сәғәт биштә ҡәтғи бер ҡарарға килде. Тороп тиҙ генә кейенде лә, ауыл магазины ишегенә белдереү йәбештереп ҡайтты. Ҡайтып, түшәккә башын терәүе булды, иҙрәп йоҡоға талды.
– Тор, нишләп ятаһың, бөтә кеше клубка йүгерә! – тип, ҡарсығы уны төрткөләп уятты. – Магазин ишегенә ниндәйҙер белдереү элгәндәр, ти. Бар халыҡҡа сручны йыйылырға ҡушҡандар, ти. Нимә булды икән?
– Белмәйем, барғас күрербеҙ, – тигән булды Ғәләү.
Улар клубҡа барып еткәндә ауыл халҡы йыйылғайны инде.
– Ҡайһығыҙ яҙҙы был белдереүҙе? – тип һораны ҡағыҙ киҫәген һелкетә-һелкетә ауыл Советы секретары Иван Халопин.
– Мин яҙҙым, – тип, Ғәләү алғараҡ сыҡты. Ул, элекке партойошма секретары булараҡ, сығыш яһауҙың рәтен-сиратын белә. Көр тауыш менән һөйләй башланы. – Хөрмәтле ауылдаштар! Уратып-суратып тормайым, бик мөһим тәҡдим бар һеҙгә. Кисә кис кенә телевизорҙан күрһәттеләр. Француз актеры Жерар Депардьеға Рәсәй паспорты тапшырҙылар. Ул хәҙер беҙҙең ил гражданы. Саранскиҙа уға Мордовияның мәҙәниәт министры вазифаһын тәҡдим иткәндәр, “Почётлы удмурт” тигән маҡтаулы исем биргәндәр. Депардьены Төмән драма театры директоры булырға саҡырғандар, Краснодар крайында йәшәргә ҡоҙалайҙар, ти. Рәсәйҙең сәйәси партиялары уны үҙҙәренә тартҡылай. Иптәштәр, беҙ кемдән кәм?! Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә уға хат яҙып, барыбыҙ ҙа ҡул ҡуйып, ауылыбыҙға йәшәргә саҡырайыҡ!..
– Ғәләү ағай, ул һин әйткән Еффәрҙе әфәнде бик ҡаты эсә торған кеше, ти, бит. Эскән килеш матайҙа йөрөргә ярата, имеш, – тине кемдер.
– Эйе, йәмәғәт, ундай эскеселәр үҙебеҙҙә лә етерлек, – тип күтәреп алды Эдик хәҙрәт, һирәк һаҡалын һыпырып. – Француздар шарап эсә һәм сусҡа итен дә ярата бит әле. Көфөрҙө ауылға аяҡ та баҫтырмайым!...
– Ул виноград үҫтерә, шунан шарап яһай. Иҫке Сүплеккә килгәс тә виноград үҫтерәсәк. Ситтәргә бер ҡарыш та еребеҙҙе бирмәйбеҙ! – тине фермер Ашот Бабаян.
– Еребеҙҙе, тигән була, ерегеҙҙе, тип әйт. Беҙҙе алдаштырып пай ерҙәрен алды ла, хәҙер һөйләнеп ултырған була, – тине Сәлим. – Халопин менән шухыр-мухыр эштәрегеҙҙе беләбеҙ…
– Иптәштәр, һүҙҙе икенсегә бормағыҙ әле. Улай киҫкен ҡаршы төшмәгеҙ, – тине Ғәләү ҡарт. – Француздың матайына асфальт юл кәрәк буласаҡ таһа. Ул килеп йәшәй башлаһа, бәлки, юл һалырҙар ине…
– Иптәштәр, юлды уларҙан башҡа ла һалабыҙ! – тине секретарь Халопин.
– Ғәләү ағай партком ваҡытында уҡ яҡшы юл вәғәҙә иткәйне, әле булһа теҙҙән бысраҡҡа батып йөрөйбөҙ, – тигән тауыштар ишетелде.
– Һеҙ Депардьеның беҙгә йәшәргә килеүенә ҡаршымы ни? – Ғәләү ҡарт һораулы ҡарашын ауылдаштарына төбәне.
– Ҡаршы түгел, – тине һатыусы Кәшифә. – Ул килһә, бәлки, яңы магазин да төҙөрҙәр ине.
– Беҙҙең Иҫке Сүплеккә килмәҫ ул, – тип ҡаршы төштө тарих уҡытыусыһы Гөлкәй. – Исеме генә ни тора бит…
– Ул килгәс, ауыл исемен “Йондоҙло” тип үҙгәртербеҙ, – тине Ғәйфи.
– Исемде үҙгәртергә күп кәрәкмәй. Әммә француз риза була ҡалһа, уны ҡайҙа йәшәтербеҙ? – тигән етди һорау ҡуйҙы Ғәптерәй ҡарт.
– Урын табылыр… Ана интернатта инде нисә йыл кәзәләр хужа, мәктәбебеҙ һәм шулай уҡ балалар баҡсаһы ябылыу алдында тора… Шуларҙың береһен ремонтлаһын да барин кеүек йәшәһен! – тип ҡысҡырҙы аранан берәү. Халыҡ шаулаша башланы.
– Йәмәғәт, тынысланайыҡ әле! – тип, Ғәләү ҡарт “дилбегәне” ҡулына алды. – Депардье күсеп килә ҡалһа, ауылыбыҙ перспективныйға әйләнә бит, шуны аңлайһығыҙмы? Яңы юлдар һалына, яңы клуб, магазин, мәктәп һәм башҡалар төҙөләсәк. Газ керәсәк, һыу торбалары һуҙыласаҡ… Атаҡлы французды күрергә тип, бөтә илдән, улай ғына түгел, сит илдәрҙән туристар, интервью алабыҙ тип, журналистар килә башлаясаҡ. Ҡунаҡханалар төҙөләсәк. Туристарҙы һәм журналистарҙы бит ашатырға кәрәк буласаҡ. Баҫыуҙар һөрөлөп сәселә башлаясаҡ, фермаларҙа мал ишәйәсәк. Ҡортло күлде таҙартып балыҡ ебәрәсәкбеҙ. Был бит, иптәштәр, эш урындары тигән һүҙ. Әҙәмсә йәшәй башлаясаҡбыҙ, йәмәғәт! Беҙ кемдән кәм?!
– Ярай, ярай, бик шәп килеп сығырға оҡшай, әгәр риза була ҡалһа, беҙ ҡаршы түгел. Французға хат яҙайыҡ, – тип шаулашты ауыл халҡы.
Ғәләү ҡарт, иҫке клубтың өс аяҡлы ултырғысына ултырып, ҡағыҙҙы теҙ башына ҡуйҙы ла, хат яҙырға ултырҙы: “Франция, Жерар Депардье әфәндегә…”