Мәктәптә уҡығанда ла тәҙрә эргәһендәге партаны һайланы. Күңеленән ҡаршылағы өйҙәрҙең тышҡы һәм эске һыҙымдарын «һыҙҙы», уларҙы бүлмәләргә «бүлеп» бөтөрҙө, оҡшамағандарын яңынан «төҙөнө».
Уға бигерәк тә урамда ҡояш нурҙары уйнаған көндәр оҡшай ине, күкте һоро болот ҡаплап алған мәлдәрҙең дә яҡты яғын ғына күрҙе.
Юғары кластарҙа уҡығанда ауылдашы Мәҙинәгә күҙе төштө. Ул урамдан үтеп киткәндә, һоҡланып, күҙҙән юғалғансы тәҙрә аша ҡарап ҡала торған булды. Бер аҙҙан осраша башланылар. Һөйгәнен иркәләгәндә:
– Тәҙрәләге ҡояшым һин минең! – ти торғайны күңелендә һәр саҡ сағыу яҡтылыҡ менән тулған аяҙ көн йөрөткән егет.
Урта мәктәпте бөтөргәс, икеһе лә Өфөлә институт тамамланы. Мәснәүи архитектор булды, Мәҙинә – тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы. Бер йыл эшләп, бер аҙ аҡса һәм аҙмы-күпме тормош тәжрибәһе туплағас, өйләнештеләр.
Йылдар үтте. Бер ҡыҙҙары һәм бер улдары үҫеп килә хәҙер. Көндәр бер-береһен ҡабатламаһа ла, бер төрлөрәк булып алышына торҙо.
Сираттағы бер ял көнө ине. Мәснәүи өҫтәл артында һыҙымдары менән булашып оҙаҡ ҡына ултырҙы. Мәҙинә, кер йыуып, кибергә элгәс, тәҙрә төбөндәге гөлдәргә һыу һибергә килде.
Оҙағыраҡ булашты, ахыры.
– Кит, тәҙрәнән ҡояшты ҡаплама! – тип ҡысҡырҙы ире бисәһенә. – Һыҙымдарымдың иң нескә урындарына күләгә төшөрәһең.
Бисәһе, үпкәләп:
– Элек миңә һәр саҡ, тәҙрәләге ҡояш, ти торғайның. Хәҙер күләгә яһаусы болот булдыммы инде?! – тине.
«Әллә уйымды һиҙгән инде?» – тип эсенән генә мығырҙап ҡуйҙы Мәснәүи. Бисәһенең гел балҡып торған йөҙө һуңғы йылдарҙа ҡуйы һоро болоттай ҡараңғылана башланы. Асыуҙан күҙ-ҡаштары емерелгән битенән ҡайһы саҡ йәшен йәшнәп китер кеүек тойола. Сәбәптәре билдәле инде: йә эсеп ҡайтҡанһың тип йөҙөн һыта, йә һауыт-һабаны йыуып ҡуй тип бәйләнә, йә иҙәнде һепереп, улай ғына ла түгел, йыуып алырға бойороп булаша. Эшем бөтмәҫ-төкәнмәҫ, ярҙам итһәң ни була, тип йәненә тейә. Ниндәй ирҙең ҡатын-ҡыҙ эшенә ҡулын тығаһы килһен инде. Шуға ла «ҡояш» һүҙен инде онотоп, эсенән генә «ҡуйырған ҡара болот» тип атай башлағайны Мәҙинәне Мәснәүи.
Асыуланышырға һис тә теләге булмаған ир:
– Артың менән баҫҡайның да баһа, бисә, мин бит һинең йөҙөңдө ҡояшҡа тиңләйем! – тип ҡотолдо.
Шул һүҙҙәрҙән һуң өс тәүлек ҡолағы тыныс булды Мәснәүиҙең. Мәҙинә йорт эштәрен тауыш-тынһыҙ ғына башҡарҙы, иренең ҡыйыш тейәп ҡайтҡанына ла күҙҙәрен йомдо. Теүәл өс тәүлек…
Фото: center-isv.com