-5 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Июль 2022, 10:00

Юл ҡуйғанда юғалма

Вәсиләне хужа саҡыртты. Йә­шелсә бүлегендә эшләгән әхирәте уның янына килеп «шефҡа!» тип сәрелдәүе булды, ул бөтөнләй ҡойолдо ла төштө. Ҡулындағы ит киҫәген бысраҡ иҙәнгә төшөрөп ебәрә яҙҙы, йөрәге дөпөлдәп тибә башланы.

Юл ҡуйғанда юғалма
Юл ҡуйғанда юғалма

Алдында сыр-сыу килгән ҡатын-ҡыҙға, үтә важный ғына баҫып торған ир-атҡа һөҙөп кенә ҡарап алғас, сәсен-башын төҙәтте лә баҫ­ҡыстан икенсе ҡатҡа үрмә­ләне.
Вәсилә директорҙың секретары бүлмәһендәге ҙур көҙгө эргәһенә килеп баҫты ла аҡ халатын һалып, кеҫәһенән помада сығарып, ирендәрен тағы ла нығыраҡ буяп ҡуйҙы. Хужаһында бер кем юҡлығын белешкәс, ҡурҡып ҡына ул ултырған бүлмә ишеген асты.
– Ин, ин, әйҙә, ултыр, – тине гастроном директоры Ғаяз Заманович.
Вәсилә теҙелеп киткән артлы ҙур ултырғыстарҙың береһенә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ҡунаҡланы.
– Йә, эштәр нисек? – тип һора­ны директор.
– Ары-ыу кеү-үек, – тине Вә­силә, ишетелер-ишетелмәҫ кенә.
– Һеҙҙең менән күптән һөйлә­шергә йөрөйөм.
Вәсиләнең йөрәге тағы жыу итеп ҡалды. Эйе, шуға саҡыртҡан икән. Ҡышты сыҡҡансы көтһә ни булған инде. Был ваҡытта ҡайҙан, ниндәй эш тапһын. Ул да бит хәҙер күп нәмәнең рәт-сиратын белә. Теләһә, һөйәкте һум иткә әүерелдереп ҡуя.
– Һеҙ ҡасан эшләй башланығыҙ әле? – Директор был юлы Вә­силәгә һынаулы ҡарап, кресло­һына һөйәлеберәк ултырҙы. «Вәт, нимә һөйләй, йәнәһе, белмәй», – тип уйлап алды ла Вәсилә тағы ла шымыраҡ:
– Йылдан ашыу инде, – тине.
– Институтты ҡасан бөтөргәй­негеҙ?
– Өс йыл элек. – Шулай яуапла­ны ла, Вәсилә эстән генә үкенеп ҡуйҙы: әллә ҡасан тип әйтергә кәрәк ине бит. Хәйер, белмәй ти­һеңме, белә инде ул, башта нервыларында уйнап алайым тип ултыра инде.
– Ниндәй факультет?
«Вәт, ҡәбәхәт, ҡалайыраҡ мыҫ­ҡыл итә, беҙгә специалистар кә­рәк, эштән китәһегеҙ, – тип кенә тураһын әйтһә ни була». – Вәсилә был уйын да күңел төбөнә йә­шереп ҡуйҙы ла, ни булһа ла булыр, тип тамағын ҡырып, көр генә тауыш менән:
– Филология факультеты! – тине.
– Бәй, шулаймы ни?! – Хужа йән­ләнеп, хатта йылмайып ҡуй­ҙы. Асыуынан ярылырҙай ярһып торған Вәсилә түҙмәне:
– Йә, һуҙмағыҙ, тураһын ғына әйтегеҙ, ҡасан китергә?! – тине лә тороп баҫты.
Директорҙың йылмайған йөҙө­нә аптырау шәүләләре күсте:
– Һеҙ нимә хаҡында? – тине ул, ике ҡулын ян-яҡҡа һелтәп.
– Эштән китеү хаҡында! – Вәсиләнең тауышы ҡалтырап һәм үтә ҡырыҫ сыҡты.
– Ниңә, эш оҡшамаймы ни?
– Оҡшамаһа, вуз бөтөргән килеш бында эшләп йөрөмәҫ инем.
– Мин дә шулай тип уйлайым инде. Ит һатыуҙы ташлап беҙҙә берәү ҙә киткәне юҡ әле. Кире­һенсә, мин һеҙҙе бүлеккә мөдир итеп үрләтеү тураһында һөйлә­шергә саҡырғайным. – Хужаның тауышы был юлы Вәсиләгә бик яғымлы тойолдо. – Әллә риза түгелһегеҙме?
Вәсилә, ныҡ аптырауҙан би­герәк, шатлығынан нимә әйтергә лә белмәне. Был саҡта уның бәләкәй генә ауыҙы ҡолаҡ­та­рына етә яҙғанын күрһәгеҙ икән!
– Рәхмәт, рәхмәт! – тине ул, үҙе лә һиҙмәҫтән тағы ла бышылдап.
– Ә факультетҡа килгәндә, аптырамағыҙ, беҙҙең сауҙа работниктары араһында үҙ һөнәре менән эшләүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. – Директор, уң ҡулын һелтәп, тағы йылмайҙы ла: – Мин үҙем дә ҡасандыр тарих факультетын тамамлағай­ным, – тине. – Тарих һөйләп та­маҡ туй­ҙырып булмаҫын биш йыл эшлә­гәс тамам аңланым. Хәҙер, бына, ун бер йыл сауҙала. Аллаға шө­көр, эшемдән ҡәнәғәт, хәҙер бөтә нәмәм бар. Һеҙҙеке лә булыр. Әгәр мине генә тыңлап эшлә­һә­геҙ. Тик һин, һеңлем, юл ҡуйғанда юғалма!..
– Һуң, һуң, – тине Вәсилә, хәҙер инде шатлығынан ярһып. – Һеҙҙе тыңламай кемде тыңлайыҡ. Һеҙһеҙ һуң беҙ нимә эшләр инек. Аңланым – юғалмаҫмын…
Икенсе көндө Вәсилә Ғимра­нов­наны үҙе эшләгән бүлеккә мөдир итеп билдәләү тураһында директорҙың бойороғон элеп ҡуйҙылар.
Юл ҡуйғанда – юғалма… Вә­силә аңһыҙ кеше түгел: шул көндө үк кассанан ҙур сумма алып, долларға әйләндереп, кисләтеп кенә директоры бүлмә­һенә яңынан юлланды…
Бүләге үткәндең һүҙе үтер. Хәйер, Вәсиләгә һөйләп торорға кәрәкмәне, һүҙҙе хужа йомғаҡ­ланы:
– Һәр кем үҙ эше менән шөғөл­ләнһә, эш хаҡына намыҫлы йә­шә­һә, ил шундай көнгә төшөр ине­ме ни?! Хәҙер күпме әҙәм, һөнәрен ташлап, төшөмлө эш менән шөғөлләнә, шуны эҙләй. Беҙ ҙә бит, уҡытыусылар, нәмә­ләр һатабыҙ. Көнөбөҙ – сауҙа итеү, табыш алыу. Беҙ ҙә, башҡалар кеүек, ҡулды ҡул йыуа тип йәшәйбеҙ. Ә минең уҡытыу­сылыҡ һөнәренә ҡайтҡым килә. Уға әйләнеп ҡайтасаҡмын тип өмөтләнәм.
– Тәүәккәлләһәгеҙ, мине лә үҙе­геҙгә алырһығыҙ, – тине Вә­силә. Тағы ла рәхмәт әйтеп, шатланып-йылмайып сығыу яғына атланы.

Фото: www.pinterest.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: