+17 °С
Ясно
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Июля 2022, 15:00

Шихрәмпүзә

Ҡулса бер аҙ өйөрөлөп торҙо ла бөтөнләй ят бер программаға юлыҡты. Уға инеп ҡараштыра торғас, Рәсим компьютер менән диалогҡа ингәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. - Һеҙ минең, үҙегеҙҙең аңығыҙ аша, мейегеҙ менән идара итеүемде теләйһегеҙме? -Эйе. -Һеҙ юғары аңға, бөйөк аҡылға эйә булдығыҙ. Ниндәй хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйһегеҙ? -Нууу... Хыялдар күп инде...

ШихрәмпүзәШихрәмпүзә
Шихрәмпүзә

Уҡытыусылары Рәсимдең класташтарына уҡыу башланғас та рәсем төшөрөргә тәҡдим итте. Рәсәй буйынса рәсем төшөрөү буйынса конкурс иғлан ителгән. Еңеүселәр Мәскәүгә бер аҙналыҡ сәйәхәткә юллама менән бүләкләнәсәк. Сәйәхәт беренсе сирек тамамланыуға табан, ноябрь баштарындағы каникул ваҡытына планлаштырылған.

-- Әле ваҡыт бар, -- тигәйне Аҡһылыу Айҙар ҡыҙы, -- үҙегеҙҙең уй-хыялдарығыҙҙы, киләсәккә булған өмөт-ынтылыштарығыҙҙы, күңелегеҙҙә ҡалған иҫтәлектәрегеҙҙе ҡабаланмай ғына һүрәттәрегеҙҙә һынландырырға мөмкин. Тема ирекле, альбом ҡағыҙына төшөрөп, өс һүрәт тапшырырға мөмкин. Миңә тапшырырһығыҙ, үҙем адресын яҙып ебәрермен. Конкурс “Бөйөк эштәр хыялдан башлана” тип атала, кем теләй ҡатнашығыҙ!

Рәсим һүрәт төшөрөргә ярата, өстө генә түгел, алты һүрәтен уҡытыусыға килтергәйне лә, уҡытыусы уның өс һүрәтен алып конкурсҡа ебәрҙе.

Каникул башланырҙан һуңғы уҡыу көнөндә, сирек һөҙөмтәләрен йомғаҡлағанда, уҡытыусы конкурс һөҙөмтәһен дә белдерҙе. Рәсимде еңеүсе тип тапҡандар. Уның был белдереүенә класташтары иғтибар бирмәне: ишеткәндәр ишетте, коридорға сығып йүгерергә өлгөргәндәр ишетмәгәндәрҙер ҙә әле. Бәғзеһе ҡолағына наушнигын тығып, матур йырҙар тыңлай ине. Хәйерле, хәүефһеҙ ял теләгән уҡытыусының һүҙе яуапһыҙ ҡалды, класс бүлмәһендә буш һүҙ булып яңғыраны.

Рәсим һүрәт төшөрөргә ярата. Уның был һәләтен белгән туғандары һәр ваҡыт уға төрлө төҫлө ҡәләмдәр, ҡылҡәләмдәр, альбом-буяуҙар бүләк итәләр. Элек төрлө хайуандарҙы, тәбиғәт күренештәрен төшөрөргә яратһа, хәҙер ағаһы ҡалдырған иҫке ноутбукта соҡоноп, төрлө аниме-мультфильмдәрҙың персонаждарын төшөрөргә әүәҫләнде.

Уның һүрәт төшөрөүен белгәс класташтары араһында ғына түгел, мәктәптә лә абруйы бермә-бер артты. Мультфильм персонаждарын төшөрөп биреүен һорап, иң көйәҙ ҡыҙҙарҙың да уға иғтибарын йүнәлтеүе Рәсимдең күңелен ҡытыҡлап ҡуя. Төшөрә, Рәсим-рәссам тигән исемен аҡлағыһы килә.

Уның хәтере яҡшы, уҡытыусының дәрес аңлатҡанын яҡшы төшөнә, тик ҡулы рәсем төшөрөүҙе генә яратҡанлыҡтан, яҙырға, уҡырға теләмәй. Күп дәрестәрҙә рәсем төшөрөүҙе ғәҙәткә индергәс, уҡыуҙа ныҡ һүлпәнләнде, өслө билдәләре күберәк көндәлегендә урынды яуланы.

Әле лә класс йыйылышынан ҡайтҡан әсәһе оҙаҡ ҡына тамағы ҡарлыҡҡанса әрләне лә уны атаһына тапшырҙы, йәнәһе улыңды һин тәрбиәлә. Мәскәү ҡалаһына ебәрә алмаясағын, аҡса юҡлығын, ә Рәсимдең каникул буйына тик уҡыу менән генә шөғөлләнәсәген белдерҙе.

-- Улайтма, әҙерәк һин дә тырыш балам, уҡыһаң кеше булырһың. Беҙҙең зат-зәүерҙә ялҡауҙар юҡ. Ана апайың юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға бөттө. Ағайың да бер ымы-йымыһыҙ тырышып уҡып йөрөй, Аллам бирһә, тағы бер йыл түләргә ҡалды инде. Дүртенсе курсын яҡшы бөтөргәс, ана ҡиммәтле телефон алып бирҙек. Һин дә гел төймәлеһе менән йөрөмәҫһең, юғары уҡыу йортона үҙ көсөң менән инеп китһәң, һыйпағыслыһын алырбыҙ, ағайыңдыҡы һымаҡты, йәме. Әлегә ана апай-ағайыңдан ҡалған ноутбуктан өйрәнә тор, уҡытыусы һәләте бар, тырышмай ғына тигән бит.

Атаһын ярата Рәсим, әсәйең атайыңа әйтеп кәрәгеңде бирҙерәм тиһә лә ҡурҡмай унан.

-- Нуу, бер ҡыҙғанда, тотоп алып ярырмын инде, ваҡыты ғына бөгөн түгел! -- бөтә әрләү һүҙе шул ғына. Әлегәсә үҙенең бер тауышын күтәргәне булманы, өйрәтер эште һеңдереп төплө аңлата.

Рәсим үҙ ғәйебен тойоп өндәшмәй генә тамағын туйҙырҙы ла, рәхмәт әйтеп, әсәһе рөхсәте менән ноутбугы алдына ултырҙы.

-- Әсәй, каникулда китаптар уҡырға, мәсьәләләр сисергә ҡуштылар. Бер аҙ шөғөлләнәйем әле.

Ни тиһәң дә эйелгән башты ҡылыс киҫмәй. Атаһы менән әсәһен көйҙөрөп, юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған апаһының баш ҡалала сауҙа үҙәгендә һатыусы булып эшләүен иҫтәренә төшөрөп тормаҫ инде. Үҙ һөнәрең буйынса эшкә урынлашыу өсөн дә “блат” тигән нәмә кәрәк, ауылда уны ҡайҙан алаһың, өҫтә урын биләгән туғандарың булмағас. Апаһы уҡырға инһен өсөн генә бер тайҙы һуйып бирҙеләр. Рәсим һаман онотмай, үҙе яратҡан ҡашҡа ғына тайҙы, һуйҙырғыһы килмәй ҡырталашты. Апаһын уйлап ҡына илай-илай күнде.

Ә ағаһын уҡытыу ата-әсәһе өсөн бик тә ауырға тура килде. Тәртибе бик һәйбәт, яҡшы уҡый тиһә лә, атаһы, уның тураһында күп нәмәне белмәй. Ағаһы үҙенең ноутбугын таҙартып, эсендәге яҙмаларын юйҙырып биргәйне. Рәсимгә үҙ битләүен асырға, яңы пароль ҡуйырға ғына ярҙам итте. Тик ошоғаса төймәле телефондан башҡаны тотмаған Рәсимгә бәләкәй баланы әүрәткәндәй баһаһыҙ ҡарап яңылышты. Ихластан бер-ике аҙна булышҡас та Рәсим ағаһының элекке битләүенә, унан программаһына барып юлыҡты. Бында... Бына нисек була икән студент тормошо, асыҡ фотолар, ҡыҙҙар, кисәләр, күңел асыуҙар, тәбиғәткә сығыуҙар. Шәрә төшкән фотолары ла бар, ҡарауы ла имәнес, ҡыҙыҡ та.

Ағаһының был тормошон ата-әсәһе баштарына ла индермәйҙәрҙер әле.

Күңеле ҡайтты Рәсимдең, юғары уҡыу йортона инеү теләге һүрелде. Ағаһына күпме аҡса түгеп уҡытһалар ҙа, апаһы шикелле һөнәре буйынса эшләй алмаһа, ул диплом нимәгә? Белә Рәсим, яҡшы йәшәр өсөн күп аҡса кәрәк, тик уны ҡайҙан алырға?

Ата-әсәһенең үҙ-ара һөйләшеүе лә һәр ваҡыт аҡса мәсьәләһенә барып төртөлә. Тағы ай уртаһы, ә уның менән кредит түләү ваҡыты етә, тип уфтаналар. Мәктәп юлында ҡана һуң бер сумка аҡса табып алғанда, Рәсимдән дә бай кеше булмаҫ ине. Шунда уҡ атаһына килтереп тотторор ине, уныһы әсәһенә бирер ине.

-- Мә, әсәһе, үҙең белеп кәрәк-ярағыңды алырһың, улымдың аҡсаһы, тигән булыр ине.

Атаһы үҙенең иҫке генә Жигулиһына аккумулятор һатып алыр ине, юғиһә ҡасандан алып ыҙалай. Унан... Эйй... кредиттарын бөтөргәнсе түләп ҡуйырҙар ине, ату йөрөйҙәр ҡайғырып.

...Ә ул аҡсаны кемдер юғалтҡан булһа... Тапҡан ҡыуаныр, таныған алыр, килеп аҡсаны ҡайтарыуын һораһа, Рәсимдең аҡса табыуын һиҙенеп. Оҡшаған эш түгел был!

Белмәгән көндә лә өйҙә уны ғаиләһе, балалары көтөр. Бушҡа ымһынып ҡалырҙар, юғалтһын тей аҡсаһын әйҙә бер бандит, уның аҡсаһы йәл түгел, барыбер урлап алынғандыр, йә бандиттар ҡаҙнаһының аҡса һаҡлаусыһы юғалтһын. Уны ла аҙаҡ белеп ҡалып үлтереп ҡуйһалар, аҡсаһын таптырып, киноларҙа гел шулай күрһәтәләр ҙә. Былай ҙа килеп сыҡмай.

Тапһын, тей әйҙә, Рәсим бер сумка тулы аҡсаны самолеттан төшөп ҡалғанды. Мәкегә һыйырҙар һуғарырға төшкәндә алдына ғына осоп килеп ятыуы мөмкин бит, мөмкин. Кемдеке икәнен кем белә, алыр ине Рәсим. Уның ҡиммәтле телефонға ҡыҙыҡҡанын өйҙәгеләр белә, әсәһе үҙең һайлап ал теләгәнеңде тиер әле, уға бер сумка аҡса тотторһа.

Ноутбук алдында уйланып, хыялланып ултырған Рәсим, үҙе лә һиҙмәҫтән клавиатура төймәһенә баҫҡылап ултырған икән. Бармаҡтары ҡайҙа баҫҡанын белмәйенсә экранда “Шихрәмпүзә” тигән һүҙҙе йыйған. Бер аҙҙан:

- Табырғамы? -тигән һорау сыҡты.

- Эйе! - тип яуапланы Рәсим.

- Инергә?

-Эйе.

Ҡулса бер аҙ өйөрөлөп торҙо ла бөтөнләй ят бер программаға юлыҡты. Уға инеп ҡараштыра торғас, Рәсим компьютер менән диалогҡа ингәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

- Һеҙ минең, үҙегеҙҙең аңығыҙ аша, мейегеҙ менән идара итеүемде теләйһегеҙме?

-Эйе.

-Һеҙ юғары аңға, бөйөк аҡылға эйә булдығыҙ. Ниндәй хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйһегеҙ?

-Нууу... Хыялдар күп инде... Бына конкурста еңеүсе булып, Америкаға сәйәхәткә барғым килә, ә барыр өсөн беҙҙең аҡсабыҙ юҡ. Мәскәүгә сәйәхәткә бушлай алып баралар ҙа, минең Америкаға барғым килә, шуға ла аҡсам күп булыуын теләйем. Тик урланған, табылған аҡса булмаһын, үҙем эшләп тапҡан аҡса булһын. Эшкә төшөргә әле ҙураймағанмын, мине берәү ҙә эшкә алмаясаҡ. Уҡыуым насар булғас, юғары уҡыуға ла инә алмаҫмын инде, ә үҙемдең юғары аңлы, һәләтле кеше булғым килә. Америкаға барһам, һәптәнләп урам ҡыҙырып йөрөмәҫ инем, ә президенты Байкөн менән ирҙәрсә һөйләшеп алырға ине. Ниңә шул ҡәҙәре ҡорал йыя ла ҡорал йыя? Имеш Рәсәй һуғыш башлай. Буш һүҙ бит был, шуны аңлатып, улай ярамағанын әйтке килә. Беҙ бөтә илебеҙ менән беребеҙ ҙә һуғыш ҡубыуын теләмәйбеҙ. Американы ла яулап алырға йыйынмайбыҙ. Тағы улар халҡы менән йәнле аралашҡым, уларҙы яҡындан белгем килә.

Ноутбук экранындағы балдаҡ әйләнеп торҙо ла “Әҙер” тигән яуап килде.

Күҙгә күренмәҫ Шихрәмпүзә менән ҡолаҡ ишетмәҫлек диалог тағы башланды.

 

Конкурс еңеүселәрен Америкаға бер аҙналыҡ сәйәхәткә ебәрәләр

Америкаға барыр өсөн бөгөн үк юлға йыйына башлағыҙ. Мәскәүгә барыр өсөн һеҙгә бағыусы юл сығымдарын өҫтөнә ала. Рәсәй уҡыусылары менән осрашыр өсөн Америка президенты Байкөн ярты сәғәт ваҡытын бүлгән. Уҡыусылар һорауҙарын биреп уның яуабын, фекерен ишетәсәк, Американың ҙур ҡалаларының иҫтәлекле урындарында фото төшәсәктәр. Йәшәү, ашау, хеҙмәтләндереү тик юғары кимәлдә генә буласаҡ, ҡиммәтле отелдә һеҙҙе көтәләр.

Шихрәмпүзә килешеү нигеҙендә һәр саҡ уның менән буласаҡ. Ул ваҡыт арауығы, алыҫлыҡ тигән төшөнсәләргә буйһонмай.

Тулҡынланыуҙан Мәскәү ҡалаһынан Нью-Йорк ҡалаһына осоуҙар, таможня тикшереүҙәрен үтеү Рәсимдең хәтерендә төш кеүек кенә сағылды. Тик, әлегә билгеһеҙ нурҙан туҡылған Шихрәмпүзәне, бер ниндәй ҙә тикшереү приборҙары шәйләмәнеләр. Ер шарын ғына түгел, Йыһан киңлеген күҙ асып йомғансы үтә алыу мөмкинлегенә эйә булыусы юғары затҡа, Рәсимгә эйәреүе ауыр түгеллеген аңлай ине, теләһә Рәсимдең бер күҙәнәгенә лә һыя алыр. Уны һиҙер, тотор өсөн әлегә кешелектә бер ниндәй прибор уйлап сығарылмаған. Шихрәмпүзә хикмәте менән Рәсим төрлө телдәрҙе аңлай, һәр кем менән яҡшы аралаша ала, бер ниндәй ҙә тәржемәсе кәрәкмәй. Кисәге яҙған диктантын тикшергән инглиз теле уҡытыусы күрһә, үҙе лә аптырар ине уның һөйләшеүенә. Ә Шихрәмпүзәнең кешенең уйҙарын уҡырға, хистәрен алдан тойомларға һәләте барлығын асыҡланы Рәсим.

Америкалағы беренсе көн урынлашыу, танышыу менән тамамланды. Экскурсовод оҙатыуында отелға барыу юлында ҡала менән бер аҙ таныштылар. Рәсимдең маҡсаты президентты күреү булғанлыҡтан, әлбиттә, Шихрәмпүзә ҡыҫылыуынса, программала үҙгәрештәр булып, иртәгәһенә иртәнсәк Байкөн менән осрашыу көтөлә ине.

Ҙур конференцзалда төрлө журналистар күренә, һирәк-һаяҡ эшлекле ханымдар үтә. Бына илтифатһыҙ ғына президиумға Байкөн күтәрелде.

- Хөрмәтле Рәсәй граждандары! Һеҙҙең менән осрашыуға шатмын. Аралашыр өсөн ярты сәғәт ваҡытымды бүләм, төрлө һорауҙар бирергә автограф алырға мөмкин.

Рәсим Шихрәмпүзәнең белдереүенсә, уның ысын Байкөн түгеллеген, бары уға оҡшаған кеше икәнлеген белде. Әҙәп һаҡлап, был турала өндәшмәне.

Залдан һорауҙар ябырылды, һәр кем үҙ һорауын бирергә тырыша ине.

- Һеҙҙең этегеҙ бармы?

- Ниндәй йырсыларҙы яратаһығыҙ?

- Яңы йылды нисек ҡаршылаясаҡһығыҙ?

Йылмайып, итәғәтле яуап биргән президентҡа хәҙер Рәсим үҙенең һорауын бирергә булды.

- Ниңә һеҙ үҙ халҡығыҙға Рәсәй тураһында дөрөҫөн һөйләмәйһегеҙ?Америкаға яңынан яңы ҡорал туплау ни өсөн кәрәк? Үҙегеҙҙең стратегик планығыҙҙы дөрөҫ тип табаһығыҙмы һәм уны нимәгә нигеҙләйһегеҙ? Киләсәктә үҙ халҡығыҙға тәбиғи файҙалы ризыҡтар ашатыр өсөн һәм таҙа һыу ҡулланыр, саф һауа һулар өсөн ниндәй программаларығыҙ бар? Һуңғы һорауым, ниңә һеҙ алдашып президент урынына ҡурсаҡ булып сыҡтығыҙ? Аңлайбыҙ, уның беҙҙең менән аралашырға ваҡыты юҡтыр, шулай ҙа беҙ уның менән күрешеүҙе, алда көтөләсәк катастрофаны иҫкәртеүҙе урынлы тип таптыҡ. Мәҫәлән һуңғы төҙөгән, йыһанға осорорға әҙерләгән карабығыҙҙың яғыулыҡ системаһында яңылышлыҡтар бар. Әгәр президент ҡатнашлығында, теләһәгеҙ әлбиттә, интерактив экранда күрһәтә алам. Осоу ваҡытын кисектереп, хаталарығыҙҙы төҙәтеүегеҙҙе һорайым. Юғиһә, Рәсәйҙең билдәле ҡалаһы янында шартлап ҙур юғалтыуҙарға килтереүе мөмкин. Хаталарҙы нисек төҙәтеү мөмкинлеген президент Байкөн, инженер-конструкторҙар ҡатнашлығында аңлатырға теләр инем, һеҙ-ҡурсаҡ алдында түгел.

Бөтә зал, журналистәр тынып ҡалды. Бәләкәй кәүҙәле ҡараҡай ғына малайҙың һүҙҙәре һәммәһендә шаңғытты.

Осрашыу ваҡыты үтеүен һылтау итеп, ҡурсаҡ-президент тиҙ генә юҡҡа сыҡты. Хәҙер журналистарҙең бөтә иғтибары Рәсимгә йүнәлтелде.

- Һеҙ ниндәй илдән килдегеҙ?

- Башҡортостандан.

- Милләтегеҙ кем?

- Башҡорт.

- Беҙ ундай илде, милләтте белмәйбеҙ, ул ҡайҙа?

- Америка халҡы белмәгән, яңы технологиялар менән төҙөлгән осоу аппаратының төҙөк түгеллеген ҡайҙан белдегеҙ?

- Бала-саға был турала белгәс, Рәсәй ғалимдәры бөйөк аҡылға эйә тип уйларға буламы?

- Һеҙ бәлки Путиндың шпионылыр?

- Хоббиегеҙ бармы, нимә яратаһығыҙ?

Һәр һорауҙарына төплө, ҡыҫҡа яуап алһалар ҙа һорауҙары һаман күбәйә генә барҙы. Балалар ултырған автобусҡа эйәреп отелға ҡәҙәр эйәреп килделәр. Тик тиҙ арала һаҡсылар пәйҙә булып, Рәсәйҙән килгән уҡыусылар төркөмөн журналистарҙан аралап алдылар.

Рәсим урынлашҡан бүлмәгә йәшерен күҙәтеү камераһы ҡуйылғанлығын Шихрәмпүзә тиҙ үк күрҙе, тик Рәсимгә иғтибар бирмәҫкә аңына белгертте. Интервью биргәндә мунса инергә яратам тип яуаплағанғалыр Рәсимде мунсаға саҡырҙылар. Киске аштан һуң мунса ингәс татлы йоҡлаған Рәсим иртәнсәк тәҙрә ҡаршыһында йыйылған халыҡты күреп аптыранды. Отелды күмәк халыҡ уратып алған, улары һаҡлап теҙелеп һаҡсылар торалар. Рәсимдең ғәжәпләнгәнен күреп, Шихрәмпүзә уны тынысландырҙы, уның менән аралашырға, һорауҙар бирергә теләйҙәр имеш.

Капиталистик илдең үҙ ҡануны, һәр һорау-яуап түләүле икән. Кисәге һорауҙары өсөн Рәсим иҫәбенә аҡса долларҙарҙа күскән. Был уның хыялындағыса үҙе эшләп алған иҫәпләнәлер. Быны Шихрәмпүзә яйға һалған әлбиттә. Төндә Рәсим ял иткән ваҡытта телевизорҙа илдәрҙең бөтә каналдары кисәге биргән интервьюһын күрһәткәндәр, интернеттың булған тармаҡтары шул турала белдерә.

Был бөтә ер шары өсөн шаҡ ҡатмалы хәл. Рәсәйгә ҡаршы иғлан ителгән ҡаты санкция мәлендә бер уҡыусы бала Американың тотҡан политикаһын тәнҡитләп, хаталарын төҙәтеп торһон әле.

Байкөн

Америка президенты төнө буйы йоҡламаны. Шихрәмпүзәнең тырышлығы ла барҙыр, Рәсим тураһындағы яңылыҡты уға шул минутында уҡ еткерҙеләр. Комиссия төҙөлөп, тиҙ арала йыһан карабының Рәсим күрһәткән етешһеҙлеген, хаталарын таптылар. Осҡандан һуң нисә секундтан һуң шартларға мөмкинлеген, карап шартлағас ниндәй траектория менән ҡолаясағын, ҡайһы ҡалаға ҡурҡыныс янауын иҫәпләп сығарғас шок хәлендә ҡалдылар.

Байкөн приказы буйынса икенсе төркөм Рәсимдең ете быуыны туған-тумасаһын асыҡланы. Уның тыуған минутынан хәҙергәсә йәшәү рәүеше тураһындағы доклад президенттың алдына килеп ятты. Уға бик күп һанлы фотоһүрәттәр ҙә теркәлгән ине. Өйөндәге иҫке ноутбуктан, ҡулындағы төймәле телефондан ҡасан, кем менән бәйләнешкә сыҡҡанлығы тураһында ла тулы мәғлүмәт бар. Тик уның компьютерендә Шихрәмпүзә тураһында ғына мәғлүмәт юҡ. Ғаиләһенең ауыр көнитмешен, кредит ҡоллоғонда булыуын, Рәсимдең аҡса эшләргә теләге барлығын иҫәпкә алып, уға бында ҡалырға, бай тормош вәғәҙә итергә, үҙе теләгән уҡыу йортона инергә мөмкинлек бирергә, теләһә туғандарын, ата-әсәһен килтерергә тәҡдим итергә тигән ҡарар сығарҙы.

Әгәр был вариант барып сыҡмаһа, уны бер нисек тә Рәсәйгә кире ҡайтармаҫ өсөн сара күрергә .

Тағы илдең төрлө чиновниктарен эштән ебәреү тураһында ла указ бирҙе. Рәсим Америка еренә аяҡ баҫырға тейеш түгеллеген ниңә алдан белмәгәндәр. Һәләтле баланы илдә шау-шыу ҡупмаҫ элек күреп, юҡҡа сығарырға берәүҙең дә башына инмәгән.

Бик күп йылдар элек Рәсәйҙең һәләтле балалары сит илгә сәйәхәткә самолет менән осасаҡтарын белеү менән ашығыс сара күрелде. Самолет Германия күгендә үк юҡ ителде, ҡалдыҡтары тәрән күл төбөнә китте. Был бик шыма, эҙһеҙ башҡарылды, бер кем дә Америка илдәренә шик белдермәне. Был ваҡытта Байкөн президент булып эшләмәһә лә, был операция уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәне, был турала тик “үтә йәшерен” гриф менән билдәләнгән яҙма ғына һаҡлана. Ни тиһәң дә хәҙер хәл ҡатмарлыраҡ, самолет Американың үҙенән осасаҡ, иң беренсе ғәйепләү уларға буласаҡ. Етмәһә, Рәсим тыуҙырған шау-шыу бөтә Ер шарына таралып өлгөрҙө. Хәҙер Байкөндән ҙур масштаблы конференция үткәреүҙе талап итәләр, әлбиттә Рәсим ҡатнашлығында. Был конференцияла ҡатнашыр өсөн генә лә ҙур аҡсалар сығарырға әҙерҙәр.

Байкөн башын тотто, етмеш йәшенә тиклем бындай ситуацияла ҡалғаны юҡ ине әле. Ярҙамсылары тәҡдим иткән бөтә кәңәштәрҙе анализлап, конференция уҙғарырға ҡарар итте, үҙенең ныҡлы күҙәтеүе аҫтында.

Рәсимде конференцзалға үткәргәндә ныҡлы тикшереү үткәрергә, үҙе менән бер ниндәй ҡулайлама алырға тейеш түгел, телефонынан башҡа. Бөтә ергә йәшерен күҙәтеү камералары, тауыш яҙҙырыу аппараттарын ҡуйырға.

Һәм башланды төрлө һорауҙар, Рәсим исеменә асылған иҫәпкә һорау-яуап өсөн аҡса күсереүҙәр. Һәммәһе лә үҙе биргән һорауға яуапҡа ҡәнәғәтлек белдерҙе. Һәр яуап төрлө иҫәпләүҙәр, фотолар, факттар менән нығытыла. Былар залдағы интерактив экрандарҙа яҡтыртыла бара, теләгәндәргә үҙҙәренә күсереп алыу мөмкинлеге бар. Байкөндөң тыйыуҙарына ҡарамаҫтан, конференция барышы тулыһынса төрлө ҡалаларҙа интерактив экрандарҙа күрһәтелә ине, һәм иң ғәжәбе, бөтә йәшерен күҙәтеү камераларын бөтә илгә күрһәтеүҙәре.

Журналистәрҙың, төрлө ғалимдәрҙың биргән һорауҙарынан арығандыр, тигән уйҙа һуңға ҡалып президент Байкөн конференцзалға үтте. Тик уны зал битараф ҡаршыланы, әйтерһең хеҙмәткәр стакандарҙы алыштыра, сөнки бөтә иғтибар тик Рәсимгә генә йүнәлтелгән ине. Был тик Рәсимгә генә ҡағылманы, уртала торған еренән артҡараҡ сигенде, ул урынына ултырып, һүҙ башлағансы тынып ҡалды.

- Һеҙҙе тәрбиәләүсе, бала ҡараусығыҙ кем булды? -- залдан яңғыраған ошо һорау яуапһыҙ ҡалды.

Байкөн, үҙ сиратында, залды тәбрикләне лә Рәсим менән таныштырып, уны үҙе тураһында һөйләүен һораны. Был үҙенсә тикшереү, ваҡытты һуҙыу, үҙе белгәнгә малай бәлки нимәлер өҫтәр.

- Рәхмәт иғтибарығыҙға, ваҡыттың тығыҙлығын иҫәпкә алып, мин үҙем тураһындағы мәғлүмәтте тулыһынса интернетта күрһәттем, теләгән кеше таныша ала.

Рәсим алдағы һорау биреүсегә өндәште:

- Минең няням булманы, апайым, ағайым ҡарамағында үҫтем. Тәрбиәне атай-әсәйем бирҙе, ә ололарға ихтирам башҡорттарҙа ҡандан- ҡанға күсә килә.

- Милләтегеҙ русмы?

- Мин башҡорт. Башҡортостандан килдем.

Байкөн сабырһыҙланып үҙенең һорауын бирергә ашыҡты.

- Һеҙ, Рәсим әфәнде, беләһегеҙме? -- быны ишеткән Рәсимдең көлгөһө килде. -- Һеҙҙе Америка ҡануны буйынса ҡаты хөкөм көтә. Үтә йәшерен паролде, кодты боҙоп серҙе таратҡан өсөн, быға нисек ҡарайһығыҙ?

- Мин бер ниндәй ҙә кодты боҙманым. Бөтә интернет селтәрендә ултырған, ҡыҙыҡһынған һәр кешегә билдәле яңылыҡ быға сәбәп була алмай. Мин һеҙҙе бары буласаҡ катастрофанан иҫкәртергә генә теләнем. Хата һәр кем менән булыуы мөмкин, алыҫтағы ҡитғала йәшәгән уҡыусы бала белгән сер, ғалимдәр араһында күптән әһәмиәтен юғалҡандыр тип уйлайым.

- Был турала Рәсәй ғалимдары белә тип уйлайһығыҙмы?

- Әйтә алмайым, һәр хәлдә беләләрҙер...

Байкөн ҡыҙарып киткән йөҙөн, маңлайын һөртөштөрҙө.

- Рәсим әфәнде, Рәсәйҙең һуңғы фән ҡаҙаныштары тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине?

- Асыштар, ҡаҙаныштар бик күп. Бында һөйләү күп ваҡытты аласаҡ, теләгән кеше, -- быны баҫым яһап әйтте, -- үҙе инеп итернет аша таныша ала.

- Америка тарафынан санкция индерелгәс, Рәсәй бик бөлдө, йәшәү кимәле төштө, быға ни әйтерһегеҙ?

- Улай тип әйтмәҫ инем, ауырлыҡтар булды, әммә хәл итмәҫлек мәсьәлә түгел. Мин үҙемдең илемде үҙем ҡайһы ваҡыт әрләп алһам да, бер ҡасан да ситтәр алдында яманлап тормаясаҡмын, һеҙ быны аңларға тырышығыҙ. Рәсәй тураһында ниндәй өлкәлә һорау биргегеҙ килһә, белгестәрҙән, Путиндан һорағыҙ, һорауығыҙҙы кире һуҡмаҫтар. -- Унан көлөмһөрәп Байкөнгә ҡараны:

- Бына мин теләгәс, президентығыҙға үҙ фекеремде еткерҙем. Һеҙҙең йылы ҡаршылауығыҙға шулай уҡ үҙемдең рәхмәтемде, тағы ла бер изгелегемде күрһәткем килә. - Рәсим интерактив экран янына килде. - Океанда шул киңлектә, был яҫылыҡта һеҙҙең һыу аҫты кәмәһе бәләгә тарыған, экипажда тажлы зәхмәт менән ауырыусылар күп. Тиҙ арала ҡайтарып алыуығыҙҙы хәстәрләгеҙ, юғиһә, тулыһынса үҙ кешеләрегеҙҙе юғалтыу ҡурҡынысы янай.

Үтә лә хәрби сер булып һаҡланған, әммә уҡыусы бала маршрутын, ниндәй нөктәлә булыуын, хатта экипаждың ниндәй сир менән сирләүен әйткәс, бөтә зал геүләүҙән тынып ҡалды. Хәйер, зал ғына түгел бөтә ҡитғаларҙа интерактив экрандарҙан ҡараған кешелек үҙе тынып ҡалғандыр, кемдер ышанмағандыр, берәүҙәр ғәжәпләнгәндер.

-Һеҙҙе, Рәсим әфәнде, төрлө медицина аппараттары ярҙамында тикшерергә мөмкинме?

-Мөмкин, тик һаулыҡҡа зыян булғандарына ғына ҡаршымын.

Әлбиттә тикшергән ваҡытта Шихрәмпүзә һәр ваҡыт Рәсим һаулығын ҡайғыртты, хәүефһеҙ тикшереүҙәр, ашаған ашы, эскән һыуы һәр ваҡыт уның күҙәтеүендә.

Артабан ҡаланың күренекле урындарында булһалар ҙа Рәсимдең артынан халыҡ эркелеп йөрөнө, өҙлөкһөҙ һорауҙарын яуҙырҙылар. Был тәүҙә Рәсимгә ҡыҙыҡ булһа ла аҙаҡ ялҡытты, тиҙерәк ауылына, ата-әсәһе янына ҡайтҡыһы килде.

Рәсәйгә ҡайтырҙан алда ҙур хушлашыу кисәһе үткәрҙеләр. Байкөндөң ҡарары, нисек тә Рәсимде Рәсәйгә ҡайтармаҫҡа! Аҙашып ҡаламы, ауырып китәме, үҙ теләге менән ҡаламы, сәбәбен табырға! Тик күпме генә тырышмаһындар ҡорған ниәттәре килеп сыҡманы, Шихрәмпүзә төҙәтер яйын тапты, вирус һалынған һут түгелеп китә, аҙашһа, уйламаған кешеләр тиҙ үк ярҙам ҡулын һуҙа. Кеҫәһенә наркотик һалырға йыйынған кеше тигеҙ ерҙә һөрлөгөп ҡолап, порошоктары сәселеп китһенме...

Ниһәйәт самолетҡа ултырырға иғлан яһанылар. Тик Рәсим трапҡа еткәс кенә бөтәһен дә туҡтатты, самолетҡа шартлатҡыс һалынған. Пассажирҙәр ғауғалашҡан ваҡытта бер Рәсим генә тыныс ҡалғандыр, хатта самолеттың ҡайһы өлөшөндә булыуы мөмкинлеген дә күрһәтте. Ныҡлы тикшереү үткәс кенә самолетҡа осорға рөхсәт бирелде. Президент Байкөн ауыр һулап, һуңғы мөмкинлеккә йәбеште, Рәсимде килем налогы түләмәгәнлеген тикшереп, ҡулға алырға! Йәнәһе ҡанунһыҙ әйләнеш. Әммә юғары квалификациялы белгестәр аптырарлыҡ килешеү ҡағыҙы төҙөлгән, бөтә налог, түләүҙәрҙән ҡалғандары ғына Рәсим иҫәбендә, күләме ҙур ғына. Трапҡа күтәрелер алдынан үҙен оҙата килгән Байкөндө, Рәсим ҡулын ҡыҫып хушлашты, үҙҙәренең ауылына ҡунаҡҡа саҡырҙы. Быға Байкөн ҡыуанып ризалашты, бәлки Рәсимде Америкаға сығарыу юлы табылыр, уйын белдермәй үҙенең ауыл ҡаймағын, ҡатығын яратыуын әйтте. Хушлашыу шау-шыуынан арыған балалар самолетта шунда уҡ йоҡоға талдылар. Уларҙы бик иғтибарлап күҙәтеү камералары төшөрә ине. Камерала Шихрәмпүзә генә салынмай, уға йоҡо, ял, арыу, асығыу тойғолары ят, һәр саҡ Рәсимдең именлеге һағында.

Рәсим

Рәсим үҙенең иҫәбендә күпме аҡса барлығы менән ҡыҙыҡһынманы, белергә лә теләмәне. Шуны ғына белә, атаһының иҫке Жигулиһенә аккумлятор алырға аҡсаһы етәсәк. Уның нисек ҡыуанасағын күҙ алдына килтереүе Рәсимдең күңеленә шатлыҡ ҡына өҫтәй, осрашыу минуттарын түҙемһеҙлек менән көтә. Уның һүрәт төшөрөргә яратҡанын белгәс, америкалылар ниндәй генә буяуҙар, мольберттар бүләк итмәнеләр, иҫәбенә сығырлыҡ түгел. Бер ни тиклемен үҙенең юлдаштарына иҫтәлеккә таратты, ҡалғандарын үҙенең туғандарына, класташтарына күстәнәс итеп таратыр. Ни тиһәң дә, сит илдән ҡайта ла, буш ҡул менән ҡайтмаҫ инде.

Ә Америка Президенты уға шәп телефон бүләк итте. Бындай шәп, интернетлы телефон тураһында Рәсим хыяллана ла алмай ине. Бәйләнеш, интернет тарифы бушлай буласаҡ, дөрөҫө Байкөн үҙе түләйәсәк.

Самолет Рәсимде Өфөлә ҡалдырып, артабан Мәскәү ҡалаһына осто. Өфө аэропортында уны уны ил башлығы ҡаршылап, беренсе еңеүе менән ҡотланы. Америкалағы ҡупҡан шау-шыуҙың сәбәпсеһен үҙ күҙҙәре менән күргеһе килгәйне. Бер ыңғайы Рәсимде декабрь аҙағында Мәскәүҙә үткәреләсәк призедент шыршыһына саҡырыу ҡағыҙы тапшырҙы. Унда тик яҡшы уҡығандар, һәләтле балалар ғына ҡатнашасаҡ. Быны ишеткәс, Рәсимдең ике сикәһе уттай ҡыҙҙы, хаҡлымы ул бындай хөрмәткә. Бөгөндән үк илке-һалҡы йөрөмәҫкә, уҡыуын яҡшыртырға эстән генә үҙенә үҙе һүҙ бирҙе. Әлбиттә Шихрәмпүзә уларҙың һөйләшкәнен Америкалағы һымаҡ бөтә Ер шарына ишеттереп торманы, әйҙә әлегә сер булып ҡалһын. Америка Президенты уның ҡайҙа йәшәгәнен, кемдәр менән аралашҡанын белергә теләһә лә, бәйләнеш өҙөлдө. Эҙәрлекләү ҡоролмалары, чиптар, кодтар сафтан сыҡҡайны, был, әлбиттә, Шихрәмпүзә тырышлығы.

Картаһындағы баш китерлек күләмдәге долларҙарҙы белгәс, ата-әсәһенең күҙҙәре маңлайҙарына менде. Рәсимдең уларҙы, бөтәһе лә ҡанунға ярашлы, берәү ҙә шикләнеп ҡырын ҡарамаясаҡ тиеүе лә тынысландырманы.

Рәсим Шихрәмпүзәгә рәхмәтен белдереп, уны үҙ яйына ҡуйҙы, уны үҙенең ҡоло, хеҙмәтсеһе итеп күргеһе килмәне. Кәрәк булһа, Рәсим саҡыра, ул килергә килештеләр. Пароль Шихрәмпүзә.

Туғандарын һағынһа ла төрлө кисерештәрҙән ныҡ арығайны, ваҡытында йоҡларға ятты, иртәгә лә байрам түгел, икенсе сирек башлана. Класташтарына нисек сәйәхәт итеүе, Америка тураһында һөйләр, тик Шихрәмпүзә, конференциялар, долларҙар тураһында өндәшмәҫ, “маҡтансыҡ – маҡтансыҡтың арты асыҡ” тип көлөрҙәр ату.

Сирек башланғандың беренсе аҙна аҙағында уҡ Аҡһылыу Айҙар ҡыҙы мәктәп күләмендә кисә-осрашыу үткәрергә йыйынды. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре саҡырылды, мәктәп йыр-бейеү ансамбле үҙ сығыштарын күрһәтергә булды, ҡайһы уҡыусылар шиғыр һөйләргә әҙерләнде. Рәсимгә үҙенең сәйәхәте тураһында һөйләргә әҙерләнеп килергә ҡушты. Кисәгә атаһы ла барырға бик теләп ризалашты, әсәһе күстәнәскә ике бик ҙур торт һатып алды.

Уҡыусылар артыҡ күп йыйылмаҫ тип уйлаһа ла Рәсим яңылышты. Үҙҙәренең класташтарынан тыш бүтән класс уҡыусылары ла уны тыңларға теләнеләр, хатта уларҙың да ата-әсәләре дәррәү килеп тулдылар. Синыф бүлмәһенә һыймағанлыҡтан ултырғыс-эскәмйәләрҙе мәктәп коридорына ташынылар. Кеше күплектән күбеһе баҫып торорға ла ризалашты, тығыҙлыҡ бер кемгә лә уңайһыҙлыҡ тыуҙырманы. Араларында хатта уҡыусы балалары булмаған ололар ҙа күренәләр.

Улар алдына сығып баҫҡан Рәсимдең танауына бөрсөк-бөрсөк тир бәреп сыҡты, ҡаушауынан әйтер һүҙен онотто.

Был һиңә белмәгән,күрмәгән Америка түгел. Ауылда һәр кем һине тыуғандан алып белеп-күреп йөрөй.

- Һаумыһығыҙ, - Рәсим туҡтап ҡулын һелтәп, ситкә ҡараны. Унда уҡытыусыһының бер аҙ ҡаушаған, юғалып ҡалған, шул уҡ ваҡытта уға ышаныс өҫтәгән ҡарашын күргәс, батырланып китте. Тәүге көндәрҙәге сәйәхәт эйфорияһы менән уйламай бирелгән ризалыҡ, былай оло яуаплылыҡ менән түләнер тип көтмәгәйне. Тегендә ят телдәрҙе аңларға, төплө, аңлы яуап биреү Шихрәмпүзә ярҙамы менән булһа, бында тик үҙ белеменә, үҙ аҡылына таянырға тейеш. Америкала конференцияларҙа ҡатнашыу сәбәпле төркөмө менән бергә йөрөй, күрә алмаһа ла, Шихрәмпүзә илдең тарихын, экономикаһын, тотҡан политикаһын, халҡының йәшәйешен аңына һеңдергәйне. Тынысланып шуларҙы хәтерләп тәфсирләп һөйләй башланы.

- Беҙ телевизорҙарҙан күреп белгән Америка халҡының йәшәйеше менән ысынбарлыҡ ер менән күк араһы кеүек. Улар халҡы ирекле, бай йәшәй тиһәк тә, үҙ хоҡуҡтары сикләнгән, һүҙ иреклеге тыйылған, ярлылыҡ аңҡып торған төбәктәр күп. Артабан үҙе белгән-күргәнен, конференциялар нисек үткәнен, Шихрәмпүзә аңына һеңдергәнен һөйләне. Америка президенты Байкөндөң тотҡан политикаһын, уға тиклем идара иткән Тарап, Сүрәкә әҙәм, Килентән ваҡыттары менән сағыштырҙы, ваҡиғаларҙы бер-береһенә бәйләп аңлатты, уларға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Рәсәй политикаһына, экономикаһына күҙ һалып, ҡайҙа өҫтөнлөгөбөҙ, ниндәй кәмселегебеҙ барлығын асыҡ, аңлайышлы һөйләне. Хатта үҙенең ялҡаулығын, һүлпәнлеген, ата-әсәһе, уҡытыусылар тырышһа ла насар уҡыуын таныны. Америкала ла ришүәтселек, алдашыу, үҙеңдән түбәндәрҙе рәнйетеү, кәмһетеү көслө икән. Эшһеҙлек, ярлылыҡ түләүле медицина, түләүле уҡыу унда ла күптәрҙең проблемаһы. Ә фән, экономика көслө, һәләтле йәштәргә иғтибар көслө, уларҙы үҫтерергә тырышалар, алдыңғы технологияларға, асыштарға күп аҡса бүленә. Рәсим оҙаҡ һөйләһә лә, коридорҙа шылт иткән тауыш та булманы. Уны тыңлағандар бер аҙ тынып торҙолар ҙа, гөрләтеп ҡул саба башланылар. Шунда ғына ул мәктәп коридорының лыҡа тулғанлығын күрҙе, хатта беренсе класс уҡыусылары ла шым ғына ихтибарлы тыңлайҙар.

Уҡытыусы кисәне йомғаҡлап теләгәндәрҙе акттар залына, мәктәп уҡыусылары концертына саҡырҙы. Рәсимдең класы ата-әсәләре менән берлектә мәктәп ашханаһына сәй эсергә йыйылды. Күптәр коридорҙа өйкөм-өйкөм булып, һаман үҙ-ара һөйләшә, аралаша инеләр.

Һәр береһе үҙ күстәнәстәрен сығарып теҙгән матур табын артында ла һөйләшеү дауам итте. Рәсим генә оялыуынан, уңайһыҙланыуынан өндәшмәй, дөрөҫ эшләнеме ул Шихрәмпүзә тураһында һөйләмәй... Конкурста еңеүе үҙ тырышлығынан булһа ла, Америкаға барыуы, күп аҡса эшләүе бары уның хикмәте. Путиндың саҡырыуын ҡабул итеүе лә оят, алдашыу булмаҫмы... Ата-әсәһенә лә Шихрәмпүзә үҙе тураһында әйтмәҫкә ҡушты, сер һаҡлай алырмы. Рәсимдең тормошо икегә бүленде, каникулға тиклем, каникулдан һуң... Артабан үҙенә тырышмайынса булмай, бер ваҡытта ла Шихрәмпүзәне бүтән борсомаясаҡ.

Ә иҫәптәге аҡсаһы өсөн артыҡ шатланманы, әйҙә ата-әсәһе үҙе теләгәнсә тотонһон. Атаһына, ағаһына, апаһына өр яңы машина алмаҡсылар, баш ҡалала фатир һатып алырҙар, бәлки яңы “Белорус” тракторына ла ҡалыр әле аҡсалары. Рәсим тырышып уҡып машина йөрөтөргә таныҡлыҡ алһа, уға ла машина кәрәк буласаҡ, өр яңынан. Ул атаһының иҫке Жигулиһендә яҡшы йөрөй, быныһында ла өйрәнер әле.

Уйланып ултырып ҡайтырға ваҡыт еткәнен аңғармаған. Әсәһе һуңғы ваҡытта етдиләнеп, уйсанланып киткән улының яурынына ҡағылды.

- Ҡайттыҡмы, улым!?

Рәсим ныҡлы ҡарарға килде, башлағас ташлап ҡуймаҫҡа, аҙағына ҡәҙәр сәмләнеп тырышырға, тиҙ арала уҡыуын яйға һалырға. Яңы йылда Путин алдында “өслө”ләрен йөкмәп тормаҫ инде.

Ошо уйҙарынан һуң әсәһенең ҡулындағы пакетын алып, ышаныслы аҙымдар менән алға, өйҙәренә ҡарай атланы.

Фото: catherineasquithgallery.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас