+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Июль 2022, 20:00

Етем һығышы

Илдустың карауаты тәҙрә эргәһендә генә, йоҡларға ятҡас, оҙаҡ ҡына серле айға ҡарап төбәлә. Ул малайға тыныс, сабыр холоҡло, ипле бер йән эйәһе булып күренә.

Етем һығышы
Етем һығышы
Шуға ла төн ҡосағында оҙаҡ ҡына айҙы күҙәтергә, көнө буйы йыйылған хәбәрҙәрен һөйләргә ярата, сөнки уның менән әллә күпме серләшергә була. Ә уныһы үҙен уратып алған ялпылдашҡан йондоҙҙарға ла иғтибар итмәй бит әле, ихлас күңелдән малайҙы тыңлай. Теге шаталаҡтар, быны нисек тә булһа үҙенә йәлеп итергә теләгәндәй, үҙ-ара сырҡылдығын сыҡҡан ҡыҙ-сыпыр һымаҡ туҡтауһыҙ йымылдаша.
«Сырҡылдашығыҙ, йондоҙбикәләр, сырҡылдашығыҙ! Ай ағай барыбер минең менән һөйләшә... Әй, Ай ағай, беләһеңме, мин һине өләсәйемдең ҙур һауытта иреткән һары майына оҡшатам. Эйе, ысын, йомшаҡ ҡы­на, тәмле генә һары майға! Их, уның майы тәмле шул. Ә һин күктән өләсәйемде күрә­һеңме?! Бейек тораһың бит, мо­ғайын да, күрәһеңдер. Ул ни хәлдә?! Нисек йәшәп ята? Беҙҙе һа­ғыналыр, әйт, мин дә уны һа­ғын­дым… Һеңлеһен ҡарап, хәстәрләп кенә йөрөй, тип әйт. Тик Эльвираның дауаханала ятҡанын белдермә! Ҡайғырыр. Бөтәһе лә яҡшы, тиң. Борсолмаһын…» Малай хәбәрен һөйләй-һөйләй йоҡоға талғанын да һиҙмәй ҡалды...
Ун бер йәшлек Илдус менән һигеҙ йәшлек һеңлеһе Эльвираның балалар йортонда тәрбиәләнеүҙәренә ярты йылдан ашыу булып та бара. Улар ҙур ҡалала йәшәй ине. Әсәйҙәре заводта бухгалтер булып эшләне. Бер көндө һуңлап ҡына ҡайтты. Үҙен танырлыҡ та түгел. Илау­ҙан шешенеп бөткән, йөҙө ап-аҡ бул­ған, дерелдеген сығып, бер туҡтауһыҙ иланы. Шул төндө ул йоҡламай йөрөп сыҡты, дөрөҫөрәге, эргәләренән китмәне. Үҙе әйләнгән һайын: «Барыбер осона сығырҙар. Бер ҙә ғәйебем юҡ икәнлеген аңларҙар… Минең гонаһым юҡ…» – тип һөйләнде. Иртә менән уны эшкә килеп алып киттеләр. Шул көндө өйгә ҡайтманы. Кискә ауылдан өләсәйҙәре килде. «Үкһеҙ етем ҡалдығыҙ бит, балаҡайҙарым!» – тип илай-илай Илдус менән Эльвираны үҙенә алып ҡайтты. Һуңынан инде бер нәмә лә аңламаған балаларға әсәй­ҙәренең аварияға осрап үлгәнлеген әйттеләр.
Март ҡояшының сағыу нур­ҙары аҫтында ап-аҡ ҡар күҙҙең яуын алып, төрлө төҫкә инеп ялтырай. Ошо сихри матурлыҡҡа һоҡланып, онотолоп, ынйы, алтын-көмөш, гәлсәрҙәр араһына сумаһың. Их, ҡайһылай рәхәт! Әкиәттәге сихри донъя тигәндәре ошомо икән әллә? Күҙҙәрен йомоп, Илдус яҙғы көнгә күпме иркәләнеп торғандыр, шаулашҡан балалар тауышына һиҫкәнеп күҙҙәрен асты. Өлкән төркөмдән биш-алты бала, зыҡ ҡубып үҙ-ара нимәгәлер бәхәсләшә-бәхәсләшә, ҡайҙандыр ҡайтып килә. Араларында гел эренән сирттереп йөрөгән малай ҙа бар. Йәне һөймәй шуны. Гел танау өҫтөнән ҡарап, әллә кем булып маташа. Ҡуҡырайған әтәс кеүек ваҡ-ваҡ ҡына баҫып йөрөй, бер баҫаһы аҙымды, йәтеш кенә итеп килештереп, өс баҫалыр. Нисә ҡараһаң да, үҙенең кеҫәһенән ҡулы сыҡмай. Жирафтыҡы һымаҡ оҙон муйынын һуҙып, эйәген алға сығарып йөрөй. Танауы ла әллә ниндәй осло, хас та әкиәттәге Мәскәй әбейҙеке кеүек. Арыш башағындай һары шырт сәстәре маңлайына ар­ҡыс-торҡос йәйелеп ятҡан. Ялбыр ҡара ҡаштары бер ваҡытта ла яҙылыу белмәйҙер, нисә ҡараһаң да, бер урынға сөйөлөп йәмрәйгән була. Шул ҡаштар аҫтындағы уҫал күм-күк күҙҙәре тирә-яҡты һөҙөп ҡарап, төйлөгән кеүек иңләп-байҡап йөрөй. Ара-тирә теш араһынан сыртылдатып төкөрөп тә ала. Үҙенә күрә ҡушаматы ла бар. Бындағылар уны бәләкәйенән алып ҙурына тиклем «Босс» тип йөрөтә.
Илдус йыл да март айын һағынып көтөп ала. Ниңә, тиһегеҙме? Ыжғыр ҡыштарҙан һуң, йомартланған ҡояштың нурҙарына иркәләнеп, гөрләүектәр йүгергәнен күҙәтергә ярата. Ошо мәлде, яҙғы каникул ваҡытын, өләсә­һендә үткәрә ине. Ауылда саҡта тиңдәш күрше малайҙары менән кәрәкмәгән ҡағыҙҙарҙан, ағас ҡабыҡтарынан ваҡ-ваҡ кәмәләр ағыҙа торғайнылар. Уларҙы төрлө төҫтәргә буяп, семәрләп эшләп, алдан әҙерләп ҡуялар. Хатта һәр береһенең үҙенсә исеме лә була: «Аврора», «Чайка», «Акула». Араларында ҙур ғына итеп эшләнгән «Титаник» та бар. Бер-береһен ҡыуып, уҙышып аҡҡан кәмәләр артынан зыҡ ҡубып, ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгерәләр.
Бөтә донъяларын онотоп уйнап, көнө буйы урамдан инеүҙе белмәйҙәр. Тағы ла ошо ваҡытта Илдустың тыуған көнө лә.
Ҡапыл уның уйҙарын бүлеп, тәрбиәсенең әсе итеп серелдәгән тауышы ишетелде:
– Киске аш! Ашарға! Киске аш!
Малай тиҙ генә урынынан тороп, балалар йорто яғына ҡарай йүгерҙе. Мыштанлап йөрөһәң, ашауҙан да тороп ҡалыуың бар. Тәрбиәселәр ваҡытында ҡайтмай, ситтә оҙаҡ йөрөгәндәрҙе аштан ҡалдырып йә берәй ризыҡты еткерә һалмай, «язаһын» биреп тә ала. «Онотмағыҙ! Өйөгөҙҙә түгелһегеҙ, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты!» – тип иҫкәртеп кенә торалар.
Ашханаға килеп ингәндә күптәр ашарға ултырғайны инде. Илдус урталағы буш урынға барырға иткәйне лә, Серёжа:
– Занято! – тип ыҫылданы. Ҡарышмайынса ғына ҡалаҡ, тәрилкәһен алды ла, ахыры, өҫтәлдең арғы осонан урынлашты. Аш ашап бөткәс, тәрбиәсе апай­ҙары дежурныйҙарға сәйгә пирожки, тағы өҫтәп алма таратырға ҡушты. Илдустың алдына ҙур ғына тәмлекәс килеп ятты. Шул саҡ йәнә Серёжа урынынан ҡал­ҡына биреп, һонолоп уның алмаһын алып, үҙенең бәләкәйенә алмаштырып та ҡуйҙы. Илдус быға артыҡ иғтибар ҙа итмәне, сөнки «Эт менән эт булма», тигән әйтемде яҡшы белә.
Серёжаның да ҡушаматы бар – «Блатной» тип йөрөтәләр. Ул да, Бостан ҡала, бында әйтеүҙәренсә, «шишка» тота. Кәүҙәгә ябыҡ, һонтор, ә үҙе эре булып ҡылана.
Илдус тиҙ-тиҙ генә сәйен һемереп эсте лә алма менән пирожкиһын өҫтәлдән һәрмәй һалып алып, устарына йомоп, йоҡо бүлмәһенә ашыҡты. Алма бәләкәй генә булһа ла, ҡып-ҡыҙыл, ә еҫе һуң? Малайҙың ашағыһы килеп, ауыҙ-һыуҙары аҡты. Тәмлекәйҙе ҡат-ҡат еҫкәп, әйләндереп ҡарап тотоп ултырғас, алдына һалды ла бесәй етеҙлеге менән тумбочкаһының иң төбөнән, кейемдәр аҫтынан тоҡсай килтереп сығарҙы. Шунда уҡ унда алмаһы, артынса пирожкийы ла инеп ятты. Башҡалар күрмәҫ элек, тип тоҡсайын кире тығып, йәшереп ҡуйҙы. «Иртәгә Эльвира янына барып хәлен белергә кәрәк, һағынып та киткәндер», – тип уйлап урынынан тор­ҙо.
Һуңғы дәрестең бөтөүен белгертеп яңғыраған ҡың­ғырау­ҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алды малай. Тиҙерәк ҡайтырға ла һеңлеһе эргәһенә юлланырға.
Ҡайтып, тумбочкаһын асып тоҡсайын һөйрәп сығарайым, тиһә – ул юҡ! Тоҡсайҙан елдәр иҫкән! Башын күтәреп ҡараны. Бүлмәнең теге осонда Блатной, ауыҙын ҡыйшайтып көлөп, алма ашап ултыра.
– Алмаларҙы һин алдыңмы?! Уларҙы мин һеңлемә тип йый­ғайным! – тип йоҙроҡтарын төйнәп Илдус Серёжаға барып йәбеште.
Ҡапыл бындай һөжүмде көтмәгән теге һонтор аптырап ҡалды. Һуңынан бар көсөнә бер ҡулы менән генә уны ныҡ итеп этеп ебәрҙе. Илдус һөрлөгөп, әллә ҡайҙа барып төштө. Ырғып торҙо ла илай-илай:
– Һин, мәсекәй, беләһеңме, Эльвираның алмаларын ашаған­һың! – тип йоҙроҡтарын төйнәп тағы ла барып йәбеште. Был юлы ике ҡуллап тегенең күлдәгенең иҙеүенән бөрөп тотоп алды. Иҙәнгә ҡолап, тәгәрәшеп китеп, йәнтәслим көрмәкләшә башланылар. Өс йәшкә үҙенән өлкән Блатной менән уның көсө бер түгел ине шул. Теге ҡыпһыуырҙай ҡаты тарамыш ҡулы менән малайҙы иҙәнгә ҡуша ҡыҫып, өҫтөнә менеп ултырып дөмбәҫләй башланы. Илдус та бирешмәне. Шул саҡ Босс ҡайтып инде. Концерт ҡараған кеүек, өйөлөшөп торған балалар уға тиҙ генә хәлде аңлатып та бирҙе.
– А ну встать! – тип Блатной­ҙың елкәһенән тартып торғоҙҙо ла ыңғайынса артына тибеп тә ебәрҙе. – Бегом в магазин, за яблоками! На свои карманные деньги покупай, понял!
Блатной шунда уҡ эре аҙымдар менән йүгерә-атлай күҙҙән юғалды. Бер ситтә һаман да мыш­ҡылдап торған Илдусҡа яҡын уҡ килеп:
– Ә һин бер ваҡытта ла илама, ныҡ бул! Былай ебеп төшһәң, аҙаҡ үҙеңә ауыр булыр. Һиңә берҙе һуҡһалар, үҙең икене һуҡ, йоҙроҡҡа – йоҙроҡ, белдең! Бында яҙылмаған закон шундай! – тине.
Илдус йәшле күҙен ҡул һырты менән һөртә-һөртә, аңланым, тигәнде белдереп башын һелкеп йылмайып тегегә ҡараны. Хәҙер инде уның алдында ҡур­ҡыныс, яһил Босс түгел, күңелгә яҡын үҙ кеше баҫып тора ине. Тағы ла был Босс тигәндәре уға әлеге һүҙҙәрҙе саф башҡорт телендә әйтте бит, тимәк, ул – баш­ҡорт?!. Малайға рәхәт булып китте.
Оҙаҡ та үтмәне, Блатной алмалар тотоп килеп тә инде.
– Мә, минән һеңлеңә шоколад. Тиҙерәк йүнәлһен! – тип кеҫәһенән тәмлекәс тә сығарып бир­ҙе.
Дауаханаға инеп, һеңлеһен саҡыртып та өлгөрмәне, Эльвира үҙе йүгереп сығып ағаһының муйынына һырылды.
– Уй, ағай, ҡайһылай оҙаҡ килмәнең? Һағындым даһа! – тип ҡапыл илап ебәрҙе.
Илдус тәҙрәнән күреп, йүгереп сыҡҡан һеңлеһен нисек итеп йыуатырға белмәне. Көндәр буйы тыштан күҙен алмай көткәнен аңлап, йәлләп күҙенә йәштәр төйөлдө. Эйе, тәрбиәселәрҙән ҡаса-боҫа үҙ йүнен үҙе хәстәрләп килгәнен ҡайһылайтып аңлат­һын да бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ғына ятҡан район үҙәгенә мең бәлә менән килеп еткәнен нисек һөйләһен инде. Балалар йорто менән мәктәп биләмәһе араһынан ары сығыр­ға уларға рөхсәт итмәйҙәр бит.
Ҡулындағы әйберен туғанына һуҙҙы. Тегеһе ҡыуанып, үрле-ҡырлы һикерҙе лә ултырып төргәкте ҡарай башланы.
– Уй, алмала-а-ар! Ҡып-ҡыҙылдар, ҡайһылай матурҙар!
Һеңлеһе әле береһен, әле икенсеһен ҡулына алып һоҡланып ултырҙы ла моңайып ҡына:
– Беләһеңме, башҡалар бында әсәйҙәре менән бергә ята йәки яндарына көн дә килеп йөрөй­ҙәр. Уларға рәхәт, күңелле! – тип илап ебәрҙе. – Мин дә өләсәйемде һағындым. Уны күргем килә, ҡайтайыҡ, балалар йортона түгел, ә өләсәйгә-ә-ә ҡайт­ҡым килә-ә-ә!
Малайҙың да күңеле йомшарып китте, ләкин ул һиҙҙермәне. Бая ғына бит Босс иламаҫҡа, ныҡ булырға өйрәтте. Ул Эльвираның иғтибарын башҡа нимәгә йүнәлтеү өсөн балалар йорто тураһында һөйләргә тотондо. Ләкин бушҡа ғына: төрлөһөн һөйләп, һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа борорға маташһа ла, бер ни ҙә килтереп сығара алманы. Дәрестәр ҙә Эльвираны ҡы­ҙыҡһындырманы. Ҡыҙ теленән төшөрмәй өләсә­һен генә һөйләне.
Илдус дауахананан ауыр уйҙар менән ҡайтты. Һеңлеһе өләсәһен ныҡ һағына. Һауыға алмай сирләүенең дә сәбәбе, моғайын, яҡын ке­шеһен юҡһыныуынандыр. Ысынлап та, шулайҙыр. Әгәр ҙә былай дауам итһә, һеңлеһе тамам ауырыуға һабышасаҡ бит. Быны кемгә һөйләргә, кемдән ярҙам һорар­ға? Аңлар­ҙармы һуң? Тәрбиәселәргә һөйләгән хәлдә лә, улар­ҙың ни әйтерен белә: «Һеҙ генәме әллә бында!» – тип яуап бирерҙәре көн кеүек асыҡ. Һуңынан уларҙы өләсәләренә алып барып, күр­һәтеп йөрөмәҫтәре лә билдәле. Ә һеңлеһе сирләй… Их, өләсәһен үҙе лә бик һағынған да бит. Ҡалай итһен? Үҙенең дә күҙ алдынан уның яғымлы йылмайыуы, алға эйелә биреп, яй ғына атлап йөрөгән һыны китмәй. Етмеш биш йәшлек өләсәләре бер­ҙән-бер ҡыҙын, улар­ҙың әсәләрен юғалт­ҡас: «Балаҡайҙарым, ярай, һеҙ бар, бынау хәтлем ҡайғыны күтәрә алмай күптән үлгән булыр инем. Минең йыуанысым да, ҡыуанысым да һеҙ. Шуның өсөн генә йәшәйем бит», – тип, әйләнгән һайын арҡаларынан дөпөлдәтеп һөйә-һөйә, ҡосаҡлап, иркәләй ине.
Бер аҙнанан ваҡ-төйәккә тотонорға аҡса биреү ваҡыты ла етеп килә. Әллә һеңлеһен алып үҙҙәренең яғына һыҙырға микән? Барыуға шул аҡса етеүгә етә лә ул. Кире килеүгә күҙ күрелер. Бының өсөн тәүҙә дәрестәрҙән һуң төшкө ашта булып, тәрбиәселәргә күренергә кәрәк. Юғиһә, мәктәптән тура китһәң, шунда уҡ һиҙерҙәр, сөнки уҡытыусылар дәрестә юҡлығының сәбәбен белер өсөн балалар йортона шылтыратыр. Унан эштең ниҙә икәнен һиҙеп ҡалған тәрбиәселәр шунда уҡ эҙләргә сығыр. Һуңынан – бөттө баш. Моратыңа ирешмәйенсә, шелтә артынан шелтә, ул ғына ла түгел, ҡара исемлеккә лә индереп ҡуйырҙар... Дауахананан тура ауылға ҡасырға! Был – иң ҡулайы. Эйе, бер нәмәгә лә ҡарамай, тәүәккәлләп Эльвираға өләсәйҙе күрһәтеп алып килергә кәрәк. Юғиһә, бөтөнләй ауырыу­ға һабышыуы бар. Алдан барып уны иҫкәртергә лә ауылға һыпыртырға. Аңлатып, йыйындырып алып сығып киткәнсе байтаҡ ваҡыт үтәсәк, ә уларға бит һәр минуты ҡәҙерле буласаҡ.
Планлаштырылып көтөлгән көн дә етте. Дәрестән һуң төшкө ашты ашағас та, Илдус үҙен күр­һендәр, тип тәрбиәселәр эргәһендә ураланды ла балалар йортонан сығып тай­ҙы. Шунда уҡ бер нәмәгә ҡарамай, йән-фарман Эльвира янына ашыҡты. Ул әҙерләнеп көтөргә тейеш.
Дауахана эргәһенә етеп тә өлгөрмәне, Эльвира йүгереп килеп сыҡты. Һөйләшеү буйынса, тәҙрә аша ҡарап көтөп торған, күренеү менән бәҙрәфкә барған булып, уңайын килтереп ҡасҡан.
Илдус һеңлеһен етәкләй һалды ла ҡаса-боҫа дауахананан алыҫлаштылар. Хәҙер уларға нисек тә булһа тиҙ арала кәрәкле маршрут автобусы менән үҙҙәренең яғына барған оло юлға сығырға кәрәк. Ә аҙаҡ өләсәһенә лә күп ҡалмай.
Автобус кәрәкле туҡталышҡа «һә» тигәнсе алып килеп тә төшөрҙө. Тамам үҙҙәрен иректә икәнлектәрен тойғас, үрле-ҡырлы һикерҙе Илдус менән Эльвира. Күп тә үтмәне, эргәләренә ауылдары яғына барған еңел автомобиль дә килеп туҡтаны.
Машинаны йөрөткән ағай балаларға аптыраулы ҡарап:
– Һеҙ ҡайҙа бараһығыҙ? – тип һорағас, кемуҙарҙан ауылдарының исемдәрен әйтеп, ултырып та алдылар.
– Кем һеҙҙе былай бер үҙегеҙҙе юлға сығарҙы? Нимә эшләп йөрөп ятаһығыҙ?
Илдус бындай һорауҙар булырын тоҫмаллап, алдан яуаптарын да әҙерләп ҡуйғайны.
– Беҙ интернаттан ҡайтып барабыҙ, гел шулай йөрөйбөҙ ул, – тип ағайҙың күңелен тыныс­ландырып та ҡуйҙы. Ҡыуаныс­тарынан ҡояш һымаҡ балҡыған балаларға ҡарап, шулай ҙа шикләнеп ҡуйҙы шофёр.
Тиҙ арала ауылдарына барып та еттеләр. Машинанан төшөү менән шатлыҡтарынан һикерә-һикерә, етәкләшеп өләсәләренең өйөнә ҡарай йүгерҙеләр.
Илдус менән Эльвира шығырлап асылған ҡапҡаны үтеп, берәйһе юлдарын быуып ҡуймаһын, тигәндәй, ашығып кәртәгә атлығып инделәр ҙә уларҙы күреп тәнтерәкләй-тәнтерәкләй таяҡҡа таянып, ҡаршы сыҡҡан өләсәләренең ҡосағына ташландылар.
– Балаҡайҙарым минең! Бәпкәләрем! Тәҙрәгә ҡарап, күҙҙәремде алмай көттөм бит һеҙҙе!.. – тип өләсәһе, субырҙап түгелгән йәштәренә күмелеп, балаларын ҡосаҡланы.
Ә уларға яҡын кешеләренең ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлап, арҡаларынан тупылдатып һөйә-һөйә яратыуынан, йылы һүҙенән, наҙынан башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй ине был мәлдә.
 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: