+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Сентябрь 2022, 20:00

Эльза

«Ауылға ниместәр килә!..» Был хәбәр Ҡоръятмаҫ ауылына килеп еткәндә, унда әлеге йәүкәне сәйерһенеберәк ҡабул итергә тейеш булған һуғыш ветерандарынан бер генә кеше ҡалғайны.  

Эльза
Эльза

«Тейеш булған» тинек, сөнки ауылдың иҫән ҡалған берҙән-бер яугиры Ҡотлозаман ҡартҡа Еңеүҙең алтмыш биш йыллығы хөрмәтенә ҡалала өр-яңы фатир бирҙеләр. Ҡарт хәҙер район үҙәгендә, бөтә уңайлыҡтары булған йортта йәшәгәс, әлеге хәбәр уға әллә барып юлыға, әллә юҡ.

Ә Ҡоръятмаҫтың ҡалған халҡын ни менәндер аптыратыуы бик ауыр. Дөрөҫөрәге, улар аптырауҙан уҙған, сөнки һәр бер өйҙөң иң ҡәҙерле ерендә ултырған хикмәтле ҡумта таратҡан ғибрәттәрҙе көн һайын үҙ күҙҙәре менән күрә, үҙ ҡолаҡтары менән ишетә. Әлбиттә, әлеге мәғлүмәттәр араһында файҙалылары ла бар, тик уларҙың да яртыһын үҙҙәренә дан һәм нан яулау өсөн башҡаларҙан урланған, үҙләштерелгән фекерҙәр тәшкил итә. Ҡыҫҡаһы, ауыл, район, республика ғына түгел, ә донъя хәлдәренән хәбәрҙар булған кешеләр өсөн, халыҡ араһында йөрөгән бер ләҡап менән әйткәндә, «һин ни, мин ни, мунсалағы ен ни».

Бына, әлеге ниместәрҙе генә алайыҡ. Әйтмәһә лә, ауыл халҡының улар тураһында ни уйлағанын белеп торам: «Нимес тә шул беҙҙең һымаҡ әҙәми зат инде – ике аяғы, ике ҡулы, башҡа ағзалары, тигәндәй. Артыҡ та, кәм дә түгел. Килһә, килә инде, моғайын, ҡырҡ беренсе йылдағы һымаҡ яу булып ябырылмайҙарҙыр...»

Иртәнге ундар тирәһендә йоҡонан тороп, ҡоро сәй булһа ла эсеп алайым, тип электр плиткәһенә һыу ҡуйып йөрөгән Мансур ғына ишетмәгәйне ауылдағы яңылыҡты. Ҡырҡ дүрт йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман өйләнмәгән был егет атаһы менән әсәһенән ҡалған алты мөйөшлө өйҙә яңғыҙы ғына йәшәй. Уның күп һанлы ир һәм ҡыҙ туғандары, «Үҫеп еткәс айырылыштыҡ ҡош балалары кеүек» тигән йыр юлдарының хаҡлығын раҫлап, һәр береһе үҙ һыңарын табып, тирә-яҡҡа таралышты ла бөттө. Улар араһынан Хоҙай Тәғәлә тик Мансурға ғына ата нигеҙен һаҡларға ҡушҡан. Ысын булһа, кешенең тәҡдире әсә ҡарынында саҡта уҡ маңлайына яҙыла, ти. Ул фекерҙе ҡырҡа-яран дөрөҫләр өсөн тәрән белем юҡ инде, беҙгә тик Мансурға ҡарап: «Бәлки, шулайҙыр», – тип төһмәт итергә генә ҡала. Ана бит ул, яҙмыш тигәнең: ни эш, ни кәләш, тигәндәй. Уның ҡояш төшкә баҫымлауғараҡ уяныуы ла шуға бәйле – эш-көш булмағас, төнө буйы берҙән-бер йыуаныс килтергән телевизор ҡарай.

Бынау үҙгәртеп ҡороу тигән ғәләмәткә тиклем Мансур һәп-һәйбәт эшләп йөрөнө – башта йылҡы, унан һуң совхоз һарыҡтарын көттө, һүҙ ыңғайында шуны әйтеп үтәйек: егет «үҙгәртеп ҡороу» тигән һүҙбәйләнешкә ҡырҡа ҡаршы. Ни өсөн тиһәң, элекке ҡанундарҙы, йәшәү рәүешен үҙгәрттеләр ҙә, тик урынына бер нәмә лә ҡорорға йыйынмайҙар. Шуға күрә, Мансур әлеге лозунгылағы һүҙҙәрҙең икенсеһен артыҡ тип иҫәпләй. Егеттең фекеренә асыҡ дәлил – ауылдағы бер түгел, ике таш һарай. Дөрөҫөрәге, уларҙың өңөрәйеп яткан нигеҙ урындары. Ауылдағы һарыҡ фермаһы өсөн тәғәйенләнгән был һарайҙарҙы ҡырҡ ике йыл элек әрмәндәр төҙөп киткәйне. Теле сығыр-сыҡмаҫ ҡына булған ул заманды Мансур яҙа-йоҙа хәтерләй. Ә бына олораҡтар уның шул саҡтан ҡалған бер мәрәкәһен ара-тирә иҫенә төшөрөп ала. «Ш» хәрефен әйтә алмаған Мансур үҙҙәренә йомош менән килгән берәүгә: «Бер матина тат татый, бер матина ҡом татый», – тип хәбәр һөйләй икән.

Аҙаҡтан малайҙың был етешһеҙлеге бөттө – булмаған өн барлыҡҡа килде. Ә бына үҙгәртеп ҡороу башланғас, бар нәмә юҡ булды – һарайҙарҙан елдәр иҫте. Уларҙың ташын кем генә урламаны, ҡайҙан ғына килеп тейәп алып китмәнеләр! Ғәжәбе шул: көпә-көндөҙ ҡылынған был енәйәтте туҡтатыусылар табылманы. Әллә барыһы ла урлашҡанға микән? Ысынлап та, үҙе сәлдереү менән мәшғүл булған әҙәм нисек итеп башҡаларға: «һайт, ниңә урлашаһығыҙ?» – тип әйтә алһын? Мансур ошоларҙы уйлай-уйлай ҙа: «Юҡ, барыбер «үҙгәртеп ҡороу» ләҡабы хәҡиҡәткә тап килмәй, уны «үҙгәртеп боҙоу» тип атаһалар, дөрөҫөрәк булыр ине», – тигән һығымта яһай.

Мансурҙың үҙенә килгәндә, ул бөгөнгө яманатлы үҙгәртеп боҙоу процесында ҡатнашмаған берҙән-бер зат. Улай тигәс тә, бөтә ил күләмендә түгел, ә Ҡоръятмаҫ ауылы сиктәрендә. Урлашыр ине – әлеге лә баяғы, кәләш юҡ, бисә булмағас, ҡомарҙы ҡуҙғытыусы этәргес юҡ. Ә яңғыҙ башың менән үкһеҙ йәнеңде урлашмаһаң да аҫрап була. Ауылда йыл әйләнәһенә эш бөтәме ни: йәйен бесән, ҡышын утын. Улар араһында һуғым һуйыу һәм башҡа бөткөһөҙ хужалыҡ эштәре. Ә Ҡоръятмаҫтың яртыһынан күбен эләгә-йығыла мал аҫрарға тырышып ятҡан ҡарт-ҡоро тәшкил итә. Эш эҙләп сит-ят тарафтарға олаҡҡан балалары ҡайтһа, йылына бер ҡайтып китә. Шуға күрә, ул бисараларҙың күҙ терәп торған кешеләре – Мансур. Уны әллә ни күреп ҡәҙерләп, эре-торо эштәренә аҡсаларын әҙерләп кенә торалар. Шулайтып, аҡмаһа ла тама, хатта әленән-әле тамаҡ сылатырға ҡала. Йәшәһен ауыл, уның тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәре һәм ололарға пенсияны мул тәғәйенләгән хөкүмәт!

Әйткәндәй, беҙ өҫтән-мөҫтән генә Мансур менән танышҡан арала совет осоронан ҡомартҡы булып ҡалған электр плиткәһе сәйнүктәге һыуҙы ҡайнатып та сығарҙы. Өй хужаһы, урынынан ҡуҙғалып, кәштәләге сәй ҡумтаһын алырға үрелгәйне генә, өй ишеге асылды. Мансурға ҡыялаш ҡына йәшәгән тиҫтере Заһит икән. Ул да эш менән кәләштән мәхрүм. Әммә Заһиттың хәле саҡ ҡына арыу – ул пенсиялағы әсәһе менән донъя көтә. Икәүләп хөкүмәткә рәхмәт уҡып, бары менән байрам, тип йәшәп тик яталар.

Ғәҙәттә, Заһит, үҙенең кәйефенә ҡарап, йә башҡортса «Һаумы», «Арыумы», йәки урыҫсалай «Здорово» тип иҫәнләшә ине. Был юлы уның: «Гутен таг!» тигәнен ишетеп, Мансур ғәжәпләнә биреберәк ишек яғына боролоп ҡараны. Йәнәһе, әллә Заһит түгелме? Аптырауҙанмы, кәрәкмәгән мәлдә иғтибарын икенсе нәмәгә йүнәлтеүҙәнме, уның ынтылған ҡумтаһы кәштәнән ҡолап төштө, стенаға терәтеп ҡуйылған өҫтәлгә сәй бөртөктәре һибелде.

– Гутен морген, – тине Мансур яһалма ризаһыҙлыҡ менән. – Йөрөйһөң шунда, сәйҙе түктертеп...

– Нимә төшкә тиклем йоҡлайһың? Ҡабырғаң серей бит...

– Шунан? – тине Мансур, сәселгән сәй бөртөктәрен усы менән ҡумтаға һыпыра-һыпыра.

– Шунан тип ни, ауылға ниместәр килә, ти ҙәһә...

– Шунан? – Мансур уны үртәүен дауам итте.

– Ултырған да шыуған, кино төшөрөргә киләләр тиме?

– Әллә. Тауыҡтар менән бергә уянған кеше – һин беләһеңдер, – тине Мансур. – Ниместәрҙең йүнле киноһы бармы? Әйҙә, лутсы сәй эсәйек...

2

Әммә ҡорҙаштарға һәр ваҡыттағыса иркенләп сәй һемереп ултырырға яҙманы бөгөн. Мансурҙың сәйе түгелеүе лә шуға бер ишара булды, буғай. Сәбәбе – асыҡ тәҙрә аша урамдан ишетелгән сәйер шау-шыу ине. Ғәҙәттә, бындай ығы-зығы ауылға йә берәй түрә-ҡара, йә кеше һемәйтеп йөрөүсе алыпһатарҙар килгәндә күтәрелә. Моғайын, һынағанығыҙ барҙыр: мәҙәни үҙәктәрҙән ситтә ятҡанғамы, бәләкәй ауылдарҙың халҡы уғата ҡыҙыҡһыныусан була. Һағындырып ҡына булып ала торған ваҡиғаны берәйһе ниндәйҙер сәбәптән үҙ күҙҙәре менән күреп, үҙ ҡолағы менән ишетмәһә, аҙаҡтан уның ауырып китеүе ихтимал. Ана, ышанмаһағыҙ, Заһитка күҙ һалығыҙ: ул елтәнләтә баҫып асмалы тәҙрәнән башын тығып ҡараны ла:

– Райондан килгәндәр. Берәүһе хакимиәт башлығы үҙе шикелле хатта, – тигән хәбәр һалды.

– Кит әле, ул нишләп йөрөһөн? Уны үҙең һымаҡ елғыуар тип уйлайһыңмы? – Мансур уның зитына тейеүен дауам итте. Заһит та бирешергә уйламаны:

– Һә! Бөтә кешене үҙең кеүек күрәш тип беләһеңме? – Көнө-төнө телевизорға төңкәлеп ултырыуҙан Мансурҙың күҙҙәре насарая башлауына төрттөрә, хәсис.

– Шулай булһам да, армияла хеҙмәт итеп ҡайттым бит әле. – Айыу табанлығы арҡаһында комиссиянан үтмәгән Заһиттың хәрби хеҙмәттән тороп ҡалыуына нескә генә ишара инде был.

Ахырҙа Заһит түҙмәне:

– Ярай, телеңә һалынып торма! – тине килешмәле төҫ менән. – Былайтып торғансы, әйҙә, барып күрәйек. Нимә һөйләп йөрөйҙәр икән?..

Егеттәр барып еткәндә, «Мин ҙур түрәне йөрөтәм» тигәндәй, маһайып ултырған ҡара «Джип» машинаһын байтаҡ халыҡ уратып алғайны. Ысынлап та, район хакимиәте башлығы икән шул. Ул йыйылыусыларға ниҙер һөйләй. Түрәнең эргәһендә бер һөйәк өсөн хужаһының ҡулын яларға әҙер тоғро көсөк ҡиәфәтендә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы, йәки халыҡ телендә нығынған төшөнсә буйынса, силсәүит. Район башлығы әңгәмә урынына яҡынлаған егеттәр менән:

– Һа, бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына. Бына, иң кәрәкле кешеләр килә, – тип алмаш-тилмәш күрешеп сыҡты. Ғәҙеллек хаҡына әйтмәй булмай, «Башҡорт түрә булһа, сабатаһын түргә элә», тигән әйтем уның тураһында түгел. Йәғни, башҡалар ҡағиҙә булһа, ул – иҫкәрмә. Элек, эсенә бер бүлексә сифатында Ҡоръятмаҫ ауылы ингән совхозда партком секретары булып эшләгәндә лә шулай ябай, кешеләргә алсаҡ мөғәмәләле ине. Хәтеренең шәплеген әйт әле – кисә генә аралашҡан кешеләй, егеттәрҙең исемдәре менән өндәшә:

– Яңылышмаһам, һин – Мансур, ә һин

– Заһит бит әле?

– Эйе, эйе, – тиеште тиҫтерҙәр, бер-береһенә ҡарашып.

– Бына нимә, егеттәр, – тип дауам итте башлыҡ. – Алдараҡ килгәндәргә аңлаттым инде. Һеҙгә ҡыҫҡа ғына итеп әйтәм: кино төшөрөргә Германиянан бер төркөм кешеләр килә. Улар интернеттан ҡарап, һеҙҙең ауылды һайлаған, һеҙгә уларҙың бер һалығы ла теймәйәсәк. Берҙән-бер үтенестәре – тауҙарҙа йылҡы менән һарыҡ көтөүҙәрен күреү. Төшөрөп алырға уйлайҙарҙыр, моғайын. Шуға күрә, егеттәр, һеҙгә берәй аҙна самаһы элекке һөнәрҙәрегеҙҙе иҫкә төшөрөп алырға тура килер...

– Һуң, – тип башлыҡты бүлдерергә мәжбүр булды аптыраган Мансур. – Малһыҙ ниндәй көтөү?..

– Уныһы не ваша забота. – Район хужаһы үҙе партком секретары булған осорҙағы совет идеологияһының «тиҙҙән бер генә милләт һәм бер генә тел буласаҡ» тигән мәҫәлен һағыныпмы, әллә ҡәҙимге ғәҙәт буйынсамы, урыҫсанан һалдырҙы. – Мал буласаҡ, барыһы ла һөйләшелгән. Уларҙы төнгөлөккә бикләп тороу өсөн кәртә йүнләү хәстәрлеген урындағы хакимиәт үҙ өҫтөнә ала...

Башлыҡтың аҙаҡҡы һүҙҙәренән һуң, уның эргәһендә торған кесе түрә, себенселәгән ат һымаҡ, башын аҫлы-өҫлө һелкергә тотондо. Уның бер юлы ризалыҡты, буйһоноуҙы, хуплауҙы белдергән был хәрәкәте берсә туҡтап, берсә яңынан ҡабатланып, район хакимының һүҙе тамамланғансы дауам итте. Хужа, әңгәмәнең аҙағы яҡынлашҡанын аңғартып, ҡулындағы алтын сәғәткә ҡарап алды:

– Значит, һөйләштек, егеттәр?

Ул үҙенең һәр һүҙе, һәр бойороғо һис шикһеҙ үтәлеүен тормоштоң төп ҡануны тип иҫәпләгәнгә күрә, Мансур менән Заһиттың бер-бер артлы:

– Ярай һуң...

– Уның ниндәй ҡыйынлығы бар, – тиешеүҙәрен ишетмәне лә шикелле, яңынан үҙен уратып алған ололарға мөрәжәғәт итте:

– Һеҙҙең менән дә килештек: алда әйтеүемсә, йортоғоҙ ҙа, үҙегеҙ ҙә ялтырап торһон. Как никак, сит илдән киләләр, улар алдында мах бирерлек булмаһын. Буяу һәм башҡа төҙөлөш материалдары буйынса бына үҙегеҙҙең хужағыҙға (ул һаман да ризалыҡ белдереп башын һелкеүҙән туҡтамаған силсәүиткә ымланы) мөрәжәғәт итегеҙ.

Шулай тине лә башлыҡ, тәҙрәләренә ҡараңғылатылған быяла ҡуйылған машинаһына инеп ултырҙы. «Джип», «Белдегеҙме?», тигәндәй, көйлө генә геүләп бер аҙ ултырҙы ла, артынан еңелсә саң уйнатып, ғорур ҡиәфәттә ауылдан сығып китте.

***

Хаким килеп киткәндән һуң бығаса һәүетемсә йәшәп ятҡан ауыл күҙгә күренеп үҙгәрә башланы. Үҙенән-үҙе түгел инде – уны ғүмер буйы Ҡоръятмаҫта донъя көтөп, ҡайһы бер нәмәләргә ҡулдары етмәгән өй хужалары башҡарҙы. Ҡул етмәүҙән дә бигерәк, был теләк булмау, тормош көтөүгә дәрт һүрелеү ғәләмәтелер, моғайын. Бына, мәҫәлән, һәр өй алдындағы баҡсаны кәртәләп ҡуйған рәшәткәне алайыҡ. Уны буяп ҡуйыу өсөн әллә ни күп көс тә, сығым да кәрәкмәй, бары теләк кенә булһын. Шалһыҙ саҡта ҡояшта уңып, ямғыр тейеүҙән ашалып, билдәләүе ауыр булған төҫкә инеп бойоғоп торған рәшәткәләрҙе буяп ебәрһәң, өй алды тештәрен ыржайтып йылмайған кешенең ауыҙына оҡшап китә. Уның балҡыуынан үҙеңдең дә күңелең күтәрелә, булмышыңды ҡыуаныс тойғолары солғай. Ҡапҡа, тәҙрә ҡапҡастары, кәрниздәр менән дә шул уҡ хәл. Эйе, ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк булһа, өй күрке – тәрбиә шул.

Йәки үҙебеҙ ҡырылмаһа ҡырҡ тапҡыр үтеп йөрөгән урамды алайыҡ. Ул һеперелмәгән саҡта бер күҙ һалығыҙ әле. Әлбиттә, мин күңел күҙен әйтәм. Унда нимә генә юҡ: сыбыҡ-сабыҡ, мал тиҙәге, ҡош-ҡорт мамығы. Ҡыҫҡаһы, урам был ваҡытта кере ҡаҡашып ҡатҡан, өҫ-башы бысранған, тәрбиә күрмәгән сиған балаһын хәтерләтә. Ә һепереп, сүп-сарынан таҙартып ебәрһәң? Был ваҡытта инде ул кейенеп-яһанып ҡунаҡ көтөп тороусы уңған хужабикәгә оҡшай.

Йә булмаһа, үҙебеҙҙең өҫ кейемебеҙгә иғтибар итәйек. Унда ла кер күтәреүсе ҡара, һоро төҫтәр өҫтөнлөк итә. Зауыҡ тураһында әйтеү түгел, ауыҙ асаһы ла юҡ. Хужалыҡтағы ҡара эшкә ярамағанмы, тиерһегеҙ. Килешәм. Әммә өй араһындағы эштәр тәүлектең кескәй генә бер өлөшөн тәшкил итә. Хужалыҡ хәстәрҙәренән арынғас өҫтө алмаштырып, ҡәҙергә тип һаҡлап ҡуйылған затлыраҡ кейемдәребеҙҙе кейеп, көҙгөгә ҡарайыҡ әле. Кем тора унда? Бәй, кем булһын, үҙебеҙ бит! Беҙ ҙә шулай матур, һөйкөмлөмө ни? Ана, йәшәгән йортобоҙ ҙа, ауыл да, үҙебеҙҙе уратып алған яҡты донъя ла күркәмләнеп, сағыу төҫтәре менән балҡып китте. Бик йыш: «Был донъяла беҙ бары ҡунаҡ ҡына», – тигәнде ишетергә тура килә. Ә ҡунаҡта кем күрмәлекһеҙ, бысраҡ кейемдә йөрөй?..

Эй, шул башҡорттоң күндәмлеге! Уның тик яйын табып, күңелен кәрәкле ҡалыпҡа көйләй генә бел – намыҫ эше тигәндә тау аҡтарырға, күл уртларға әҙер. Ана бит, беҙ фәлсәфә һатҡан арала ауылдың йөҙөн танымаҫлыҡ итеп үҙгәртеп ташлағандар. Күрше ауылдан берәйһе Ҡоръятмаҫҡа килеп юлыҡһа: «Әллә аҙаштым инде, хәйерһеҙ», – тип торорлоҡ. Ни арала рәшәткәләрен, тәҙрә ҡапҡастарын, ҡапҡаларын буяп, электән буяулыларын яңыртып өлгөргәндәр! Ә урам һуң? Уны бысратмаҫ өсөн, аяҡ кейемдәрен сисеп, ойоҡсан ғына йөрөрлөк.

Шулай ҙа иң һоҡландырғаны ауыл халҡының өҫ кейемендәге үҙгәреш булғандыр, моғайын. Әбейҙәре һыйға ғына ҡәҙерләп һаҡлаған таҫмалы күлдәк, уның тышынан төрлө төҫтәге бәрхәттән уҡалы камзул кейгән. Бер нисәүһе хатта бала-сағаларына, ейәнсәрҙәренә тип ҡомартҡыға һаҡлаған тәңкәле камзул кейеп, боронғо яғаларын тағып ебәргән. Аяҡтарында ситек, уның тышынан ялтырап торған өр-яңы калуш. Баштарына ябынғандары үҙҙәре бер тамаша: төрлө биҙәкле кешимир яулыҡ, ҡушъяулыҡ. Береһе әлеге лә баяғы ейәнсәрҙәренә тип һандыҡ төбөнә һаҡларға һалған ерҙән алып, француз яулыҡ ябынып ебәргән. Затлы кейемдәренән күҙ ҡамашҡанғамы, ҡупшыланыу ҡыуанысы йөҙҙәренә нур булып яғылғанғамы, үҙҙәре кәм тигәндә бер тиҫтә йылға йәшәреп киткәндәй. Тфү, тфү, күҙ тейә күрмәһен, собханалла, машалла!

Бөтә ауылға өс-дүрт бөртөк ҡалған ҡарттарына килгәндә, улар боронғо уҡ булмаһа ла, элеккерәк кейем-һалым менән маҡтана алмай, әлбиттә. Тормош рәүеше башҡасараҡ булғанғамы, нишләптер уларҙың әүәлге кейемдәре һаҡланмаған тиерлек. Улар хан заманынан алып төрлө хәрби походтарҙа, сауҙа һәм хужалыҡ эштәрендә, яңы замандың ижтимағи тормошонда күберәк ҡатнашҡанға күрәлер инде, ир-аттың милли кейемен урыҫ дәүләте аша килгән көнбайыш сепрәк-сапрағы ҡыҫырыҡлап сығарған. Шулай ҙа улар «бары менән байрам» тип, әбейҙәре нимә һатып алған, шуны кейгән. Өҫтәрендә һыйға кейә торған костюм. Өр-яңы уҡ түгел, ләкин эш яңылыҡта түгел, ә таҙалыҡта. Эстән кейелгән арзанлы сатраш күлдәктәре уларға үҙенсәлекле йәм, байрам төҫө бирә. Ә баштарындағы түбәтәй иһә ҡарттарға нәғеҙ милли һыҙат өҫтәй. Быларға аяҡтарындағы ялтыр сөңкә калуштарҙы өҫтәһәң, ҡарттарҙың гардеробтарын тулы килеш күҙ алдына килтерергә була. Ни хәл итәһең, заман башҡа – заң башҡа. Европа менән Азия киҫешкән ерҙә йәшәгән кешеләргә шул да бара инде. Зарар юҡ, бер билдәле әйтемде үҙгәртеңкерәп ҡулланғанда «кейем ирҙе түгел, ә ир кеше кейемде биҙәй».

Был арала Мансур менән Заһитта ғына кейем ҡайғыһы түгел ине: улар ҡайҙандыр ҡыуып килтерелгән һарыҡ һәм йылҡыға ялан кәртә әтмәләү менән мәшғүл булды. Ҡайҙандыр тигәс тә, малдарҙың хужалары билдәле. Силсәүиттең әйтеүенсә, ике йөҙләгән ҡуй көтөүенең хужаһы – күрше ауыл фермеры Нәғимйән. Кешенең башы эшләһә, эшләй бит: ул, диндең йылдан-йыл көсәйә барыуынан файҙаланып, әлеге һарыҡтарҙы ҡорбанлыҡ өсөн махсус үрсетә, һөйләүҙәренсә, фермерҙың был кәсебе бик уңышлы бара, уның күбеһе аҡ төҫтәге һарыҡтарын хатта ер аяғы, ер башы яҡтарҙан килеп алалар, имеш. Ҡайһы саҡта етмәй ҙә ҡала, ти.

Йылҡыға килгәндә, ул элекке колхоз рәйесе, хәҙер эре ер биләүсе Ғәлиулланың аттары. Ысын булһа, райондың был алпауыты приватизация тигән ғәләмәтте (яман телдәр уны «прихватизация» тип атаған була) уйлап сығарған Чубайс әфәндегә аяҡ баҫҡан һайын рәхмәттәр уҡый икән. Өйөнөң һәр бүлмәһенә шул ерән шайтандың һүрәтен элеп бөткән, тигән булалар. Тел һөйәкһеҙ бит ул, һөйләй инде. Бына, тағы бер кеше һүҙе: анау ваҡытта юлда китеп барған Чубайсҡа һөжүм ойошторолғас, Ғәлиулла ауырып аяҡтан йығылған, имеш. Үҙең күрмәгәс, быларҙы ысын тип тә, юҡ һүҙ тип тә әйтеп булмай. Ләкин шул уҡ халыҡ «утһыҙ төтөн сыҡмай» тигәнде лә йыш ҡабатлай. Әгәр был хәбәрҙәрҙе иҫбат итеп булмай торған имеш-мимешкә ҡалдырһаҡ, Ғәлиулланың торған ерендә ерҙе сапсып, ажғырып торған өйөр айғырының ҡушаматы «Чубайс» булыуын ҡайҙа итергә? Быныһы төн артынан тыуған көн кеүек раҫ.

***

Ниместәр Ҡоръятмаҫта район хакимиәте башлығы килеп киткәндең дүртенсе көнөндә пәйҙә булды. Ваҡиға тураһында алдан хәбәр ителгәнгә күрә, Ҡаф тау аръяғынан килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға йыйылған ғауам эргәһенә өр-яңы автофургон килеп туҡтаны. Халыҡ телевизорҙа яҙа-йоҙа күҙгә эленеп ҡалған был мәҙәниәт мөғжизәһен үҙ урамдарында күреп, ғәжәпләнергә лә өлгөрмәне, баяғының шыуҙырмалы ишеге шым ғына асылып, унан етендәй һары сәстәре яурынына һибелеп торған ҡыҙ ырғып төштө. Ҡарамаҡҡа утыҙ йәштәр самаһы. Өҫтөнә кейгән килешле блузкаһы менән бриджи салбары уның уртасанан әҙ генә ҡалҡыу кәүҙәһен тағы ла һомғолораҡ итеп күрһәтә. Ә иң ғәжәбе – ҡыҙҙың иҫ киткес мөләйем йөҙөнән, ямғырҙан һуң таҙарған күк төҫөндәге күҙҙәренән эркелгән ихласлыҡ һәм ниндәйҙер эске ҡыуаныс нурҙары ине. Әйтерһең, ул күп замандар элек айырылышып, бер күрешергә хыялланып йөрөгән кешеләр менән осрашырға килгән.

Шулай ҙа алманканың Ҡоръятмаҫ халҡын иҫәңгерәтеп, телдән ҡалдыра яҙғаны – аяғы ергә тейер-теймәҫтән урам яңғыратып:

– Һаумыһығыҙ! – тип саф башҡортса иҫәнләшеүе булды. Ысынлап та шаңҡырлыҡ хәл шул: бында үҙ башҡортоң теленән, асылынан ваз кисеп барғанда, әллә ҡайҙан килгән берәү һинең телендә һүҙ ҡатһын әле! Әллә былар бөтөнләй икенсе кешеләр булып сыҡтымы?

Ул арала алманка ихлас йылмайып:

– Мин Эльза булам, – тип исемен әйтте лә, аптырауҙан асылған ауыҙҙарын һаман яба алмай торған кешеләр менән ҡуш ҡуллап күрешә башланы. Кинокамераһын тотоп уның артынса фургондан сыҡҡан оператор, уңға-һулға сығып, күрешеү тамашаһын төшөрөргә кереште. Үҙен ҡаршылаусылар менән күрешеп бөткән Эльза, киң йылмайып:

– Нисек йәшәп ятағыҙ? – тип һораны. Инде тамам һушын йыйып, ваҡиғаның төш түгел, ә ысынбарлыҡ икәне аңдарына барып еткән халыҡ араһынан:

– Һәйбәт әле былай.

– Имен.

– Әлегә иҫән-һаубыҙ. Аллаға шөкөр, – тигәнерәк яуаптар ишетелде.

Ошо ерҙә бығаса һүҙҙе ауыҙынан арҡан менән дә тартып сығарып булмаған Мөҙәрис ҡарт телгә килмәк булды:

– Һөкөмәт пенсияны биреп тора-а. – Ул район хакимының «мах бирмәгеҙ» тигәнен үҙенсә аңлап әйттеме быны, әллә кино төшөрөүселәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итергә теләнеме – билдәһеҙ. Торғас, тик кенә торһа ни була инде! Ана бит, Ҡоръятмаҫ халҡы был хаҡта нимә ти: «һөйләй белмәгән ауыҙҙан эшен яҡшы белгән арт яҡшы». Уның был хәбәре оператор йыйылыусыларҙың нәҡ аяҡ кейемдәрен төшөрөп торған мәлдә әйтелде. Тап килһә килә бит, хәйерһеҙ. Объктив ыңғайына Эльза ла Мөҙәрис ҡарттың аяғындағы уңа төшкән калуштарға күҙ ташлап алды. Бабайҙың пенсия тураһындағы һүҙҙәре менән өс тинлек калушты йәнәш ҡуйыуҙанмы, әллә икенсе сәбәптәнме, ҡыҙҙың ирен ситтәренә еңелсә көлөмһөрәү ғәләмәте ҡағылып үтте. Әммә ул мыҫҡыл түгел, ә йәлләү ҡатыш ине. Анау хәтле ерҙән интернет аша Ҡоръятмаҫ ауылын эҙләп тапҡан, автонавигатор ярҙамында юл яҙлыҡтырмай килеп еткән кеше беҙҙең илдәге пенсия күләмен белмәй буламы һуң?

Уңайһыҙ тынлыҡты Эльзаның күкрәк төбөнәнерәк сыҡҡан тауышы боҙҙо:

– Ярар... Беҙ ҙә Германияла һәйбәт кенә йәшәп ятабыҙ. Мин өләсәйем тураһында кино төшөрөп йөрөйөм, һуғыштан һуң ул ҡулға алынған, һуңғы көндәре Верхнеурал төрмәһендә үткән. Шуға күрә, өләсәйемдең эҙҙәре буйлап ошонда килеп сыҡтыҡ. Бында бер нисә көн йәшәп китергә уйлайбыҙ, һеҙҙән артыҡ бер нәмә лә кәрәкмәй, беҙ бөтәһен үҙебеҙ менән алып йөрөйбөҙ: фургонда йоҡо бүлмәләре лә, кухня ла, холодильниктар туп-тулы ризыҡ та, ванна ла бар. Һыуыбыҙ ғына юҡ...

Шул саҡта бығаса тартыныңҡырап торған төркөм йәнләнә төштө. Быға ҡыҙҙың уларҙы үҙ итеп һөйләшеүе, ябайлығы менән ихласлығы сәбәпсе булды шикелле. Ә тасылдатып, нәғеҙ уларса башҡортса һөйләшеп тороуы һуң? Уға тик таш йөрәк кенә иремәҫ. Шуға ла, төркөмдәгеләр кемуҙарҙан телгә килде:

– Һыу ни, ана, беҙҙең шишмә башында инде!

– Унда бер нисә ҡоҙоҡ бар.

– Эйе, йәнең күпме теләй.

Был һүҙҙәрҙән Эльзаның йөҙө етдиләнә төштө:

– Рөхсәт итһәгеҙ, беҙ шунда туҡрар инек, – тине ул. – Һеҙ ҡурҡмағыҙ, хаҡын түләрбеҙ...

Алманканың был хәбәренән һуң бер аҙға сәйер тынлыҡ урынлашты. Сәйер, сөнки ул донъяға ҡапма-ҡаршы ике ҡараштың бәрелешеүенән тыуҙы. Гүйә, Ер шары күсәрен, ә асмандағы ҡояш үҙенең йүнәлешен үҙгәртергә самаланы. Йыйылыусыларҙың тынып ҡалыуы ошо мәңгелек ҡанундың үҙгәреү ихтималлығын баштарына һыйҙыра алмау ғәләмәте ине. Ә инде хатта был турала уйлау ҙа яҙыҡ икәнлеге зиһендәренә барып еткәс, Эльзаға төрлө яҡтан:

– Әстәғәфирулла!

– Ер ҙә, һыу менән һауа ла Хоҙайҙыҡы!

– Һыу һатып кем байыҡҡан?

– Улай юҡты һөйләмә, ҡыҙым, – тигәнерәк шелтәләү һүҙҙәре яуҙы.

Германияла тәбиғиҙең-тәбиғие булған тәҡдим Ҡоръятмаҫ халҡына шулай тәьҫир итерен көтмәгән Эльза аҡланырға була:

– Мин һеҙҙе рәнйетергә уйламаным, – тиергә ашыҡты. – Беҙҙә шулай ҡабул ителгәнгә әйттем. Үпкәләмәгеҙ, зинһар. Ҙур рәхмәт. Осрашырбыҙ әле...

Шулай тине лә ҡыҙ, фургондың асыҡ ишегенән күренеп торған ҡупшы баҫҡыстар буйлап эскә инеп китте. Ишеге асылғандағы кеүек үк тауыш-тынһыҙ ябылған оло автофургон ауылдың көнбайышындағы ике тау араһындағы шишмә башына юл алды. Йыйылған халыҡ бөгөнгө ғәҙәти булмаған ваҡиға тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашып, төркөм-төркөм булып өйҙәренә таралышты.

***

Эльза Германияла тыуҙы. Донъялағы бөтә сабыйҙар кеүек үк, ул да ҡыҙыҡһыныусан тәбиғәтле булып үҫте. Иҫ белә башлағас, атаһы менән әсәһенән төбәшмәгән нәмәһе ҡалмай ине: ниңә улай ҙа, ниңә былай? Моғайын, был аҡылы камил һәр балаға хас сифаттыр. Эльза әсәһенә бынау сетерекле һорауҙы биргәнен һаман хәтерләй:

– Ә һинең әсәйең бар инеме?

– Нисек булмаһын, – тине ҡыҙының был һорауына ғәжәпләнә биреп ҡуйған ҡатын. – Бөтә кешенең дә әсәһе була.

– Ә ул ҡайҙа?

– Өләсәйең алыҫ-алыҫҡа китте, балам.

– Ә ул ҡайтамы?

– Белмәйем, – тине әсә. – Бәлки, ҡайтыр.

Үҫә төшкәс, ҡыҙыҡай егерменсе быуат уртаһында ҡот осҡос һуғыш булғанын, Германияның еңелгәнен, Адольф Гитлерҙың ике туған апаһынан тыуған өләсәһе Марияның Австриялағы эре ер биләүсе Рудольф Копенштайнерға һуғыштан алда кейәүгә сыҡҡанын, Рудольфтың 1937 йылда уҡ «Гитлерҙың ғаилә шәжәрәһе» исемле китап яҙғанын, ошо китап буйынса фюрерҙың барлыҡ нәҫел-нәсәбен, шул иҫәптән, Эльзаның олатаһы менән өләсәһен совет НКВД-һы ҡулға алғанын, әсәһенең балиғ булмау сәбәпле әсирлектән ҡотолоп ҡалғанын белде.

1990 йылда Берлин стенаһы ҡолап, ике идеологик лагерға бүленгән Германия яңынан бер дәүләткә берләшкәндә, Эльза Берлин университетының филология факультетында уҡып йөрөй ине. Был картанан ҡарағанда тиреһе туналған һыйыр түшкәһен хәтерләткән СССР тарҡалып, бойондороҡһоҙ дәүләттәр барлыҡҡа килеп, Рәсәй өҫтөндә демократия елдәре уйнай башлаған осорға тура килде. Аудиторияларында егерме меңгә яҡын студент уҡыған Берлин университеты донъяның төрлө юғары уҡыу йорттарындағы филология факультеттары менән тел алмаш белем биреү тураһында контракттар төҙөүгә ҙур иғтибар бирә ине. Шундай контракттарҙың береһе Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән дә төҙөлдө. Уны тормошҡа ашырыуҙа роман-герман филологияһы факультеты деканы, доктор Маргарет Раш менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеты деканы, доктор Фирҙәүес Хисаметдинова ҙур роль уйнаны. Фирҙәүес ханымды тәүге күреүҙән, уның ауыҙынан башҡорт телмәрен беренсе тыңлауҙан уҡ Эльза был боронғо, үҙенсәлекле телгә ғашиҡ булды. Төрки телдәре араһында иң бай фонемалы, һығылмалы тел уны үҙенең йомшаҡлығы һәм моңлолоғо менән әсир итте. Эльза башҡорт филологияһын өйрәнеү өсөн Өфөгә шулай килеп юлыҡты.

Уларға мәктәптә сит тел сифатында урыҫ телен уҡыта торғайнылар. Шуға күрә ҡыҙ, форсаттан файҙаланып, донъя телдәренең береһе булған был телде өйрәнеүгә лә ҙур иждиһат һалды. Шул маҡсаттан, китапхана ишегенең тотҡаһын һыуытманы – әҙәби китаптар менән танышты, ваҡытлы матбуғатты уҡып барырға тырышты. Бер мәл Эльза «Комсомольская правда» гәзитен ҡараштырып ултырғанда С. Смирнов тигән журналистың «Верхнеурал централының «Тимер битлеге» тигән материалына юлыҡты. Башта мәҡәләгә илтифатһыҙ ғына күҙ йүгертеп сығырға уйлаған ҡыҙ, үҙенең өләсәһе менән олатаһының фамилияларына юлығып, тулҡынланыуҙан нишләргә белмәне. Уның тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте, бит алмалары, ҡолаҡтары янды. Эльза материалды бер тынала уҡып сыҡты. Шик булыуы мөмкин түгел: нәғеҙ шулар! Барыһы ла тип әйтерлек әсәһе һөйләгәнсә, ваҡ деталдәренә ҡәҙәр тап килә. Бына бит, ап-асыҡ яҙылған: Мария һәм Рудольф Копенштайнерҙар Австрияла эре ер биләүселәр була. Һуғыш ваҡытында урыҫ, поляк, чех армияларының әсиргә төшкән һалдаттарын эшсе көс, батрак сифатында файҙаланыуҙа ғәйепләнеп, яу туҡтағандың туғыҙынсы көнөндә НКВД тарафынан ҡулға алынып, СССР-ға оҙатылалар. Ире хөкөм ҡарарын көтөп Лефортово төрмәһендә ҡала, ә Марияны Верхнеурал централына ебәрәләр.

Йөрәкһегән Эльза ҡәтғи ҡарарға килде: ул өләсәһенең һуңғы төйәген барып күрергә тейеш! Уйланған эш – бөткән эш, тиҙәрме әле? Тиҙҙән яйы ла килеп сыҡты: лекциялар тамамланып, сессиялар башланды. Уй-ниәте көндән-көн көсәйә барған Эльза тәүәккәлләп юлға сыҡты. Бына Магнитогорск, бына Верхнеуральск... һаумы, күрмәгән өләсәйҙең һуңғы һулышы алынған ер! Һаумы, меңәрләгән тотҡондоң уй-зарын, өмөттәрен үҙенә һеңдереп, уларҙы тимер битлек аҫтына йәшергән данлыҡлы централ!

Ҡаланың төньяғында айырым урынлашҡан төрмә Эльзаны томһайып ҡаршыланы. Уның ҡыҙыл кирбестән эшләнгән стеналары, тирә-яғын уратып алған тимер-бетон ҡоймалары, сәнскеле тимерсыбыҡтары: «Һин бында нишләп йөрөйһөң? Беҙҙән арыраҡ булыуың хәйерле», – тип ҡысҡырып торғандай ине. Алыҫ түгел аҡҡан Яйыҡ буйында ҡарт тирәктәр үҫә, уларҙың ботаҡтарына оя ҡорған ҡарғалар өҙлөкһөҙ ҡарҡылдаша. Ғөмүмән, ниндәйҙер шомло урын. Өҫтәүенә, төрмәнең эргәһендә генә зыярат. «Моғайын, бында төрмәлә үлеп ҡалған тотҡондар ҙа ерләнгәндер, – тип уйланы Эльза. – Өләсәйем дә шунда яталыр инде. Бәлки, берәй мөғжизә менән ҡәберен таба алырмын». Шул уй уны зыярат эсенә әйҙәне. Үҙе бер ҡала майҙанын биләп, йәйрәп ятҡан ҡәберстанда моңһоу тынлыҡ, сөнки бында инде яу ҙа, дау ҙа юҡ. Ниһайәт, баһалар ҙа, үлсәмдәр ҙә тигеҙләнгән – донъялыҡта кем булыуҙарына ҡарамаҫтан, һәр ҡайһыһына берәр ҡолас ер тейгән. Шул мәңгелек ҡанунды раҫлағандай, йыш-йыш теҙелеп киткән ҡәбер билдәләренең иҫәбе-һаны юҡ: ағастан, тимерҙән яһалған арҡысаҡтар, төрлө таштарҙан эшләнгән һәйкәлдәр, рәшәткәләр, веноктар. Ҡәберҙәрҙең күбеһе ҡараулы – уларҙа декоратив ҡыуаҡтар, сәскәләр үҫә, таштары яҙыулы. Ҡарауһыҙҙары ла етерлек: рәшәткәләрен тут баҫҡан, таштарында яҙыу-фәлән күренмәй, арҡысаҡтары ҡыйшайған йәки бөтөнләй юҡ. Былары тотҡонда вафат булған һәм төрмә хеҙмәткәрҙәре тарафынан арлы-бирле итеп ерләнгән билдәһеҙҙәрҙең ҡәберҙәрелер, күрәһең. Улар араһынан үҙеңә көрәклеһен табып ҡара! Ниндәйҙер табышҡа юлығыуҙан өмөтөн өҙгән Эльза зыяраттан сыҡты. Ысынлап та, кәбән араһынан энәне эҙләп табыуы бик ауыр. Ә әгәр ҙә ул кәбәндә энә булмаһа? Бөгөнгө осраҡ шундайыраҡ әхүәлгә оҡшаш ине.

Йөрәкһегән ҡыҙ тулышҡан тойғоларын баҫыр өсөн Яйыҡ буйына төштө, унда ла йәм тапмай, яҡындағы түбәләс башына менде. Бынан барыһы ла ус төбөндәге кеүек күренә: күбеһе ағас йорттарҙан торған кескәй ҡала, бормаланып аҡҡан Яйыҡ йылғаһы, көнбайыш тарафта тотош монолит булып күкһелләнеп ятҡан тау теҙмәләре. Уның өләсәһе хөкөм ҡарарын көтөп камерала тонсоҡҡанда уйҙары тыуған иленә талпынғандыр, прогулкаға сыҡҡанда ошо тауҙарға тилмереп ҡарағандыр, уларҙың аръяғында ҡалған ирекле тормошто һағынып зарыҡҡандыр. Уйынмы ни: биш йыл буйы хөкөм ҡарарын көт әле! Ниһайәт, 1950 йылда тикшереү тамамлана, ҡарар иғлан ителә: 25 йыл төрмә! Әммә бынан һуң Мария оҙаҡҡа бармай – яза биреүселәрҙән мыҫҡыл иткәндәй, мәңгелек йортҡа күсә. Уның үҙен мәсхәрәләүҙе лә шартына килтереп үтәгәндәрҙер, моғайын. Марияның күҙлек һорап яҙған ғаризаһына төрмә начальнигының һуҡҡан резолюцияһы ни тора: «Выдавать, но только в ночное время!»

Эльзаның күңеленә еңел дә, ҡыйын да ине был минутта. Әгәр өләсәһенең ғазаплы йәне күккә олғашҡан ерҙе күреү ниндәйҙер йыуаныс килтерһә, тормоштоң аяуһыҙ ҡанундары алдындағы сараһыҙлыҡтан йәне иңрәп-иңрәй. Ҡыҙ шомло тынлыҡ һаҡлап торған төрмә бинаһына, уға терәлеп ятҡан зыяратҡа, барыһына битарафлыҡ һаҡлап аҡҡан Яйыҡҡа, алыҫта күренгән мәғрур тау һырттарына ҡарап байтаҡ ултырҙы. Ҡапма-ҡаршылыҡлы кисерештәрҙән күңеле тулып, бер нисә мәртәбә балауыҙ һығып та алды. Ултыра торғас, ҡапыл уның башына бер уй килде: өләсәһе тураһында кинофильм төшөрөргә! Әллә ниндәй ҙур метражлы художестволы таҫма түгел, ә һәүәҫкәр документаль фильм. Бер кешенең аяныслы яҙмышы аша һуғыштың ниндәй ҙур фажиғәләргә килтерергә һәләтле икәнен асып бирергә! Бының өсөн, әлбиттә, рухи һәм, бигерәк тә, матди яҡтан оҙайлы әҙерлек алып барырға, төрмә архивтарының биктәрен асыу юлдарын эҙләргә кәрәк буласаҡ. Ләкин улары инде хәл итә алырлыҡ мәсьәләләр. Иң мөһиме – теләк булһын.

Дөрөҫөн әйткәндә, алманканың был шөғөлө башта Мансурҙың күңелендә әллә ни рухи күтәренкелек уятманы. Ысынлап та, егеттең фекеренсә, балалар уйынынан кәм ере юҡ. Харап икән: тау ҡыҙырып йөрөгән көтөүҙәрҙе кинокамераға төшөрөп ала. Шуның өсөн көтөүҙәр янына бер күтәрелә, бер түбән төшә. «Ошо юҡ-барҙы төшөрөргә анау хәтле ерҙән йыбанмай килсе әле, – тип уйлай Мансур. – Тауҙың ни айырмаһы бар, үҙҙәрендә генә ҡыландырһа ни була икән? Сығымдары әҙерәк булыр ине, исмаһам...»

Сығымы тигәндәй, был эш өсөн Эльза егеттәрҙең икеһенә биш йөҙ евро вәғәҙә итте. Аптырамаҫ ерҙән аптырарһың: ат өҫтөндә генә йөрөп бушлай киноға төш, өҫтәүенә, анау хәтле аҡса ал! Быға бигерәк тә Заһит ҡыуанды: «Һо-о! – тине ул икеһе генә ҡалған арала. – Беҙҙең аҡсаға өйләндерһәң, унар меңдән ашыу була. Бүре олой икән былай булғас».

Аҡсаға әллә ни иҫе китеп бармаған Мансур ҡул ғына һелтәп ҡуйҙы. Уға кеше малын һай-һайтлап ян-яҡҡа ҡыуғынлап йөрөүе мәҙәк кенә. Исмаһам, көн үтеп ҡалыр – ауылда эш-көш юҡ, ятаһың инде әлеге телевизорға ҡаҙалып.

Ә Эльза арыуҙы ла, талыуҙы ла белмәй, әйтерһең, ошо тау-таш араһында тыуып, шунда уйнап үҫкән. Оператор эргәһенә йүгереп барып, ҡулдары менән ниндәйҙер ишаралар яһай, күрһәтмәләр бирә, шунан егеттәргә боролоп: «Мансур, был яҡҡа ҡыу аттарыңды!» – тип ҡысҡыра. Бер аҙҙан уның тауышы йәнә тау-ташты яңғырата: «Заһит, һарыҡтарҙы тау аръяғына әйҙә!» Ярай ҙа, бер генә тапҡыр төшөрһә – «дубль» ти ҙә, шул уҡ күренеште яңынан ҡабатлата. Үҙе оператор яғына ҡарамаҫҡа кәрәклеген ҡат-ҡат киҫәтә, бөтәһе лә тормоштағыса тәбиғи булырға тейеш, ти. Ҡыҫҡаһы, башты ҡатыра инде.

Эльзаның тәүге осорҙағы ҡаңғыртыуҙары менән сағыштырғанда, былары сүп кенә. Бына, өҫ кейемен алайыҡ. Ул нимәһе менән насар? Юҡ, алманкаға мотлаҡ һуғыштан һуңғы, илленсе йылдарҙағы кейем кәрәк. Әйтеүе анһат та бит, ләкин булмағанды ҡайҙан табаһын? Эльзаны ла аңларға була – фильмында заман һулышын бирергә теләйҙер.

– Ошонан башҡа кейемең юҡмы ни? – тине алманка тәүге көндә Мансурҙың ярлы ғына гардеробын барлағанда.

– Артыҡ кейем нимәгә кәрәк? – Егет ошо яуапты бик лайыҡлы тип тапты. Ысынлап та, ниңә сер биреп торорға?

– Һм-м, джинсы салбар... Илленсе йылдарҙа ул һеҙҙә булмаған. Фуфайка бармай – ул лагерь тотҡондарының эш кейеме. – Эльза уның барлы-юҡлы монаятын эшлектән сығарып ташланы. Уның төшөрәсәк киноһы өсөн ярамағаны аңлашыла, шулай ҙа намыҫҡа тейә, ҡәһәрең.

Ул арала ҡыҙ кәңәш-төңәш итер өсөн ауыл буйлап сығып китте. Әлеге көндә Ҡоръятмаҫтың төп халҡын тәшкил иткән пенсионерҙар һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа үҫмер булып, илленсе йылдарҙы яҡшы хәтерләй ине. Кейемме? Ирҙәрҙең күбеһенең өҫтөндә ҡулдан тегелгән бишмәт булды. Фронттан тере ҡайтҡандар бик оҙаҡ шинель кейеп йөрөнө. Ул заманда итекте бик һирәктәр кейҙе, күбеһенең аяғында сарыҡ ине. Баш кейемдәре лә төрлөсә: кем ҡырма бүрек, кем түбәтәй кейә торғайны. Бер-ике кешенең башында кейеҙ ҡалпаҡ булғаны иҫтә ҡалған. Фуражка кейеү аҙағыраҡ сығып китте. Уларҙы ҡайҙа күреп буламы? Ҡайҙа тип, булһа, шул музейҙа ғына инде. Әһә, музей... Эйе, эйе, район үҙәгендә. Йәшәһен техник прогресс емеше булған автофургон, йәшәһен навигатор! Алға – район үҙәгенә! Хакимиәт башлығы килеп тыуған мәсьәләләр буйынса тәүлектең теләһә ниндәй сәғәтендә шалтыратырға ҡушҡайны. Ҡайҙа уның тура телефоны? Әһә, бына ул!.. Алло, һеҙҙе Эльза борсой... Рәхмәт, барыһы ла яҡшы. Ниндәй һораумы? Музейығыҙҙан ирҙәр кейеме кәрәк ине, бер нисә көнгә прокатҡа биреп тормаҫтармы?... Аңланым, һеҙгә ҙур рәхмәт. Хәҙер барып етәм.

Музей директоры алманканы киреле-миреле һүҙҙәр менән ҡаршыланы: йәнәһе, был кибет түгел, ә музей, экспонаттарҙы прокатҡа биреү түгел, ҡағылырға ла ярамай...

– Беләм, – тине Эльза. – Хакимиәт башлығы һеҙгә шалтыратманымы ни?

– Шалтыратһа һуң? Беҙ туранан-тура Өфөләге Милли музей директорына буйһонабыҙ. Унан рөхсәт...

Әммә ошо урында музей директорының теле тотлоҡто, сөнки уның өҫтәлендәге ҡағыҙҙар өҫтөнә шым ғына йөҙ һумлыҡ евро килеп ятты. Директор тулҡынланыуҙан тамағының төбөнә ултырған төйөрҙө йотоп ебәрҙе лә дауам итте:

– Һм-м... ну, ярай улай булғас... Тик, зинһар, ипләп кенә кейһендәр инде, экспонат бит.

Егеттәр бына ошо ҡиммәтле музей кейемдәрендә тауҙа мал баға. Ысынлап түгел, ә көтөп йөрөгән кеше булалар. Уларҙың күңелендә сәйер тойғо, әйтерһең, ололар булып ҡыланып уйнап йөрөүсе балалар. Был кәмит тойғоһон өҫтәрендәге күптән онотолған кейем-һалым көсәйтә: икеһенең дә өҫтөндә уңып бөткән бишмәт, билдәрендә йәшел тауарҙан тегелгән билбау. Заһиттың башында музейҙан килтерелгән кейеҙ ҡалпаҡ, ә Мансур атаһынан ҡалған тәрән эсле, киң тирәсле иҫке фуражканы кейҙе. Аяҡтарында кирза итек – тау-таш араһында шунһыҙ мөмкин түгел.

Башта көйлө генә барған эш өсөнсө көндө ҡаршылыҡҡа осраны. Сәбәпсеһе нимә тиһәгеҙ – асмандағы ҡояш, дөрөҫөрәге, уны ҡаплаған болоттар. Иртәнсәк һәр ваҡыттағыса балҡып, ғаләмгә йомарт нурҙарын таратып килеп тыуған йәшәү сығанағы көнө буйы шул хәлендә күкте гиҙер һымаҡ ине. Әммә бер аҙҙан офоҡ ситендә, даръя ипләгән аҡ елкәнле караптар һымаҡ, өйкөм-өйкөм болоттар пәйҙә булды. Улар торған һайын ҡабарып, ҡуйыра барып, бер-береһе менән тоташты һәм ҡояшты ҡаплап алды. Ҡояш, ауға эләккән алтын балыҡ төҫлө, күскен болоттар араһынан берсә күренде, берсә оҙайлы ваҡытка юғалып торҙо.

Бының кино төшөрөүгә ни ҡыҫылышы бар, тиерһегеҙ. Бар икән шул. Һеҙҙең һымағыраҡ уйлаған Мансур менән Заһитҡа Эльза ошолай андатып бирҙе:

– Беҙҙең аппаратура стерео тибында. Уның менән тик ҡояш яҡтыһында ғына төшөрөргә мөмкин.

– Стереоһы нимә була тағы? – Мансурҙың был һорауы уның күңелендә ҡыҙыҡһыныу сатҡылары уяна башлауын белдерә ине.

– Нисек итеп аңлатырға? – тине Эльза. -Элекке киноаппаратуралар бөтә нәмәне бер генә киңлектә төшөрә һәм күрһәтә ине. Ә яңы стереоаппаратура донъяны киң планда төшөрә, экранда күләмлелек иллюзияһы тыуҙыра. Уның мөмкинлектәре бик ҙур.

– Улай икән, – тигән булды Мансур. Йәнәһе, беҙҙең дә һайғау һирәк – ҡайһы бер төшөнсәләр үтеп инә.Һһәм, шуны күрһәтергә теләгәндәй, дауам итте. – Бына һин, беҙҙең тауҙарҙы төшөрөп, өләсәйеңдең һағыныуҙарын, зарығыуын күрһәтәм, тиһең. Ә төрмә камераһында тәҙрә бармы икән һуң? Булған хәлдә лә, ул анау хәтле ерҙән көтөүҙә йөрөгән малды нисек күрһен?

– Сәнғәт бик шартлы төшөнсә, – тине Эльза, бер аҙ уйлап алғандан һуң. – Бигерәк тә кино кеүек ҡатлы-ҡатлы сәнғәт. Унда быуат менән быуат аймылыша, хыял менән ысынбарлыҡтың, өн менән төштөң сиктәре юғала. Ә һин маладис, эшлекле фекер әйттең. Сценарийҙың ҡайһы бер урындарына өҫтәмәләр индерергә кәрәк булыр...

Шул саҡ Заһит:

– Ә минең һарыҡтар ҡайҙа? – тип урынынан һикереп торҙо.

– Әллә, – тине автофургон эргәһендәге ҡуйы, йәшел үләндә ҡырын ятҡан Мансур. – Ишетмәнеңме һуң, баяғы улар: «Нәғимйә-ә-ән, Нәғимйә-ә-ән!» – тип баҡырыша ине. Хужаларын һағынып ҡайтып китмәнеләр микән?

Заһит:

– Һиңә көлкө! – тип атына һикереп менде лә, ҡайҙалыр тау артылып күҙҙән юғалған ҡуйҙары артынан сапты. Ысынлап та, көтөүгә өйрәнмәгән һарыҡтар туҙып, ян-яҡҡа таралышып китһә, көлкөң яңырыр. Бер-бер хәл булһа, шәхси эшҡыуар элекке совхоз етәкселеге һымаҡ уйнатып ҡуймаҫ.

– Малдар араһында йылҡынан да рәхәте юҡ, – тине Мансур, ялп та йәлп елеп барып тау артылған иптәшен шаян ҡараш менән оҙатҡандан һуң.

– Бергә генә йөрөйҙәр шул, – тине Эльза, тау үңерендә утлап йөрөгән аттарға ҡарап. – Таралмайҙарҙыр, эйеме?

– Айғыр һәйбәт булһа, таралмай. Ул үҙенең өйөрөн эт-ҡоштан һаҡлап, ҡарап ҡына алып йөрөй.

– Мансур, ә эт-ҡош тигәнең нимә була?

– Бүрене әйтәм инде.

– Элек һин йылҡы көткәндә бүреләр йыш һөжүм итә инеме?

– Булғылай торғайны.

– Йә, шул турала һөйлә әле, миңә ҡыҙыҡ. – Эльза йәнәшәлә йоҡомһорап ултырған операторға: «Төшөрөргә әҙерлән», – тигән шартлы ишара яһаны. Уныһы күнегелгән хәрәкәт менән кинокамераһын рәтләй башланы.

Шул мәлдә мин: «Төпсөр уҡыусы, унан да бигерәк тәнҡитсе теүәлһеҙлектә ғәйепләй икән, сөнки стероаппаратура ҡояш яҡтыһында ғына төшөрә бит», – тип уйлап та өлгөрмәнем, болоттар ике яҡҡа айырылып китте лә, ялт итеп ҡояш күренде. Бына Хоҙайҙың хикмәте! Ышанһағыҙ, рәхмәт, ә ышанмаһағыҙ – үҙ ихтыярығыҙ. Эльза әйтмешләй, сәнғәт, шул иҫәптән, һүҙ сәнғәте – шартлы төшөнсә.

Мансур: «Бүре юлында осраһа, ҡыҙыҡ булыр теге», – тип уйлап көлөмһөрәп ҡуйҙы, шулай ҙа ҡыҙҙың һүҙен йығырға ҡыйманы. Әйҙә, ҡыҙыҡ булғас, тыңлаһын.

– Ат ғәжәп мал инде ул, – тип башланы Мансур. – Уларҙың көтөүҙә үҙ законы, һәр береһенең үҙ урыны бар. Бына, әлеге өйөр айғырын алайыҡ. Бер кем өйрәтмәһә лә, бейәләрҙең, тай-тулаҡтың именлеген һаҡлау уның ҡанында бар. Генетик кимәлдә, тиҙәрме әле? – Был мәғлүмәт егеттең көнө-төнө телевизор ҡарау һөҙөмтәһе икәнен аңғарғанһығыҙҙыр. – Аттарҙы әллә ни көтөү ҙә кәрәкмәй – арлы-бирле күҙ һалып торһаң, шул еткән. Ҡалғанын өйөр айғыры үҙе башҡара. Хатта бүреләр һөжүм иткәндә бейәләрҙе тиҙ генә бер урынға өйөрә. Улары, айғырға буйһоноп, тай-тулаҡты уртаға алып, күс булып уҡмаша. Бүреләр бигерәк тә ҡыш көнө, аттар тибендә йөрөгәндә ҡаңғырта. Ас булһа, ҡайһы берҙә яҡты миҙгелдә лә һөжүм итә. Бер заман, үҙгәртеп ҡороу башланыр алдынан ғына, һауын бейәләрен көттөм. Өйөр айғыры юҡ...

Ошо ерҙә уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлап ултырған Эльза:

– Ә нишләп юҡ? – тип һораны.

– Йылҡысылыҡҡа элекке һымаҡ иғтибар булмағас, тоҡомсолоҡ менән йүнләп шөғөлләнмәгәс, өйөр айғырҙарына ҡытлыҡ була инде. – Мансур урынынан ҡалҡына биреп, тау үңерен ҡаплап йөрөгән йылҡыларҙы байҡап алғандан һуң, дауам итте. – Бейәләрҙең һөтө булһын тиһәң, уларҙы көнө-төнө көтөргә кәрәк. Ошоноң һымаҡ йәй аҙаҡтары ине. Миңә төнгө смена тура килде. Ә көҙ яҡынлай башлаһа, ат арыуыраҡ үлән эҙләп, башы һуҡҡан яҡҡа китә лә китә. Шуға күрә, уларҙан күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа кәрәк. Ярты төнгә ҡәҙәре көттөм дә, бейәләрҙе будка яғына ыңғайлаттым. Ғәҙәттә, төнгө көтөүсе шул мәлдә йоҡоно ҡасырыу өсөн сәй эсеп ала ла, аттарҙы йәнә үрешкә ҡыуа. Ҡаты итеп сәй эсеп алғандан һуң, саҡ ҡына ял алайым, тип ултырып торһам, һиҙмәй ҙә ҡалдым – өҫкә бүре сереме ябырылды...

– Нисек инде, бүре сереме? – тип һораны Мансурҙың ауыҙына инә яҙып тыңлап ултырған Эльза.

– Бүре иң аҡыллы йыртҡыс. Өҫтәүенә, арбау көсөнә эйә. Уны магия тиҙәр шикелле. – Егет тағы ла үҙенең донъя хәлдәренән хәбәрҙар икәнлеген һиҙҙереп алды. – Йоҡо бөтә кәүҙәне баҫа, күҙ ҡабаҡтарына ҡурғаш булып эленә. Тороу түгел, хатта ҡул-аяҡтарҙы ҡыбырлатыр хәл юҡ. Аҙаҡ был хәлде һөйләгәс, ауылдың оло кешеләре: «Бүреләр шулай таң алдынан арбап, серем ебәреп малды килеп баҫа», – тине. Шулай ҡуҙғалыр әмәл тапмай, күпме ултырғанмындыр, бер мәл бейәләр сырҡырап кешнәгәнгә, тояҡ тауыштары тап та топ килгәнгә тертләп, уянып киттем. Йүгереп тышҡа сыҡһам, таң яҡтырып килә. Будка эргәһенә өйөрөлгән бейәләрем таралып юҡҡа сыҡҡан. Менеп йөрөгән атымды яҡындағы ҡайынға бәйләп ингәйнем – ул тора теҙгенен өҙә яҙып биленләп. Үҙе бер туҡтауһыҙ ҡуршылдай. Шунда уҡ: «Өйөрҙө бүре баҫҡан!» – тигән уй мейене ярып үтте, йоҡо ҡасты. Атты көскә тынысландырып, һөрән һала-һала туҙған йылҡыны эҙләргә керештем. Алай ҙа бик алыҫҡа ҡасмағандар – таң атыуға теүәлләп бөттөм тегеләрҙе. Бүреләр бер аҡһаҡ ҡарт бейәне йығып тамаҡлаған да, бер тай юҡ. Ярты көн буйы эҙләп, уны саҡҡа табып алдым. Тайым йылға ярындағы ҡуш ҡайын араһында аҫылынып торған. Күрәһең, биленләп, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, шырлыҡтағы ике ҡайын араһынан сығам, тип һикергән дә, шунда кипсәлгән дә ҡуйған...

– Иҫ киткес ҡыҙыҡ! – тине әҫәрләнеүе биттәренә алһыулыҡ булып яғылған Эльза. – Бындайҙы бер ҡасан ишеткәнем дә, уҡығаным да юҡ. Ҡара әле, Мансур, әйҙә, аттар тураһында тағы бер нисә кадр төшөрәйек. Ул өләсәйем хаҡындағы фильм менән үрелеп барасаҡ. Ә, бәлки, айырым картина булыр... – Ҡыҙ, үҙ идеяһынан үҙе ярһып, хатта урынынан тороп китте.

Уның был дауырғыуына ғәжәпләнә биреп ҡуйған Мансур иңбаштарын йыйырҙы – йәнәһе, үҙең беләһең. Егеттең бөтә ҡиәфәте: «Кешенең шуға ла һушы китерме? Харап икән: көтөүсене йоҡо, өйөрҙө бүре баҫҡан. Шул да булдымы ҡыҙыҡ?» – тигәнде белдерә ине. Ә Эльза дауам итте:

– Күҙ алдыма килтерәм: һин ат өҫтөндә сабып бараһың, ҡулыңда – ҡороҡ. Бына, өйөр арһынан үҙең һайлаған атты ҡороҡлап тотаһың да, уны менгегә өйрәтәһең. Шәп идея бит?!

Кемгә шәп, кемгә ғәжәп – ана, ышанмаһағыҙ, Мансурға ҡарағыҙ: ул, ҡырын ятҡан еренән ҡалҡынып тороп ултырҙы. Был егеттең һағая төшөүен аңлата ине. Хәйерһеҙ, аттар тураһында ҡайҙан һөйләне! Тартай теленән таба, тигәндәре ошо инде. Юҡ, ҡурҡа, тип уйлай күрмәгеҙ Мансурҙы! Ә бына шикләнеү ғәләмәте әҙ-мәҙ бар. Ни тиһәң дә, осаһы ат күрмәгәнгә ни ғүмер! Унан һуң, ҡырҡ менән илле араһы ат өйрәтер саҡмы?... Ләкин нәҡ ошо мәлдә егеттең күңелендә шик-шөбһә түгел, хатта үлемдең үҙенән көслөрәк булған тойғо баш ҡалҡытты. Эйе, эйе, уйығыҙ дөрөҫ, ул – намыҫ. Ул бер күтәрелһә, еңермен, тип уйлама үҙен. Ә Мансурҙа әлеге тойғо артығы менән ине. Хәтерегеҙҙә булһа, район хакимиәте башлығы ла анау көндө: «Мах бирмәгеҙ», – тигән булып, шул намыҫ тигән нәмәгә ойотҡо һалып киткәйне. Шундай саҡта егет ни тип әйтергә тейеш инде? Әлбиттә, ул мөмкин тиклем вайымһыҙ булырға тырышып:

– Ниңә, була ул, – тине.

– Вәт, хәтәр! – Эльза ҡыуанысынан бәләкәй балалар кеүек торған урынында һикергеләп ҡуйҙы – Иң мауыҡтырғыс кадр буласаҡ ул! Ҡайһы атты ҡороҡлайһың?

– Әллә-ә, – тип һуҙҙы Мансур. – һиңә ҡайһыһы оҡшай һуң?

Ниңә улай тип әйтте – үҙе лә аңғарманы егет. Аңларлыҡмы ни? Күңел күҙен намыҫ томалаған, сәм ҡаплаған. Ҡыҙҙарға нимә оҡшамаҫ, улар нигә ҡыҙыҡмаҫ? Ана, донъяла уларҙың яртыһы аҡ толпарға атланған маликты көтөп зарыға. Гәрсә, ул малик тигәндәре тормошта бөтөнләй юҡ, булған хәлдә лә, берәм-бөртөк. Ә бында йылҡы өйөрө күҙ алдында утлап йөрөй. Йәнеңә ниндәйе оҡшай: күге, ҡолаһы, турыһы, алаһы. Ана, бер яҡ ситтәрәк үҙенең ут ерән төҫө, ҙур һәм ҡупшы кәүҙәһе, ялбыр ял-ҡойроғо менән башҡа аттарҙан айырылып, өйөр айғыры йөрөй. Уның хатта ҡушаматы ла үҙенә бер башҡа. Бүтәндәрҙе, төҫтәренә ҡарап, күк бейә, ала бейә тип кенә йөрөтһәләр, өйөр айғырын махсус исем менән атайҙар: Чубайс. Һауаланмаҫ ерҙән һауаланып, ситтә фырт ҡына йөрөрлөк шул. Инде уйлап ҡарағыҙ: хатта айғыр үҙенең башҡаларҙан ҡупшыраҡ икәнен аңлап, дәрәжәһен төшөрмәҫ өсөн бер яҡ ситтә йөрөгәс, Эльзаның күҙенә иң тәүҙә кем салынырға тейеш? Әлбиттә, Чубайс!

Уңайһыҙыраҡ булһа ла, әйтергә тура килә: өйөр айғыры бынан алдағы көндәрҙә лә Эльзаның иғтибарын йәлеп иткеләне. Тик әлегесә һын-һыпаты менән түгел, ә холоҡһоҙ ҡыланышы менән. Тереклек донъяһынан өҙлөкһөҙлөгөн тәьмин итеүсе ирлек ҡеүәтен күрһәтеп алыу ғәмәлен әйтәм инде. Исмаһам, ер аяғы, ер башынан килгән ҡунаҡтарҙан тартынһасы, шилма! Айғырҙы ла аңларға була: ҡунаҡтар ҡайтыр ҙа китер, ә уға Ғәлиулла менән артабан йәшәргә. Үҙе аттан мең тапҡыр оятһыҙ булған әҙәми заттан тартынып, хәлеңдән килгәнде ҡылмаһаң, хужа колбаса эшләгән ергә тотто оҙатты...

– Әлбиттә, Чубайс! – тигән һүҙҙәр Мансурҙың баяғы һорауына ҡыҙҙың яуабы булып яңғыраны. Был ауазды үҙенсә аңлаған өйөр айғыры, утлап торған ерҙән башын ҡалҡытып, автофургон яғына боролоп ҡараны. Йәнәһе, минән һеҙгә тағы ни кәрәк?

Мансур өнһөҙ генә иңбашын йыйырҙы. Уның был ым-ишараһын: «Айғыр икән, айғыр инде, миңә барыбер», – тиеберәк аңларға була ине. Чубайс, үҙен күҙәтеп тороусыларҙы мәсхәрәләгән төҫлө, ҡойроғон ҡалҡытып эсен бушатып алды ла: «Самалап ҡара», – тигәндәй, яй ғына өйөр яғына ыңғайланы.

***

«Миңә барыбер» тигән ымға ышыҡланып, сер бирергә теләмәһә лә, Мансурҙың күңеленә шик төштө шулай ҙа. Әллә ни күп миҡдарҙа ла түгел, әммә тора инде шунда йөрәкте өйкәп, йәнде үртәп. Донъяла йәшәп-йәшәп, ғүмерҙә улай булғаны юҡ ине. Был нимә, олоғайыу ғәләмәтеме? Улай тиһәң, ололарҙың һынамышы буйынса, уның әле иң ҡеүәтле сағы. Етмәһә, кискә табан тел сарларға килгән Заһит утка май һибеп китте. Иртәгә буласаҡ тамаша өсөн ихатала ҡороҡ һабы йүнәтеп йөрөгән Мансур менән ҡәҙимге ауыл хәлдәре, көндөҙгө тәьҫораттар тураһында һөйләшеп бөткәндән һуң:

– Мужыт, икенсе бер атты өйрәтерһең? – тине ул – Өйөрҙә ҡонандар ҙа күренештерә. Ярамағанмы нимескә...

Намыҫтың бер тоҡанһа һүрелмәй торған хис икәнен әйткәйнек инде. Былай саҡта ла алдына алғанын ҡуймай торған Мансурмы һуң инде сигенә торған кеше? Шуға күрә беҙ уның:

– Аунағас, бейек ағастан аунар кәрәк, – тип яуап биреренә шикләнмәй ҙә инек.

Дуҫтарҙың бер-береһен мәрәкәләүҙә ярышыуын, ошо шөғөлдән ләззәт һәм йәм табып йәшәүҙәрен әҫәрҙең башында аңғарта биреп ҡуйғайныҡ инде. Шуға күрә, Заһиттың:

– Иртәгә иртүк ҡәбер ҡаҙа торайыҡмы әллә? – тигән ҡара тәләкәһен быйылғы йылдың иң уңышлы шаяртыуы иҫәбенә индерергә кәрәк. Мансур ҙа бирешергә теләмәне, ләкин уның:

– Һай, хәстрүш! Елкәңә ҡороҡ һабы эләкмәҫ борон, тай бынан! Ике йөҙ илле евро алам, тип ҡыуанып ҡына йөрөгәндә, әрәм булырһың, – тип әрепләшеүе Заһиттың тәләкәһенән күпкә ҡайтыш икәнен танымай булмай.

– Һи-и, лутсы үҙеңде ҡайғырт, – тине ҡайтыу яғына ыңғайлаған Заһит.

«Ни булһа ла булыр, – тип уйланы түбәлек өҫтөнән ҡуптарып алынған һырғый ҡыуалға ҡороҡ арҡаны беркетеп бөткән Мансур. – Әйткән һүҙ – аткан уҡ». Әлбиттә, йәшерәк саҡта менгегә ат өйрәткәне булды уның. Был ғәмәлдең ата-бабаларҙан ҡалған тәртибен дә онотмаған. Ләкин уға ни заман хәҙер! Егерме йыллап ваҡыт үтеп киткән – уйлаһаң, уйылып китерлек! Әллә өйөр айғырына яҫҡынып яңылыштымы? Заһит әйтмешләй, йылҡы араһында ҡарыуһыҙыраҡтары ла бар. Әммә шик-шөбһәле уйҙары ошо тәңгәлгә етһә, уның күҙ алдында ҡыуаныстан бала һымаҡ һикергеләп торған Эльза пәйҙә була. Өләсәһенең иҫтәлеген мәңгеләштерәм тип анау хәтле ерҙән килгән кешенең күңелен нисек төшөрмәк кәрәк? Етмәһә, ҡыҙ бала.

Мансурҙың был төндәге йоҡоһон йоҡо тип әйтеп булмай. Иртәрәк ятып, оҙағыраҡ йоҡлау ниәтенән телевизорҙы ҡарау түгел, ҡабыҙып та тормағайны, әллә шул кире тәьҫир итте инде? Булыуы ихтимал, нисәмә йылдар буйы төңкәлеп ҡарауҙан ысын мәғәнәһендә әфйунға әүерелгән бит ул. Шуны ҡабыҙһаң, дарыу эскән һымаҡ йән тыныслана, экрандан ағылған музыка һәм лабыр-лобор һөйләшеү тәьҫиренән иҙрәп, телевизорҙы һүндермәй йоҡлап та китәһең ҡай саҡ. Ә бына бөгөн күҙенә йоҡо эленмәй ҙә ҡуя. Инде серемгә талдым тигәндә, йә «Ҡәбер ҡаҙа торайыҡмы әллә?» тип теш ыржайтып торған Заһит күҙ алдына килә, йә мәсхәрәле рәүештә ҡойроғон ҡалҡытып эсен бушатҡан Чубайс пәйҙә була. Уларҙан арыныуға, уй даръяһын Эльза биләп ала. Ул төрлө һында кәүҙәләнә: тау-таш араһында йүгерә, операторға күрһәтмәләр биреп ишаралар яһай, ҡыуанысына баш була алмайынса, торған урынында һикергеләй. Ҡыҫҡаһы, ул әүен баҙарына таң алдынан ғына юллана алды...

Әммә егеттең шик-шөбһәләре бушҡа булып сыҡты, сөнки... Туҡта, ә ниңә беҙ ҡабаланабыҙ әле? Был ваҡиғаны нисек булған, шул көйө баштан тасуирлап ҡарайыҡ. Йөҙ тапҡыр ишеткәнгә ҡарағанда, бер тапҡыр күреү яҡшыраҡ, тиҙәр бит. Ана, һәр көндәгесә, ҡумыҙ һымаҡ ҡына геүләп, Ҡоръятмаҫ тауының көнсығыш итәгенә автофургон килеп туҡтаны. Унан ҡояш кеүек балҡып Эльза һикереп төштө, ҡыҙ артынса аппаратураһын һөйрәп – оператор. Ул арала Эльзаның:

– Мансур, башланыҡ! – тигән шат тауышы тау битләүҙәренә ҡағылып, шаңдау булып тирә-яҡҡа таралды. Шуны ғына көтөп торған Мансур һәм уға ярҙам кәрәк була ҡалһа, тип атҡа менгән Заһит, шарт та шорт сыбыртҡы шартлатып, ҡыйҡыулап, өйөрҙө автофургон туҡтаған тарафҡа әйҙәй башланылар. Сценарий буйынса Мансур, өйөр менән бергә сабып барған Чубайсты ҡыуып етеп, уға ҡороҡ һалырға тейеш. Унан һуң инде төп тамаша – ат өйрәтеү башлана. Бына, йылҡы өйөрө, йән-фарман елеп, алыҫтан уҡ был күренеште төшөрә башлаған операторға яҡынлашты. Барыһы ла алдан уйлағанса яҡшы ғына булһын инде, сөнки Эльза егеттәрҙе лә, операторҙы ла: «Дубль булмаясаҡ», – тип иҫкәртеп ҡуйған. Ысынлап та, бер үк атты ике тапҡыр менгегә өйрәтеп булмай бит инде.

Бына Мансур, өйөрҙөң һыртындараҡ сапҡан айғырҙы ҡыуып етеп, уның муйынына ҡороҡ боғалаһын кейҙерҙе. Ҡалғаны ата-бабаларҙан килгән тәртип буйынса: менгән атыңдың башын шаҡарып, тиҙлеген кәметә төшәһең. Тартылыуҙан боғалаҡ ҡыҫыла ла, тоторға теләгән малдың муйынын һыға башлай. Тын юлы быуылған йылҡының туҡтамайынса сараһы юҡ. Әлбиттә, буй бирер алдынан ул йән көсөнә тулай, сапсына, үрле-ҡырлы һикерә. Шулай инде, ирек һәр йәнгә ҡәҙерле.

Әммә шул саҡта һис көтөлмәгән хәл булды: ҡороҡ боғалаһы муйынын ҡыҫыр-ҡыҫмаҫтан өйөр айғыры күндәм генә туҡтаны. «Быны бағындырыуҙары – ай-һай! Үҙемде эйәрҙән һөйрәп төшөрмәһә ярар ине», – тип шөбһәләнеп килгән Мансур был хәлгә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Шулай ҙа, ҡороғон ҡулынан ысҡындырмайынса, атынан төштө. Уғаса булмай, ҡороҡ һабына ай-һайлап Заһит килеп йәбеште. Тик егеттәр бығаса ажарланып, ер тырнап йөрөгән айғырҙың тыныс ҡына тороуына аптыраны.

– Ниңә туламай икән, әй? – тип һораны ҡыуалды ҡыҫып тотҡан Заһит.

– Бер-бер хаслыҡ уйлап тора шикелле, – тине Мансур.

– Мал эйәһенә оҡшамаһа, харам була, ти. Аҫтыртын, хәйләкәр икәне күренеп тора ҡәбәхәттең.

– Әллә хужаһына, әллә аҙашына оҡшаған... Һин тотҡас тот, мин хәҙер йүгәнде...

Мансур менеп йөрөгән аты өҫтөндәге эйәр ҡашына элеүле йүгәнде алып килгән арала Чубайс һаман муйынын ҡыҫҡан ҡороҡ һабына сытырман йәбешкән Заһитҡа боролоп ҡараны, һуңынан, баҫтырыуҙан ҡасып, тау битенә һибелгән өйөр тарафына ҡарашын төбәп, еңелсә кешнәп ҡуйҙы. Аттар телен аңламағас, уның ни уйлап, ни әйтергә теләгәнен белеп булмай, шулай ҙа айғыр Заһитҡа күҙ һирпкән арала: «Һи-и, бахыр, шунан башҡа эшең юҡмы ни?» – тип әйтергә уҡталғандай итте шикелле. Ә уның өйөргә тәғәйенләнгән һуҡраныу ҡатыш кешнәүен: «Күрәһегеҙ бит, бынау ике елғыуар тотҡарланы. Хәҙер барып етермен», – тиеберәк аңларға була ине.

Бына Мансур, былай ҙа тик торған малға тамаҡ төбөнәнерәк сыҡҡан тауыш менән: «Тр-р, тр-р!» – тип, тартылған арҡанға тотона-тотона ипләп кенә айғырға яҡынлашты. Йәнәһе, кинәт биленләп китмәһен өсөн йүпәләй, сөнки ул Чубайстың былай тороуын дауыл ҡуптарыр алдынан ҡорған мәкере тип уйлай ине. Ышан атҡа – бына, хәҙер, хәлеңде хәлләп торор-торор ҙа, һыуҙан алынған балыҡ һымаҡ тулай башлар. Әгәр шулай була ҡалһа, ғәрәсәт ҡубасаҡ – ҡеүәтле бит, ҡәһәр төшкәр. Теләһә, анау хәтле кәүҙә менән уларҙың икеһен дә ҡороҡтары-уты менән һөйрәп алып китә ала.

Ләкин биленләп тулау, бигерәк тә, Мансур фаразлағанса, дауыл ҡуптарыу өйөр айғырының уйында ла юҡ ине шикелле – ул үҙенә яҡынлашырға, йүпәләп ялынан һыйпарға ирек ҡуйҙы. Ғәҙәттә, ундай саҡта башына нуҡта һуғырға самалаған кешене йә үрәпсеп сапсырға, йә тешләргә тырыша аҫауҙар. Ә Чубайс йүгән кейҙереүгә лә битараф ҡалды, гүйә, инәһенән нуҡталы көйө килеп тыуған.

– Аллаға тапшырҙыҡ, – тине тулҡынланыуын йәшерергә тырышҡан Мансур. – Арҡанды ҡороҡ һабынан сис, мин ниткәс, ебәрерһең...

Уның «ниткәс» тигәнен дөрөҫ аңлаған Заһит, Мансур айғырҙың мундаһына һикерер-һикермәҫтән, арҡанды ҡулынан ысҡындырҙы. Чубайс: «Күптән шулай кәрәк ине, юҡһа, тораһығыҙ баш ҡаңғыртып», – тигәндәй, башын сайҡап, ҡаты итеп бышҡырҙы ла, талағын үкһетә-үкһетә күндәм генә юртып китте.

Ахырғы сиккә тиклем шиктән арына алмаған Мансурҙың айғырға һикереп менер алдынан һуңғы уйы шул булды: «Был йәки шайтандан да хәйләкәр һәм мәкерле хайуан, йәки...» Ә инде Чубайс бер ни булмағандай талғын ғына өйөр яғына юртып киткәс, егеттең «йәки» тигән урында өҙөлөп ҡалған икенсе фаразы дөрөҫләнде: ул өйрәтелгән атты менгегә өйрәтеп маташҡан! Хурлығы ни тора! Мансур үҙенең күңелен солғап алған ғәрлектән саҡ айғыр өҫтөнән ҡолап төшмәне. Ер йөҙөндә ҡырҡ дүрт йыл йәшәп, бындай мәсхәрәгә ҡалғаны юҡ ине. Хурлығы кемдән бит әле: әҙәм балаһынан түгел, ә беҙ аңһыҙ тип иҫәпләгән аттан! Өйөр айғыры саң уйнатып тулаһа, донъяға һыймай үрәпсеһә, Мансурҙы өҫтөнән атып бәрһә, хатта имгәтһә лә был ҡәҙәр ҡыйын булмаҫ ине. Етмәһә, был ваҡытта тау итәгендә тәгәрәп йөрөп көлгән Заһиттың шарҡылдауы уның былай ҙа дөрләп янған йөрәгенә кәрәсин булып һибелде. Ҡасан онотолғансы Мансурҙың йәнен үртәргә етә ҡалды инде былай булғас. Өҫтәүенә, ҡәһәр төшкәр айғыр, өйөргә яҡынлашҡас, бейәләрен сәләмләгәндәй, йыһан яңғыратып кешнәп ебәрҙе: «И-и-һо-һо-һо!..» Кемгә нисектер, әммә Мансурға ул кешнәү түгел, ә мыҫҡыллы иха-хай булып ишетелде. Чубайстарға ҡалған заман шул инде: быныһы ни ҙә, бөтә Рәсәй халҡын мыҫҡыл итеп көлгән ерән шайтаны ни!

Егеттең күңелен әҙ-мәҙ йыуатҡаны – был ваҡиғаға Эльзаның ҡарашы ине. Уныңса, бөтәһе лә яҡшы, иң экзотик кадрҙарҙың береһе буласаҡ ул. Өйөр айғыры өйрәтелгән булып сыҡтымы ни? Булһа һуң! Иң мөһиме – Мансурҙың йөрәге етеп, уны ҡороҡлауы. Ә ҡалған яғын киҫеп ташларға, монтажларға була – кино сәнғәтенең мөмкинлектәре сикһеҙ. Шуға күрә, көйөнөрлөк бер ни ҙә юҡ...

Ҡыҙ улай ти ҙә бит, тик бынау үрһәләнгән намыҫ менән нишләргә? Эстә ниҙер яна, оят, ғәрлек, сәм тойғолары бергә ҡушылып урғый. Бөгөнгө хәлдең шулай килеп сыҡҡанына бер кем дә ғәйепле түгел, ә шулай ҙа...

– Кеше малын кем белә, – тине Мансур аҡланған ҡиәфәттә. – Бигерәк тә Ғәлиулла һымаҡ хирестең малын. Йәнәһе, берәү боронғоса эш итә.

– Боронғоса? – тип һораны үҙен дә ниндәйҙер кимәлдә ғәйепле тойоп, егетте нисек тә йыуатырға тырышҡан Эльза.

– Ул нисек була?

– Элегерәк беҙҙең ата-бабалар, өйөр айғырын менгегә өйрәтеп, урман араһындағы йәйләүҙә туҙып киткән бейәләрҙе уға атланып табыр булған. Өйөр инстинкты инде.

– Аңлашыла-а, – тип һуҙҙы ҡыҙ. – Ҡара әле, Мансур, беҙҙең бындағы эш бөттө, тиһәң дә була. Ҡайтырға ла ваҡыт етте. Иртәгә юлға сығырға уйлайбыҙ, һеҙгә ҙур рәхмәт – өләсәйем тураһындағы фильмға ошо ерҙең рухын өрҙөгөҙ, биҙәк өҫтәнегеҙ. Фильмды ҡороп бөткәс тә мотлаҡ бер копияһын дискыға яҙҙыртып ебәрермен. Беҙ хәҙер Верхнеурал ҡалаһына китәбеҙ – унда тағы бер нисә кадр төшөрөргә кәрәк. Унан һуң район үҙәгенә – музей кейемдәрен тапшырырға тейешбеҙ. Ҡайтышлай мал хужалары менән иҫәпләшеп сығырға кәрәк...

– Шунан? – тип уны бүлдерҙе кәйефе күтәрелә төшкән Мансур.

Эльза был һүҙҙе егет ауыҙынан тәүгә ишетмәй. Бигерәк тә Заһитты мәрәкәләр алдынан йыш яңғырай ине ул. Шуға күрә, ҡыҙ Мансурҙың ярым шаяртыулы тонына яраҡлашып, көлөмһөрәй биреп:

– Шунанмы? – тине. – Шунан кис көнө ауылдағы берәүгә ҡунаҡҡа барабыҙ. Ул сәй ҡайнатып торһа, һәйбәт булыр ине. Һин уға әйтмәҫһеңме икән?

Үҙе шаяртырға яратҡан кеше мәрәкәләгәнде аңламай тиҙәр, дөрөҫ икән. Ана, Мансур ҙа был һынамыштың хаҡлығын раҫлап, етди төҫ менән:

– Ниңә әйтмәҫкә? Кем һуң ул? – тип торған була.

– Мансур. – Шулай тине лә Эльза, егет ни ҙә булһа аңлап өлгөргәнсе, автофургон яғына ыңғайланы. Бына, шыуҙырмалы ишек тауыш-тынһыҙ ғына ябылып, музей кейемдәрен тотоп баҫҡыстан күтәрелгән ҡыҙҙың һынын йәшерҙе. Автофургон, еңелсә көрһөнөү ауазы сығарып, тирә-яҡҡа ҡапыл күкһел төтөн бөрктө лә, Верхнеурал тарафына йүнәлде.

***

Эльза егеттең йоҡоһонда килде. Уны ҡаты йоҡо түгел, ә тәүге серем тиһәң, дөрөҫөрәк булыр. Шулай тип яҙыуын яҙҙым да, йәнә шикләнә төштөм. Сәбәбе – әлеге лә баяғы төпсөр уҡыусы менән бәйләнсек тәнҡитсе. Уларҙың: «Ҡыҙҙың ҡунаҡҡа килерен белгән егет йоҡлап ятырмы? Әҙәм ышанмаҫтайҙы яҙған», – тип әйтеүҙәре ихтимал. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, ысынлап та, бындай осраҡта егет кеше йоҡлау түгел, йәненә тынғы тапмай көтөү ғазабында янырға, тышҡа ҡырҡ сығып, ҡырҡ инергә тейеш. Жанр ҡанундары шуны талап итә. Ләкин ҡайһы саҡта тормошта жанрҙың үҙенә үҙгәрештәр индерерҙәй нескәлектәр осрай.

Ә Мансурҙың яҙатайым серемгә талыуына килһәк, уның да үҙенә күрә сәбәптәре бар. Беренсенән, ул Эльзаның ҡунаҡҡа киләм тигән хәбәрен ысынға алманы – шаярта, тип уйланы. Ҡашыҡҡа һалып ҡына йоторлоҡ һылыуға ни бысағыма кәрәк ул? Шундай сибәр быға тиклем йәрһеҙ буламы ни – ҡырылмаһа ҡырҡ егете барҙыр әле. Икенсенән, өс-дүрт көн аттан төшмәй йөрөүҙән талсығыуы ла бар, сөнки ул, нисәмә йылдар эшһеҙ ятып, яман өйрәнгән. Өсөнсөнән, бынан алдағы төндә егеттең йоҡлай алмай аҙапланыуын хәтерләйһегеҙҙер. Өҫтәүенә, ваҡыт та һуң – был мәлдә төн ҡараһы тамам ҡуйырып, ил аяғы һил булғайны.

Егет: «Мансу-ур!» – тигән һаҡ ҡына яғымлы тауышҡа һиҫкәнеп, күҙен асһа, бүлмә уртаһында хур ҡыҙы тора. Эшләп торған телевизор экранынан таралған зәңгәр нур уның буй-һынына, яурынына һибелгән сәстәренә әкиәти төҫ бирә. Мансур тәүҙә йоҡо аралаш, ҡыҙҙы төштә күрәм икән, тип уйланы, ә инде был мөғжизәүи мәлдең өн икәне зиһененә барып еткәс, ятҡан еренән һикереп торҙо:

– Ә-ә, был һинме ни?.. Ҡалай серем ебәреп, баҫып киләһең...

– Күрәһең, бүреләргә затлығым барҙыр, – тип шаяртты Эльза. – Йә, сәйең ҡайнанымы?

– Сәй ни, хәҙер... – Мансур өтәләнеп барып өйөндәге Ильич лампочкаһын ҡабыҙып ебәрҙе, баяғы совет дәүеренән ҡомартҡы булып ҡалған электр плиткәһен розеткаға тоташтырҙы. Уның өҫтөндәге күпте күргән сәйнүк: «Мине күпме яфаларға була-а?» – тигәндәй, нәҙек кенә тауыш менән ярым сеңләп, ярым ыңғырашып, үҙенә йөкмәтелгән бурысты атҡарырға кереште.

Ҡунаҡ күстәнәсһеҙ булмай, шулай ҙа, Эльзаның пакетынан бер-бер артлы сығып, өҫтәлгә теҙелгән ауҡат «һый» тигән төшөнсәгә күберәк тап килә ине. Һыйҙың да ниндәйе бит әле: ыҫланған затлы балыҡ киҫәктәре, ыҡсым банкаларҙағы ыуылдырыҡ, ыҫланған тауыҡ ите, ҡиммәтле колбасалар, төрлө сит ил емештәре, этикеткаһына биш йондоҙ төшөрөлгән әрмән коньягы. Ҡыҫҡаһы, плиткә өҫтөндәге сәйнүктең тауышы сеңләүҙән өзләүгә күсеп тә өлгөрмәне – Мансурҙың стенаға терәтеп ҡуйылған ҙур булмаған өҫтәле бығаса күрелмәгән ниғмәт менән тулды ла ҡуйҙы. Унда ҡалһа тик ике рюмка һыйырлыҡ ҡына урын ҡалғандыр.

Ошо ерҙә төпсөр уҡыусы менән бәйләнсек тәнҡитсе, ҡулдарын ыуа-ыуа, тамшанып ҡуйырға тейеш. Юҡ, өҫтәлгә теҙелгән затлы ризыҡтарҙы күҙ алдына килтереүҙән түгел, ә ҡыҙ менән егет араһында буласаҡ артабанғы ваҡиғаларҙы тиҙҙән кисереү ләззәтенән. Ни өсөн тигәндә, беҙҙең ҡайһы бер яҙыусылар, ғишыҡ-мишыҡ мәлдәрен тәмләп, тәфсилләп һүрәтләп, уларҙы яман өйрәтеп бөткән. Ундай әҙиптәр эротиканы тасуирлаған саҡта, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән образға инеп китеп, шул хәтле ҡуҙғый һәм илһамлана ки, хатта прозаиктан шағирға әүерелә, һәм, һөҙөмтә булараҡ, әҫәрҙәренең бындай өлөштәре улар ижадының иң юғары ҡаҙанышы һаналып, таш эргәһендәге ынйы бөртөктәре төҫлө ылыҡтырып, иғтибарҙы үҙҙәренә тартып тора. Аҙым һайын енси ҡаһарманлыҡ рухында кәүҙәләндерелгән ундай геройҙар илдәге дөйөм дәртһеҙлек һәм демографик төшөнкөлөк фонында йәш быуынға һәйбәт өлгө булып хеҙмәт итә. Тап шундай әҫәрҙәрҙең дәүләт премияһына тәҡдим ителеүе лә беҙҙең фекергә ҡеүәт.

Ижадтары юғары премиялар, дәрәжәле исемдәр менән билдәләнгән әлеге олпат яҙыусыларҙың әҙәбиәттә үҙенә күрә эталон булып торған әҫәрҙәренә тиңләшә алмаған хәлдә лә, һис юғы уларға ынтылырға тейешбеҙ ҙә, ләкин тормошто эротик яҫылыҡта күреү һәләте һәр кемгә бирелмәй. Шуға күрә, тәрән үкенескә ҡаршы, әҙәбиәт һөйөүселәрҙең өмөттәрен аҡлап булмай инде. Нишләтәһең – бары менән байрам. Дөрөҫ, Эльза менән Мансурҙың да хушлашыу табындары, баяғы олпат яҙыусылар күҙлегенән ҡарағанда, әҙәмсә башланып китте. Әйҙәгеҙ, уларҙың һөйләшкәндәрен һыңар ҡолаҡ менән генә тыңлап ҡарайыҡ, сөнки күҙәтеп тороу уңайһыҙ – ҡыҙ менән егет булған ерҙә ҡалғандар һәр саҡ артыҡ...

– Мансур, һин, джентльмен булараҡ, коньяк һал, ә мин сәй яһармын. – Был тауыш Эльзаныҡы икәне аңлашыла.

– Ярар, улай булғас. Нимә өсөн әсәбеҙ һуң? – ти Мансур, бер аҙ тынып торғандан һуң. Һиҙемләүегеҙсә, пауза – уның рюмкаларҙы затлы эсемлек менән тултырған ваҡыты.

– Әйҙә, эштең уңышлы тамамланыуы өсөн!

Артабан рюмкалар сәкәшкән, сәп-сөп итеп ризыҡ көйшәгән, шабырлатып сәй яһаған ауаздар яңғырай, тик уларҙы ҡарап тороп һүрәтләмәгәс, былай ғына килештереүе ҡыйын. Бер аҙҙан йәнә Эльзаның тауышы ишетелә:

– Ой, мин бит онотоп ултырам – бына, һеҙҙең эш хаҡығыҙ!

Уға «джентльмен» яртылаш тауыш менән яуаплай. Тауышын йәлләп кенә сығарғанға күрә асыҡ ишетелмәй, бары тик уның:

– Һәй, уны ни... ана, Заһитка... ҡулдан булһа ла машина алырға хыяллана ине, – тип мөңгөрҙәгәне генә ҡолаҡҡа салына.

– Улайһа, үҙең бирерһең. Беҙ иртә таңдан ҡуҙғалабыҙ, – ти Эльза.

Бынан һуң бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Күрмәгәс, ни эшләгәндәрен әйтеп булмай, шулай ҙа был ваҡытты улар өҫтәлдәге һый-хөрмәттән ауыҙ итеүгә бағышлағандарҙыр, тип фараз итергә була. Бәлки, анау затлы эсемлекте тағы бер-ике мәртәбә тәмләгәндәрҙер. Эльзаны белмәйем, ләкин Мансур әүәҫ инде уға. Сеү, туҡтағыҙ әле, егетебеҙ һаҡ ҡына тамаҡ ҡыра түгелме? Нәғеҙ шулай! Ә Мансурҙың тамаҡ ҡырыуы уның уңайһыҙланыуын белгертә. Ҡыҙыҡ, нимәгә албырғап ҡалды икән? Бәлки, Эльзаның бынау һүҙҙәре хәлгә асыҡлыҡ индерер:

– Аңлайым, Мансур... Ҡыҙ кеше тойғоларын беренсе булып белдерергә тейеш түгел. Тик һин дә аңла: миңә ныҡ оҡшайһың...

Быға ҡаршы егет ниҙер мығырҙай, тик уның бер һүҙен дә аңларлыҡ түгел. Ҡысҡырыңҡырап әйтһә ни була икән, йүнһеҙ. Эльза дауам итә. Уның өҙөк-һурыҡ хәбәренән тулҡынланғаны һиҙелеп тора:

– Мин кино төшөрөрҙән алда... башҡорт аттары тураһында күп материал уҡып ыҡтым. Береһе ныҡ хәтерҙә... Имеш, бейә, айғырға ятырҙан алда... буласаҡ ҡолононоң атаһын төшөндә күрә лә, уны барып тапҡансы саба...

Ошо ерҙә Мансур һүҙ ҡыҫтыра. Был юлы уның:

– Һин бейә түгел дә... – тип бупылдағанын аңғарьузға мөмкин ине. Шул да булдымы һүҙ? Йән көйөгө!

– Әлбиттә! – ти Эльза. – Тик һүҙ ул турала түгел, Мансур! Европала был ғәҙәти хәл: ҡыҙҙар үҙ тойғоларын асыҡтан-асыҡ, ирекле рәүештә белдерә ала...

Ә Мансур:

– Был Германия түгел, – тип һаман киреләнеүен белә. Һай, тиҫкәре! Керәшен!

Эльзаның тауышында инде ялбарыу өндәре сағыла:

– Мин һиңә саҡ ҡына ла оҡшамайыммы ни?..

Ниһайәт, Мансурҙың ауыҙынан да:

– Оҡшауын оҡшайһың да ул, – тигән йүнле һүҙ сыға.

– Һуң, шулай булғас? – тип өҙөлә Эльза. – Артығын һорамайым – бер генә төн бүләк ит миңә!..

Бынан һуң байтаҡҡа һуҙылған тынлыҡ урынлаша. Күреп торғанда, ҡана һуң: ни менән мәшғүл булғандарын тот та һүрәтлә. Ә былай тик фараз итергә ҡала. Шымышыуҙарына ҡарағанда, ауыҙҙары буш түгел һымаҡ. Ә ауыҙ ҡасан бушамай? Дөрөҫ – йә ашағанда, йә үбешкәндә. Минеңсә, бөгөнгө осраҡҡа һуңғы фараз тап килә. Белмәйем, бәлки, яңылышамдыр.

Бына, Эльзаның үкенес тулы ыңғырашыуы яңғырай. Уның артынса ҡыҙҙың:

– Тимәк, мин һиңә ысынлап та оҡшамайым!... Ҡайһы ерем яратмаҫлыҡ һуң? – тип иламһырауы ҡолаҡҡа салына.

Мансур, йүнһеҙ, уны һаман йыуатып маташҡан була:

– Юҡ, юҡ, улай түгел! Һин бик һәйбәт, бик матур...

Һуң, шулай булғас! Тағы атандың башы кәрәкме һиңә? Ана, Эльза ла беҙҙең фекерҙе ҡеүәтләй:

– Улайһа, нишләп һуң?.. Нишләп?..

Мансурҙың ауыр көрһөнгәне ишетелә – ҡыҙҙың һорауы бик еңелдән түгелдер, ахырыһы. Ана, һөйләгән хәбәренең урыҡ-һурыҡ булыуы ла уның эске тулҡынланыуына ишара:

– Эш һиндә түгел, Эльза... Нисек аңлатайым?... Ну, мин ҡатын-ҡыҙҙы яратыуҙан мәхрүммен, тип әйтәйемме...

Ҡыҙҙың түҙемһеҙләнеп уны бүлдергәне ишетелә:

– Нисек инде – мәхрүм?

– Ну, тураһын әйткәндә... уларҙың теләген ҡәнәғәтләндерә алмайым.

– Ниңә улай, Мансур? Тыумыштанмы ни?

Егет йәнә көрһөнөп ҡуя. Күрәһең, хурлығының сәбәбен аңлатыуы ла бик ауыр уға. Тимәк, беҙ егетте юҡҡа әрләгәнбеҙ. Ә төптәнерәк уйлап ҡараһаң, кешенең күңелендә ниндәй серҙәр ятҡанын кем белә? Беҙ бит Аллаһы Тәғәлә түгел. Туҡта, Мансурҙы тыңлайыҡ:

– Мин быны бер кемгә лә һөйләгәнем юҡ – һин беренсе... Тыумыштан түгел шул... Армияға тиклем һин дә мин ине... Чернобыль касафаты был. Унда авария булғанда демобилизацияға ярты йыл ҡалғайны... Шул инде: часть командиры саҡыртып алды ла, мөҙҙәтенән алда дембель вәғәҙә итеп, әүрәтеп, һәләкәт эҙемтәләрен юҡҡа сығарырға Чернобылгә ебәрҙе... Ә приказға буйһонмай ҡара!.. Шул, киттек инде. Командала күбеһе әлеге лә баяғы ҡара халыҡ – башҡорт та татар, тигәндәй... Барыһы менән дә тигәндәй хәбәрләшеп торам – уларҙа ла шул уҡ кәмселек. Шулайтып, һәләкәт эҙемтәләре үҙебеҙҙе юҡҡа сығарҙы...

Тағы Эльзаның өҙәләнгән тауышы яңғырай. Уның баштағы бер нисә һүҙен абайламай ҡалдым: әллә ғәфү үтенде, әллә Алланы телгә алды. Бәлки, үҙенең күңел торошон белдереп, туған телендә берәй һүҙ ыскындырғандыр. Хәбәренең айышы бары тик:

– ... мин бит белмәнем, – тигән ерҙән ялғанып китә. – Мансур, миңә асыуланма, йәме.

– Уның нимәһенә асыуланаһың?

– Ә мин һиңә бер күреүҙә ғашиҡ булдым. Үҙең миңә иғтибар итерһең, тип көткәйнем...

– Була торған хәл.

Бер аҙ тын торғандан һуң, Эльза дауам итә:

– Мин алйот, эйеме?

– Нишләп?

– Йәнәһе, һинән ауырға ҡалам да, бала табам. Ул мотлаҡ малай була. Мин уны, өләсәйемдең һуңғы төйәгенең төҫө итеп, тәрбиәләп үҫтерәм...

Мансур йәнә бер көрһөнә лә:

– Матур хыял, – ти.

– Матур һәм тормошҡа ашмаҫ хыял, – тип өҫтәй Эльза. – Ҡара әле, Мансур, бәлки, һин Германияға килерһең? Ҡайтҡас та саҡырыу ебәрер инем.

– Германия? – тип ғәжәпләнә егет. – Мин унда нишләп йөрөйөм?

– Бәлки, дауалап булыр. Беҙҙә – донъялағы иң яҡшы медицина. Юл хаҡы һәм башҡа расходтары өсөн ҡайғырма...

Әммә Мансурҙың:

– Юҡ! Уныһы булмаҫ инде! – тигән ҡәтғи яуабы ҡыҙҙың был тәҡдимен ярты һүҙҙә бүлдерә. Унан бүтән төрлө хәбәр ишетеүе лә ситен булыр ине, әлбиттә. Мансур һымаҡ тиҫкәре, үжәт әҙәмдәр хаҡында: «Ыңғайға йөрөһә, исеме юғалыр», – ти халыҡ.

Мансурҙы ла аңларға була: уның өсөн меҫкенлек – үлемгә бәрәбәр. Бахыр хәленә төшөп, кеше көнлө булып йәшәүгә ҡарағанда, донъянан юйылыуың артыҡ. Ә уның был көндәрҙә кисергәндәре иһә һәләкәт түгел, ә ҡайнап торған тормоштоң үҙе. Ә тормошта барыһы ла була – Чубайстары ла, Чернобыле лә, башҡаһы ла, тигәндәй.

Инде Мансурҙың ҡыҙға ҡайтарған ҡырҡа-яран яуабын ишеткәс, беҙгә лә артабан тыңлап тороуҙың мәғәнәһе ҡалманы: егет барыбер үҙ һүҙенән ҡайтмаясаҡ. Тимәк, әллә ни ҙур әһәмиәткә эйә булырҙай ваҡиғалар ҙа көтөлмәй. Геройҙарҙың артабанғы яҙмыштарына килгәндә, Эльза имен-аман ҡайтып етер, ниәт иткән кинофильмын монтажлап бөтөр. Ул, моғайын, уңышлы килеп сығыр һәм ҡыҙҙың туған-тыумасалары араһында ғына түгел, ә киң йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр. Хатта Эльзаның был фильмы Халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулауы, миҙалдар менән билдәләнеүе ихтимал.

Мансур ҙа йылдар буйы күнегелгән ҡәҙимге тормош менән йәшәй башлар: туйғансы телевизор ҡарар, Заһит менән әсе теллелектә ярышыр. Ауылда эш тә етерлек – әле бесән өҫтө. Унан һуң утын, ҡар яуып, һыуыҡ төшһә – һуғым. Мансур ауылдаштарына ошо хужалыҡ эштәрен атҡарырға ярҙамлашыр. Ҡайһы саҡта уның хәтеренә өнгә лә, төшкә лә оҡшаған йәйге ваҡиғалар килеп төшөр. Күҙ алдына берсә тау-таш араһында йүгереп йөрөгән, берсә баҫҡан урынында бала һымаҡ һикергеләп торған Эльза килеп баҫыр. Мансур уның менән хушлашыу төнөн дә өр-яңынан кисерер һәм ауыр көрһөнөп ҡуйыр.

Фото: rasfokus.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: