+29 °С
Облачно
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Августа 2022, 10:00

Исем ҡушыу

Риф МИФТАХОВ Хикәйә Сәйеттең Сәүиәһе малай тапты. Шалҡандай аҡ йөҙлө, ҡара күҙле малайын ҡатыны менән бала табыу йортонан өйгә алып ҡайтҡан көндө ата кеше, шатлығынан, нимә эшләргә лә белмәне: әле ауылға – ҡәйнә­ләренә шылтыратты, йә күршелә­ренә инеп маҡтанды, ә инде кис етеү­гә ҡайһы бер туған-дуҫтарын өс бүлмәле фатирына саҡырҙы.

Исем ҡушыуИсем ҡушыу
Исем ҡушыу

Аҙыҡ-түлекле өҫтәл артында, әскелтем-сөскөлтөм шыйыҡса­лар йотҡолап, кәйеф-сафа ҡороп кем ултырырға теләмәй. Шуға ла бүләк-күстәнәс­тә­­рен ҡыҫты­рып йүгереп килеп етте­ләр ҙә, өҫтәл әҙерләп тә ҡуйҙылар. Ултырып эс-бауыр­ҙарын еүешлә­тер­гә өлгө­рөр-өлгөр­мәҫтән, телдәре, майлан­ған йоҙаҡ тиерһең, «келт» итеп асылды ла китте.
…Бына бер саҡ мәсьәлә малай­ға исем табыуға ла килеп етте. Уларҙың ниндәйе генә әйтелмә­не. Малайын тапҡас, исемен генә табырҙар, быны­һы хужаларҙың эше, тик ул мотлаҡ мо­солман­дыҡы булырға тейеш, ти­гән фекергә килеп, һүҙ икенсегә күс­те тигәндә генә, бығаса өндәшмә­йерәк ултырған Гәрәй:
– Туҡтағыҙ әле, әфәнделәр, ашыҡ­мағыҙ, мәсьәлә бик етди, – тине. – Беҙ бында ла ярҙам итергә тейеш.
– Беҙгә оҡшағандарын әйттек бит инде, нисек ярҙам итәһең, хужалар оҡшатмағас, – тип, Хөрмәт ҡаршы то­роп ҡарағайны, Гәрәй ныҡ торҙо.
– Оҡ-ша-тыр-ҙар, – тине ул һуҙып, – улар оҡшатмаһа, беҙҙең хужа оҡ­шатыр.
– Причём бында хужа?! – тигән аптырауға ла Гәрәйҙең яуабы әҙер ине:
– Притом, – тине ул, ауыҙын­дағы аҙығын шартлатып сәйнәй-сәйнәй, – уның исемен ҡушырға кәрәк!
– Ярлыҡап, типме?! – Был ғәжәп­ләнеү бер нисә кешенең ауыҙынан бер юлы сыҡты. Улар араһында ма­лайҙың атаһы Сәйеттең тауышы ла бар ине. Әсә кеше Гәрәйгә, ауыҙын асып, күҙҙәрен текләне. Ә ул дауам итте:
– Исеме Ярлыҡап булһа ла, белә­һегеҙ, ул үҙе лә, хужалығы ла бай. Баш ҡаланың иң билдәле коммерсанты. Беҙ уның ҡолдары ғына…
– Ҡулға аҡса төшкәс, әллә кемдәр булмағайыҡ…
– Мешать итмәгеҙ, әйтеп бө­тәйем. Ярлыҡап Шаһисолта­нович үҙен ныҡ ярата, маҡтаһаң, дан­лаһаң, үлә лә китә. Уның хөрмә­тенә ҡуштыҡ ти­һәк…
– Дөрөҫ әйтә Гәрәй, – тип сәрел­дәне ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер тауыш.
– Ысынлап та. Шәп идея бит был! – тип хупланы Хөрмәт.
Уның һайын Гәрәй фекерен дәлил­ләне:
– Минең исемем бәләкәй саҡта Ба­тыргәрәй булған. Баш бухгалтер булып эшләгән атайым был исемде колхоз рәйесе хөр­мәтенә ҡуштырған. Батыр­гәрәй ағайға атайым был хаҡта әйткәс, ул уға әллә күпме иген, ит, яңы йорт һа­лырға буралыҡ ағас, таҡталар бир­гән… Батыргәрәй булып ауылда ғына йөрөнөм дә, ҡалаға килгәс «батыр»ын алдым да ырғыт­тым. Паспортта ла үҙ­гәрттерҙем. Бер ҙә ҡурҡаҡҡа әүерелмә­нем…
Бөтәһе лә Гәрәйҙе хуплап шаулашты.
– Ну баш, ну идея! – тине лә кемдер, баш өҫтөнә рюмкаһын күтәрҙе. – Әйҙә, шуның өсөн түңкәрәйек!
Сәйет менән Сәүиә лә, хуплау­ҙарын аңлатып, йылмайышып ҡуйҙы­лар.
Оҙаҡламай, уңайлы мәлен тап килтереп, Сәйет хужа янына барып инде. Ул ниндәйҙер ҡағыҙ­ҙар менән мәш ки­леп ултыра ине.
– Йә, хәлдәр нисек? – тип һораны ул. Сәйет, йөҙөнә ҡыуа­ныс билдә­лә­ре сығарып:
– Малай тыуҙы, малай, Яр­лыҡап Ша­һисолтанович! – тине.
Хужа, күрешергә ҡулын һуҙып ҡот­ла­ны ла, Сәйеткә күтәрелеп ҡараны:
– Һәйбәт, һәйбәт. Исем ҡушты­ғыҙмы әле?
– Ҡуштыҡ, Ярлыҡап Шаһисол­тано­вич!
– Кем тинегеҙ инде?
– Һеҙҙең исемде ҡуштыҡ, Ярлыҡап Ша­һи…
– Минекен?!
– Эйе, һеҙҙекен, һеҙҙең хөр­мәткә…
– Бәй, бәй… – Хужа бер аҙға ап­ты­ра­быраҡ торҙо ла яңынан телгә килде. – Ярай, рәхмәт, насар исем түгел ул. Эш исемдә генәме ни, бала һәйбәт, аҡыл­лы булып үҫһен.
– Тик бала, Ярлыҡап Шаһисол­та­нович, яңы проблемалар ҙа тыуҙыра бит әле. Матди яҡтан бер аҙ ярҙамһыҙ бик ауыр була­саҡ…
– Аңлайым, аңлайым, ярҙам итерҙәр, унлыҡ ҡына предприя­тиеның хәле булыр. Тик быны икенсе хужа менән хәл итәһегеҙ инде. Һеҙгә иртәгә үк икенсе хужа киләсәк…
– Ә һеҙ?..
– Әлегә билдәһеҙ… Муйыны булһа, ҡамыты табылыр…
Был көндө Сәйет, ныҡ ҡына тө­шө­рөп, һуң ғына ҡайтты. Ҡатынына ба­ры­һын да һөйләп бирҙе. Икәүләп оҙаҡ ҡына тарт­ҡылаша торғас, хужаны көтөр­гә, малайға уның исемен ҡушыр­ға булдылар…

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас