+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Июнь 2022, 20:00

Ҡоштар китә

Әле генә ҡуҙғалып киткән һары "Жигули"ҙың нисек күҙҙән юғалғанын Марат күрмәне. Уның ҡарашын ҡара ҡурғаш төҫөндәге ҡалын болоттар менән ҡапланған күк йөҙө йәлеп итте.

Ҡоштар китә
Ҡоштар китә

Алыҫ офоҡта, кескәй генә ҡара нөктәләр булып теҙелеп, йылы яҡҡа юл тотҡан ҡоштар һибелгәйне. Ҡара ҡарғалар...Ә «Жигули»ға ултырып, Мараттың һеңлеһе китте. Берҙән-бер туғаны, яратҡан һеңлеһе Зөлфиә. Уның өсөн Марат күпме күҙ йәше түккәндер, күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәргәндер – хәтерләп, һанап бөтөрлөк түгел.

Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа үҫтеләр. Аталары яу ҡырынан алып ҡайтҡан яраларынан ыҙа сигеп үлде. Төҙ ҡарағай, ҡайындар оҙонлоҡҡа ярышып үҫкән урман төпкөлөндә ултырған Әлимсат ауылы кешеләре, иген сәсмәгәс, һуғыштан һуң оҙаҡ ҡына икмәккә ҡытлыҡ кисерҙе. Ҡарап торған ризыҡ картуф та һөт булды. Әсәләре ауырыуҙан бөгөлөп, түшәккә йығылғас, ун ике йәшлек Марат менән туғыҙ йәшлек Зөлфиәнең аҫрарға хәленән килмәҫ, тип, Ҡуңырасты ап-арзан хаҡҡа тотондортто. Йомортҡа һалырға ғәжәп ялҡау дүрт-биш тауыҡ ҡына тороп ҡалды.
Әсәләре йыл буйы ятты. Алыҫта, ялан яғындағы ауылда йәшәгән ҡустыһы Ғаяз уны йәй көнө район үҙәгенә дауаханаға алып барҙы. Ә әсә берәр айҙан, Марат менән Зөлфиәне һағынып, түҙмәй ҡайтып килде лә аяҡтан йығылды. Әсәләренең көн-төн түшәктә ятыуына балалар күнегеп бөттө.
Ғинуарҙың сатлама һыуығында Зөлфиә мәктәптән ике ҡулын өшөтөп ҡайтып ингәндә, өй эсе тулы кеше ине. Әсәһе урынында юҡ. Әллә ҡапыл һауығып тороп киткәнме, шуға йыйылғандармы, тигән уй үтте баланың башынан. Улайһа, ни эшләп бөтәһе лә тып-тын? Мәктәпкә төштән һуң барырға тейешле Марат бер мөйөштә һығылып илап ултыра. Бер әбей уның арҡаһынан һөйҙө. Үҙҙәренең ауылынан килеп еткән Ғаяз, ниҙәндер ҡурҡҡандай, уға шым ғына өндәште:
– Йыуатма баланы. Илаһын. Әҙерәк еңеләйеп ҡалыр.
Шул саҡ Зөлфиә урындыҡтың ситендә буйлай һуҙылған, аҡ тауар менән ябылған нәмәне күрҙе.
Һеңлеһе ҡайтып ингәс, Марат тағы үкһеп ебәрҙе. Зөлфиә ни эшләргә лә белмәне. Иламаны.
Өс-дүрт көндән Ғаяз, ҡайтып китер алдынан, Марат менән Зөлфиәне ике яғына ултыртып кәңәшләште.
– Әйҙәгеҙ, балалар, беҙгә. Күмәк булһаҡ та, һыйырһығыҙ әле. Бүтән ағай-энебеҙ юҡ бит бында. Ауыр булыр.
– Ә нисек уҡырбыҙ, ағай? – тине Марат. – Һеҙҙә бит рус мәктәбе. Әсәйһеҙ ҡалдыҡ, инде тыуған ауылдан да айырылабыҙмы?
Оҙаҡ уйлаштылар. Балалар ҡапыл ғына китергә теләмәне.
– Ярай инде, улай булғас, – тип көрһөндө Ғаяз. – Уҡыу йылы бөткәнсе йәшәп ҡарағыҙ. Йәшәй алабыҙ, тиһегеҙ бит. Ә мин балалар йортона урын юллай торормон. Эргәгеҙгә килеп-килеп йөрөрмөн.
Балалар тороп ҡалды. Ауылдың оло кешеләре, алмаш-тилмәш ингеләп, хәл белеп, кәңәш-төңәш биреп кенә сыҡҡыланы. Марат менән Зөлфиә күбеһенсә картуф та сәй менән көн итте. Ҡош-ҡорттан ни бары оҙон муйынлы аҡ тауыҡ ҡына тороп ҡалды. Ауылдаштары һирәкләп алюмин тәрилкә йә ағас сеүәтә менән индереп биргән ондан Зөлфиә тәмле итеп майһыҙ ҡабартма бешерергә өйрәнде. Утҡа ҡыҙған ҡоро табаның көйөк еҫе балаларҙың күңелен күтәреп ебәрер ине.
Ысын байрамға торошло шатлыҡтар ҙа булғыланы. Март аҙаҡтарында Әлимсатҡа кино килде. Марат менән Зөлфиә генә түгел, бөтә ауылға ҙур байрам ине. Ул турала ишеткәс тә, Мараттың йөрәген жыулатып бер уй үтте: ҡайҙан булһа ла ике билетҡа етерлек аҡса табырға. Күршенән күршегә йөрөп, көн буйына эҙләне. Зөлфиә өйҙә йөрәге сығырҙай булып көтөп ултырҙы. Ағаһы ҡайтып ингән һайын ишеккә йүгерҙе:
– Тапманыңмы әле, ағай?
– Юҡ әле, юҡ, туғаным. Хәҙер тағы бер ағайҙарға инеп сығам, һәйбәт күңелле ул. Бер көн хәлде лә һорашып торғайны...
Ҡараңғы төшөп, кино башланыр мәл еткәндә генә, Марат тыны бөтөп йүгереп килеп инде.
– Һиңә таптым, аҡыллым. Бар, йүгер!
– Ә һин, ағай?
– Йүгер, тиҙәр һиңә! Һуңлайһың, хәҙер башлана!
Зөлфиә, ағаһын йәлләп, саҡ ҡына икеләнеп торҙо. Ләкин, үҙенең усына көмөш тәңкәләр килеп ятҡас, һуңлап ҡуйыуҙан ҡурҡып, тиҙ генә сығып китте.
Һеңлеһенән әҙерәк артҡараҡ ҡалып, Марат үҙе лә клуб яғына ашыҡты. Яҙҙың тәүге ҡояшында боҙо иреп, үтә күренә башлаған тәҙрә быялаһы аша киноны тыштан ҡараны ул. Тауышын йүнләп ишетмәне, әммә Чапаевтың тачанкала ғәскәрҙең иң алдында барыуын, дошмандарҙы баҫтырыуын, киң йылға аша һыңар ҡул менән йөҙөүен асыҡ күрҙе. Кино бөткәс, өйгә Зөлфиә артынан ҡайтып инде.
– У-у, шундай кино! – тине Зөлфиә, онотолоп.
– Мин… Мин дә ҡараным, – тип, күгәргән ҡулдарын ыуа-ыуа, теше тешкә йоҡмай өндәште ағаһы.
– Ҡараныңмы ни? Күренмәнең бит.
– Артта ултырҙым мин. Ҙур ағайҙар артында.
Көндөҙҙән ҡалған ҡабыҡлы картуфты япмаһыҙ өҫтәл уртаһына ултыртып, кино тураһында һөйләшә-һөйләшә ашанылар. Күберәк Зөлфиә тәтелдәне. Марат үҙенең абайламай ҡалған урындарын тыңланы.
– Ҡурҡыныс итеп теҙелеп килгән аҡтарҙы беҙҙекеләр нисек ҡырҙы!
– Эйе-е...
– Эй, ҡурҡаҡтар икән немецтар, Чапаев сабып килгәндә, ҡайһылай ҡурҡалар!
– Немецтар түгел ул, аҡыллым, аҡтар...
– Тик Чапаев йөҙөп сыға алманы шул. Батҡанда, оло апайҙар ҙа илап ултыра ине. – Зөлфиә маҡтанған кеүек өҫтәп ҡуйҙы. – Ә мин иламаным!
Марат яртылаш әрселгән һары ярмалы картуфты ауыҙына ҡапҡан ерҙән кире алды:
– Баттымы ни?
Зөлфиә лә аптырап китте:
– Ни эшләп, шуны күрмәнеңме ни?
– Юҡ, – Марат, күҙҙәренә эркелгән йәште һеңлеһенә күрһәтмәҫ өсөн, ишек төбөндә эленеп торған бүркенә йүнәлде. – Алда бер ағай ҙу-ур бүрек кейгән дә, ышыҡлап тик ултыра...
Ғаяздың алыҫтағы ауылдан бер килеп урауы ла ошо киноға торошло байрам булды. Ундай саҡта һыуыҡ өй эсе нур өҫтәлеп, йылынып китә ине. Тик Ғаяз улар янында оҙаҡ тора алмай – кисләтеп кенә килеп, балаларға әҙ-мәҙ күстәнәс, бүләктәр ҡалдыра ла иртә менән ҡабат юлға сыға. Марат менән Зөлфиә уны тау буйына саҡлы оҙатып бара.
– Тағы кил, ағай!
– Тиҙерәк кил...
– Килермен, балалар, бөтөнләйгә килеп алырмын. Күп ҡалманы инде хәҙер. Балалар йортонан саҡырыу булғас та. Көтөгөҙ!..
Апрель уртаһы етеп, ҡар ныҡлап ирергә тотонғас, түбәнән иҙәнгә һыу тама башланы. Ҡыйыҡтағы ҡарҙы көрәп төшөрөп булмаҫмы икән тип, бер көндө Марат менән Зөлфиә өй башына менделәр. Ҡыйыҡта йөрөгән саҡта Зөлфиә ярты кәүҙәһе менән тупраҡта күмелеп ултырған аҡ тауыҡты күреп ҡалды. Ҡыҙыҡай яҡынлашҡас, тауыҡ ҡапыл урынынан тороп, ҡытаҡлай-ҡытаҡлай түбәнгә осто. Ул яһаған соҡор эсендә ап-аҡ йомортҡа ятып ҡалды. Зөлфиә ғәжәпләнеп, шатлығынан ҡысҡырып ебәрҙе.
– Йо-морт-ҡа... Ағай, йомортҡа!
– Ниндәй йомортҡа тағы?
– Аҡ тауыҡ йомортҡа һалған, ағай!
– Кит әле, ысынмы?
Марат ашығып Зөлфиә янына килде. Ғәҙәттәгенән бәләкәйерәк, йып-йылы йомортҡаны алмашлап һаҡ ҡына тотҡолап ҡарағас, икәүләп һикерештеләр:
– Йомортҡа-йомортҡа...
Ошо минутта уҡ уларҙың бешереп ашағылары килде.
Зөлфиә урынында сыҙап тора алмай, тыпырсынып, ағаһын ҡабаландырҙы:
– Әйҙә, быныһын мин ашайым, ағай, икенсеһе һиңә булыр.
– Юҡ, маяға ҡалдырайыҡ, иркәм, – тине Марат, бер аҙ икеләнеп торғас. – Ояһында йомортҡа ятһа, тауыҡ шул урынға тағы һала ул. Икәү булғас ҡына, береһен алырбыҙ.
Икенсе көндө Зөлфиә, сәғәт һайын тиерлек өй башына менеп, ояны ҡараны: аҡ тауыҡ йомортҡа һалырға ултырманымы икән? Юҡ, ишек алдында йылы ҡояшҡа кинәнеп йырлап тик йөрөй. Бер мәлде ҡыйыҡ башында ҡарға ултыра ине. Ҡыҙыҡай тиҙ генә юғарыға күтәрелде. Соҡор эсендә йомортҡаның ватыҡ ҡабыҡтары ғына сәселеп ятып ҡалған. Урлашҡан ҡарғаны Зөлфиәнең тотоп алып өҙгөләп ташлағыһы килде. Ләкин ҡарға осоп китеп күҙҙән юғалды. Ҡыҙыҡай, үҙенең көсһөҙлөгөн тойоп, илап ебәрҙе. Марат, өй башына менеп, ватыҡ ҡабыҡтарҙы күргәс, һеңлеһен йыуатты:
– Тыныслан, туғаным. Бына күрерһең, иртәгә тауыҡ тағы һаласаҡ.
Ул ҡарғаны ҡурҡытырға ҡарасҡы эшләп ҡуйҙы. Иртәгеһен аҡ тауыҡ, ысынлап та, шул уҡ ояға йомортҡа һалды. Йомортҡалар икәү булғас, береһен бешерергә булдылар. Шул көндө күрше апай Зөлфиәне өй йыуышырға өмәгә саҡырҙы. Марат йомортҡаны ашамайынса һеңлеһе ҡайтҡанын көтөп ултырҙы. Зөлфиәнең инеп килгәнен күргәс тә, әрсеп ҡуйылған йомортҡаны бысаҡ менән тип-тигеҙ ике өлөшкә бүлде.
– Апай ҙа йомортҡа бешергәйне. Мин уларҙа икене ашағайным, – тип Зөлфиә үҙ өлөшөнә үрелде. – Донъяла иң тәмлеһе йомортҡамы икән, ағай?
– Юҡ, алма унан тәмлерәк. Мин йәй көнө бер малайҙың ашағанын күргәйнем.
– Ни эшләп гел йомро ашамлыҡтар тәмле икән? Их, алма ла булһа... Ә ул беҙҙең яҡта үҫәме, ағай?
– Үҫә, тиҙәр бит. Беҙҙең ауылда үҫтерә белгән кеше генә юҡ.
– Ҙурайғас, үҙем үҫтерергә өйрәнермен әле. Кү-үп итеп. Шунан бөтә ауылды алма менән һыйлармын.
– Миңә лә бирерһеңме икән? – тип шаяртты Марат.
– Һо-о, һиңә!.. Үҫтергән алмаларымдың ҡап яртыһын бирермен...

II
Ҡар иреп бөтөп, урманда арба юлы төшкәс, Ғаяз тағы үгеҙ егеп килеп етте лә балаларҙы юлға әҙерләй башланы. Был юлы ул бик моңһоу ине.
– Апайыма һеҙҙе ташламам, нисек булһа ла кеше итермен, тип һүҙ биреп ҡалғайным, – тине ул, һүрән генә йылмайып. – Балалар йортонан урын табыуын таптым. Тик икегеҙгә ике ерҙә бит әле. Һуңлаһаҡ, улары ла булмаҫҡа мөмкин. Бараһығыҙмы?
Тағы бергәләп уйлаштылар. Тыуған төйәкте ҡалдырыу нисек кенә ҡыйын булһа ла, Марат үҙе һәм туғаны исеменән йыйынырға ризалыҡ бирҙе.
Иртәгеһен былар, барлы-юҡлы әйберҙәрен ҡоба үгеҙ егелгән арбаға тейәп, алыҫ юлға сығып киттеләр. Ел иҫкәндә өҫкә йығылырҙай бәүелеп шаулаған, осо күренмәҫ бейек ҡайын-ҡарағай урманының һанһыҙ үрҙәрен артыла-артыла көнө буйы барҙылар. Ғаяз бойоҡ ҡына алға ҡарап ултыра, үгеҙҙе ара-тирә сыбыҡ менән ҡыуғылап ала. Балалар әйберҙәр өҫтөнә йәнәш урынлашып, артҡа, ауыл яғына, баҡҡандар.
Әлимсат ҡат-ҡат урмандар артында ҡалғас, Зөлфиә, яманһыуланып, иларға самаланы. Марат уны үҙенсә йыуатырға теләне:
– Илама, аҡыллым, мәңгегә китмәйбеҙ бит...
Зөлфиә йәшле күҙҙәрен Маратҡа төбәп һораны:
– Ағай, мин бер көн ауылда илағанда, күрше апай: «Етем илаһа – ер-һыу илай», – тип әйткәйне. Ни эшләп улай тине икән ул?
Марат ни тип яуап бирергә белмәне. Әҙерәк барғас, уйсан ғына өндәште:
– Ер-һыуыбыҙ һине бик яраталыр. Илаһаң – йәлләп илайҙыр. Атай-әсәйебеҙ урыныналыр. Шулай булғас, беҙ ҙә, Зөлфиә, үҙебеҙҙең тыуған яҡтың ер-һыуын атай-әсәй кеүек күреп яратырға тейешбеҙ...
Кискә табан ағастар һирәгәйҙе. Тиҙҙән күҙ алдында осо-ҡырыйы күренмәгән ялан асылды. Зөлфиә күҙ күреме етмәҫ күкһел офоҡҡа ғәжәпләнеп ҡаранды, бейек күк йөҙөнә баҡты.
– Ағай, ҡара әле, ниндәй ҡоштар...
Марат, һеңлеһенең ҡул һуҙып күрһәткән яғына ҡарап, һауала талғын ғына ағып барған оҙон аҡ сылбырҙы күреп ҡалды.
– Ә-ә, аҡҡоштар ул, Зөлфиә. Йылы яҡтан ҡайтып баралар.
– Урманға, беҙҙең ауыл яғына осалар. Өйҙәре шул яҡтамы икән ни?
– Тыуған яҡтарына оса инде. Ҡоштар бит беҙҙең яҡта бала сығара. Шуға ла яҙ һайын, тыуған ерҙәрен һағынып, улар йылы яҡтан кире ҡайта.
– Аҡҡош булһаң ине, – тине Зөлфиә. – Ағай, үҫкәс, беҙ ҙә үҙебеҙҙең ауылға ҡайтып йәшәрбеҙ, йәме?
– Мин дә шуны уйлап киләм, Зөлфиә. Бер нәмәгә ҡарамай, ҡайтырбыҙ...
Ғаяз балалар йортона тәүҙә Зөлфиәне урынлаштырҙы. Айырылышҡанда, ҡыҙыҡай тал сыбығындай нескә ҡулдары менән ағаһын ебәрмәй торҙо.
– Ҡасан киләһең, ағай? Тиҙерәк кил, йәме? Һинһеҙ ни эшләрмен?
Тағы ҡасан күрешеүҙәрен Марат түгел, оло ағалары ла әйтеп бирә алманы. Поезға ашығып, Зөлфиәне йыуатырға ла ваҡыт ҡалманы. Улар шулай ҡапыл ғына айырылыштылар.
Осрашыуҙы Марат үҙе тиҙләтте. Уны Ғаяз икенсе ҡалалағы балалар йортона илткәйне. Малай тәүҙә бындағы шарттарға ғәжәпләнеп бер булды. Тәүге көндән үк яңғыҙына ап-аҡ простынялы карауат биреп ҡуйҙылар. Өйҙә сәй ҙә картуф менән тамаҡ ялғарға күнеккән Маратҡа балалар йортондағы ризыҡ иҫ киткес тәмле тойолдо. Баштан-аяҡ кейендерҙеләр. Бөтәһе лә бушҡа. Тора-бара Зөлфиәне түҙеп торғоһоҙ һағынды малай. Хушлашҡанда ебәрмәҫкә тырышып йәбешеүе күҙ алдынан китмәне. «Ҡасан киләһең, ағай? Тиҙерәк кил, йәме?»– тигән һүҙҙәре ҡолаҡ төбөндә сыңлап-сыңлап ала ине.
Бер көндө ашханала кискелеккә бәләкәйерәк берәр алма ла ҡуйғайнылар. Марат үҙенекен ашаманы. Етмәһә, эргәһендәге малайҙың алмаһын да үтескә һорап торҙо. Тегеһе ғәжәпләнеп башын ҡалҡытты:
– Таптың иҫәрҙе...
– Үтенеп һорайым. Зинһар? Һиңә нимә генә тора инде ул бер алма?
– Иртәгә иртәнсәкке ризыҡ хәтлем тора. Алмашаһыңмы?
Өҫтәл артындағы бүтән малайҙар ҙа, ашауҙарынан айырылып, ни әйтер икән был, тип ҡыҙығып көттө. Марат икеләнмәне, шатланып яуап бирҙе:
– Алмашам!..
Иртәнсәк Марат ашханаға инмәне. Дәрестән һуң балалар йорто ихатаһынан бөтөнләй юҡ булды. Бер көн үткәс, тауар поезының ҡап-ҡара күмеренә буялып, һеңлеһе янына килеп етте. Юлда асығыуҙан эсе эскә йәбешеп ауыртһа ла, кеҫәһендә күмер вағы менән ҡапланған ике бөртөк алмаға теймәне. Ҡабығын тырнағы менән генә соҡоп, һыҙғыланы ла, энә күҙәүендәй һут эләккән бармағын ауыҙына ҡабып һурҙы.
Зөлфиә ашхананан сығып ҡына килә ине. Оло ишек төбөндә, вахтер янында күҙҙәре генә йылтырап торған ҡап-ҡара битле малайға аптырап, танымай үтеп барғанда, Марат үҙе ҡысҡырып ебәрҙе:
– Зөлфиә! Һағындыңмы, туғаным? Мин дә, һағынып, күрергә тип килдем.
Йыуынып, таҙарынғас, ағаһы Зөлфиәгә күстәнәсен сығарып бирҙе.
– Мә, ал, Зөлфиә. Алма ашағаныбыҙ юҡ ине бит. Тәмләп ҡара.
Зөлфиә ғәжәпләнмәй генә алып, алмаларҙың икеһен дә тәмләп кенә ашап ҡуйҙы.
– Беҙгә лә бирәләр. Кисә кис кенә ашағайныҡ, – тине ул һуңынан.
Зөлфиә йәшәгән балалар йортоноң тәрбиәселәре малайҙы ашатып, пассажирҙар поезы менән кире ҡайтарып ебәрҙе. Уның ҡайҙа, ни эшләп йөрөгәнен тиҙ арала бөтә мәктәп белде. Һорамай киткәне, уҡыу ҡалдырып йөрөгәне өсөн бик ҡаты эләкте. Ашхана өҫтәле артында бергә ултырған малайҙар ҙа:
– Ни эшләп өндәшмәй-нитмәй бер үҙең йөрөйһөң? Һораһаң, ялға ҡарай рөхсәт итерҙәр ине, – тип ғәжәпләнеп ҡуйҙылар. – Алмаларҙы, дөрөҫөн әйтһәң, күстәнәс итеп бөтәбеҙ ҙә биргән булыр инек.

III
Һеңлеһе өсөн Марат һәр ваҡыт борсолоп торҙо. Каникулдар етеү менән, уның янына ашыҡты. Зөлфиә балалар йортоноң хәстәрлеге менән унды бөттө, һөнәр алды. Икеһе лә эшләй башланылар.
Тик тыуған ауылға ҡайтып йәшәргә тигән хыялдары ғына тормошҡа ашманы. Яҙмыш уларҙы төрлө яҡҡа ташланы. Зөлфиә, ялан яғына тормошҡа сығып, ҙур совхоз үҙәгендә һатыусы булды. Оло кирбес йорто янындағы баҡсала емеш-еләк үҫтерҙе, аҙбар артында ғына картуфы емерелеп үҫте. Йәй көндәрендә уларҙың ихатаһы көтөү-көтөү өйрәктәр, тауыҡтар, ҡаҙҙар менән тулды. Тиҙҙән өй алдын биҙәп һап-һары «Жигули» ултырыр булды. Зөлфиәнең бәләкәйҙән үк донъя көтөргә өйрәнеп үҫкән ҡулдары менән бүлмәләр бик матур итеп йыйыштырылды, кухнялағы аш өҫтәле зауыҡ менән әҙерләнгән ризыҡтарҙан һығылып торҙо. Зөлфиә һымаҡ бала саҡта ауырлыҡтың нимә икәнен төшөндә лә күрмәгән ике туп-тумалаҡ малайы, ҡулдарына сыбыҡ тотоп, өй алдындағы ҡош-ҡортто пыр туҙҙырып баҫтырыр ине.
Донъяһы теп-теүәл Зөлфиәнең. Хәҙер инде борсолорлоҡ бер ни ҙә юҡ кеүек. Ә бына Мараттың уйлауынса, һеңлеһенә тағы ниҙер етмәй һымаҡ. Ысынлап та шулай икәненә Марат уның янына килгән һайын тәрәнерәк ышана.
Әле бына йәнә Әлимсатта осраштылар. Марат ҡаланан, Зөлфиә үҙҙәре йәшәгән ауылдан, алдан һөйләшкән кеүек, бер ваҡытта килеп төштөләр. Марат, тыуған төйәген һағынып, оҙайлы ялға ҡайтҡайны. Ә Зөлфиә, яҡын йәшәгәс, үҙе кеүек йыуан, ҡыҫҡараҡ буйлы ире менән йәкшәмбегә ҡарай килгәйне. Бынан биш-алты йыл элек Әлимсатҡа ҡайтып нигеҙләнгән Ғаяздың өйөндә ҡунаҡ булды улар. Марат, һеңлеһе янына урынлашып, уның яурынынан ҡаға-ҡаға һөйләнде:
– Ғүмер булғас, тағы осраштыҡ бит әле. Беҙҙең балалар бер-береһен танып, туған күреп үҫергә тейеш, Зөлфиә. Һуңғы ваҡытта бик һирәк күрешәбеҙ. Саҡырһам, – килмәйһегеҙ.
– Мәшәҡәт күп бит, ағай, донъя баҫа.
– Машинағыҙ менән асфальт юлдан анау ғына араны инде. Һуңғы тапҡыр Май байрамына көттөк. Еңгәң хәленән килгәнсә тырышып әҙерләнгәйне. Килмәгәс, ул да үпкәләне.
– Бушап булманы шул...
Марат көрһөнөп ҡуйҙы.
– Аралашмайбыҙ, аралашмайбыҙ, Зөлфиә. Ике генә бөртөкбөҙ бит. Әле бына балаларҙы ла алып киләйем, йәйҙе һеҙҙә үткәреп ҡайтырҙар, тигәйнем. Үҙегеҙ хатҡа яуап бирмәгәс, килтермәнем инде.
Иртәгеһен Зөлфиә ире менән «Жигули»ға ултырып сығып китте лә Әлимсат буйлап өйҙән өйгә йөрөнө. Ғаяздарға төш ауышҡас ҡына ҡайтып инделәр. Зөлфиәнең тәрилкәләй түңәрәк йөҙөнә ҡәнәғәтлек сырайы сыҡҡан. Ишек алдында бала саҡ хәтирәләренә сумып ултырған Маратҡа һеңлеһе инде лә үпкәһен әйтте:
– Тәки алма үҫтерергә өйрәнә алманылар бит ошо Әлимсатта. Бик йәтеш әле. Баҙар хаҡынан икеләтә арттырһаң да, ябырылып алалар. Танһыҡ булғас ни. Бер багажник алманы һатып бөтә яҙҙыҡ. Саҡ ҡына ҡалды.
Һирәк күрешкәндә лә Марат Зөлфиә менән бәхәскә ингеләп ала торғайны. Был юлы файҙаһыҙ бәхәс күтәреп тормаҫ өсөн шаяртыуға бормаҡсы булды:
– Ярар, ҡалһын. Миңә бирерһең, һин үҫтергән алманы тәмләп ҡарайыҡ. Бына Ғаяз ағайҙың балаларына ла ауыҙ иттерербеҙ.
Зөлфиә ағаһының йөҙөндәге ҡараңғылыҡты шәйләне.
– Йә, ярар, үпкәләп барма. Барыбер мин үҫтергән алма түгел. Магазиндыҡы бит ул, быжып бара. Үҙемдекен бында килтерә буламмы? Ҡорот йомғағы кеүектәр. Район баҙарында ла бик шәп үтә!
– Магазиндыҡы, тиһеңме? – Марат асыулы һораны. – Ә үҙегеҙҙәге халыҡҡа ни һатаһың?
– Хи-хи-хи! – Зөлфиә кинәнеп көлдө. – Эй, ағай, бөгөн генә күктән төшмәгәнһеңдер ҙә инде. Әҙәм көлдөрөп, юҡҡа-барға ғәжәпләнеп торма. Ҡасан, нисек алырға беләбеҙ...
Тағы бәхәс тыуырға оҡшағанын күреп, Зөлфиәнең ире, үҙенә бер ни ҙә ҡағылмағандай, көр генә тауыш менән ҡатынына өндәште:
– Йә, йәһәтерәк ҡуҙғал! Ҡайта һалайыҡ. Күрмәйһеңме ни, ана, болоттар ҡуйыра. Яуындан алда урман юлын сығып ҡалырға кәрәк.
Зөлфиә, ағаһы менән хушлашып, машинаға ултырырға йыйынды. Марат туғандарса иҫәнләшеп ҡалырға теләне.
– Хәтерләйһеңме, Зөлфиә, теге ваҡыт, ҡарға йомортҡаны эсеп киткәс, һин нисек илағайның? – тип ипле генә һораны.
Зөлфиә, уның ни әйтерен алдан һиҙеп, мәғәнәле көлөмһөрәне.
– Һөйләгәнең бар, ағай...– тине лә машинаһына яйлап ҡына ултырып, ишеген япты. – Ярар, икенсе осрашҡанға тиклем хуш!
Марат «Жигули»ҙың артынан ҡарап ҡалды: «Нимә етмәй икән һиңә һеңлем?.. Ай-һай, бик күп нәмә етмәй, ахыры. Теге ваҡыт ҡарғаны ҡурҡытҡандай, бер үҙемдең генә ҡарасҡы ҡуйып һине нәфсеңдән биҙҙерергә ҡөҙрәтем етерме?»
Болоттар ҡуйыра барҙы. Тегеләр яуын башланғансы урман юлын үтеп өлгөрә алырҙармы? Марат күк йөҙөнә баҡты. Шул саҡ ҡара нөктәләр кеүек осоп йөрөгән ҡарғаларҙы күрҙе. Тыуған яҡ ҡоштары... Маратҡа яманһыу ҙа, моңһоу ҙа булып китте. Сөнки ул һеңлеһе Зөлфиәнең хыялын хәтерләне. Ҡасан да булһа бында аҡҡош булып ҡайтырға тейеш ине бит ул!..

Фото: dc3pcllam9q2h.cloudfront.net

 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: