+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Август 2022, 15:00

Күләгә

Зөлфәр ХИСМӘТУЛЛИН (Хикәйә) Һаумы, Мөхәмәтәмин!Минең алдымда урта йәштәр­ҙәге, тәпәш кәүҙә­ле, битен ҡуйы һаҡал баҫҡан ят кеше тора ине.– Ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙе танымайым.

Күләгә
Күләгә

– Ә мин һине бик яҡшы беләм. Атайыңды ла, һине лә.
– Улай булғас, атайымдың танышы-маҙары булғанһығыҙҙыр?
– Юҡ. Атайыңды күреп белмә­йем. Белмәгәнемә лә үкенмә­йем. Насар кеше булған ул.
– Ни эшләп?
– Олатайыңа оҡшаған бул­ғанға.
– Һеҙ минең олатайымды ла беләһегеҙме ни?
– Мин һинең олатайың Ғаб­драх­ман ҡартты ғына түгел, уның атаһы Байымды ла беләм. Истамбулда уҡып ҡайтып, указный мулла булған ул заманында.
– Ҡайҙан беләһегеҙ һеҙ бы­лар­ҙы? – тип һораным, аптырап.
– Мин бөтәһен дә беләм.
– Бөтәһен дә белмәйһегеҙ, – тип ҡаршы төштөм. – Минең турала кемдәндер һорашып бел­гәнһегеҙ ҙә, шуның менән ша­пырынаһығыҙ. Минең әсә­йем, өләсәйем, уның әсәһе тураһын­да беләһегеҙме? Бел­мәйһегеҙ бит.
– Беләм, – тине теге, ышаныслы тауыш менән.
– Ҡыҙыҡ икән, – тинем мин, ни­мә әйтергә белмәй.
– Нимәһе ҡыҙыҡ булһын. Гөл­синә әбей – һинең өләсәйеңдең әсәһе, ҡартайған көнөндә балаларын ҡалдырып, үҙенең тыу­ған иленә ҡайтып китә. Ә Байым ҡарт, ул киткәс, алтмыш биш йәшендә, ун һигеҙ йәшлек ҡыҙ­ҙы йәш бисә итеп ала.
– Белмәйем, – тинем мин. – Ул турала ишеткәнем юҡ ине.
– Бөтә хикмәт тә шунда. Һин хатта үҙеңден тыуған көнөңдө лә белмәйһең бит.
– Ни эшләп белмәйем? Ун алтынсы ғинуар.
– Алдашма! Ун алтынсы де­кабрҙә тыуғанһың. Шуның арҡа­һында бер йәшкә кесе булып йө­рөйһөң. Шуның арҡаһында ар­мия­ға ла бер йылға һуңлап барҙың.
– Булмаҫ, – тинем мин.
– Булған шул инде. Әсәйең дә йәшен кәметеп йөрөй. Ата­йың­дан оло бит ул.
Мин ул һөйләгән нәмәләрҙең береһен дә белмәй инем. Минең атай-әсәйем тураһында шулай һөйләргә ни хаҡы бар уның?!
– Ҡайҙан беләһегеҙ быларҙы? – тип hораным мин тағы ла.
– Күпте белһәң, тиҙ ҡартайыр­һың, – ул йәмһеҙ итеп шарҡыл­дап көлөп ҡуйҙы. – Ә һин үҙең дә ата-бабаларың эҙенән ба­ра­һың бит. Әхлаҡ яғынан боҙоҡ кешеһең. Ҡатыныңды санато­рий­ға ебәреп, бисәләр менән буталып йөрөнөң.
– Алдашаһығыҙ, – тинем мин ҡырт ҡына.
– Алдашмайым, – тине теге. – Егерменсе август көнө ине. Һин хөкүмәттең кис араҡы һатыу тураһындағы ҡарарын тупаҫ бо­ҙоп, таныш һатыусынан араҡы ба­рып алдың. Унан туғыҙ сәғәт егерме минутта Шишмә поезына ултырып урманға киттегеҙ.
– Балдыҙ менән баҡсаға бар­ҙым.
– Вилданова Фәриҙә ни эшләп һинең балдыҙың булһын? Уның Ғәләүетдинов Фәнил исемле үҙ еҙнәһе бар.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, мин шарт­ларҙай булдым.
Етте! Бер нәмә лә белмәй­һе­геҙ һеҙ! Белгән булып ҡылана­һығыҙ.
– Бөтәһен дә беләм!
– Минең ауырлығымды белә­һе­геҙ­ме? Оҙонлоғомдо ла бел­мәй­һегеҙ.
Теге әҙәм миңә һынаулы ҡа­раш ташлап алды ла кеҫәһенән эт теле тиклем генә блокнот килтереп сығарҙы.
– Ауырлығыңды ла әйтергә мөмкин. Үткән йыл һин етмеш биш килограмм да ике йөҙ илле грамм булғанһың.
– Белмәйем, минең бер ва­ҡыт­та ла үлсәнгәнем юҡ.
– Ниңә булмаһын. Санато­рийға барғанда үлсәнгәнһең. Ә унан бер йыл элек һин теп-теүәл етмеш дүрт килограмм булған­һың. Бер йыл эсендә бер килоға артҡанһың. Тикмәгә генә түгел был. Тимәк, элеккегә ҡарағанда яҡшыраҡ йәшәү сығанағы тап­ҡанһың.
Минең арҡамдан ток йүгерҙе.
– Зөһрә ханымды күреп һөй­ләшәһе бар әле. Балдыҙҙарың ишәйеп китмәһен өсөн һинең мажараларыңды уның ҡолағына тишеп ҡуйырға кәрәк.
– Туҡтағыҙ әле, ҡатыныма уны һөйләп һеҙгә ни файҙа? – тинем мин ҡалтыранған тауыш менән. – Бәлки...
– Нимә, бәлки? Һин минән «бәлки» менән ҡотола алмаясаҡ­һың. Беренсенән, һин үҙеңдең таныш управляющийың ярҙа­мын­да мине база мөдире итеп урынлаштырасаҡһың. Икенсе­нән, Зөһрә ханым минең ҡыҙы­ма институтҡа керергә ярҙам итһен. Ә Фәриҙә “балдыҙың” ми­ңә һыуытҡыс алып бирһен. Дүртен­сенән…
– Бына быны күрәһегеҙме? – тинем мин йоҙроҡ күрһәтеп, һәм китергә йыйындым.
– Туҡта, мин һиңә, атайыңдың колхозға кергәс, һыйырын һу­йып ашауы тураһында һөйлә­мәнем бит әле, – тине ул, ҡу­лым­дан тотоп.
Мин тиҙерәк был кеше эргә­һенән китергә ашыҡтым. Теге иһә, туҡтауһыҙ лығырҙап, күләгә шикелле минең артымдан оҙаҡ ҡына эйәрәп килде. Ләкин барыбер уны тыңламауымды аң­лап, ҡарасҡыға әйләнде һәм тиҙ­ҙән бөтөнләй күҙҙән юғал­ды...

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: