+24 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Июнь , 20:00

Инстинкт йәки Күктә йондоҙҙар болара...

(Аҙағы. Башы 11 - 12 июндә). Мәмерйәгә инер алдынан Митхун менән Гвандоя тыштағы яныр-янмаҫ ҡояшҡа оҙаҡ ҡарап торҙо, ҡулдарын алға һуҙып уға рәхмәт әйтте.

Инстинкт йәки Күктә йондоҙҙар болара...
Инстинкт йәки Күктә йондоҙҙар болара...
–Шөкөрана, шөкөрана. Яҡты донъяла йәшәгән өсөн, йылытҡаның, таҙартҡаның, ашатҡаның өсөн рәхмәт, Ҡояшыбыҙ, – тип башын эйҙе Митхун. Ҡыҙ ҙа уға эйәреп ҡабатланы был һүҙҙәрҙе.
– Ҡайҙан беләһеңдер ундай изге һүҙҙәрҙе һин, Митхун?
– Өләсәм өйрәткәне әҙерәк иҫтә ҡалған шунда. Әйткәндәй, Ивәл(evil) тигән Планета бөтөнләй юҡ йыһанда, эйе, өләсәм шулай, ти.
– Улайһа, Ергә ҡот осҡос булып нимә килә һуң?
– Кешеләрҙең, башҡа йән эйәләренең миллион-миллион йылдар буйы ҡылған гонаһтары күк көмбәҙендә ҡара болот, ҡара саң булып уҡмаша ла, ҡурҡыныс күк есеме хасил була икән. Һәм бер заман ул Ерҙең үҙенә, кешеләргә табан йөҙә башлай...
– Ҡыҙы-ыҡ. Ҡыҙғаныс та, – Гвандоя уйланып китте.
– Әкиәт ул, өләсәм сығарған, ышанма ла, уйланма ла, – Митхун иғтибарҙы башҡаға йүнәлтергә теләп, ҡулына балта алды.
Мәмерйә ауыҙына күп итеп утын әҙерләне егет. Ҡыҙ ҙа уға ярҙамлашты, сыбыҡ, еңелерәк ботаҡтарҙы ташыны. Мәмерйә эсе ныҡ ҡараңғы ине. Күҙ эйәләшмәй бер булды. Унан бигерәк, таш стенаға тотоноп, бер-ике аҙым да атлап өлгөрмәнеләр, даңғор-доңғор килеп, өҫтәренән тиерлек һикереп, инә болан менән быҙауы сығып ҡасты. Былай ҙа өркәк йөрәк ҡалтыранып китте. Улар ҙа ышыҡ тип килеп ингәндәрҙер инде. Ауыҙҙан йыраҡ китмәнеләр әлегә, бер аҙ өйрәнгәс, мәмерйә лә уларҙы ҡабул итһә, эскәрәк һуңғараҡ та үтерҙәр әле. Тәүге төндә бында ла ярар. Һүрән генә күренгән көн яҡтыһы уларҙың күңелен йылытып өмөт биреп торҙо. Шунда уҡ Митхун усаҡ яғып ебәрҙе. Ут яҡтыһынан тағы ла йылыраҡ, күңеллерәк булып китте.
Гвандоя ла тик ултырманы, сумкаһынан тыуған яғының йәшел саҡтағы фотоһын килтереп сығарҙы ла, стенаға һөйәп ҡуйҙы. Уның янына Шакира апаһы биргән һүрәтте лә ҡуяйым әле тип кеҫәһенә ҡулын тыҡҡайны, башҡа ҡағыҙ бите килеп сыҡты. Шунда уҡ таныны: Фатиха сүрәһе. Әсәһе һалам да һалам тип һөйләнә ине шул, барыбер кеҫәгә тыҡҡан икән, тип йылмайҙы ҡыҙ. Үҙ ҡулдары менән дә нимәлер һыҙғылаған да түгелме? “Донъяла барыһы ла үтә, балам. Шатлығы ла, ҡайғыһы ла, ғүмере лә, мәңгелеге лә. Һинең менән ниндәй генә хәлдәр булмаһын, бел: мин һәр саҡ һинең яныңдамын. Һәм Аллаһ булыр яныңда. Һаҡла үҙеңде. Әсәйең Алевтина.” Ҡыҙ ҡағыҙ киҫәген күкрәгенә ҡыҫып оҙаҡ торҙо. Әсәһе, бахыр әсәһе. Атайымдың күләгәһе булып, үҙ һүҙен дә әйтә алмай йәшәне. Ниндәй сабыр һәм баҫалҡы булды ул. Бер кемгә ауыҙ тултырып һүҙ әйтмәй, үҙенә бикләнеп йәшәне. Яраттымы икән уны Гвандоя, берҙән-бер ҡыҙы? Яратмай буламы һуң, әллә йәлләй генә инеме. Атаһы уны һәр саҡ ҡаҡҡылап, туңбаш, сирләшкә, нимә тип һине иш иттем икән тип көн дә тиерлек кәмһеткәндә, Гвандоя, аҡыллы һәм сибәр Гвандоя уны, әсәһен, яҡлап бер һүҙ әйттеме? “Әсәй беҙҙең туңбаш түгел, ул иң матуры, иң һәйбәте” тип әйткеһе килмәнеме уның? Килде, эйе, бала саҡта әйткеһе килде, ә үҫә биргәс... ул, әсәһе, ысынлап та, замандан әҙерәк артта ҡалманымы икән, тигән уйҙар ҙа булды бит башында. Шул уйы һуңынан дөрөҫ тә һымаҡ күренә башланы. Ә ул баҡһаң... “мин һәр саҡ яныңда булырмын”, эйе, ул тип йәшәгән. Гвандоя был ҡағыҙ киҫәген яңынан матур ғына итеп дүрткә бөкләне лә йөрәк тапҡырындағы түш кеҫәһенә һалып ҡуйҙы. Их, йүгереп ҡайтып әсәйҙең ҡосағына ташланһаң икән ул... Мәңгелеккә ҡыҙымды оҙаттым, күккә осорҙом, тип уйлайҙыр әле. Бер туҡтауһыҙ екеренеп йөрөгән, мыжыҡ иргә ярайым тип йылы аш, ҡайнар сәй ҡуйған булғандыр инде өҫтәлгә... Һағышлы ҡарашы менән тәҙрәгә бағып алалыр, ҡыҙым мәңге ҡайтмай, күренмәҫ инде, тип ауыр уйҙарға биреләлер. Бәлки атай ҙа аҡылға ултырғандыр. Ысынлап та, барыһы ла үтә, барыһы ла китә, үкенес менән һағыш ҡына тороп ҡала... Һәм өмөт, оло өмөт!
– Ниндәй уйҙарға баттың, матурым? – усаҡ тирәһендә эш менән булған егет ҡыҙға ҡарап тора ине.
– Әсәйемде һағынып киттем, – тине уйсан ҡыҙ.
– Һин янымда булғанғамы, әле мин өләсәмде һағынып өлгөрмәнем әле, – тине бер ҡатлы Митхун.
Икенсе кеҫәһенән бутанып, кисәге сабый һүрәтен килтереп сығарҙы. Уны алдына йәйҙе лә усы менән һыпырып тигеҙләне. Шунан баяғы фото эргәһенә ике таш менән ҡыҫтырып ҡуйҙы. Ер шары әйләнә икән, тимәк был тәгәрмәс тә тик тормаҫ, хәрәкәттә булыр. Ҡояшҡа ла оҡшап китә әле был түңәрәк, тип ҡуйҙы Гвандоя.
– Мин һыуға барып киләм, Гвандоя, йәме.
– Мин дә.
– Ҡатын кеше өйҙөң ҡотон, һүнмәһен тип, утын һаҡлай. Һин өйҙә тороп тор. Мин тиҙ генә, – Митхун ҡулына ҡаҙанды алғайны, ҡыҙ һикереп уның муйынына аҫылынды.
– Ныҡ итеп күкрәгеңә ҡыҫ, шунан һуң ғына барырһың.
Егет ҡыҙҙы күтәреп алып күкрәгенә ҡыҫты. Ҡаҙан шаптор-шоптор таш иҙәнгә килеп төштө. Ҡыҙҙың ҡайнар тыны, ылыҡтырғыс тәмле еҫе егеттең башын әйләндерҙе. Ниндәйҙер татлы, йылы һүҙҙәр әйткеһе килде уның. Шунан:
– Һин минең күкрәгемә һыймайһың, Гвандоя, – тине шыбырлап ҡына.
– Нисек, һыймайым? – аптыраны ҡыҙ.
– Һин бит күктәрҙән бейекһең, диңгеҙҙән тәрәнһең, уй-хыял етмәҫлек иң нәфис заттанһың, – Митхундың күҙҙәренән нурҙар ағыла ине. Өндәшмәҫ, телһеҙ мәжнүнгә ни булған, уның күҙҙәренә баҡты ҡыҙ. Үрелеп күҙҙәрен үпте, битен һыпырҙы.
– Һинең йөрәгең дә, күкрәгең дә төпһөҙ, сикһеҙ бит, һыйырмын, һыйырмын.
Тын ғына торҙолар. Артабан яҙмыштары нисек булыр? Әле генә бөрөләнгән мөхәббәт тә оло Ер шары менән бергә юҡҡа сығасаҡмы? Шул тиклем бергә булғы, бергә йәшәге, балалар үҫтерге, кешесә ҡартайғы килә лә һуң!
– Минең шул тиклем йәшәгем килә, Митхун, – ҡыҙҙың күҙ төптәре тартышып ҡуйҙы. Осоу карабына әҙерләгәндә уларҙы иламаҫҡа ла өйрәткәйнеләр. Илағы килгән саҡта, ҡаты һәм аяуһыҙ хәлде иҫеңә төшөрөргә тейешһең. Илағыһы килһә, Гвандоя, ғәҙәттә, ямғырҙан һуң күләүектәрҙә үрҙәктәрҙең йүгерә-йүгерә бәләкәй генә баҡаларҙы ашағанын күҙ алдына баҫтыра торғайны. Нишләп шулай булғандыр, үҙе лә аңлата алмай. Шуныһы сәйер, был күренеш балауыҙ һыҡтырмай.

– Минең дә. Һине күргәндән һуң, ун, йөҙ, мең тапҡыр нығыраҡ йәшәгем килә минең, – егет үҙе лә һиҙмәҫтән ҡыҙҙың ирендәренә үрелде. Ҡалай тәмле икән ул, майҙан да тәмлерәк, майҙан да йомшағыраҡ. Ҡыҙ оялды, ирендәрен алып, башын яңынан егеттең күкрәгенә һалды.
– Беҙҙең балаларыбыҙ ҙа булырмы икән, Митхун?
– Әлбиттә, була. Өсәү.
– Ә булмаһа?
– Ә булмаһа, хәҙер... – Митхун үрелеп таштар араһынан нимәлер эҙләргә тотондо. – Әһә, бына таптым. – Ул бер ҡош йөнөн ике бармаҡ осонда ғына тотоп өҫкә күтәрҙе.
– Бына ул бала табыу ҡоралы.
Ҡыҙ ауыҙын ҡаплап көлгән булды.
– Нимә ул? Ниндәй ҡорал?
– Ярғанат йөнө. Кендегеңде күрһәт әле.
– Оялам мин.
– Күрһәт, әтеү балабыҙ булмай.
Гвандоя өҫкәрәк, еүеш таштарға баҫты ла, ике ҡулы менән кейемдәрен өҫкә күтәрҙе. Митхун яҡыныраҡ килде лә ҡыҙҙың асыҡ тәненә ҡараны ла ҡатты. Ни әйтергә белмәй теле тотлоҡто. Был тиклем дә матур тән була икән? Ҡатын-ҡыҙ тәне. Гәүһәр ташмы ул? Юҡ, тоноҡ ҡына аҡҡан һыу! Улай ҙа түгел, яңы бешкән йылы күмәс был. Уны еҫкәп-еҫкәп, шашып үпкеһе килде.
– Күрһәттем, хәҙер һин күрһәт, – Гвандояға ҡыҙыҡ ине.
– Ярғанат, ҡыҫҡаһы, халыҡ ышаныуҙары буйынса, бала, байлыҡ тарата торған ҡош. – Митхун оялышынан етдиерәк төҫ алды. – Оҙаҡ балаһы булмай торған ҡатынды... ну, ул беҙгә бик ҡағылмай ...
– Шунан?
– Ҡатынды ярғанат ҡанатынан өҙөп алынған ҡаурый менән тәненән йөрөтөп имләгәндәр.
Ысынында Митхундың был йоланы күргәне бар ине. Әйтергә генә оялды. Имсе өләсәһенә бәпәйләй алмаған ҡатындар килгеләне. Шунда әҙәпһеҙ үҫмер шаршау артынан ғына күҙәтә лә торғайны. Әле егет уңайһыҙланып ҡына һөйләнеүен белде:
– Өләсәм шулай ти. Имләгәндә түбәндәге һүҙҙәр ҙә әйтелә:
И талалай, талалай.
Талалайҙың бер ҡошо бар,
бер бөртөк тә күкәй һалмай,
Йылына өс балалай.
– Ҡыҙыҡ. Имлә, улайһа.
Митхун ҡыҙҙың күҙҙәренә ҡараны. Шунан кендеккә текәлде. Ҡош йөнөн ипләп кенә кендек тирәһендә наҙлы ғына йөрөттө. Оҙаҡ йөрөттө.
– Ҡытыҡлайһың, – тип ҡыҙ еңелсә йылмайҙы. “Имсе” уға иғтибар итмәне, шикелле, ҡаурыйҙы йөрөттө, йөрөттө лә сәйер тауыш менән һамаҡлай башланы.
– Ҡояш бирә ҡот!
Айың бирә ҡот!
Урман бирә ҡот!
Ҡоштар бирә ҡот!
Кендек бирә йән!
Ай-ҡояш һалды маяу!
Урман, ҡош әйтте баяу!
Атаң-инәң бирҙе таяу!
Ҡайның-ҡәйнәң көтә ҡаяу!
Һиңә – ҡот, Иреңә –йән!
Митхун йөндө йөрөтә башлағас та тәүҙә ҡытыҡлауға түҙә алмай һикерәм-һикерәм тип торған Гвандоя, сибәр һәм аҡыллы Гвандоя егеттең арбау, һамаҡлау тауышын ишеткәс, күҙен йомдо ла күккә осто. Күккә осто ла ҡояш булып ергә баҡты, ямғыр булып ергә яуҙы, йондоҙ булып ергә атылды... Уға шул тиклем рәхәт ине... һәм ул ҡапыл үкереп илап ебәрҙе.
Егет уны ҡулына алып күтәреп алды. Әйтерһең, ҡыҙ үҙе бәпес. Йыуатманы, башына башын терәп уны күтәргән килеш еүеш ташҡа ултырҙы. Ошо килеш тын ғына оҙаҡ ултырҙылар. Тынысланған Гвандоя:
– Һыуһыҙ булмаҫ инде, – тигәс, Митхун торҙо. Аунап ятҡан ҡаҙанды яңынан ҡулына алды.
– Хәҙер киләм, һыу алып киләм. Юлда ишеү бер болан да менеп алып ҡайтам, – үҙе бар донъяны яңғыратып көлөп ебәрҙе. Хатта мәмерйә эсе көлөп яуап бирҙе. Ул бер-ике аҙым да эшләп өлгөрмәне:
– Туҡта! – хәүеф тойопмо, әллә әҙерәк кенә айырылыуҙан да ҡурҡтымы, ҡыҙ тағы егеттең күкрәгенә ташланды. Митхун бәһлеүән кәүҙәһе менән бөтә Ер шарына килгән афәттән, әжәлдән араларға тырышҡандай, ҡулдарын бөркөт ҡанаттарылай йәйҙе лә, һөйгәнен ҡосағына алды. Эйелә биреберәк уны бар кәүҙәһе менән ҡапланы. Уның сәсен, башын үпте.
– Был мәхшәрҙән ҡотолоу юлы берәү, мин һинең йөрәгеңә ҡасып ҡына ҡотола алам, күкрәгеңә нығыраҡ ҡыҫ, Митхун, – тип шыбырҙаны ҡыҙ. Егет ныҡ итеп ҡыҫты, хатта ҡыҙҙың йөрәк тибешен ишеткәндәй булды. Был юлы ҡулынан ҡаҙанын төшөрмәне.
Тик... донъя мәшәҡәте алға сыҡты. ”Бөтөнләй ҡараңғы төшмәҫ борон һыу алып килергә кәрәк”. Юҡҡа шулай ҡабаланып уйланы егет. Донъя көтә, тамаҡты хәстәрләй берәү. Тор ине әҙерәк, һөйгәнең ҡосағыңда саҡта тора бир ине. “...үлергә ине, бер минутҡа, бер минутҡа һинең ҡосаҡта” тип шағирҙар юҡҡа яҙмай ҙаһа. Бер минутҡа онотолоп, илереп, һөйгәнеңдең ҡайнар тынын тойоп, бер-ике минут үлеп тороп булмай инеме һуң?!
– Хәҙер киләм, шишмә яҡында ғына, – тип егет тышҡа йүгерҙе. Юҡҡа яңғыҙ йүгерҙе. Юҡҡа буш ҡаҙан менән йүгерҙе.
Ҡыҙ, яңғыҙ ҡалған сибәр һәм аҡыллы Гвандоя, янған усаҡ янына сүгәләүе булды, буш ҡаҙан тотҡан егет, бер үҙе йүгергән күркәм һәм бәһлеүән Митхун мәмерйәнән сығып, арҡан оҙонлоҡ та ара үтмәне... күктән мәмерйәнең өҫтөнә генә йоҙроҡтай ут килеп төштө лә тирә-яҡҡа утлы нур сәсрәне. Дөбөр-шатыр килгән тауышҡа ҡыҙ ҡуҙғалып ҡына өлгөрҙө, ә йән-фарман йүгергән егетте ут тулҡыны ағастар араһына осорҙо.
Аңына килде Митхун. Күпме ятҡандыр – иҫләмәй. Бит-морон ҡанға батҡайны, ағастарға ныҡ ҡына һуғылғандыр, эсе өтөп ауырта. Нимә булғанын оҙаҡ ҡына аңламай ятты. Ҡапыл иҫенә Гвандоя төшкәс, һикереп торҙо ла яңынан сүкәйеп ултырҙы. Эсендә нимәлер өҙөлгәндәй булды. Тешен ҡыҫып яңынан торҙо. Гвандоя, тип ҡысҡырҙы. Төтөн, томан, янғын баҫҡан урманға ҡарап, мәмерйәнең ҡайһы тирәлә икәнен самаланы, шунан эсен тотоп шул яҡҡа йүгерҙе. Үҙе туҡтауһыҙ, Гвандоя, Гвандоя ҡәҙерлем, тип һамаҡланы. Мөһабәт мәмерйә ауыҙына килгәс туҡтап ҡалды: оло-оло таштар юлды ҡаплағайны. Тәүҙә аңламай торҙо. Ҡапланған мәмерйә ауыҙын күргәс, бар урманды һелкетеп, йән асыуы менән: «Гвандо-оя, һин ҡайҙа?» – тип ҡысҡырҙы. Таштар араһынан йүгереп өҫкәрәк менде, берәй тишек булһа ла ҡалмағанмы? Бер туҡтауһыҙ һөйгәнен саҡырып ҡысҡырҙы. Юлындағы таштарҙы алып-алып ырғытты. Нисек тә тиҙерәк ауыҙҙы таҙартырға кәрәк. Ике оло таш араһынан яҡтылыҡ сағылып киткәндәй тойолдо. Тағы ла ҡурҡыныс итеп, Гвандоя тип ҡысҡырҙы. Һәм шул саҡ үҙе ҡолап барып төштө. Мин бында, Митхун, мин бында, тигән тауыш ишетелгәндәй булды.
– Гвандоя, һин ҡайҙа, һин ҡайҙа? – аҡылынан шашырҙай булып тағы ситкә таштарҙы һелтәне. Ике оло таш араһынан ҡыҙҙың ҡул суҡтары күренгәс, шуға барып йәбеште.
– Һин тереме, ҡәҙерлем? Тере, тере, мин хәҙер ҡотҡарам һине, – үҙе һөйөнөсөн туҡтамай һөйгәненең ҡулынан үпте. – Хәҙер, – бер ҡулы менән эсен тотто.
– Ҡулымды тот, Митхун, башҡаса ебәрмә, – ҡыҙҙың көс-хәл менән сыҡҡан тауышы бар ҡолағын шаулатты.
– Юҡ, бер ҡайҙа ла китмәйем. Ебәрмәйем дә! – ҡыҙҙың нескә лә, йомшаҡ та, йылы ла ҡулын ике ҡулы менән тотто. Ҡулдар табышты, ҡауышты. Йәндәр бер-береһенә һыйынды. Тик тәндәрен, кәүҙәләрен генә ошо ерҙең меңәр, миллион, миллиард йыллыҡ тарихының тере шаһиттары булған мәмерйә таштары айыра ине.
Тағы ла ҙурыраҡ ут тубы яҡында ғына шартланы. Мәмерйә бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Ике тоташҡан ҡулдарҙы иҙеп тағы таштар емерелеп төштө. Улар тоҡандырған һүнер-һүнмәҫ булып ятҡан усаҡ, ауған таштарҙан хасил булған бушлыҡта тағы ла ялҡынланып, тоҡанып китте. Тәгәрмәс төшөрөлгән һүрәт ике ташҡа ҡыҫылып торҙо ла, таш-тау аҫтында бөтөнләй күмелеп ҡалды.
***
– Күҙемә күренмәйһеңме? – тине ҡарлыҡҡан тауыш. – Тик кенә тор, кем һин? Атлаһаң атам, йә баҙға ҡолайһың.
Атам, тигәненән ҡурҡты Шакира.
– Улустан килдем. Ансарҙы күрмәнеңме? Уның ҡатыны Шакира мин.
– Күрҙем, иҫәрләнгән ул... – Жактың был хәбәре Шакираның күңеленә йылылыҡ өҫтәп ебәрҙе. Тимәк, тере. Иҫәрләнһә ни.
– Ҡайҙа күрҙең, – тип һораны ҡатын.
Тороп кейенә башлаған Жак оҙаҡ бисәгә ҡарап торҙо. Һөҙөп ҡараны. Уға йән инде. Асылған ишек яҡтыһында Шакира уға ғүмер буйы көткән фәрештә кеүек күренде. Йән генә түгел, уға дәрт, дарман ҡайтты. Үҙе ситлеккә килеп ингән ҡошто ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Шайтанға саҡ йәнде һатманым, бер йотом һыуға бит әле, тип әсенде, маңлайындағы тирен һөрттө.
– Аҡ тирәк төбөндә, ишекте теге яҡтан яп, хәҙер сығам, – тине. Үҙе сәйнүктәге һыуҙы ғолт-ғолт килеп эсте лә эсте. “Шайтанға саҡ йәнемде һатманым, ә бында мине фәрештә көткән”, – тип ултыра бирҙе.
Шакира Жактың өйҙән сыҡҡанын оҙаҡ көттө. Бер туҡтауһыҙ баҡырған кәзә тауышы бүрәнә аша ишетелеп, йәненә тейҙе.
“Яңғыҙы көн күрә, ейгәне – ризыҡ, йәйгәне түшәк түгел. Кәзәләр аҫрап барыбер йәшәргә тырышып ята. Бер ҙә үҙенә ҡул һалмай. Уның урынында берәйһе булһа, яңғыҙлыҡҡа, ауырлыҡҡа күптән бирешеп, барыһына ла ҡул һелтәгән булыр ине. Ансарға был урманда нимә ҡалған. Нимә тип уға шыршы тип ауыҙ асҡанмындыр. Нисек улай тиҙ генә кеше иҫәрләнһен, ти. Күрәйем әле, хәҙер аңҡы-тоңҡоһон уҡытам мин уның. Ошо Жактан да көсһөҙмө икән ни мин яратҡан ир,” – тип уйланы. Тирә-яҡты байҡап ултырҙы. Күк йөҙө берсә асылғандай ҙа. Остоҡ-остоҡ уттар сәсрәгәне лә күренгәндәй. Бала саҡта шулай нәжәғәйҙәр уйнай торғайны. Бының да тауышы юҡ. Тик ипләп кенә ҡолаҡ һалһаң, бар донъя ҡолап килгән кеүек шомло бер тауыш барлығын ишетергә була. Ул хәүеф нисектер тынлыҡ тигән йомғаҡҡа тыңҡыслап тултырылған кеүек, шулай тоя уны Шакира. Шул йомғаҡ тиреһенә һыйышмай бер мәл йыртылып китер ҙә, бар донъя шартлап китер һымаҡ.
Ҡарасҡы кеүек ябыҡ кәүҙәһенә мылтыҡ аҫҡан, күҙҙәре эскә батҡан, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ирҙе күреү менән Шакира тәүҙә тертләп китте. “Был – кеше түгел, был торғаны менән өрәк. Былай йәшәгәнсе йәшәмәүең мең артыҡ. “Шулай ҙа үҙен ҡулға алырға тырышты. – Аҡ тирәк тигәнең ҡайҙа, күрһәтә алаһыңмы? – тине. Ир тауыш-тынһыҙ ғына өй артындағы ҡуранан ҡосаҡлап бесән килтерҙе, баҙына ташланы, шунан ситтәрәк торған мискәнән баулы биҙрә менән һыу алды. Уныһын да бауын һуҙып кәзәләр янына төшөрҙө, шунан ныҡ итеп ишеген япты. Башын бормай ғына:
– Күрһәтермен, Ансарыңды ла табырбыҙ, – тип ҡәтғи өндәште ир. – Тик һин миңә нимә бирәһең?
Ҡатын аптырап ҡараны.
– Бирер нәмәм юҡ. Кеҫәмдә бер һыныҡ икмәк бар.
Ир көлөмһөрәне. Өй янындағы эскәмйәгә ултырҙы. Ҡулдары, тәне ҡалтыранғанын тойҙо.
– Бирер нәмәң ба-ар, – Шакираға ҡарап ирҙең аңы юғала яҙҙы. Ирен ситтәре күбекләнеп ағарып китте. Сибәр ине ҡатын да, һылыу йөҙө, зәңгәр күҙҙәренән башҡа, пальто аша беленгән ҡалҡыу күкрәктәре, итек ҡуныстарына һыйыр-һыймаҫ торған тығыҙ балтырҙары, ысынлап та, башты әйләндерерлек ине шул. Ҡалын сәстәрен йыйып уратып бәйләгән яулығы ла ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас нәзәкәтлек, йылылыҡ бирә ине. – Икмәктән татлы бирер нәмәң бар... – тип ҡабатланы Жак.
Нимә тураһында һүҙ барғанын аңланы ҡатын, шулай ҙа:
– Юҡ башҡа нәмәм, – тигән булды, һүҙҙе икенсегә борорға теләп – Иртәгә Ер шары бөтә, беләһеңме? – тип ҡуйҙы.
– Берҙе бирһәң, тирәккә алып барам, – тине ир. “Барыбер донъя бөтә – риза буласаҡ” тип уйланы үҙе.
– Күрһәт тирәкте! Ҡарасҡы! – саҡырылмаған ҡунаҡ ҡысҡырып ебәрҙе.
Жак урынынан торҙо. “Нисек тә мылтығын тартып алырға кәрәк,” – тип уйланы ҡатын.
– Белмәнем дә. Әле Ер шары һаман бармы ни һуң? Ҡыҙыҡ хатта. Мин уны күптән бөткән тип уйлағайным.
– Нимәгә баҫып тораһың һуң?
– Ә мин кешелеккә ҡайтырға йыйынам, – Жак бисәнең биленән тотоп алды. – Бергә үлергә. Минең тәнем бисә теләй. Күпте түҙҙем. – Бер ҡулы менән ҡатындың күкрәктәренә үрелде. Шакира түҙмәне, ирҙең башына берҙе тондорҙо ла, тубығы менән эсенә тибеп ебәрҙе. Былай ҙа хәлһеҙ ир тәкмәсләп барып төштө. Иңенән һыпырылып төшкән мылтыҡты Шакира йәһәт кенә ҡулына алды. Иргә төбәне. Шунан ҡоралды алдына алып атлап китте.
– Һине түгел, Ансарҙы эҙләп килдем. Мин мәңгелеккә уның ҡосағында китәм. Оронаһы булма миңә. Берәүгә бисә кәрәк, имеш, – ярһыны Шакира. – Ансар! Тауыш бир, Анса-ар!
Ир, ҡалҡынып, ҡатын киткән яҡҡа ҡарап алды. Ҡарлыҡҡан тауышын баҫа биреп:
– Ул яҡҡа түгел, был яҡҡа, – тине. – Мылтыҡты ташла, яһауы юҡ уның.
Шакира мылтыҡ көбәген өҫкә ҡаратып, тәтегә баҫып ҡараны. Шылт тигән тауыштан башҡа өн сыҡмағас, уны өй алдына табан ырғытты. ”Нимә тип тотоп сыҡҡан икән. Ҡурҡытмаҡсы булған, диуана. Бисә кәрәк имеш берәүгә, мылтығының осҡоно, үҙенең ҡото юҡ. Донъяла бөтөнләй ирҙәр булмаһа ла, аҫтына инәһе түгел. Һөмһөҙ! Тағы бер ташланһа, сәнсәм, валлаһи,” – ҡатын түшендәге бысаҡты һәрмәп ҡуйҙы.
Тын ғына атланылар. Саҡырым самаһы юл үткәс, урманға инделәр. Донъя тағы ла ҡараңғыраҡ булып китте. Был тирәлә кешеләр күп йөрөгән ахыры, һуҡмаҡ таҡыр һәм ялтырап ята. Шакираның бара-бара “Анса-ар! Анса-ар!” тип ҡысҡырғылап алғанына ла иғтибар итмәй, ир шым ғына һөйләнеп килде.
– Иң беренсе мин күрҙем Ивәл(evil)де. Йыһанда саҡта. Беләм, барыбыҙ ҙа юҡҡа сығасаҡбыҙ. Ул Ергә яҡынлашҡан һайын донъяны ҡараңғылыҡ баҫып барасаҡ, уттар атыласаҡ, һыуҙар ташасаҡ. Кешелек мәңге кире ҡайтмаҫ өсөн, йыһан киңлегенә осоп китәсәк. Шуға, иҫәрләнмә, барыбер бөтәбеҙ ҙә янасаҡбыҙ. Йәлләмә наҙыңды... Ул саҡта үлһәм дә үкенмәйәсәкмен. Ә Ансар, ысынлап, иҫәрләнгән.
– Иҫәрләнһә лә, ул минең ирем. Мин уны алып ҡайтырға тейешмен. Балалар ҙа һағынған. Һалымға минең һыйырымды алып китергә уйлайҙар. Ул үҙенә үҙе ҡул һалған, тип. Хәләлем тере, шулай бит?
– Ниндәй һыйыр, аңламайым.
– Һауҙырып торған бына тигән һыйыр. Әгәр ирҙәр үҙҙәренә ҡул һалһа, малды дәүләткә алып китәләр. Закон шундай. Ирһеҙ ғаиләһе лә дөмөкһөн өсөн. Дәүләт бисәһен дә, балаларын да ҡарай алмай тип. Ул тереме, әйт, ҡабатла шуны, – ҡатындың һыҙланыуы йөҙөнә сыҡты.
– Ике көн элек тере ине. Тәне… Йәне үлгәйне, аҡылы зәғифләнгәйне.
Ҡатын нишләргә белмәне. Жакты ҡултыҡлып алып, йүгертергә тырышты.
– Тиҙерәк, тиҙерәк, иҫән тәнен булһа ла алып ҡайтайым. Бер-бер хәл булмаһын.
Шәп атлауҙан Жактың тыны ҡыҫылды. Туҡтап хәл йыйып алған арала:
– Һин Фрейдты беләһеңме? – тип һораны, өҙөк-өҙөк тын алып.
– Белмәйем, беҙҙең улуста ундай әҙәм юҡ. Әйҙә тиҙерәк инде.
– Һеҙҙең улустан булмаған Фрейд тигән аҡыл эйәһе әйтеүенсә, кешене йәшәргә ынтылыу, нәҫел ҡалдырыу һәм һөйөү инстинкты йәшәтә.
Ҡатындың йәне көйөп китте, ул ирҙең еңенән тартты.
– Аҡыл һатма, зинһар, шәберәк ҡыймылдайыҡ.
– Кеше үлеп барғанда ла һөйөштө уйларға тейеш. Шунһыҙ кешелек дауам итмәйәсәк
Шакира туҡтап, ирҙең биттәрен устары менән наҙлы ғына тотто ла, күҙҙәренә ҡараны. Текләшеп оҙаҡ ҡына торҙолар. Яһил түгел ине ҡарашы меҫкендең, киреһенсә, сабыйҙарса бер ҡатлы саф. Шул уҡ ваҡытта бик арығайны был ҡараш.
– Зинһар, аҡ тирәкте күрһәт миңә.
– Бер түмәрҙе Ансар ҡуйынына бәпес итеп алған да, – ир һаман һөйләнеүен белде, үҙенең тыны ҡыҫылды, – “бәү-бәү” тип үҙе йырлай, үҙе илай. Ул сабыйға әйләнгән. Ирлеге юҡ уның. Наҙыңды йәлләмә, иртәгә барыбер юҡҡа сығабыҙ.
Жак ҡатындың күҙҙәрендә осҡон һәм һыҙланыу күрҙе. Уны йәлләр урынға... ҡапыл үҙен йәлләне.
– Аҡылһыҙ һин, ирһеҙ ҙә, һыйырһыҙ ҙа ҡалдыраһың инде, әйҙә йәһәтерәк, – ҡатын алға ынтылды.
– Һуң иртәгә донъя бөтә тиһең дә, нимәгә һиңә һыйыр? – тип ҡысҡырҙы ир.
– Һуң ике сабый балам бар ҙаһа.
– Донъя бөтһә лә улар үлмәйме? Һыйыр ҙамы? Ҡыҙы-ыҡ.
– Донъя бөтһә бөтөр, тик балаларым астан үлмәһен, һыйырымды алып китһәләр, улар нишләр, нисек ҡыш сығабыҙ? Аҡ тирәкте күрһәт, зинһар, – ҡатын-ҡыҙҙың фекер йөрөтөүе аңлашылмай ине яңғыҙаҡ берәҙәккә. Улар тағы ҡуҙғалдылар.
Яңғыҙ, бейек аҡ тирәк күк менән тоташҡайны. Һелкенә, шаулай үҙе. Уның осо томан араһынан ныҡлы күренмәй ҙә. Әйтерһең дә, ул ер менән күкте тоташтырып тороусы бер күпер. Геүләгән шауы бар донъяға шом һала ине.
Тирәк төбөнә һөйәлеп кенә ултырған Ансарҙы күреп ҡалды ла бар донъяға “Анса-ар” тип яр һалып, ирен килеп ҡосаҡланы ҡатын. Кәүҙә ҡатҡайны. Уның һыуыҡ тәнен тойоп, ҡапыл үҙенән этәп ебәрҙе. Уң ҡулын йөрәге тапҡырында тотҡан , һул ҡулы менән башлыҡ кейҙерелгән түмәрҙе ҡыҫҡан килеш ҡатҡан мәйет тирәктән ысҡынып уң яҡҡа ҡолап китте.
– Үлгән, Ансарым үлгән... – ҡатын йәшле күҙҙәре менән иренә баҡты. Шунан ҡапыл түмәр башында бала башлығы күҙенә салынды.
– Сөмбөлөмдөң башлығы, – тип уны һаҡ ҡына һыпырып алды ла кеҫәһенә һалды. – Ҡулына Сөмбөлдө ҡыҫып тотоп үлгәнме ул? – йәмһеҙ итеп Жакҡа ҡараны.
– Ҡыҙым, ҡыҙым, тип илап ултырып ҡалғайны, ошонда, йөрәге ярылған бахы-ыр иреңдең, – Жак Ансарҙың кәүҙәһен яңынан ағасҡа һөйәп ҡуйҙы. Үҙе лә тирәккә һөйәлеп уның уң яғына ултырҙы.
Шакира уларҙың икеһенә лә оҙаҡ ҡарап торҙо.
– Һин үлтермәнеңме?
– Юҡ, йөрәге шартлаған, әйҙә минең арттан тинем, ул эйәрмәне.
“Оло мәхшәрҙән алданыраҡ ҡуҙғалған, мине, балаларын ҡалдырып...” – хәләленә ҡарап ҡатындың үкереп илағыһы килде. Тик үҙен тыйырға тырышты.
– Шыршың ҡайҙа, Ансар, өйҙә балалар Яңы йыл көтә унда. Һине көтә, һағынып...
– Ниндәй шыршы? – мәйет янындағы әҙәм дә телгә килде.
– Йәшел, энәле. Ниндәй булһын тағы?
Ҡатын иренең бар кәүҙәһен ҡапшап сыҡты, бысаҡ, пуля эҙе юҡ.
“Уның үҙ үлеме менән киткәненә ышанмаясаҡ ул Николай. Һыйырһыҙ ғына ҡаламмы инде”, – Шакира башын тотоп ире мәйетенең һул яғына барып ултырҙы.
– Уны кемдер үлтергә-ән...
– Үҙе үлмәй, кем үлтерһен бында уны, – Жак үҙен тыныс тоторға тырышты. Тирәк тирәләй өсөһө лә, тере берәҙәк менән иҫән ҡатын да, урталағы мәйет тә, тып-тын булып һөйәлгән килеш ҡатып оҙаҡ ултырҙы. Оло һәләкәт киләсәген, әллә оло фажиғә буласағын белдереп тирәк кенә шаулап, дауыллап бер булды.
– Кем үлтерһен... Бала һағышы, баланы юғалтыу ҡайғыһы үлтерҙе, – тынлыҡты Жак бүлдерҙе.
– Барып әйт, ул үҙе үлде, үҙ үлеме менән китте тип әйт. Мин шаһит тиң, – Шакира мәйет аша Жакҡа ҡысҡырҙы.
– Кемгә?
– Николайға. Һалым йыйыусыға.
– Аңламайым, донъя бөтә тиһең , улайһа нимәгә һыйыр? Теге донъяға алып китәһеңме ни? – Үҙе эстән генә, күҙен йомоп, «любовь и голод правят миром» тип ҡуйҙы. Шунан кем шулай тип әйткән әле, тип уйланырға тотондо. Ә Шиллер был. «Мировая мудрость» шулай бөтә бит әле.
– Һуң ике сабый балам бар тинем дәһә, – ҡатын шым ғына өндәште. – Николай барыбер ышанмаясаҡ. Уны үлтерергә кәрәк.
– Берҙе бирһәң, үлтерәм, ысынлап, тәүәккәлләйәсәкмен, – “был ваҡытта мөхәббәт түгел, һөйөш, секс хакимлыҡ итә донъя менән” тип уйлаған ир һөмһөҙ ҡарашын ҡатынға төбәне. Шакира ҡуйынынан бысағын килтереп сығарҙы ла, икеһенең араһында ултырған мәйет аша уны Жакҡа һондо
– Мә, үлтер.
Ҡапыл ҡупҡан көслө ел тирәкте тамырынан йолҡоп алырҙай итеп төрлө яҡҡа тартҡыланы. Мәхшәр ҡубасаҡ икән.
Жак бысаҡты алды ла һикереп торҙо һәм ҡапыл Ансарҙың муйынына сәнсте. “Ғырш” итеп инеп киткән сит предметтан мәйет һелкенеп кенә ҡуйҙы, ауманы. Бындай ҡырағайлыҡтан Шакира алйып икенсе яҡҡа ауып китте. Күҙ алдында уның һөйгәнен, йәндән яҡын күргән ҡәҙерле кешеһен тунайҙар ҙаһа. Ир ҡулын бысаҡ һабынан ысҡындырҙы. Ҡаҙалған килеш ҡалған бысаҡ аҫтынан әҙ генә ҡан һарҡып сыҡты. Ҡурҡышынан Шакираның күҙҙәре шар булды.
Үҙендә ниндәйҙер йыртҡыстарса көс тойған ир ҡатынға ҡараны:
– Үлтерҙем, – тине. Бисә ҡалтыранырға тотондо. – Сисен...
– Ансарҙы түгел, Николайҙы...
– Ҡайҙан табайым Николайҙы, сисен, тим. Мин үлтерҙем, тип әйтермен, һыйыр үҙеңдә ҡалыр. Сисен, үтенеп һорайым, – Жак Шакираға килеп йәбеште.
– Ҡәбәхәт, ҡәбәхәт, һин Ансарҙы үлтерҙең, ҡә-әбәхәт, – бисә өҫтөнән “үлтереүсене”алып ташланы ла арҡаһына ятҡан килеш артҡа шыуышты. Яһил ирҙең күҙе аҡайғайны, ул дүрт аяҡлап бисәгә табан килә башланы. Шул саҡ ҡапыл Шакира:
– Ана, күккә ҡара, күккә ҡара, – тип аҡырып һикереп торҙо. Бер ни аңламаған ир торғансы, ус аяһындай ут йомғағы яҡында ғына ағастар араһына килеп төштө лә тирә-яҡ яп-яҡты булып китте.
Икеһе лә күккә баҡты. Томан-төтөн араһынан осҡан уттар күренде. Тирәктең башына ла эләккәйне ялҡын. Уныһы башынан шаулап, тирә-яҡҡа ялҡындарын елпеп, сытыр-шатор килеп янырға тотондо. Ботаҡтары һынып ергә килеп төштө. Ҡатын иң беренсе булып аңына килде. “Башланды, башланды, балаларым,” – тип ул баяғы килгән юлға сыҡты ла йүгерергә тотондо. Уның артынан Жак төштө. Тик йәш ҡатын хәллерәк инеме, уны тотоп булмаҫын аңлаған берәҙәк туҡтап ҡалды. Ағасҡа тотоноп хәл йыйҙы. Шарт-шорт янған урманды тыңлап торҙо ла шәп-шәп атлап өйөнә табан ҡуҙғалды.
“Ысынлап та, бөтә икән был донъя. Ивәл(evil)* аҙашмай ғына килеп еткән. Яңғыҙым ҡаршы алам уны”,– тип уйланы Жак. Өйө янына килеп еткәс, ике ҡулын йоҙроҡлап күккә һуҙҙы ла ҡан баҫҡан күҙҙәре менән сикһеҙлеккә баҡты. Шунан йоҙроҡтары менән күкрәктәрен төйөп: “Армагедон! Армагедо-он! Рәхим ит, Ивәл(evil)!” – тип шашып-шашып ҡысҡырҙы. Тамағы ҡарлыҡҡансы аҡырҙы ла аҡырҙы.
Өйөнә инеү менән карауат аҫтынан оҙон ҡуңыслы итектәрен һөйрәп сығарҙы. Һин бындамы, Муська, тип кәзәһенә өндәшкән булды. Арҡанлы баҫҡыстан ҡабаланып баҙға төштө. Бәлә килерен һиҙенеп баҡырып бер булған мәхлүкте тотоп алды. Һикергеләп, бер туҡтауһыҙ әсе баҡырышҡан кәзә бәрәстәрен, бот араһында уралып ҡамасауламаһын әле тип муйындарынан ғына тотто ла землянканан күтәрелде. Ишекте тибеп асты ла йән асыуы менән бахыр балаҡайҙарҙы осора бәрҙе. Тегеләре осоп барып төшкән ерҙәренән һикереп торҙолар ҙа, нишләргә белмәй һикерә-һикерә өй тирәһенән ситкә саптылар. Инә кәзә һикергеләп ҡараны, тик урынынан һис тә ҡуҙғалманы. Ҡуҙғала алманы. Жак ишекте ябып, яңынан уны туйындырған, һөтө, ите менән һыйлаған ҡәҙерле кәзәһе янына килде. Һөйләнә-һөйләнә уның арҡаларын, башын һыйпаны.
– Ана шулай, матурҡайым. Иҫ киткес гүзәл бит һин. Торғаны менән Шакира. Шакира бит һин. Ә мин Тореро! Ой, Шакира, ҡалай һин матур... Үлһәм дә, һине ҡосағыма алып үләйем. Ҡалай һин шәп, Шакира!
Кеше тигән ҡәбәхәттең яуыз уйын аңлар кимәлдә түгел шул Хайуан: хужаһы наҙлаған, йөнөн һыпырған һайын ҡәнәғәт тора бирҙе, наҙлы итеп өҙөк-өҙөк кенә тауыш та биреп алды. Жактың күҙҙәре аларғанын, ауыҙынан һеләгәйҙәре аҡҡанын шәйләмәне. Шәйләһә лә, кәрәк саҡта ашатыр, бесән һалыр, имсәге тулышһа һауып алыр хәстәрлекле хужаның ниндәйҙер зыян килтереренә ышанманы шикелле. Үҙе лә уға тоғролоғон белдереп башын һелкеп ҡуйҙы хатта. Әллә бәрәстәренең тауышын ишетепме, әллә әҙәм тигән заттың мәңге ҡыланмаған ҡылығынан әсе һыҙланыпмы, әллә оло хәүеф килеүен тойопмо, кәзә ҡурҡыныс итеп һуҙып баҡырып ебәреүгә... өйгә, оло яланда бер ҡарасҡы кеүек ултырған түбәле өйгә күктән йоҙроҡ булып ут килеп төштө лә тирә-яҡҡа осҡон туптары сәсрәне. Өй урынында ут-төтөн генә уйнаны ла оло бер соҡор хасил булды. Ҡурҡыштарынан икеһе баҡыра-баҡыра ике яҡҡа һибелгән кәзә бәрәстәрен ут тулҡыны күтәреп ағастар араһына һелтәне.
“Балаҡайҙарым”, “балаҡайҙарым”, “Хәҙер Яңы йыл була, хәҙер Ҡыш бабай килә” тип бер туҡтауһыҙ һамаҡлаған Шакира йүгерҙе лә йүгерҙе. Тыны ҡыҫылды, күҙ алдары ҡараңғыланды. Тирә-яҡҡа бомба урынына төшкән ут ярсыҡтарына ла иғтибар итмәне. Бар тарафты ҡаплап алған төтөн, томан араһынан тыуған өйөнә табан ашығыуын белде.
ККП-2217-лә лә мәхшәр ҡупҡайны. Ҡайҙалыр өйҙәр яна, ҡара төтөн һуҙылған. Ауыл осондағы ҡояш батареялары улар янында янған уттан яңынан терелгәнме, тирә яҡҡа ялтырап, балҡып ултыра ине.
Үҙ урамдарына килеп ингәс тә Шакира үҙенә табан ҡойроғон сөйөп йән фарман сабып килгән һыйырын шәйләп ҡалды. Сыбарҡайы артынан Скот менән Николай йүгерә. Бындай көндә, тирә-яҡ мәхшәргә әйләнгән мәлдә: “Һыйырҙы бирмәйбеҙ, ул беҙҙеке. Һин Иблис,” – тип юрғалаған малайҙан бер аҙым ҡалмай төкөрөгөн сәсә-сәсә, “ул хәҙер дәүләттеке”, – тип таяҡ болғап ах та ух килгән Николайҙы күреү берсә көлкө, берсә фажиғә ине.
Үҙ йорттарын иҫән күргәс, күңеленә йылы ингәндәй булды ҡатындың. Урамға ҡараған ике тәҙрәһе әллә ҡайҙан ҡалай үҙенә саҡырып торасы. Әйтерһең, ҡунаҡтар көтә.
“Ҡыҙҙарым-күҙ нурҙарым, һеҙ ҡайҙа?” тип өйгә йүгереп инде Шакира. Бер-береһен ҡосаҡлап өй мөйөшөнә һыйынған ике ҡыҙын күреп, ӘСӘ туҡтап ҡалды. Кеҫәһенән сәскәле башлыҡты алып Сөмбөлөнөң башына кейҙерҙе. Шунан тиҙ генә өҫтөндәге пальтоһын сисеп, уларға япты ла балаларын күкрәгенә ҡыҫты: “Ҡурҡмағыҙ! Бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ, Мин ҡайттым, Әсәйегеҙ бында!” – тине.
 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в