+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Июль 2022, 20:00

Тәүге Умырзая

...Һуңлап ҡына сыҡты Рузилә кейәүгә. «Ултырған ҡыҙ - урынын табыр», тиҙәр түгелме? Эйе, шәп егетте осратты ул! Мөхәббәт ҡыҙға көтмәгәндә, йәшен кеүек килде. Күңел күгендә ут сатҡылары ҡабынды ла бөтә тормошон яҡтыртып ебәрҙе: ул ерҙән түгел, күктән йөрөнө, алдағы тормошо ла әкиәттәй тойолдо! 

Тәүге Умырзая
Тәүге Умырзая
Ул ғашиҡ, уны яраталар! Ниндәй егетте осратты бит әле – төҫкә сибәр, телгә оҫта, етмәһә - бейеүсе! Даяндың бөркөттәй осоп сәхнәгә сығыуы, бар халыҡты таң ҡалдырып бейеүе Рузиләнең йөрәген елкендерҙе!
Туйҙан һуң йәштәр район үҙәгендә фатир алып йәшәй башланы. Рузилә - уҡытыусы, Даян - мәҙәниәт йортонда бейеү түңәрәге алып бара, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Мәктәптә эш бөтәһе түгел, башланғыс кластарҙа уҡытыу етди эш талап итте Рузиләнән. Ата-әсәләр һорауы буйынса уҡыуҙан һуң өҫтәмә дәрестәр ҙә алып барҙы. Кистәрен Даян янына мәҙәниәт йортона килеп һөйгәненең эшенә һоҡланды.
Ысынлап та, тормоштары әкиәттәй шул: бергәләп мәҙәни сараларға йөрөү, дуҫ-иштәр менән аралашыу.
- Оҙаҡламай концерттар менән күрше райондарға сығып китәбеҙ, - тине Даян. - Ҡыйын булһа ла яңғыҙыңа йәшәргә тура килер.
- Ярай, борсолма. Мин бит яңғыҙ түгел, - тине ҡатыны йылмайып.
- Үҙеңде һаҡла, - тип ҡайғыртты Даян. Ҡатыны ауырға ҡалғас, атай булыу хыялы уны тағы ла ҡанатландырып ебәрҙе, бәй, шулай булмайса - инде күптән утыҙҙы уҙған ир-ат та баһа!
Рузилә һағынып ирен көттө, телефон шылтыраған һайын йөрәге елкенде, хәҙер ҡайтып етәм, тигән тауышын ишетеренә өмөтләнде. Тик...
- Иртәгә ҡайтып булмай әле, бәлки берәй аҙнаға тағы ҡалырбыҙ, - тигәс йөрәге һыҙланы.
- Һағындым, арыным, - тип үҙен йәлләтмәксе булғайны ла...
- Әртискә кейәүгә сыҡҡаныңды белдең бит, өйҙә ятып аҡса табып булмай, - тигән һүҙҙәрҙән һуң үҙен-үҙе битәрләне.
«Йә, нимә һөйләп иремдең башын ҡатырам бит, ипотекаға түләргә аҡса кәрәк, машина ла алдылар, бына балаһы тыуырға тора...»
Рузилә баш баҫып эшләп йөрөүен дауам итте. Күңелһеҙ көндәр бер-береһен алмаштырҙы, кистәрен моңло итеп йырлап та алды. Тауышы сылтырап аҡҡан шишмә кеүек бит уның. Мәктәптә лә, институтта уҡыған йылдарҙа ла сәхнәлә сығыштар яһай торғайны. Айырыуса «Тапшырылмаған хаттар» спектаклендәге Айһылыу йырын йырлағанда, барса халыҡ тын ҡалып тыңлай ҙа, алҡыштарға күмә ине...
«Айҙың көмөш нуры ергә һибелгәндә,
Сәстәреңдән һыйпап елдәр иҫкәндә,
Хистәр таша микән
йәндәй күргән йәрең
Тәүге умырзая бүләк иткәндә».
Ошоларҙы иҫенә төшөрөп көлөп ебәрҙе. Эй, йәш саҡ, тиле саҡ!
Ул фотоальбомын алып фотолар ҡараштырҙы, бына атаһы, әсәһе уртаһында иркәләнеп кенә ултырған сағы, бына студент йылдарында сәхнәлә сығыш яһай, ә быныһы... күршелә генә бергә уйнап үҫкән Ғәзиз менән төшкән баласаҡ фотоһы. Рузиләнең уйҙарын телефон тауышы бүлде:
- Мәҙәниәт йортона килеп әйләнегеҙ әле, - тине таныш булмаған ҡатын.
Рузилә ниҙер һиҙенде, ҡабаланып кейенеп урамға сыҡты. Көҙгө ямғырҙың һалҡын тамсылары битен семетте, әсе ел йоҡа пальтоһы аша үтеп тәнен өшөттө.
Мәҙәниәт йортона ингәс, ары-бире йөрөштөргән бер-нисә кеше күҙенә салынды Рузиләнең. Ул Даяндың бүлмәһенә ашыҡты, осраған кешеләр уға сәйер ҡараш ташлаған төҫлө.
Ишек асыҡ булып сыҡты. Рузилә килеп ингәс ҡапыл бер ни аңламай ҡатып тора бирҙе. Уның алдында бер диван булып һуҙылып иҫерек Даяны ята! Аһ-аһ, ауыҙына бер йотом ҡапмай ине лә баһа ире!
- Даян, тор, нимә булды һиңә? - тине Рузилә ни ҡылырға белмәй. – Ҡасан ҡайттығыҙ?
Йәнһеҙ булып ятҡан ирен уята алмағас, коридорға сыҡты. Бер ни ҡылып булмай инде, әҙерәк айнығас үҙе ҡайтыр әле, тип уйланы ҡатын.
- Ирегеҙҙе нишләп күҙ уңынан ысҡындыраһығыҙ? Уларҙы һәр ваҡыт контролдә тоторға кәрәк, юҡһа...- тигән тауышҡа һиҫкәнде Рузилә.
- Юҡһа... нимә?- тине ул ағарған йөҙөнә йылмайыу сығарырға тырышып.
- Күреп тораһығыҙ бит, гастролдән ҡайтыуына бер аҙна самаһы ваҡыт үтте, ә ул һөйәркә ҡуйынынан һаман сыға алмай, - тине сибәр ханым зәһәр йылмайып.
- Бының булыуы мөмкин түгел, ул иҫерек!
- Бәлки мөхәббәттән иҫереп аяҡтан йығылғандыр! - тип мыҫҡылланы теге ҡатын.
Таныш булмаған ханымдың һүҙҙәренән Рузилә йығылып китә яҙҙы. Ул бер ни күрмәй тышҡа атылды.
Өйөнә ҡайтҡас та ни ҡылырға белмәй йөҙәне, берсә шифоньерҙан кейемдәрен алып сумаҙанға тултырҙы, берсә телефонына йәбешеп Даянға шылтыратырға итте.
Эй, йүләр, мөхәббәт тигән булды, Даяндың «яратам» тигәненә ышанды!
Бына һиңә мә! Матур һүҙҙәр һөйләп, алтын тауҙар вәғәҙә иткән һөйгәненең йәмһеҙ ҡылығы Рузи-ләнең бөтә хистәрен, алдағыға өмөттәрен селпәрәмә килтерҙе.
-Әсәй, мин өйгә ҡайтам, кейә-үеңдән айырылам,- тине ул.
Сумаҙанына арлы-бирле кейемдәрен тултырып ҡайтыр юлға сыҡты. Маршрут автобусына тип туҡталышҡа килһә - аптырап китте: баяғы ҡатын баҫып тора .
- Һеңлем, ғәфү итегеҙ ҡаты һүҙҙәрем өсөн, - тине ул итәғәтле генә. – Мин Даяндың беренсе ҡатыны, хәйер, бәлки беренсеһе лә булмағанмындыр. Һеҙҙе мәҙәниәт йортонда күргеләй торғайным, һеҙгә тиң түгел ул ир йораты! Мине сәскә кеүек сағымда албыратып үҙенә ҡаратты ла, өйләнешкәс бына әлеге кеүек ҡылана башланы: бөтмәҫ командировкалар, эске мәжлестәре, банкеттар...
Ҡатындың Даян хаҡындағы һәр әйткән һүҙе уның күңеленә уҡ кеүек ҡаҙалды.
- Ҡайтып китеп дөрөҫ эшләйһегеҙ! Башҡаса, ниндәй һүҙҙәр генә әйтеп ғәфү үтенһә лә, ышанмағыҙ!
Шул ваҡыт автобус килеп туҡтаны. Рузиләнең яңы танышы ултырып китеп тә барҙы. Ҡыҙ ҡатындың һүҙҙәренә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне . Өйләнеүе хаҡында бер ни ҙә өндәшкәне булманы ла баһа! Тимәк, еңел-елпе йөрөп, ҡатын-ҡыҙ алдында бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ тоймай йәшәп өйрәнгән буш ҡыуыҡ булған икән дәһә уның ире! Ә ул...
Әсәһенә ҡайтып барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе.
-Ярай балам, ҡайғырма, барыһы ла яҡшы булыр,- тине әсәһе, эстән көйһә лә.
Эх, әйткәнде тыңламаны шул ҡыҙы. Уңған, аҡыллы, эшһөйәр, уны ғына яратам, тине. «Беҙгә төҫ түгел, тәүҙә кем икәнен яҡшыраҡ бел әле», - тигәйне лә, тыңламаны. «Борон нәҫел-нәсәбен тикшереп, ырыу-быуынын белеп йәрәштергәндәр», тигәс бөтөнләй үпкәләне.
...Күңел яралары, ҡаҡшаған нервылар үҙенекен итте: Рузилә тыуырға ла өлгөрмәгән балаһын юғалтты. Йән өшөткөс хәлдән һуң һаулығы ла китте. Бер-нисә тапҡыр дауаханала ятып сыҡты.
- Һеҙ әле йәш, балағыҙ ҙа булыр, һаулығығыҙҙы нығытырға кәрәк, - тине табип.
Бер көн район үҙәгендәге йортонда ҡалған кейем-һалымын барып алырға йыйынды Рузилә.
- Ҡыҙым, яңғыҙыңды ебәрмәйем, хәлең дә самалы, - тине атаһы.
Элекке йәшәгән фатирына килеп ингәс, ҡасандыр бәхетле булған саҡтарын иҫенә төшөрҙө. Өйҙә Даян йәшәй ахырыһы, тегендә-бында кейемдәре ята, аш-һыу бүлмәһендә йыуылмаған һауыт-һаба ултыра. Рузилә әйберҙәрен йыйнап бөтөп кенә тора ине, ишек асылып китте. Унан бәхетле йылмайып Даян һәм сит ҡатын күренде. Ул Рузиләнең аптыраған йөҙөн күрмәмешкә һалышып бүлмәгә үтте. Даян ғына ни әйтергә белмәй:
- Миңә асыуланаһыңмы?- тине.
Шул ваҡыт Рузилә үҙенең саманан тыш бер ҡатлы, хәйләһеҙ булыуына хайран ҡалды. Машинаға ултырғас ҡына иҫенә килде. Телефон аша Даян бер-нисә тапҡыр шылтыратып ғәфү үтенеп ҡарағайны ла, Рузиләнең кире ҡайтаһы килмәне. Беренсе ҡатынының әйткән һүҙҙәре уға ныҡ тәьҫир итте, күңеленә төҙәлмәҫ яра һалды.
- Эй, ҡыҙым, беҙҙең нәҫел намыҫлы, зыялы, кеше хаҡына кермәй торған, хәләлдән яралған. Шуның өсөн алдаҡсы, эскесе Даянды уйлап ғүмереңде заяға уҙғарма! Үҙеңә яҙғаны табылыр әле, - тине атаһы. - Тәүҙән уҡ хәтереңде ҡалдырғас - һуңынан да шул булыр. Бер йүнһеҙ өсөн ҡыҙ үҫтермәнек.
Рузиләнең тормошо әкренләп яйланды, ул кисергән ваҡиғалар төш кеүек кенә булып ҡалды.
Дауалаусы табипҡа барып әйләнергә булды.
- Бик ваҡытлы килгәнһегеҙ, шифаханаға ебәрәбеҙ, юллама менән, - тине табип. – Хәлегеҙ һәйбәт, тағы ла нығынып ҡайтырһығыҙ.
Шифаханаға килеп урынлашҡас, дауалау процедуралары тәғәйенләргә тип табипҡа барырға ҡуштылар. Кабинетҡа килеп ингәс Рузилә таныш йөҙҙө күреп аптырап китте.
-Ғәзиз?
-Рузилә?
Улар ҡосаҡлашып күрештеләр.
-Мин һинең табип икәнеңде белә инем, тик бер генә лә шифаханала эшләйһеңдер, тип уйламағайным,- тине Рузилә тулҡынланып.
- Бында күсеүемә бер йыл ғына әле!- тине Ғәзиз. – Үҙең ни хәлдә?
-Бына ял итергә килдем.
-Бик һәйбәт!- тине Ғәзиз.
Рузилә бүлмәһенә ҡайтҡас балалыҡ дуҫы менән осрашыу шатлығын тағы ла бер ҡат хәтеренән үткәрҙе. Ысын ирҙәрсә мыҡтыланып, ҡалынайып киткән Ғәзиз. Әле лә хәтерендә, унынсыла уҡыған сағында март айында Ғәзиз менән туғайға барғайнылар. Ҡар йомшарып батҡылланған мәл, ара-тирә асыҡ урындарҙа йәшел үлән баштары күренә.
-Ана, күрәһеңме, умырзая сәскә атҡан! Хәҙер мин уларҙы һиңә алып киләм!- тине лә Ғәзиз шул яҡҡа ыңғайланы. Сәскәләр янына етергә бер-нисә аҙым ҡалғас, ҡапыл аяғы батып китте лә билдән һыу эсендә ҡалды.
Манма һыу кейемдәре, ҡайһы арала сыҡҡан һалҡын елдән, ауылға ҡайтҡансы туңып ҡатты. Иртәгәһен Ғәзизде дауаханаға алып киттеләр, үпкәһенә һалҡын тейҙергән егет оҙаҡ ҡына ятып ҡайтты.
-Мин мотлаҡ табип буласаҡмын, үҙемде дауалаған ағай кеүек,- тине ул.
Медицина институтына имтихандарҙы уңышлы тапшырып ҡайтҡас:
-Шул тәүге умырзаялар миңә һөнәр һайларға ярҙам итте лә инде,- тип көлдө.
Студент йылдарында ла ҡыҙ янына килеп йөрөнө, тик Рузилә Ғәзиздә аҡыллы, төплө егетте түгел, ә балалыҡ дуҫын ғына күрҙе.
Шифахана дауаһы килеште Рузиләгә, унан да бигерәк көн һайын Ғәзиз менән осрашып һөйләшеүҙәр, кистәрен осрашып балалыҡ хәтирәләренә бирелеп улты-рыуҙар йәнен дауаланы.
Шул хәтлем дә итәғәтле, иғти-барлы, аҡыллы икән дәһә уның дуҫы. Йөҙөнән нур бөркөлә, ҡулдарынан шифа. Дауаланыусылар , айырыуса ололар Ғәзизде гел маҡтап, рәхмәт әйтеп кенә торалар.
Дауалау курстары бөтөүгә яҡынлашты. Иртәгә Рузиләгә ҡайтыр юлға сығырға. Ул саф һауа һуларға тип урамға сыҡты. Март ҡояшының йылыһынан ҡыйыҡтан тамсылар тама, турғайҙар күңелле сутырлаша. Ғәзиз менән хушлашып киләйем, тип уның кабинетына юлланды.
-Әйҙүк, Рузилә! Хәлдәрең нисек?- тине егет ихлас итеп.
-Бына хушлашырға килдем, иртәгә ҡайтып китәм.
-Мин һине оҙата килермен.
-Ярай.
Иртәгәһен иртүк автобус туҡталышына атланы Рузилә. Ғәзиз юҡ та юҡ.
-Рузилә!
Ҡыҙ тауыш килгән яҡҡа боролоп ҡараһа Ғәзиз баҫып тора, ә ҡулында тәүге умырзаялар бәйләме...
-Рузилә, былар һиңә,- тип егет сәскәләрҙе ҡыҙға һондо. – Киләһе аҙнаға ауылға ҡайтам, күрешербеҙ әле.
-Мин көтөрмен,- тине ҡыҙ Ғәзиздең күҙҙәренә ҡарап.
 
Фото: supersnimki.ru
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: