-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Июль 2022, 16:30

Тирмәнсе мөхәббәте

йәки муйындан ҡосаҡламаусы ҡапсыҡ... (Хикәйә)

Тирмәнсе мөхәббәте
Тирмәнсе мөхәббәте

Хәбрәй тирмәнсе һөнә­рен бала сағынан уҡ яҡшы үҙләштерҙе. Тир­мәндә эшләгән атаһы Фәй­ҙер янына көн һайын килеп, уға ярҙам итеп йөрөнө.

Аш­лыҡ һәм он тултырылған тоҡ­тарҙы күтәреп үҫкәс, мыҡты кәүҙәле, мускулдары уйнап торған көслө егет булып етеште. Атаһы хаҡлы ялға киткәс, уның урынында тирмәнсе булып ҡалды.
Күп һөйләшә торған ғәҙәте юҡ ине Хәбрәйҙең. Ундайҙар ҡыҙ­ҙар­ҙан алыҫыраҡ булыусан. Хәб­рәй ҙә улар менән бик аралашып барманы. Әммә уның йөрәге һис тә туң түгел икән: үҙенән бер класс түбән уҡып, быйыл ғына мәктәпте бөтөргән Рәмзиләгә үлеп ғашиҡ булмаһынмы! Тик ҡыҙыҡай уны яратмайҙыр кеүек тойолдо Хәбрәйгә. Шуға күрә һөйгәненә яҡын килергә ҡыйма­ны, ситтән генә күҙәтте. Күрше ауылдағы ике туған ағаһынан яҡшы ғына итеп бейергә өйрәнеп алһа ла, йәштәр араһында һөнә­рен күрһәтергә ашыҡманы, дәрте ҡуҙғалып киткән саҡтарҙа тирмән артындағы сиҙәмдә генә бейене.
Бер саҡ йәйҙең матур көнөндә көрәк һабы эҙләп ауыл эргәһен­дәге урманға керҙе. Баҡһа, яланда Рәмзилә еләк йыйып йөрөй. Һөйләшеп киттеләр. Күңеле күтәрелгән Хәбрәйҙең кинәт теле асылып, ауыҙынан шаян йыр урғылды. Күршеһе йор телле Сәлихйән бабайҙан бала сағында уҡ отоп алғайны ул был йырҙы:
– Бер әбейҙең йәш сағында,
Минең егет сағымда,
Шул әбейҙе ҡосоп үптем
Еләк йыйған сағында.
Рәмзилә, урман яңғыра­тып, көлөп ебәрҙе. Ҡыйыу­ланып кит­кән Хәбрәй, үҙе лә һиҙмәҫтән ҡыҙҙы ҡосоп алды, ҡулына кү­тәрҙе. Ҡыҙҙың йөҙө ҡып-ҡыҙыл булды, оял­ды, ахырыһы. «Үпкә­ләт­тем, буғай, – тип уйланы Хәб­рәй. – Хәҙер, асыуланып, фырылдап, ауылға ҡайтып китер инде». Шунан, ғәфү үтенгәндәй, әйтеп ҡуйҙы:
– Һине бала кеүек күтәр­ҙем, бигерәк еңел икәнһең!
– Ҡырҡ кило инде ауырлы­ғым.
– Һи, он тултырылған тоҡ кеүек кенә.
– Тоҡто күтәреүе барыбер ҡы­йындыр, ул бит һине муйыныңдан ҡосаҡламай.
«Ысынлап та, тоҡ ауырыраҡ шул», – тип уйланы Хәбрәй, кү­ңелендә үҙ асылына, йәғни ғә­мәли тормошона ҡайтып. Шунан баш мейеһен яндырып бер уй үтте: «Бәй, муйындан ҡосаҡ­ланым, ти ҙә баһа! Донъямды оно­топ, иҫкә лә алмағанмын. Тимәк, асыуланмаған. Киреһен­сә, ул да мине ярата! Ми­ңә боролоп та ҡара­май, тип уйлай инем. Ниндәй ҡыҙ үҙе башлап йөрәген­дәге серен асып һалһын инде. Әллә йығылыуҙан ҡурҡып ҡына ҡосаҡлаған­мы?.. »
Уның шиктәрен таратып, урман эсендә шиш­мә селтерәгәндәй тауыш ишетелде:
– Ошо йырыңды ҡартай­ғас миңә йәнә бер йыр­ларһың, йәме, – тине Рәм­зилә, иркәләнеп.
– Ярар, – тине Хәбрәй.
Кисен клуб янында гармун тауышы ишетелә ине. Хәбрәй ҡыҙҙар төркөмөнә асыҡ йөҙ менән яҡын уҡ килде. Йылмайып Рәмзи­ләне бейергә саҡырҙы. Уңған ҡыҙға егеттең көслө булыуы һәм хеҙмәт һө­йөүе оҡшай ине. Бығаса күңеле менән генә ярат­ҡан ҡыҙ ошо көндән мө­хәб­бәттән теле асылып киткән Хәбрәйҙе «ҡолағы» менән ярата башланы.

Илдус ТИМЕРХАНОВ.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас