+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Август 2022, 16:00

Һандуғасмы, ен-бәрейме?

Риф МИФТАХОВ (Уймаҡ хикәйә) – Ҡәҙерле Ҡәҙриәм, бәғеркәйем, берҙән-берем, кил әле яныма, кил инде, һөйөклө бисәкәйем…

Һандуғасмы, ен-бәрейме?
Һандуғасмы, ен-бәрейме?

Дәүли ҡатыны түр яҡтан ғына ҡыс­ҡырҙы:
– Етте! Һиңә бисә түгел, шешә кәрәк! Һин бит бисәгә түгел, шешәгә өйләнгәнһең. Күпме мөмкин шулай йәшәргә?! Балаларҙан, кешеләрҙән оят! Бер тин дә бирмәйем!
– Әле мин һинән шешә һораныммы ни?! Башҡа бер һүҙем бар ине. Эй, Алла, һин дә аңламағас… – Дәүлие­нең ҡалтыранған тауышын ишетеп, йәлләп, Ҡәҙриәһе уның янына сыҡты.
– Ниңә улай тиһең әле, һөйөклөм? Һи­не бит күҙ нурым кеүек күрәм, йыр­­ҙарҙа йырланған һандуғасым бит һин…
– Телеңә һалышма, әйт «башҡа бер һүҙ»­еңде.
– Гүзәл һүҙем – йө­рәгемдә, уларҙы нисек әйтеп бөтәйем… Үл­термә инде, ал да бер шешә…
– Юҡ! – Ҡәҙриәһе сы­ға башлағас:
– Йөҙ грамға булһа ла аҡса бир! – тип ныҡышты Дәүли. Ҡа­тыны өндәш­мәгәс: – Берәй шешәлек һыра­ға бул­һа ла ҡалдыр! – тип инәлде.
Ҡатыны түр яғына инеп үҙ эшенә тотон­ғас, яңынан күренмә­гәс, бер ни килеп сыҡ­маҫын аңлап, баш ауыртыуына түҙә алмай:
– Һин ниндәй һан­дуғас булаһың ти, аҡай­ған күҙле ябалаҡ һин, бер нимә аңла­маған баҡа башлы ен-бәрейе! – тип ҡысҡы­рып ебәрҙе лә, ирен­дәре кипһә лә, ысҡын­дырған һүҙҙәре өсөн һыу барып эсергә лә ҡурҡып, башына одеялын бөркәнде лә бер аҙҙан ғырлап йоҡлап китте.

Фото: YouTube

 

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: