

Ошондай көлкө хәлгә тарыуым, йәмәғәт, сынаяҡ йыуыуҙан башланды. Берҙән-бер көн ҡатыным усын миңә һоноп күрһәтте лә:
– Йәнекәйем, ҡара әле, ни эшләп боҙола икән ошо бармаҡтарым? – тип һораны.
– Дауаханаға барып табипҡа күрһәтеп ҡара.
– Унда булдым мин. «Һыуҙан һаҡлан! Бигерәк тә һыуыҡ һыуҙан!» – тинеләр. Һөртөнөргә май дарыуы бирҙеләр. Аҙнанан ашыу һөртәм, әммә һис бер үҙгәреш юҡ. Ә-ә, туҡта әле, һиңә үтенесем бар. Ҡулдарым йүнәлгәнсе, ҡашығаяҡты йыуып тор әле!
– Уныһын ғына эшләрмен, – тип ризалаштым.
Ана шул ваҡыттан алып ҡашығаяҡ йыуыу минең бурысҡа әүерелде лә ҡуйҙы. Ғәмәлдә, уныһы пустяк әле ул, йәмәғәт. Бер аҙ ваҡыт уҙыуға, ҡатыным тағы инәлде бит, әй:
– Иҙәндең туҙанын һөртөп кенә сыҡ әле! – ти. Үҙе күҙҙәрен мөлдөрәтеп миңә төбәгән. Бисәкәйем нисектер йәлкә булып китте. «Үҙе эшләй алмағас, ифрат ҡыйынһырайҙыр инде», – тигән уй ҙа уҙҙы башымдан. Шунан һуң ни, мин ахмаҡ, әллә кемдәй маҡтаныбыраҡ әрмелә иҙән йыуған саҡтарҙы түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем.
– У-у, улайһа, һиңә нисек йыуырға икәнен аңлатып тороу кәрәкмәй икән! Эйелгең килмәһә, ана, теге сепрәкле швабра менән иҙәнде сылат та сепрәгеңде бороп ҡорот, сылат та – иҙәнде ышҡып, сепрәгеңде бороп ҡорот! – тип өйрәтә.
– Һи-и, уныһын ғына беләм, әрме закалкаһы онотолмаған, – тип ризалашам.
Шулай итеп, иҙән йыуыу бурысы ла миңә йөкмәтелде.
Бер ваҡыт ихтирам итеп йәшәгән ҡатыным асыулыраҡ тауыш менән:
– Тауҙай йыйылған кер ята. Исмаһам, кер машинаһында шуларҙы әйләндереп элер инең балконға, – тимәһеңме. – Эй-й, ошо бармаҡтарым ыҙалата бит, ҡәһәрең. Хәҙер ултыр инде кеше көнөнә ҡалып, инәлеп. Белеп торам, миңә ҡаршылашмаһаң да, эстән генә көйөп йөрөйһөң. Бер уйлаһаң, инәлмәй ҙә булмай шул, үҙем эшләй алмағас…
– Юҡҡа һайрап башымды ҡаңғыртма әле. Быға ҡәҙәре ни әйтһәң дә үтәй килдем… Минең үҙемдең дә эштәрем етерлек. Ә бармаҡтарыңа килгәндә, шөкөр ит – йүнәлделәр ҙәһә. Ниңә һаман килештереп ултыраһың?
– Ана, ана, ҡайһылай төрттөрә, ә…
Үҙемде шулай тәнҡитләне лә әллә иларға, әллә, йәнәһе лә, мин уны һаман йәлләмәйем тигән мәғәнәлә инәлтеп алырға ниәтләп, төпкө бүлмәгә инеп бикләнде.
Ә мин яңғыҙ ҡалып үҙ уйҙарыма сумдым: «Әлегәсә көнөнә өс мәртәбә ҡашығаяҡ йыуам. Сәй ҡайнатам, бутҡа йә аш бешерәм. Кәрәк-яраҡҡа магазинға йөрөйөм, гаражға картуф, еләк-емеш ҡайнатмаларын алырға сығам».
Ғөмүмән, ҡатынҡайым миңә һалынды ла ҡуйҙы. Һәләк оҫта хәйләләргә өйрәнеп алды. Ә мин алъюҫыҡтан һемәйә бирәм. Тимәк, мин намыҫсан кеше түгелмен. Ярамаған эш был! Хурлыҡ! Нисек тә бер әмәлен табып, ҡотолорға кәрәк. Юҡһа, тора-бара бөтөнләй бөлөүең ихтимал. Булыр, булыр, булмаҫ тимә, бындай ҡатын менән. Мөхәббәт тип кенә кеше үҙен бөлдөрөргә тейеш түгел. Вәт тәк, ағай-эне. «Ир намыҫы тапалмаһын, һатылмаһын, киреһенсә, һаҡланһын!» – тигән һығымтала туҡталдым. Дөрөҫмө, юҡмы – уныһын ваҡыт күрһәтер…