– Ул май, ул йоморо, ул бүләк, – тине тотлоғоп.
Гвандояға бөтөнләй ҡыҙыҡ булып китте. Ул егеттең күҙҙәренә баҡты. Баҡты ла... Ундағы ихласлыҡты, сабыйҙарса сафлыҡты күреп ҡапыл йылмайыуынан туҡтап ҡалды. Баҡты ла... зәңгәр, серле һәм керһеҙ диңгеҙгә батты.
– Май, ысынлап та, май, ҡыҙы-ыҡ, – тигән булды.
– Һыйыр майы, өләсәйем уны кисә генә беште, – ҡыйыулана төштө егет. – Матур ҡыҙҙар май ашарға тейеш. Ул аҡтан, һөттән эшләнгән.
– Һимерһен өсөнмө ни? – Гвандояға Митхун менән ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та ине.
– Һимерерлек май бармы һуң? Мин һәр яратҡан кешемә май бүләк итер инем әле.
– Яратҡан кешеләрең күпме ни шулай?
– Күп. Тик май әҙ, – тип йылмайҙы егет.
– Һинең күҙҙәрең матур икән, Митхун, – тине ҡыҙ. – Күңелең дә. Рәхмәт. Бөгөн минең өсөн иң ҙур бүләк ошо бер йомғаҡ май, ысынлап әйтәм, – тип ҡулын тотто егеттең. Тотто ла... егеттең йылы һәм наҙлы тулҡыны бар тәне аша үткәнен тойҙо. Тотто ла... ошо оло Ер шарында ошо ике ҡул ғына уны күтәреп алып барыу ҡеүәтенә эйә икәнен аңланы.
Бына ошо көндән, ошо минуттан алып Гвандоя менән Митхунды бер-береһен бәйләгән сихри еп барлыҡҡа килде. Улар үҙҙәре лә һиҙмәҫтән бер-береһенә тартылды. Һүҙҙәр менән йыш аралашмаһалар ҙа, осрашҡанда күҙҙәр серләште, йөрәккә йөрәк өндәште. Улар бер-береһен шул тиклем һағынды. Һәр нәмәгә айыҡ һәм аныҡ аҡыл менән ҡараған Гвандоя үҙенең был тойғоларына үҙе лә аптырай ине. Онот, онот тип йоҡлап китә лә, иртән уянғас та, киреһенсә кисә үҙенә биргән һүҙен онотоп, һикереп тора ла тәҙрәнән ҡаршылағы контораға күҙ һала. Һәм унда, ғәҙәттәгесә, иртән иртүк бина күтәрмәһендә Митхун баҫып тора, серле итеп тә, ҡәнәғәт кенә йылмая бирә һәм уларҙың йорттарына табан оялсан ғына ҡарашын ташлай. Пәрҙәне асҡан ыңғай ҡыҙ уға беленер-беленмәҫ кенә ҡул болғап ала, егет ҡулын һаҡ ҡына күтәреп “честь” бирә лә, тирә-яҡҡа ҡарана, йәнәһе, берәйһе ҡарап тормаймы. Шунан “күкрәгенән ҡош осора”, эйе, ысын мәғәнәһендә, йәғни ике ҡулы менән күкрәк ситлектәрен асып ебәрә лә ҡоласын алға табан һуҙа. Һәм ысынлап та, ҡуйынынан аҡ күгәрсен килеп сыға ла, осоп китә. Ҡыҙ тәҙрә аша ҡул сәбәкәләй.
Бында ККП -2217 -гә эшкә урынлашҡанға тиклем Митхун үҙе йәшәгән урынында ҡоштар үрсетеү менән шөғөлләнә ине. Йәғни һуңғы йылдарҙа ҡоштар һаны кәмеү сәбәпле, унан бигерәк бар йәшеллекте йөнлө ҡурҡыныс ҡорт-бөжәктәр баҫып алғас, дәүләт айырым программа менән һәр урында ҡоштар үрсетеү эшен дә яйға һалғайны ла, тик донъя һәләкәте яҡынлашҡан һайын ул эш юҡҡа сыҡты. Ҡоштарҙы иреккә осорҙолар һәм уларҙың бер өлөшө генә кире әйләнеп ҡайтты. Ә күбеһе урманға китеп юҡҡа сыҡты. Митхундың үҙенә бик тә эйәләшкән ана шулай бер нисә ҡошо бар ине. Гвандояға ғашиҡ булған көнөнән алып ҡуйынында аҡ күгәрсенен килтереүҙе ғәҙәткә әйләндереп алды. Күкрәгенән ысҡынған ҡош шулай талпынып өҫкә күтәрелеп был улус күгендә ике түңәрәк яһай ҙа, Митхундың тәүҙә елкәһенә килеп ҡуна, шунан тыуған өйөнә осоп ҡайтып китә. Кискеһен хужаһын көтөп ала. Митхундың был донъяла өләсәһенән башҡа бер кеме юҡ. Малай саҡта уҡ ата-әсәһе автоһәләкәттә һәләк булған. Шуғамы икән, үтә ҡыйыуһыҙ булып үҫте ул. Тик һис ҡасан өләсәһе һүҙенән сыҡманы.
Карапҡа, дөрөҫөрәге, зона үҙәгендәге аэропортҡа тиклем Гвандояны Митхун оҙатып барасағын белгәс, икеһе лә бик һөйөндө. Тик бер кемгә лә белдермәнеләр. Артабан баш ҡалаға тиклем самолетта үҙе осоп барып етәсәк ҡыҙ. Унда инде махсус төркөм ҡаршы аласаҡ.
Ҡыҙ хатта килештереп:
– Митхун мәмәй түгелме һуң? -–тигән булды. Шулай атаһынан күңелендәге бурандарҙы, серҙәрҙе, хистәрҙе йәшерҙе.
– Йөҙ саҡрым араға әсәң менән дә бара алаһың инде. Рулгә Митхун ултырыр. Миңә әлегә ауылдан сығырға ярамай бит, ҡыҙым, – тип тынысландырҙы атаһы. Илдә сыуалыш-фәлән ҡубып китмәһен тип ҡурҡып торған саҡтары. Шуға һәр хеҙмәт үҙ урынында көсөргәнешле режимда эшләй ине. Әллә донъя бөтөрмө икән, тип уйлап та ҡуя Николай. Ысынында, ул Ер шарының бөтөрөнә бөтөнләй ышанмай. Ҡыҙын да бер-ике йыл йыһанда осор ҙа, атмосфера таҙарғас ҡайтыр әле, тип уйлай. Уралға барыбер әжәл килеп етмәйәсәк – үҙен дә, халыҡты ла шулай ышандырырға тырыша. Һуңғы йылдарҙа бисәһе Алевтинаның ғына һаулығы ҡаҡшаны. Аҡылы ла еңеләйҙе шикелле, нәҫелдә булмағанды, дини китаптарға тотоноп, намаҙға баҫты. Ата-бабам ғүмер буйы тәрегә ҡарап суҡынған, ә һин кәкере айға ҡарап баш эйәһең, тип әрләп тә ҡараны, Аллаһ берәү тип, алдына йәймәһен йәйеп туңҡайыуын белде уныһы.
– Тормошобоҙ етеш, күңелебеҙ тыныс ваҡыттарҙа бер ҙә доға ҡылмай торғайның да, ауырлыҡтар килгәндә, мохтажлыҡтар тыуғанда кем генә Аллаһтан ярҙам һорамаҫ, – тип сәменә лә тейеп ҡараны. Барыбыҙ ҙа уның ҡулында, барыбыҙ ҙа уның хөкөмөндә, тигән булып аҡыл өйрәтеп маташа әле ул. Ярай ҙа ҡыҙы уның артынан эйәрмәне. Шуға бисәһенең Гвандояны оҙата барыуын бик теләмәй ҙә ине атай кеше. Юлда юҡ-бар вәғәздәре менән ҡыҙын өркөтөп, алдағы пландарынан ваз кистереп ҡуйыр тип ҡурҡты.
Ҡыҙы оҙаҡ уйланып торғандан һуң, мин уға ышанам былай, тигәс:
– Мәмәйерәк булһа ла, аҡыллы, намыҫлы егет, – тип, Митхун оҙатыуында ебәрергә булды. – Ауырыу әсәң ял итһен, – тип тә өҫтәне.
Гвандояны оҙатырға улустан кеше ярайһы уҡ йыйылды. Илаусылар ҙа, арҡаһынан һөйөп изге теләктәр теләүселәр ҙә, уның аша киләсәккә нимәлер ҡалдырырға ниәтләүселәр ҙә бар ине.. Кемдер шәжәрәһен тотоп килгән, кемдер фотолар. Мәгәр уға килонан артыҡ йөк алырға ярамай икән.Унда үҙҙәре кейендерәләр, ашаталар, хеҙмәтләндерәләр икән. Гвандоя шуға ата-әсәһенең һәм тыуған яғының ( ул саҡта йәм-йәшел ине донъя) фотоһын, кәрәк булыр тип, затлы ташлы бер йөҙөк һәм флешка ғына алды. Һуңғыһын иһә үҙенең яратҡан китаптары, фильмдары, үҙе төшөргән видеолары менән тулыландырҙы. Улар барыһы бергә ана шул килограмға яҡын тарта ине. Әсәһе уға “Фатиха” сүрәһе яҙылған бер бит һондо. Былар ярамай, тине Гвандоя. Унда барыһына бер дин буласаҡ, “Кешелеккә тоғролоҡ” тигән. Уның китабы һәм ҡағиҙәләре, кодекстары яҙылған инде. Унда Ҡөрьән сүрәләре лә ингән, тигәс тынысланды әсә кеше. Шулай ҙа әмәлен табып, ҡыҙының кеҫәһенә һалып өлгөрҙө.
Шакира ла бер бит ҡағыҙ һондо. “Быныһын ал, – тине ул. – Азалия төшөрҙө “. Унда ябай тәгәрмәс, Ер шарының мәңгелек хәрәкәтен аңлатҡан ат арбаһының тырнаҡлы, сәкүшкәле тәгәрмәсе төшөрөлгәйне. Сибәр Гвандоя аптыраулы, һораулы ҡарашын ҡатынға төбәне.
– Ала алмайым. Ябай һүрәт. Уның урынына ҡыҙыңды алыр инем дә...
– Ал, ябай түгел ул, – тине ҡәтғи рәүештә ҡатын. – Кеше уйлап тапҡан карап та Йыһан йөҙөндә лә мәңге йөҙә алмаҫ. Ул да мәңгелек булмаҫ. Кешелек бөтәсәк... ә инде яңынан тыуһа, бына ошо һүрәтте, гонаһһыҙ сабый ҡулынан эшләнгән һүрәтте табырҙар ҙа, уға ҡарап яңынан йәшәп китерҙәр. Аңлы рәүештә.
Аҡыллы Гвандоя тағы һынап оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла ҡағыҙ киҫәген алды. Шунан уфтанып:
– Эйе шул, – тип ҡуйҙы.
– Донъя ҡуласа, бер баҫмаһа бер баҫа, имен йөрө, оҙаҡ йәшәргә тырыш, яҡты донъяларҙан кем туйған, – тине лә бәләкәс ҡыҙын етәкләп ҡайтыр яҡҡа йүнәлде Шакира. Бер аҙ атлағас, уларҙы Гвандоя йүгереп ҡыуып етте. Сүкәйеп ултырып Сөмбөлдө ҡосаҡланы, шунан ике битенән суп-суп үбеп алды.
Шакира иртәгә яңғыҙы булһа ла урманға барып урарға булды. Жак утарының ҡайһы тирәлә икәнен яҡынса белә. Бәлки унда берәй төрлө мәғлүмәт барҙыр, юғалған ирҙе өйҙә көтөп ултырып ҡына табып булмаҫ. Үҙе лә һағынды уны. Тапһамы, тапһамы... Быуып үлтерәсәк, ҡосаҡлап-ҡосаҡлап, үбеп-яратып быуып үлтерәсәк.
Киске аш мәлендә балаларына иртәгә урманға барып килерен аңлатты.
– Атайығыҙҙы эҙләп киләм. Иртәгә таң менән, – тине.
Азалия әсәһенә оҙаҡ ҡарап торҙо ла:
– Атайым ҡайтмаясаҡ, – тип шыбырҙаны.
Әсәһе хәүефләнеп балаһына ҡараны.
– Нишләп, ҡайҙан беләһең? Улай тимә, балам. Өмөтләнәйек әле.
– Ул миңә үҙе әйтте. Төшөмдә, шикелле, мин ҡайтмайым, ҡурҡам, тине.
– Нимәнән ҡурҡам, ти.
– Атаййай ҡуйҡмай, уйай көслө була, – тип Сөмбөл дә тәтелдәгән булды.
– Белмәйем, – тип башын һелкте оло ҡыҙы.
– Ҡуй, балам, юҡты туҡыма. Урманда бер йорт бар, шунда ғына барам да, тиҙ үк әйләнәм.
Сөмбөлдө йоҡларға иртәрәк һалды, бәпес сағындағы кеүек ҡуйынына һалып бәүелтеп, әбей-бабайҙан да, айыу-ҡуяндан да ҡасҡан йоморо икмәк тураһында әкиәт һөйләп йоҡлатты. Йоморо икмәк хәйләкәр төлкө ауыҙына “барып етмәне”, көнө буйы әсәһе артынан йөрөп арыған сабый әүен баҙарына китте. Барыбыҙ ҙа хәҙер төлкө морононда, йыр һуҙһаҡ та, таҡмаҡ әйтһәк тә, алдап булмаясаҡ. Кешелекте йотасаҡ төлкө, тәмләп йотасаҡ. Һуңынан теле менән ауыҙ-моронон ялап ҡуясаҡ әле. Әллә ниндәй уйҙар килде әсәнең башына. Балалар әкиәтенән дә тормош трагедияһы яһап ултыр инде. Төлкө мороно, имеш, барыбыҙ ҙа Хоҙай хөкөмөндә, Аллаһ ҡулындабыҙ бөгөн.
Өлкән балаларына эш ҡушырға ла онотманы. Скотҡа, бесәнде һыйырға өҫтән генә һал, бункерҙың йоҙағын асып ҡуймағыҙ, малды урлап ҡуйырҙар, тип аңлатты. Мал йәнле малай аңлап баш һелкте. “Һөтөн һауып индереп ҡуйҙым. Һыу һалдым. Оҙаҡламам”, – тип тә өҫтәне. Ә Азалияға, ундай-бындай хәл булһа, йә мин оҙаҡлап китһәм, өйҙән сыҡмағыҙ, туғаныңды ҡосаҡлап ҡына ятып торорһоң, тип бер нисә тапҡыр әйтте.
– Беләм, Сөмбөлдө ҡарап торорға, маңҡаһы аҡһа, һөртөргә, өйҙән бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа, – тип яуапланы уныһы. Әсәһе былай ҙа ҡайҙа барһа ла ошо өгөт, йомоштарын ҡуша инде.
Йоҡларға ятып ойоп ҡына киткәйне, Скоттың тауышы һиҫкәндереп ебәрҙе.
– Ер шары бөтһә, иблистәр ҙә юҡҡа сығырмы икән, Шакира апай?
– Белмәйемсе, ниңә улай тип һорайһың? – уянғыһы ла, уйланғыһы ла килмәй ине ҡатындың. Скот тороп ултырҙы, оҙаҡ уйланған ахыры. Һүҙҙәрен аныҡ ҡына теҙеп китте.
– Аллаһ бабай ожмахтан ҡыуып, иблистәрҙе Ергә генә төшөрҙөмө икән? Башҡа планета, галактикаларға ла ебәрмәнеме икән, тип кенә һорауым ине.
Был һүҙҙәрҙән әсәнең күҙҙәре асылыу ғына түгел, аҡая төштө.
– Шунан?
– Нисек шунан? Әгәр ул иблистәр башҡа цивилизацияға ла таралған булһа, Ер менән бергә генә үлергә лә ҡуйырғамы, тип уйлайым.
– Иҫәр һин. Икенсе планетаға китмәксе инеңме ни?
– Китер инем дә... Уларҙан барыбер ҡотолоп булмаясаҡ.
– Башыңды юҡ-бар менән ҡатырма, йоҡла, Скот.
– Ҡатырмайым. Ул иблистәр беҙҙең менән бергә үлерме һуң?
Шакира урынынан тороп, малай эргәһенә килде. Уны үҙенә һыйындырып ҡосаҡлап ултырҙы:
– Аллаһы Тәғәлә гонаһтары өсөн Әҙәм менән Һауаны ожмахтан ергә ҡыуған саҡта ла арттарынан Иблисте эйәртә. Марсҡа барһаң да артыңдан эйәреп барасаҡ улар.
– Мин ҡурҡам, улайһа.
– Ҡурҡма, йоҡла.
Урынына барып ҡына ятҡайны, Скоттың тағы тауышы сыҡты.
– Ә мин атайымдың миңә ни өсөн ағыулы ит бирмәгәнен беләм.
Тертләне был һүҙҙәргә Шакира. Аңҡы-тиңкене аңламаған тиле ни һөйләй! Яңынан тороп тағы эргәһенә барып ултырҙы.
– Йә һөйлә, нимә әйткең килә, ҡәҙерлем? – малайҙың башын һыйпаны.
– Ул көндө ит бешереп, тәүҙә мине туйғансы айырым ғына ашаттылар. “Беҙ икенсе донъяға күсәбеҙ, балам. Эйе, барыбыҙ ҙа. Ер шарынан китеп күккә менәбеҙ. Иблистәр булмаған илгә”, – тине атайым.
– Ә һине ҡалдырабыҙ тинеме? – Шакира тамағы төбөндәге төйөрҙө йота алмай бер булды. Йоҡоһо бөтөнләй ҡасты.
– Эйе, һине ҡалдырабыҙ. Һин иблистәрҙе белмәйһең, шуға, тине.
– Ә әсәйең... әсәйең нимә тине?
– “Аптыратма баланы. Хоҙайҙан ҡурҡ, исмаһам, Джордж. Баланың ни ғәйебе? Уны ла алайыҡ”, тине әсәйем. Атайым ул көндө бик ҡурҡыныс ине. Ҡанлы тирене өйгә индереп һалды. Шунан Хоҙайҙы әрләне.
– Нимә тип?
Скоттың атаһы булып һәм һүҙмә-һүҙ һөйләүенә аптыраны Шакира. Баланың шулай хәтере шәпме, әллә иҫәр Джордждың йәне ҡапыл улына күсеп-күсеп аламы.
– Хоҙайҙан ҡурҡырлыҡ түгел, ул кешелеккә хөкөм сығарған да инде. Скоттың ғәйебе юҡ, киреһенсә, Хоҙай ғәйепле, уны беҙҙән өҫтөн итеп яратҡан, ул һыҙлана белмәй, ул иблистәрҙе танымай, Хоҙайҙы ла. Уға ерҙең бөтөү-бөтмәүе мотлаҡ түгел. Уның үҙ донъяһы. Шуға мин уға ғүмер бирәм, тип аҡырҙы.
Шакира ни тип әйтергә белмәне. Үҙе баланы ҡосаҡланы, үҙе унан ҡурҡты ла. Ниндәйҙер кеше белмәгән Хоҙай шауҡымы бар бит был балала.
– Улар һине ярата, шуға йәлләгәндәр. Шуға һин тере, – оҙон тынлыҡтан һуң шулай тигән булды.
– Минең улар менән күккә менге килгәйне лә. Бик танымағас, иблистәр ҙә минең арттан эйәреп барыр, тип ҡурҡам.
Ни әйтергә белмәне әсә кеше.
– Күңелем былай ҙа шомло, йоҡлайыҡ, балам, – тип Скотты ҡосаҡлап ятты Шакира.
***
Иртә торҙо. Балаларына өҫтәлгә ризыҡ йәтешләне. Шунан йоҡлап ятҡан балаларын ябындырҙы. Үҙе менән бер ни алманы, тиерлек. Ни бары бер киҫәк икмәкте йоҡа пальтоһының итәк кеҫәһенә генә һалды. Оҙон ағас һаплы бысаҡты, кәрәк булырға мөмкин тип, эс яҡтан түш кеҫәһенә йәшерҙе.
Ҡояш сыҡманы, башҡаса сыҡмаҫ та микән? Айлы төндәге кеүек ярым асыҡ яҡтылыҡ. Томан, ҡараңғылыҡ пәрҙәһен йырта-йырта Саҡма урманына аҙашмай килеп инде Шакира. Тағы ла ҡараңғыраҡ, шомлораҡ урманға үтә барған һайын Ансар, Ансар тип һөрәнләне. Бара-бара онотҡанда бер ҡояш сатҡылары күренеп ҡалһа, күккә ҡарап, Тәңренән, именлек, тереклек бир, тип һораны. Кемгә һораны уныһы билгеһеҙ ине. Үҙенәме, иренәме, әллә бөтә кешелеккәме? Һүрән генә нурҙарҙан шомо таралды.
Жак йорто урынлашҡан киң яланға имен-аман ғына килеп сыҡты. Тәүҙә һиҫкәнеп тирә-яҡҡа ҡарап торҙо. Ултырып хәл йыйырға булып китте. Күктә бер ни күрерлек түгел, болот та томан. Йыраҡта ут осҡондары, ялағай кеүек ялтырауыҡтар күренеп ҡала. Йәшен тиер инең, гөрһөлдәгән тауышы юҡ. Бар донъя шомло. Жак яланы икеләтә арттыра был күңел һыҡрауын. Ул берәҙәк ирҙән был тирәләгеләр бик ҡурҡып бармаһа ла, юл төшкәндә лә, былай ҙа бик килеп тә, инеп тә бармайҙар. Жак – йыһанда булған кеше, ниндәйҙер экспериментта ҡатнашҡан. Үҙ теләге менән. Роботҡа уның йөрәген ҡуйғандар, ә тере кешегә – тимер роботтыҡын, тип һөйләйҙәр. Шуға Жак ябай ер кешеләре менән уртаҡ тел таба алмай яңғыҙы йәшәргә урманға киткән, тиҙәр. “Әкиәттер уныһы, – Ансар шулай ти, – сәйер кеше хаҡында имеш-мимештәр күп була инде ул”. Юл төшкәндә уға ингеләп йөрөнө ире. “Беҙҙең һымаҡ ике ҡуллы, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан мужик инде. Армияла күп электрон китап уҡып, үҙ донъяһын булдырған. Шуға кешелектән ҡаса. Ҡасандыр, бик борон, буғай, Робинзон Крузо тигән сәйәхәтсе-ғалим кеүек яңғыҙ, аулаҡ утрауҙа ҡалғым, йәшәгем килә, тигән. Бик һөйләшмәй. Үҙе ашарға бешерә, кәзә тота. Компьютеры юҡ, радиоалғыс ҡына тоҡандыра ҡай саҡ. Ҡайҙандыр өс ҡағыҙ китап табып алған, шуны ҡат-ҡат уҡыйым, ти...” – Ансарҙан белгән бар мәғлүмәт ошо ине. Шуға унан бик ҡурҡып та барманы ҡатын.
Яланға сыҡҡас бер аҙ донъя яҡтырған кеүек. Ҡәҙимге көндәгеләй яҡтылыҡ булмаһа ла, ялан ситендә урынлашҡан берәҙәк йортон, унан бер аҙ ситтәрәк оло ҡая, тауҙарҙы төҫмөрләргә була әле. Шакира ағас ботағы һынған тауышҡа һиҫкәнеп китте. Берәй йәнлек йөрөймө әллә? Ансар түгелме? Ултырған еренән бер аҙ ҡалҡынып тауыш килгән яҡҡа күҙен төбәне. Тик ҡара томан араһынан бер ни сырамыта алманы. Үҙ-ара һөйләшкән кеүектәр, кешеләр шикелле. Тын да алмай, кемдәр булыр икән, тип көттө ҡатын. Был аслыҡтан, был билдәһеҙлектән кешеләрҙе үлтереп талап йөрөүселәр ҙә бар, тигән хәбәрҙәр ҙә таралғайны һуңғы йылдарҙа. Шулар булып ҡуймаһын тағын. Иремде табам, һыйырымды алдырмайым, тип үҙем үлеп ятмайым тағы, минһеҙ балаларым, ғәзиздәрем нишләр. Ипләп кенә ағастар араһына шыуышты ул.
– Арыманыңмы, алтыным? – яғымлы ғына ир тауышы яңғыраны.
– Юҡ, һин янымда саҡта һис тә арымайым.
Таныш тауыштар кеүек, эйе, Гвандоя менән Митхунға оҡшаған. Нисек улар? Ҡотолоу карабына юлланғайнылар түгелме һуң кисә? Бөтөнләй хафаға ҡалды ҡатын. Ергә сит планета вәкилдәре төшөп, кеше сүрәтенә инеп тә йөрөйҙәр тип тә күрһәтелә зәңгәр экрандан. Уларҙың күсермәһе булып ҡуймаһын, абау! Шакира боҫҡан урынында ултырыуын белде. Егет менән ҡыҙ ҙа яланға килеп сыҡты.
Улар ҙа туҡтаны, китергә ашыҡманылар. Сәйәхәтселәр кеүек тейәнгәндәр, ирҙең елкәһендәге йөк ярайһы ауыр ғына күренә, бер ҡулына ҡаҙан да тотҡан, оҙаҡҡа һәм ныҡлы йыйынғандар.
– Ялан да ғына ерҙең кәкүге юҡ, үҙ Уралҡайыма ҡайтайым. Тыуып ҡына үҫкән ергә ни етә, шулай бит?– егет кеше шат ине, үҙенсә нимәлер һөйләп йылмайып та ала. Артмаҡлаған йөгөн ергә төшөргәс, өҫтөндәге курткаһын сисеп йәйҙе, ҡыҙҙы ҡулынан тотоп ултыртты. “Оҙаҡҡа туҡтанылар”
– Ял итеп алайыҡ, – ҡыҙ аяҡтарын һуҙып кирелде. – Уралда ла кәкүк саҡырмаҫ инде хәҙер.
Бер нимәнән ҡурҡмай, һиҫкәнмәй ҡалай йөрөйҙәр! Эйе, улар, шикелле. Шулай ҙа ҡуҙғалырға баҙнат итмәйерәк торҙо ҡатын. Кем белә, кем ниндәй сүрәткә инмәҫ?
– Беҙ бәләкәй саҡта ошо ялан шау еләк була торғайны, ә хәҙер йәшел үләне лә юҡ, – ҡыҙ тирә-яҡты байҡаны. Шакираның шиктәре юҡҡа сыҡты: йәштәр битлегендә йөрөгән сит ил кешеһе булһа, бындағы хозурлыҡты белмәҫ, иҫләмәҫ ине... Һаҡ ҡына ҡалҡынды ла, һаулыҡ та һорашырға онотоп:
– Әллә самолетҡа һуңланығыҙмы, Гвандоя? – тине.
Йәштәр һикереп торғандарын да һиҙмәй ҡалды. Митхун тиҙ генә ҡыҙҙы ҡосағына алып, ҡаплай һалды. Ике ҡурҡыу ҡатыш аптыраулы ҡарашҡа Шакира уңайһыҙланып китте лә:
– Был мин, Шакира ла һуң, – тигән булды. Гвандоя, сибәр һәм аҡыллы Гвандоя, тиҙ үк үҙен ҡулға алды ла ҡатын янына килде, уны ҡосаҡланы.
– Барғым килмәне, яңғыҙым... Мин Митхун менән ҡалам. Атай менән әсәйгә әйтмә, йәме.
Ергә тағы ла барыһы ла йәйелеп ултырҙы.
– Арала берәү булһа ла иҫән ҡалыр тигәйнек тә.
– Яҙмыштан ҡасып булмай, апай. Кешелек бөтһә, күктә йөҙгән карап ҡына ҡотҡара алыр тиһеңме? Минең йәнем, күңелем бында, һеҙҙең янда ҡаласаҡ бит барыбер, һарғаясаҡмын унда, – олоғайып, аҡыл ныҡлы ултырып өлгөргән был ҡыҙға ҡарап, ғүмере менән шаярмайҙыр, тип уйланы Шакира.
– Хәҙер нишләргә уйлайһығыҙ һуң?
– Ташлыҡая мәмерйәһенә китеп барабыҙ. Донъя бөтһә лә, бөтмәһә лә шунда булабыҙ әлегә. Башҡа сара юҡ, – телһеҙ Митхундың да теле табылды. “Күрер күҙгә күркәм генә әҙәм икән дә, Николайҙың күләгәһендә бер мәмәй булып ҡына күренмәй йөрөгән”.
– Көн итергә Митхун кәрәк-яраҡ алған ул, теге ... тәүтормош кешеләре кеүек һунар итәбеҙ, ит өтөп ашайбыҙ, – был хәбәргә һаран ғына йылмайып ҡуйҙылар.
– Бар кешелек шунан башланған да... Көнгә ҡара, ниндәй ҡараңғы, бар донъя мәмерйә бит былай ҙа, – Шакира уларҙың ҡарарын хуплаймы, әллә юҡмы – аңлашылманы.
– Кешелек бөтмәһә, беҙ шунда йәшәйәсәкбеҙ, һунар итеп, йәнлек тиреләренән кейемдәр тегеп, мәмерйә таштарына һүрәт төшөрөп, балалар үҫтереп... – Митхун ҡанатланып-ҡанатланып һөйләне. Ихлас йылмайып, керһеҙ ҡараштары менән һөйгәненә күҙ һалып. Мөхәббәт телһеҙҙе лә сәсән телле итә тигәндәре хаҡ икән тип уйлап алды Шакира. Ауыҙынан бер һүҙ сыҡмай торғайны бынау ҡотһоҙ Николай ярҙамсыһының, ә?
– Әйткәндәй, тәгәрмәс һүрәтеңде алдым, Шакира апай, ташламаным. Мин уны мәмерйәнең иң күренеп торған урынына элеп ҡуям. Беҙҙән һуң киләсәк цивилизация уны шунда табасаҡ, әгәр ҙә-ә...
Митхун әҙәп өсөнмө, әллә ысынлап та хәлгә инерҙәнме, Ансарҙы һораған булды. Уны эҙләп килеп сыҡтым бына, тине Шакира. Хушлашыр алдынан Гвандоя тағы ныҡ итеп ҡосаҡланы уны, күҙҙәренә ҡарап:
– Мин Митхунһыҙ йәшәй алмайым. Карапта унһыҙ үләсәкмен. Ә тере мәйет, артыҡ йөк... унда нисек үҙемде йөрөтмәк кәрәк. Күрҙем, тип атайыма әйтеп ҡуйма, йәме, – тип ялбарҙы.
«Ер йөҙөнә күпме Зөләйха, Пенелопа, Ләйлә, Джульетталар... тыуҙы, күпме Йософ, Одиссей, Мәжнүн, Ромеолар... килеп китте. Мөхәббәт моңон ғашиҡ йәндәр бер-береһенә йырланы, күпме йәш йөрәк уны яңыртты һәм ул бөгөнгә тиклем беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй. Йәшәйәсәк тә. Шул моңдо түкмәй-сәсмәй улар артабан алып китергә тейеш тә, – тип уйлап тороп ҡалды Шакира. – Күҙ теймәһен үҙҙәренә, ел-дауылдар ҙа, ут-ғәрәсәттәр ҙә айырмаһын йөрәктәрен. Ер йөҙөндә илаһи мөхәббәт йәшәйәсәк әле».
Ҡыҙ менән егет бер аҙ барғас туҡтап торҙолар.Оҙатыусыға ҡул болғанылар. Шунан ҡапыл егеттең күкрәгенән ап-аҡ булып күгәрсен осоп китте лә, күккә талпынған ап-аҡ төҫтән донъя яҡтыра биргәндәй тойолдо. Ҡош йәштәр өҫтөнән елпенеп-елпенеп осто ла Митхундың яурынына килеп ҡунды, шунан улус яғына осоп күҙҙән юғалды.
– Юлдарығыҙ аҡ булһын, мөхәббәт ҡоштары, – тип уларға оҙаҡ ҡул болғап торҙо ҡатын.
Шакира һаҡ ҡына Жактың өйөнә килеп етте. Күңелен ҡурҡыу алды. “Эй, иҫәрмен, үҙем менән иптәшкә Митхундарҙы алып килһәм булмаймы һуң? Барыбер йәштәрҙе был Жак танымай, шуға Николайға ла ошаҡлай алмай. Башым эшләмәне. Улай тиһәң, мөхәббәт илендә гөр-гөр килгән илаһи заттарға был ҡотһоҙ йортто күрһәтеп тә... Үҙ юлдарында булһындар”. Эт- фәләне юҡмы икән ни? Өргән, шылт иткән дә тауыш булмағас, былай ҙа шомло донъя тағы ла хәүефле күренде. Ул ишеккә килде, ниндәйҙер йәнлек тиреһенән көпләнгән уныһы. Тотҡа тирәһендәге ус аяһындай урын, йөнө ҡойолоп, ялтырап киткән. Шул тирәгә йоҙроҡ менән һуғып алды ҡатын.
– Бармы бында берәйһе?
Тауыш-тын булманы, шунан кәзә баҡырған тауыш ишетелгәс, ҡапыл ишекте тартты ла, үҙе алдындағы киң һәм тәрән итеп соҡолған баҙға төшөп китә яҙҙы. Яңынан ишек яңағына терәлде лә:
– Бармы берәйһе? – тип ҡабатланы. Өй эсе ҡараңғы ине, ҡапылғара нимәнелер сырамытыуы ауыр. Шулай өйҙөң ҡаршы яғында, йәғни баҙҙың икенсе башында, өҫтәрәк торған карауаттан кемдеңдер ҡалҡыныуын күрҙе ҡатын.
– Күҙемә күренмәйһеңме? – тине ҡарлыҡҡан тауыш. – Тик кенә тор, кем һин? Атлаһаң атам, йә баҙға ҡолайһың.
“Атам” тигәненән ҡурҡты Шакира.
– Улустан килдем. Ансарҙы күрмәнеңме? Уның ҡатыны Шакира мин.
– Күрҙем, иҫәрләнгән ул... – Жактың хәбәре Шакираның күңеленә йылылыҡ өҫтәп ебәрҙе. Тимәк, тере. Иң мөһиме шул. Иҫәрләнһә ни. Хәҙер һыйырҙы тартып алмаҫтар.
***
Ансар урманға таң менән ҡуҙғалырға булды. Тәүҙә һарайына сығып һыйырына бесән һалды. Йәй аҙағында малды өйҙә көт инде, ниндәй заман, ниндәй зауыҡ! Урамға сыҡҡан мал һинеке түгел, һәр кеме тотоп ашарға йә бикләргә генә тора. Һуңынан һорашып та, юллап та таба алмайһың. Ә былай зарядлы йоҙаҡ һаҡлай. Ҡояш батареяларының ҡеүәте бөтһә, ул да эшләмәйәсәк. Шуға Ансар ярты йыл элек тимер бағаналар, тимер ҡалайҙар менән һыйыр торған урынды уратып ҡаплап ҡуйҙы, ике бәләкәй тәҙрәһе лә тимер рәшәткәле, үтерлек түгел, ныҡлы бункер булды һөт биреүсе малҡайға. Ир әле тағы ла бағаналарға һуҡҡылап уның ныҡлығын тикшерҙе. Ишеккә йоҙаҡ һалғас, тартҡылап ҡараны. Күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайҙар хәҙер һыйырҙы ла, аҙығын да. Бесәнде үткән йәй мул ғына тырыштырғайны, унан бигерәк витаминлы он тип Ҡытай аҙығын тонналап алып ҡалғайны, бишенсе йыл шуның менән малының күңелен күрә. Иҫке бесәнгә, башҡа ҡара-ҡороға шуны бутап бирһәң, һәүкәштәрҙең тамағына үтеп китә. Һыйыр тиһәң дә, наҙланып киткән саҡтары ла була уның. Ә бына был он допинг кеүек, бер ус ҡушаһың, алдындағын ялап тигәндәй ҡуя. Һөтө лә кәмемәй. Әлбиттә, һөттә лә, иттә лә сәйер бер тәм барлыҡҡа килә, тик ... бөтөнләй булмағандан булғаны ҡәҙерле. Ансар һыйырының ашағанын оҙаҡ ҡарап торҙо.
– Джордж үҙенең малын нисек үҙе һуйҙы икән? Минең ҡул бармаҫ ине. Ул ни бисәңде салған кеүек... – аңлайышһыҙ һүҙҙәр һөйләп, һәүкәштең муйынын тырнаны, баштарын һыйпаны. – Һине ҡалдырам, Сыбарҡай. Сөмбөлөмә, Азалияма һөтөңдө йәлләмәй генә бир, йәме. Ҡыҙғанма. Бер ғүмер эсендә ни, Хоҙай шуның өсөн һиңә елен биргән, ә миңә – йөрәк, ата йөрәге...
Бисәһенең өйҙән сыҡҡанын ишеткәс, тынып ҡалды ир.
Шакира һауым аппаратын розеткаға тоташтырҙы. Батарея көсө етмәне, быҡ-быҡ килде лә аппарат эшләүҙән туҡтаны.
– Ҡул менән... – тип ҡатын һыйыр янында сүкәйҙе.
– Мин бөгөн, ысынлап та, шыршыға барам. Тамыры менән соҡоп алып ҡайтам, – иренең тауышына уяныр-уянмаҫ йөрөгән бисә тертләп китте.
– Йөрөйһөң кеше ҡурҡытып, таң һарыһынан.
– Беҙ белгән, беҙ күргән таң һарыһы барҙыр хәҙер... Һарай ишегенең асыҡ икәнен шәйләмәнеңме ни?
Һөт тамсылары биҙрә төбөнә татлы ғына булып ҡағылып, йырын һуҙа башланы. Илаһи тынлыҡты илаһи тауыш боҙа. Һыйыр ғына бесән көйшәүен белде. Фани донъя ағышы моңон тыңлап торҙо ла ир кеше өйөнә табан атланы. Сисенеп тә тормайса, балалары йоҡлап ятҡан бүлмәгә инде. Ҡулдарын ташлап йоҡлап ятҡан Сөмбөлөнә ҡарап тороп күҙҙәренә йәш тығылды. Иҫте юйыр матурлыҡ, камиллыҡ, донъяһын онотоп, бер ниндәй хәүеф тоймай ирәйеп йоҡлап ятҡан баланан да ҡәҙерлерәк, илаһираҡ ни бар был фанилыҡта. Шуны күрер, шуны татыр өсөн генә был донъяға ун, йөҙ тапҡыр тыуырлыҡ.
Ансар түҙмәне, танауын, маңлайын балаһының башына, сәсенә терәне, кинәнеп уны еҫкәне. Сабый йоҡо аралаш йылмайып, урынынан ҡуҙғалып ҡуйҙы. Азалияһы, һыуыҡтанмы, үҫешеп килгән аңы шулай һаҡланыу сараһын күреүеме, бөгәрләнеп кенә ятҡан. Ипләп ябындырып, сәстәренән һыйпаны, арҡаһын һөйөп яратып алды. Уяныр-уянмаҫ ятҡан бала, атаһын күреп, ике ҡулын һуҙып уны муйынынан ҡосаҡлап алды ла шул килеш тағы мышнап йоҡлап китте. Атай кеше йоҡоһон бүлдермәйем тип, шулай “тотҡон” килеш бер аҙ балаһының йылыһын тойоп, тыныс ҡына типкән бәләкәй йөрәге һулышын ишетеп ҡуҙғалмай ҡатып тора бирҙе. Шундай илаһи донъя нисек бөтөргә мөмкин икән һуң? Нисек мин ошо алтындарымды... күҙ алдымда юғалта алам. “Мин китәм, кире ҡайтмайым, балам. Мин ҡурҡам, һеҙҙе юғалтыуҙан ҡурҡам,” – тип шыбырланы. Бала мышнап йоҡлауын белде. Ул ҡыҙының ҡулдарын айырып ипләп кенә торҙо ла, усы менән битен ҡаплап, уйға батып, сабыйҙарына бармаҡ араларынан ҡарап оҙаҡ ҡына ултырҙы. Ҡулына Сөмбөлдөң ыҡсым ғына, усҡа һыйыр баш кейемен алды. Шакира сигеп ҡыҙыл сәскә биҙәк һалған, шул ут кеүек яна. Уны еҫкәп, битенә терәп ултырҙы ла, ишек тауышы ишеткәс, аңғармаҫтан кеҫәһенә һалып ҡуйҙы. Алғы яҡҡа сыҡты. Юл ыңғай Скотты яҡшылап ябындырҙы, уның да арҡаһын наҙлы ғына итеп һыпырҙы.
Бисәһе менән тыныс ҡына кофе һемерҙеләр.
– Оҙаҡламаҫһыңдыр ул, – тине Шакира шулай ҙа. Яуап оҙаҡ булманы. Тынлыҡ ҡолаҡтарҙы ғына түгел, бар донъяны баҫып емереп килгәндәй тойолдо.
– Белмәйем. Шыршыны табыуы ҡыйын булмаҫ та... Донъя бөткәнсе ҡайтып өлгөрмәһәм...
– Нимә-ә? – ҡатын нимәлер һиҙенгәндәй ҡапыл һораны.
– Ҡасан бөтөрөн белеп буламы ни?
– Нимәнең? Ғүмерҙеңме?
– Юҡ, донъяның, шуға... балаларҙы һаҡла.
– Һаҡла? Нисек итеп?
– Нисек итеп, – ир ни әйтергә белмәне, тағы ҡабатланы, – нисек итеп, нисек итеп... Әсә кеше белә нисек...
Тағы тынлыҡ урынлашты. Балтаһын биленә ҡыҫтырырға ниәтләнде лә, ҡыҫтырманы, мылтығын иңенә һалырға уйланы – алманы. Элегерәк яҡшыраҡ заман булһа, был олатаһынан ҡалған боронғолоҡ ҡоралдарына былай ҙа тейеп тә ҡарамаҫ ине, ә батарея менән эшләгән еңел ҡулбысҡыһы, тоҫҡап ата торған лазерлы еңел пистолеты ҡеүәтһеҙ, эшкә яраҡһыҙ булып ҡоралдар базаһында ята.
– Өс киҫәк икмәк, бер аҙ май һалам, , – тип ҡалҡынды ҡатын. –Термосҡа сәй яһайым.
– Кәрәкмәй, бөгөн әйләнермен, оҙаҡламам, – тине ире. Эйе, балаларҙың ауыҙынан тартып алыр шаҡшы атай булмам, түҙермен әле. Һәр ҡабым ризыҡ ҡәҙерле бөгөн, тип уйланы.
Ауылды сыҡҡас, урман яғына юлланды. Тәүге түбәгә менеү менән аяғын салып ултырҙы. Тыуып үҫкән еренә ҡараны.Теҙелешеп ултырған өйҙәр көл төҫөндәге ҡараңғылыҡҡа (әллә яҡтылыҡҡа) сумған. Ауыл башындағы ҡасандыр балҡып, бар нурҙы, яҡтылыҡты үҙенә саҡырып ятҡан ҡояш батареялары һүнеп ҡарайып ҡалған, йыраҡтан ҡараһаң, ҡара янып көл-күмергә ҡалған ерҙе хәтерләтә. Ситтәрәк урынлашҡан ике ҡатлы “Аппаратная” бинаһы бер ҡарасҡы төҫөн алған. Бер нисә ай элек кенә шунда эшләгән Ансарға был күренеште күреү күңелендәге былай ҙа аҡылдан яҙҙырыр оло хәүефкә түҙә алмаҫлыҡ фажиғә өҫтәне. Ҡояштың һүрән нурҙары Ер шарын ҡаплап килгән Ивәл(evil) саңын үтеп инә алмай хәҙер. Кире ҡайтмаясаҡ Ансар бында. Эшенә лә, ауылына ла. Ул шулай хәл итте. Донъялағы иң ҡәҙерле, иң ғәзиз урындың тамуҡ мөйөшөнә әйләнгәнен күргеһе, иң ҡәҙерле, иң ғәзиз, үҙ йәненән дә артыҡ булған кешеләренең күҙ алдында күҙгә ҡарап йән биреүен аңына ла, күңеленә лә һеңдерә лә, был тамашаның шаһиты ла була алмай ул. Көсһөҙ булып, йүнһеҙ булып ул шулай яҡындарынан ҡаса. Асылда үҙенән ҡаса.
“Эх, ошо йөрәк тигәнең! – ир күкрәген ышҡып алды. – Ниңә подшипниктағы бер шарик ҡына түгел икән? Ошо тауҙан ауылға табан ғына тәгәрәтер ҙә ебәрер инем. Ҡалыр ине шунда, ә кәүҙәм, бар булмышым урманға ҡасыр ине”.
“Юҡ, мин ҡош булам. Бар донъямды онотоп, күктә осам”. Ир кеше ҡулдарын ҡанат итеп йәйҙе лә елпеп-елпеп осорға тотондо. Үҙе шәп итеп йүгерҙе, үҙе аҡырып көлдө. Һөрлөгөп барып төшһә, ҡатҡан ерҙе бармаҡтары менән соҡоп ала ла тирә-яҡҡа һелтәй, мин ерҙә түгел, мин күктә оса-ам, тип тағы йүгерергә тотона. Тағы ла шул хәл ҡабатлана. Бармаҡтарының тырнаҡтары аҫтынан ҡан һарҡып сыға. Ул ауыртҡанын да һиҙмәй. Мин ерҙә түгел, мин күктә, тип йүгереп урманға килеп инде Ансар. Унда осраған һәр ағасты туҡмап, һуғып үтте. Мин ерҙә түгел, мин күктә осам. Мин ҡош, мин ҡош, мин ҡош тип һамаҡланы ла йүгерҙе, һамаҡланы ла йүгерҙе. Хәле бөтһә ағастарға тотоноп торҙо, сут-сут тип ҡысҡырып маташты, кипкән ауыҙынан күперектәр сыҡты. Ҡулдарын йәйеп тағы йүгерҙе, тағы йүгерҙе. Яланға хәле бөтөп, күҙе аларып килеп сыҡты. Сыҡты ла ергә ҡапланды. Оҙаҡ мышнап илап ятты. “Бөтмә, китмә, Ерем минең! Үлмә, зинһар!” Ҡанаған бармаҡтарын, һынған тырнаҡтарын ергә батырҙы: “Үтенеп һорайым, туйындырыусы ла, йәшәтеүсе лә һин бит, Ерем. Балаларым хаҡына, бисәм хаҡына, үлмә, бирешмә!” Сиҙәм ерҙе еҫкәп оҙаҡ ятты ир, атай, ер кешеһе. Ситтән Жактың күҙәтеп тороуын да белмәне лә, һиҙмәне лә. Айыу тормаймы икән.
Тупраҡтан, сиҙәм ерҙән еүешләнеп, ҡарайып бөткән ауыҙ-моронон еңе менән һөртөп алды. Тирә-яҡҡа баҡты. “Һин ишетәһеңме ул мине, Ерем! – тип ҡарлыҡҡан тауышы менән ҡысҡырҙы. – Ишетәһеңме? Һин үлһәң, һинең менән бергә Сөмбөл дә, Азалия ла, бына ошо, – тағы бармаҡтарын батырып сиҙәмде аҡтарып алды. Бармаҡ араһынан селәүсен һуҙылды, – үлән дә, эйе, бына ошо селәүсен дә юҡҡа сығасаҡ. Мин дә булмаясаҡмын. Һин уйлана беләһеңме ул, ерем минең? Һин ҡыҙған кешеләреңде, тереклекте йәллә әҙерәк. Үлмәй тор. – Һуңғы һүҙҙәрен ҡәтғи әйтте. – Мин – ер кешеһе, һиңә бойорам!”
Оҙаҡ тын ғына ятты Ансар. Бик оҙаҡ, эсенән тағы нимәлер мығырҙаны. Шунан Жактың өйөнән уң яҡҡа киткән юлға төштө лә урман эсенә инеп китте.
Берәҙәк Жак таныны уны. Эйе, Ансар. Урманға юлы төшкәндә ингеләп йөрөй торғайны ул. “Башына ниндәйҙер бәлә килгән ахыры, бик бәргеләнә”, тип уйланы. Артынан эйәрҙе.
Жак был утарҙа тиҫтә йыллап йәшәй. Яңғыҙы. Бер кем менән осрашмай ҙа, һөйләшмәй ҙә тиерлек. Өйөнә инеп сығыусылар булһа, ҡабул итә, тик унда ла “эйе-юҡ”тан артыҡ һүҙ әйтмәй. Бар иптәше – уның кәзәләре. Өс-дүрт кәзә аҫырай. Уларҙы өйөндә тота, дөрөҫөрәге, торған ҡорамының бер яғында оло баҙ ҡаҙылған, ана шунда көн итә мәхлүктәре. Юғалмаҫҡа һәйбәт, бүре-фәләндән дә ҡурҡаһы түгел, ике аяҡлы йыртҡыстан да. Күҙе алдында. Еҫләнеп китә инде ҡай саҡ, аҫтын таҙартып торһаң, улай уҡ насар ҙа түгел. Үҙенең ашап-йоҡлап йөрөгән бүлмәһе айырым. Тик сығыр ишеккә ошо баҙ өҫтөнән үтергә кәрәк. Ике таҡта аша. Ул һаҡланыу сараһы ла. Ишекте бикләп, үҙ бүлмәһенә үткәс, таҡтаны был яҡтан нәҙек арҡан менән тартып күтәреп ҡуя. Бур йә башҡа айыу-фәлән емереп килеп инә ҡалһа, Жак яғына тиҙ генә үтә алмай, тәүҙә баҙға ҡолап төшәсәк. Хужа яғына ул тәрән соҡорҙан килеп сыҡҡансы һәүетемсә ваҡыт үтәсәк, ә ул арала Жак ҡулына ҡоралын алып ҡына түгел, атып та өлгөрәсәк. Ана шулай һаҡланыу сараһы булараҡ эшләнде был тәрән баҙ. Йәғни кәзәләр ояһы. Ә уларға, көндөҙ тышҡа сығып ашап йөрөп килһен өсөн, өҫкә күтәрелергә үҙ яһалмаһы бар. Тәҙрә лә тик ул бүлмәлә генә, уныһы тимер рәшәткә менән нығытылған. Шулай йәшәй, шулай һаҡлана Жак. Айына, йә ике айға бер пенсия аҡсаһын ККП-лағы контораға барып ала ла, ашарға тейәнеп, ҡайта. Тик бына биш ай инде аҡсаһы ла, аҙығы ла юҡ, булмаясаҡ, тинеләр. Шуға күрә ул яҡҡа юлы төшмәй хәҙер. Ҡышын хәстәрләп ҡаҡлаған иттәре, йыйған үләндәре менән көн итә. Ә шифалы, ҡуйы кәзә һөтөнән айырылғаны ла юҡ. Ҡалған берҙән-бер оло кәзәһе һауҙыра әле. Уның ике бәрәсе бар. Тәкәһе генә быйыл ҡазаланып ҡуйҙы, шуға һуйырға тура килде. Ваҡыты еткәс, ККП-ға барып, быныһын аталандырып ҡайтырға тура киләсәк. Малһыҙ йәшәү үлемгә тиң бында. Бесәне етерлек, шуныһы күңелде йыуата. Кәрәкһә ағас ҡайыры, бөрө йә әкәлә йыйып килтерә ала.
Туйындыра бына ошо мәхлүге, юғиһә күптән аяҡ һуҙған булыр ине берәҙәк. Серен дә, һөйләр һүҙен дә уға мөгөрҙәй ул. Иртән торғас та, бүлмәһенең ишеген асып ебәрә лә хәбәр һала: “Йә нисек йоҡланығыҙ, Муська, шандрапаларың шаярып туйҙымы әле?” “Һеҙ һағыҙ сәйнәгеҙ, мин сәй эсәйем, – тип һөйләнә, бер аҙ мейесе янында булашҡас. – Беҙ хатта йыһанда осҡан саҡта ла бына бындайын да татлы, шифалы сәйҙәр булманы. Ләкин ашау шәп ине. Ә кәзә һөтө, унан да туҡлыҡлы нимә бар, ә? Әйт әле, кәзәкәйем минең.”
Улар менән үҙенең яңғыҙлығын да тоймаған кеүек. Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәре бөткәс, ул электрон китаптарға йәбешә, йә радиоалғысы аша аҡыртып музыка тыңлай. Тик яңылыҡтар түгел. Быныһы уның төп принцибы: һин – йәмғиәттән, донъя һинән азат. Ер шары ҡыйралып бармаймы икән? Әлбиттә, күпте белә, күпте төшөнә ул...
Һуғыш йә хәрби темалар хаҡында уйланып (ир ҙәһә), фекер ебен бер төйөнгә төйнәргә булһа, әле ул саҡта имен йөрөгән Тореро исемле тәкәһе менән “әңгәмә” ҡора ине. “Бөйөк Македонский, стратег Ганнибал, атаҡлы хан Сыңғыҙхан, полководец Суворов, генералиссимус Сталин, фюрер Гитлер, император Наполеон, диктатор Кем Чен Ир булған тарихта, их һин уларҙы белмәйһең,Тореро, белһәң, дошмандарҙы нисек һөҙөргә самалар инең дә. Ә улар һөҙгән, ишеү нисек төкөгән, күпме әҙәмде ҡырған, күпме кешелекте зар илатҡан... Шул тарих, уларса, кешеләрсә, хәрбиҙәрсә” Оҙаҡ ҡына янған утҡа ҡарап уйланып ултыра ла артабан дауам итә: “Уйлаһаң, homo sapiens, аңлы зат ғүмер буйы төкөшөп, бер-береһен үлтереп киләсәкте тыуҙыра. Йәнәһе. Һуң сәскәнең, орлоғоң һуғыш булғас, үҫкәне, урғаны тыныслыҡ булмай уның. Кишер була. Ә һин, Тореро, һөҙ, төкө әйҙә, нығыраҡ, ҡыйыуыраҡ. Һин төкөгән һайын беҙҙең матур ғына бәрәстәребеҙ тыуасаҡ. Ха-ха... Төкө, төкө, ана шулай”, – кәзәләрҙең киләсәк быуынды хәстәрләп бер-береһенә артмаҡланып ҡылынған хәрәкәттәрен ҡарап, иҫ киткес ләззәт алып, шашып көлөргә тотона. Хатта мәхлүктәр тертләп китә.
Ә Муська менән ул наҙлыраҡ темаға, мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында “һөйләшә”. “Кәзәкәйем минең, “ми-ки-ми-ки”нан башҡа бер ни белмәйһең, уҡырға-яҙырға өйрәнһәң икән. Юҡ, кәрәкмәй, наҙан һәм идиот булыуы еңелерәк тә хатта.Шулай ҙа йәлһең һин миңә, – ошондай аңлайышһыҙ һүҙбәйләнештәр менән башлай ул әңгәмәһен. Үҙе ысын мәғәнәһендә нәфис әҙәбиәтте, юғары сәнғәтте яратҡанғамы, был өлкәләге “туңбаштар”ҙы кәзәгә тиңләй ине элек. Тик артыҡ күпте белеүе йәмғиәттән тулыһынса азат булырға ҡамасаулауын да аңлай. Шуға һәр саҡ белгәндәрен онотҡоһо, онотолғоһо килде лә... Тик кеше аҡылы, күңеле, ашау-эсеү менән генә түгел, хәтере менән дә йәшәгәнен дә белә ине ул. Шул хәтере уға ярҙамсы ла, дошман да бөгөн. – Яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡыған һайын илағы, көлгө, хатта мәғәнәле итеп йәшәге килә. Һин шуларҙан азат, шуға һин минән бәхетлерәк, кәзәкәйем минең. Яңғыҙлыҡта ла мәғәнә бар. “Мин Робинзон Крузо, мин яңғыҙым бер утрауҙа тиһәм, һин, Муська, мине аңлайһың иве-ет. Аңлайһың, һин дә аңламаһаң, мин ул утрауҙы ташлап ҡасасаҡмын. Һин илар инең, көлөр инең һәм кәзә лә булмаҫ инең. Ә мин – кеше, уйланам, иҫәрләнәм... “Машина времени” китабын уҡымағанһығыҙ. Герберт Уэллс ваҡыт машинаһында сәйәхәтсене 802701 йылға алып барып ташлай... Беләһеңме, ул ваҡытта ла кеше ҡурҡҡан, эйе, ҡараңғынан ҡурҡҡан. Ҡояш бөтһә, беҙгә барыбыҙға ла “каюк”.
Кәйефле, ҡанатлы саҡтарында Жак музыка тыңлай, кинәнеп, донъяһын онотоп һәм, әлбиттә, Муська әхирәтен юғары сәнғәт менән дә таныштырырға онотмай. “Муська-а, мин бөгөн Хосе Каррерас, ә һин беләһеңме кем, һин – Монсеррат Кабалье, әйҙә улар булып һуҙабыҙ, оһо-һо, һиндә тенор көслөрәк, һуҙа бир, һуҙ, һуҙ тағы. Муська, һинеке килеп сыға. Ә бына Фрэнк Синатра бөтөнләй үлтерә, бына тыңлап ҡара” – һәм ул бар өйөн тултырып музыка аҡырта. Ә кәзә мөйөштә көйшәп ятыуын ғына белә. Хет үткән быуаттағы Кобзон аҡырмаймы икән!
Шулай һөйләшеп йәм тапты, шулай кәзәләр менән серләшеп, фекерҙәре менән уртаҡлашып теленән дә, зиһененән дә яҙмаҫҡа тырышты.
Телһеҙ ҡалған саҡтары ла булды. Күңелһеҙләнеп китһә, Эйнштейн менән Циолковскийҙы һүгергә тотонор ине. “Бөтәһен дә белгәндәр, йыһанды күҙәткәндәр, Тәңренән бүләккә баш етмәҫ аҡыл алғандар, ә кешелек һаман ерҙә һәм ҡояш системаһында ғына тапана, йәл... Джордано Бруноны яндырмаҫҡа кәрәк булған да...” Ошондай уйҙарынан һуң аҙналар буйы һөйләшмәй ҙә, көйләмәй ҙә йөрөй Жак.
Космос тигәнен алдамай ул. Бруно, Уэллис Герберт, Синатра тигәнен дә шапыртмай. Уларҙы уҡып, тыңлап үҫте, үҫеште. Заманы өсөн алдынғы ҡарашлы шәхес ине. Эйе, Жак ике тапҡыр йыһанға осҡан, Айға барғанында хатта аҙан тауышы ишеткән. Уның тураһында шулай, тиҙәр. Икенсе осҡанында, бынан ун туғыҙ йыл элек, ҡояш артынан оло болот кеүек ғифритты иң беренсе булып ул күрҙе лә Ергә хәбәр итә һалды. Ебәрелгән һүрәттә һәм видеола улай уҡ ҡурҡыныс күренмәне. Тик йөрәге менән Жак ныҡ һиҙенгәйне, ул ғифрит, барыһын да йотасаҡ аждаһа. Астрономиялағы һәр йондоҙҙо, һәр нөктәне, һәр күренеште биш бармағы кеүек белгән йыһангирға ул бик сәйер тойолғайны. Ерҙән, шунда уҡ оптик иллюзияға һылтанып, артыҡ иғтибар бирмәҫкә саҡырҙылар. Һәм айышына төшөнмәйсә тороп, был турала бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәҫкә ҡушылды. Һуңынан ул тарафтарға иҫәп-һанһыҙ ер юлдаштары, осорола башланы, “Хаббл”дарҙың “күҙҙәре” шул тарафтарҙы байҡаны.
Тик Ергә төшкәс интервью биргәндә шул турала өндәште шул Жак, эйе белеп еткерҙе күргәндәрен. Фараз, уйҙырма тип кенә ҡараған билдәһеҙ Х Планетаһы менән ул бик ҡыҙыҡһынғайны. Шуға йыһанға сыҡҡанда үтә ныҡ тойомло телескоптан һәр саҡ ул килеп сығыр яҡҡа күҙ һалғыланы, үҙенең иҫәпләп сығарған фараздары буйынса Юпитер тарафынан килеп сығырға тейеш ине. Һәм яңылышманы ла шикелле, шул яҡтағы сәйер таптар шуның билдәһе түгелме тип кенә фаразын еткергәйне. Яңылыҡ аса йәнәһе берәү, ә уны серле фәнни асыштар үҙәктәре күптән белгән һәм уның менән шөғөлләнгән булғандыр ҙа, тик паника тыуҙырмай торайыҡ әле тип өндәшмәгәндәрҙер. Ә ул, шәп кеше, Ивәл(evil) ысынлап та, бар, ул Ергә килә, уның гравитация йоғонтоһо бар тереклекте юҡҡа сығарасаҡ, тип яңылыҡ асмаҡсы булды. Ул үҙенең шулай шикләнеүҙәрен генә белдергәйне, сенсация артынан ҡыуыусы журналистар, космонавт билдәһеҙ Х Планетаһын күргән, дәүләт беҙҙән ысын мәғлүмәтте йәшерә, тип яҙып сыҡтылар. Жак тәүҙә герой кеүек күренде халыҡта, шунан уның фараздарын да, фекерҙәрен дә юғары инстанциялар дәлилләп кире ҡаҡҡас, атаҡлы йыһангирҙан алдаҡ ғалимға әйләнде. Профессионал булмаған белгеслектә ғәйепләнеләр. Ә йыһанда осҡан, бар ғүмерен шуға арнаған оҫтаға был мәсхәрәнең дә мәсхәрәһе ине. Бар донъяла паника тыуҙырыуҙа һәм дөрөҫ булмаған мәғлүмәт таратыуҙа ғәйепләп, уны команданан ҡыуҙылар.
Тәүге көндәрҙә нишләргә белмәй, барҙарҙа һыра һемереп, күңел асып көн күргән, йыһангир, тора-бара сәйәхәт итергә тотондо. Ер барыбер бөтәсәк, күреп ҡалайым исмаһам. Шул саҡта, йыһан, Х Планетаһы хаҡында ла фәнни мәҡәләләр, Ер шары бөтһә, нишләргә тип уйланып, хеҙмәттәр ҙә яҙҙы. Тик һары матбуғаттан башҡа, етди фәнни нәшриәттәр тарафынан барыбер иғтибар булманы. Баҫтырып сығарыусылар табылһа ла, сенсация тыуҙырманы, ҡәҙимге фантастик әҫәр булараҡ ҡабул ителде. Һәм шул саҡ уға ... был донъянан һыҙланыуһыҙ китеү идеяһы тыуҙы. Ул бик ябай ҡағиҙәгә ҡайтып ҡалды: үткәндәрҙе оноторға, яңыларын булдырмаҫҡа. Йәғни оло донъя, оло ер шарында яңғыҙ, бөтөнләй Яңғыҙ ҡалырға. Һин һәм Ер шары. Юғалтыу була икән, Һыҙланыу ҙа, Үкенеү ҙә булырға тейеш. Уның юлы бер, үҙеңде барыһынан да азат итеү, изоляцияға ҡасыу.
Үҙенең йәмғиәттә кәрәкһеҙ кеше икәнен дә аңлағас, әлеге яланды һатып алды ла бәләкәй йылға буйында йорт һалып инде. Пенсия аҡсаһы мул ине, шуға бында төйәкләнеп китеү бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырманы. Тәүге йылдар тәбиғәт телен аңларға тырышып, урмандан ҡайтышманы, китап яҙҙы, һуңынан дини китаптар уҡыны. Донъя бөтә ҡалһа, ул ғына ҡотҡарыр тип уйланы. Шунан ергә һәләкәт килеүҙе беренсе булып хәбәр иткән кеше Аллаһ һүҙен һөйләй аламы, тип шиктәр дауылында солғанды. Билдәһеҙ Х Планетаһы тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй башлағастар, уға журналистар йыш килде, тик ул бер һүҙ ҙә әйтмәне. “Хәҙер һеҙ белгәнде мин белмәйем инде,” – бар яуабы шул булды. Мин кешелектән ҡастым, мине бимазаламағыҙ тип, мылтыҡ атҡан саҡтары ла булды. Шунан һуң ғына килеүселәр кәмене.
Бына шул Жак, аҡыллы ла Жак, сәйер ҙә Жак алйыған Ансар артынан эйәрҙе. Юлы Аҡ тирәккә алып килде. Был тарафта иң бейек ағас, был тирәнең күрке ул тирәк. Һунарсылар, ғәҙәттә, бында килеп унан фатиха алып китә. Ул шаулаһа, ямғыр йә дауыл ҡуба. Ә тыныс ҡына япраҡтарын ҡояшҡа ялтыратып, донъяға бағып, иҙрәп ултырһа, ысынлап та, бар тирә-йүнде һиллек баҫа. Өйрәнеш буйынса килгәндер Ансар ҙа. Жак ипләп кенә яҡынлашты. Алйыған ирҙән һиҫкәнде, нимә генә ҡылып ҡуймаҫ тимә.
Тирәк төбөнә ултырған да нимәлер мөңрәй. Моңло мөңрәй. Синатра түгел, шулай ҙа йәнгә үтә. Ҡыҙы-ыҡ. Ҡулына, дөрөҫөрәге ҡуйынына түмәр ҡосоп алған. “Юлда килгәндә эләктергәнме? Бая ҡулы буш ине. Яҡын барһаң, һелтәп тә ебәрер. Ҡалай бая ерҙе аҡтара, үҙе аҡыра ине. Торғаны менән яраланған айыу. Алйотланған был”.
– Әлли-бәлли, бәпәйем,
әлли-бәлли, бәпәйем,
Йом-йом күҙең, йондоҙом,
Минең бәләкәй ҡыҙым.
Йоҡла тыныс, былбылым,
Йоҡла рәхәт, күҙ нурым.
Йоҡла, балам, йом күҙеңде,
Әлли-бәлли, бәү!
Мин һаман да һинең янда,
Әлли-бәлли, бәү!
“Бишек йыры” түгелме? Эйе. Ҡалай моңло. Алйотланған кеше шулай моңло, ипле итеп йыр һуҙа аламы? Түмәренә ҡыҙыл бау ҙа бәйләгәнме? Ю-юҡ, башлыҡ кейҙергән түгелме? Сабыйҙар кейеме. Ҡыҙы-ыҡ”. Түҙмәне, алдына сыҡты Жак. Бәлки, кешегә ярҙам кәрәктер.
Жакты күрҙе ир. Уға йәшләнгән күҙҙәре менән оҙаҡ ҡарап торҙо Ансар. Түмәрҙе ҡыҫа тотоп тағы бәүелтте:
– Йоҡла, балам, йом күҙеңде, әлли-бәлли, бәү! Мин һаман да һинең янда, әлли-бәлли, бәү! Ҡурҡма, бер нәмәнән дә ҡурҡма, балам, мин яныңда. – Был юлы моңло итеп көйләмәне, ә йөрәк өҙгөс йәлләткес өн сығарып шулай һөйләнде. Жак уның янына яҡын барманы, ҡуҙғалмай торҙо. Ансар башын эйеп, түмәрҙе ҡосоп ултырыуында булды. Шунан ҡапыл башын күтәрмәй генә Жакҡа ҡәтғи өндәште:
– Был һәләкәтте һин алып килгән, тиҙәр, дөрөҫмө?
Жак өндәшмәне.
– Ивәл(evil)де һин саҡырҙыңмы? – тип ҡысҡырҙы Ансар. Жак ҡуҙғалманы ла, ауыҙын да асманы.
– Ауыҙыңа һыу ҡаптыңмы? Ерҙе үлтереүсе. Тамуҡта янасаҡһың.
Был һүҙҙәр Жактың йәненә тейҙе. Ныҡ тейҙе. “Йыһанда мин уны күрҙем генә, тик ергә саҡырманым” тип әйткеһе килде. Ысынлап та, ауыҙына һыу уртланы, өндәшмәне. Яуап бирһәң дә, аҡланһаң да... – барыбер аңламаясаҡтар. Киреһенсә, баяғы уйын нығытасаҡһың ғына.
– Уларҙың үлгәнен күргем килмәй. Джордж һымаҡ улай үҙ ҡулым менән үлтерә алмайым. Сөмбөлөм, Азалиям... Нимә тип таптыҡ беҙ һеҙҙе? Ул саҡта уҡ донъя бөтөүе хаҡында хәбәрҙар инек би-ит. Үлтерер өсөнмө ни? – Ансар битен ҡаплап ултырҙы.
Жак түҙмәне:
– Миңә сит планета вәкилдәре килде, – тине. Тыныс әйтте, ябай хәбәр ише белдерҙе. Ир һиҫкәнде, усын битенән алды. Ҡыҙарған күҙҙәре менән өмөтләнеп уға ҡараны:
– Нимә тинеләр?
– Йыһанда, сикһеҙ йыһанда, – ҡулын өҫкә әйҙәне, – йөҙҙәрсә, меңдәрсә цивилизация көн күрә. Берәүһе бөтә, берәүһе тыуа, йондоҙ атыла, яңыһы барлыҡҡа килә... Уның өсөн, Йыһан өсөн, күктәге Тәңре өсөн, ул бер иҫнәп алыу ғына. Шуға юҡҡа борсолма. – Был һүҙҙәре менән ул, Ансарҙы тынысландырырға түгел, киреһенсә, мәсхәрәләргә, атай күңелен иҙгеләргә теләне.
– Нишләп улар беҙҙе ҡотҡармай, йә үҙҙәренә алмайҙар? Әйттеңме һин? – Ансарҙың йөҙөндә йәнлелек һиҙелде.
Жак көлөмһөрәне, сырт итеп берҙе төкөрҙө.
– Юҡ әйтмәнем. Ерҙә цивилизация юҡ. Беҙ, кешеләр, уларға бер селәү, ерҙе тишеп йөрөгән аңһыҙ, быуынһыҙ селәүсен генә. Хәжәтебеҙ юҡ уларға ла. Ю-юҡ!
– Әшәке әҙәм һин, йөрәкһеҙ, үҙең һин селәүсен, – һуңғы өмөттәре лә өҙөлгән Ансар боролоп тирәккә һыйынды, уны ҡосоп маташты. Боролғанда ҡосағынан түмәре төшөп, ситкә тәгәрләп китте. Жак һаҡ ҡына уның янына килде лә бер башына балалар башлығы кейҙерелгән түмәрҙе ипләп кенә ҡулына алды. Башлыҡҡа ҡарап һоҡланып торҙо, ҡыҙыл сәскә биҙәк төшөрөлгән, балҡып торған йондоҙмо ни! Үҙенең дә ҡулдары ҡалтырағанын тойҙо. Ниндәйҙер әсе төйөр тамағы төбөнә тығылды.
– Мин ҡастым, мин урманға ҡастым. Яҙмышымдан ҡастым. Балаларым, һеҙҙән ҡастым. Туҡтатығыҙ ерҙең әйләнешен, төшөп ҡалам, был минең туҡталыш, – Ансар ҡан уҡмашып ҡарайып киткән ҡулдары менән ағасты “туҡманы”. Уның йән өшөткөс тауышынан Жакҡа тағы ла ауырыраҡ ине. Ул ирҙең яурынына усын һалды. Ансар боролоп үтә лә меҫкен ҡарашын Жакҡа төбәне. Берәҙәк уға түмәрҙе һуҙҙы.
– Төшөп китте, ул илай, – тине. Нишләп улай тип әйтергә булғандыр, ул уны үҙе лә аңламаны. Ирҙең хәленә инергә, әллә уның уйынында ҡыҙыҡ күреп ҡатнашырға самаланымы, белмәне. Бәлки... ысынлап та, бала, фу, түмәр бәлки илағандыр.
Ансар ипләп кенә башлыҡлы түмәрҙе яңынан ҡосағына алды.
– Илама, ҡыҙым-йондоҙом, илама, мин бында, – үҙе еңе менән йәшле күҙҙәрен һөрттө, үҙе ихлас йылмайҙы. – Иламайсы, ана ҡара, нисек йылмая.
Жак ирекһеҙҙән түмәргә күҙ һалды. Сәйер, ысынлап та, ҡапыл йылмайған баланы хәтерләтте ағас киҫкәһе. Ул оҙаҡ ҡарап торҙо.
– Йылмая, эйе, йылмая, иламай, – тигән булды. Тамаҡ төбөндәге төйөр китмәне, шуға әйткән һүҙҙәре сәйерерәк яңғыраны.
– Бәү, бәү, йом-йом күҙең, йондоҙом, минең бәләкәй ҡыҙым... – атай кеше “бәпәйен” бәүелтергә тотондо. Тирәктең иң өҫкө япраҡтарына ел ниндәйҙер хәбәр менән һуғылды, улар шыбырлашырға, тауышланырға тотондо.
“Мин бәхетле икән дә. Яңғыҙым. Ҡалай рәхәт. Ҡарәсәле, яңғыҙлыҡтың да бәхетле булыр мәле бар икән дә. Бер кем өсөн дә борсолмайым. Иламайым, иҫәрләнмәйем. Бала тип тә. Хатта ил тип тә, ер тип тә. Бына минең сәғәт һуҡты! – тип уйланы берәҙәк Жак. Үҙе эстән йылмайҙы. Тик күҙе, уйы Ансарҙа ла түгел, түмәрҙә ине. – Кешегә күп кәрәкмәй: бар донъя ошо түмәр генә, ысынлап, ҡосаҡта бәүелгән йәнһеҙ түмәргә бар тормош һыйған... Аптыратҡыс был кеше булмышы. Ә беҙ Ер, йыһан, сикһеҙлек тигән булабыҙ, йондоҙҙар күҙләйбеҙ, яңы планеталар асабыҙ. Кеше күңеле – бына исмаһам ҡайҙа ул икһеҙ-сикһеҙ йыһан... Селәүсен, имеш.”
Уға Ансар шул тиклем йәл ине. Юҡҡа йәшәлгән ғүмер, юҡҡа ла йәшәлмәгән кеүек... Йөрәгеңде тотоп, һыҙланып, балам, тип ултыр инде илап. Мәғәнәһеҙлек тә кеүек... “Әсетә, ошо ер әсетә”, – йөрәк тапҡырын ышҡыған иргә ҡарап торҙо ла:
– Әйҙә минең арттан, эйәр, тирәк шаулай, – тигәс, Жак табан аҫтындағы ағастарҙы һындыра-һындыра атлап китте. Был күренешкә башҡаса ҡарап тора алмай ине ул.
Ҡайтҡас та көттө әле Ансарҙы. Ул килмәне. Һыуҙа ике-өс бөртөк картуф бешереп, сәй эсеп алғас, уйланып ултыра бирҙе. Ҡорһаҡ хәстәре бөткәс, ял итеп алырмын, тигән уйы барып сыҡманы: үҙәк өҙгөс һағыш ябырылды күңеленә. Ниңәлер үкереп илағыһы килеп китте. Тамаҡ төбөндәге төйөр, картуф өлөштәре менән бергә аҫҡа тәгәрләп төшмәгән булып сыҡты. Шул төйөр ни илатманы, ни таралып юҡҡа сыҡманы. Киреһенсә, ул ауыр бер һағыш тирмәне булып яй ғына әйләнергә тотондо ла, быға тиклем ҡәҙимге, хатта ки илаһи тип ҡараған, үҙемдеке, минеке, үҙемсә тип яйланған тормошоноң ваҡ ҡына бөртөксәләргә ваҡланып, онға әйләнеп юҡҡа сыға барғанын тойҙорҙо. Уның менән, эйе, бала тип һыҙланып иҫәргә әйләнгән Ансар менән, осрашҡандан һуң, үҙенең яңғыҙлығын аҡлап ни тиклем йылмайып һөйөнгөһө килһә лә, күңелендә нимәлер һынғанын аңланы берәҙәк. Юҡ, үкенес юҡ уның күңелендә, балауыҙ һығып ултырған иргә ҡарап унда киреһенсә ерәнес тойғолар ғына уянды. Ер менән бергә балам да үлә, тип балауыҙ һығыу ир эше түгел инде. Ысын ир йыһан гиҙеп, күкте байҡарға тейеш. Был фанилыҡтың серҙәрен асырға бурыслы. Уның өсөн аҡыл, белем кәрәк.
Уйланып, төйөрҙө йота алмай төндө йоҡламай үткәрҙе ир. Иртәгәһенә лә үҙ урынында ҡуҙғалмай түбәгә ҡарап тик ятты. Хатта кәзәләрен ҡараманы, бесән дә төшөрмәне, һыу ҙа бирмәне, төшөп һөтөн дә һауманы. Уларҙың әсе итеп баҡырышҡандарына ла иғтибар итмәне, дөрөҫөрәге ишетмәне. Һынды Жак, эстә кешене кеше итеп тотҡан йәшәү рухы иреп юғала барҙы. Аҡ тирәккә барып, Ансарҙы йәнен сығарғансы туҡмағыһы килде. Хатта уға нисек һуғып, тибеп ебәргәнен күрҙе. Тегенең ауыҙ-танауынан ҡан бәреп сыҡты, һыҙланыуҙан эсен тотоп ятты. Жак еңеүсе, ул мәмәй ирҙәрҙе яратмай. Тик үҙе урынынан да ҡуҙғалманы. Ҡуҙғалғыһы килмәне, быуындары тотманы, күҙҙәренә бушлыҡ ояланы, башы әйләнде.
Көн үтте, былай ҙа ҡараңғы йорт эсе тағы ла ҡара төҫкә инде. Икенсе бүлмәлә аслыҡтан интеккән кәзә мәхлүктәр, әлегә яҙмыштарына күнеүҙәре булдымы, тымып ҡалдылар. Ара-тирә генә Муська, мин бында тигәндәй, өҙөк-өҙөк кенә тауыш сығарғылап ҡуйҙы. Хужа иҫен юғалтҡан кеше кеүек күҙҙәрен ҡараңғылыҡҡа ҡаҙап тын ғына ятты. Ҡараңғы өйөндә йондоҙҙар, планеталар күҙенә салынғандай булып киткәндә йылмайырға тип ирендәрен һаҡ ҡына ҡыймылдатты. Улары кибеп, бер-береһенә шул тиклем ныҡ йәбешкәйне – бит мускулдары тартҡылашып ҡуйҙы. Ир һыуһағанын аңланы. Тик тороп ике-өс аҙымда урынлашҡан өҫтәлендәге сәйнүккә үрелергә йыбанды, улай ғына түгел, ул үҙендә ҡот осҡос хәлһеҙлек тойҙо, ҡалҡыныу түгел, әйләнеп ятырлыҡ та көсө юҡ ине. Ошолай ғына ятып үлергә лә ҡуйырғамы? Кемгә минең кәрәгем бар инде. Муськағамы? Уға икенсе берәү ашарға бирһә, ул уға эйәләйәсәк, был яҡты донъяла Жактың бар икәнен дә иҫләмәйәсәк. Кешелеккә? Ошонда үлеп, һаҫып ятмаймы, инеүсе лә булмаясаҡ. Һәр кем үҙ ҡайғыһы, үҙ хәстәре, үҙ хәсрәте, үҙ мәшәҡәте менән йәшәй. Бала ҡарай, бала үҫтерә. Иртәгә донъя бөтә тиһәләр ҙә, тоҡомон дауам итеүҙе уйлай, шуны хәстәрләй. Ә ул? Яңғыҙлыҡ шәп нәмә имеш, ул бер кем өсөн дә борсолмай йәнәһе. Бер һаҫыҡ, аңһыҙ кәзәнән башҡа бер кемгә ҡәҙерең булмағанға шәпме ни? Ә Ансар? Илап, иҫәргә әйләнһә лә, ул минән бәхетлерәк... шикелле. Атай булып бала һөйә. Ул бала һөйә белә, уны йәлләй белә. Иртәгә торһам мин дә берәй түмәрҙән бала яһап алам. Мин дә яратам, мин дә уны бәүелтеп йоҡлатам. Бисәһен дә яраталыр, һөймәһәң бала ла булмай. Жактың хәҙер нисә йылдар ҡатын-ҡыҙ ҙа татып ҡарағаны юҡ. Команданан ҡыуылғас, аҙғын тормошонда улар күп булды, әрһеҙ фәхишәләренән алып ҙур чинлы генерал бисәләренә тиклем. Ҡай саҡ һағына ул саҡтарын мужик. Уның ҡеүәте-кәре бар бит әле. Был яҡты донъяла бисә лә һөймәгәс, нимәгә ул кәр? Барыбер Ер шары һүнә, берәйһенең күңелен күреп өлгөрөргә кәрәк.
Уйҙарынан башы ауырайҙы, ҡараңғылыҡ тағы ла ҡуйыра барғандай булды. Ҡатындар, донъяуи хыялдар шулай еңеллек килтерҙеме, тән дә, аң да иҙрәне, ир яйлап ҡына йоҡоға китте.
Таң алдынан һыуһап, төшәнеп, һаташып бер булды ир. Торорға итә – тора алмай. Карауатына ҡаҙаҡлап ҡуйғандармы ни? Уянырға итә – уяна алмай. Үлтереп һыу эскеһе килә тағы. Торорға аҙаплана – тора алмай. Уянам тиһә – уяна алмай? Ни булды һуң ул? Тәне тартҡылашырға тотондо. Үҙенең күҙе асыҡ һымаҡ. Барыһын да күрә үҙе, ана, өҫтәле, унда сәйнүк, уның эсендә һыу. Ана теге бүлмәлә кәзәһе көйшәп ята.
Күҙе алдында маңлайында бер мөгөҙө генә булған, кәзә түгел үҙе, һаҡаллы ҡурҡыныс зат пәйҙә булды. Уның күкрәгенә ике ҡулы менән таянып торҙо ла, мут ҡына йылмая. Бармаҡтары оҙон, үҙе йөнтәҫ икәне күҙенә салынды Жактың. Ир уны ҡулы менән һелтәп ебәрергә иткәйне лә, хәле юҡ, бар тәне менән карауатына ҡуша һылашып йәбешкән кеүек. Юҡ, ҡуҙғалып та булмай. Нишләргә? Әжәлме был? Мөгөҙлө заттанмы икән ни Үлем тигәндәре? Ҡайҙан килеп сыҡты был йөнтәҫ? Нисек тә ҡотолорға кәрәк. Был төш, был төш, уянырға ине. Аяҡ бармаҡтарын ҡуҙғалтырға тырышты. Йыһанға әҙерләгәндә шулай өйрәткәйнеләр, ныҡ һаташһаң, ҡысҡыр йә аяҡ бармаҡтарыңды ҡыбырлат. Төшмө, өнмө – барыһын да иҫләй ҙә һуң үҙе. Берәйһе ярҙам итмәҫме? Яңғыҙ шу-ул, бәлки, кәзә һөҙөп ебәрер. Һаҡаллы йөнтәҫ күкрәккә нығыраҡ баҫты.
Ул баҫҡан һайын баш әйләнде, тын нығыраҡ ҡыҫылды. Үлтереп һыу эске килде. Бер тамсы ғына һыу булһа, ул торасаҡ һәм был әжәлде күтәреп ырғытасаҡ.
– Һыу бир әле, зинһар, бар эсем яна, бер йотом һыу кәрәк. Һин кем? – тип өндәшеп ҡараны. Эйе, ҡара әле, өнө сыҡты.
– Мин шайтан. Бирәм, хәҙер бирәм, – тип ике тешле ауыҙын күтәреп йылмайҙы шайтан.
– Бир әле, ана, өҫтәлдә... һыу, үҙем тора алмайым.
– Бирәм, ә һин нимә бирәһең?
– Мин бирмәйем.
– Йәнеңде бирһәң, хәҙер ауыҙыңа ағыҙам. Суп-суп, тама, ишетәһеңме?
– Юҡ, юҡ йәнде бирмәйем, үҙемә кәрәк, – тип тартҡылашырға тотондо. Тыны ҡыҫылды, хәле бөтөнләй бөттө.