-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Июнь 2022, 20:00

Яраланған яҙмыш ауазы

(Авторы билдәһеҙ) Апрель аҙаҡтарында һурылып, кибеп барған йәш ҡатындың хәл-торошо тамам хөртәйҙе, быялаланған күҙҙәрендә нур һүрелгәндән-һүрелде. Айтуғанды яңы ғаиләгә бөтөнләй күсерергә ҡарар иттеләр. Эй ул минуттар… Мәңге ҡабатланмаҫ хушлашыу минуттары… Ауыр сирҙән тетелгән, йәнселгән күңел тән ауыртыуын ғына күтәрә икән ул, йән ғазаптары түҙеп торғоһоҙ. 

Яраланған яҙмыш ауазы
Яраланған яҙмыш ауазы

Ята-тора йөрөгән Әҙилә ғүмерендә һуңғы тапҡыр балаһын ҡосағына алды, шашып-шашып битенән, сәстәренән үпте, бер туҡтауһыҙ ағылған күҙ йәштәренә быуыла-быуыла сабыйы менән бәхилләште. Иркәләнеп тәтелдәгән Айтуған әсәһенең наҙын, йылыһын башҡаса бер ҡасан да тоймаясағын аңлапмы, Әҙиләнең муйынынан ныҡлап ҡосаҡланы. 

Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Әҙиләнең ауылы. Оло юлдан биш-алты саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Аҡъегет төпкөлдә тыныс ҡына үҙ алдына йәшәгән кеүек. Ауыл халҡы ҡалаға барыр булһа, ошо арауыҡты кем йәйәү, кем атта үтә, машиналыларға еңелерәк. Хәйер, был оҙон юлды тапап өйрәнеп тә бөтөлгән инде. Эргәһендә генә күл, алыҫтараҡ борғоланып Ағиҙел аға. Теҙелеп киткән тауҙар, һәр миҙгелдә үҙенсәлекле төҫкә инеп, илаһи бер йәм, ҡот өҫтәй. Тыумыштан үтә нескә күңелле булғанғамы, ошо матурлыҡты күрә, бөтә күҙәнәктәре менән тоя белә ҡыҙ. Үҙенә лә Хоҙай сибәрлекте йәлләмәгән. Йәшкелт-һоро күҙҙәренән нур бөркөлһә, ҡыйғас ҡаштары үҙҙәре үк йылмайғандай, тулҡынланып торған ҡуңыр оҙон сәстәренә һоҡланмаған кеше юҡ. Ҡала мөхитенә барып эләккән ҡыҙҙарҙың күбеһе, йәшәү рәүешен сәсте тунап ырғытыуҙан башлай, ә Әҙиләгә бындай «ен» ҡағылманы, бәлки атаһының әсәһе Хөсниә әбейҙең тәрбиә йоғонтоһо көслө булғандыр. Күп нәмәгә өйрәтте өләсәһе, әсәһе менән бүлешә алмаған серҙәрен уның менән уртаҡлашты ҡыҙ. Күпте күргән, күпте кисергән ағинәй тормоштоң бөтә ваҡиғаларын тәҫтәләп, еренә еткереп тыныс ҡына аңлатыр, аҡыллы кәңәштәрен бирер ине. Гүр эйәһе шул ул хәҙер. Ейәнсәре уны йыш иҫкә ала, наҙлы тауышын, йылы ҡулдарын һағына. Быйыл Әҙилә медицина училищеһын тамамлай. Сығарылыш имтихандарын ғына уңышлы тапшырһа, урыҫтар әйтмешләй, биш минуттан тулы хоҡуҡлы белгес буласаҡ. Ә һуңынан? Эх, артабан ниҙәр кисерергә тура килерен белһәң икән, тип уйлай Әҙилә ҡай саҡ. Кеше тормошо шундай ҡатмарлы, хас та тәбиғәт күренештәре һымаҡ. Ғүмерҙең дә ҡояшлы-болотло, йылы-һыуыҡ, сыуаҡ-ямғырлы ваҡыттары бер-береһен алмаштыра. Йәш ҡыҙҙың тик яҡшыға, өмөтлө киләсәккә ышанғыһы, бәхетле йәшәгеһе килә. Уның әле бөтә булмышын ялмап алған мөхәббәт утында янып, ялҡынланып йөрөүе. Йөрәгенең иң түренә инеп ҡунаҡлаған был изге тойғоно татып ҡарағас, ни тиклем ҡайнар, матур, һөйөнөслө лә, көйөнөслө лә икәнен төшөндө һылыуҡай. Бына бөгөн кис улар осрашасаҡ, аҙна буйына йыйылған яңылыҡтар менән бүлешеп, һағыныуҙарын баҫыр өсөн бер-береһенең ҡайнар ҡосағына ташланасаҡ. Әҙилә шуларҙы күҙ алдына килтергән һайын ниндәйҙер осҡон йөрәген ҡурып алғандай төҫлө.

* * *

– Әҙиләү!

Ҡәҙерле һәм яҡын тауышты шунда уҡ таныны ҡыҙ. Был бит уның Хәлиле. Түҙмәгән, килеп тә еткән. Артыҡ тулҡынланыуҙан Әҙиләнең йөрәге сапҡан аттай дарҫлап тибә, ә бите алһыуланып яна башланы. Ул тиҙҙән урамға сығасағын ымлап күрһәтте лә, һөт биҙрәләрен баҡса ҡоймаһына элеп, өй яғына атланы. Бөтә теләге - әсәләре генә егетте күреп ҡалмаһын, һаман шуның менән сыуалаһыңмы, тип әрләрҙәр. Ауылда интеллигент һаналған Рәйлә апай менән Самат ағай Әҙиләнең еңел-елпе холоҡло, эскегә һабышҡан ғаиләлә үҫкән егеткә ғашиҡ булып, мөкиббән уға табынып йөрөүен күтәрә алмай. Нимә, нимә наҙлап, иркәләп тәрбиәләгән бер бөртөк ҡыҙҙарының яҙмышын әҙәм аҡтығы менән бәйләргә юл ҡуймаясаҡтар. Ғаилә башлығы - колхоз рәйесе, ханым - мәктәптә уҡытыусы. Икеһе лә эшкә яуаплы, уҡымышлы, етди кешеләр. Заман ауырлыҡтарын күп татыған ир менән ҡатындың оҙаҡ йылдар көтөп тапҡан балаларының бәхетле киләсәген күрергә теләүен аңлап була, әлбиттә. Әммә мөхәббәт, бер нәмәгә буйһонмаған изге, илерткес тойғо, бер кемдән дә рөхсәт һорап, йөрәк ишеген ҡағып инмәй шул.

Ҡыҙ күңелһеҙ уйҙарын ситкә ебәрергә тырышып, ашыҡ-бошоҡ кейенде лә, бесәй һымаҡ ипләп баҫып сығып та китте.

–Хәлил!

–Йөрәккәсем, ҡайтҡанһың икән. Мин бит һине был аҙнала ҡалала ҡалаһың тип ишеткәйнем.

–Хыялыйым, һине күрмәй үләйемме ни? Осоп, елпенеп, йүгереп ҡайттым.

Ҡасандыр күтәрелеп ҡарарға ла оялған Әҙиләнең ҡыйыуланып, үҙ тойғоларын йәшермәй әйтә алыуынан, ә иң мөһиме, бер-береһен ихлас яратыуҙан Хәлил бәхетле йылмайып, ҡыҙҙы күкрәгенә ҡыҫты. Бер һын булып ҡушылып, икеһенән дә бөрккән һөйөү нурҙарына сорналып, байтаҡ өнһөҙ торғандан һуң, йәштәр әкрен генә атлап үҙҙәренең яратҡан урыны - күл буйына йүнәлде.

Эй, матур ҙа инде ошо май айы. Төнгө күктә һибелгән ваҡ-ваҡ йондоҙҙар бер туҡтауһыҙ йымылдаша, сәскәләр хуш еҫен таратып, күңелде әйтеп аңлатылмаҫтай рәхәтлеккә күмә, әрәмәлектә һандуғастар сутылдаша, әкрен генә иҫкән йылы ел наҙлап сәстән һыйпай, битте иркәләй. Алыҫтараҡ сурылдашҡан баҡаларҙың тауышына тиклем ошо төнгә үҙенсәлекле йәм өҫтәй. Әйтерһең дә, бөтә тәбиғәт уларға изге фатихаһын бирә, донъяла бер ниндәй ауырлыҡ, хәсрәт юҡ кеүек.

–Хәлил, мин һине шундай ныҡ итеп һағындым, - тип егеткә һырынды Әҙилә яр буйына еткәс.

–Мин дә, Әҙиләкәйем.

–Эх, ошо минуттар туҡтаһын ине лә, һинең менән икәүләшеп кенә ошонда тик ултырһаҡ ине.

–Нисек инде икәү, ә беҙҙең балаларыбыҙ?

–Хәлил, оялтма мине.

–Бала ул оят түгел, беҙҙең мөхәббәтебеҙ емеше буласаҡ. Шул тиклем улымдың тыуыуын теләйем.

–Мин дә. Һиңә генә оҡшап торған малай табып биргем килә. Тик…

Әҙилә ҡапыл тынып ҡалды.

–Әйтеп бөт инде башлағас.

–Бөгөнгө кистең бәҫен юйып, кәйефеңде төшөрөп был хаҡта һөйләмәҫмен тигәйнем.

–Мине һантый тип уйлайһыңдыр инде. Атай-әсәйеңдең беҙҙе айырырға маташыуын былай ҙа беләм. Тағы ла әрләнеләрме?

–Эйе… Хәлил, мин бит һине яратам.

–Ни өсөн шул тиклем күрә алмайҙар, ниндәй этлегем тейҙе һуң?

–Быларҙы әйтергә, аңлатырға телем әйләнмәй.

–Әйт, Әҙилә. Дөрөҫөн әйт. Юғиһә үҙем барып һөйләшәм.

–Юҡ, барма! Улар һине… насар егет, ғаиләһендә бөтәһе лә «һалырға» ярата ти. Юҡ, әсәйемдәр һине яманларға теләмәй, ә мине һинән төңөлдөрөргә тырышып, беҙҙе тиң күрмәгәнгә әйтә.

–Ә беҙ тиң түгел, шулаймы?

–Был минең фекерем түгел, Хәлил.

–Шулай инде, һин уҡыған кеше. Атай-әсәйең матур урында эшләй. Беҙ ни, нәмә, простой рабочий халыҡ. Ауыл алкаштары!

–Хәлил, етте! Хәҙер беҙ ҙә ирешәйекме?

–Юҡ, мине әле ғәрлегем һөйләтә.

–Һинең әс… Сәлимә апайҙы мин хөрмәт итәм, ул ете бала үҫтергән кеше. Бәләкәй сағымда мине килен итәм, тип шаярта торғайны. Иҫләйһеңме?

–Ана шул саҡтан бирле тик һине уйлап йәшәйем бит мин, Әҙиләм. Һиңә ғашиҡ булыуымды белгән апайҙарым, ағайҙарым мине ирештереп йөҙәттеләр. Беләһеңме, һөйгән йәремә сюрприз әҙерләйем.

–Ниндәй?

–Сер.

–Әйт инде, интектермә.

–Юҡ, тигәс юҡ. Оҙаҡламай белерһең. Әҙилә, сәйер бер төш күрҙем әле мин.

–Хәлил, төндә һөйләмә, өләсәйем шулай ти торғайны, һис юғында утҡа һөйләйем тиң. Ҡурҡыныс төшмө?

–Нимәгә лә юрарға белмәнем. Имеш, өй алдындағы баҡсала сәскәләр ултыртып йөрөйөм. Ҡараһам, үрге остан һин ап-аҡ күлдәк кейеп беҙҙең яҡҡа атлайһың. Икебеҙ ҙә бер-беребеҙгә ҡарап йылмаябыҙ икән. Шул саҡ көслө дауыл килеп сыҡты ла, һине өйрөлтөп-өйрөлтөп өҫкә күтәрҙе. Мин ҡотом осоп, ҡотҡарырға йүгерәм, ә үҙем бер туҡтауһыҙ «Әҙилә! Әҙилә!» тип ҡысҡырам. Ә һин күҙ менән ҡаш араһында юҡ булдың да ҡуйҙың. Шул тиклем ныҡ итеп ҡысҡырғанмын, тауышҡа әсәйем тороп, мине уятты.

–Уй, ҡалай оят.

–«Эй, балам, өнөңдә лә, төшөңдә лә шул Әҙилә тип кенә йәшәйһең. Өйләнеп кенә ҡуйһағыҙ шәп булыр ине», - ти.

–Ысынлап та сәйер төш күргәнһең, хәйерлегә генә булһын инде.

–Әҙиләм, һине бер ҙә юғалтҡым килмәй, лучше үләм дә ҡуям.

–Тәүбә тиң, йүләр. Ауыҙыңдан ел алһын. Бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ! Беҙҙе ел дә, ямғыр ҙа айыра алмаҫ.

–Ә әсәйеңдәр! Улар ғүмерҙә лә фатихаһын бирмәҫ кеүек.

Әҙилә шымып ҡалды. Әсәһенең: «Белеп ҡал, алма бер ваҡытта ла ағасынан алыҫ төшмәй. Мөхәббәт килә лә китә, беренсеһе лә, һуңғыһы ла булмаҫ. Һиңә бит һайлаған кешең менән йәшәргә, балалар үҫтерергә кәрәк. Холоҡһоҙланып китһә, нимә эшләмәксеһең? Үкенерһең, ә терһәкте тешләүе мөмкин түгел. Йәш саҡта ҡыҙҙар әллә ниңә хулигандарҙы ярата, донъя көткәндә бөтөнләй икенсе кеше кәрәклеген аңламайҙар, ҡыҙым. Онот уны» тигән һүҙҙәре мейеһен ярып үтте.

Аҡылы менән әсәһенең хаҡлығын аңлай, ә йөрәге ҡайнар һөйөүенең утлы ялҡынында яна. Уны һыу һибеп кенә лә һүндерерлек түгел. Ярата шул ул Хәлилен, егет тә Әҙиләһе өсөн йәнен ата. Кәкре ағасты турайтып булмаһа ла, әҙәм үҙенең холҡон үҙгәртә ала, тип уйлай ҡыҙ. Кешеләр бер-береһен оҡшата, ғашиҡ була, ә ысын мөхәббәтте татыу бәхете һирәктәргә генә бирелә. Кем белә, бәлки, һинең яртың Ер шарының бөтөнләй икенсе өлөшөндәлер. Ә бына Әҙилә уны үҙ ерендә, тыуған ауылында осратҡан.

–Ник көйөнә минең һылыуым?

Уйҙарына мөкиббән сумған ҡыҙ ҡапыл тертләп китте.

–Юҡ. Бер ни ҙә түгел.

–Әҙилә, һин барыбер минеке буласаҡһың. Мин һине бер кемгә лә, бер кемгә лә бирмәйәсәкмен.

Татлы һөйөүенән иҫергән Хәлил Әҙиләне шашып үбә башланы. Егеттең ярһыған күңеле уны тәбиғи ынтылышҡа этәрҙе. Йыл ярым самаһы, дөрөҫөрәге бәләкәйҙән һаҡлап, ҡурсып йөрөткән ҡыҙҙы бөтөнләйгә үҙенеке иткеһе килеү теләге көсәйгәндән-көсәйҙе. Әҙилә быны һиҙһә лә ҡаршылашманы, киреһенсә, ошо минуттарҙы ул да көткәйне. Яҡынлыҡ ҡылырға түгел, ә йәшлеген яратҡан кешеһенә - Хәлиленә бүләк итергә теләүҙән. Һуңынан да үкенмәйәсәк, сөнки ул - уның яҙмышы…

Әҙилә ишек төбөнә еткәс туҡтап ҡалды. Өй эсенән атаһының көслө тауышы тышҡа уҡ ишетелә:

–Ҡыҙҙы урамға сығарып ебәреп, атаңдың башын ҡарап ятаһыңмы өйҙә! Домашний арест тигәйнем бит! Минең һүҙ нулме? Һинең воспитаниең! Һинеке! Уйнаштан бала табып ултырһа белерһең әле. Ул сағында минән изгелек көтмәгеҙ! Иманығыҙҙы уҡытырмын! Кеше күҙенә күренеүе оят. Ҡара сәғәтте, биш тулып бөткән. Бар эҙлә урам кәнтәйен!

–Атаһы, тыныслан. Бала ниндәй гонаһ эшләгән әле. Йәштәр уйынға сыға инде ул.

–Эшләгәс һуң була! Уйын имеш. Ана, күҙе аҡайып, Вәкилдең эшкинмәгән малайына тағылып йөрөй! Әллә матур йөрөй тиһеңме? Дәүләтбирҙиндарҙың кемеһе арыу, йә әйт әле? Алйотбирҙиндар улар!

Атаһының нәфрәтле һүҙҙәре ҡыҙҙың йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды. Ҡурҡышынан өйгә инергә лә, инмәҫкә лә белмәй байтаҡ аптырап торҙо. Әммә сара юҡ.

Самат ағай ҡыҙына өндәшмәһә лә, битәрләнгән Рәйлә апай бөтәһен дә Әҙиләгә төшөрҙө.

–Ниңә ҡасып сығып киттең, ә? Зараза ҡыҙыҡай. Сәсемде генә ағартаһың инде. Берәү булдың, берәгәй булдың.

–Әсәй.

–Нимә әсәй? Әсәйең һинең арҡала күрмәгәнен күреп ултыра. Былай ҙа нервым бөткән. Донъяла башҡа егет юҡмы ни? Тьфу! Был темаға күпме һөйләшергә мөмкин? Әллә ишетмәйһең, әллә аңламайһың. Танымайым һине. Алмаштырып ҡуйғандармы ни? Һин тип кенә йәшәйбеҙ. Атайың эш урынын да күптән хәстәрләп, һөйләшеп ҡуйған. Фатирын да алырбыҙ. Һин генә беҙҙең биттән көлөп йөрөйһөң. Арағыҙҙы һыуыт тимәнемме мин һиңә?

Ике ут араһында янған Әҙиләнең күҙҙәренә йәш эркелде. Был донъяға тыуғаны өсөн үкенде. Уға тиклем төшөп торған сабыйҙар араһында ниңә ул да булманы икән? Күҙе алдына, мөхәббәтенә тоғро ҡалып, ҡаянан ырғыған Сәлимәкәй, Зөлхизәләр образдары баҫты. Әллә… Юҡ. Был аҙымға уҡ барып етергә яҙмаһын.

Таң атҡансы керпек тә ҡаҡмай, төрлө уйҙарға сумып ятты Әҙилә. Төндә ҡылынған яҡынлыҡ та тынғы бирмәне. Был хаҡта атаһы белә ҡалһа, донъяның аҫты өҫкә әйләнәсәк. Көслө тойғолар тәьҫирендә бәхетенән күктең етенсе ҡатында йөҙгән Әҙиләне өйҙәге ығы-зығы айнытып ебәрҙе. Ул иртәнге сәйҙе лә эсә алмай тиҙерәк ҡалаға китеү яғын ҡайғыртты. Яҡын арала өйгә ҡайтыу юҡ.

… Тағы ла шул юл, тағы уйланыуҙар. Бик теләһә лә онота алмаясаҡ ул Хәлилен. Оҙон буйлы, мыҡты ғына кәүҙәле ябай ауыл егете күңеленең иң түренә генә инде лә ултырҙы. Янып торған һөрмәле ҡарашы күҙ алдынан китмәй. Бер-береһе менән уҡмашҡан төрлө тойғоларҙы үҙ эсеңә йыйып, яңғыҙың ғына кисереүе ҡайһылай ауыр. Әҙилә барып еткәс тә бүлмәләш әхирәте, серҙәше Гөлнур менән уртаҡлашасаҡ, уның аҡыллы кәңәштәрен, йыуатырлыҡ һүҙҙәрен ишетеп бер аҙ тынысланасаҡ.

Эх, май айы, ҡайһылай матурһың. Тирә-яҡ, йәшеллеккә күмелеп, сәскәгә тулышҡан, әйтерһең, бөтә ер мөхәббәткә сорналған. Кешенең дә йәшнәп, күкрәп йәшәгән бер генә мәле була. Ул - тиле лә, хыялый ҙа, бәхетле лә, һоҡланғыс та йәшлек йылдары.

* * *

Ауылына ҡайтмаҫҡа уңайлы һылтау табып, Әҙилә өс аҙнаһын ҡалала үткәрҙе. Киләһе шишәмбе аҙаҡҡы дәүләт имтиханын тапшырасаҡ. Бына бөгөн дә иң ауыр фәндән ҡотолдо, теше-тырнағы менән тырышҡас, сираттағы «бишле»һен яуланы. Училищенан ҡайтышлай, ул Гөлнур менән ҙур ҙа, бәләкәй ҙә еңеүҙе билдәләр өсөн, туңдырма һатып алып һыйланырға ғәҙәтләнгән. Шәрбәтле аҙыҡ стресты ла еңеләйтә, тиҙәр. Ике төн йүнләп йоҡлағаны юҡ Әҙиләнең, әллә ниңә төшө боларып, күңеле болоҡһоп тик тора, нимәлер кителеп төшкән дә, йөрәген бер туҡтауһыҙ өйкәгән кеүек. Һынау осоронда артыҡ тулҡынланыуҙандыр, тип йыуата ул үҙен. Бирешмәҫкә, ныҡ булырға кәрәк.

Дөйөм ятаҡ эргәһендә Хәлилдең ҡустыһы Ринатты күреп, Әҙилә аптырап китте. Ҡулына ҡыҙыл тюльпандар тотҡан иҫерек егеттең шешенгән йөҙөнә ҡарарлыҡ түгел, ә күҙҙәрендә зәһәр нәфрәт осҡондары сағыла.

–Мә! Ал! - тип сәскәләрҙе бәреп ебәрҙе Ринат.

–Нимә булды? Ниңә ҡысҡыраһың?

Әҙилә Хәлилдең ҡустыһын бындай уҡ ҡиәфәттә күргәне юҡ ине әле, киреһенсә, бөтә туғандары араһынан күберәк Ринат менән аралаша, хатта серләшә торғайны. Егет ситкәрәк барып сүкәйеп ултырҙы. Ҡаштарын емереп, тәмәкеһен ҡабыҙырға маташып ҡараны, әммә ҡулдары уны бөтөнләй тыңламаны. Үҙ-үҙен еңә алмағас, лысҡылдатып ситкә төкөрөп ебәрҙе лә, ҡатлы-ҡатлы итеп һүгенеп ҡуйҙы. Бер ни аңламаған Гөлнур Әҙиләгә һораулы ҡарашын ташланы ла, ятаҡҡа инергә ымланы, тик әхирәте уны еңенән тартып туҡтатты.

–Нимә булды Ринат?

Егет гүйә ошоно ғына көткән, күңеле йомшарып, балаларса буҫығып илап ебәрҙе.

–Әҙилә, ғәфү ит.

–Ярар инде,юҡты…

–Әҙилә, был тюльпандарҙы Хәлил ағайым һиңә сюрприз әҙерләйем тип ултыртҡайны. Еңгәң ҡыуаныр, тип хыялланды. Шул сәскәләр элекке көн… Х-х-әл-ииил ағайым үүүл-гә-ән көндө, төндә асылған.

–Нимә?!!

Әҙиләне көпә-көндөҙ йәшен атҡандай булды, тәне буйлап эҫеле-һыуыҡлы тулҡын йүгерҙе. Күҙ алдары ҡараңғыланып бәүелеп торҙо ла, ҡыҙ һуштан яҙып йығылды.

Иҫенә килгәндә Әҙилә дауаханала ине. Система аҫтында ята икән. Тамсылап ҡына тамған шыйыҡса уға әкренләп йән өргән төҫлө. Йән… Ғүмер… Хәлил… Уйланып ята торғас, ҡыҙ һиҫкәнеп китте, үҙе лә аңғармаҫтан бөтә көсөнә “Хәлил!!!” тип ҡысҡырып ебәрҙе. Медсестра тауышҡа йүгереп килгәндә, Әҙилә ҡулындағы энәне һурып сығарғайны инде. “Ҡасырға, ауылға, ҡотҡарырға” тигән уйҙар мейеһен телгеләне, әммә самалы ғына хәле күпкә етмәне, ҡыҙ ҡайтанан һушын юғалтты.

Көтөлмәгән ваҡиғанан шаңғыған Гөлнур әхирәтен нисек йыуатырға белмәй аҙапланды. Көн дә тапаны ул дауахана юлын, аш төрләндереп, барлы-юҡлы аҡсаһына емеш-еләк алырға тырышты. Әҙилә генә үҙ-үҙенә йомола барҙы, көндән-көн шиңде, кипте, күп илауҙан күҙ йәштәре ҡороно, һыны ҡатты. Ҡайғынан, юғалтыуҙан, тормоштоң ғәҙелһеҙлегенән тамағына төйөлгән төйөр ашарға ғына ҡамасауламаны, тын алырға ла ирек бирмәй йөҙәтте. Ер шарында япа-яңғыҙ ҡалды ул. Бер кемгә лә кәрәге юҡ.

–Ышана алмайым, Гөлнур. Улай булырға тейеш түгел ине. Ринат, бәлки, шаяртҡандыр? Хәлил миңә йәкшәмбе көндө генә килгәйне бит, кискә тиклем паркта йөрөнөк, шунан ул хушлашып ип-имен ҡайтып китте. Нисек үлһен?

–Мин дә тәүҙә шикләндем, әммә һине “скорый” менән оҙатҡас, Ринат бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Ана шул һинән ҡайтҡанда Иҙел аша йөҙөп сығырға уйлаған ул. Өҫ кейемдәрен бер ҡулына алып, икенсеһе менән ишкән. Теге яҡ ярҙа ситтән килгән балыҡсылар уға “рисковать итмә”, тип ҡысҡырһа ла, Хәлил тыңламаған, йылғаның уртаһында, ҡорошҡаҡ тотоп, көслө ағын ағыҙа башлаған. Бер ҡарт балыҡсы уны ҡотҡарырға маташҡан, әммә… һуңлаған. Хәлил бер батып, бер ҡалҡып аға торғас, үпкәһенә һыу күп тулған, ташҡындан ҡалған тамырлы ағасҡа барып төртөлгәндә йән биргән булған, ти.

–Йә, Хоҙай! - Әҙилә мендәргә ҡапланып, ярһып илай башланы. - Минең дә үлгем килә! Йәшәмәйем мин! Йәшәмәйем! Йәшәмәйем!

–Әҙилә!

Гөлнур ярһыған ҡыҙҙы ҡосаҡлап алды. Үҙенең дә күҙҙәренән йәштәр эркелде.

–Тыныслан, Әҙилә. Үлгән артынан үлеп булмай, тиҙәр. Бөтөрөнмә. Һин яңғыҙың түгел, эргәңдә мин, атайың, әсәйең бар.

Йылы, кәрәкле һүҙҙәр араһынан иң-иңдәрен генә һайлап алһаң да, һөгәнен мәңгелеккә юғалтҡан йәш йөрәкте йыуатыуы мөмкин түгел. Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа тиҙәр, әллә ябай ғына әйтем шул тиклем ысынбарлыҡҡа тура киләме икән? Ниңә ысын, саф мөхәббәттең ғүмере һәр ваҡыт ҡыҫҡа, аяныс, ҡыҙғаныс? Бөйөк романдарҙа, тарихта, быуаттар төпкөлөндә нисәмә мөхәббәт үҙенең юйылмаҫ эҙен ҡалдырған. Ниңә уларҙың бөтәһе лә һәләкәткә осрап юҡҡа сыҡҡан һуң? * * *

Ярты йыл элек үҙендә практика үткән һәләтле студентка Әҙилә Вәлиеваға ҙур өмөт бағлаған табип Виктор Иванович өсөн ҡыҙҙың сәләмәтлеге бик мөһим ине. Тыныс, етди күренгән Әҙиләнең нервылары ҡайһы арала шул тиклем ҡаҡшағанын ғына аңлай алмай ул, хәйер, уҡыған саҡта төрлөһө баштан үтә инде. Шик-шөбһә тыуҙырған анализдары ла аптырашҡа ҡалдырҙы тәжрибәле белгесте. Палатала икәүҙән-икәү ҡалып, Әҙилә менән күп тапҡыр һөйләшеп ҡараны, әммә ҡыҙ асылырға ашыҡманы. Шулай ҙа тулы тикшереү үткәреү ҡамасауламаҫ тигән ҡарарға килде табип.

Палатаға ингәндә, яратҡан пациенткаһы ғәҙәттәгесә койкаға һуҙылып төшөп, бер нөктәгә төбәлеп ята ине. Һарғайған йөҙөндә тән ауыртыуынан түгел, йән һыҙлауынан әрнеүе ап-асыҡ сағыла.

–Э-ээй, салт ҡояш нурҙары балҡығанда кемдең сырайы һытылып ята, килешмәй улай. Йә, һөйләп ебәр әле, хәлдәрең, халәтең нисек? - тип башланы һүҙен Виктор Иванович.

–Яҡшы, - тип кенә сикләнде Әҙилә.

–Атай-әсәйеңдәр килгәне бармы?

–Юҡ. Улар минең дауаханала ятҡанымды белмәй. Былай ҙа мин уларҙы көтмәйем.

–Араларығыҙ боҙолдомо ни?

–Зинһар, Виктор Иванович, был хаҡта һөйләшкем килмәй, ғәфү итегеҙ.

–Йә, ярай улайһа, Эшкә күсәйек. Әҙилә, һиңә гинекологта тикшереү үтергә кәрәк. Хәҙер әҙерлән дә, медсестра менән күршеләш бинаға инеп сыҡ, сиратта ултырма, һин бит стационарҙа ятаһың.

–Ә нимә… Ни эшләп гинекологҡа? Әллә берәй…

–Юҡ, Вәлиева тыныслан, был бары тик тулыһынса тикшеренеү үтер өсөн генә.

Нисәмә көн тынсыу бүлмәлә ятып, ялҡыттырған икән. Саф һауаға сыҡҡас Әҙиләнең башы әйләнеп китте. Хәлһеҙлектән, күп илауҙан һыны ҡатҡан ҡыҙ әкрен генә атланы.

Коридорҙа кеше әллә ни күп түгел ине. Әҙилә ҡыйыуһыҙ ғына кабинетҡа инде. Күҙлек кейгән уҫал ҡарашлы ханым, күтәрелеп тә ҡарамай яҙыуын дауам итте.

–Сисенегеҙ! Ни нәмәңде ҡарап баҫып тораһың? - тип бойорҙо ул бер ни тиклем ваҡыттан һуң.

Бындай ҡаты бәрелештән Әҙиләнең нескә күңеле әрнеп ҡуйҙы. Табип ҡатын ғәҙәттәге һорауҙарын яуҙыра башланы.

–Фамилияң?

–Вәлиева.

–Исем, атайың исеме?

–Әҙилә Саматовна.

–Кейәүҙәһеңме?

–Юҡ.

–Енси тормош менән йәшәйһеңме?

–Ауыртмаған башҡа тимер таяҡ һуҡҡандай яңғыраны был һорау.

–Ю-юҡ, йәшәмәйем, тик бер тапҡыр ғына…

–Нимә хәҙер килеп святошаға әйләнеп ултыраһың, кинәнешеп йөрөйһөгөҙ ҙә, һуңынан бер тапҡырға һылтанаһығыҙ!

–Апай, ниңә улай тиһегеҙ?

Әҙиләнең бите буйлап эре-эре күҙ йәштәре аҡты. Ҡалтыранған тауыш менән ул үҙен яҡлап башҡа бер һүҙ ҙә әйтә алманы.

Табип исемен йөрөткән ханым ҡыҙҙы ентекле тикшергәндән һуң, ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы.

–Вәт и допрыгалась, дорогая. Бында һинең дүрт аҙналыҡ ауырың бар.

Әҙилә көтөлмәгән яңылыҡтан баҙап ҡалды.

–Табаһыңмы? Абортҡа юллама яҙайыммы?

Ҡасандыр бик теләп көткән сабыйҙың яралыуы, Хәлилдең үлеме, йәтимлек, яңғыҙлыҡ - бөтәһе лә бергә буталды. Артыҡ тулҡынланыуҙан ҡалтыранған ҡыҙ көсләп ниҙер әйтергә теләһә лә, тауышы сыҡманы.

–Конечно, кәрәкмәй һиңә ул бала. Бар, хәҙер арт яғыңды таҙарт инде. Берәү ҙә белмәҫ тә, күрмәҫ тә. Иртәгә анализ бирергә кил, шунан аборт яһарбыҙ.

Әҙиләне һуңғы ҡурҡыныс һүҙ айнытып ебәргәндәй тәьҫир итте.

–Юҡ!!! Бер ҡасан да был аҙымға бармаясаҡмын! Үлтерһәгеҙ ҙә! - тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды ул. Ошо минутта уны ниндәйҙер бер көс ялмап алғандай тойолдо. Әҙилә ҡапыл баҙыҡланып китте. Ишек төбөнә еткәс, боролоп, уҫал ханыма үҙ фекерен дә йәшермәй әйтеп ҡуйҙы:

–Һеҙ табип исемен йөрөтәһегеҙ, ә үҙегеҙ әхлаҡ төшөнсәһен белмәйһегеҙ. Пациент ниндәй генә хәлдә булмауы мөмкин, ҡаты бәрелергә хаҡығыҙ юҡ.

Төрлө осраҡтарҙы күргәне булды гинекологтың, әммә йөҙө һүрелгән, ҡурҡышынан ҡалтыранған пациенттан бындай ҡыйыулыҡты көтмәгәйне. Эргәһендәге медсестранан уңайһыҙланыпмы, үҙ-үҙен аҡлапмы, зәһәр ҡарашында осҡондар уйнатып, теш араһынан асыулы ғына “Соплячка!”, тип әйтеп ҡалды.

Көн боҙолоп, күктә болоттар ҡуйырҙы. Йәй йәшел үләндәрен ямғыр һыуына сылатып алырға йыйына ине. Был күренеш әрнегән күңелде тағы ла болоҡһотоп ебәрҙе. Әҙиләнең күҙҙәренән йәш атылды. Ни эшләргә хәҙер? Нисек йәшәргә? Болоҡһоп, ирекһеҙҙән аҡҡан йәштәрен тыя алмай, һытылып илап ул әкрен генә дауаханаға атланы. Кисерештәргә мөкиббән бирелгән ҡыҙ ишек эргәһендә көтөп торған ата-әсәһен дә абайламай үтеп китә яҙҙы.

–Балаҡайым, - тип ҡосаҡлап алды Рәйлә апай ҡыҙын, - Исмаһам хат яҙып ебәрһәң булмаймы. Бер ни белмәй өйҙә ятабыҙ.

–Нишләп ауырып киттең? - тип ҡоро ғына һорап ҡуйҙы атай кеше.

Әҙилә атаһына бындай яуап оҡшамаҫын белһә лә, бөтә батырсылығын йыйып:

–Ҡайғынан, - тип ҡуйҙы.

–Бәләкәй генә башың менән ниндәй ҡайғың булһын әле һинең! Самат ағай асыулана төштө.

–Атаһы, етте. Ҡара ҡыҙыңдың тамам төҫө юҡ. Һуңғараҡ һөйләшербеҙ.

–Аҙаҡҡы имтиханыңды ла бирә алмай ятаһың, эшкинмәгән.

–Ҡыҙма, Самат, яҡшы уҡығас билдәне барыбер ҡуйғандар бит әле. Хәленә ингәндәр, һиңә тағы нимә етмәй?

–Әҙәм рәүешле уҡып бөтөргә ине, кәнтәйләнеп егет ҡайғыртып йөрөгәнсе. Өлгөрмәй ҡалырмын тинеңме?

Әҙилә башын эйеп бер һүҙ әйтә алмай тора бирҙе, ҡаты бәғерле атаһына рәнйене.

–Кеше балаһының башына етеп ҡуйҙың. Бөтә ауыл беҙҙе яманлап һөйләй.

–Атаһы, тыйыл инде. Әҙиләгә былай ҙа ауыр бит, үртәмә бала күңелен.

–Һин, бисә, тик кенә тор. Әйттем мин һиңә тәрбиәлә шуны тип.

–Ҡыҙым, ҡасан сығаралар? - тип һүҙҙе икенсегә борорға тырышты Рәйлә.

–Белмәйем, оҙаҡламай.

–Бына һиңә әҙерәк тауыҡ ите, һурпа алып килдек. Аҡсаң да бөткәндер, мә, ашарыңа ла кәрәк, юлға ла.

Әҙилә уңайһыҙланып ҡына пакетты ҡулына алды.

–Ауылға ҡасан ҡайтырыңды хәбәр ит, машина менән килеп алырбыҙ.

–Ярар.

–Беҙ ҡайтайыҡ инде, атайыңа иртәгә отчет менән Өфөгә барырға кәрәк. Ҡабат килеп булмаҫ. Ара яҡын түгел бит. Тиҙерәк шәбәй, ярай хуш.

Йәне көйгән Самат һүҙ ҡатмай ситкәрәк китеп ҡатынын көттө, ҡыҙы менән һаубуллашманы ла, ҡабат күтәрелеп тә ҡараманы.

Әсәләре ҡайтып киткәс, Әҙилә ауыр бер һынау үткән кешеләй еңел һулап ҡуйҙы. Балаға уҙыуы тураһында белеп кенә ҡуймаһындар, тереләй күмеп ҡуясаҡтар. Ә сабый кәрәкме һуң Әҙиләгә? Ул әле үк атайһыҙ. Был шатлыҡты уртаҡлашырға Хәлиленән башҡа бер яҡын кешеһе лә юҡ бит. Нисек баланы үҫтерергә, ҡайҙа олағырға? Уйҙар, уйҙар, ҡатмарлы сылбыр төҫлө тынғы бирмәй башта урала. Бөтәһе лә бер йөрәккә йыйыла бара, йыйыла ла осло уҡтай ҡаҙалып сәнскеләй, һыҙлата. Әҙилә ғүмерендә беренсе тапҡыр үҙен үҙе йәлләп һыҡтап иланы. Көн кискә ауышҡанда ғына ярһыған күңеле бер аҙ тынысланып йоҡлап китте.

–Эй, балам, бәләкәсем минең.

–Аһ, өләсәй, һинме ул?

–Мин ҡыҙым. Ҡайҙа иркәләп туяйым үҙеңде форсат тейгәндә.

Хөсниә әбейҙең наҙлы ҡулдарын тойғас, Әҙиләнең тәне буйлап аңлатып бөтмәҫлек рәхәтлек йүгерҙе. Эх, юғалмаһын ине ошо мәл.

–Өләсәй, һин бит күптән үлгәйнең түгелме ни?

–Ҡыҙыҡайым, үҙебеҙ күҙгә күренмәҫ йәндәр булһаҡ та, һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә күреп йөрөйбөҙ. Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, бына бит аралашырға ваҡыт бирҙеләр.

–Кемдәр?

–Уныһын әйтә алмайым. Һағынып бөттөм үҙеңде, матурым.

–Ә һин Хәлилде осраттыңмы?

–Бөтәһен дә бер юлы күрһәтмәйҙәр икән. Шулай ҙа йома көндө өҙгөләнеп осоуы күҙгә салынды. Бахыр балаҡай ҡапыл үлеүен һаман аңғармай ергә атыла.

–Уй, Аллам.

–, ҡыҙым, донъяла бөтә нәмә лә Хоҙай ҡушыуы менән үтәлә. Юғары көстән үтеп бер эш ҡылынмай.

–Өләсәй, һин ысын әле эргәмдәһеңме?

Хөсниә әбей ихлас йылмайып ҡуйҙы.

–Әлбиттә, балам. Бына бит мин һиңә ҡағылам, һөйләшәм. Тик осрашыу ваҡыты ғына сикле.

–Ә ниңә Хәлил килмәй һуң яныма?

–Килер, ҡыҙым. Сабыр ит. Сират етмәгән.

–Өләсәй, һинең менән шундай рәхәт. Беләһеңме… мин

–Беләм, балам, ни кисергәнеңдең бөтәһен дә күрәм. Ана шул кәрәкле һүҙҙәрҙе әйтергә төштөм дә мин. Фани донъяға һәр кем билдәле бурысын үтәргә килә. Кемдер күңел һиҙемләүе менән дөрөҫ йәшәй, кемдер тормош айышына бөтөнләй төшөнә алмай үлеп китә. Һинең ҡарыныңда ир бала яралған. Сабый донъяға мотлаҡ тыуырға тейеш. Һин уның йәнен ҡыйһаң, ул тағы ла йөҙәр йылдар интегеп осоп йөрөйәсәк. Хәлил менән икегеҙҙең балағыҙ бит ул, башҡаса ундай кеше ярала алмай. Ул бала ҡаты бәғерлеләрҙе тәүбәгә килтерәсәк…

–Нисек?

–Иҫән булып тор балаҡайым, һин яңғыҙың түгел, бирешмә. Беҙ тиҙән осрашырбыҙ.

–Өләсәй! Өләсәй китмә!

–Вәлиева, уколға!

Медсестра тауышына тертләп уянды Әҙилә. Карауат ситендә үҙенә килә алмай бер аҙ шаңҡып ултырҙы. Өн булдымы был, төшмө? Ҡайһылай ғына уйлаһа ла, ҡыҙ талсыған күңелендә тыныслыҡ урынлашҡанын, йөрәгенә шатлыҡ ҡунғанын тойҙо. Тимәк, һәр кем үҙенә йөкмәтелгән бурысты үтәр өсөн донъяға тыуа. Әсәһенең нисәмә балаһы төшөп тик торған, ә Әҙилә тыуған, Хоҙай үҙе шулай ҡушҡан.

Әҙилә уң ҡулы менән эсен һыйпап ҡуйҙы, уның йөрәге аҫтында тыуырға, йәшәргә тулы хоҡуҡлы бәләкәс кенә кешекәй үҫә. Тәүге осорҙа ҡыйыныраҡҡа төшһә ни, сабый ҙураясаҡ, әсәһенең терәк-таянысы булып, тормош мәғәнәһенә әүереләсәк. Ысынлап та Хәлил менән Әҙиләнән яралған берҙән-бер йән эйәһе бит ул. Тик ҡыҙҙың ата-әсәһе генә был хәҡиҡәттең тулы мәғәнәһенә бер ҡасан да төшөнмәйәсәк кеүек. Юҡ, был яңылыҡты уларға еткерергә ярамай. Ни әйтерҙәрен ҡыҙ ап-асыҡ белә: «Ошомо беҙгә булған рәхмәтең? Никахһыҙ бала табып ултырыр өсөн үҫтерҙекме ни һине? Биттән көлдөң. Кеше үсәп һөйләй хәҙер, шатлана».

Виктор Ивановичтың шик-шөбһәләре иҫбатланды. «Һм, Вәлиева, бына һиңә скромный ҡыҙ», - тип аптыраны табип. Сабыйға зыян килмәһен өсөн дауалау курсын тулыһынса үҙгәртте. Әҙиләнең кисерештәрен аңларға тырышып, күпме һөйләшеп ҡараһа ла, ҡыҙ барыбер сиселмәне.

Сығарылыш төркөмдәргә диплом тапшырған көндө Әҙиләне дауаханан сығарҙылар. Алмаштырғыһыҙ әхирәте Гөлнур әйберҙәрҙе күтәрешеп ятаҡханаға алып ҡайтышты. Оло юғалтыу кисергән Әҙилә үҙ-үҙенә талаптар ҡуйҙы: башҡалар алдында йөҙ һытмаҫҡа, кәмһенмәҫкә, тик яҡшыға ышанырға һәм иң мөһиме - балаһы өсөн йәшәргә. Тантана сәғәт икелә генә башлана, ваҡыт етерлек әле. Әҙилә душ инде, күҙҙәрен буяны, тулҡынланып торған сәстәрен матурлап йыйып ҡуйҙы ла, көҙгөгә ҡарап көсләп булһа ла беренсе тапҡыр йылмайып ҡараны. Тик нисек кенә тырышмаһын, уның ҡаршыһында ихлас сырай сығара алмаған, ҡайғынан йөҙө ҡарайған, моңһоу күҙле ҡыҙ ғына баҫып тороуын дауам итте.

* * *

Ни тиһәң дә ҡыш ҡыш инде. Төньяҡта был миҙгел тағы ла аяуһыҙыраҡ, һалҡыныраҡ. Февраль башланһа ла, ҡаты һыуыҡтар дауам итә әле. Бында тыуып үҫкәндәр уның ажғыр буранына ла, сатлама һыуығына ла өйрәнеп бөткән кеүек. Һәр кем, һауа торошона иғтибар бирмәгәндәй, ҡәҙимге тормошонда ҡайнай. Айтуған да төньяҡ малайы, шуғамылыр үҙе мыҡты кәүҙәле, сая ҡарашлы, һәр нәмәгә сыҙам. Университеттың беренсе курсында уҡып йөрөй ул. Атаһы кеүек нефтсе булмаҡсы. Ғаиләлә Айтуған берҙән-бер бала, әсәһе бәләкәй саҡтан иркәләү, наҙлауҙы сикләмәне, ни теләһә, шуны алып бирҙе, атаһы ла балаға бер ваҡытта ла ҡаты ҡағылманы. Шуға ҡарамаҫтан, улдары тыныс, зирәк аҡыллы, итәғәтле булып үҫте. Мәктәптә яҡшы уҡыны, тәртип яғынан да һыр бирмәне. Урыҫ мөхитендә йәшәһә лә, Айтуған туған телен белеп, өйҙәгеләр менән саф башҡортса аралашты. Һирәк кенә булһа ла, ғаилә башлығы Марат Сафич ҡатыны Эльзаны, улын алып Башҡортостанға ҡайтып әйләнә. Шул мәлдәрҙе һағынып иҫләй Айтуған. Төньяҡта ундай эҫе йәйҙәр юҡ, тирә-яҡтағы һаҙлыҡта көртмәле, бәшмәк йыяһың да, шуның менән ҡыҙыҡ бөттө, тигәндәй. Ә атаһының тыуған ауылында ялан, тау итәге тулы еләклек, теләйһең икән йылғала туйғансы йөҙ, кинәнеп ҡояшта ҡыҙын. Улының Башҡортостанға ашҡыныуын һиҙһә лә, Төньяҡта төпләнеп, килемле генә эшкә урынлашҡан Марат тыуған яғына күсеп ҡайтырға ашыҡмай әле. Һаулығы барҙа мул ғына аҡса туплап ҡалғыһы, ауылында өй һалғыһы килә, улын да уҡытып, кеше итәһе бар. Эльзаһы ла һыуыҡ яҡта өйрәнеп бөткән, хәйер, уның бөтә туғандары тиерлек бында йәшәй, яңғыҙ ҡалған әсәһе лә үткән йылда донъя ҡуйҙы, төбәп кенә ҡайтыр ере лә юҡ.

Төш ваҡыты ғына булыуға ҡарамаҫтан, Айтуған университеттан иртәрәк сыҡты. Әсәһе ҡунаҡтар йыйған, уға ярҙамлашырға кәрәк. Мәжлестең сәбәбе лә үҙенә ҡайтып ҡала бит - егет ун һигеҙ йәшен тултыра. Кискә иптәштәре килеп ҡотлаясаҡ. «Ошондай һыуыҡ айҙа әсәйем миңә ғүмер бүләк иткән, рәхмәт йөҙөнән уға сәскә алып ҡайтайым», тип уйланы Айтуған һәм юл аша сығып туҡталышҡа йүнәлде.

–Айтуған!

Төрлө тәьҫораттарға бирелеп атлаған егет һиҫкәнеп китте. Уның артынан тулы ғына кәүҙәле, йомро, һөймәлекле йөҙлө бер ханым йүгерә ине. Ҡабаланыуҙан тыны ҡыҫылған ҡатын килеп еткәс, йәшләнгән күҙҙәре менән Айтуғанға байтаҡ текләп торҙо.

 –Һаумы, улыҡайым! - тип өндәште ул тауышын көскә йыйып.

–Иҫәнмеһегеҙ, апай. Ғәфү итегеҙ, мин Һеҙҙе бөтөнләй танымайым.

–Беләм, Айтуған. Ә бына мин һинең тормошоңдо ун һигеҙ йыл буйы күҙәтеп йәшәйем. Тыуған көнөң менән, балаҡайым.

–Рәхмәт! Һеҙ мине ҡайҙан беләһегеҙ һуң? Исемегеҙ нисек?

–Айтуған, һиңә әйтәһе һүҙҙәрем күп, уны ошолай, һыуыҡ урамда тороп ҡына һөйләп бөтөрлөк түгел. Мин яҡын ғына, анау йортта йәшәйем. Бараһыңмы?

–Апай, Һеҙ мине аптырашҡа ҡалдырҙығыҙ. Мине бит өйҙә көтәләр, ҡунаҡтар саҡырылған.

–Ярай һуң, улай булғас иртәгә осрашырбыҙ.

–Апай…

–Һин миңә шикләнеп ҡарайһың, әммә һиңә бер этлегем дә юҡ. Күңелемдә инде нисә йыл оло сер йәшәй, шуны сисергә ваҡыт етте. Ошонда адресым, телефоным яҙылған. Иртәгә һине көтәм.

–Ә, бәлки, бөгөн һөйләрһегеҙ.

–Юҡ-юҡ. Өйөңә ҡайт. Тик бер үтенесем бар, атай-әсәйеңә минең турала бер ни ҙә әйтмәй тор, зинһар.

Айтуған, ҡатын менән хушлашып, әкрен генә атлап ары китте. Ҡайһылай көтөлмәгән сәйер осрашыу булды был. Заманаһы ла үҙгәрҙе, теләһә ниндәй ниәт менән йөрөгән әҙәмдәр күбәйҙе, әллә юрамал алдаштырып, берәй этлек эшләргә уйлайҙармы икән? Юҡтыр, был апайҙың йөҙө хәсрәтле. Сер… Ниндәй сер булыуы мөмкин? Туҡта, ниңә мин алйот кеше шикелле ҡайтып барам әле, тип уйланы егет. Кеҫә телефоны аша әсәһенә шылтыратып кискә генә ҡайтасағын әйтте лә, ашығып теге ҡатын биргән ҡағыҙ киҫәгендәге номерҙы йыя башланы.

–Алло! Был мин, Айтуған. Хәҙер ун минуттан килеп етәм.

–?!

Урамдан яңы ингәнгәме, артыҡ тулҡынланғанғамы егеттең бит остары алһыуланып киткәйне. Ябай ғына ике бүлмәле фатир, артыҡ күҙгә салынған йыһаз да юҡ.

–Иғтибар итмә, Айтуған, мин яңыраҡ ҡына ирем менән айырылыштым. Эсеп, аңы томаланған әҙәм йораты бөтә кәрәк-ярағымды тейәп алып сығып китте. Балаларым мәктәптән ҡайтмаған әле, икенсе сменала уҡыйҙар. Былары һиңә әлбиттә ҡыҙыҡ түгел. Айтуған, мин Гөлнур апайың булам, әсәйеңдең яҡын әхирәте.

–Ә ниңә мин Һеҙҙе бығаса күрмәнем һуң?

Гөлнур ни тиклем тыныс булырға тырышһа ла, ҡаҡшаған нервылары үҙенекен эшләне, ирекһеҙҙән бите буйлап күҙ йәштәре ағылды, ҡулдары ҡалтырашты.

–Балаҡайым, һинең әсәйеңдең исеме Әҙилә ине.

–Кем?

Айтуғандың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте.

–Беҙ икебеҙ ҙә Башҡортостанда үҫтек, ул Аҡъегет ауылы ҡыҙы.

–Мин Һеҙгә ышана алмайым.

–Ихтыярың. Мин һине ышандырырға ла, бөгөнгө атай-әсәйең менән арағыҙҙы боҙорға ла теләмәйем. Бары тик васыятты үтәйем, күңелемдә бурыс булып ҡалмаһын. Бына әсәйеңдең фотоһы.

Айтуған ипләп кенә ҡулына төҫлө рәсемде алды. Фотоға күҙ һалыу менән йөрәген ниндәйҙер көс ҡурып алғандай тойолдо. Моңһоу, әммә шундай сибәр ҡатындың нәҡ уның әсәһе икәнлеген танырға теләпме, бер нисә минут тын да ала алмай ҡарап ултырҙы. Бына бит ул, төштәренә инеп иркәләгән апай!

–Ә ҡайҙа һуң ул әле?

–Һиңә йәш тә өс ай сағыңда яман ауырыу менән яфаланып… үлеп… китте.

Бүлмәлә ауыр тынлыҡ урынлашты. Гөлнур хәтирәләргә бирелеп, һулҡылдап иларға кереште. Башлаған һүҙҙе тамамларға кәрәклеген асыҡ аңлап, ул тиҙ генә үҙ-үҙен ҡулға алып, телмәрен дауам итте.

–Мин һине үҙемдең улым кеүек яҡын күрәм.

–Ә мин дә, Һеҙ ҙә нисек төньяҡҡа килеп сыҡҡанбыҙ һуң?

–Эй, балам, һин ошонда тыуҙың шул. Февраль айының айлы төнө ине. Шуға исемеңде лә Айтуған тип ҡуштыҡ.

–Ә минең атайым кем һуң, ҡайҙа ул?

Гөлнур тағы ла бер фотоны килтереп сығарҙы.

–Бына был Хәлил - һинең атайың. Әҙиләлә булған берҙән-бер фото ине.

Һуйған да ҡаплаған кеүек үҙенә оҡшаған егетте күреп Айтуған баҙап ҡалды.

–Гөлнур апай! - тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды ул.

–Эйе, эйе, һин шул тиклем Хәлилгә оҡшағанһың.

–Апай, мин Һеҙгә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй ултыра инем. Әле ҡайҙа минең атайым?

–Атайың да һин тыуғансы уҡ фажиғәле һәләк булды.

–Нишләп улай?

Гөлнур нисә йыл йөрәгендә һаҡлаған ҡыҙғаныс яҙмышты бәйән итте. Әҙилә менән Хәлилдең оло мөхәббәтенә шаһит ҡатын бөгөн уны тәфсирләп уларҙың балаһына һөйләне.

… Ҡулына диплом алған ҡыҙҙар ата-әсәләренең ҡаршы килеүенә ҡарамай, тәүәккәлләп төньяҡҡа юллана. Әҙиләнең ауырға ҡалыуын Гөлнурҙан башҡа бер кем дә белмәне, хәйер, уны кемгәлер һөйләүҙең кәрәге лә юҡ, тип уйланы ҡыҙҙар.

Ул ваҡытта эшкә урынлашыу әллә ни ҡыйын түгел ине, әхирәттәр икеһе бер дауаханаға медсестра булып эшкә урынлашты. Тора-бара уларға ятаҡхананан бер бүлмә бүлеп бирҙеләр. Эш хаҡы зарланырлыҡ түгел, Әҙилә аҡсаны мөмкин тиклем күберәк йыйып барырға тырышты, тиҙҙән бала менән ултырырға кәрәгәсәк, уға матди ярҙам күрһәтерҙәй кеше юҡ. Көндән-көн түңәрәкләнә барған эсендә үҙенең барлығын белдереп сабый хәрәкәтләнә, тибенә башланы. Йәш әсә ҡарындағы бәләкәсе менән һөйләшергә ғәҙәтләнде, кистәрен әкиәт уҡыны, ҡулы менән яратып эсен һыйпаштырҙы, быларҙың бөтәһен дә күңеле ҡушыуы буйынса эшләне, ә үҙе бер туҡтауһыҙ Хәлилен юҡһынып, болоҡһоп йөрөнө. Төньяҡҡа китер алдынан ҡәберен дә барып күрә алманы, дөрөҫөрәге күрергә теләмәне. Хәлил Әҙиләнең күңелендә һәр саҡ тере булырға тейеш, йәнәһе яҙмыш уларҙы ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа айырған да, ҡабат осраштырасаҡ. Үҙ-үҙен йыуатыр өсөн генә яралған теләк күп уйлана торғас ысынбарлыҡҡа әүерелгән күрәһең. Әҙилә егерме йәшендә генә фани донъяларҙан китеп барҙы. Шулай ҙа үҙ бурысын үтәне ул, сит ҡулдарға булһа ла нәҫеленең дауамын, һөйөклө Хәлиленең төҫөн ҡалдырҙы.

Сабый тыуған көн Гөлнурҙың хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Төнгө сменанан ҡайтҡанда Әҙиләнең эсе аҫтан ғына һыҙып ауырта башлағайны инде, тора-бара бығаса таныш булмаған ауыртыу көсәйгәндән-көсәйҙе, ундағы кисерештәрҙе һүҙ менән дә аңлатырлыҡ түгел икән. Гөлнур алдан әҙерләп ҡуйған әйберҙәрҙе барлап, Әҙиләне тиҙерәк бала табыу йортона оҙатыу хәстәрен күрҙе.

–Ҡурҡам бит әле, Гөлнур, - тип хафаланды буласаҡ әсә.

–Тыныслан, әхирәт, ҡатын-ҡыҙ ғына кисерә торған нәмә бит ул. Борон заманда беҙҙең өләсәйҙәр балалағанда бөтөнләй табип булмаған әле. Саҡ ҡына түҙерһең дә, малайыңды… Ой, яңылыш әйтелде лә ҡуйҙысы. Әллә улың тыуырмы икән?

–Кем тыуһа ла минең балам бит ул, иҫән генә булһын. Аһ, ҡайһылай ныҡ ауырта!

Минут һайын ҡабатланған тулғаҡты Әҙилә бер үлеп, бер терелеп үткәрҙе, тәненең бөтә күҙәнәктәрен ялмап алған ауыртыуҙан йәне атылып сығырҙай тойолдо.

–Рәхмәт инде, Гөлнур, һиңә мең-мең рәхмәттәрем яуһын…

Әҙилә ауыртыныуҙан түгел, күңеле йомшарыуҙан илап ебәрҙе.

… Әмәлгә ҡалғандай, яҡшы ғына табип менән яғымлы акушерка тура килде, Әҙиләнең хәл-торошо, һәр тулғағы күҙәтеү аҫтында, өҫтәүенә дауахана хеҙмәткәре булараҡ Гөлнурға ла инергә рөхсәт бирҙеләр. Ярты тәүлектән артыҡ яфаланды ҡыҙ, ятһа бөтөнләй түҙеп булмай, шуға палата буйлап атлап йөрөнө, ниһайәт, сабыйҙың да тыуырға ваҡыты етте, тәжрибәле белгестәр дөрөҫ билдәләгән булған икән. Йонсоған Әҙилә бөтә көсөн туплап тырышты. Тағын саҡ ҡына… Бына хәҙер… Ҡорма ҡоролған тәҙрәләрҙең өҫкө яртыһынан ап-аҡ айҙың яҡты нурҙары төшә. Гүйә ул кешелекте шулай күҙәтә. Тәүге ауазын сығарып донъяға ир бала килде.

–Ҡарәле, был малай күлдәк кейептереп тыуған да баһа, - тип акушерка баланың ҡарын бөркәнсеген алып күрһәтте.

–Ысынлап еңдәре, итәге, аһ-аһ хатта капюшоны ла бар бит әле, - тип элеп алды табип. - Бәхетле бала буласаҡ, күлдәктә тыуған кешеләрҙе ғүмер буйы шул бөркәнсеге һаҡлап йөрөтә ти.

Әҙилә үҙенән теп-тере йән эйәһен тыуҙыра алғанына, быны тәбиғәт мөғжизәһенә тиңләп аптырап ятты. Күңелендә шундай рәхәтлек кисерҙе, әйтерһең бер ниндәй тулғаҡ та, ауыртыу ҙа булмаған. Ул яңғыҙ түгел хәҙер, эргәһендә бәләкәс кенә кешекәйе бар. Әҙилә бөтә ғүмерен фәҡәт йөрәген ярып тапҡан улына бағышлаясаҡ, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерәсәк. Әммә… ошо теләктәр Хоҙай тәғәләнең Әмин, тигән сағына тура килмәгән шул. Балаһына бер йәш тула тигәндә Әҙиләнең ашҡаҙанында яман шеш барлығын асыҡлайҙар. Табиптар әйтеүенсә, төрлө кисереш арҡаһында был сир ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аҙған, иң аяныслыһы - дауалай торған осоро үтеп өлгөргән.

Үҙендәге үҙгәрештәрҙе Әҙилә һиҙмәне түгел, һиҙҙе. Ябығып, кибә барыуын һөт имеҙгәнгә, тамаҡҡа аш үтмәүен хәсрәттән төйөлгән төйөр өсөн, тип үҙ-үҙен тынысландырырға тырышһа ла, медицинаның ни икәнен яҡшы белгән йәш әсә күңелен йыуата алманы. Һынаулы ғына ҡалған көндәре тағы ла тиҙерәк үткәндәй тойолдо. Бала… Кем ҡулдарына тапшырып китәсәк ул иң ғәзиз, иң ҡәҙерле кешекәйен? Сабыйы мышнап ҡына йоҡлап ятҡан саҡта, уны йәлләп, һыны ҡатҡансы илап үткәргән төндәре йышайҙы. Күпме иркәләһә, наҙлаһа ла һөйөп туя алманы, ошо минуттарҙың ҡабатланмаҫын аңлап йөрәге һыҡраны. Улыҡайы саҡ ҡына иларға маташһа ла, форсат бирмәне әсә, тиҙерәк күкрәгенә ҡыҫып йыуата һалды, киләсәктә йәтим балаһының илап, кемдәрҙеңдер тарафынан йәберләнеп ултырыр саҡтарын күҙ алдына килтереп өҙгөләнде, ҡыҙғанып тыны ҡурылды. «Ниңә аяуһыҙ икән был донъя? Мин ер йөҙөндә артыҡ кешеме ни? Әсәне сабыйынан айырырға нисек йәлләмәй икән Юғары көс? Бер кемгә кәрәге булмаған ҡарт-ҡоро ни үлә алмай, ни ҡала алмай яңғыҙы яфа сигә, аҙып-туҙып йөрөгән әсәйҙәр һин дә мин йәшәй, кеше үлтереүселәр, эскеселәр имен генә йөрөп ята. Минең бер тинлек кенә хаҡым юҡмы ни? Хәлилемде юғалттым, атайһыҙ бала таптым, ә күпме ҡатындар аборт юлынан ҡайтмай, ниңә улар бер ҙә язаһын алмай. Күпме кешегә ярҙам ҡулымды һуҙҙым, шуларҙың бер рәхмәте лә төшмәнеме ни? Айтуғаным, бер гонаһһыҙ балам, нисек йәшәр был ҡурҡыныс донъяла? Ғүмерем иртә өҙөлөр булғас, ниңә сабыйым тыуғансы үлмәнем икән, ни йәнем менән ташлап китермен уны? Атай, әсәйем…» Ошо урында Әҙилә туҡталып ҡалды, бәлки баланы уларға күрһәтергә ваҡыт еткәндер, үҙеңдеке һаман үҙ инде, сит бауыр түгел. Тик улар был ике яңылыҡты нисек ҡабул итер? Ҡыҙҙарын юғалтыуҙы ейәненә әүрәп, бер аҙға булһа ла еңелерәк кисерерҙәр ине, бәлки. Юҡ! Этлеген уларға һалып китмәйәсәк. Йәш шул Әҙилә, күп нәмәне тәрәндән уйлаһа ла, күберәк күңеленә буйһона, элекке ҡурҡыуы ла бөтмәгән. «Әҙәм аҡтығы» Хәлилдән тапҡан баланы яратырҙармы, көсләп сығарған ҡояштың нуры ныҡ йылытамы ни? Ауыл халҡы мәңге тынғы бирмәй, күҙҙәрен соҡор, йәтим улына ла көн күрһәтмәҫтәр, донъяла әшәке кешеләр ҙә бар шул. Башҡалар атаһы, әсәһе тураһында һөйләгәндә, балаһы ситтә етемһерәп баҫып торор. Юҡ! Ә Гөлнур? Уға ла оло бурысты йөкмәтеп китеү килешмәй. Әле ул кейәүгә лә сыҡмаған ҡыҙ, уның ҡоролмаған тормошон быраулап ҡуйыу төптө дөрөҫ түгел. Былай ҙа бөтә ауырлыҡтарҙы күтәрешкән тоғро әхирәт булды. Һис шикһеҙ уға үгәй булһа ла атай-әсәй эҙләргә кәрәк. Ошо уйы Әҙиләгә тынғы бирмәне.

Ярты ай самаһы ул матди яҡтан хәлле, әҙәпле, балаһыҙ пар эҙләне. Тырышлыҡ бушҡа үтмәне, инде ете йыл бергә йәшәп тә, бала таба алмаған Марат менән Эльзаны осратты, икеһе лә итәғәтле, ир кеше эшендә яҡшы ғына урын биләй. Әҙилә тәү күрешкәндә үк үҙенең яҙмышын тулыһынса һөйләп бирҙе уларға. Эльза йәш ҡатынды күптәнге танышы кеүек ҡабул итте, тәрән хистәргә бирелеп тыңланы, ҡуша иланы. Уллыҡҡа, ҡыҙлыҡҡа бала алып тәрбиәләргә һәр ваҡыт ҡаршы килгән Мараттың да күңеле тулышты. Һәр кем үҙ сабыйының булыуын теләй, өмөтләнә. Донъяла мөғжизә барлығына инанып, ниндәй генә дауаханаға йөрөмәнеләр, өшкөргән әбей-бабайы ла ҡалманы, тик һөҙөмтә генә күҙгә күренмәне. Бер белемсе утыҙҙан үткәс малайығыҙ була, тип күңелдәренә йән өргәс аҙ ғына тынысланғайнылар. Юҡ-барға ышанып бармаған Марат шул утыҙ йәшен көтөп йәшәне лә инде, бәреп-һуғып ҡына Эльзаһын ташлап икенсе ҡатынға сығып китер ине, йөрәге етмәне, ярата шул ҡараҡайын, ныҡ ярата. Әбейҙең әйтеүе юш килгән, күрәһең, яҙмыш уларҙы Әҙилә менән бушҡа осраштырмаған. Айтуғандың беренсе тыуған көнөн яңы ғаиләлә үткәрҙеләр, мөшкөлләнә барған хәлен яҡшы тойған әсә балаһын икенсе мөхиткә өйрәтер өсөн көн дә Эльзаларға килде, дөрөҫөрәге уларҙы Мараттың эшенән бүленгән махсус машина йөрөттө. Әҙилә ғаиләне дөрөҫ һайлағанына инанырға теләһә, Эльза сабыйҙың ҡылыҡтарын, холҡон өйрәнде, тәрбиә серҙәренә төшөнөргә тырышты.

Йәш әсә үҙендәге ихтыяр көсөнә ғәжәпләнде, тәүҙәрәк ҡыйын булһа ла, әкренләп төңөлә барҙы, улының киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа ҡаласағы бер аҙ күңелен тынысландырҙы. Ҡасандыр салыуға алып сыҡҡан малды йәлләп илап ултыра торғайны, бөгөн ғәзиз балаҡайын мәңгелеккә ҡалдырып китергә йыйына. Ниндәй ныҡлы йөрәкле, айыҡ аҡыллы булырға кәрәк был тормошта!? Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ шул. Онколог яҙған дарыуҙарҙың береһен дә эсмәне Әҙилә, әҙме-күпмегә генә оҙайтылған ғүмерҙең мәғәнәһен, артыҡ этләнеп ятыуҙың фәтүәһен күрмәне.

Апрель аҙаҡтарында һурылып, кибеп барған йәш ҡатындың хәл-торошо тамам хөртәйҙе, быялаланған күҙҙәрендә нур һүрелгәндән-һүрелде. Айтуғанды яңы ғаиләгә бөтөнләй күсерергә ҡарар иттеләр. Эй ул минуттар… Мәңге ҡабатланмаҫ хушлашыу минуттары… Ауыр сирҙән тетелгән, йәнселгән күңел тән ауыртыуын ғына күтәрә икән ул, йән ғазаптары түҙеп торғоһоҙ. Ята-тора йөрөгән Әҙилә ғүмерендә һуңғы тапҡыр балаһын ҡосағына алды, шашып-шашып битенән, сәстәренән үпте, бер туҡтауһыҙ ағылған күҙ йәштәренә быуыла-быуыла сабыйы менән бәхилләште. Иркәләнеп тәтелдәгән Айтуған әсәһенең наҙын, йылыһын башҡаса бер ҡасан да тоймаясағын аңлапмы, Әҙиләнең муйынынан ныҡлап ҡосаҡланы.

–Әннә.

–Бәпесем, матурым минең, әннә йыраҡҡа китә, һин илама йәме. Мин… атайың менән һиңә Күктән, йондоҙҙар араһынан ҡарармын. Бәләкәсем, шул тиклем яратам бит мин һине. Йөрәгем, йәнекәйем, берәй заман минең турала белерһең, ғәйепләп, үпкәләп йөрөрһөңмө икән инде. Бәхетеңде, ғүмереңде, һаулығыңды бирһен Хоҙай. Бәхил бул, балам, бәхил бул…

Сабыйынан айырылған әсә оҙаҡ ятманы. Телдән яҙа башлағанда бөтә көсөн йыйып Гөлнурға васыятын әйтеп ҡалдырҙы: «Зинһар, әхирәт, Айтуғаныма ун һигеҙ йәш тулған көнөдө Хәлил менән минең хаҡта һөйләрһең… Эльзалар был турала һөйләмәйәсәк, әммә балам беҙҙең турала белергә тейеш… Зинһар онотма…»

Әҙиләне ерләү хәстәрен, бөтә сығымдарҙы Марат Сафич тулыһынса үҙ өҫтөнә алды. Ара алыҫ ҡына булһа ла, Аҡъегеткә алып ҡайттылар. Ҡыҙҙарының ауыр хәлен хат аша белгән Рәйлә апай менән Самат ағай бындай уҡ оло юғалтыуға әҙер түгел ине. Тиҙҙән йәйге отпускыһына ҡайтыр тип көткәйнеләр, кейәүгә сығып, тыуған яҡта төпләнеүҙе өгөтләргә йыйынғайнылар. Нисек кенә булмаһын үлем хәбәренә әҙер түгел ине улар. Гөлнур хәсрәткә сумған атай, әсәй менән байтаҡ һөйләште. Әҙиләнең төньяҡтағы тормошо, эше хаҡында бәйән итте, бер килке Айтуғандың барлығын әйткеһе килһә лә, тыйылды, икенсенән Марат Сафич та бында, уның менән бергә кире китәһе бар.

Әҙиләне Хәлиле эргәһенә ҡуйҙылар. Гөлнур ҡыҙғаныс та, ғәжәйеп тә хикмәткә таң ҡалды - ҡыҙыл тюльпандар… Хәлилдең ҡәбере тулы сәскә нарҙай янып, ҡыҙарып ултыра ине. Май айы… тюльпандар сәскә атҡан мәл. Донъя шундай серле, хайран ҡалырлыҡ икән дә баһа?! Хоҙай тәҡдиреме, яҙмышмы был? Иң яҡын әхирәтен, серҙәшен юғалтҡан Гөлнур иҫен йыя алмай оҙаҡ аптырап торҙо.

… Айтуған Гөлнур апаһының һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңланы. Аяныс, ҡыҙғаныс хикәйәттең бер ниндәй ҙә уйҙырма түгеллегенә тамам инанған егет уйсан ҡарашын ике, хәҙер инде ҡәҙерле ҡомартҡы - фотоға төбәне. Кеше алдында балауыҙ һытып өйрәнмәгән Айтуған беренсе тапҡыр бөтә күңеленән урғылған күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Гөлнур әйтерһең ошо мәлде генә көткән, егетте ҡыҫып ҡосаҡлап ғәфү үтенде.

–Ғәйепләмә мине, зинһар, балаҡайым.

–Юҡ, апай, киреһенсә, мин Һеҙгә рәхмәтле генә.

–Әҙилә балам мине аңлаһа ярар ине, тип теләй торғайны.

–Әсәкәйем… Шул тиклем уны күргем килә. Ниндәй михнәттәр аша үтеп ул миңә ғүмер биргән.

–Эйе, балам, ун һигеҙ йыл элек, ошо көндә.

–Гөлнур апай, ә өләсәйемдәр? Улар иҫәнме икән?

–Эйе, Айтуған. Алтмыштан үткәндәр инде, шул уҡ Аҡъегет ауылында йәшәйҙәр.

–Мин уларҙы күрергә тейешмен.

Улындағы үҙгәреште Эльза ла, Марат та һиҙмәне түгел, һиҙҙе. Айтуған уларҙан ситләшмәһә лә, етди төҫ алып, уйсан йөрөй башланы. Егет һүҙҙе нисек башларға белмәй йөрөгәндә, бөтәһе лә үҙенән үҙе хәл ителде. Эльза улының йоҡо бүлмәһендә ятҡан фотоларҙы табып алды. Бындай хәл булырын көтмәгән ҡатындың йөрәге һурылып төшкәндәй тойолдо. Башта улар Марат менән икәү - ара һөйләште.

–Гөлнур ғына эште боҙҙо инде, тағын кем булһын, - тип ярһыны ҡатын.

–Тыныслан, ҡасан да булһа Айтуған дөрөҫлөктө белер ине.

–Ошолай рәүештә түгел бит инде. Гөлнур ниәтен тәүҙә беҙгә әйтергә тейеш түгел инеме?

–Уныһы шулай ҙа ул.

–Беҙ ҡарап үҫтерҙек баланы, Марат, беҙ!

–Серҙе сисмәҫкә һүҙ ҡуйышҡас, был аҙым төптө дөрөҫ түгел.

–Әйҙә Айтуғанға һине алдағандар тип әйтәйек.

–Эльза, иҫәрләнмә. Малайҙы тамам юғалтҡың килмәһә, алдарға ярамай. Үҙе менән матурлап ултырып һөйләшәйек.

–Мин дә шулай уйлайым.

Айтуғандың тауышынан икеһе лә тертләп һикереп үк китте.

–Һин өйҙәһеңме ни?

–Атай беҙ бит икәүләшеп ҡайттыҡ.

–Әй шулай бит әле.

–Атай, әсәй. Мин ике ай элек бөтәһен дә белдем.

–Кем әйтте инде һиңә был хаҡта?

Эльзаның тауышы ҡалтырап сыҡты.

–Гөлнур апай.

–Әйттем бит, шунан башҡа кем булһын.

–Әсәй, ғәйепләмә уны. Мин бит барыбер һеҙҙең улығыҙ иҫәпләнәм. Ике әсәйле, ике атайлы кеше булыуы ҡыйынмы ни? Тарих дәресендә Конфуцийҙы өйрәнгәйнек, унда баланы тыуҙырған түгел, үҫтергәндәр атай, әсәй һанала, тиелгән. Әммә беҙҙәге хәл икенсерәк, мине бит улар ҡарамаҫтан ташламаған, тимәк ысын атай, әсәйемде хәтерләргә бурыслымын. Бәләкәйҙән һеҙҙе иң яҡын кешеләрем тип ҡабул итеп үҫкәнмен, йәтимлектән ҡотҡарғанһығыҙ, һеҙҙе лә юғалтҡым килмәй минең.

–Рәхмәт, улым.

Марат тулҡынланыуын йәшермәй, балаһын ҡосаҡлап алды. Ни тиклем тырышһа ла, Айтуғанды сит кеше балаһы тип ҡабул итә ине, бөгөн уның өҫтөнән ауыр бер йөк төшкәндәй булды. Эйе, ошондай һүҙҙәрҙән һуң ул улына ни тиклем эҫенгән булыуын төшөндө. Эльзаның да асыуы баҫылды.

–Беҙ элеккесә бер бөтөн ғаилә, шулай бит?

–Эйе, атай, әсәй, мин һеҙҙе ныҡ яратам. Тик бер үтенесем бар минең.

–Йә.

–Май айында Аҡъегет ауылына барғым килә.

... Яҙ етеүгә ҡарамаҫтан, төнъяҡта ҡар апаруҡ ҡалын ғына әле. Ҡайһы бер әрһеҙ ағастар ҡыҫҡаҡ ҡына миҙгелдә япраҡ ярып өлгөрөргә тырыша, ҡоштар ҙа ул тиклем күренмәй, ә Башҡортостанда тәбиғәт күптән төрлө сәскәләргә күмелеп, хуш еҫен тарата. Айтуған ошо мәлде саҡ көтөп алды. Ул ғәзиз әсәһе менән атаһының төйәгенә йыйына, унда зыярат ҡыласаҡ. Тиҙҙән өләсәләре тупһаһына аяҡ баҫып, үҙенең барлығын әйтәсәк, Гөлнур апаһы һөйләгән яҙмышты һөйләйәсәк, сөнки ул шул яраланған яҙмыштың ауазы…

Авторы билдәһеҙ.

Фото: picsy.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: