+16 °С
Дождь
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Сентября 2022, 08:00

Ҡара бесәй

Хәким ҒИЛӘЖЕВ Хикәйә Етәкселек эшендәге иптәштәр халыҡ араһында фәнни-атеис­тик темаларға лекция, докладтар менән сығыш яһамайҙар, тип газетала хәбәр баҫылып сыҡҡас, учреждениеларҙың береһендә начальник булып эшләгән Саттаров был башланғысты үҙенән башлап ебәрергә ҡарар итте.

Ҡара бесәйҠара бесәй
Ҡара бесәй

Бына шул миссияны үтәргә тип, клубҡа китеп бара ине ул. Танау буйлап ҡына ҡарап килгәндә, ҡай­һы ҡапҡанандыр оло ҡара бесәй килеп сыҡты ла яй ғына Саттаров алдынан атлап бара башланы.
Саттаровтың йөҙө ҡапыл сирышып китте. Ул, туп-тура китеп барған еренән янтайып, бесәйҙе урап үтә башланы.
Оло ҡара бесәй ыжламай ҙа, сабып та китмәй, бысраныуҙан ҡур­ҡып, ямғырҙан ҡалған күлә­үек­тәрҙе урап үтә лә тағы юлын дауам итә. Шуғамылыр, Саттаров уңға янтайһа, бесәй ҙә уңға янтая, һулға барһа – һулға… “Шундай мөһим эш менән китеп барғанда бесәй осрауын әйт әле”, – тип уйланы Саттаров һәм, тилебәрән орлоғо ашағандай, бесәй менән ярышып, урамды арҡыры-буй йөрөй башланы. Әүәлге олпат­лыҡтан ебегән ҡатырға ғына тороп ҡалды. Саттаров папкаһын күкрә­генә үк күтәрҙе, балаҡтары бысранды, сабыуҙарына батҡаҡ сәсрәп бөттө.
«Аһ, һине, мәкерле януар!..» – тип янаны Саттаров эстән генә һәм ялт-йолт тирә-яғына ҡаранып алды ла баҫалҡы, ләкин дәһшәтле итеп:
– Пррэ-э-эс, пррэ-э-эс! – тип өндәште.
Быға ҡәҙәр үҙ уйы, үҙ юлы менән тыныс ҡына китеп барған бесәй, үҙенең дәһшәтле эҙәрләүсеһен күреп, ҡапыл ғына юлды киҫеп, ҡоймаға йүнәлде.
Билдәле, баяғынан бирле юлдың яртыһын бесәй киҫеп үткән ине бит инде, шуға күрә, уның икенсе яртыһын киҫтермәҫ өсөн, Саттаров бесәйҙең алдына йүгерҙе.
Ҡойма башында ялбыр, оҙон ҡойроҡ ҡына күренеп ҡалды. Ҡой­ма аша һикерергә лә Саттаровтың ниәте юҡ түгел ине түгелен. Ул ҡойманың бейеклеген самалап, аяҡ эләгер урын эҙләп, борсоулы ҡиәфәттә бер аҙ торҙо ла, эшлә­пәһен баҫа төшөп, учреждение­һына табан кире атланы. «Юлдамы, лекцияламы бер-бер хәл булмағайы», – тип уйланы кәйефе ҡырылған Саттаров. – Хәйерле сә­ғәттә кире ҡайтыу хә­үефһеҙерәк. Лекция ҡасмаҫ әле».
Саттаровтың уңышһыҙ сәйә­хәтен күҙәтеп торғандар икән, начальник ҡойма яғынан киткәс тә, шаулап көлөү тауышы ишетелде. Уға лекция яҙып биргән хеҙмәт­кәрҙәрҙең береһе – Әлим­ғолов та күренеп ҡалды түгелме һуң араларында? Көләләр. Тимәк, ул да көлә.
VVV
Саттаров тәҙрә пәрҙәләре тө­шөрөлгән эш кабинетына килеп керҙе лә, ғәҙәтенсә, крес­лоға ул­тырырға ла онотоп, өҫтәл таҡ­та­һының аҫтына урынлаш­тырыл­ған төймәгә баҫты.
Яртылаш асылған ишектә на­чальниктарҙың секретарҙары посында һирәк осрай торған, бүҫе­леп барған йыуан ҡарсыҡ күренде.
– Әлимғоловты саҡыр!
Тиҙҙән ишектә ҡулына аҡ һалам эшләпә тотҡан, ярайһы ҙур ғына ҡолаҡлы, ҡыҫыҡ күҙле, дәртле ҡарашлы Әлимғолов күренде.
– Мин килдем… Лекция булмаймы ни? – тине ул һәм, туп-тура өҫтәл янына үтеп, начальниктың көл һауытына папирос төпсөгөн ташланы ла, рөхсәт тә һорамай «лап» итеп ултырғысҡа ултырҙы.
Әлимғоловтың был шыҡһыҙ ҡылығы шикте тағы ла арттыра төштө.
– Кемдән көлдөң?
Әлимғолов был сәйер һорауҙан аптырап ҡалды.
– Көлгәнем юҡ минең, иптәш…
– Көлдөң!
– Кемдән һуң?
– Бына мин һорайым һинән: кемдән көлдөң?
Әлимғолов башын түбән эйеп, эшләпәһен ҡулында әйләндер­геләй башланы. Был юлы уның ысынлап та көлгөһө килә ине. Ул, ирендәрен ҡымтып, ауыҙын ҡап­ланы.
– Нимә, һин әле лә көләһеңме әллә?
– Юҡ… Минең сөскөр… гөм килә.
– Алдашма!
– Ысын… Һәп-си! – Әлимғолов эшләпәһе менән йөҙөн ҡапланы. – Һәп-тси! – Уның ҡолаҡ ярылары, ҡулбаштары дерелдәне.
– Юҡ, һин сөскөрмәйһең, һин көләһең!
– Сөс… – тип мышылданы эш­ләпәһе эсенә башын тыҡҡан Әлимғолов. Саттаров төймәгә баҫты.
– Пррриказ! – тип теш араһынан әйтте Саттаров. Ишек ябылды, һәм шунда уҡ яҙыу машинкаһының туҡылдауы ишетелде.
– Ниндәй приказ? Кемгә? Ни өсөн?
Әлимғоловтың көлөүҙән ҡыҙа­рынған бите етди төҫ алды, ул һикереп үк торҙо.
– Көлмә – иларһың, тиҙәр. Оноттоңмо? Бына ал инде: яуаплы кешеләргә ҡарата этиканы боҙ­ғаның, урамда ҡысҡырып көлөү кеүек совет йәштәренә ят ҡылығың өсөн…
– Баямы? – тип һораны Әлим­ғолов, хәтер дәфтәрен аҡтарып. – Бая көлгән булһам, эйе, көлдөм шул, унда ла кешегә эйәреп кенә, үҙем түгел.

– Ниңә көлдөң?
– Бик олпат, ғалим кеше бесәй менән көрәште. Теге оло ҡара бесәй әҙәплерәк булһа, көлмәгән дә булыр инем дә…
Әлимғолов көлөргә тип ирендә­рен ҡыймылдатҡайны, Саттаров ҡырт киҫте:
– Бер ҙә көлкө түгел! – тине.
– Ысынлап та, бер ҙә көлкө түгел, – тине Әлимғолов, минең алда кем ултыра тигәндәй, Сат­таровтың олпат кәүҙәһенә, сөскө­рөргә әҙерләнгән кешене хәтер­ләтеүсе йөҙөнә ҡарап ҡуйҙы.
Көн кисләгәс, Саттаров тәҙрә пәрҙәһен тартып ебәрҙе. Ни күҙе менән күрһен, тәҙрә ҡаршыһын­дағы өйҙөң ҡыйыҡ башынан киске һунарға сыҡҡан әлеге оло ҡара бесәй шарҙай күҙҙәрен ялтыратып, мыйыҡтарын тырпайтып, ҡойроғон күтәреп, туп-тура уға ҡарап тора.
Саттаров барып төймәне баҫты. Ләкин ишектә берәү ҙә күренмәне. Начальник тәҙрәгә ташланды:
– Брес, брес!

Фото: wallhere.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас