+15 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Август , 20:00

Ике метр ер

Колхоз тарҡалмаһа, һаман йөрөр ине Нәғимйән майға батҡан фуфайкаһында үҙенең МТМ-һында. Көнө-төнө өйгә ҡайтып инмәү һуҡыр тингә тормаһа ла, өйрәнгән ул шуға. Әллә нимә ҡыйратмаһа ла, ваҡыт үткәрергә бара.

Ике метр ер
Ике метр ер

Ә барлыҡ иптәштәре әллә ҡасан уҡ яҡындағы «гурыт»ҡа олаҡты. Кемеһе – төҙөлөштә, кемеһе заводта эш башлаған ине, үҙгәреш елдәре иҫә башлау менән, ауыл әбейҙәре әйтмешләй, «камерсант» булды ла киттеләр. Тәүҙә урам тирәһендәге, колхоз келәттәре, тимерлеге янындағы ҡалай-фәләнде ташып һатып бөттөләр. Халыҡтан ит, картуф, тире йыйып алып киттеләр. Унан бәләкәй-бәләкәй магазиндар асып, ярыша-ярыша һағыҙ, һыра тәҡдим итергә тотондолар. Әле инде кем нимәгә маһир, шул кәсепте үҫтерә. Ситтән генә ҡарап, көнләшеүенән эстән генә һыҙып йөрөгән, әммә үҙе тота килеп бер нәмә лә хәл итә алмаған Нәғимйәндең бер көн ризаһыҙлыҡ шеше һытылды. Нимә-нимә, яңы техникаға тыныс ҡарай алмай ул. Шул тимер-томор араһында үҫеп, нисек кешенең өр-яңы «тимер ат»ына көнләшмәһен инде!

Теге көн күршеһе Ислам йылтырап торған иномаркала ҡайтып төштө. Элек тә танау сөйөргә ярата ине, хәҙер шыпа маһайған. «Егеттәр, һеҙҙең төшкә лә инмәй бындай машина. Кондишнды тоҡандырып, музыканы ебәреп, майҙа йөҙгәндәй бәүелә-бәүелә киләһең», – тип ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтанды. «Э-эй, әйҙәгеҙ, бер йөрөтөп киләм», – тип тә ебәрҙе. Урамдың түбәнге осона еткәндә Нәғимйән был йәһәннәм тишеге ауылдан китергә хәл иткәйне инде.

Уйын еткерер өсөн ваҡытлыса хужа итеп ҡуйылған етәксегә китте. Ҡалаға китәм тип идараға эштән китергә  ғариза яҙырға килгәс, Мирйән ағай аяҡ тибеп ҡаршы төштө:

– Ҡустым, ҡабаланмаһаңсы. Бында эшләргә кеше ҡалмай бит. Бына тиҙҙән пай ерҙәрен бүлеү башлана. Үҙ өлөшөңдө алырһың да, туғандарыңдыҡын да ҡушып, бәлки, фермер хужалығы ойоштороп ебәрерһегеҙ. Ер эшенә өйрәнгәнһегеҙ. Шул ҡаланың тауыҡ кетәгендәй генә бүлмәһендә нимә ҡарап ятмаҡ кәрәк көн уҙғарып. Уйла.

Нәғимйән хәл иткәйне инде. Ҡасан да бер ул да әҙәм рәтле йәшәргә тейеш тә баһа. Башҡаларҙан ни ере менән кәм? Гәрсә, баҙарҙа ауыр хәҙер, төшөмлө урындар биләнеп бөттө, тиһәләр ҙә. Моғайын да, берәй йүне сығыр. Фәлән-фәлән һауанан да аҡса эшләй белә, тип тә ебәрәләр. Шуға ла һүҙендә ныҡ торҙо:

– Нимәгә миңә һеҙҙең ике метр ерегеҙ! Күпме ошонда йөрөп, йүнле аҡса, ял күргәнем булдымы? Иҫке тракторҙы ремонтлап ғүмерем үтте. Машина алалдыммы, диңгеҙгә баралдыммы? Фермер булыуҙың да файҙаһы бар тиме ни… Кредит алдың да ти «под будущий урожай». Иген уңмаһа, нимәң менән түләрһең? Бурыс иҫәбенә техника-маҙарыңды апкитһәләр, ни бысағыма кәрәгер ул ерең?

Шунан Мирйән ағайҙың «ул диңгеҙ тигәндәрен һеперелеп ҡырҡ йыл эшләгән колхозсыларҙың да күргәне юҡ» тиеүен бүлдереп:

– Бөтөрөнмәгеҙ ул тиклем. Ғәлимйән ағайым ҡала бит. Ул, исмаһам, шәп, – тип өҫтәп ҡуйҙы, йыуатҡандай.

Өйҙә атаһының буран туҙҙырыуынан да ҡурҡманы. Ағаһы менән апайҙары шул «гурыт»ҡа сығып китеп бөткәс, әбейе лә вафат булған Ҡотлобай ҡарт кесе улдарына өмөт бағлағайны шул. Бына нисек хәл иткән был суҡынмышы. Аптырағандан: «Ҡартайған көнөмдә ҡарарһың тип уйлағайным бит әле», – тип кенә ҡуйҙы.

***

Шул китеүенән батты ҡалала Нәғимйән. Тәүҙә йүнсел Ислам күршеһенә уның төҙөлөш кәсебендә ярҙамсы булып йөрөнө. Йомошсо малай халәтендә инде. Был эш сей елкәһенә тейһә лә, һәр нәмәнең төбөнә-айышына төшөргә тырышты. Ситләтеп кенә тегеһен-быныһын белеште, һөнәри серҙәрҙе асыҡланы, клиенттар менән дуҫтарса мөнәсәбәт булдырҙы. Тора-бара Исламдың ышаныслы кешеһенә әүерелде. Аҡсаны ла көрәберәк ала башланы. Ә бер йыл тигәндә, бергә эшләгән бөтәһен дә аптыратып, был фирманан айырылып сыҡты ла үҙ аллы кәсепкә тотондо. Әммә шуның менән бергә Исламдың эшҡыуарлыҡ серҙәрен, күпселек клиенттарын да алып китте. Баҙар мөнәсәбәттәрен яҡшы үҙләштереп, аҡса һанарға, кемде нисек ылыҡтырырға буйтым өйрәнеп алғайны шул.

Ислам был кәсебендә бөлдө. Баҙар ҡанундары бер кемде лә аямай шул. Ул икенсе эш тә асып ҡараны, буғай. Әммә мандыманы, ахыры. Һәр хәлдә исеме башҡаса яңғыраманы. Нәғимйән үҙе лә элекке әшнәләше менән бик ҡыҙыҡһынманы. Уның ҡарауы, уға ҡала килеште. Тәүҙә фырт кейенеп, аҙаҡ еңел машинала ҡайҡайып ҡына ҡайтып төшә башланы. Ауыҙ һыуын ҡоротоп әле бер уңышы, әле икенсеһе менән маҡтанды. Туғандарын йәшәргә өйрәтеп маташты. Яйлап һабаҡташтарын, күрше-күләнен күрмәҫ-танымаҫ булды. Кем әйтмешләй, танауын күккә сөйҙө, сабатаһын түргә элде. Ауылдаштары элекке ҡатҡан фуфайкалы Нәғимйәнде таныманы. Кемдер: «Шәп кеше булдыра инде ул», – тип ҡупайтып та ебәрҙе.

Ә Ғәлимйән атай йортонда йәшәүен, һәүетемсә генә донъя көтөүен белде. Һәүетемсә тиеүем, сөнки шул дөйөм хужалыҡ эшендә йөрөп, бәләгә тарып ҡуйҙы. Тракторы тапап, аяғын зәғифләп китте. Һөйәге селпәрәмә килеп, ғүмерлеккә сатан булып ҡалды. Шулай ҙа өйләнде, өй тултырып балалар үҫтерә. Оҫтаханаһында ҡулынан килгән әйберҙәр яһап һата. Артыҡ байып та китмәй, ас та ултырмай. Башҡа ауыл кешеләре кеүек, юрғанына ҡарап аяғын һуҙырға өйрәнгән.

Күмәкләп шулай көңгөр-ҡаңғыр йәшәп ятҡанда, Ҡотлобай ҡарт түшәккә ятты. Бергә йәшәгән улы менән килене тәрбиәләгәс, был хәл башҡа балалары өсөн ауырлыҡ тыуҙырманы. Әллә ниҙә бер байрамдарҙа ҡайтып, «ни хәл, атай?» тиеүҙән уҙманы уларҙың ҡатнашлығы. Өс йылдан иһә ҡарт баҡыйлыҡҡа күсте. Был турала хәбәр бирелеп, мәрхүмдең төрлө яҡтан ҡыҙҙары, килене, йәғни вафат булған өлкән улының ҡатыны, Нәғимйәненең ғаиләләре ҡайтып та төштө. Ғәлимйән сатанлай-сатанлай ерләү кәрәк-ярағы менән булышып йөрөй ине инде. Бындай мәлдәрҙә була торған ғәҙәти ығы-зығыны иҫәпкә алмағанда, барыһы ла кәрәгенсә башҡарылды. Мәрхүм ҙурлап һуңғы юлға оҙатылды. Аҙна һайын ҡайтып булмай тип, «өсө» һәм «етеһе» бер юлы уҡытылып, аяттан һуң аш ашалып, кеше таралғас, өйҙә Ҡотлобай ҡарттың ейәндәре менән бала-сағаһы ғына ҡалды.

Байтаҡ ҡалала йәшәп, кеше араһында телмәр тоторға өйрәнгән Нәғимйән дилбегәне үҙ ҡулына алып, тикшереләсәк мәсьәләнең етди икәнен белдереп ҡаты ғына итеп тамаҡ ҡырҙы ла һүҙ башланы:

– Ней… Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалмайһың. Атай вафат инде, ауыр тупрағы еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын, – тип, ғәҙәттә, бындай осраҡта һөйләнәсәк һүҙҙәрҙе теҙҙе. – Васыятнамә ҡалмаған, шикелле, һүҙ ишетелгәне юҡ. Шулай ҙа кем йорт-мөлкәткә хужа буласаҡ – шул хаҡта һөйләшергә кәрәк…

Өҫтәл йыйыштырып йөрөгән төп йортта йәшәүсе килендең ҡулынан ҡалаҡ-сәнскеләре иҙәнгә төшөп китеп, тырым-тырағай һибелде. Шул тауышҡа барыһы ла тертләп ҡуйҙы.

– Уның нимәһен һөйләшергә? Атай мәрхүмде һис уфтанмай ҡараған Ғәлимйәнгә тейеш инде был өй, – тине оло апайҙары.

Кесеһе лә:

– Эйе шул, бергә йәшәп, хужалыҡты төҙәтеп-йүнәтеп, тәртиптә тотҡан ҡусты менән киленгә, – тип йөпләне.

– Балалары ошонда тыуып, буй еткереп килә. Уларҙың башҡа барыр урындары юҡ бит, – тине өлкән килен дә.

Нәғимйән ниҙер әйтергә тип уҡталды ла туҡтап ҡалды. Тынлыҡ урынлашҡас, бөтәһе лә һөйләшеүгә нөктә ҡуйылды тип аңланы. Өркә-өркә генә иҙәндән ҡалаҡ-сәнске сүпләгән киленгә йән инде. Ул, эшен тамамлап, шым ғына аш бүлмәһенә сығып китте. Туғандар, аталарының ҡырҡын уҡытҡансы тип, йылы ғына хушлашты.

Айҙан ашыу ваҡыт уҙҙы. Төп йортта тағы аят уҡытырға әҙерләнделәр. Һарыҡ салынды, мулла саҡырылды. Хужа ихата тирәһен йыйыштырҙы, хужабикә усаҡ тирәләй бөтөрөлдө. Бала-сағаларына ла йомош табылып ҡына торҙо. Билдәләнгән көндө йорт алдына еңел машиналар килеп тулды. Ҡотлобай ҡарттың балалары, ейәндәре ҡайтып төштө. Йола, ғәҙәттәгесә, еренә еткереп атҡарылды. Кискә ҡарай сит кешеләр таралды.

***

Нәғимйән атаһын ерләп ҡайтҡандан һуң йән тыныслығын юғалтты. Тыштан ғына башҡаларға ҡушылып «Ғәлимйәнгә» тип ултырһа ла, эстән бының менән бөтөнләй риза түгел ине ул. Эсен нәфсе ҡорто кимерҙе. Ҡалала йәшәп, аҡса һанарға, килем алырға яҡшы өйрәнгәйне ул. Закон буйынса, васыятнамә булмағас, мөлкәт бөтә балаларға ла тигеҙ бүленә лә баһа! Атаһының өйө яландай булмаһа ла, һәр береһенә ун квадрат метрҙан ашыу тейә. Ә ҡалала шунсама майҙан ярты миллион һумдан ашыу тора бөгөн! Ни өсөн ул кемдер файҙаһына үҙ өлөшөнән баш тартырға тейеш? Хәҙерге заманда ҡалаға яҡын ауыл өйөнөң баһаһы артты. Башы эшләгән барлыҡ байҙар ҡала ситендә үҙ йорттары менән йәшәй. Башҡалары ла эш аҙнаһын таш диуарҙар араһында үткәрә лә ял йә отпуск етеү менән тәбиғәткә яҡыныраҡ урынға ашыға. Шул рәүешле тәнен-йәнен яҙа, башын елләтә.

Юҡ, һәр кемдән үҙ өлөшөн бүлдертеп алдыртырға ла, хаҡын түләп, үҙенә хужа булырға! Барыбер берәүһенә лә мөлкәт өлөш көйөнсә кәрәкмәй, һатыуҙы отошло күрәсәктәр. Тик бына башҡаларҙы быға нисек ризалатырға? Апайҙарын, еңгәһен. Ә Ғәлимйәнгә әйтеп тә тормаҫ, риза булһа ла, булмаһа ла, уға шул үҙенең өлөшө генә тейәсәк. Бүтәндәрҙекен һатып алырға көсөнән килмәйәсәк. Шунан, ҡайҙа барһын, үҙенекен дә уға һатырға мәжбүр буласаҡ. Шулай уйлап, Нәғимйән план ҡорорға ултырҙы. Ваҡыт бар әле.

Иң беренсе өлкән апайына шылтыратты. Хәл-әхүәлдәрен белеште. Кинйә улдарының уҡыуын тамамлауын белә ине, нимә менән шөғөлләнергә уйлауын һорашты. Илке-һалҡы ғына йөрөп, мәктәпте этеп-төртөп кенә бөтөргән малайҙары иң ауыртҡан ерҙәре булғас, апайы иллә тоҡанып китте:

– Аптыралған инде! Ней, эш рәте белмәй, ней, уҡыуға барымы юҡ. Армияға ғына китеп барыр ине, ҡурҡмай унда нисек ебәрәһең күҙ нурыңды?! Йә ғәрип булып, йә бөтөнләй цинк табутта ҡайтып төшәләр бит, и-и-и, туғанҡайым…

Нәғимйән апайының ҡурҡыуынан файҙаланырға булды:

– Ҡуй, бөтөрөнмә улай. Шул әрмегә барып, ир булып ҡайта бит егеттәр. Уҡыуға булмаһа ла, эшкә ярар шунан…

Уға һөйләп бөтөргә лә ирек бирмәнеләр:

– Юҡ-юҡ! Түлке мәйетем аша! Күрәләтә үлемгә ебәрергә артыҡ балам барҙыр шул минең!

Сәбәләнгән апайының хәҙер күп, әммә юҡ хәбәр һөйләрен белгән Нәғимйән уны бүлдерә һалды.

– Ярай, улай булғас, берәй эшкә өйрәтәһе генә ҡала инде ҡустыны… – тине лә оҙон пауза яһаны. Апайы шунда уҡ эләктереп тә алды:

– Әллә үҙеңә генә алаһың да ҡуяһыңмы шул бизделникте, ҡустым? Һин бизнес-фәләндә рәт беләһең, берәй нимәгә ярар ине әле шунда.

Нәғимйән битараф ҡыланып һуҙҙы:

– Әлләсе… Ул малайҙан рәт сығырмы икән һуң, ай-һай? Бигерәк ыҙаланырға тура килмәгәйе. Холҡон үҙең беләһең.

Әммә апайы был һаламға ныҡлы йәбешкәйне инде. Төпсөк балаһынан зар-интизар булып, ҡайҙа урынлаштырырға белмәй аптыранған әсәй өсөн ошонан да ҡулайыраҡ әмәл күренмәне.

– Ал инде улымды яныңа! Мәңге бурыслы булырмын үҙеңә! – тигән һүҙҙәрҙе ишеткән Нәғимйән эстән генә еңел һуланы. Ниһайәт, бер мәшәҡәте хәл ителә, буғай. Шулай ҙа һаман инәлтеп кенә яуапланы:

– Белмәйем-белмәйем, апай. Һынамаҡҡа ғына алып ҡарайым. Ул-был яҙығы булыу менән кире үҙеңә оҙатасаҡмын!

Шулай килешеп хушлаштылар. Апайы башкөллө бөтәһенә лә риза булды. Ир хәҙер инде бәләкәй апайының йомшаҡ яҡтарын, хәстәр-хәсрәттәрен барлай башланы. Уныһы бигерәк һере кеше инде. Үҙ йүнен үҙе күреп, үҙ һүҙен һүҙ итеп йәшәргә күнеккән. Арҡаланыр ире лә шәп шул. Икәүһе лә ҡаты сәтләүек, кем әйтмешләй. Һындырып булырмы икән? Ҡапыл ғына башына бер йүнле уй ҙа килмәй торҙо. Шулай аҙна-ун көн үтте. Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, мәсьәлә һис көтөлмәгәнсә хәл ителде. Кесе апайы бер мәл үҙе шылтыратты. Телефонды алыу менән уның һис булмағанса борсоулы тауышы яңғыраны:

– Нәғимйән! Еҙнәң бәләгә тарыны! Машинаһында аварияға осраны. Ҡаршы машинаны бәрҙертте, кешеләре ауыр хәлдә балниста. Ярҙам ит! Аҡса биреп тор! Һинең бар бит.

Ҡаушап ҡалған Нәғимйән «ярар» тип ауыҙын асҡан ерҙән кире япты. Шул бер нисә секунд эсендә башынан мең төрлө уй үтеп, иң йәтеше зиһенен биләп тә алды.

– Буш аҡсам юҡ шул, апай. Бөтәһе лә әйләнештә йөрөй. Үҙең беләһең, тик ятһа, аҡса күбәймәй, – тип алданы күҙ ҙә йоммай. Башҡа ваҡытта ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә һиҙгән апайы ҡустыһының тауышында бер үҙгәреш тә самаламаны. Ысынлап та, уның ҡайғыһы юҡ ине, бәлә алҡымдан алғайны. Иламһырап:

– Тап инде нисек тә. Таныш-фәләнеңдән һорап тор. Яйлап ҡайтарырбыҙ, – тип үтенде.

– Ярай, һораштырып ҡарармын. Тик хәҙер дуҫтар ҙа билдәле ваҡытҡа, процентҡа ғына бирә торған, – Нәғимйән хаҡты ҡайырҙы. Ул аҡса биреп торасағын да, аҙаҡ уны нисек итеп ҡайтарып аласағын да белә ине инде. Апайы менән һөйләшеп бөткәс, ҡәнәғәт ҡиәфәттә усын усҡа ыуып алды. Хәҙер инде еңгәһе менән «сауҙалашырға» ғына ҡалды. Бында ниндәй хәйлә-сәбәп эҙләргә булыр? Оҙаҡ уйланды. Ағай үлгәс, еңгә сит кеше менән бер хәҙер. Бер нисек тә баҫым яһап булмай. Күптән инде үҙ донъяһы менән йәшәй ул. Әле лә ҡайныһы үлгәнгә генә килеп етте. Ни тиһәң дә, бер бөртөк ҡыҙының олатаһы. Ҡыҙының… Ҡыҙының! Бына хәйлә-сәбәп тә эҙләп торорға кәрәкмәй! Ул бит ошоға бәйле уларҙың ғаилә серен белгән берҙән-бер кеше! Ипләп кенә шул серҙе донъяға фашлау ихтималы тураһында иҫкәртһә, еңгәһе үҙ өлөшөнән уның файҙаһына баш тартҡанын һиҙмәй ҙә ҡалыр. Дөрөҫөн әйткәндә, еңгәһе ул өлөшкә дәғүә лә итергә тейеш түгел. Эйе-эйе. Сөнки Фирүзәләре үҙ ҡыҙҙары түгел.

Оҙаҡ ҡына балалары булманы ағаһы менән еңгәһенең. Бер мәл, бөтә зат-ырыуҙы ҡыуандырып, килендәре буйға уҙҙы. Әммә шул ваҡытҡа барыһынан ятһынып, бик ҡырағайға әйләнде ул. Һирәк-һаяҡ күрешкәндәрендә әңгәмәләргә ҡыҫылмай, ситтәрәк эсен ҡосаҡлап тик ултырыр ине. Мәле етеп, бала татыу йортонан ҡыуаныслы хәбәр килгәс, ағаһы бер нисә көн «тәпәй йыуҙы». Шуға ла әсә менән бәләкәскә өйгә ҡайтыр ваҡыт еткәс, Нәғимйәнгә өндәштеләр. Ул шатланып барып алырға риза булды. Өсәүһен дә өйҙәренә илтеп ҡуйғас, эше буйынса китте. Күп тә үтмәй, бик борсолоп ағаһы шылтыратты, уның машинаһында ваҡ-төйәк һалынған сумка киткәне тураһында әйтеп, тиҙ генә килтереп биреүен үтенде. Ул сумканы ҡулына алғас, ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, эсенә күҙ һалды. Бәпес әйберҙәре янында бер ҡосаҡ ҡағыҙ күреп, асып ҡараны. Уҡып сыҡҡас, башына һуғып һеңгәҙетелгәндәй булды. Яҙыуҙарҙан күренеүенсә, ағаһы менән еңгәһе бала табыу йортонда ташлап кителгән сабыйҙы ҡыҙлыҡҡа алған булып сыға! Бына нисек! Тимәк, туғыҙ ай буйы улар икәүһенә генә билдәле булған уйынды уйнаған…

Нәғимйән һүҙе менән дә, ҡарашы менән дә был серҙе белеүен белдермәне. Шулай хәл иткәндәр икән, уйлап, килешеп эшләгәндәрҙер, моғайын. Һәр кемдең үҙ ҡиблаһы. Хәйер, серҙе асып һалырға уның хоҡуғы ла юҡ, сөнки уллыҡҡа-ҡыҙлыҡҡа алыу хаҡында хәбәр таратҡан кешене енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙарын да ишеткәне бар.

Бөгөн килеп, шуны аңғартырға булып китте еңгәһенә. Өҫтәүенә, ҡыҙының ун һигеҙе лә тулған, балиғ инде – уға бының өсөн бер нимә лә булмаясаҡ. Ә сер асылһа, ҡыҙы менән мөнәсәбәттәре ҡатмарлашып китеүенән еңгәһе һис һүҙһеҙ шөрләйәсәк.

***

Ҡотлобай ҡарттың балалары тағы үҙҙәре генә ҡалды. Нәғимйән һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа булды. Рәсми тонда, етди генә:

– Йәмәғәт! Һөйләшәһе бар. Әлеге лә баяғы мираҫ тураһында, – тине. Шунан барыһын да өҫтән һөҙөп ҡарап сыҡты. Ҡарашы Ғәлимйән менән уның ҡатынына төштө. Бығаса тыныс күренгән йорт хужаларының йөҙөнә аптыраулы күләгә ятты. Быны күреп, Нәғимйән һуҡ бармағын юғары күтәрҙе:

– Эйе, атайҙан ҡалған мираҫ тураһында. Һәр беребеҙҙең уға хоҡуғы бар. Һәм һәр кем үҙ өлөшөн алырға теләй, шулаймы?

Ғәлимйән, ғәжәпләнеп, тирә-йүнгә күҙ йүгертте: нисек?! Апайҙары ла, өлкән еңгәһе лә күтәрелеп ҡараманы, баштарын эйгән килеш тик ултырҙылар. Шунда ул туғандарының бер һүҙҙән булып һөйләшеп килгәнен һиҙенде, ләкин зиһене ошо минутта йортһоҙ-ниһеҙ ҡалғанын бер ҙә ҡабул итергә теләмәне. Ул бит һис кенә лә былай килеп сығырын уйламаны, ғүмерендә атаһы менән бер ҡасан да мираҫ тураһында һүҙ ҡуҙғатманы, был уй, ғөмүмән, башына ла инеп сыҡманы! Хатта ҡарт ауырып түшәктә ятҡанда ла. Бер туғандарының намыҫһыҙ ҡыланыуҙарын күтәрә алмайынса, ул сатанлай-сатанлай тышҡа атланы. Ҡатыны өнһөҙ генә артынан эйәрҙе.

Иртәгеһенә Ҡотлобай ҡарт балалары район үҙәгенә нотариусҡа мираҫ ҡабул итеп алырға ғариза яҙа барҙы ла, эште тамамлағас, һәр береһе үҙ юлы менән китте. Ҡанун буйынса, алты ай уҙғанын көтәһе бар ине әле. Нәғимйән дә татлы уйҙарға сумып, еңел машинаһында бәүелә-бәүелә ҡалаһына елдерҙе. Тыуған ауылын уҙып китеп барғанда юл ситендә торған кемдеңдер машинаһының тәгәрмәстәре аҫтына тиерлек ташланыуына һиҫкәнеп китеп, әсе итеп һүгенеп ебәреп туҡтарға мәжбүр булды. Төшөп, был тинтәктең яғаһынан алырға яҫҡанғанында ғына уның ауылдағы күршеһе Ислам икәнен абайланы. Әле генә айбарланып уҡталған ир ҡаушап туҡтап ҡалды. Ниңәлер ебене, ҡапылда әйтергә һүҙ тапманы.

– Ниммә-ә-ә… Кеше булдыңмы, ик… Һаман кеше башынан йөррөмәксеһең-ме? – Исламдың теле көрмәлгәненән генә уның иҫерек икәнен абайлап, хәл инде. Тәгәрәтә һуғайым да ҡуяйым тип киҙәнгәнендә кемдер ҡулынан тотоп ҡалды. Аптырап, башын күтәрһә, теге саҡтағы управляющий Мирйән ағай икән. Ҡайҙан килеп сыҡҡандыр. Ауылда йәшәһә, уның йәне әсеп көндәр буйы шулай юл буйҙарындағы элекке колхоз биләмәләрен ҡараштырып-барлап йөрөүен белер ине лә бит…

Нәғимйән, киң күңеллеләнеп, алсаҡ йылмайып ҡулын һуҙҙы. Тик Мирйән ағай ғына теләр-теләмәҫ һаулашты. Ҡаштарын йыйырып, ғәйепләүсе ҡараш ташланы ла:

– Эскән кеше менән булышма, ҡустым, – тине. Шунан йөҙө үҙгәреп бөтөнләй башҡа һүҙ башланы. – Ниңә әҙәм көлдөрөп, атайындың рухын тынысһыҙландырып йөрөйһөгөҙ? Ғәлимйәндең ғаиләһен ҡан илатып, берҙән-бер бөртөк өйөн тартып алырға маташаһығыҙ?

– Берәү ҙә бер кемдән дә тартып алмай. Закон буйынса бүлешәбеҙ генә. Унда йәшәгеһе килһә, беҙҙең өлөштәрҙе һатыр ҙа алыр, – тине Нәғимйән дә яман итеп. Әҙәмсә һөйләшеүгә өмөтләнгән Мирйән ағай ярһып алды ла китте:

– Закон буйынса тиһең инде? Ә намыҫ ҡушыуы буйынса, туғанлыҡ ҡанундары буйынса эш итеп булмай инеме?! Нәфсе ҡолдары! Бер ҡатлы Ғәлимйән һеҙ ташлағанда ла ауылды, атаһын ташламаны, ә бөгөн ыштанһыҙ ҡала. Ауылдың ҡәҙерен белер өсөн ҡалаға һыпыртыр кәрәк инеме ни һеҙгә? Крәҫтиән ҡулдары күрмәй баҫыуҙарҙы сүп-сар баҫып бөткәнен көттөгөҙмө? Иң матур урындар ситтәр ҡулына эләккәс, йоҡоғоҙҙан уяна башланығыҙмы? Иҫләйһеңме, мәлендә «нимәгә миңә һеҙҙең ике метр ерегеҙ» тип эре фәстергәйнең? Хәҙер шул «ике метр» ерҙең баһаһын яҡшы төшөндөңмө инде? Квадрат метрының хаҡын да һанап ҡуйғанһыңдыр әле, ә?

Мирйән ағай сәпкә тура тейҙерҙе. Нәғимйәндең башҡалар күҙ һала алмаҫтай итеп бикләп ҡуйған күңелен, әйтерһең дә, бер ҡыйынлыҡһыҙ асып уҡыны. Нимә тип яуап бирергә лә белмәне ул был юлы. Башы шауланы, битенә ҡан йүгерҙе, алҡымына төйөр ултырҙы. Йәһәт кенә машинаһына сумып, ҡалтыранған ҡулдары менән рулгә йәбеште: «Китергә! Китергә! Тиҙерәк китергә бынан!»

…Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй ҙур тиҙлектә елгән машинаның водителенә үткенселәр баш сайҡап ҡараны. «Вәт, ахмаҡ, ауа бит!» – тип ҡысҡырғандарында ул юлдан сығып осҡайны ине инде. Нәғимйәнде иртәгеһенә тыуған ауылының зыяратына ерләнеләр. Йөҙө ослайып, ҡара янып, бөтөрөнөп киткән Ғәлимйән тағы йүгереп йөрөп кәрәк-яраҡ хәстәрләне. Килендәре өнһөҙ генә өҫтәлгә ҡалаҡ-сәнске теҙҙе. Апайҙары һәм еңгәй ғәйепле йөҙ менән шым ғына ярҙамлашты.

Йыйылған халыҡ «бахыр, йәшләй генә әрәм булды» тип мәрхүмде йәлләне. Мирйән ағай ғына зыяратта ҡәберҙе күмә-күмә үҙ алдына: «Ике метр ер… Ике метр ер», – тип һөйләнде.

Фото: time.kz

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в