-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Июнь 2022, 14:00

Ял итеү

Хикәйә Алла биреп, ғүмер булһа, артабан ял итеү яғын ғына уйлап торам әле. Әтү гел эш тә эш ялҡытты. Эштән башҡаны белмәгәс, шулай була инде.

Ял итеү
Ял итеү

Аҙна аҙағы етә башлаһа, баҡ­саңа сабаһың да унда эт һы­маҡ телде арҡыры тешләп, терһәккә хәтле күлдәк еңен төйөп, йәнә эшкә тотонаһың. Ғүмер буйы эш тә эш. Халыҡ әйтмешләй, эш ул тауыҡ сүп­ләһә лә бөтөрлөк түгел инде.
Бер заман Өфөнән ауылға ял итергә тип ҡайтып төштөм. Көндәрҙән бер көндө әсәйем:
– Ҡыҙым, әйҙә, бөгөн кар­туф билмәне бешерәйек әле, – тип, үҙе ҡамыр баҫып, мине картуф, һуған, һарымһаҡ әр­сергә ҡушты. Шул картуф билмәнең менән ярты көн үтә лә китә инде, тип зарлана ғына башлағайным, әсәйем:
– Юҡ, ҡыҙым, улай тимә әле, эше булғас, ашы ла була ул, – тип, минең ауыҙҙы йом­до­роп ҡуйҙы. Шунан һуң икәүләп көнө буйы картуф билмәне менән булышабыҙ инде.
Туғыҙ кешегә әҙерләп ҡара әле. Һәр береһенә 10 билмән­дән иҫәпләгәндә лә арыуыҡ ки­леп сыға бит әле ул!
Беҙ бер партия бешереп бөтөрөүгә «тып» итеп атайым да эштән ҡайтып етә. Иң тәүҙә уның тамағын туйҙырабыҙ. Ул эҫе көндө өйҙөң иң төпкө бүлмәһенә инеп ултырып ала ла:
– Миңә ошонда ғына килте­реп бирегеҙ инде, – тип заказ бирә. Картуф билмәне ашап, сәй эсеп алғас шунда торған диванға һуҙылып ятып йоҡлап та китә. Беҙ билмәндең һуңғы партияһын бешереп бөтөүгә йоҡоһонан уянып:
– Ҡара әле, әбей, тағы бер партия ҡалманымы шунда, – тип тәрилкәне ялтыратып ҡуя ла эшкә сығып китә. Беҙгә, ҡыҙ-ҡырҡынға, көнө буйы һауыт-һаба, иҙән йыуыу тороп ҡала.
Әсәйемдең тағы бер ашы иҫтә тороп ҡалған. Йәйге эҫе көндәрҙә көнө буйы сәй эсеү ялыҡтырып китә башлаһа, ул балыҡ консерваһына дөгө яр­маһы менән картуф ҡушып ук­раинса аш бешерә торғай­ны.
Шулай бер ваҡыт төшкө ашты ашап ҡына ултырғанда һул яҡ күршелә йәшәгән Гөл­шат апай беҙгә килеп инде лә:
– Ошо Нәстә әбей, мәрйә булғанғалыр инде, әллә нин­дәй беҙ белмәгән тәмле ри­зыҡ­тар бешереп, беҙҙең танау­ҙы ҡытыҡлай, – тип һөйләне­үен­дә булды. – Ҡайҙа, мин дә ашап ҡарайым әле, бынау эҫелә ул ниндәй аш була инде, – тип мыҫҡыллы ғына йылма­йып, бер сүгәтәгә аш һалды­рып алды ла, күҙ асып йомған­сы ялт иттереп тә ҡуйҙы.
Беҙҙең өйҙөң уң яғында йәшәгән Клара апай ҙа йыш ҡына беҙгә килеп, әсәйемдең картуф билмәнен ашап, уны маҡтап ҡайтып китә ине.
Бәләкәйҙән үк әсәйем беҙҙе эшкә егә торғайны. Ул көйән­тәләп һыу ташыу тиһеңме, һыйыр аҫтын ҡарау, бесән биреү, йылға буйына йөрөтөү бала саҡтан үҙәккә ныҡ үтеп ҡалған, күрәһең.
Көнө буйы эштә арманһыҙ булып эшләп, өйгә инде ял итергә тип кенә ҡайтып ингәс тә әпәт шул эш, был эш килеп сығып ҡына тора.
Ярай инде, мине был донъя­нан бик зарлана икән, тип уйламағыҙ. Юҡ, мин зарлан­майым. Донъя булғас, мәшә­ҡәт­һеҙ генә булмай ул. Ҡайһы берәүҙәр әйтмешләй, донъя­ның мәшәҡәте бөтһә – йә­шәү­­ҙең бер ҡыҙығы ла ҡал­май, тигән шикелле.
Тормош бит ул шулай ҡо­ролған. Тик беҙ генә был ты­ныс, матур тормоштоң ҡәҙе­рен белеп, үҙебеҙҙе һаҡлап, имен-һау ғына йәшәйек. Бала-сағаны ныҡлы аяҡҡа баҫтыра­йыҡ, уларҙан да ҡәҙерлерәк был донъяла кемдәр бар? Шунан һуң рәхәтләнеп, үҙе­беҙ­сә генә ял да итербеҙ.

Л. CАЙРАНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: