+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Июнь 2022, 20:00

Һуңғы сабыш

Ғәзиздең күҙенә йоҡо һис кенә лә эленмәне. Арыпталып ат башында көн оҙоно йөрөп, кискә мунса инеп ятһа ла, йоҡоно алда тыуасаҡ көн ваҡиғалары хаҡында уй ҡыуҙы ла ҡуйҙы. Шулай булмай ни, иртәгә бит һабантуй! Ғәзиз быйыл да ат сабышында ҡатнашасаҡ. Әҙерләнде. Хатта ҡара яҙҙан алып ошо көндө көтә бит, ҡайһылайтып йоҡлап ятмаҡ кәрәк?!

Һуңғы сабыш
Һуңғы сабыш

Атаһы менән ҡулалмаш ауыл көтөүен көтәләр, иртәгәһе көн һарыҡ көтөүенең сираты ла уларҙың өйөнә терәлгәненә генә бер аҙ эсе бошто. Тимәк атай һыйыр көтөүен алып ҡалалмаясаҡ. Нисауа,ҡояш күтәрелеп, көн эҫеһе төшөүгә һыйырҙар барыбер ятаҡҡа(көндөҙгө ятыу урыны) инеп ятып бөтәләр, елдерә һалып барып сабышыр ҙа килер. Бер кем белмәҫ, бер кем ялыу һалып яр һалмаҫ. Тик һыйырҙар ғына иген яғына атлап эш боҙоп ҡуймаһа...

Баш терәп ятҡан яҫтығы таш кеүек ҡаты тойолғанға, улай- былай әйләнгеләй торғас, тороп ултырып, ҡулдарын тәҙрә яҡтауына "түшәп " эйәктәре менән терәлеп, аяҙ йәйге төн күген күҙләне Ғәзиз.Йым йым иткән йондоҙҙар, һирәк -һаяҡ ҡысҡырып ҡуйған әтәс тауыштары...

Ул быйыл еңеү өсөн тырыша. Йыл да икенсе, йә өсөнсө урын алыуы оҡшамай башланы, беренсене бер кемгә бирмәҫкә ине быйыл. Вәт еңһә туғандары ҡыуанасаҡ!Атаһы менән әсәһе һөйөнәсәк! Кейәүҙәге ике апайы, еҙнәләре арҡаһынан ҡағыр, әрмеләге ағаһы маҡтап һүҙ ҡыҫтырыр хатына, ҡустыһы танау сөйөр, һүҙ менән әйтмәһә лә ҡалала уҡыған апайы ла ҡыуаныр микән, шулайтыр инде...Бәлким еңеүҙән ҡыйыуланып китеп күңел һалған ҡыҙына ла һүҙен еткерә алыр...

Ғәзиз күкрәге ситлегендә йөрәгенең ошо мәл сығырҙай булып тулап киткәненә сыҙамай, тышҡа уҡ сығып китте. Тупһала ғына ғына күкте ҡарап тора.Ана, тау артына ҡыҙыу ҡояш нурҙарының сарпыуы яҡынлаша буғай, күк йөҙө күгелйем генә булып асыла килә, йондоҙҙар ҙа көндән ҡаса әллә, һирәкләшә башланылар.Егет көн тыуыуға ҡыуанып усаҡлыҡҡа инеп сәй ҡуйҙы. Тамаҡ ялғар ҙа, туплау урынына сығасаҡ. Һуңлаңҡыраһаң иң беренсе һыйырын көтөүгә ҡыуған Зәбиҙә әбейҙең Алаҡайы күп һорап тормай, аларта ҡарап иген һыртына һыпыртасаҡ. Ә игенгә төшкәнгә "әбийәщик "(обьездчик) баштан һыйпап миҙал бирмәйәсәк, күбенеп ятһа малҡай, бөтөнләй эштәр хөрт.

Яһап алған сәйенең дә тәме юҡ һымаҡсы, ҡалын ғына ҡаймаҡ һыланған икмәк тә бер умырып тешләнгән көйө өҫтәлдә ҡалды. Күнәктәрен сылтырлатып әсәһе һыйыр һауырға сыҡты, атай ҙа аяҡтарын ауыр һөйрәп һарай яғына атланы. Олоғайҙы атаһы, шуға ҡулы аҫтына инеп ярҙамлашырға ынтылып ҡына тора. Көҙгә былай ҙа ҡалаға уҡыуға китәсәк ул.

Көнгә янып төҫө уңған юл моҡсайын да алып торманы Ғәзиз, асыҡмаҫ. Барыбер ҡайтып ҡапҡылап китер һабантуйға. Ас ҡарынға сабышып булмаҫ ул! Үҙ уйҙарына үҙе елкенеп малайлыҡтан яңы сыҡҡан йәш егет, баҡса артына төнгөлөккә ашауға ебәрелгән тошаулы эш атын етәкләп ҡайтып, эйәр һалып көтөүгә сыҡты. Артынан әсәһенең:

— Фатима инәңдең һыйыры кисә кискә генә быҙаулаған, тей. Бер үк ҡасырып ҡайтарып ебәрмә, яуҙай булыр. Әҙерәк ҡараштырғылап ҡамаңҡырап тот, балам. Бер ике көн ыҙалатыр, өйрәнә ул.,-тигәненә, баш һелекеп кенә ҡуйҙы. Бер бөгөн генә көтәме ни көтөүҙе, бишенсе класты бөткәндән ат башында инде. Шулай ҙа әсәйҙе тыңлар кәрәк!

Оҙон сыбыртҡыһын шартлатып көтөүсенең үҙ урынында икәнлеген белдереп, һыйырҙарҙы ҡыбырламаҫҡа бойороҡ бирҙе Ғәзиз. Был шартлауҙы ишеткән, һарайында һаман һыйыр һауған мыштыр еңгәләрҙең беләктәре йышыраҡ тартыуға күсеп, ҡабаланды...

Берәмләп, икешәр -өсәрләп һыйырҙарын көтөүгә ҡушҡан инәй еңгә апайҙарын барлап Ғәзиз һәр ҡайһыһын сәләмләне , ағай- олатайҙарҙы ололап, аттан төшөп ҡушҡуллап ҡулын һондо. Көтөү йыйылып бөттө. Һауала тағы ла сыбыртҡының әсе шыжлап, аҙаҡ ергә сырт итеп сыйып үтеүенә, һыйырҙар урындарынан ҡуҙғалды. Ошоғас шым ғына эйәреп йөрөгән Муйнаҡ әйтерһең дә йоҡоһонан уянып китте, көтөүҙең әле бер, әле икенсе яғына сығып "стройҙы " боҙмаҫҡа саҡырып саңҡ -соңҡ килде. Әрһеҙерәк дыуамал һыйырҙар мөгөҙҙәрен терәп тезәләп тә маташтылар, һауалы ғыналары иғтибар ҙа итмәйем тигәндәй, иҙеп -тапап ташларҙай булып, йәйерәтә баҫып алға атланы. Йыбандымы бер мәл Муйнаҡ, өрөүҙе ҡуйып, көтөү артынан шым ғына эйәрә төштө... Көтөүсе Ғәзиздең теш араһынан ғына һыҙғырып йыр көйләүен тыңлап үҙән буйына юл алды улар. Улар һүҙһеҙ, шулай ҙа, аңлайҙар һәр ым -ишараһын егеттең.

Күпереп үҫкән үлән еҫенә сыҙамаҫтан, морондарын ергә терәй -терәй барған малҡайҙар, туғай тирәһендә "йығылып ятып " ашай ҙа башланылар. Һаман да күңелендә урғылған ҡанатлы уйҙар шауҡымынанмы, Ғәзиз урман -ҡырҙарын тәү күргәндәй һоҡланып күҙәтте. Ниндәй матур уның туған яҡтары! Тәбиғәт нимә, хатта бынау һөҙөшкәк һөмһөҙ күренгән Хәснә инәйҙең һоро һыйыры ла бөгөнгө көндә һөймәлекле генә булып күренә. Ауыҙ эсендә көй артынан көй яңыра, йылмайыу йөҙгә бәреп сығып йылҡылдай, ә эстә "бүре олоп " ашарға һорай. Түҙәәә! Күп тә умырмаҫтар, бер- ике сәғәт уҙа барһа, өсәр -дүртәре эйәртенешеп сауҡаға инеп, себен ҡыуып ҡойроҡ болғап, һағыҙын сәйнәй башлауға, башҡалары ла эйәрәсәк. Артабан, һалҡын төшкәнсегә хәтлем Ғәзиздең уларға кәрәге лә юҡ тиерлек. Оҙаҡ көттөрмәне алай ҙа бөгөн малҡайҙар, көтөүҙең яртыһы тиерлек сауҡаға инеп ҡырын ятып киттеләр, тик иң әрһеҙҙәре генә ҡояш эҫеһенә лә, себен -ләпәк яуына ла бирешмәй ҡорһаҡтарын шыплай. Эй, былары ла ҡасмаҫ әле! Уларҙы көтөп тороп һуңлап ҡуйһам! Ғәзиз тағы ла әсе генә сыбыртҡы шартлатып, һыйырҙарҙы ҡаты киҫәткәндәй ҡарап ҡуйҙы ла, ауыл яғына һыпыртты. Йәшел үләндән теләр теләмәҫ моронон айырып, бер -ике һыйыр ғына башын ҡалҡытып, егеттең был ҡылығына аптырап ҡарап ҡалды. Тояҡ аҫтынан сыҡҡан саң болото ғына аҫылынып ҡалды Ғәзиз артынан.

Бар ауыл тиерлек һеперелеп һабантуй уҙаһы туғайға киткән, тын урамда ат тояғы тауыштары яңғыратып Ғәзиз ҡапҡалары төбөнә килеп етте.Ҡапҡа төбөндәге йәшел үлән өҫтөн ат арбаһы тәгәрмәсе эҙҙәре һыҙып боролоп киткән, тимәк әсәй ҙә ҡаҙан самауырҙарын күршеләргә тейәп һабантуйға юл алған. Эйәр йүгәндәрен йәһәт кенә һыпырып келәт тупһаһына һалып, атын етәкләп баҡса артындағы ағаслыҡ араһына тошап ебәрҙе. Әллә сабып ҡайтыуҙан ярһыны аты, әллә ниңә күҙ төбөнә ҡунған себенде ҡыуып башын болғай -болғай тик торҙо. Ғәзиз ашҡынып ҡайтып эш атын тәләфләп ҡуйҙыммы әллә, тигәнерәк уйҙа, һырттарын һыпырғылап, ҡорһағын тыңлап ҡараған булды. Һыңар аяғына ныҡлы баҫып, мөлдөрәп ҡарап тик торған малҡайҙы әллә нисә боролоп ҡарай -ҡарай кәртә ҡапҡаһына инеп китте Ғәзиз. Аласыҡҡа инеп бер туҫтаҡ ойотҡанды туҡып та тормаҫтан бер тынала һемереп ҡуйҙы.Белә, әсәһе кисә бер һимеҙ һарыҡ һыҙыртты,был махсус һабантуй өсөн ул, йыл да шулайта, ҡаҙан тултырып аш һалып, һәр килгән- киткәнде, таныш- тоношто әйҙүкләп һыйлар ғәҙәте бар. Бөгөн дә ҡаҙан аҫып, самауыр ҡайнатып һыйлаясаҡ ул һәр ҡунағын. Ат сабышы бөткәс барып берәй сеүәтә ҡоротло ашын ялпайтып китер әле, әлегә быныһы ла етеп торор. Ауыҙ моронон ҡул һырты менән һыпырып өйгә өҫ -башын алмаштырырға йүгерҙе. Эй, ошо ҡабаланһаң! Аҡ ерлеккә ҡыҙыл шаҡмаҡтар төшөрөлгән күлдәген таба алмай шкаф тирәһен болартып болартты. Апайынан тағы бер әрләнер инде! Аптырап кер кейемдәр ятҡан ерҙе лә ҡарап бөттө. Юҡ. Башҡа күлдәктәрен кейгеһе лә килмәне, барыһы ла мәктәптән ҡалған, быныһын ғына яңыраҡ һатып алғайны. Аласыҡҡа сығып урындыҡ аҫтарын ҡутарырға уйлағайны ла, урам уртаһында кер бауында бер гилке йыуылған кер араһында торған күлдәген күреп ҡыуанды. Әҙерәк кенә еүеш, апайы иртә менән кер йыуып өлгөргән әллә? Эй, эҫе көндә ни кибер әле! Ҡабаланыуҙан ҡайнары бөрккән тәненә еңелсә еүеш күлдәкте кейеп бер аҙ сирҡанып ҡуйҙы. Баянан бирле Ғәзиздең аяҡ тауыштарын ишетеп һарай ҡапҡаһын емереп асырҙай ярһыған ярыш атына ҡәҙерлегә генә тотонған семәрле йүгәнен тотоп, йөрәкһеп атланы егет. Әллә егеттең ашығыуын аңланы аты, әллә үҙенең зарығып яндырайланыуы, ҡыйғыр ҡоштай ғына ҡыйылып үтте улар ауыл урамын. Һил ауылдың тынлығын һаҡларға ҡалған гүйә Һылыуҡай әбей, ҡапҡа тышында бер үҙе ултыра ине әле лә. Һабантуй яғына йөрөр хәле лә, әмәле лә булмағас ҡалайтһын?!Топторлап янынан үткән ат тояғына һиҫкәнеп, ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, танырға итеп һыбайлыны ҡарап ҡалды артынан.

Ауылды сыҡты һыбайлы. Алыҫ түгел дә һабантуй туғайы. Дәртле көй тауыштары ишетелә, һауаға күгелйем генә усаҡ төтөндәре күтәрелгәне күренә. Әле моғайын да баҫыу батырҙарын тәбрикләү тантанаһы баралыр, ул бөткәс тә ат сабышын иғлан итәсәктәр. Өлгөрәәәә!

Күкрәк ситлеген йырып сығырҙай типкән йөрәге аттан алда барып етерҙәй ашҡынып тибә. Ат тояғы саңына күмелеп Муйнаҡ та ҡалмаған арттан. Бына оло юл тамамлана, алда урман юлына сират күсә... Ә артабан иһә тәрән үҙәк, үҙәктән һуң текә үр, ә үр артында һабантуй туғайы. Күп ҡалманы, хәҙер, хәәәәҙер... һуңғы һарҡыу...һәм һуңғы үр...

"Һуңлап килгәс бар ауылдаштарының күҙ алдында барып баҫасаҡ бит инде старт һыҙығына... быныһы тағы ла яҡшыраҡ..."Ғәзиз үҙен уйҙары менән күптән һабантуй яланына илтеп ҡуйҙы.Бына боролош... бына һарҡыуы ла...

Аһ! Елдәй елеп барған аты ҡапыл әллә һөрлөктө, әллә эләкте нигәлер, түбәнгә табан түкмәс атып Ғәзизде сөр шикелде осороп, әйләнеп -әйләнеп, теҙгенгә Һыңар ҡулы сырмалып ысҡыналмаған егет өҫтөнә ауып тын ҡалды. Аһ! Ыыыһ һ! "Ноо, трр, торр, йә, һопп, һопп! " Ат аҫтында ятҡан килеш аяҡтарын ҡыбырлатырға тырышып, ярты һүҙҙән аңлар атына фарман биреп маташты егет. Күҙ асып йомғансы ара... Ғәзиз башын да ҡалҡыта алмай, Һыңар ҡулы ғына иректә ҡалған икәнен төшөнөп тырнаҡтары менән сиҙәмде сапсып тартып ҡотолоу юлын эҙләне. Тәненең шыртлап иҙелгән һәр һөйәге әрнетә лә башланы, әллә Муйнағы, әллә күңеле әсенеп сыйнаны: "сый, сй, ссс ".Күкрәген ярып ярһыған йөрәк тибешенең үҙ ҡолағы менән яйлап тына барыуын , ауыҙ ҡолаҡты, танау ярыларын йыбырлатып ҡайнар йылы ағыуын һиҙеп, Ғәзиз тәненән йәне сығыуын , һуңғы үр артындағы һабантуй тамашаһына тамшанып, ә еңеү артынан еңеү яулап хужаһы күңелен күтәргән етеҙ ат, етеренә етә алмай аҡ күбекле ауыҙын шаҡарған егет , һәм егеттең тоғро дуҫы Муйнаҡ өҫтөндә йән бирҙе...

Ә үр артында һабантуй гөрләй...

* * *

Кемдер – атты, кемдер – этте, ә кемдер егеттең үҙен ғәйепләне был өсләтә үлемдә. Һыңар ҡулы менән Ер әсә күкрәгенән әле таждары ла асылмаған сәскәне йолҡоп усына йомарлаған егет ҡулдарын күреп, һыҡранып иланы һәр ауылдашы. Бар ауыл сыҡты хушлашырға Ғәзиз менән, бер туҡтауһыҙ иртәнән алып кискәсә яуған ямғыр Ер әсәнең яраһын ямаһа ла, Әсә йөрәгенән һурылып сыҡҡан бала ҡалдырған яраны ямғыр ҙа, күҙ йәше лә йыуып яралталмаҫтай тәрәнәйеп кенә һыҡраны. Бөгөн көтөүсеһенең сыбыртҡы тауышын ишетмәгән ауыл һыйырҙары, ҡырға китергә теләмәй өй араһын аптыранышып ҡыҙырҙы...

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: