Донъяла ундайҙар байтаҡ икән. Ғалимдар уның кеүек «уңмағандар» тураһында хатта айырым хеҙмәттәр ҙә яҙған. Гәзиттән уҡығаны бар. Уларҙы һәр аҙымдарында бәлә-ҡазалар көтөп кенә тора. Ундайҙарға автомобиль йөрөтөргә лә ҡушылмай. Төрлө мөғжизәләргә юлығалар ҙа ҡуялар икән.
Нәҡ Вәхит кеүек инде. Бәхете, ярай әле, кеҫәһе һай. Ул да, еңел машина һатып алһа, әллә нимәләргә тарығып бөтөр ине. Был йәһәттән ул ныҡ уңды. Ә бына башҡаларынан…
Әйтәйек, ярты сәғәткә эшкә һуңланы, ти. Быны бөтәһе күрә, бөтәһе белә. Ә инде уның өҫтәленә арҡаһын терәп ултырған йәш лаборант, әтәс күҙ Зөфәрҙе берәү ҙә күрмәй, берәү ҙә һүҙ әйтмәй. Ул бит көн дә әллә күпмегә һуңлап килә. Арлы-бирле һәлпәңләп йөрөй ҙә, ҡыштыр-мыштыр ҡағыҙҙарын йыйыштыра ла, эш бөтөр-бөтмәҫтән сығып та һыҙа.
Дөрөҫ, хужалар уға тәүҙәрәк әйткеләп ҡарамаҡсы инеләр ҙә, тик һуңынан ниңә ауыҙ асҡандарына үкенеп бөтә алманылар. Тегеләрҙең үҙҙәрен шундай туҙҙырҙы, нисек мебель, машина алыуҙарын иҫтәренә төшөрөп, шундай итеп тетмәләрен тетте, инер тишек тапмай бер булдылар. Бер туған ағаһы ҙур хужа булып ултырғанда шул хөрәсәндәрҙән нишләп үҙ адресына һүҙ әйттереп торһон!
Йәки бына Рәмзиәне алайыҡ. Ҡыҙарып бешкән помидорҙай алһыу йөҙөнә, зәңгәр шарҙай түңәрәк күҙҙәренә хәсрәт-һағыш шәүләләре сығарып, әле мискәләй билен, әле тултырылған тоҡтай күкрәген тотоп, ай ҙа уй килеп, туҡтауһыҙ шыңшып йөрөй ҙә ята. Ниндәй генә ауырыуҙары юҡ уның! Больничныйһыҙ бер ай эшләмәй. Тештәрен яматырға, ҡуйҙырырға тип кенә йөҙ тапҡыр барғандыр. Ауыҙында утыҙ түгел, моғайын, утыҙ мең тештер уның! Шулай инде, ирең Минздравта ҙур ғына түрә урынын биләгәндә ғүмер буйы рәхәтләнеп «ауырырға» мөмкин. Теләһә ҡайһы поликлиниканан бюллетень йолҡа. Ә эшен ана шул Вәхит кеүектәр һөйрәй инде. Ни хәл итәһең, юғарыла йөнтәҫ ҡуллы ағайҙарың булмағас, түҙергә ҡала.
Өлкән лаборант Радик тураһында Вәхиттең һөйләү түгел, уйлағыһы ла килмәй ҙә бит, тик әйтмәй ҙә булмай. Хәйер, ул эштә күренгәне лә юҡ тиерлек. Лаборатория директорының берҙән-бер малайы булып, нишләп инде ул бындағы тынсыу һауаны еҫкәп ултырһын. Туғыҙлы «Жигули» менән йә Өфө буйлап елдерә, йә берәй ҙур ҡалала «үтә мөһим эштәр» менән командировкала йөрөй.
Ю-уҡ, Вәхит тә әҙәм балаһы, уға ла берәй нәмә уйлап табырға кәрәк.
Хоҙай бар икән ул! Көтмәгәндә уның баш осонда ла ҡояш сыҡты. Бер көндө гәзиткә баҡһа, күрә: Вәхиткә бик ныҡ таныш булған Әкрәм Әғләмовты «Берҙәм Ватан» фирҡәһенең урындағы бүлексәһенә башлыҡ итеп һайлағандар.
– Булды! – тип ҡысҡырҙы Вәхит, гәзит битенә шапылдата һуғып.
– Нимә булды? – тип аҡайҙы әтәс күҙ Зөфәр.
– Нимә, нимә, минең ағайҙы үрләткәндәр.
Зөфәр гәзиткә төкәлде.
– Ул һинең ағаймы ни?! – тине, аптырауын бөтә ҡиәфәтендә сағылдырып. – Ә ниңә фамилияларығыҙ, атайығыҙ башҡа?
– Ике туған ағайым, – тине Вәхит. – Ул миңә бер туған ағайымдан да яҡыныраҡ. Бергә уйнап үҫтек. Ну, уҡырға әүәҫ ине лә инде! Ундағы белем, аҡыл! Ул әле мәмләкәттең иң ҙур хужаһы буласаҡ! Хәҙер үк барып ҡотларға кәрәк!
Вәхит директор бүлмәһенә йүнәлде.
Тиҙҙән Әкрәм Әғләмовтың лаборант Вәхит менән туғанлыҡтары хаҡында бөтәһе лә белә ине инде.
Ошо көндән Вәхиттең тормошо үҙгәрҙе лә китте. Йыш ҡына кәңәшләшә, серләшә башланылар. Ике ай ҙа үтмәне, өлкән лаборант булып китте. Эш хаҡы ла ярайһы ғына күтәрелде. Хәҙер ул ярты сәғәт түгел, өс сәғәткә эшкә һуңлаһа ла күреүсе юҡ. Һай, туған-ырыуыңдың түрә булыуы күктән төшкән бәхет икән дә ул!
Бына-бына Вәхит еңел машина алырға йыйына. Тиҙерәк эшләргә кәрәк. Йә, сер сиселеп, мәсьәлә асыҡланып ҡуйыуы бар.
Моғайын, ғалимдар юғарыла күҙ-ҡолаҡ булырлыҡ туғандары булмаған әҙәмдәр хаҡында яҙғандарҙыр. Әлбиттә, бәлә-ҡазаларға иң башта улар тарыға.
Дуҫ-туғаның түрә булһа, быныһы, ысынлап та, бөтмәҫ бәхет, затлы мөғжизә икән ул. Ошо хаҡта уйлау ғына ла үҙе бер татлы ләззәт!
Фото: www.drive2.ru