме был?
– Эйе, урамда торған а-анау арбаныҡы.
– Матур булған. Ә, Сөмбөл, һин кем булаһың үҫкәс? – уйынсыҡтары менән мәж килгән бәләкәсенә өндәште әсә.
– Мин үҫкәс әсәй буям, – тип тәтелдәне уныһы, шунан әсәһенең итәгенә килеп һырынды.
Һөйәк кимереп ултырған Скот та, мин дә буш ҡалмайым әле, тигәндәй хәбәр һалды.
– Ә мин үҫкәс һыйыр булам.
Балалар шарҡылдашып көлөп ебәрҙе. Шакира ла һаран ғына йылмайып ҡуйҙы. Өйгә бер аҙ йәнлелек инеп китте.
– Ә нишләп һыйыр?
– Белгең килһә, һыйыр һөйәк кимермәй, – тине Азалия, көлөүенән туҡтай алмай.
– Атай мине, туймаҫ һыйыр тип әрләй торғайны. Тыңлашмаһаң, аҙбарға бикләп ҡуя. Төнөн һыуыҡ, мин һыйырға һыйынып йоҡлайым, ул йылы. – Балалар тағы ҡысҡырыбыраҡ көлөргә тотондо.
Шакира аптырап ҡалды:
– Һөҙөп ҡуйһа һуң?
– Һөҙмә-әй, – һуҙып әйтте тиле. – Ҡытыршы теле менән минең битте ялағаны бар әле.
“Һыйыр ялаған”, “Һыйыр ялаған” тип ҡыҙҙар тағы ла көлөргә тотондо.
– Ә үҫкәс ниңә һыйыр булырға һуң? – ҡатын бөтөнләй етди төҫ алды. – Аңламайым.
– Һыйыр булһаң эрәхәт, үлән ашайһың, асыҡһаң, баҡыраһың, тағы бесән һалалар. Һөт бирһәң, күп кеше һөйөнә. Ишеү Николай ағай уны күҙ ҡараһы кеүек һаҡларға ҡуша. Кеше булыуы ҡыйын бит ул.
Шакира тиленең башынан ҡосаҡланы.
– Ҡыйы-ын, шулай ҙа һин һыйыр булма, йәме, – тине.
Шул саҡ өйгә Николай килеп инде. Артынан ғәҙәттәгесә Митхун күренде. “Әле генә телгә алып тора инек, оҙон ғүмерле була икән ҡәбәхәт” тип уйлап алды хужабикә. Үҙенең уйынан үҙе йылмайып ҡуйҙы: ”Беҙҙең менән бергә үлергә йыйынмаймы әллә был”.
– Ансар ҡайҙа? Өсөнсө көн килеп теркәлгәне лә юҡ. – Һаулыҡ һорашыу ҙа, аяҡ кейемен сисеү ҙә юҡ, түргә менеп ултырҙы үҙе.
– Һунарға киткәйне лә Саҡма урманына, ҡайтманы, үҙебеҙ ҙә борсолоп торабыҙ әле.
– Үлемдән ҡурҡып, фу, әллә йәшәүҙәнме шул, ну, ҡурҡып, үҙенә ҡул һалырға ҡасманымы урманға?
– Һин нимә, Николай, Ансар ҡурҡаҡ ир түгел. Ултыр, Митхун, – ишек төбөндә балаларға ҡарап йылмайып торған агенттың ярҙамсыһына ултырғыс бирҙе ҡатын.
– Үҙҙәренә ҡул һалыусылар күбәйҙе бит. Үҙен йә мәйетен табып алып ҡайтмаһағыҙ, һыйырығыҙҙы алып китәбеҙ.
– Ҡанһыҙ әҙәм һин, Николай, ҡоҙғон кеүек үлем көҫәйһең дә йөрөйһөң.
– Закон шулай ҡуша. Илгә ирҙәр кәрәк.
– Ниндәй ил, донъя бөтә. Нимәгә кәрәк ул, әйт, аңлат.
– Ҡасан бөтөрөн бер кем дә белмәй, бәлки, тағы ошолай йөҙ йыл йәшәрбеҙ әле. Ансарҙы тап.
– Айыу-фәлән ҡазалаһа? – ҡатын һаман өмөтөн һүндермәҫкә тырышты.
– Үҙең үлем көҫәйһең түгелме? Ул саҡта һөлдәһен табып, ана, Митхунға күрһәтһәң, һыйырыңа теймәм. Балаларың хаҡына. Ә инде үҙенә ҡул һалһа, ғәфү ит... Саҡма урманында берәҙәк Жак көн итә, шунда ятмаймы икән? Иртәгә үк барып ҡайт. – Николай һарғайып бөткән һаҡал-мыйығын һыйпап ҡуйҙы. Ғәҙәттә, нимәнәндер ҡәнәғәтлек тапһа, шундай ғәҙәте бар уның.
– Балаларҙың үҙен ҡалдырыпмы? Белмәйем инде, – шулай тиһә лә эсенә йылы инеп китте Шакираның. Ысынлап та, нишләп иҫенә төшмәгән әле ул яңғыҙаҡ, бер үҙе бар донъянан ҡасып донъя көтөүсе Жак бар ҙаһа. Юл төшкәндә Ансар уға ингеләп сыға, тоҡсай төбөндәге ҡалған икмәк-ризығын ҡалдыра торғайны. Ул, моғайын да, беләлер. Бәлки, бергә һунар итеп йөрөйҙәрҙер. Барыр, әлбиттә. Тик һалымсыға һыр бирмәне. – Иртәгә күҙ күрер. Митхун менән бергә барғанда тағы ла һәйбәтерәк булыр ине.
Ишек төбөндә тын ғына ултырған Митхун ҡалҡына биреп ҡуйҙы ла:
– Мин бара алмамдыр, апай, бөгәсә юлға сығам.
– Гвандоя төштән һуң ҡуҙғала. Митхун уны оҙата барасаҡ, – тип аныҡлыҡ индереп ҡуйҙы һалым етәксеһе. Гвандоя – ҡыҙы уның, иҫән ҡалыр өсөн оҙон юлға сыға.
Саҡырылмаған ҡунаҡтар ҡуҙғалмаҡ ҡына булғайны, ҡотһоҙ Скот түрәнең күҙенә тура ҡараны ла:
– Николай ағай, Ерҙә әле иблистәр бөтмәгәнме икән? – тип һораны.
– Ниңә уны минән һорайһың, мине Иблис тип әйтмәксеһеңме? – күҙен аҡайтты ир.
– Юҡ, юҡ, һеҙ нимә? – ҡаушап китте бала.
Агент уны ишетергә лә теләмәне.
– Мин үҙ вазифамды беләм, бурысымды теүәл үтәйем, ә һин Иблис тип...
Ҡалтыранырға тотонған Скот уның ҡулынан тотто:
– Дөрөҫ аңлағыҙ, мин һеҙҙе һис тә рәнйетергә йыйынманым.
Һүҙгә Шакира ла ҡушылды:
– Үҙем дә аптырайым, бөгөнгө көндә һеҙҙең фиҙакәрлек нимәгә кәрәк ул? Барыбер иртәгә-хәҙер донъя емерелергә тора, ә һеҙ беҙҙең ауыҙҙан ризығыбыҙҙы тартып алабыҙ, тип ҡурҡытаһығыҙ. Аңламайым. Беҙ бер кемгә лә кәрәкмәйбеҙ, биш ай элек тормош һүнде лә һуң.
Николай һүгенеп, төкөрөнөп сығып китте.
– Иреңде тапмаһаң... Барыбыҙ ҙа бер законға буйһонабыҙ.
***
(Дауамы бар).
 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в