-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Август 2022, 20:00

Бур Бибинур

Бибинур инәй элеккене һөйләй башлаһа, асҡан ауыҙыңды ябырға онотаһың инде. Талғын аҡҡан таҙа йылға кеүек ағыла уның хәбәре. Тыныс, һалмаҡ тауыш менән мауыҡтырғыс итеп һөйләй белә инәй. Зарланмай, кемделер ғәйепләмәй аяныслы яҙмышы өсөн. Һәр бер тарихы бер ултырып һөйләшкәндә тамамланырлыҡ итеп оҙон ғүмер юлынан бүлеп алынған уның.

Бур Бибинур
Бур Бибинур

Икенсе ваҡытта иҫ китерлек, таң ҡалып тыңларлыҡ тағы бер ваҡиға бәйән итә инәй. Баҡса янындағы эскәмйәләме, ҡаҙ бәпкәләре көткәндәме, ҡапҡа төбөндәге ҡарын көрәгәндәме (ағас көрәген берәүгә лә бирмәй, үҙе көрәй). Һәр хәтирәһе - ҡорама юрғандағы сағыу ҡорамыш кеүек. Оҙатылып килгәндәге ҡорама юрғанын күреп, хайран булғайным. Күлдәй юрғандың тыш яғы тик ҡораманан ғына тора. Ҡулдан ҡоралған. Ә күбеүе ҡандай! Эске яғынеан ғына ҡарап белеп була юрған күбеүселәрҙең элек ниндәй оҫта булғандарын.
Бибинур инәй үҙе лә оҫта ҡорамасы. Хәтирәләренең дә иң матурҙарын, сағыуҙарын ғына сығара ул күңел һандығынан.

БУР БИБИНУР.

- Бала саҡтан ауырлыҡты, юҡсыллыҡты, аслы - туҡлы йәшәүҙе күреп үҫкәс, тормош тигән нәмә шулай булырға тейеш икән, тигәнбеҙҙер, күрәһең. Әсәйҙең һүҙҙәре ғүмерҙә лә оноторлоҡ түгел:
- Туймаһағыҙ ҙа, астан үлмәҫлек булды, - ти торғайны тамаҡ ялғап, әпәр итһәк.

Ашауҙыҡ*(ашъяулыҡ) тирәләй түңәрәп ултырғанбыҙ, тороп китәһе килмәй. Бөттө ләме ни?... Их. .. Тағы ла һис юғы бармаҡ башындай ғына көлсә бүлеп бирһә ине әсәкәй... Ҡурмас еҫе генә сығып бешкән көлсә мурт ҡына була бит ул. Бүленеп кенә тора... МИңә, тегеләрҙән йәшереп кенә булһа ла, усыма йомдорһа ла булыр ине бармаҡ башындай ғына көлсә киҫәген. Улайға китһә, кем арҡаһынада тамаҡ туйҙырып ултыраһығыҙ әле.... Бур Бибинур булып йөрөнөм ошолар өсөн.

...Минең һораулы ҡарашыма Бибинур инәй яуап бирә.
- Зернопулттән иген урҙай торғайным мин. Әсәйем шунда эштәне убырыкы мәлендә. Төшкә тиклем бер барам бәпәй имеҙергә барыу һылтауы менән. Бәләкәй һеңлем атай һуғышҡа киткәс тыуған - ике айлыҡ ҡына. Бер барҙым, ике барҙым. Бер хитырыс (хитрость - хәйлә, йәғни) белеп ҡалдым. Йә, тиген инде. Ике ҡат күлдәк кейәм дә эстәгеһенең итәген түшем тәңгәлендә моҡсай һымаҡ итеп төйнәп алам. Әсәйем Зәйтүнәне имеҙгән арала күлдәк иҙеүенән әлеге моҡсайға бойҙай тултырам. Көнөнә ике барам бит - ике - өс ҡуш устай ашлыҡ ҡайта. Әсәйгә бирелгән нурмыға ҡушып ебәрһәң, буйтым була. Әсәй ҡурмас ҡыҙҙыра ла ағас тирмәндә тартып, көлсә бешерә. Киптерһәң дә тартып була ул тирмәндә, тик ул саҡта выхыты әҙерәк була.(выход, йәғни, әҙерәк сыға.) Ҡурмас бит сиртелеп кенә тора, үҙенән үҙе ярылып. Килелә төйөп өйрә бешереп ашайбыҙ ҡайсаҡ.
Ҡустым Әнүәр менән талашып киткәйнек, теге миңә:
- Бибинур - бур! Бур, бур, Бибинур! - тимәһенме. Ҡоттарым осто. Әсәй -
- Ас ҡалдырһам, белерһең! Икенселәй ауыҙыңды асҡаныңды ишетәмйем әле!!! - тип шыйыҡ сыбыҡ менән бер тартты. Ярамаған ҡылығын ҡустым шундуҡ аңланы.
- Илама, ҡыҙым, алйот бит әле ул.
Бер кистә генә шулай бур Бибинур булып алдым. Һин бел дә мин бел, тигәндәй, шым булдыҡ. Һуғыш ғәйепле инде....

Әсәй ашауҙыҡты мейес көлдөксәһенә ҡағып, бөкләп, урҙаға элде. Ҡағып төшөрөрлөк бер нәмә лә юҡ унда -көлсә валсығы үҙебеҙҙен артмай.
- Туймағыҙ ҙа, үлмәгеҙ ҙә, - ти әсәй.
- Атайығыҙ һуғыштан тере ҡайтһа, туйғансы ашарһығыҙ икмәкте. Теләп йөрөгөҙ, атайыбыҙ ҡайтһын, тип.
Теләмәгән ҡайҙа! Ике һүҙҙең береһе шул!
Атай ҡайтһа, ике һыйырыбыҙ буласаҡ. Хәҙер бит берәү генә. Уның һөтөн, майын, итен әсәй фронт өсөн ыздауайт итеп тора әсәй. Беҙгә ыуыҙы ғына эләгә. Ҡатығы ғына. Әсәй ҡорот эшләй һирәк - һаяҡ. Ҡорот тамаҡты туҡ тота. Имеп кенә йөрөһәң.
Атай ҡайтһа, ул бейә көтәсәк. Һуғыштан алда тотҡандар бит. Утын - бесәнгә
моҡрамағандар* (мохтажлыҡ булмаған) ул саҡта.
Атай ҡайтһа, мунсабыҙҙы ҡалҡытып ултыртыр ине - ыҡҡан, ишеге һөйрәлә, өрлөгөнөң бер осо иҙәндә ята. Йәй ярай һыу инәбеҙ, ҡышын ҡыйын. Бетләп - ҡысыулап китмәҫ өсөн, әсәй беҙҙе ҡаҙанда һыу эҫетеп өйҙә йыуындырып ала. Ҙур таста. Көл тоноғо, әрем һыуы меннән йыуа беҙҙе. Сәсебеҙҙе йәйҙән алып ҡалған эркет һыуы менән йыуа. Беребеҙҙе йыуындырғанда ҡалғандарыбыҙ күҙҙәрҙе ус менән ҡаплап ултырабыҙ. Мин шулай ҙа Әхирә ҡустымдың бөстәләй генәһен бармаҡ аша күреп ҡалдым әле бер - буйтым алһыуланып киткән булған... Һаман да күҙ алдында тора. (Бибинур инәй, шаян йылмайып, миңә ҡарап ала.)
Һуғыш бөтһә, атай ҡайтһа, тип йәшәнек тә йәшәнек. Теләнек тә теләнек.
Атайыбыҙ ҡайтманы ла ҡуйҙы. Ә беҙ атайһыҙлыҡҡа өйрәнгәйнек инде. Беҙгә ярай әсәй булды, етемлекте белгермәҫкә тырышты. Хәҙер уйлайым : ул үҙе ҡала итте икән анау ауыр саҡтарҙа? Ирһеҙ етемлек тә ай - һай әсе булғандыр бит... Бер өй эсендә биш етем. Атайһыҙҙар - дүртәү, ирһеҙ етем - берәү.
Әсәкәйем... Үҙе өсөн беҙҙән теләк теләткәндер әсәкәйем. Гонаһһыҙ балаларҙың теләге ҡабул булыр, тигәндер.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: