-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Июнь 2022, 15:00

Скрипкасы мажараһы

Закир ӘҠБӘРОВ (Хикәйә) Әгәр ҡайһы бер үҙен­сә­лектәре булмаһа, был бәләкәй генә мажараны «Кеше талау» тип ауыҙ тултырып һөйләп тә тормаҫ инек. Әлеге көҙгө ҡараңғы төн.

Скрипкасы мажараһы
Скрипкасы мажараһы

Йыр­тыҡ болоттар араһынан ара-тирә сағылып киткән айҙың нуры уға бер ниндәй ҙә йәм өҫтәмәй. Көндөҙгө ығы-зы­ғы­нан ялыҡҡан ҡала урамы. Дө­рөҫөрәге, бер аулаҡ мөйөшө. Ҡалтырана-ҡалтырана китеп барған әлеге меҫкен үткенсе. Оҙон хәнйәр тотҡан әлеге юлбаҫар. Хатта уның үткенсегә биргән һорауы ла мең йылдар дауамында меңәрләгән юл­баҫарҙарҙың өйҙәренә һуңлап ҡайтып барыусы меңәрләгән үткенсегә биргән һорауынан бер яғы менән дә айырылманы:
– Жизнь или кошелек?!.
Ә инде уҡыусыбыҙҙы башта уҡ киҫәтеп ҡуйған үҙенсә­легебеҙгә килһәк… таланыуға дусар меҫкен аҡса тоҡсайы алтын-көмөшкә тулы ябай таланыусы түгел шул. Ҡалабыҙҙың күренекле скрипкасыһы Морат Ҡыямов. Ил елкәһенә төшкән сираттағы бәлә – «дефолт» атлы нәмәҫтәкәй – арыҡ бил­дәрҙе тағы ла ҡыҫыбыраҡ быуырға мәжбүр иткән бер мәлдә балалар музыка мәктәбе уҡытыусыларының былай ҙа наҡыҫ эш хаҡын тотҡарлай башлағас (ауыҙҙы сөйгә элеп ултырып булмай бит), Морат Әғзәмовичтың бер таныш әр­мәне кафеһында эске­селәргә төндәрен скрипка һыҙҙыртып, әҙ-мәҙ табыш ала башлаған сағы. Был төндө табышы ла әҙ-мәҙ генә булды. Етмәһә, көтмәгәндә өҫтөнә өс ҡоҙғон ябырылды. Әгәр ҙә музы­кантыбыҙ, хәҙерге боевиктарса итәғәтһеҙ һорау биргән әҙәмде бер һелтәнеүҙә иҫәңгерәтеп, еүеш асфальтҡа һалып ҡуйһа, хикәйәбеҙ кү­ңеллерәк килеп сығыр ине. Ҡайҙа ул! Смычоктан ауыр нәмәгә күнекмәгән ҡулдары менән дейеүҙәй бандитты ни эшләтә алһын музыкант? Ҡалтыранған ҡулдарын кеҫә­һенә тығып һыра еҫе һеңгән ун һумлыҡ сығарыуҙан ары уҙалманы.
– Мә…
Бындай йүнһеҙлектән юл­баҫар ҡаушап ҡалды һәм тотлоғоп:
– Һ-һин н-нимә, ҡәбәхәт?!. Ҡаршыңда бит әрһеҙ телән­се түгел, намыҫлы бур тора. М-мыҫҡыл итәһеңме?
Хәнйәр Морат Ҡыямовтың күкрәгенә нығыраҡ төртөл­гәндәй булды.
– Ғ-ғәфү итегеҙ, бур әфәнде, б-башҡа аҡсам юҡ шул…
– Ә был сумаҙаныңда нимә? Бәлки, алтын-көмөшөң шунда яталыр?
– Сумаҙан түгел бит ул, футляр. Скрипка футляры. Мин скрипач…
– Ё-моё! Күпме урланым, күпме таланым, скрипач таларға тура килгәне юҡ ине әле. Нәмә, әллә уйнай беләм тип маҡтанырға ниәтең дә бармы? Шул маҡтансыҡ телеңдән яҙып ҡуйма, йолҡош. Башың-ниең менән…
– Минең һөнәрем бит ул. Нисек инде белмәйем ти. До-ре-ми-фа…ля-си…
– Йә, «ляси»лап торма, уйнап күрһәт. Давай, үҙебеҙҙең душещипательный көйҙө…
Үҙ ғүмерендә күпме бала­ларҙы музыка серҙәренә өй­рәткән ҡарт скрипкасы күпме сәхнәләрҙә уйнаны, әммә көҙгө төндә, ҡараңғы мөйөштә юл баҫыусының һорауы буйынса концерт ҡуйғаны юҡ ине. Ҡал­тыранған ҡулдары менән скрипкаһын алып, «Ғәлиә­баныу»ҙан башлап «Хафизәләм иркәм»гә күсте. Тик сәйер та­машасының күҙҙәрендә осҡон ҡабынманы. Ун биш йыл төрмә өйрәһе һемергән урыҫҡа нин­дәй «Ғәлиәбаныу» ти ул. Юл­баҫар күңелен Паганини менән Вивальди музыкаһы ла алманы.
– Ярай, таяҡсыҡ тотҡан уң ҡулың тегеләй-былай йөрөп тора, ә һулын нимәгә ҡалты­ратаһың? Так надо мной издеваешься, сволочь?! Уйнаһаң, йүнләп уйна, юғиһә, зарежу!..
– Не издеваюсь, господин грабитель. Скрипка тауышы ҡалтырабыраҡ, моңлораҡ сыҡһын өсөн шулай эшләнә ул…
– Улайһа, берәй йүнлерәк көй уйна! Мине йыйын юҡ-бар менән алдарға уйлаһаң, һиңә – кранты.
«Йүнлерәк»тән иң тәү иҫенә төшкәне «Очи чёрные» булды музыканттың.
Очи чёрные, очи страстные,
Очи жгучие и прекрасные.
Как любил я вас…
Ниһайәт, тамашасының йөҙө кеше ҡиәфәте ала башлағанын күрҙе ул. Үҙенең дә эсенә әҙ-мәҙ булһа ла йылы йүгерҙе. Унан һуң «Цыплёнок»ты һыҙ­ҙырып ебәрҙе.
Ҡыҙҙырылған да себеш,
Бешерелгән дә себеш.
Себеш тә теләй йәшәргә.
Уны тотҡандар,
Илтеп япҡандар….
Ҡыҙа барып «Мурка»ға күс­кәс, ул талаусының бите буйлап күҙ йәштәре тәгәрләүен күреп аптыраны.
А ты мне изменила,
другого полюбила.
Так зачем же
шарики крутила?..
Музыка тынды. Ниһайәт, ул һаман да музыканттың түшенә терәп тотҡан хәнйәрен итек ҡунысына тыҡты лә кеҫәһенән иллелек сығарып уның ҡулына тотторҙо.
– Живи, скрипач…
Бик күп йылдар элек урта мәктәпте тамамлап сәнғәт училищеһына инергә йөрөгән улына атаһы мәрхүм былай тиг­әйне:
– Улым, Хисбулла ағайың кеүек ғүмер баҡый аслы-туҡлы йөрөргә теләһәң, скрипкаға уҡы, балда-майҙа ғына йөҙәм тиһәң, сауҙа техникумына бар…
Һуңынан Морат Әғзәмович­тың үҙенең дә үкенгән саҡтары күп булған. Бигерәк тә аҡсаһыҙ ултырған көндәрҙә. Тик бәхет аҡсала ғына түгел шул…

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: