+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Сентябрь 2022, 20:00

Турайғыр һабағы

Иршат менән Зәлиәнең өйләнешеү хаҡында белдергән теләгенә ике яҡтан да ата-әсәләре аяҡ терәп ҡаршы торҙо. Яҡын да килмәнеләр. Тыңларға ла теләмәнеләр. Йәштәр иһә үҙҙәренсә эш итте, дөрөҫөрәге, ата-әсәләренең һүҙҙәрен ҡолағына ла элмәне.

Турайғыр һабағы
Турайғыр һабағы
Район загсына барып никахтарын теркәргә ғариза бирҙеләр, туй үткәреү мөҙҙәтен дә билдәләнеләр. Кисә генә мәктәп партаһы артында ултырған балалар тимәҫһең үҙҙәрен.
Һәр ике яҡтың да егет менән ҡыҙға белдергән дәғүәләре бер төрлө һәм ҡәтғиләрҙән ҡәтғиерәк яңғыраны: “Беҙ һеҙҙең өйләнешеүегеҙгә ҡырҡа ҡаршы. Сөнки һеҙ – яҡын туғандар. Башҡорттоң борондан ҡалған йолаһы буйынса егет менән ҡыҙға, ете ата айырмайынса тороп, өйләнешеү яҙыҡ, гонаһ. Һеҙҙе дүрт ата ғына айыра. Әгәр ҙә был юлға барһағыҙ, балаларығыҙ зәғиф булып тыуасаҡ, ике яҡтан да тоҡомобоҙ ҡороясаҡ. Картуфтың картуфының бер үк сортлыһын бер үк ергә йыл һайын сәсһәң, ҡоторлаҡҡа әүерелә. Беҙгә аҡылы зәғиф, бәләкәй буйлы, йәмһеҙ ейән-ейәнсәрҙәр кәрәкмәй. Шуға күрә беҙ һеҙгә бер нисек тә фатиха бирә алмайбыҙ, ана, кеше бот сабып көләсәк...”
Ата-әсәләренең бындай дәғүәһе егет менән ҡыҙҙы, киреһенсә, оторо ярһытып ҡына ебәрҙе. Бындай һүҙҙәрҙе ишеткәндән һуң улар икеһе ярты көнгә юғалып торҙо. Аҙаҡ һәр икеһенең ата-әсәһе ҡашына килеп, икеһе бер тауыштан ятлап тиерлек алған бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы: “Атай-әсәй! Боронғо ғөрөф-ғәҙәтегеҙ менән үҙегеҙ генә йәшәгеҙ. Хәҙер ундай замандар үтте. Беҙ бер-беребеҙҙе бала сағыбыҙҙан алып яратабыҙ. Бөгөн килеп шуны аңланыҡ: бер-беребеҙһеҙ йәшәй ҙә алмайбыҙ. Беҙҙең мөхәббәткә бер кем дә ҡаршы тора алмаясаҡ. Әгәр ҙә рөхсәт итмәһәгеҙ, фатихағыҙҙы бирмәһәгеҙ, бәхетебеҙҙе үҙебеҙ ҡорасаҡбыҙ, Себергә, кәрәк икән сит илгә сығып китеп, үҙебеҙгә нисек кәрәк, шулай йәшәйәсәкбеҙ һәм барыбер бәхетле буласаҡбыҙ...”
Ауылдың өлкән йәштәге кешеләрен йәлеп итеп өгөтләүҙәр, аңлатырға тырышыуҙар бер нисек тә ярҙам итмәне. Хатта Иршат менән Зәлиәгә мәктәптә биологиянан һабаҡ биргән уҡытыусының “Төрҙәр анатомияһы, яҡын ҡандар ҡушылыуы паталогияһы” тигән бер сәғәтлек лекцияһы ла егет менән ҡыҙҙың бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән ситкә сығып осто. Хатта заттарының шәжәрәһен дә төҙөп биреп ҡаранылар. Файҙаһыҙға. Уларҙың бер дәлиленә йәштәр ун дәлил менән яуап ҡайтарҙы. Шуларҙың иң замансаһы һәм кире ҡаҡҡыһыҙы: “Ышанмаһағыҙ, ана үҙегеҙ ауыҙ һыуығыҙ ҡоротоп яратып ҡараған Европа телесериалдарында ике туғандарҙың өйләнешеүе ҡәҙимге күренеш итеп ҡабул ителә...”
Егеттең ата-әсәһе Ҡадир менән Кәримә, ҡыҙҙың ата-әсәһе Самат менән Ғәлиә һуңғы сиктә шундай ҡарарға килде: берҙән-бер юл - Насибулла муллаға мөрәжәғәт итергә. Уларҙан ауылынан алыҫ булмаған Ҡаҙыршала йәшәй оло йәштәге аҡһаҡал. Ярҙам итә алһа, тик уның ғына ҡөҙрәте менән йәштәрҙе был яҙыҡ аҙымға барыу уйынан кире дүндерә алырҙар.
Насибулла мулла уларҙың районында ғына түгел, ғөмүмән, төбәктә һәм республикала, унан ситтә лә киң танылған абруйлы дин әһеле, арҙаҡлы шәхес, ил ағаһы. Төбәктә уның кешеләрҙе һауыҡтырыу, төрлө сирҙәрҙән арындырыу һәләтенә бәйле легенда-риүәйәттәр йәшәй. Уның хаҡындағы бәйәннамәләрҙең араһында шундайҙары ла бар: “Насибулла шәпле мулла, өшкөрөү, доға ярҙамында ғына түгел, донъяуи аҡылы, тормош тәжрибәһе, кеше тәбиғәтен тәрән белеүе, кинәйә, ым-ишара, кәрәк саҡта мәрәкә һүҙе ярҙамында әллә күпме кешене тормошонда яҙыҡ аҙымдан ҡурсалап алып ҡалған әүлиәләр затынан ул...”
Йәки булмаһа: “Бер мәл үҙ-үҙенә туҡтауһыҙ ҡул һалған берәүҙе Насибулла муллаға алып килгәндәр. Дин әһеле тәүҙә ат егеп арбаһына тегене ултыртып тауҙар ашаһына алып киткән. Бер урынға барып сыҡҡас атын туғарып менгән дә, һыбай килеш ҡулына сыбыртҡы алып, тегене ҡыуып йөрөтә, баҫтыра башлаған. Төнө буйына артынан ҡыуалаған, саҡ ҡына туҡтап ҡалһа, сыбыртҡының осо тегенең янбашын тағы яндырып алған. Һуҡҡан һайын мулла унан: “Тағы ла шулай итәһеңме?” – тип һорай икән. Теге әҙәм тәүҙә муллаға төрлөсә янап маташҡан да, һыбайлы тағы ла ҡатыраҡ эләктерә башлағас, ахыры: “Юҡ, мулла олатай, бүтән улай итмәйем, валлаһи”, - тип илай-илай ялбара икән. Таңға телен арҡыры тешләп, ахмалға төшкән ир, мулланың менгеһе лә шыбыр тиргә батҡан. Таң атып килгәндә илай-илай тәүбәгә килгән үҙ-үҙенә ҡул һалыусы һәм был сиренән ҡотолған. Мулланың бындай ысулының хикмәте шунда: кешене сыҙай алмаҫлыҡ үтә ауыр хәлгә ҡуйғанда ғына ул йәшәүҙең, ғүмерҙең ҡәҙерен шул тиклем аңлай икән...”
Балаларының яҙмышы өсөн уғата борсолған ата-әсәләр Насибулла
муллаға кисекмәҫтән барырға ниәт итте. Иртәгәһенә үк Ҡадирҙың машинаһы менән аҡһаҡал йәшәгән Ҡаҙырша ауылына барып та еттеләр. Бәхеттеренә мулла ҡырҙа йылҡы көтөп йәйләүсе фермер улы янынан ҡайтып ҡына тора икән. Тәүҙә килеүселәр алдына йола буйынса аш-һыу ҡуйылды, ҡарттың йәйләүҙән алып килгән йәш ҡымыҙынан да ауыҙ иттеләр.
Янына килеүселәрҙе ике һүҙҙән аңлап өлгөрҙө мулла. Ыңғайы бер
шундай тәҡдим дә индерҙе:
–Мин иртәгә иртүк йәйләүгә кире китәм. Балаларығыҙҙы иртә таңдан миңә ебәрегеҙ. Йәйләүгә минең менән барып ҡымыҙ эсеп, ял итеп ҡайтырҙар...
Ҡарт шулай тине лә, һүҙем тамам, тигән ишара менән әпәр итеп ҡулын һыпырып та ҡуйҙы. Бына һиңә кәрәкһә! Ғәҙәттән тыш етди мәсьәләгә шулай еңел генә ҡараймы икән ни был атаҡлы Насибулла мулла тигәндәре? Уның ошондай анһат ҡына тәҡдименә риза булмаған ата-әсәләр ни тип әйтергә лә белмәне. Бер-береһенә ҡарашты. Ыҡ-мыҡ килде. Улар мулланан бөтөнләй икенсе төрлө һүҙ, оҙон-оҙаҡ вәғәз көткәйне. Барыһы ла башын түбән эйҙе. Һуң, атаҡлы муллаға ҡаршы һүҙ күтәреп ултырырғамы ни? Шулай ҙа Ҡадир һүҙһеҙ ҡала алманы.
–Һуң, Насибулла ағай, беҙ бит һиңә аңлаттыҡ. Иршат менән Зәлиә яҡын ғына туғандар. Ана ултырған Самат минең ике туған ҡустым. Уларға өйләнешергә һис ярамай...
–Ә һин, ағай, уларҙы ҡунаҡҡа саҡырып, фатиха бирергә, ял итеп ҡайтарырға итәһең... – Быныһын инде Зәлиәнең атаһы Самат өҫтәп әйтте.
Саматтың үҙенә үпкә белдергән һымаҡ әйтелгән һүҙҙәрен Насибулла мулла бик еңел ҡабул итте. Һәр хәлдә, һиҙҙермәне. Сәсрәп китмәне. Йотто. “Балаларығыҙға кескенә сағынан тәрбиә бирмәгәнһегеҙ, ә үҙегеҙ килеп миңә үпкә белдереп ултыраһығыҙ. Үҙ-үҙегеҙгә үпкәләгеҙ” тип тә әйтә ала ине ул. Сытыймай ҙа әйтер ине. Әммә икенсе бер нәмәне аңлап тора аҡһаҡал: ата-әсәләрҙе уның янына балаларының киләсәге өсөн сикһеҙ хафаланыу, борсолоу алып килгән. Шуға күрә Саматтың һаҡһыҙыраҡ әйтелгән һүҙҙәренең сәбәбен дә аңлай мулла.
–Иншалла, бик ваҡытлы килгәнһегеҙ. Мин шуның өсөн дә балаларығыҙҙы иртәгә бында ебәрегеҙ, тинем бит. Ҡалғаны минең хәстәр...
Һикһәнен тултырһа ла, һаман да төҫ-һын ташламаған, баһадир кәүҙәле, күҙ ҡараштарына тәрән тормош аҡылы һеңгән аҡ һаҡаллы нурлы ҡарттың был һүҙҙәрен ишеткәндән һуң егет менән ҡыҙҙың ата-әсәләренең күңеленә йылы йүгергәндәй булды. Ҡарттың әле үҙе генә белгән сараһын улар легендаларҙа ғына һөйләнелгән кирәмәтенә бәйләне. Самат ҡыҙыулыҡ менән әйтелгән һүҙҙәре өсөн мулланан ғәфү үтенергә ынтылып-ынтылып ҡараны ла, хужаның һис бер үпкәләүҙе белмәгән сифатын күҙ-ҡараштарын аңлап, кире тыйылды.
Ҡунаҡтар Насибулла муллаға һәм үҙҙәрен самауыр сәйе менән һыйлаған Зөләйха абыстайына рәхмәт әйтеп, ҡайтыр яҡҡа юлланды. Юлда ҡайтҡанда үҙ-ара килешеп, шундай фекергә лә килделәр: Насибулла мулла янына Иршат менән Зәлиә Ҡадирҙың машинаһында үҙҙәре генә барасаҡ.

х х х
Иршат менән Зәлиә ата-әсәләренең көтөлмәгән тәҡдименә атҡа менгәндәй ҡыуанды. Нимә генә тимә, уларҙы Ҡаҙырша ауылындағы данлыҡлы Насибулла мулла олатай үҙе ҡунаҡҡа саҡырып хәбәр әйтеп ебәргән бит. “Мин уларҙы ике көнгә саҡырам, йәйләүгә апарам” тип тә әйткән, етмәһә.
Йәштәр был хәлде ата-әсәләренең өйләнешеүҙәренә ризалығы итеп тә ҡабул итте. Тимәк уларҙың араһындағы боҙлоҡтоң ирей башлауына ишара был. Өйләнәсәктәр, бәхетле ғаилә ҡорасаҡтар. Атаһының Ҡаҙыршаға барыр өсөн машинаһын улына ышанып тапшырыуы Иршатты сикһеҙ ҡанатландырҙы. Ул иртә таңдан һөйгәнен өйҙәренән барып алды ла, юлға сыҡтылар. Уныһы ла, әллә ҡасан уҡ тороп әҙерләнеп көткән. Бына бит, тип уйланы йәштәр, барыһы ла ыңғай яҡҡа китеп бара. Икенсенән, әле яңы урта мәктәпте тамамлаған егет менән ҡыҙ алдарындағы тотош ғүмерҙе тәшкил иткән киләсәктәре хаҡында бер ни уйларлыҡ хәлдә лә түгелдәр. Иң мөһиме: улар бер-береһен үлеп ярата, ә яратышҡан кешеләр мотлаҡ ғаилә ҡорорға тейештәр. Ә ҡайҙалыр уҡырға барыу, һөнәр үҙләштереү мәсьәләһенә килгәндә, улар шулай уйлай: кеше тормошонда иң төп хәҡиҡәт – ул мөхәббәт, мөхәббәт бар урында кешегә бер нәмә лә ҡаршылыҡ була алмай. Етмәһә, хәҙерге заманда үҙенең алған юғары белеме буйынса эшләй алған кешеләр юҡ кимәлендә...
Тағы ла... Быныһын инде ғашиҡтар тик үҙҙәре генә белә... Бер-береһенә әйтмәһәләр ҙә... Тап улар Насибулла мулланың йәйләүендә ҡушыласаҡтар... Таҡтан йоп буласаҡтар... Шуның рәхәтлеген татыясаҡтар... Бер-береһен иң яҡындан тороп беләсәктәр... Улар бындай ҡарарға әллә ҡасан уҡ килгән... Тик бына күңелдәре көҫәгән сәхрә, йәйләү ауҡанлығы, романтик ерлек кенә бығаса осрамағанлыҡтан ҡушылыуҙы ошоғаса һуҙып килделәр. Икәүләшеп бергә рәхәтләнеү мөҙҙәтенең килере ҡотолғоһоҙ ысынбарлыҡ, әммә ул мәл оҙаҡлаған һайын ләззәтенең дә көсәйә барыуын тоя улар. Дөрөҫөн әйткәндә, егеттең ярһыулығын ошоғаса көскә тыйып килде ҡыҙ, төндә инде ул ҡаршы тора алмаясаҡ...
Иршат менән Зәлиәне Насибулла мулла үҙе үк урамға сығып, ихата ҡапҡаһын ҙур итеп асып, ололоҡлап, әйҙүкләп ҡаршыланы. Оло башын кесе итеп.
–Рәхим итегеҙ, йәштәр, килеп бик йәтеш иттегеҙ. Әбей, әбей, тим, самауырыңды яңырт, көткән ҡунаҡтарым килде, - тине лә ҡарт, еңел машина ихатаһына уҙып ҡунаҡлағас, ыңғайы бер ҡапҡаһын ябып та ҡуйҙы.
Шундайын оло, абруйлы кешенең үҙҙәрен шул рәүешле итеп ҡаршылауынан Иршат менән Зәлиә юғалып ҡалды. Көтмәгәйнеләр. Ихатаға инеп машиналарынан төшкәс тә, ғәйепле кешеләй баштарын эйеп тора бирҙеләр.Йорт хужаһы егет менән ике ҡуллап күреште, ҡыҙҙың иһә арҡаһынан һөйөп ҡағып ҡына ҡалды.
–Һаумы, олатай...
–Әйҙә, тәүлә инеп инәйегеҙҙең сәйен эсеп алайыҡ та, артабан мин һеҙҙе йәйләүгә апарам...
–Йәйләүгә? Хәҙер үк китәбеҙме? – Егет менән ҡыҙ мулланың был тәҡдимен ҡыуанып ҡабул итте.
Сәй эскәндән һуң Насибулла мулланың тәҡдиме буйынса йәштәр машинаны уларҙың ихатаһында ҡалдырып, йәйләүгә ат арбаһына ултырып киттеләр. Иршат мулла олатаһына ат егеште, Зәлиә Зөләйха инәһенә үҙҙәре менән алып китергә тейеш булған әйберҙәрҙе, әүҡәт-монаятты төйнәште.
Ҡунаҡтар Ҡаҙыршаға килеп төшкәндән һуң бер сәғәт үтеүгә келтер-келтер йырлаған арба тауышын тыңлап, йәйләүгә табан китеп баралар ине инде. Көн салт аяҙ. Арбаға егелгән күк байтал һарҡыу ерҙәр осраһа, йүгереп бара ла, үргә тартылғанда атлауға күсә.
Насибулла олаталары апаруҡ ер барғанса бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Оло кеше шым барғас, йәштәр ҙә уға һүҙ ҡатыуҙы әҙәпһеҙлек тип тапты. Байтаҡ юл үткәс, хужа кеше егет менән ҡыҙҙы берсә һағышландырып, берсә шатландырып, ишетелер-ишетелмәҫ итеп халыҡ йырҙарын һуҙа башланы:
Әрмеләргә китеп сәс еткерҙем,
Сәскенәйем етте лә үрмәгә...
Уның тауышы арбаның дыңғырлағына ҡушылып үҙенсәлекле оркестрҙы барлыҡҡа килтергәндәй. Өҫтәүенә, арба тәгәрмәстәренең кәлтәңләп берсә өҫкә-аҫҡа, берсә ян-яҡҡа тайшанып һелкенеп килеүе мулланың тауышын һиҙелер-һиҙелмәҫ ваҡ-ваҡ тулҡындарға бүлеп ыҡсымлай төҫлө. Бындай бүленеш йырсының көслө булмаған моңло тауышын тик боронғо йырҙарға кәрәкле һығылмалы боролоштарға көйләгәндәй. Хәс тә көйҙө оҙата барыусы гармун, ҡурай кеүек арба дыңғырлағы.
Иршат менән Зәлиә тәүге тапҡыр ошондай кисерештәр солғанышында. Ҡарәле, тип уйлайҙарҙыр әле, моғайын да, егет менән ҡыҙ. Быға тиклем улар “ат, арба” тип кенә белгән кешелек тарихының иң боронғо дәүеренән алып һаҡланып ҡалған транспорт төрө Насибулла олаталарының йыры менән ҡушылғанда шундайын мөғжизәгә әүерелә ала икән. Йәштәр бығаса өнәп еткермәгән боронғо халыҡ йырҙары тап ошондай рәүешле башҡарылған сағында шундайын зауыҡлы, йәнде илерткес яңғырашлы икән. Насибулла ҡарт бер йырҙы тамамлауға икенсеһен башлап та ебәрә:
Ялан ғына ерҙән болан килә,
Уйһыу ғына ерҙән, ай, түтә, тип,
Зөлхизә...
Бығаса барлыҡ халыҡ йырҙары ла бер-береһенә оҡшаш, бер көй менән башҡарыла тип уйлай ине йәштәр. Баҡтиһәң, “Әрме” менән “Зөлхизә” бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған, икеһе ике төрлө аһәңле икән дә.
Иршат менән Зәлиәгә шул тиклем рәхәт тә, икенсе яҡтан уйлаһаң, ата-әсәләре менән өйләнешеү мәсьәләһе буйынса тартҡылашыуҙарын күҙ алдына килтерһәләр, ҡыйын да. Барыбер ҙә улар ата-әсәһенә оло рәхмәтле. Тәүҙә улар риза булмайынса ҡыланған ғына икән. Ә үҙҙәре Ҡаҙыршаға килеп, Насибулла мулла менән һөйләшеп-килешеп, уларға ана ниндәй никах алды сәйәхәте ойоштороп йөрөгәндәр. Аңламаҫһың уларҙы. Һәр хәлдә, Насибулла олаталары һуҙған йыр тәьҫиренә бирелгән егет менән ҡыҙ әлегә тик ошо хаҡта ғына уйлай ала. Башҡаса мөмкин дә түгел. Тимәк, олаталары йәйләүгә барғас та, уларға тағы ла мөғжизә бүләк итәсәк. Улар ошо мәлдә йәйләү юлының һәм ҡарттың йырының мәңгегә һуҙылыуын теләй.
Тик улар Насибулла мулланың йыры аша күңелдәренә уйылған һағыштың асылын ғына аңлай алырлыҡ түгел. Быға, моғайын да, икеһен бер хисле, бер уйлы иткән тойғо ҡамасаулайҙыр. Барыбер ҙә юлға сыҡҡандан алып бер һүҙ ҙә ҡатмайынса, бәғерҙәрен өҙөрҙәй итеп моң аша ишара, кинәйә ташлауы барыбер ҙә аңлашылып торғандай. Хикмәте булмай ҡалмаҫ тота килеп, юлыңғай ғына башҡарылған йырҙарҙың. “Донъяла бер нәмә лә осраҡлы түгел, һәр бер осраҡлы күренештә объектив ысынбарлыҡ сағылыш таба...” тип ҡабатларға ярата уларға тарихтан һабаҡ биреүсе уҡытыусыһы...
Әммә ситтән ҡараған кешегә генә ул шулай тойолалыр, сөнки олаталарының моңона һағышланһалар ҙа, Иршат менән Зәлиә бөгөн шат. Бөгөн уларҙан да бәхетле кеше юҡ донъяла. Улар йәйләүгә ҡушылырға тип китеп бара...
Юлдың башы бар ҙа, аҙағы бар. Ат ҡыуыусы әллә бишенсе, әллә алтынсы йырын һуҙа башлауға йәйләүгә барып та еттеләр.
Уларҙы ап-аҡ ҙур эт абалап ҡаршыланы. Тәүҙә йән-фарман сабып килә бирҙе лә, хужаһының атын һәм үҙен танығас, ҡойроғон ҡойроҡ аҫтына ҡыҫтыра биреберәк, тик эт лөғәтендә генә аңлашылған ишара яһаны. Ә инде арбалағы ике ят кешене күргәс, ҡабаттан бер-ике тапҡыр өрөп алды. Яңы кешеләргә кемдең йәйләүҙә төп йән эйәһе, хужа икәнен аңғартырға теләне буғай. Кем генә булһағыҙ ҙа, әллә кем түгелһегеҙ, йәнәһе. Мин һеҙгә тауышымды әрәм итеп өрөп тә тормайым. Хужамдың арбаһында килгәс, моғайын да, яман эсле түгелһегеҙҙер...
–Себә, Етебал, әллә беҙҙе танымайһыңдамы? – Насибулла мулла мәтриләп этенә бармаҡ янап алды. –Ҡунаҡтар килә, бар, тегеләргә әйтә тор, ҡаршы алһындар...
Етебалға шул ғына кәрәк булған икән. Ул атҡа ҡаршы килгән тиҙлектән тағы ла шәберәк сабып китеп, йәйләү уртаһында ултырған кескәй йорт янына барып, ундағыларға эт лөғәтендә ни хаҡындалыр йәүкәләп өрөп алды. Шунан һуң, инде минең өҫтән бурыс төштө, тигәндәй кинәйә менән йорт янындағы кескәй аласығына инеп боҫто.
Арбанан төшөп бот-арҡа яҙып алғас, Насибулла мулла атын туғарырға кереште. Иршат менән Зәлиә иһә фермерҙарҙың торағын күҙ уңынан үткәрҙе. Уҫаҡтан бурап эшләнгән йорт ыҡсым ғына күренә. Йорт янындағы башы көпләнгән һәндерә аҫтында ризыҡланыр өҫтәл, ағас ултырғыстар күҙгә ташлана. Шундағы ҡайынға ҡулйыуғыс беркетелеп ҡуйылған. Йорттан йөҙ аҙым ситтә ялан кәртә, уның бер яҡ ситендә бейә һауыр өсөн махсус урындың башы ҡапланған. Ялан кәртәнең арғы осондағы тағы ла бәләкәйерәк кәртә эсендә ҡолондар, тағы ла айырым бер бүлемендә өс баш йылҡы малы күренә. Шунда уҡ егеүле ат арбаһынан ир кеше менән ун-ун бер йәштәр самаһындағы малай айырып бикләнгән йылҡы малдарына бесән бушата. Улар йорт янына килеп етеүселәрҙе күреп ҡалды ла, был яҡҡа килә башланы. Былары Насибулла мулланың фермер улы Әнүәр менән ейәне Садиҡ икән.
Улар менән күрешкән арала йорт артынан ҡулына күнәк тотҡан ҡатын килеп сыҡты. Үҙенең йылмайыуы. Башына килешле итеп аҡ яулыҡ ябынған. Өҫтөндә ап-аҡ халат. Егет менән ҡыҙ шундуҡ таныны: ауылда саҡта мулланың абыстайы Зөләйха инәй телгә алған Әнүәр улының ҡатыны, бейә һауыусы Сәлимә икән.
–Ҡайным, һаумы, бәй, ҡунаҡтар ҙа бар икән. Хәҙер мин һеҙгә һыуһынға һаумал ҡымыҙҙы ауыҙ иттерәм.Эсә тороғоҙ, хәҙер самауырым ҡайнап сығыр...
Сәлимә башта ҡулындағы биҙрәһен ҡойма бағанаһындағы оло ҡаҙауға элеп ҡуйҙы. Артабан өйгә осоп тиерлек инеп китеп, шундай уҡ тиҙлектә банка менән ҡымыҙ тотоп сығып һәндерә аҫтындағы өҫтәл янына килде. Шундай уҡ етеҙ хәрәкәт менән түңкәреүле сынаяҡтарҙы әйләндереп теҙҙе лә, һәр береһенә ҡымыҙ ҡойоп сыҡты. Хәрәкәтенә, ҡулдарына күҙ эйәрмәй үҙенең.
Ауылда тыуып үҫһәләр ҙә, Иршат менән Зәлиә өсөн бындағы күп нәмә яңы ине. Шул уҡ ҡымыҙҙың тәменә килгәндә лә. Һаумал тигәндәре бигерәк икән дә. Күпереп тора. Һалҡынса, әселеге менән йәнде өтөп тә алмай, шул уҡ ваҡытта эскәндән һис ҡасан булмағанса күңел күтәренкелеге кисерәһең. Тағы ла, тағы ла, күп итеп эске килә. “Ҡымыҙ ҡымыҙ бешкән ерҙә тәмле була” тигәндәре шул икән. Дөрөҫ икән.
Ара-тирә ҡолондарҙың инәләрен саҡырып сыңғырап ебәреүҙәре, яҡындағы шырлыҡта ҡоштарҙың йәмле итеп һайрауҙары, сиңерткәләр йыры, ғөмүмән, йәйләү тигән хикмәтле урындың йәшерен серлелеге, илаһи матурлығы Иршат менән Зәлиәгә бер-береһен тағы ла тәрәнерәк итеп аңларға ярҙам иткәндәй. Бейә һауып, ҡымыҙ эсеп йәйләүҙә көн итеүсе атай-олатайҙары, өләсәй-ҡартәсәйҙәре ҡайһылай бәхетле булған.
Йәйләүҙә минут һайын тиерлек мөғжизәләр тыуып тик тора. Үҙенән-үҙе. Теләмәһәң дә. Күмәкләп һәндерә аҫтында сәй эсеп ултырғандарында кемдеңдер кеҫәһендә ятҡан телефонға смс-хәбәр килеүе сигнал яңғыраны. Сәй һемереүсе Садик кеҫәһенән телефонын алып ҡараны ла:
–Атай, ҡартатай, өйөр биләмәнән сығып бара. Мин хәҙер...
Шулай тине лә малай алдындағы сәйен дә эсеп бөтмәҫтән ҡартатаһы туғарып бәйләп ҡуйған атты ысҡындырып, менеп тә атланды. Ул арала атаһы:
–Садиҡ, һауыр мәл етә. Бер юлы өйөрҙө бында ҡыу ҙа ҡуй, - тип әйтә һалды.
–Ярай, атай, - булды улының яуабы.
Садик гүйә ат өҫтөндә тыуған тиерһең. Яңы ғына улар менән бергә ултыра ине, егерме секундтан һуң атына атланып, йән-фарман сабып та китте. Күҙҙән да юғалды. Һәндерә аҫтында ҡалыусылар сәй эсеп, ул- был итеп тә өлгөрмәнеләр, һауын бейәләренән, тай-тулаҡтан торған йөҙләп баштың йәйләү ситендәге ҡайындар араһынан эркелеп килгәне лә күренде. Садиктың эсә башлаған сәйе һыуынып та өлгөрмәне хатта. Иң алда башын юғары сөйөп туры айғыр килә. Ана, арттағы һыбай. Садик. Ул өйөргә йәбешеп алған кеүек, бер аҙым да артта ҡалмай елдерә. Был күренешкә ҡараһаң, күңелгә әллә ниндәй уйҙар килә. Тик Садик янында өйөрҙөң ситкә китеүе хаҡында смс-хәбәр ебәреүсе көтөүсе генә күренмәй.
–Ҡарәле, Иршат, ҡара, ниндәй матурҙар... – Йәйләүгә килгәндән алып Зәлиәнең тәүләп өндәшеүе был.
–Әйҙә, ҡапҡаны асайыҡ та, өйөрҙө ялан кәртәгә индерешәйек...
Иршат шулай тине лә, ялан кәртә яғына ынтылыш яһаны. Тик һуңланы. Әнүәр ағай күптән инде ҡапҡаларҙы шар асып ҡуйған.
Тағы ла биш минуттан Сәлимә бейәләрҙе һауа ла башланы. Һәр кем үҙ эше менән булды. Иршат менән Зәлиәне иң аптыратҡаны шул: йәйләүҙә бар эштәр ҙә тиҙ генә, аныҡ һәм теүәл итеп башҡарыла. Йәйләүҙә һәр ғәмәл тиҙлеккә һәм ыҡсымлыҡҡа ҡоролған. Бында тағы ла бер, биш минуттан һуң нимә булырын белеп булмай. Бер кем дә, бер кемгә лә бер ниндәй ҙә эш ҡушмай, һәр кем үҙ эшен белә. Бына әле Әнүәр ағай ҡатынына бейә һауырға булыша, уҫалыраҡ йәш бейәләрҙе аран араһына индерергә ярҙамлаша. Насибулла мулла айырым бикләп ҡуйылған өс баш йылҡы янында ниҙер эшләп маташа. Садик ат егә. Егет менән ҡыҙ уның янына килде.
–Садиҡ,аңлат әле, һиңә бая өйөрҙөң ситкә китеүе хаҡында кем смс ебәрҙе ул? – Иршат уға күптән бирергә теләгән һорауын еткерҙе.
–Глонас, - булды ҡамыттың тамаҡ бауын тубығын терәп тартып бәйләүсе Садиҡ, уға ҡарамайынса ғына.
–Глонас? Ул кем, әй, нимә ул?
–Нимә булһын, көтөүсе...
–Көтөүсе?
–Эйе...
–Ә ул нисек итеп өйөрҙө көтә һуң?
–Ябай ғына. Махсус Интернет программа инде, йыһандағы яһалма ер юлдашына, карапҡа тоташтырылған. Беҙҙең өйөр айғырына датчик ҡуйылған. Әгәр ҙә айғыр беҙҙең көтөүлек биләмәһенән бер метр ғына ситкә сыҡһа ла, датчикҡа сигнал килмәй башлай һәм ер юлдашынан минең телефонға смс килә...
–Уны һеҙ ҡайҙан алдығыҙ? Программаны әйтәм...–Уны беҙгә Илсур ағай Ирназаров эшләп бирҙе. Уның тағы ла “ЖПС” тигән программаһы бар. Әммә ул программа буйынса таулы урындарҙа бәйләнеш юғалып тора, ә “Глонас” менән хатта тау-урмандар араһында ла мал көтөргә була...
Был турала һөйләгәндә Садик үҙен бик иркен, ябай итеп тота. Башҡа берәү булһа, шуны ла белмәйһегеҙме ни, тигән ишара менән танауын сөйөп маташыр ине. Атын егеп бөткәс малай өйҙөң бер яҡ ситенә терәтеп эшләнгән кескәй генә келәттән салғы, һәнәк алып килеп арбаһына һалды ла:
–Миңә урманға барып ҡолоҡастарға бесән сабып алып килергә кәрәк, - тип дилбегәһен тотоп атын бора ла башланы. Арбаһына һикереп ултырҙы ла, китеп тә барҙы.
Иршат менән Зәлиә Садикҡа бер яҡтан һоҡланып, икенсе яҡтан көнләшеп ҡараны. Бына һиңә йәйләүҙә йәшәүсе Садиҡ тигән малай. “Глонас”, “ЖПС” тигән программаларҙы яп-ябай һәм дөрөҫ итеп аңлатты ла бирҙе. Бына һиңә йәйләү малайы, хатта иң һуңғы Интернет программалар хаҡында ла белә, белә генә түгел, улар менән һин дә мин эш итә. Ябай рогатка кеүек. Нисек инде уға көнләшмәҫһең.
Садиҡ күҙҙән юғалғас ҡына егет менән ҡыҙ үҙҙәренең эшһеҙ тороуын аңланы. Уңайһыҙланып киттеләр. Зәлиә егетен ҡулынан тартып ялан кәртә яғына ыңғайланы. “Әйҙә, барайыҡ, ярҙамлашайыҡ” тигән ишараһы ла ошо ине. Улар тәүҙә ҡолоҡастар торған кәртә янына килеп барыһы ла тиерлек ҡола төҫтәге кескәй заттарға һоҡланып ҡарап торҙо. Барыһы ла бер атанан, бер әсәнән кеүектәр. Ара-тирә һикерәндәп, уйнап та алалар. Ҡайһылары ҡойроҡ сәнсеп сәнскәкләп, ауан-теүән ырғаңлап та ҡуя. Мәҙәк кенәләр. Шунан Зәлиә Сәлимә янына ярҙамлашырға тип китте.
Иршат Насибулла мулла янына килде. Ҡарт иһә башҡаларҙан айырып бикләп ҡуйылған ҡолоҡастар янындағы бүлемдә торған өс баш йылҡы араһындағы кәртәнең һайғауҙарын тимер сымдар менән нығытып бәйләй ине. Унда ҙур ҡола бейә, ике йәшлек ҡола тай һәм ерән төҫтәге ҡолон тора. Иршат бер ни булмағандай, ҡарт янына килеп һайғауҙарҙы тотошоп ярҙамлаша башланы. Үҙе эйәге менән аттарға ишаралап.
–Олатай, ә нишләп уларҙы айырып бикләп ҡуйҙығыҙ ул? – тип һорап ҡуйҙы.
Ҡартҡа уның һорауы көтөлмәгәндәй булып тойолдо. Ул эшенән туҡтап, һорау биреүсене күҙ һынауы аша үткәрҙе лә:
–Шулай кәрәк булды, улым, ә нишләп был һорауҙы бирергә булдың әле миңә? – тине.
–Әллә, минеңсә, бейә менән тай оло өйөр араһында йөрөһә, ҡолоҡас үҙенең тиҫтерҙәре араһына ҡушылһа, яҡшыраҡ булыр ине тигәйнем дә...
–Мәйелең, кискә тиклем ошонда торһондар ҙа, шунан ҡушырбыҙ... – Насибулла мулла егеткә ниндәйҙер серле мәғәнә менән ҡарап ҡуйҙы. Йылмайҙы.

х х х

Киске һауындан һуң Насибулла ҡарттың тәҡдиме буйынса улы Әнүәр, килене Сәлимә һәм ейәне Садиҡ Ҡаҙыршаға ҡайтып китте. Йәйләүҙә ике екке ат, ике арба, ике пар ҡамыт-ыңғырсаҡ. Ҡайтыусылар туры атты екте. Ҡунаҡтар килгәндән алып аласығында шымып ятҡан Етебал да уларға эйәрҙе. Алып ҡалырға теләгәйнеләр, тотторманы.
Ҡайтыу хаҡында һүҙ сыҡҡас, тәүҙә был өсәү риза түгелдәр ине, әммә мулланың: “Әсәң мунса яғып ҡуйырмын, ҡайтып төшөп китһендәр”, - тигән һүҙенән һуң шатланып риза булдылар. Ҡайтыр саҡта Садиҡ “электрон көтөүсе” сыбыртҡыһын – кеҫә телефонын ҡартатаһына тапшырҙы. Ҡарт иһә хикмәтле ҡоралды Иршатҡа тотторҙо.
Шулай итеп, егет менән ҡыҙ күҙ менән ҡаш араһында бер илегә үҫеп киткәндәй булды. Сөнки улар хәҙер йәйләүҙә үҙ кеше. Хикмәтле “көтөүсе сыбыртҡыһы” уларҙың ҡулында. Зәлиә үҙенә ҙурыраҡ булһа ла, йәйләү хужабикәһе Сәлимәнең аҡ халатын кейеп алып, башына килешле итеп яулыҡ ябынды. Уның урыны билдәле инде ҡашығаяҡ тирәһендә.
Әнүәрҙәр ҡайтып киткәс күп тә үтмәне улар өйөрҙө асып көтөүгә сығарып ебәрҙе. Иршат Насибулла ҡарттың айырым кәртәгә бикләнгән теге өс баш йылҡының икәүһен өйөргә ҡушып сығарғанын көттө. Ҡарт иһә был хаҡта уйламаны ла шикелле. Әллә оноттомо икән? Иҫенә төшөрөргә кәрәк.
–Насибулла олатай, һин кис был өс башты өйөргә ҡушырбыҙ, тигәйнең, әйҙә, уларҙы ла асып сығарайыҡ... – Иршат мөһим эш башҡарған кешеләй, кәртәнең ҡапҡаһын асырға кереште. Насибулла мулла уның ҡулынан тотто.
–Ҡабаланма, улым, өлгөрөрбөҙ. Өйөр ике-өс сәғәт утлағас, кире кәртәгә ҡыуырбыҙ. Шунда быларын да ҡушырбыҙ...
Күп тә үтмәне уларҙы яңы хужабикә самауыр сәйенә саҡырҙы. Өҫтәл артына ултырыуҙары булды йәйләү янына бортлы “Газель” машинаһы килеп туҡтаны.
–Сибайҙағы супермаркеттан ҡымыҙ алырға килделәр, - тине лә Насибулла ҡарт, машинанан төшөүсе ике ир менән һаулыҡ һорашҡандан һуң йорт артындағы ҡымыҙ бешеү аласығына инеп китте. Өлкән кеше өҫтәл артынан тороп киткәндә ултырып ҡалыуҙы хуп күрмәне Иршат. Ҡартҡа эйәрҙе. Гел тышта барған ваҡиғалларға иғтибар итеп Иршат менән Зәлиә аласыҡ эсендәге ҡоролмаға күҙ һалырға ла онотҡан икән. Унда ҡымыҙ бешә торған һәм литр ярымлыҡ пластик һауыттарға эсемлек тултырып этикетҡа йәбештерә торған махсус ҡоролма ла ҡуйылған икән. Шешәләргә йәбештерелгән ҡағыҙҙарға “Насибулла йәйләүе” тип яҙылған. Ике көн эсендә байтаҡ ҡына ҡымыҙ әҙерләнгән икән. Килеүселәр уларҙы тейәгән арала Насибулла ҡарт йөҙ ҙә егерме һауыт һананы. Тейәргә Иршат та ярҙамлашты. Һауыттар тейәлеп бөткәс, килеүселәрҙең береһе, ҡара мыйыҡлыһы:
–Ярар, олатай, иҫәпләшеү һәр ваҡыттағыса. Аҡсаны һеҙҙең иҫәпкә иртәгә үк күсерербеҙ, - тип ҡарттың ҡулындағы тауар алыуы хаҡындағы накладнойҙы күлдәк кеҫәһенә тыҡты ла, машина нисек килеп туҡтаған булһа, шундай уҡ тиҙлектә китеп тә барҙы.
Эңер төшөр алдынан ир-аттар ҡолоҡастарға бесән сабып алып килергә булды. Насибулла мулла ағас араһындағы әүрәүҙе сапты, Иршат арбаға бесән тейәне. Эш араһында бындай бесәндең ни өсөн “әүрәү” тип аталғанын да белде егет. Баҡтиһәң, ағастар араһында кешене “әүрәтеп” саптырғаны өсөн дә бесән шулай атала икән. “Яланда үҫкән ҡауланға, ҡылғанға бер ни етмәй. Әүрәү бесән кипһә, онталып юҡҡа сыға ла ҡуя. Әүәле ҡарттар “ҡауландан ҡалма, әүрәүгә әүрәмә” тип әйтә торғайны...” тип әүрәү бесән хаҡындағы һүҙен тамамлап ҡуйҙы Насибулла ҡарт. Үҙе ыңғайы бер Иршатҡа күҙ ҡыҫып та ҡуйҙы. Белеп ҡуй, йәнәһе.
Насибулла мулланың һәр һүҙе, һәр ғәмәле хикмәт менән тулы ине. Тик аңлай ғына бел. Иршатмы инде ундай ярым ым-ишараларға иғтибар итерлек егет. Етмәһә, кеҫәһендә шундайын хикмәтле ҡорал барҙа. Ул ҡарт биргән кеҫә телефонына ураған һайын ҡараш ташлап ҡына йөрөнө. Йәнәһе, смс-хәбәр килеп тә, ул күрмәй ҡалмағанмы, өйөр биләмәнән ситкә китмәгәнме. Уның шулай йыш-йыш телефонға күҙ һалғанын һынап-күҙәтеп йөрөгөн мулла, әүрәү сабыуынан туҡтап салғыһына таянды ла:
–Ул тиклем борсолма, улым. Турайғыр шәп беҙҙең. Эңерҙә өйөрҙө әллә ни ситкә алып китмәй, яҡын арала ғына йөрөтә. Эт-ҡоштан аралай, - тип тағы ла һелтәнеүен дауам итте.
Сабып килтергән бесәнде бушатып торманылар. Арбаһын ҡолоҡастар янында ғына туғарғас, уларға һәм айырым торған аттарға бер аҙ бесән ырғыттылар. Шул арала ҡараңғы ла төштө. Насибулла ҡарт йорт янында аш-һыу әҙерләй торған тағанлыҡта янған усаҡҡа утын өҫтәне лә, бүкәнгә сүкәйеп ултырып тын ҡалды. Ҡараштары ут ялҡынында. Ул йәштәргә ҡарап бер нәмә лә өндәшмәне. Был хәләте булмышына тағы ла серлерәк мәғәнә өҫтәй. Бына-бына, хәҙер-хәҙер ул ҡунаҡтарына боролоп, ниҙер әйтер ҙә, тағы ла ниндәйҙер хикмәте менән таң ҡалдырыр һымаҡ.
Иршат менән Зәлиә иһә усаҡтан төшкән яҡтылыҡ еткән ерҙә йәйләү тирәһен ҡыҙырҙы. Иршатҡа йорт янынан алыҫ китергә ярамай, сөнки теге электрон көтөүсенең хикмәтле сыбыртҡыһы – кәрәҙле телефон уның кеҫәһендә. Шул ғына тотто уны, юғиһә бер-береһе өсөн йән атҡан ғашиҡтар йәй башында ғына була торған йылы төн ҡуйынына әллә ҡасан олағырҙар ине. Олағырҙар ҙа, үҙҙәре күптән ашҡынып йөрөгән мәлде яҡынайтырҙар ине. Тик әлегә саҡ-саҡ иртәрәк...
Бөгөн уларҙың айырыуса бәхетле көнө. Берҙән, ата-әсәләренең ҡаҡшамаҫ булып тойолған ҡаршылығы емерелде, икенсенән, фәҡәт ошо йәйләүгә килгәндән һуң уларға донъя бөтөнләй икенсе яғы менән асылған кеүек. Насибулла ҡарттың ғына өндәшмәйерәк йөрөүе аңлашылып етмәй. Егет менән ҡыҙ етәкләшеп йөрөй торғас, һиҙмәй ҙә ҡалғандар. Баҡтиһәң, йәйләү йортонан алыҫлашып та өлгөргәндәр. Ай ҡалҡты. Төн ҡояшы сыҡты. Донъя яҡтырып китте. Тап шуның өсөн дә йәштәр йорт янынан алыҫлашып өлгөргән икән.
Туҡта, Насибулла ҡарт уларҙы саҡыра түгелме? Тап үҙе.
–Балалар, ҡайтығыҙ, ҡайтығыҙ, тим. Ҡайҙа киттегеҙ ул?...
Йүгереп барҙылар. Бәй, мулла атҡа менеп тә алған. Өйөрҙө алып килергә бармаҡсы.
–Олатай, мин дә барышырмын тигәйнем. Мөмкинме? –Иршат ҡарт юлланырға ниәтләнгән тарафҡа ыңғайлай ҙа башланы.
–Ярар, Иршат улым, өйөр мынауында яҡын да ғына йөрөй. Үҙем апҡайтам. Һеҙ ана ҡыҙым менән оло кәртәнең ҡапҡаһын асып мине бында көтөгөҙ. Өйөрҙө ҡайырышып индерешерһегеҙ...
Ысынлап та, ун минут самаһы ваҡыт та үтмәне, олаталары өйөрҙө дыһырлатып ҡыуып алып килеп ялан кәртәгә индереп бикләп тә ҡуйҙы. Теге айырым бикле торған өс башты ла өйөргә ҡушырға онотманы. Тик ҡолоҡасты ғына ниңәлер башҡа ҡолондар янына индермәне. Һәр хәлдә, Иршат шуға иғтибар итеп өлгөрҙө.
–Олатай, ҡолоҡасты үҙенең тиҫтерҙәре янына индермәйекме ни? – тине егет кәртә эсендәге башҡа ҙур аттар араһына инеп юғалған ҡолондо күҙҙән ысҡындырып.
–Эй, әттәгенәһе, ярар, иртәнсәк айырырбыҙ. Ярай, балалар, хәҙер әҙерәк серем итеп алайыҡ, булмаһа. Ҡыҙым, һин йорттоң төпкө бүлмәһенә инеп ят. Беҙ Иршат улым менән алғы яҡта баш терәрбеҙ. Таңдан тороп Сәлимә килен тәүге һауынды башлағансы өйөрҙө берәр сәғәткә сығып утлатып та индерергә кәрәк.
Баҡтиһәң, Зәлиә барыһын да алдан хәстәрләп төпкө һәм алғы яҡҡа урындар йәйеп тә өлгөргән булған. Насибулла мулла тәһәрәтләнеп намаҙын уҡып алды.
–Һай, Зәлиә ҡыҙым, ҡайһылай уңғанһың. Инәйеңдең аҡ һөтөн эскәнһең икән, балам... –Утты һүндереп ятҡас та, шуны ла әйтеп ҡуйҙы Насибулла мулла. –Йоҡлап ҡалырға тырышығыҙ. Мин һеҙҙе таң һарыһында уятырмын.

х х х

Йәштәрҙең икеһен ике бүлмәлә ҡалдырып, уларҙың ниәтенә ҡаршы төшөргә тырышҡан Насибулла мулла яңылышты буғай. Хистәрҙе был ысул менән генә тыйып, нурҙы төн ҡараңғылығына бикләп ҡуйып буламы икән? Уның тыш алышынан йоҡлап киткәнен аңлаған Иршат һурылып ҡына тышҡа сыҡты. Һөйгәне ҡалған бүлмәнең асылмалы тәҙрәһе барлығын көндөҙ үк абайлап ҡуйғайны. Тырнаҡ осо менән генә сиртеүе булды, уның килерен тын алырға онотоп көтөп ятҡан ҡыҙ тәҙрәне асып һөйгәненең ҡосағына ташланды...
Төнгө һауаның йылылығы... Балҡыған йондоҙҙарҙың күплеге... Өнһөҙ серлелек... Телһеҙ илаһилыҡ... Егет менән ҡыҙ етәкләшеп алдылар ҙа, тиҙерәк төндөң ҡараңғылығында юғалырға теләгәндәй, болон буйлап ағастар араһына йүгерҙе. Тәүге ағаслыҡ, тәүге ауҡанлыҡ, тәүге йәшел түшәк уларҙыҡы. Хәҙер... хәҙер тап шундай урынға барып етеп тәгәрәйәсәктәр ҙә, онотоласаҡтар. Тап унда уларға бер кем дә ҡамасауламаясаҡ...
Бына улар тәғәйен урынға барып та етте. Тәгәрәнеләр. Тәүҙә йыш-йыш тын алып, күктәге йондоҙҙарға ҡарап, төндөң өнһөҙлөгөн тыңлап яттылар. Иршат һаҡ ҡына һөйгәненең йылы усын ҡыҫып, ҡабырғаһына ятты һәм утлы ирендәрен Зәлиәнең наҙға сарсаған ирендәренә терәне... Шул саҡ ҡапыл Турайғырҙың ер тетрәтеп кешнәгән тауышы барыһын да селперәмә килтерҙе. Илаһи серлелекте юҡҡа сығарҙы. Уңарсы булмай гөпөлдәгән тояҡ тауышы, бейәләрҙең сыңғырлағаны ҡолаҡты ярҙы. Мәхшәр ҡупты. Яңы ғына наҙҙа ойоған егет менән ҡыҙ йәшен тиҙлегендә һикереп баҫты. Йәйләү яғынан Насибулла мулланың ҡысҡырған тауышы ишетелде:
–Балалар, тороғоҙ, тиҙерәк. Турайғыр болара...
Иршат менән Зәлиә йән-фарманға йәйләү яғына ҡарай сапты. Улар кәртә янына килеп етте. Ай яҡтыһында кәртә эсендәге хәлде күреп ҡоттары алынды. Өйөр ялан кәртәнең бер яҡ мөйөшөнә һерлеккән. Урталыҡта ҡанһыраған ерән ҡолон ята. Унан саҡ ҡына һулдараҡ ҡола тай өйгәҙәгән. Әллә алғы ҡулы, әллә аяғы һынған, торорға ынтылып-ынтылып ҡарай ҙа, кире ята. Кәртәнең икенсе яғында ярһыған турайғыр ҡола бейәне талай, тешләй, тибә, уныһы арты менән боролоп ике аяҡлап айғырҙың түшен тызый. Был хәл айғырҙы оторо ярһыта ғына. Насибулла ҡарт уларҙы айырырға итә, әммә күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән Турайғыр хатта хужаһына ҡарап ажғырырға ла тартынмай. Яҡын да ебәрмәй.
–Иршат, Иршат улым. Ҡапҡаны, ҡапҡаны ас... – Ҡарт өҫтөнә менеп килгән айғырҙан тайшанып кәртә һайғауына уҡ һикереп ултырҙы. –Зәлиә ҡыҙым, йорт солансаһында элеүле сыбыртҡыны алып кил...
Ҡыҙ менән егет ике тарафҡа уҡтай атылды.
Ҡапҡалар шар асылды. Сыбыртҡы шартлауға тәүҙә башын юғары сөйгән Турайғыр, артынан өйөрө эйәреп сыҡты. Турайғыр кәртәнән ситкәрәк китеп бара бирҙе лә, ҡапыл ер тетрәтеп кешнәп ебәрҙе. Шунан урман яғына табан еңел генә юртып китте. Өйөр уның артынан эркелде.
Ялан кәртәлә тороп ҡалған ҡола бейә тәүҙә йәнһеҙ ятҡан ҡолонон еҫкәп ҡараны ла, шунан өйгәҙеп ятҡан тай янына килде. Уны аяғына баҫырға ярҙам итә алмағас, ҡалайтһын, берсә ҡолоно, берсә тайы янында юртып сабауылланы. Насибулла ҡарт ерҙә аунаған малҡайҙар янына барҙы. Йөҙө һыҙланыулы ине ҡарттың. Ҡарт барсә ҡолоҡасты, берсә тайҙы тотоп ҡараны ла, кәртә ситендә ҡото алынып ҡатҡан йәштәр янына килде. Ҡола бейә уның артынан эйәрә биреберәк килде лә, ҡолоҡас менән тай яғына тағы боролдо. Балаларын аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итеүен үтенгәндер меҫкен әсәй.
–Ай, әттәгенәһе, ҡолоҡас үлгән, тайҙың алғы ҡулын турайғыр һындыра типкән. Мандымаясаҡ, салып алырға тура киләсәк. Ай, әттәгенәһе, - ҡарт тағы ла ауыҙы эсенән доғамы-ниҙер мығырҙап уҡыны ла, –Иршат улым, теге нәмәне, телефонды бир әле...
Бына ул телефондың үҙенә кәрәкле төймәһенә баҫты ла:
–Алло, Әнүәр балам, ҡола бейәнең ҡыҙы ҡазаланып ҡуйҙы. Турайғыр ҡолоҡасты тәки талап үлтерҙе. Килеп етмәһәгеҙ булмаҫ, - тине.
Насибулла ҡарттың телефон аша улына әйткән һүҙен ишеткәндән һуң ғына Иршат менән Зәлиә әле генә булған ваҡиғаның фажиғәле асылын аңлай алды. Үҙ күҙҙәре менән күргәндәре сәстәре үрә торорлоҡ булһа, һуңынан, усаҡ янында Насибулла мулланың дауам иткән әңгәмәһе уларҙы тетрәндерҙе:
–Бында айғырҙың һис кенә лә ғәйебе юҡ, балалар. Уның тәбиғәте шундай. Тоҡомоноң таҙа ҡанлылығын һаҡлап ҡалыу өсөн тырыша ул. Һәләк булған ерән ҡолоҡасты ҡола бейә икенсе бер айғырҙан тапты. Шуны Турайғыр еҫкәй торғас тәки үҙенән түгеллеген белеп талай башланы. Башҡорт тоҡомло аттар өйөрөндә тыумаларға урын юҡ. Шуға өйөрҙән айырып ҡуйғайныҡ...
Ошо һүҙҙәрҙе әйтте лә, ҡарт ҡапыл туҡтап ҡалды. Күҙҙәре йәшкеҙәне. Йәштәр уның артабанғы һүҙҙәрен түҙемһеҙләнеп көттө. Паузаны Иршат боҙҙо:
–Олатай, ә нишләп Турайғыр үҙенең ҡыҙын талай һуң, атаһы була тороп...
–Бына был һорауың дөрөҫ, Иршат улым. Сөнки ҡыҙы ҡонажын йәшенә сығып бара. Тиҙҙән ул айғырға ятырға тейеш. Өйөрҙәге башҡа бейәләргә эйәреп кешнәй башлаһа, өйөр башы булған атаһы уға һикерергә тейеш була бит инде. Шуның өсөн дә Турайғыр тороғоу мәленән күпкә алда үҙенең ҡыҙын өйөрҙән ҡыуып ебәрә. Китмәһә, талай, хатта үлтерә...
–Үлтерә? – Был һүҙҙәрҙе күҙҙәренә йәш эркелгән Зәлиә әйтте. –Ҡыҙы була тороп үлтерәме ни, олатай?
–Эйе, ҡыҙым...
–Нишләп, олатай? – Зәлиә хәҙер инде һулҡылдауға күсте.
–Тәбиғәте шулай ҡуша. Бер үк төрлө ҡанды йөрөткән туғандар никахлашыуынан зәғиф балалар тыуа. Әүәле беҙҙең атай-олатайҙар дүнәжендең тап ошо миҙгелендә уны атаһы-айғырҙан талатмаҫ өсөн икенсе бер өйөрҙәге шундай уҡ йәштәге атҡа алыштырып алып һаҡлап ҡалған. Беҙҙең ундай мөмкинлегебеҙ юҡ, шуға айырып ҡуябыҙ инде...
Шул саҡ һыҙылып ҡына таң беленә башланы. Насибулла мулланың әңгәмәһе тамам булыуын ғына көткәндәй йорт янына еңел машина килеп туҡтаны. Әнүәр, Сәлимә һәм Садиҡ икән. Тиҙ килергә кәрәк булғас, ат егеп тормағандар. Ирҙәр ҡолоҡасты арбаға тейәп күмеп килгәндән һуң ҡазаланған дүнәженде бисмиллалап салып тиреһен дә һыҙыра башланы. Садиҡ өйөрҙө иртәнге һауынға алып килергә китте. Сәлимә эсәк йыуырға, ҡаҙылыҡ тултырырға һауыт-һаба әҙерләне. Ара-тирә мал һуйыу менән булышҡан ирҙәрҙең ҡулдарына йылы һыу ҡойоп китте.
Улар бар эште лә үҙҙәре өйрәнгән ритмда, тиҙ, аныҡ һәм сифатлы итеп башҡара. Ҡолоҡастың һәләк булыуына ла, дүнәжендең ҡазаланыуына ла өйрәнеп бөткән улар. Улар өсөн хатта төнгө мәхшәр ҙә булмаған төҫлө. Һин дә мин йөрөйҙәр. Хатта бер-береһенә шаярышып һүҙ ҡушып, көлөшөп тә алалар.
Улар хатта Иршат менән Зәлиәгә лә иғтибар итмәйҙәр кеүек. Бындай урында Иршат менән Зәлиә бер генә минут та ҡала алмай. Егет менән ҡыҙ йәйләү хужаларының эш менән мәшғүл булыуынан файҙаланып ҡапыл ғына юҡҡа сыҡты. Турайғыр биргән һабаҡтан һуң ер тишегенә инерҙәй булып оялғайны улар. Ни өсөн уларҙы мулла фәҡәт йәйләүгә саҡырғанын, ни өсөн төнгөлөккә айырып ҡуйған өс баш йылҡының өйөргә ҡушылғанын да бер юлы аңлауҙан тетрәнгәйне улар. Үҙ тормоштарында башҡа төрлө тетрәнеүҙәрҙән азат булыр өсөн улар тәүҙә ошо яһай яҙған хаталы аҙымынан тәүбәгә килергә бурыслы. Турайғыр биргән һабаҡ уларҙы ғүмер буйы һиҫкәндереп торасаҡ әле.
Йәштәрҙең юҡҡа сыҡҡанын бер сәғәт үткәс кенә аңғарҙы йәйләү хужалары. Насибулла мулла иркен һулыш алды. Әмәле барып сыҡты. Малға килгәндә, ул ҡазаланмай тормай, тик әҙәм балаһы ғына бындай ҡазаларҙан алыҫыраҡ йәшәһен. Ҡаза тигәндән, мулла таңғы мәхшәр менән онотолоп торған иртәнге намаҙын ҡаза килтереп булһа ла, уҡып ҡуйҙы. Ниәт-теләктәр әйткәндә Иршат менән Зәлиәгә лә зиһен яҡтылығы, аҡыл камиллығы теләне.

х х х

Был ваҡытта инде Иршат менән Зәлиә бер-береһенә һүҙ ҡушырға ла тартынып ауылға табан баралар ине. Ҡыҙ алдан атланы, егет уға эйәрҙе. Ҡайтыу юлының һәр үре, һәр ҡыуағы, һәр йылғаһы таныш уларға. Шулай булмай ни, тап ошо юл менән йәйләүгә барған саҡта Насибулла олаталары уларҙы һағышҡа һалып йырлап барғайны бит. Көҙгә Иршат әрме сафына алынғас, олатаһының “Әрме” йырындағы һағышты тағы ла тәрәнерәк аңлар, ағас араһында үҫкән әүрәү бесәндең дә ни өсөн һутһыҙ икәнлеген төшөнөр, ә Зәлиә иһә ҡалалағы институтта уҡый башлағас, үҫмер саҡтағы аңһыҙ һөйөүенән оялып, ауылдағы туғандарына ла күренергә тартынып, йырҙағы “Зөлхизә” һағышына тарыр. Бер төн эсендә тотош быуатҡа олоғайғайны улар.
 
Фото: phonoteka.org
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: