+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Июнь 2022, 20:00

Сыбыртҡы

Ҡапҡаны шар асып барып ингән Камил алыҫтан уҡ ишек алдын байҡап: “Тағы ҡырғын кеүек килеп тулғандар”, – тип уйланы. Олатаһы менән күҙгә-күҙ генә ҡарап һөйләшеп ултырғыһы килгәйне лә. 

Сыбыртҡы
Сыбыртҡы

Мораҙына ирешерме, өй тулы халыҡ. Тупһа тирәләй рәт-рәт булып теҙелеп киткән аяҡ кейемдәре шуға ишара. Шулай ҙа килеүен килгәс, инмәй китмәҫ инде. Һаҡ ҡына ишек тотҡаһын тартты. Һиҙенеүе дөрөҫ икән. Ситке өйҙәге эскәмйәлә лә, ултырғыстарҙа ла олоһо-кесеһе шым ғына ултыра. Бала-саға хатта балаҫ йәйелгән иҙәнгә сүгәләгән. Төпкө өй ишеге ябыҡ. Кешеләр ваҡыт-ваҡыт баштарын шул яҡҡа бороп, үҙ-ара шыбырлашып алһа ла, сабыр ғына көтә.

Бында аш бүлмәһен бүлеп торған ҡола стенанан тыш мөйөштәге ҡулйыуғыс, янына һөйәлгән һепертке һәм сөйҙәге таҫтамалдан башҡа күҙгә эленерҙәй нәмә юҡ тиерлек. Тыштан ингән ишек башында бик зауыҡлап үрелгән өс быуынлы, суҡлы оҙон ҡара сыбыртҡыны иҫәпкә алмағанда. Йыйылған халыҡ тәмләп булған хәбәрен уртаҡлашып бөткәс, ҡарашы менән бүлмәне байҡай ҙа шул сыбыртҡыны күреп өнһөҙ ҡала. Береһе һораулы ҡарашын күршеһенә төбәй. Уныһы ғәжәпләнеп яурынын һикертә. Бәғзе берәүһе белдекле ҡиәфәт менән башын һелккеләй. Билдәле, баш осонда сыбыртҡы эленеп тороуы сәйер тойола. Шулай ҙа ғәжәпләнеп, ҡәнәғәтһеҙлек белдереп шауламайҙар. Һағайып ҡына үҙ уйҙарына сумалар. Биҙәү әйбере йә өй кәрәк-ярағы булһа инде. Бөтәһенә лә аңлайышлы ат дағаһы йәки “Аятел көрси” ҙә түгел хатта. Сыбыртҡы!

Камил йыйылған кешеләрҙе шым ғына сәләмләне лә аш бүлмәһенә үтте. Шунда буш торған бүкәнгә сүгәләне. Байтаҡ ҡына көтөргә тура килер, ахыры, тип көрһөнөп ҡуйҙы. 10-15 минут һайын төпкө ишек асылып, берәүҙәр инә, икенселәр сыға торҙо. Егет бүкәненең артына һөйәлеп, аш бүлмәһе ишеге аша күренгән теге сыбыртҡыға ҡарап көлөмһөрәп ҡуйҙы. Ул да ҡасандыр ошо кешеләр ише билдәһеҙлектә ине бит. Иҫ белгәненән алып эленеп тора сыбыртҡы унда. Сабый сағында иғтибар ҙа итмәгән уға. Бәпес донъяны аяҡ аҫтына ҡарап таный башлай бит. Эләгеп ҡоламаһа булған. Саҡ ҡына башын күтәрһә, әсәһенең яғымлы йөҙөн, үҙенә саҡырып торған хәстәрлекле ҡулдарын күрә. Ә шул ғәзиз кәүҙә артындағы мөхитте, таныш түгел донъяға алып барған ишекте, уның башындағы шомло сыбыртҡыны ул шәйләмәй. Шәйләмәһен әйҙә. Ваҡыты етмәгән…

Үҫә төшкәс, бер мәл сыбыртҡыға күҙе төштө Камилдың. Аһ, олатаһы өйөнән ҡайтып инә белмәгән көйө лә шуны абайламағансы. Бына һиңә мә, сыбыртҡы  ни эшләп ишек башында тора икән?

Түҙемһеҙләнеп олатаһының еңенә барып йәбеште малай:

– Олатай, олатай! Был сыбыртҡыны нишләп ишек башына элеп ҡуйҙың ул?

Ғүмәр бабай башындағы түбәтәйен рәтләне, һаҡал-мыйығын һыйпап ҡуйҙы. Шунан күҙҙәрен хәйләкәр ҡыҫып, тамағын ҡырҙы:

– Бик ныҡ белгең киләме?

– Ныҡ, ныҡ, олатай!

– Һуң, әләйһә, әйҙә утынлыҡҡа. Аяғөҫтө һөйләшкән һүҙҙең бәҫе китә ул. – Халыҡ аҡылы малайҙарҙы төндә, йоҡлағанда ғына һөйөр кәрәк тиһә лә, яратҡан ейәненең арҡаһынан ҡағып-ҡағып алды ул.

Икәүләп түмәрҙәр өҫтөнә ҡунаҡлағас, Ғүмәр бабай тәмләп кенә һүҙен башланы:

– И-и-и, улым, сыбыртҡы тиһең инде. Үҙемде белә-белгәндән ишек башында тора ул. Мин ҡуймағанмын уны, атайым да түгел, ә уның атаһы – олатайым. Ошо ерҙәрҙең серегән байы булған ул. Өйөр-өйөр ҡуй, йылҡы, хатта дөйә лә тотҡан. Урманынан солоҡ балы алған, ағас, таш сығарған. Шулай төрлөсә кәсеп иткән. Оло донъяны тигеҙ алып барыр өсөн кеше лә күп кәрәк булған. Ялсылары ла мыжғып торған. Үҙе юлда саҡта улар менән  өйҙә ҡалған ике ҡатыны идара иткән. Ә көндәштәр араһында юҡ-юҡта ыҙғыш та сыҡҡылаған. Балалар, хеҙмәтселәр ҙә ике яҡҡа бүленгән. Дөйөм эшкә зыян килгән. Был олатайға оҡшамаған, әлбиттә. Шуға күрә тоғро көтөүсеһенән ҙур ҡара сыбыртҡы үрҙерткән. Шуның менән яман һелтәнгән дә күренеп торған ергә – ишек башына элеп ҡуйған. Һөйләүҙәренсә, сыбыртҡы унан бер ҡасан да төшмәгән. Әммә бөтәһен дә иҫкәртеп, ҡурҡытып торған. Ике ҡатын да башҡаса һүҙгә килешмәгән. Балалар татыу уйнаған, ялсылар тырышып эшләгән. Тормош яйлы ғына алға тәгәрәп, олатайҙың донъяһы нығынған…

Бына олатай менән ейән араһындағы ошо һөйләшеүгә тиҫтә йылдан артыҡ ваҡыт уҙған. Камил сыбыртҡыға төбәлеп шул хикәйәтте иҫкә төшөрөп ултыра. Олатаһының – тирә-яҡта данлыҡлы имсе-күрәҙәсенең бушауын түҙемһеҙләнеп көтә.

Кеше кәмене. Кемдеңдер быуыны сыҡҡан, икенсеһенең малы күҙеккән, өсөнсөһө сиренән мандып китә алмай, дүртенсеһенең башмағы юғалған… Сират тороп һыйпалып-өшкөрөлөп, сәйен-тоҙон да өшкөртөп алып ҡайтып киттеләр. Һуңғы ҡунағын оҙатып, ҡулын сайып алғас, Ғүмәр бабай ейәненә һүҙ ҡатты:

– Йә, ни йомош, улым? Һайрап ебәр.

– Кәңәшләшергә килдем, олатай. Кәләш алырға уйлайым. – Егет йылмайып ебәрҙе.

– Һа-ай, бик хуп, бик мәслихәт. Өйләнеп, балалар үҫтереп йәшәү һәр кемгә лә фарыз инде ул.

– Тик… ней… туйҙы араҡыһыҙ үткәрергә ине. Икебеҙ ҙә шул уйҙабыҙ. Нисек булыр икән, олатай?

Камил ауыҙынан был яңылыҡты ишетеп Ғүмәр бабай бер ҙә аптыраманы. Бигерәк инсафлы бала бит ул ейәне. Бәләкәйҙән ололар аҡылы булды үҙендә. Хәләл нәмәләрҙе һеңдереп, уның аяҡ аҫтында ғына уралып үҫте бит һуң! Йәһәтләп ҡыуанысын белдерергә ашыҡты:

– Собханалла! Нисек булыр тип, дөрөҫ булыр! Тап мосолманса. Үҙ аҡылың менән шундай ҡарарға килгәнеңә һөйөнәм. Фатихамды бирәм, улым. Ә атайың нимә тине һуң?

– Уға әйтмәгәнмен әле. Ҡаршы булыр инде ул…

– Ярай, ҡурҡма, үҙем һөйләшермен.

Олатаһының дәртләндереүе күңеленә май булып яғылды Камилдың. Тынысланып ҡайтып китте. Ә Ғүмәр бабай урамға сығып ҡапҡа алдындағы эскәмйәгә хәл алырға ултырҙы. Әле генә ишеткән хәбәргә шатланып туя алмаһа ла, кейәүен иҫкә төшөргәс, йөҙө ҡара янып китте.  Араҡыны Алла урынына күргән бәндә һис ризалашмаясаҡ бит инде ул. Хәйерһеҙ, ана, ҡәүемен рисуай итеп урамдан ҡып-ҡыҫҡа ыштанында килә лә ята. Боҙоҡ кешеләр мулланың өйөн ярты саҡрымдан урап үтә. Кемдекен сәлдергәнеңде, күпме эскәнеңде, нимә уйлағаныңды белеп торғаныңды кем теләһен. Хәҙер төртмә теле менән элеп алып һелкеп һалғанын көт тә тор. Оҙон һаҡалының осон ҡулы менән өйрөлткөләп, сыбыртҡы осона оҡшатып сыуалта-сыуалта, халыҡсан теле менән тураһын ярғанды. Бәғзе берәүҙәргә сыбыртҡы менән тамыҙғандай тәьҫир итә был. Өйө лә ауылдың ҡап уртаһында, ике төп урам киҫешкән ҡалҡыу ерҙә ултыра. Унан килеп, был әҙәмдәрҙең дә сире бар, малы бар. Бер булмаһа бер уға көндәре төшәсәк. Шуға ла шөрләйҙәр, асыҡтан-асыҡ бәхәскә инмәйҙәр. Тик кейәүе Хисамдан башҡалары. Ул, киреһенсә, тәмәкеһен арҡыры тешләп, ауыҙынан араҡы еҫе аңҡытып бөтә ҡиәфәте менән ҡайныһына ҡаршылашҡандай әҙәпһеҙ тота үҙен. Уның мәртәбәһен төшөрөргә итәме? Үҙ һүҙлелеген күрһәткеһе киләме? Донъя тотҡаһы беҙҙең ҡулдарға күсә тимәксеме? Ҡарале, бер көн: “Бөгөн барһың, иртәгә – юҡ”, – тип янап та киткәйне түгелме?

Ҡыҙы кейәүгә сығам тигәндә үк күңеле һиҙгәйне хәйерле эш булмаҫын. Нәҫел-нәсәбе менән зимагорҙар ине шул. Ер эшен ташлап, ҡайһыһы ҡайҙа оҙон аҡса артынан олағып тороусылар затынан. Шул киткән еренән ауылға алама ғәҙәттәрҙе лә йыйып алып ҡайтты.

Бына шул әтрәгәләмгә барып ҡына харап булды ҡыҙы. Мөхәббәт тигән булып. Тиҙ аңланы ла, һуңланы. Бер-бер артлы балалары тыуҙы. Етмәһә, ир менән айырылышыу ул саҡта үҙе ҙур оят ине.

Ул мәлдәрҙән ауыл үҙгәрҙе. Ят заманалар килде. Сит ғәҙәттәр тамыр йәйҙе. Шулай ҙа ейәндәре аҡыллы булып үҫте. Береһе лә зимагор аталарына тартмағайны, шуға ҡыуанып бөтә алманы ҡарт. Бына килеп Камилы ла матур һүҙҙәр һөйләп китте.

***

Камил өйгә дәртләнеп ҡайтты. Белә, атаһы ҡырталашып маташыр. Уның ҡарауы, олатаһы хупланы! Әсәһе менән буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһе лә ризалар. Күмәк көс менән нисек тә күндерерҙәр әле.

Кисен атаһы яу ҡуптарҙы. Ҡулындағы шешәһен тартып алдылармы ни?! Төкөрөгөн сәсә-сәсә ҡысҡырыныуҙан туҡтаманы:

– Араҡыһыҙ туй буламы?! Балаңдың байрамында рәхәтләнеп бер типтереп тә ҡалмағас… Эсмәгәс, нимә ҡарап ултырмаҡ кәрәк, ә? Иҫәр һымаҡ, айыҡ башҡа йырлап-бейепме? Не бывать этому! И не думай! Ишь ты!

Ғәҙәтенсә, һуҡмыш сағында шулай урыҫсаға күсеп киткән атаһын тыңлап бөтмәйенсә тышҡа атланы егет. Аулаҡ мөйөштә ултырып, алдағы көндәргә план ҡорҙо. Барыбер ҙә эскеһеҙ үткәрәсәктәр туйҙы!

Туй тип әйтеүе генә анһат. Күпме әҙерләнергә кәрәк. Йәш егет ары сапты, бире сапты. Әле быныһын хәстәрләне, әле – тегеһен. Тантанаға һанаулы ғына көндәр ҡалғайны, бәлә тыуҙы. Ғүмәр бабайҙың өйө янып китте. Район үҙәгенән янғын һүндереү машиналары килеп туҡтағанда, йорт-ҡаралты көл-күмергә ҡалғайны инде. Уттың ялы-ҡойроғо юҡ – ун биш минут етте быға. Ярай әле, мулла үҙе ҡотолдо. Йүгереп барып еткән күрше-тирә ишектән сәсәй-сәсәй сыбыртҡы тотоп сығып килгән бабайға тап була. Һөрөм менән ағыуланып иҫен юйған аҡһаҡалды “тиҙ ярҙам” машинаһына һалғанда ла ҡулынан оҙон ҡара сыбыртҡыһын ысҡындырмай маташҡан тиҙәр.

Бөтә ауыл мәж килеп янғында йөрөгәндә, Хисам ғына зым-зыя юҡ булды. Килеп тә ураманы. Мәхшәр араһында ла шуны һиҙеүселәр табылды мәгәр. Ҡолаҡтан ҡолаҡҡа шыш-быш китте…

Табып алып ҡайтты ул сыбыртҡыны Камил. Тик атаһы күреп ҡалып, ҡулынан тартып алып келәткә сығарып атты.

– Әҙәм көлдөрөп, ишек башына элә күрмә тағы! Алйыған олатаңа эйәреп. Смари у меня! – тип улына янап ҡуйырға ла онотманы.

Ғүмәр бабай оҙаҡ ятты дауаханала. Тын юлдары янып тәүҙә – реанимацияла, унан – бүлексәлә. Янғын сәбәбен асыҡлаусы тәфтишселәр уның эргәһенә йыш килде. Әйтеүҙәренсә, бөтә электр йыһаздары төҙөк булған. Берҙән-бер сәбәп ут төртөүҙер тинеләр. Бабайҙан дошмандарың бармы-юҡмы, кем менән һүҙгә килешкәйнең тип төпсөнөп-төпсөндөләр ҙә, ул өҙөп кенә яуапламағас, күренмәҫ булдылар. Енәйәтсене тапмай, эште ябып ҡуйҙылар, ахыры.

Камил унан бигерәк олатаһының һаулығы өсөн борсолдо. Дауахана юлына саң ҡундырманы. Һаҡалын ҡырып ташлағастар, йөҙө уғата ҡаҡсаланып киткәйне ҡарттың. “Олатай сыҡһын да гөрләтеп туй үткәрербеҙ”, – тип хыялланды егет. Шундай өмөтлө уйҙар менән ҡайтып ингәнендә, атаһының дәртләнеп машинанан йәшник-йәшник араҡы бушатҡанына тап булды.

– Атай, нимә эшләүең ул? – тине егет ниҙер һиҙенеп.

Хисам улына һынсыл ҡараш ташланы ла иҫе китмәй генә:

– Күрмәйһеңме, туйға әҙерләнәм! – тип теш араһынан ергә серт төкөрөп ҡуйҙы.

Камил һүҙһеҙ аптырап ҡалды. Һуң, әйткәйне бит уға. Олатаһы ла һөйләшермен тигәйне.

– Йә-йә, бүре кеүек ҡарама. Алдыңдан алырға олатаң юҡ бында! Ана, күрмәгәнен күрҙе хәҙер. Күп лығырлай башлағайны ла… – Атай кеше һүҙҙе ситкә борҙо. – Нисек кешенән оялмай араҡыһыҙ туй уҙғармаҡ кәрәк? Һыҡмыр, һаран Хисам тиһендәрме? Бер кем дә аңламаясаҡ. Аң-ла-ма-я-саҡ! Уйлап ҡара, бер туған ағайым килә туйға, һыу һәм һут менән һыйлайыммы? Это – раз. Яратҡан кейәүем килә, бер ярты ла ҡуймайыммы? Это – два. Ут күршеләр инәсәк, беҙҙә айыҡ туй, тип бороп сығарайыммы? Улар минең менән утты-һыуҙы кискән кешеләр ҙәһә! Берәүһе картуф баҡсамды һөрөп бирҙе, икенсеһе һыйыр быҙаулағанда ярҙам итте. Баш ауыртып торғанда ла сәмәйҙәрен йәлләмәйҙәр! Это – три. Вопросы есть ещё?

Хисам йәшниктәрҙе келәткә ташыны. Эше бөткәс, тәмәкеһен ҡабып урамға сығып китте. Әҙәм рәтле һөйләшеүгә өмөтләнгән Камил бының файҙаһыҙ булырын самаланы. Йәне әрнеп, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Үҙ аллы тормош юлын айыҡ башларға теләгәйне бит! Баштан уҡ! Үҙе үҫкәндәге кеүек түгел, балаларына матур өлгө биреп йәшәргә тигәйне! Белеп тора, атаһы эсеп алһа, туйҙың да йәмен ебәрәсәк. Низағ, ыҙғыш сығарасаҡ. Ҡоҙалары менән сәкәләшмәйенсә ҡуймаясаҡ. Саҡ башланып торған яңы тормошто ҡыйратасаҡ.

“Нимә эшләргә? Кемдән кәңәш һорарға? Исмаһам, олатай ҙа юҡ бит янда”, – Камил әсенеп уйланды. Бер ҡарарға килә алмайынса келәткә табан атланы. Ишекте асыуға ни өсөндөр араҡы шешәләренең урталағы өҫтәл өҫтөнә теҙеп ҡуйылғанын күрҙе. Күрәһең, атаһы шулай итеп уларға ләззәтләнеп ҡарап торғандыр.

Камилдың ҡарашы мөйөштә ятҡан сыбыртҡыға төштө. Олатаһының сыбыртҡыһы. Барып ҡулына алды. Алды ла ҡымшанмай оҙаҡ итеп уйға сумып торҙо. Шунан ҡапыл өҫтәлгә боролоп, йән көсөнә һелтәнде. Сыбыртҡы осо оҫта ғына итеп ситке бер шешәнең муйынынан эләктереп алды ла уны иҙәнгә осорҙо. Егет икенсегә сыбыртҡыһын шыйылдатып тартты – тағы берәү иҙәнгә тәкмәсләне. Тәкмәсләне лә тәүгеһе өҫтөнә тура килеп ярылып китте. Әле генә нимә эшләргә кәрәклеген белмәгән-аңламаған Камилдың йөҙөнә яҡтылыҡ йүгерҙе. Һунар ҡомарына бирелгәндәй, уңға-һулға һелтәнергә тотондо: “Бына шул кәрәк һеҙгә! Шул кәрәк!” Өҫтәлдәге шешәләр осоп төшә торҙо, бер-береһенә бәрелеп, мең ярсыҡҡа әүерелә барҙы. Ҡыҙып, тирләп-бешеп донъя ҡыйратҡан егет келәткә кеше килеп ингәнен дә һиҙмәне. Йән асыуына ҡысҡырған тауышҡа әйләнеп ҡарағас ҡына, йөҙө бурҙаттай ҡыҙарған, һауа етмәгән балыҡтай ауыҙы ҙур асылып ауыр тын алған атаһын күреп туҡтап ҡалды. Хисам ҡулдарын шешә ярсыҡтарына һуҙып, аңлайышһыҙ ауаздар сығарып, малдай мышнап баҫҡан урынында тыпырсынып бейеп тора ине. Шунан тотлоға-тотлоға улына ҡысҡырып ебәрҙе:

– К-каналья!!! Что ты твор-ришь?! 

Камил терт итеп ҡалды. Ҡапыл ғына әйтер һүҙ таба алмай китте. Ул арала атаһы ҡарсығалай янына осоп килеп етте лә, ҡулынан сыбыртҡыһын тартып алып, арҡаһына һыҙырып ебәрҙе. Егет тәненең уттай янғанын тойҙо. Әммә ҡымшанмай тора бирҙе. Был күренеш һуҡмыш ирҙе уғата ярһытты. Хисам, үҙ-үҙен белмәй, улын ҡотороноп туҡмай башланы. Хәлдән тайғансы ярҙы ла ярҙы ул. Камилдың бөтә тәненең ҡыҙыл юлаҡтар менән ҡапланыуын күрмәне лә. Сөнки аңы томаланғайны, күҙенә ҡан һауғайны уның…

***

Иртәгеһе көндө ауыл буйлап йәшен тиҙлегендә ҡот осҡос хәбәр таралды.

- Хисамдың улы аҫылынған! Келәттә олатаһының сыбыртҡыһына!

Был ҡурҡыныс һүҙҙәрҙе ишетеп, барыһы ла албырғап ҡалды. “Ярай, шайтан ҡотортоп, күҙҙәре томаланған эскеселәр башын элмәккә тығып тора. Шап-шаҡтай, кәләш алырға йөрөгән бынамын тигән аҡыллы егет нишләп үҙ-үҙенә ҡул һалһын ти ул? Булмаҫ.” Кемгә ҡарама, шулай тине. Үҙ күҙҙәре менән күрмәйенсә, берәүҙең дә бындай башҡа һыймаҫлыҡ хәбәргә ышанғыһы килмәне. Шуға күрә халыҡ ағымы эркелешеп Хисамдың өйөнә ҡарай йүнәлде. Стаканына араҡы һалып, баш төҙәтергә генә йыйынған сәрхүштәр ҙә, шөғөлөн ташлап, башҡалар артынан эйәрҙе.

Йортҡа иң беренсе килеп инеүселәр ғәжәп хәлгә тап булды: әллә күп эсеүҙән, әллә илауҙан бите-күҙе шешенеп бөткән Хисам ишек башына оҙон ҡара сыбыртҡыны элеп маташа ине.

Фото: нагайка.рф

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: