+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Сентябрь 2022, 20:00

Һүнмәҫ йондоҙом

Эһе-һе-һе-ээй! Сәләм мәғрур, олпат тауҙар! Һеҙ, мөһәбәт, көслө, ғорур тауҙар, ата-баба-ларымдың аяҡ йылыһын һаҡлайһығыҙ, уларҙың тауышын, таштарына баҫып күкрәк киреп йырлаған моңло йырҙарын хәтерләйһегеҙ, ҡуйынығыҙҙа күпме яугирҙең изге һөйәктәрен рәхимһеҙ ваҡыттан йәшергәнһегеҙ…

Һүнмәҫ йондоҙом
Һүнмәҫ йондоҙом
Үҙегеҙҙең оҙон, быуаттарға һуҙылған ғүмерегеҙҙә ниҙәр күрҙегеҙ, ниҙәр кисерҙегеҙ, ниҙәр ишеттегеҙ, сал тауҙа-ар! «Сеү, тауышланма!» - Тауҙар көрһөнгәндәй итә. Эй, ғүмер тигәнең, үтә лә үтә… Төн ҡараңғылығын йыртып, ҡояш ал яулығын болғаны. Күктә йондоҙҙар юҡ булыу менән, иркә ел, шуны ғына көткәндәй, шаярып-шашып, өйөрөлөп акланда бейей башланы. Йә зәңгәр, алһыу, һары сәскәләрҙе оялтып биттәренән үбеп китте, үлән-ҡыяҡтарҙың яңаҡтарынан һыйпап көлдө лә һомғол һылыу ҡайындарға (ә улары йоҡонан берҙә арына алмай ултыра!) нимәлер шыбырлап һөйләп, ары елде. Уйнап-бейеп арығас, ҡайҙалыр инеп юғалды, әйтерһең дә, ул тау сәләме булды һәм, күп тә үтмәй, бар донъяны алтынға ҡойондороп, йылмайып-балҡып ҡояш күренде.
Нурға сумған яландан һалмаҡ кына томан күтәрелде. Көмөш ямғырға мансылып, болан пәйҙә булды; ул гүйә оса: нәҙек аяҡтары ергә лә теймәй, башын артка ташлаған… Ҡанаттары ғына юҡ хайуанҡайҙың, күктәргә күтәрелер ҙә китер ине. Ап-аҡ шаршауҙай томан, ялан буйлап осҡан болан… нимәнелер хәтерләтте. Эйе-эйе, иҫкә төштө! Ул ваҡытта ла шундай матур, тыныс таң атҡайны…
- Сылтырр!
Бындай саф тауышты шишмә сылтырауында ғына ишетергә мөмкин. Кем шулай бәхетле көлә? Бер аҙҙан, томанды икегә ярып, һыбайлылар сабып килеп сыҡты. Яҡынлашҡас алда барған аттың
өҫтөндә ҡыҙ, ә арттараҡ килгәненең хужаһы егет икәнлеге төҫмөрләнде.
- Аҡйондоҙ! Туҡта, зинһар өсөн, тукта!
Егет ҡыҙ ултырған аттың теҙгенен эләктереп алды һәм шаҡарып тотоп туҡтарға мәжбүр итте. Ярһып сапҡан аттар атлауға күсте. Ҡаштарын төйгән ҡыҙ, асыуланып, теҙгенде тотҡан ҡулға һирпелеп ҡараны ла йөҙөн ситкә борҙо.
- Аҡйондоҙ! - Егет тәрән һулыш алды, тулҡынлана, күрәһең. - Ҡурҡма, йәме! Мин күрше ырыуҙанмын. Иҫләйһеңме, үткән йыл беҙҙең ырыу башлығы Көҫәмеш бей һинең атайыңа ҡунаҡҡа килгәйне, һаҡсылар араһында мин дә бар инем. Атым - Алсын… Тәү күреүҙән үк йөрәгемә яттың, һылыу.
Ҡыҙ оялыуынан ни эшләргә лә белмәне. Бөгөн бигерәк һаҡһыҙ ҡыланды шул, ҡара таңдан урман-ҡырҙарҙы һыбай ҡыҙырып йөрөнө, донъя матурлығына һоҡланып туйманы, күңелендә илаһи моң яралды, саф һауаға, һиллеккә иҫерҙе. Бер аҡланда туҡтағайны, ҡыуаҡ аҫтынан йылп итеп ҡуян килеп сыҡты, артҡы тәпәйҙәренә баҫып, ҡолаҡтарын ирмәк һелкетә-һелкетә, алан-йолан ҡаранды; дәү атты күргәс, иҫе китеп ҡатып ҡалды. Бәләкәй генә йән эйәһенең ҡыланышына Аҡйондоҙ түҙмәй көлөп ебәрҙе, тауышы тын урманды яңғыратып, тирә-яҡҡа һибелде һәм «оҙонғолаҡ»тың тәпәйҙәре генә ялт-йолт күренеп ҡалды. Шул саҡ яҡында кемдер: «Аҡйондоҙ», - тип әкрен генә шыбырлағайны, һиҫкәнеп ҡуркып киткән ҡыҙ ҡамсыһы менән һелтәнде. Әммә күксәй былай ҙа осорорға әҙер ине: атаһының йылҡы өйөрөндә иң еңел тояҡлы, елдәй етеҙ ат. Тик ҡара юртаҡ бер ҙә ҡалышмаған икән. Аҡйондоҙ бейеп торған аттың хужаһына күҙ йүгертте һәм йөҙөнә ут ҡаптымы ни! Таныш түгел ине был егет: елгә-ҡояшҡа янып елһенгән оҙонса йөҙлө, йөрәгеңде өтөп алырҙай ҡыйыу ҡарашлы.
- Аҡйондоҙ! Һине күреп ҡайтҡандан һуң көндәрем төнгә әйләнде, исемеңде көн-төн ҡабатлайым. Шуға ла, яйын табып, был яҡтарға юл тоттом һәм, бәхетлемен дә инде, бында иң тәү осраткан кешем һин үҙең үк булып сыҡтың.
Алсындың һүҙгә әүрәүен һиҙеп ҡалған ҡыҙ теҙгенен һурып алды ла: «Әйҙә, малҡай», - тип күксәйзең бөйөрөнә үксәһе менән төрттө. Ат, шуны ғына көткәндәй, алға йомолдо.
- Акйондоҙ! Аҡйондо-о-оҙ!
Ҡыҙ әйләнеп тә ҡараманы. Уға рәхәтә, ҡыйын да ине, ә уттай янған битенә хатта елдең дә файҙаһы теймәне. Йәйләүгә уҡ кеүек атылып кергәндә унда тормош ҡайнай ине инде: ҡатын-ҡыҙ ҡаҙан эргәһендә мәшәҡәтләнә, ир-егет аттар менән булаша, бала-саға ла эшкә керешкән.
Атаһы тирмәләре алдында ҡаршы алды:
- Ай-һай, ҡыҙым, иртәләгәнһең дә бөгөн!
- Атай! - Аҡйондоҙ, атынан һикереп төшөп, атаһының киң күкрәгенә һыйынды. - Минең күккә осҡом, йырлағым, көлгөм, шул уҡ ваҡытта үкһеп-үкһеп илағым килә. Нишләйем икән, атай?
Күҙбәк бей ҡыҙының ебәктәй сәстәренән һыйпаны, маңлайындағы йыйырсыҡтар юйылды, күҙҙәре моңһоуланды:
- Эй, ҡыҙым-ҡыҙым, әсәйең һине күрһә, ҡыуаныр ине, балам үҫкән - егеттәр күҙенә эләгерлек булған, тип. Йә-йә, һөрт әле йәштәреңде. Ана, ишетәһеңме, хатта тартай ҙа:«Аҡйондоҙ - илаҡ, илаҡ. Ҙур үҫкән - оят, оят», - ти.
Аҡйондоҙ, йәштәрен һөртөп, атаһына ҡарап йылмайҙы: «Ярай, атай, мин Нурҡайҙы өйөргә ҡушып киләйем». Йүгерә-атлай китеп барған ҡыҙын Күҙбәк бей күҙҙән юғалғансы ҡарашы менән оҙатып торҙо. Эйе, Аҡйондоҙ кинәт үҫте лә китте, әле генә: «Атай! Атҡа ултылт!» - тип йөрөгән бала. Әсәһе иҫән булһасы! Бәпәйләгәндән һуң бер ҙә мантыманы, күҙ алдында кибеп, шәм кеүек һүнде. Һуңғы һулышына ҡәҙәр: «Балам, балаҡайым, - тип өҙгөләнде. - Аҡйондоҙом һүнмәһен инде, Күҙбәк! Һаҡла балабыҙыҙы, күҙ нурындай һаҡла. Мөхәббәтебеҙ хаҡына һорайым. Сабыйымды әсә һөйөүенән мәхрүм итеп киткәнемде Тәңре ярлыҡамаҫ инде».
Ҡарасәс үлгәндән һуң Күҙбәк бейҙең күңеле берәүгә лә ятманы, Акйондоҙҙо тәрбиәләүҙе Уҡабикә һеңлеһенә тапшырҙы. Хәйер, ҡап-ҡара йоморо күҙле, теремек ҡыҙы аяҡҡа ныҡлап баҫмаҫ борон уҡ атаһынан ҡалышманы: һәр саҡ уның эргәһендә буталып йөрөнө. Үҙ һүҙле, ныҡыш Аҡйондоҙ һуңғы арала уйсанланып, йөҙө ҡурылып китте. Йәшлек! Шул ғына ҡыҙының йөрәген елкендерә, аҡылын иләҫ-миләҫ килтерә. Тормош бер нимәгә ҡарамай дауам итә. Ҡыҙын кейәүгә бирергә лә ваҡыт еткән. Аҡйондоҙһоҙ Күҙбәк бей нисек йәшәрен күҙ алдына ла килтерә алмай. Әммә ҡыҙ баланы итәгеңә бәйләп ҡуйып булмай, улар, йәше етһә, ата-әсә ояһын ташлап, ситкә оса. Ярай ҙа, бәхете булып, яҡшы ергә төшһә. Ниҙәр көтәһен ҡайҙан беләһең?! Болғаҡ бейҙең кесе улы Көҫәмеш, күрше ырыу башлығы, Аҡйондоҙға күҙ һалған. Уҙған йыл килеп шуға ишаралап китте түгелме ни? Йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙ халҡы алдында ла, күршеләре алдында ла абруйы бар, бик аҡыллы, уйлап эш итеүсән, тотҡан ерҙән һындырмай. Ҡыҙы был турала ни уйлай икән.
- Акйондоҙ!
- Әү, атай, ни булды? - Шишмәгә төшөп битен йыуған ҡыҙы, ҡулдарын ҡулъяулығына һөртә-һөртә, йылмайып атаһына ҡаршы атланы.
- Иртәнге сәй әҙер булғансы йөрөп әйләнәйек, ҡыҙым.
Күҙбәк, Акйондоҙҙоң иңбашынан ҡосаҡлап, үҙенә ылыҡтырҙы.
-Онотмаған булһаң әгәр, быйыл һинең ун алтынсы йәйең дә үтеп бара, Ә ҡыҙ көшегә ун алты йәше тулһа, нимә тураһында уйлар кәрәк әле, ә?
-Ни тигән һүҙең был, атай? Кейәүгә сыҡмайым тинем дә баһа! -Күҙ алдында Алсындың һыны хасил булды, әммә Аҡйондоҙ ныҡышып башын һелкте, - Сыҡмайым!
-Көтөп тор, кыҙма, Бына…- Күҙбәк, ҡыҙын өркөтөп ҡуймаҫ өсөн, кәрәкле һүҙҙәр эҙләне. - Көҫәмеш бей үҙе һине ҡоҙалап ебәрәм, ти.
-Көҫәмеш бей?! Шул кәкре аяҡҡа сыға торғаным да юҡ!
Атаһының йөҙө үҙгәреп китте:
-Кешеләрҙән көлөргә яраймы һуң? - Тауышы әрнеүле сыҡты.- Шулай таш бәгер итеп үҫтерҙемме ни мин һине?!
-Атай, башһыҙ ҡыҙыңды кисерә күр! Мин яратмайым уны. Йөрәгем ятмай, Нисек йәнең һөймәгән менән йәшәмәк кәрәк! - тип әйтте лә илап ебәрҙе.
- Эй, балам. Улай илаҡ булмай торғайның да. Һөрт йәштәреңде. Тыныслан… Сәйгә саҡыралар, көттөрмәйек.
- Яратманы. Хатта ҡарарға ла теләмәне. Эх, Аҡйондоҙ, Акйондоҙ! Уттарҙан һыуҙарға һалдың бит һин мине. Тиңһенмәнең инде. Ябай һаҡсының бей ҡыҙына күҙе төшкән, имеш. Төкөрөп бирҙе ул һиңә. Үҙең ғәйепле бөтәһенә. Тартай теленән тапҡан бит. Урлап кына алып ҡайтһам да булыр ине әле. - Алсын, үҙен-үҙе күрә алмай, атына ҡамсы менән һыҙырҙы. Ҡара юрға терт итеп ҡалды, ҡолаҡтарын ҡайсылап, хужаһына күҙенең ағын әйләндереп ҡараны ла туҙан ҡуптарып алға ынтылды. Бер талай ер барғандан һуң, Алсын теҙгенде тартты ла, һикереп төшөп, йомшаҡ сиҙәмгә тәгәрәне. Башын ике усы менән ҡыҫып, маңлайын ергә терәп ятып торғас, хәл ингәндәй, ер уға көс-сабырлыҡ өҫтәгәндәй булды. Тороп ултырҙы ла тирә-яҡҡа күҙ һалды: зәп-зәңгәр күк, армыт-армыт булып ҡайырылып яткан Урал тауҙары, алыҫта йылан кеүек борғоланып, ялтырап яткан йылға һәм болондар, болондар, болондар… Күктән һабан турғайының һайрағаны ишетелә: әллә тыуған ерен маҡтай, әллә бейеклекте, әллә ер менән күктең айырырғыһыҙ булыуына ҡыуанып йырлай. Һабан турғайы… Бер ергә атылып төшә, бер әллә ҡайҙарға менеп китә. Бәләкәй генә ҡошҡайҙа ҡайҙан көс, дәрт, илһам? Кемдәрҙән ала? Ә бынау аяҡ аҫтындағы бөжәктәрҙең үҙ тормошо. Тырыша-тырыша йәшәргә маташып яталар. Улар ҙа ҡауышалар, айырылышалар. Әллә нимәләр башҡа килә. Былар бөтәһе лә уның ғәзиз, һөйөклө тыуған ере. Ошо гүзәллек эсендә уның һөйгәне лә йәшәй бит. Аҡйондоҙ. Йөрәгеңде яулап алыр өсөн нимәләр генә эшләйем икән, бер остоҡ ҡына урын бирһәңсе күңелеңдә. Әйт кенә, барыһына ла риза булыр инем!
***
Бөгөн Көҫәмеш бей таңдан күтәренке кәйеф менән йөрөнө, ә дуҫы Алсындың күңелһеҙ булыуына иғтибар итмәне. Ә Алсын, ауыр уйҙарға батып, буласаҡ ҡоҙалыҡты, киләсәкте, Аҡйондоҙҙо уйлай. Бына әҙерлектәр бөттө: Көҫәмеш бей Күҙбәк бейгә кыҙ һоратырға яусылар ебәрә. Алсын тегендә-быңда һуғылып йөрөнө-йөрөнө лә, ниндәйҙер ҡарарға килеп, ныҡлы аҙымдар менән Көҫәмеш бейҙең аҡ тирмәһенә йүнәлде. Нимә тураһында һөйләшкәндәрҙер, уныһы бер кемгә лә мәғлүм булманы. Тик тирмәнән сыҡҡанда, Алсындың йөҙөндә нурҙар уйнай ине, ә Көҫәмеш, киреһенсә, бойоғоп ҡалды.
Ул яусылар эргәһенә барып яңы фарман бирҙе лә, тегеләренең аптырап ҡалыуҙарын күрмәй, кире тирмәһенә инә башланы. Алсын, тубыҡланып, башын эйҙе:
- Мең рәхмәт! Мәңге бурыслы булырмын!
- Тор! Килештереп ебәрәһең. Рәхмәтеңде яуҙырма әле, иртәрәк.
- Аҡйондоҙҙо алып килгәс әйтерһең. Ашыҡ. Хәйерле юл!
*
«Алсын, ҡайҙа һин? Ҡараңғы төндә атылған йондоҙҙай балҡының да юғалдың. Ниңә йөрәгемә ҡан һауҙырып киттең?». Аҡйондоҙ тәү осрашҡан аҡланда баҫып тора, эргәһендә Нурҡай утлап йөрөй. Йәйләүҙә халыҡ мәж килә: Көҫәмеш бейҙең уға яусылар ебәреүе тураһындағы хәбәр кисә кистән үк килеп етте. Төнө буйы йоҡламай сыҡҡан Аҡйондоҙ, башы ауыртыуға һылтанып, аткаатланып сығып ҡасты. «Яратмаған уны Алсын, юҡты һөйләп башын әйләндергән. Тәү күргән кешегә шулай ғашиҡ булалармы инде? Көҫәмеш бейгә кейәүгә сыҡһам, үс алырмын мин унан. Юҡ, юҡ, Көҫәмеш бейҙе лә бәхетһеҙ иткем килмәй. Атай, кисер мине. Башҡа юл юҡ - ошо ҡаяға ғына һуҡмаҡ!»
Аҡйондоҙ Нурҡайын барып ҡосаҡланы ла тулышҡан хистәренә ирек бирҙе. Илап туйғас, атты этәрҙе: «Бар, кайт, Нурлыҡайым минең!» Ә ат китергә теләмәне, муйынын һуҙып, хужабикәһенә ҡарап тора бирҙе. «Йә, бар инде! Кит, тинем бит мин һиңә!» Ат, бисара, шым ғына кешнәп ҡуйҙы. Шул ваҡыт урман эсенәнәдә кешнәү тауышы ишетелде.
Аҡйондоҙ, күлдәге итәгенә абына-һөрөнә, ҡаяға үрмәләне.
-Аҡйондоҙ!
-Сыҡмайым Көҫәмеш бейгә!
-Аҡйон-до-о-оҙ! Ҡайҙа һин, Аҡйондоҙ!- Ҡыҙ тағы ла шәберәк өҫкә менеүен дауам итте…
Ә артабан ни булды тиһеңме? Ни булһа ла булғандыр… Унан һуң күпме ваҡиғалар булып үтте, һәр береһен иҫләп бөтөп буламы ни?!
Ярай, беҙ һөйләп арыныҡ, үҙ юлыңда бул инде. Хуш бул! Хуш бул, хуш бул! Сал ҡылғандар ҙа һаубуллаша төҫлө ине.
 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: