Ул килеп ингәндә, дискотека үтәсәк зал халыҡ менән шығырым тулы ине. ҡаланан ҡайтыусылар ҙа байтаҡ. Мәктәп уҡыусылары ла мыжғып йөрөй. «Ярай әле кеше күп, − тип уйланы ул. – Халыҡ араһында күренеп тормайһың. Оялыуың-тартыныуың кәмей».
Әминә ишек эргәһендәге эскәмйәгә ултырҙы ла бейеүселәрҙе күҙәтә башланы. Әммә уға үҙ донъяһына сумып оҙаҡ ултырырға тура килмәне. Көтмәгәндә бер егет алдына килеп баҫты ла, бейергә саҡырҙы. Үҙенән бер баҫҡысҡа өлкән синыфта уҡыған Айрат икән. Ҡыҙ юғалып ҡалды. Тирә-яғына ҡаранды. Тулҡынланыуын йәшерергә тырышып:
− Юҡ, юҡ. Мин ҡарап ҡына ултырырға килдем, − тине. Үҙе урынынан ҡалҡынды ла, нимәнелер иҫенә төшөргәндәй, ҡабат ултырҙы. Ә Айрат китергә уйламаны ла. ҡыҙҙың алдында йылмайып баҫып тора бирҙе. Әминә, әллә Айратҡа, әллә йөрәгенә буйһоноп, урынынан торҙо. Тәүҙә ышанысһыҙыраҡ бейеһә лә, тора-бара ҡыйыуланып китте. Дәртлерәк, күңеллерәк баҫа башланы. Хатта бейеү туҡтамаһын, Айрат янынан китеп бармаһын, тигән уй ҙа башынан йүгереп үтте. Уңайһыҙланды. Әммә һиҙҙермәне. Музыка тынғас, Айрат уны урынына тиклем оҙата килде лә, эргәһенә ултырҙы. Әминә үҙен икәүгә әйләнгәндәй хис итте. Әйтерһең дә, Айрат менән улар игеҙәктәр.
***
Үҙенең ҡапыл ғына үҙгәреп китеүенә Әминә аптыраны. Айрат менән дискотекала бейегәндән һуң үҙен өлкәнәйеп, олпатланып киткәндәй тойҙо. Бейегеһе килеп тик торасы. Бейеү түңәрәгенә лә яҙылды. Телевизорҙан бер бейеүҙе ҡалдырмай ҡарай. Хатта мәктәптән һуң хореография училищеһына уҡырға барырға уйлап йөрөй. Бейеүгә хөрмәте артыуын ул Айраттан күрә. Әгәр ҙә теге ваҡыт саҡырмаһа, дискотеканан бейемәй ҙә ҡайтып киткән булыр ине әле. Әминә дискотекаларҙы көтөп ала башланы. Айрат та уны күреп ҡалыу менән эргәһенә килеп етә. Икәүләп бейейҙәр. Әминә уға эҫенеп тә бара инде. Саҡ ҡына күрмәй торһа, юҡһына башлай. Мәктәптә лә уны осратырға, күрергә тырыша. Айрат үҙе лә уның янына ынтылып торған кеүек. Йәштәр үҙҙәренең дуҫлашып китеүҙәрен һиҙмәй ҙә ҡалды. Айраттың дуҫтары ла Әминәнең дуҫтарына әйләнде хәҙер. Мәжит, Рәфҡәт, Хызыр, Вәлит, Ринат – егеттең синыфташтары. Был алты таған, Әминә килеп ҡушылғас, етәү булды. Улар шундай ныҡ дуҫлашып китте, гел генә бергә йөрөйҙәр. Киләсәктә лә айырылмаҫҡа, ғүмерлек дуҫ булып йәшәргә вәғәҙәләшеп ҡуйҙылар. Әминәгә улар менән тыныс та, рәхәт тә. Берҙән-бер ҡыҙ булғанғамы, барыһы ла уны ололап, хөрмәтләп тора. Уларҙың дуҫлығына өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә һоҡлана. Башҡаларға өлгө итеп ҡуялар. Дуҫтарҙың уҡыуы ла, тәртибе лә яҡшы шул. Әминәнең әсәһе лә шатланып бөтә алмай. Дискотекаға йәки башҡа шундай сараға ҡыҙын дуҫтары килеп саҡырһа, шикләнеүһеҙ ебәрә.
Дуҫтарға көнләшеп ҡараусылар ҙа бар. Бигерәк тә ҡыҙҙар араһында. Тик был көнләшеү көнләшеүҙән бигерәк һоҡланыуға оҡшаш. «Их, Әминәнеке кеүек дуҫтарың булһа ине», − тип көрһөнөп ҡуя улар. Әминә менән Айрат араһындағы дуҫлыҡ тора-бара мөхәббәткә әйләнеп китте.
− Бөтәһе өсөн дә бейеүгә рәхмәтлемен, − тине бер көн Әминә дискотеканан ҡайтып килгәндә.
− Ниңә улай тиһең? – тип һораны Айрат, һүҙҙең айышына төшөнмәй.
− Әгәр теге көндө дискотекала бейемәһәк, әле ят кешеләр кеүек йөрөр ҙә ятыр инек.
Айрат, шаяртырға теләп:
− Юҡ, Әминә, беҙҙең дуҫлашыуыбыҙға аяҡтарыбыҙ сәбәпсе. Аяҡтарыбыҙ булмаһа, бейей алмаҫ инек.
− Атай-әсәйҙәребеҙгә рәхмәт. Улар беҙгә ғүмер бирмәһә, аяҡтарыбыҙ булмаҫ ине, − Әминә шаярыуға шаярыу менән яуап бирҙе. Айрат бирешергә теләмәне.
− Килешәм, − тине ул, − әммә мөхәббәт булмаһа, беҙҙең атай-әсәйҙәр ҙә, ғаиләләр ҙә, тимәк, беҙ ҙә булмаҫ инек. Шулай булғас, нимә сәбәпсе була инде беҙҙең дуҫлашыуыбыҙға? Әминә аңланы, тик өндәшмәне, оялып ситкә ҡараны.
− Мөхәббәт, − тип йомғаҡлап ҡуйҙы һүҙен Айрат.
Был һүҙҙән һуң улар икеһе лә етдиләнеп китте.
***
Һуңғы йылдарҙа Әминәгә ваҡыт элеккегә ҡарағанда тиҙерәк үтә һымаҡ тойола. Бына ул ун беренсе синыфта ла уҡып йөрөй. Дуҫ егеттәре, мәктәпте тамамлап, ҡайһылары юғары уҡыу йорттарына инеп, ҡайһылары әрмегә алынып, таралышып бөттө. Улар менән телефон аша һөйләшеп, йома, шәмбе көндәрендә мәҙәниәт йортонда дискотекала осрашып торһалар ҙа, Әминәгә барыбер ниҙер етмәй. Юҡһына. «Рәхәт ваҡыттар булған икән», − тип уйлай ул, элек көн дә күрешеп йөрөгән саҡтарҙы хәтерләп. Алдағы йомала ла осрашасаҡтар. Тик был осрашыу, бер яҡтан, шатландырһа ла, икенсе яҡтан, эсте бошора. Тағы бер иптәштәре менән оҙаҡ ваҡытҡа айырылышырға торалар. Хызырҙы әрме хеҙмәтенә оҙаталар.
Йомала Хызырҙарҙа йыйылдылар. Егеттең ата-әсәһе матур өҫтәл әҙерләгән. ҡунаҡтар алдында йылмайып, ашап-эсергә өгөтләп, йүгереп йөрөһәләр ҙә, күҙҙәрендә ниндәйҙер бойоҡлоҡ һиҙелә. Уның ҡарауы, Хызырҙың күңеле көр. Айрат менән Әминәнең уртаһына ултырып алған да, әле береһенә, әле икенсеһенә боролоп ниҙер һөйләй. Ҡунаҡтар аяҡ өҫтө баҫып Хызырға теләктәр әйтә башланы. Иң тәүҙә атаһы һүҙ алды.
«Мин улымдың әрме йәшенә етеүен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын, − тип башланы ул һүҙен. – Был беҙҙең өсөн шатлыҡ. Хәрби хеҙмәткә саҡырғас, тимәк, уға ышаналар, тимәк, ул һау-сәләмәт».
Унан һуң һүҙҙе Хызырҙың элекке уҡытыусыһы, синыф етәксеһе Ильяс Хәсән улы алды.
«Хызыр бәләкәйҙән әрмене, хәрби хеҙмәтте яратып үҫте. Хәтеремдә, туғыҙынсы синыфта «Мин кем булырға теләйем?» тигән темаға инша яҙҙырғайным. Шунда ул: «Мин үҫкәс, офицер булам. Тыуған илемде, еремде, халҡымды, дуҫтарымды дошмандарҙан һаҡлайым», − тип яҙғайны. Бына бөгөн шул мәл етте. Мин Хызырҙың һәйбәт һалдат, киләсәктә офицер булыуына ышанам», − тип тамамланы һүҙен Ильяс Хәсән улы.
Унан һуң да һөйләүселәр күп булды. Ниһайәт, егеттең үҙенә лә сират етте.
− Бөтәгеҙгә лә рәхмәт һеҙгә, атай, әсәй, уҡытыусым, туған-тыумасаларым, дуҫтарым. Мине ололап, яҡшы теләктәр теләп әрмегә оҙатыуығыҙға. Ысынлап та, Ильяс Хәсән улы әйткәнсә, бөгөнгө көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. Мәктәпте тамамлағас, хәрби училищеға бармай торҙом. Тәүҙә һалдат һурпаһын эсәйем, шунһыҙ яҡшы офицер булып булмаҫ, тип уйланым. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, документтарымды хәрби училищеға тапшырасаҡмын. Әрменән ҡайтҡас, изге бурысымды үтәп ҡайтҡас, күмәкләп тағы ла ошонда осрашырбыҙ әле. Бөгөнгө мәжлестең дауамы буласаҡ. Мин һеҙҙең йөҙөгөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәм, намыҫлы хеҙмәт итермен, − тине лә урынына ултырҙы.
Әминә уның ҡулын ҡыҫты: «Афарин, матур һөйләнең. Мин дә һиңә хеҙмәтеңдә уңыштар, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуыңды теләйем», − тине. Хызырҙың йөҙө тағы ла яҡтырып китте. Ул арала Айрат урынынан күтәрелде.
«Минең бер тәҡдимем бар, − тине ул. − Әйҙәгеҙ күмәкләп Хызырҙың яратҡан йырын йырлап алайыҡ». Шуны ғына көтөп торған һымаҡ, йәштәр «Генерал Шайморатов»ты башлап ебәрҙе. Йырға өлкәндәр ҙә ҡушылды. Был йыр тамамланғас, Хызыр «Не плачь, девчонка»ны һуҙҙы.
***
Мәҙәниәт йортона ингәс, Әминә аптырабыраҡ ҡалды. Уға бында бөгөн нимәлер үҙгәргән, ғәҙәттәгегә оҡшамаған һымаҡ тойолдо. Халыҡ та әҙ. Элекке кеүек геүләшеү, көлөшөү ҙә юҡ. Кешеләр етди, шым ғына ултыра. Музыка ла ишетелмәй. Әминәне күргәс, бөтәһе лә уға ҡараны. «Берәйһен көтәләр, ахырыһы», − тип уйланы ҡыҙ. Яҡындағы эскәмйәгә ултырҙы ла, тирә-яҡтағыларға һораулы ҡараш ташланы.
− Бөгөн дискотека булмай, − тине алдына килеп баҫҡан мәҙәниәт йорто директоры.
− Нишләп?
Директор, көрһөнөп, тәрән итеп тын алды ла, бер ни тиклем паузанан һуң:
− Хызыр үлгән, − тине.
Әминә ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Залдағылар тертләп китте. Ни тиклем урынһыҙ, ғәжәп тойолһа ла был көлкө, улар аңланы. Ҡайһылары башын эйеп, күҙҙәрен йәшерҙе, ҡайһылары ҡулъяулыҡтары менән йәштәрен һөрттө. Ҡапыл башланған көлөү ҡапыл туҡтаны. Әминә ҡаршыһында баҫып торған мәҙәниәт йорто директорына ҡараны ла, бер ни ишетмәгәндәй:
− Ә? – тине.
Директор бая әйткән һүҙҙәрен ҡабатламаны. «Хызыр үлгән» тигән ике һүҙҙән торған был һөйләм уның өсөн атом бомбаһы кеүек ҡурҡыныс та, ауыр ҙа ине.
− Ысын шул, туғаным. Әминә һүҙҙең айышына һаман да төшөнә алмай торҙо. Шунан ҡысҡырып илап ебәрҙе. Был илау ҙа, баяғы көлөү кеүек, кешеләрҙе тетрәндерҙе. Ул кешеләргә клубҡа һыймай, тәҙрә аша сығып, бөтә ил, донъя буйлап таралған һымаҡ тойолдо. Әминә оҙаҡ иланы. Берәү ҙә уны тынысландырманы, йыуатманы. Сөнки үҙҙәре йыуатыуға мохтаж ине. Көлөү һымаҡ, илау ҙа ҡапыл туҡтаны. Ҡыҙ иҙәнгә ауҙы. Ул аңын юғалтҡайны.
«Тәбиғи булмаған оло ҡайғыны хатта йәш организм да күтәрә алманы», − тигән уй үтте директорҙың башынан. Ул күҙҙәренән йәш мөлдөрәп торған егеттәргә ҡараны ла:
− «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡырығыҙ, − тине.
***
Әминә өс көн ятты ла ҡуйҙы. Хәле булманы. Ашай ҙа, йүнләп һөйләшә лә алманы. Хызырҙы күмә торған көндә лә хәле яҡшырмағайны әле. Әммә көсөн туплап аяғына баҫты. Айратҡа йәбешеп, Хызырҙарҙың өйөнә китте. Халыҡ күп йыйылғайны. Күрше ауылдарҙан да килгәндәр. Ололар, йәштәр, хатта бала-саға ла бар. Йыназала был хәтлем күп кешене Әминәнең күргәне юҡ ине. Күптәр, бигерәк тә ололар, ҡатын-ҡыҙҙар шым ғына илай. Хызырҙың дуҫтары ҡайҙа баҫырға белмәй йүгереп тигәндәй йөрөй. Әсәһе күренмәй. Аңын юғалтып ята, тигән һүҙҙәрҙе ишетеп ҡалды ҡыҙ эргәләге ҡатындарҙың ауыҙынан.
− «Дедовщина» арҡаһында һәләк булған тиҙәр бит, − тип һүҙҙәрен дауам итте ҡатындар.
− «Дедовщина» башҡортса нисек була ул? – тип һорай икенсеһе.
− Башҡортсаһы юҡ шикелле уның. Белмәйем, әйтә алмайым. Хеҙмәттәш иптәштәре туҡмаған, тиҙәр.
− Илде, ерҙе дошмандарҙан һаҡлайым, тип киткән кешенең иптәштәренән туҡмалып үлеүе башҡа һыймаҫлыҡ хәл, − ти ҡатындарҙың береһе.
− Тәртип юҡ илдә. Үҙ һалдаттарын һаҡлай алмаған ғәскәр илбаҫарҙарҙан беҙҙе ҡурсалай аламы икән? Афғанстандан да еңелеп ҡайттыҡ, Чечняла күпме егеттәребеҙҙе юғалттыҡ.
− Ана, күпме малай йөрөй. Улар ҙа бит бер ваҡыт әрмегә алынасаҡ. Нимә көтә уларҙы?
Ҡатындарҙың был һүҙҙәре Әминәнең йөрәген телеп үткәндәй булды. Ауыр уға, уғата ауыр. Дуҫтарының береһен ғүмерлеккә оҙата. Әминәнең күҙ алдына Хызырҙы әрмегә оҙатыу мәжлесе килде. «Ниндәй дәрт, хыялдар менән киткәйне ул әрмегә. Киләсәккә пландары ҙур ине. Телмәр тотҡанда ла «ҡайтҡас, шулайтам, былайтам» тип һөйләне бит әле. Бына ҡайттың инде», − Әминәнең күҙҙәренән сөбөрләп йәш аҡты. Сайҡалып китте. Ярай әле Айрат тотоп ҡалды.
Шул саҡ Әминәнең ҡолағына йыр ишетелгән кеүек булды. «Не плачь, девчонка». Быны Хызыр үҙен хеҙмәткә оҙатыу мәжлесендә йырлағайны бит. Ҡыҙ, Айраттың яурынына башын һалып, шым ғына иланы. Хызырҙы оҙата барыусыларҙан ҙур колонна барлыҡҡа килде. Демонстрацияға оҡшап ҡалды. Кешеләрҙең йөҙҙәре ҡайғылы, асыулы ине. Зыяратҡа барып ингәс, митинг кеүек нәмә булды. Муллалар, уҡытыусылар, Хызырҙың синыф етәксеһе, дуҫтары һүҙ тотҡандан һуң, ауыл хакимиәте башлығы, депутат, оҙата килгән офицер һөйләне. Һуңғыларының һүҙҙәре Әминәгә нисектер ҡоро, рәсми һымаҡ тойолдо.
Офицер:
− Хызыр һәйбәт һалдат ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул беҙҙең аранан китте. Беҙ уны ярата инек. Тыныс йоҡла, Хызыр, беҙ һине онотмабыҙ, − тине лә һалдаттарына автоматтан салют бирергә бойорҙо.
Әминәнең артында баҫып торған ир шым ғына:
− Онотмаҫһығыҙ инде, әрмелә «дедовщина»нан үлгән һәр һалдатты иҫеңдә тотһаң, аҡылдан яҙырһың, − тине. Әминәгә офицер ҡайҙалыр ашыҡҡан һымаҡ тойолдо. «Тағы берәйһен ерләргәлер», – тип уйланы ул. Зыяраттан сыҡҡас, һалдаттарҙың береһе Әминә янына килде лә:
− Һин Әминә исемле ҡыҙҙы беләһеңме? – тип һораны.
− Беләм, − тип яуап бирҙе ҡыҙ. – Ул мин.
Быны ишеткәс, һалдаттың күҙҙәренән йәш килеп сыҡты.
− Хызыр минең иң яҡын дуҫым ине. Ул беҙгә гел һинең турала һөйләй торғайны. Үлер алдынан һиңә открытка ебәргәйне. Тыуған көнөң менән ҡотлап. Алғанһыңдыр, − тине.
− Юҡ, − тине ҡыҙ бойоҡ ҡына. – Алманым әле. Минең тыуған көнөм кисә үтеп китте.
− Открытканы беҙ икәүләп һайлап алғайныҡ, − тине лә, командиры саҡырғас, һалдат йүгереп автобусҡа инеп китте. Автобус тәҙрәһен асып:
− Ул һине ярата ине, − тип ҡысҡырҙы. Был һүҙҙәрҙе Әминә генә түгел, тирә-яҡтағы кешеләр ҙә, Айрат та ишетте.
***
Хызырҙы юғалтҡандан һуң Әминә уйсанланып китте. Башына төрлө уйҙар килә. Улар хатта йоҡлағанда ла туҡтамай. Әминәнең һуңғы ваҡытта кешеләр менән дә аралашҡыһы килмәй. Дуҫтары менән генә булырға тырыша. Уларға рәхмәт. Телефондан шылтыратып, хәлен һорашып торалар. Ауылға ла йышыраҡ ҡайта башланылар. Хызырҙы оҙатҡанда ишеткән «дедовщина» тигән һүҙ Әминәнең башынан китмәй. Уның мәғәнәһен һүҙлектәрҙән эҙләп тә тапманы. Дуҫтары аңлатҡас ҡына төшөнгәндәй булды. Әммә бер нәмәне һаман да аңлай алмай. «Нисек инде ул бергә хеҙмәт итеп, бер казармала йоҡлап, бер командаға буйһоноп йөрөгән кешеләр бер-береһен кәмһетә, рәнйетә ала икән? − тип уйлай ул. – Беҙ, ана, ҡайһылай дуҫтарбыҙ. Кешене үлтергәнсе туҡма әле. Уның өсөн кем булырға кәрәк? Әллә офицерҙар уҫал итеп тәрбиәләйме икән һалдаттарҙы, һуғыш-фәлән сыҡһа, дошманға ҡанһыҙ булһындар тип? ҡайҙан килеп сыҡҡан был «дедовщина»? Уны нисек бөтөрөргә икән?» Һорауҙарҙың да, уйҙарҙың да сиге юҡ. Етмәһә, декан да үткән йыйылышта:
− Ятаҡта «дедовщина» таралған. Өлкән курс студенттары түбән курстағыларҙан аҡса таптыра, араҡы, аҙыҡ-түлек ташыта, − тип һөйләгәйне. Атаһының Хызырҙы ерләп ҡайтҡас әйткән һүҙҙәрен дә хәтерләп уйлана Әминә.
− «Дедовщина»ны бөтөрөп булмай шул, − тигәйне ул. – Офицерҙар уны үҙҙәре тыуҙыра. «Дедовщина» уларҙың эшен еңеләйтә. Улар бит үҙҙәре тәүлек буйы һалдаттар араһында була алмай. Ә старослужащийҙарҙың власы улар юҡта тәртипте тәьмин итеп тора.
«Туҡмау, үлтереү тәртип булдырыу түгел инде ул, − тип уйлай Әминә.
− Йәш һалдат, ни тиклем көслө булһа ла, «дедовщина»ны еңә алмай, − тип дауам итә атаһы. − Әгәр ҙә ул ризаһыҙлыҡ белдерһә, бөтә «ҡарт» һалдаттар уға ташлана. Системаға, традицияға ҡаршы сығыу тип ҡабул итә. Бөтә саралар менән улар йәш һалдаттың рухын һындыра. Теләһә ниндәй команданы үтәргә әҙер торған роботҡа әйләндерә. Ә офицерҙарға шундай һалдаттар кәрәк тә. «Рухы һынған һалдаттан нимә көтәһең, яуызлыҡтан башҡа», − тип үҙ алдына һөйләнә Әминә. Атаһының һүҙҙәренә яуап итеп әллә нимәләр әйтергә уйлай ҙа, өндәшмәй. Ул дөрөҫтө һөйләгән атаһы менән түгел, ә «дедовщина»ның үҙе менән көрәшергә кәрәклеген аңлай. Әминәнең күңеле болоҡһоуҙан туҡтаманы. Хызырҙы үлтереүселәрҙе хөкөм иткәндәрен ишетһә лә, тынысланманы. Уҡыуға ла мөнәсәбәте һыуына төштө. Берҙән-бер көндө факультет деканына барҙы ла:
− Мине уҡыуҙан ебәрегеҙ, − тине.
− Нишләп? − декандың көтөлмәгән был хәбәрҙән күҙҙәре ҙурайып китте. – Ни булды? Тырышып ҡына уҡып йөрөйһөң дә баһа. Мин һинән һәйбәт экономист сығасаҡ тип шатланып йөрөйөм.
− Хәрби училищеға күсергә ҡарар иттем. Офицер булырға теләйем.
− Атаҡ-атаҡ, − декандың аптырауы көсәйә төштө. – Әллә һалдаттар менән эшләүе еңел тип уйлайһыңмы?
Әминә: «Мин әрмелә «дедовщина»ға ҡаршы көрәшергә теләйем», − тип әйтергә йыйынғайны ла, өндәшмәне. Ғаризаһын декандың алдына һалды.
***
Училищеға китер алдынан Әминә зыяратҡа Хызыр янына барҙы. Оҙаҡ торҙо ул унда уйланып. Аҙаҡ кеҫәһенән аҡбур алды ла ҡәбер ташына: «Мин дә һине яратам!» − тигән һүҙҙәрҙе яҙҙы.