+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Август 2022, 20:00

Диуана

Бөтә нәмәне лә алдан белеп алдан күрә бит ул ошо шуҡ малайҙар.- Диуана ауыл ҡапҡаһында, - тип бер малайҙың ҡысҡырыуы булды, шул арала ике тиҫтәгә яҡын бала-саға йыйылып та өлгөрҙө. Беҙ, ҡыҙҙар ҙа, малайҙарҙан ҡалышмай ауыл осона йүгерҙек. 

Диуана
Диуана
Эҫе июнь айы булһа ла ике аяғына ике төрлө галушлы быйма, өҫтөнә ҡалын бишмәт, башына ҡолаҡсындары йыртылып бөткән, йылы кәпәс кейгән, билен ҡасандыр аҡ төҫтә булған инде бысранып, ҡарайып бөткән таҫтамал менән быуған, арҡаһына тоҡ аҫҡан, биленә ҡоромланып бөткән ҡумған таҡҡан кеше ауыл урамына килеп инде. Беҙ бала-саға уның артынан эйәреп:
- Диуана, диуана, икмәк бирһәк ҡыуана, - тип һамаҡлай - һамаҡлай артынан эйәрҙек.
Икмәк, тип һамаҡлаһаҡ та үҙебеҙ тамаҡ туйғансы икмәк ашағаныбыҙ юҡ.
Өләсәйем: “Улар бит беҙҙең һымаҡ кешеләр, тик ғәриптәр, Хоҙай тәғәлә тарафынан шулай яратылғандар, уларҙы рәнйетергә ярамай”, - тип гел тыҡып тора. Бөгөн өләсәйемдең һүҙҙәре бөтөнләй онотолды. Беҙ, ҡыҙҙар ҙа, малайҙарҙан ҡалышмай ҡысҡырабыҙ:
- Диуана, диуана!..
Диуанабыҙ беҙгә иғтибар итмәй юлын дауам итә. Артына әйләнеп, ҡапыл баҫтырһа, тип үҙебеҙ һаҡ ҡыланабыҙ. Ауыл урамынан йылына әллә нисә диуана үтеп тора. Ҡайһылары ҡулдарындағы таяҡтарын болғап беҙҙе баҫтыра, ҡайһылары ҡулдары менән себен ҡыуған һымаҡ сәбәләнәләрҙә юлдарын дауам итәләр. Баҫтыра башлаһа шуҡ малайҙар таш ырғыта. Ә бөгөнгө диуанабыҙ беҙгә иғтибар итмәй юлын дауам итә.
Бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ күрһәтмәгәс, беҙҙең дә ҡыҙыҡһыныуыбыҙ кәмене. Икенсе уйынға әүрәп, арманһыҙ булып, арып өйгә ҡайтһам, үҙ күҙемә үҙем ышанмайым, диуана беҙҙә сәй эсеп ултыра. Өләсәйем: "Арып, талып әллә ҡайҙа йөрөйһең, уйынға әүрәп тамаҡты ла онотаһың, Ҡасим олатаң менән күреш тә, ултыр сәй эс", - тине.
Артыма яйлап сигенеп ишеккә еткәйнем, атайым инеп килгән икән. Сығып өлгөрмәнем атайға барып төртөлдем. Өҫтәлдең мөйөшөнә генә ултырып, бер сынаяҡ сәй эстемдә әпәр итеп, икенсе бүлмәгә сыҡтым.
Диуана бик оҙаҡ итеп сәй эсеп, доға ҡылды. Өләсәйемдең: “Эңер төшөп килә Ҡасим, бөгөнгә йоҡла беҙҙә, мунса төшөрһең”, - тигәненә лә ҡарамай ул: "Күрше ауылға барам, бәлки шундаларҙыр",- тип сығып китте.
Атайым саҡырылмаған ҡунаҡты оҙатып инде лә кире сәй табынына ултырҙы.
- Эй бахыр, бисараҡай. Нисәмә йылдар инде, ошолай ауылдан-ауылға йөрөп балаларын эҙләй, - тип һүҙен башланы өләсәй.
Атайымдың һынаулы ҡарашын тойоп һүҙен дауам итте.
- Барыһына ла ошо ҡороп киткән һуғыш ғәйепле. Минең ауылдашым ул Ҡасим. Өй аша ғына йәшәнеләр, атайымдар менән ҡатыштылар. Минән ун йәшкә кесе Ҡасимдың бөтә ғүмере күҙ алдымда үтте. Тормошҡа сығып ошо ауылға килен булып төшһәм дә, ауылдар яҡын бит уның тураһында гел хәбәрҙәр булдым. Эшкә әрһеҙ булып үҫте Ҡасим. Атаһының уң ҡулы булды. Бәһлеүән кәүҙәле егет булып етеште. Һабан туйҙарында бил бирмәҫ көрәшсе булды. Танау аҫтына еҫ инә башлағас, күрше ауыл ҡыҙы Зөләйхаға ғашиҡ булды. Береһе өсөн береһе яралған йәрҙәр инеләр. Ике яҡтыңда ата-әсәләре балаларының мөхәббәттәренә ҡаршы килмәне. Көҙ көнө ҡоҙа булышып, бер аҙна ҡыҙ яғында, бер аҙна егет яғында ҡунаҡ булышып, йәштәрҙе өйләндерҙеләр. Бер-бер артлы балалары тыуҙы. Күмәкләшеп, ата-әсәләренең ярҙамы менән яңы өй һалып сыҡтылар. Ҡыуанышып йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит. Ҡәһәрле Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Совхозда тракторист булып эшләгән Ҡасимды һуғыштың тәүге көндәрендә үк саҡырттылар. Һуғышҡа киткәнендә Зөләйхаһы менән айырыла алмай ыҙаланы. Береһенән - береһе бәләкәй дүрт балаһын һөйөп туя алманы. Ире ултырған машина артынан Зөләйха оҙаҡ йүгереп барҙы. Нимәгәлер эләгеп йығылғайны былайҙа йәне әрнеп барған Ҡасим машинанан һикереп төшөп, ҡатынын торғоҙоп ҡосаҡланы ла кире йүгерҙе. Эй ул ваҡыттар... Мәңге онотолмай төшкә инә. Ҡасимдан һирәкләп хаттар килеп торҙо. Атайымдарға барғанда Зөләйха: "Апай хат бар", - тип уҡытып сығар ине. Ҡасимдың ата-әсәһе бер-бер артлы донъя ҡуйҙы. Зөләйханың әсәһе һуғыш башланғансы үк мәрхүм булғайны. Атаһы үҙе кеше көнлө. Зөләйха бишкә ярылһа ярылды, фермалала эшләргә өлгөрҙө, бәләкәй балаларын, атаһын тәрбиәләне. Бер бөртөк һыйыры ағын аш итте. Һуғыш йылы шул тиклем дизиртирҙар күбәйҙе. Һуғыштан ҡасып ятыусылар инде. Бер буран көндө Зөләйханың аҙбарҙағы, яңы быҙауларға торған һыйырын һуйып, итен алып киткәндәр. Һыйырҙың тиреһе, йөнләнеп бөткән үле быҙауы ғына ятып ҡалған. Бахыр Зөләйха ер тырнап иланы. Ауыл халҡы хәленән килгәнсе ярҙам итеп ҡараны ла ул, халыҡ үҙе ас. Ҡышты көс хәл менән сыҡҡайнылар. Ҡар аҫтында ҡалған ағыулы бойҙай ашап Зөләйха, атаһы, бер улы үлеп ҡалды. Ҡалған өс баланы сельсовет юллап балалар йортона ебәрҙе. Ҡасимдан да оҙаҡ хат булмай торҙо. Хат килгәс тә ғаиләһенең хәлен белгертеп сельсовет секретары хат ебәргәйне. Әллә нисә тапҡыр яраланған, һуңғы яраһы бигерәктә ҡурҡыныс башында булға. Ҡасим һуғыш бөтөп ярты йыл үткәс кенә ҡайта алды тыуған еренә. Ҡулдары, башы ҡалтырап торған Ҡасимға ҡарауы ҡурҡыныс ине. Көн дә ҡатыны ҡәберенә зыяратҡа барып ултырҙы. Ашатһалар ашаны, һүҙ ҡушмаһалар бер нөктәгә төбәлеп тик ултырыр ине. Ауыл халҡы кәңәшләшеп Ҡасимдың балаларын юллап
балалар йортона тапшырғайны. Балаларҙы ҡайҙалыр оҙатҡан булып сыҡтылар. Бер ниндәй ҙә документта юҡ, бер кем дә белмәй. Балалар йортонда эвакуацияға килеп эшләгән хеҙмәткәрҙәр, һуғыш бөтөү менән тыуған яҡтарына таралышып ҡайтып бөткәндәр. Ваҡыты менән яңылышып киткән Ҡасимды әллә нисә тапҡыр госпиталгә һалып ҡаранылар, ҡасып ҡайтты. Ғәриптәр йортона тапшырғайнылар унан да ҡасты. Эҙләп тә йөрөмәнеләр, ил тулы ғәриптәр. Ҡайһы береһен эҙләп бөтһөндәр инде. Ҡасим балаларын эҙләп ил гиҙҙе. Ауырымаған сағында һин дә мин, ауырыһа ныҡ яңылыша. Әле бына ауырымаған сағы. Йөҙ саҡрымда ғы ауылда балалар йортонан алынған балалар йәшәй тип әйткәндәр ҙә шунда китеп бара. Бахыр изге йән таба аламы юҡмы инде балаларын, тапһа бәлки ауырыуы ла бөтөр ине, барыһына ла ошо һуғыш ғәйепле", - тип һүҙен бөтөрҙе өләсәйем. Шым ғына килеп ингән әсәйем ишек яңағына башын ҡуйып тауышһыҙ илай ине.
Шул хәлдән һуң ауыл аша нисәмә диуана үтте. Үсекләшеп йөрөмәнем, өләсәйемдән икмәк киҫәге һорап алып уларға бирер инеем. Уларға гел Ҡасим олатай түгелме икән тип ҡараным.
Бер нисә йылдар үткәс, Ҡасим олатай үлем түшәгендә ятҡан өләсәйемдең хәлен белергә килде. Эргәһендә бәһлеүән кәүҙәле ир һәм олатайҙың еңенә йәбешкән бәләкәй генә малай ҙа бар ине...
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: