Сибәр, суҡынмыш! Хәйер, ун һигеҙ йәштә кем генә сибәр булмаҫ икән! Шағирҙар әйтмешләй, тулып бешкән алма – ҡап та йот. Ләкин ҡыҙҙың таныш йөҙөн күргәс, үҙемдең дә шалҡандай аҡ сырайым ҡапыл ҡыҙыл сөгөлдөр төҫөнә инде. Таныш йөҙ, муйылдай ҡап-ҡара күҙҙәр. Бүлмәлә уға ғына хас һәм электән миңә таныш булған хуш еҫ – зәңгәр хыялдарға сумдырып, күңел ҡанаттарын ожмах түрҙәренә алып инеүсе ҡыҙ еҫе. Үәт, әкәмәт. Еҫен хәтерләйем, ә исемен – юҡ. Шулай ҙа буламы икән ни?
Башты башҡа терәп, серле күҙҙәренә сумып, һуштан яҙыуым әлегеләй хәтеремдә. Уның ҡайнар ирендәре, ҡайнар һулышы әле лә битемде өтә кеүек. Ҡабарынҡы күкрәк остары менән тәүҙә күкрәгемә һыйынһа, һуңынан ап-аҡ ҡулдарын елкәмә һалып, «аһ» тигән өн сығарып, ҡосағыма иреп сумды бөтә булмыш ағзалары менән. Устарымда нәҙек биленең йылылығы, күҙ алдымда уң яҡ ҡолағы эргәһендәге ҡарағаттай миңе һәм ишетелер-ишетелмәҫ ниҙер бышылдауы. Ни икәне һүҙһеҙ ҙә аңлашыла инде. Ләкин ҡасан булды был хәл? Ҡасандыр егет сағымда яратып өйләнгән бисәмә хыянат иттемме икән ни? Йә, Хоҙай. Түҙемлек бир. Тамуҡтарыңа илтеп тыға күрмә. Яңылышты ерҙәге бер әруахың. Юҡтыр, юҡ. Булмаҫ. Ҡатын алмаштырыу тигәс тә, күлдәк алмаштырыу түгел бит ул. Күлдәк тигәндән, әлеге зәңгәргә аҡ сәскә төшкән күлдәген кейгәйне бит теге саҡ минең менән булғанда. Туҡта, туҡта. Ана бит өҫкө төймәһе юҡ. Ул төймә минең салбар кеҫәһендә ята, иҫтәлек булып. Күлдәгенең эсендәге эске күлдәге сит-ситтәре сигелеп, ал төҫтә булырға тейеш. Ә лифчигы һары ине. Быныһын точно беләм. Фекеремде иҫбатлау йөҙөнән өҫтәл артында яҙып ултырған ҡыҙҙың эйелгәндә асыла төшкән күкрәгенә үрелеп ҡараным. Тап шулай. Мин уйлағанса. Ләхәүлә. Бик тәрән ингәнмен. Ал төҫтәге күлдәк һәм һары лифчик. Ә күкрәк өҫтөндә етешмәгән зәңгәр төймә минең кеҫә төбөндә. Ирекһеҙҙән төймә ятҡан кеҫәне ҡабат ҡапшап ҡуйҙым. Тимәк, миңә күлдәктәге төймәне йолҡоп алырға тура килгән. Үҙе генә ризалашмаған. Көсләгәнмен… иҫерек баштан. Улай тиһәң, мин айыҡ кеше. Ҡатыным наркологтарға тапшырып дауалатты, сиктән тыш оло хаҡҡа. Хатта әйтергә тел әйләнмәй – ул аҡсаға бер йәшник араҡы һатып алып, аҙна буйы байрам итеп булыр ине!!! Ә шулай ҙа төймәне йолҡоп алғанмын. Ана бит күлдәге шул урындан йыртылып уҡ киткән. Ах, мин ҡарт ишәкте! Оятһыҙ. Ни йөҙөм менән ошо сабыйҙы мәсхәрәләнем икән?! Уф, сыҙай алмайым. Ер убылһа, ғәрлегемдән ер тишегенә инеп юғалырға әҙермен. Ни йөҙөмдө йыртып уның йөҙөнә күтәрелеп ҡарарға? Ә танып алһа? Полицияға еткерһә? Кем белә, бәлким, мөйөш һайын фотомды элеп тә сыҡҡандарҙыр. Опасный сексуаль маньяк тип. Чикатило шикелле. Йә булмаһа, бына хәҙер телефон трубкаһын күтәрер ҙә, 02 һанын йыйып: «Ул бында», – тиер. Үҙе һиҙмәгәндә тиҙерәк ҡара бесәй шикелле сығып шылырға кәрәк бынан. Аяҡ остарына ғына баҫып ишеккә табан шыуыштым.
Шунда ҡыҙ бөҙрә башын күтәреп: «Нәсәлник үҙендә. Рәхим итегеҙ!» – тип матур йылмайҙы. Мин тораташтай ҡатып ҡалдым. Гүйә, өҫтөмә биҙрәләп боҙло һыу ҡойҙолар. Ни ҡылғанымды һиҙмәҫтән, салбар кеҫәмдән теге зәңгәр төймәне сығарып, ғәйебемде ошо төймә менән йыуырға теләгәндәй, тиҙерәк һылыуҡайға һуҙҙым, башымды туп уйнатып яңылыш тәҙрә ватҡан малай шикелле түбән һалындырып, әлбиттә.
«Ой, рәхмәт, ағай, – тине ҡыҙ, йөҙөмә һирпелеп. – Мин инде бындай төймә табыуыма өмөтөмдө өҙгәйнем. Атайымдың тыуған көнөмә тип Мәскәүҙән алып ҡайтҡан бүләге ул өҫтөмдәге күлдәгем. Беҙҙең ҡалала бындай төймәне табыу ҡыйын. Иртәнге пик сәғәте етһә, эшкә нисек килергә белмәйбеҙ. Автобустар шығырым тулы. Үҙегеҙ күрҙегеҙ, бөгөн дә мискәгә шыплап тултырылған балыҡ шикелле килдек бит эш урынына. Тимәк, һеҙ булғанһығыҙ инде минең төймәне йолҡоусы». «Мин», – тинем уңайһыҙланып һәм ҡапыл ғына бөтәһен дә хәтеремә төшөрөп. Өҫтөмдән бер юлы тиҫтәләгән гер таштарын алып ташланылармы ни!
Тәнем-йәнем еңеләйеп киткәндәй булды. Күкрәгемә бүлмәләге хуш еҫле таныш һауаны тултырып һулыш алдым. Шунда уҡ бөтәһе лә хәтеремә төштө. Ана шул селёдка шикелле халыҡ менән шыплап тулған автобуста һыңар аяҡтың баш бармағына баҫып барғанда, әлеге һылыуҡай, аяҡтары менән тамам ерҙән айырылып, минең менән бер пассажир араһына ҡыҫылғайны. Йығылып китмәҫ өсөн ул ах-ух килеп муйынымдан ҡосаҡлап алырға мәжбүр булды. Ҡулымдағы сетка бисара ҡыҙҙың күлдәк төймәһенә уралған. Быны мин автобустан төшкән саҡта ғына иҫләнем. Асыҡ ишектән халыҡ араһына ҡыҫылған, төшкө ашҡа тип бер шешә кефир менән һыңар булка һалынған шул сеткамды бөтә көсөмә тартып алыуым булды, ҡуҙғалып барған автобус эсендә «аһ» тигән ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде. Кефирға буялған булка киҫәктәрен аралап ултырғанда әлеге зәңгәр төймә килеп сыҡты. Матурлап, һырлап, биҙәкләп эшләнгән. Бәлки, шуның өсөн һалғанмындар кеҫәмә. Уныһын инде төпсөнмәгеҙ. Әйтәм бит, хәтер самалы. Әле бына ошо зәңгәр төймәне аҡ сәскәле зәңгәр күлдәкле һылыуҡайҙың усына һалғайным. Зәңгәр хыялдарым зәңгәр төймә менән бергә юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы.
Һүрәт: mihailgurevitch.livejournal.com