+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Сентябрь 2022, 20:00

Йүгерек

Будильниктың туҡтауһыҙ сырылдауына уянып киткән Халиҡ түшәгенән ауырлыҡ менән торҙо. Башы әле генә мендәргә терәлгәндәй ине, эшкә барырға ла ваҡыт еткән.

Йүгерек
Йүгерек

– Мәктәпкә инеп сығырға онотма инде бөгөн, улыңды кемдер ҡыйырһыта, бигерәк күңелһеҙ йөрөй, сараһын күр, һин бит ир кеше! – кухняла табын әҙерләп йөрөгән ҡатыны лып итеп ултырғысҡа ултырҙы ла һораулы ҡарашын Халиҡҡа төбәне.
– Ярар! – тип башын ҡаҡты йоҡоһонан һаман айнып бөтә алмаған Халиҡ.
– Ярар менән генә бөтмәһен тағы, өсөнсөгә әйтәм бит. Бөгөн иртәрәк ҡайт, сәғәт 7-гә сантехник саҡырҙым, кран тотмай, тыпылдап һыу ағып тип тора.
– Ярар! – Халиҡ сәйен дә эсеп бөтмәйенсә өҫтәл артынан тороп, ашығып эшкә йыйына башланы. Костюмын эләктергән ыңғайға элгесе шаҡ итеп иҙәнгә килеп төштө. Эштән ҡайтҡас, урынына нығытып ҡуйырға кәрәк, юғиһә, онота ла ҡуя, ҡатыны былай ҙа шуның шуныһы өсөн дә ҡолаҡ итен етерлек ашаны. Йәнә иҫенә төшмәҫ борон сығып тайырға кәрәк.
Ҡалала ни шул иртәнге тығын айырылмаҫ юлдашҡа әйләнде хәҙер. Автобусты сығып арттан этерҙәй булып, сәғәттән күҙен алмай килгән Халиҡ барыбер эшкә ун минутҡа һуңланы. Йүгерә-атлай үҙ бүлмәһен асып кергәйне генә, эске телефон шылтыраны.Секретарь ҡыҙ икән. Хужалары барыһына ла йәһәт кенә кабинетына инергә ҡуша. Бына һиңә кәрәк булһа! Нәмә тип иртә таңдан кәйефте боҙорға итә икән?
– Һеҙҙе оҙаҡ тоторға йыйынмайым, эш күп, – түрә ҡалын тирәсле күҙлеге аҫтынан һөҙөп барыһын да күҙҙән үткәрҙе. – Отчеттарығыҙҙы бөгөн-иртәгә тапшырып бөтөгөҙ зинһар өсөн – алдан билдәләнгән ваҡыт үтте. Хәйернасов?
Иҙәнгә түшәлгән линолиумдың биҙәктәрен ентекләп күҙәткән Халиҡ һиҫкәнеп китте.
– Тыңлайым, Сабит Талипович?
– Бер һинең эшең нисек барғаны билдәһеҙ. Кәңәшләшмәйһең дә, килтереп тә күрһәтмәйһең. Ҡасан тапшырырға йыйынаһың?
– Нигеҙҙә эш тамамланды ул, - тыныс булырға тырышҡан Халиҡ ҡаштарын йыйырып тынып торҙо ла йәнә телгә килде. – Тик мәғлүмәттәрҙе тағы бер тапҡыр ентекләп ҡарап сығырға кәрәк булыр.
– Ҡарағыҙ, тикшерегеҙ, тик йәһәтерәк ҡыланығыҙ, ваҡыт көтмәй.
Бүлмәһенә ҡайтҡас, Халиҡ саҡ яҙыла башлаған отчетын асып һалды ла һандар донъяһына сумды. Иҫәпкә хисап тура килергә уйламай ҙа бында, бер түгел, йөҙ ҙә бер ҡараһаң да осона сығырлыҡ түгел. Бер аҙҙан ул был күңелһеҙ эштән тамам ялҡты, башын бер аҙ ял иттерергә теләп мониторҙан һуңғы яңылыҡтарҙы ҡараштырырға тотондо. Ҡара һин уны, беҙҙә тормош көндән-көн яҡшыра бара икән, статистика алдаша белмәй ул. Ана бит, Африканың бер илендә хаҡтар беҙҙәгегә ҡарағанда ике тапҡырға йәһәтерәк арта! Ярар, беҙҙә йәшәү рәхәт икәнен телевизор ҡарап та беләбеҙ, күңеллерәк яңылыҡтар юҡмы икән? Үәт, афарин, Овечкин, ҡырҡҡа яҡынлап киләм тип тормай, һаман хоккей короле булып ҡала, йәнә шайба индергән бит. Ҡана, Гретцки рекордына тиклем күпме ҡалған икән, һанап ҡарайыҡ. Ҡапыл телефон шылтыраны.
– Сәләм! Хәлдәр нисек? – тип гөрөлдәне трубкала ҡалын тауыш.
– Арыу әле, баш күтәрмәй эшләп ултырабыҙ, – тине Овечкиндың индергән шайбаларын һанау менән мәшғүл Халиҡ илтифатһыҙ ғына.
– Ринат был, танығанһыңдыр?
– Танымай әллә, үҙең нисек?
– Ҡәҙимгесә. Ҡара әле, әйҙә егеттәр менән бер йыйылышып ултырайыҡ әле йәш саҡтарҙы иҫләп. Ризаһыңмы? Улайһа, мин егеттәргә шылтыратып сығайым да ваҡытын, урынын билдәләп, йәнә хәбәрләшербеҙ.
Телефонды һалғас, Халиҡ уйға ҡалды. Был донъя Ринаттар менән тулған, ауылдаштары, курсташтары, төрлө коллективтарҙа бергә эшләгән коллегалары, хатта армиялағы иптәштәре араһында ла бар Ринаттар. Ҡайһыһы булды икән?
Уйланып ултырған мәлдә ишек ҡаҡтылар. Күрше бүлектә эшләгән Абдрахман ағай килеү маҡсатын шунда уҡ асып һалды:
– Ҡустым, һин әүәл шәп футболист була торғайның, йүгерек атлы ҡушаматты ла юҡҡа йөрөтмәйһеңдер, әйҙә беҙгә ҡушыл, һәр шәмбелә бер мәктәптең спорт залын күмәкләп алып, ике сәғәт рәхәтләнеп туп тибәбеҙ бит.
– Шәп булыр ине, барам! – Халиҡ ҡабынып китте, тик бер аҙҙан йөҙөнә күләгә ятты.– Тик ваҡыт еткереп булырмы икән, бишкә ярылырҙай булып йөрөгән мәл бит әле.
– Ваҡыт етмәй тип ни! – Абдрахман ағай, аптырап, ҡулдарын йәйҙе.– Заводтың баш инженеры, сауҙа комплексы хужалары таба, ә һин юҡ инде, дөрөҫ бүлергә генә кәрәк ул ваҡытты. Уйнай белгәнең өсөн генә саҡырам бит, юғиһә теләүселәр муйындан ул. Бәлки, йүнлерәк эш табырһың тим, текә ағайҙар менән яҡындан танышыу мөмкинлеге асыла бит.
Халиҡ, уйларға вәғәҙә биреп, уның артынан ишекте ябып ҡалды. Овечкин шулай ҙа иҫ киткес спортсы. Футболдағы Месси менән Роналду кеүек уның хоккейҙағы урыны. Уларҙың ҡайһыһы шәберәк уйнай икән, хәйер, был хаҡта инде инде егерме йыллап бәхәс бара. Халиҡ кумирҙары хаҡында мәғлүмәттәр табып йотлоғоп уҡырға тотондо. Тора-бара быныһы ла ялҡытты. Ах, отчеты бар бит әле. Халиҡ ҡарһаланып цифрҙар донъяһына сумды ла ун биш минуттан урынынан торҙо. Бәй, мәктәпкә барыуҙы онотто бит, төшкө аш ваҡыты ла етә.
Мәктәпкә күп тә ҡалмағайны инде. Юл ыңғайындағы магазин тәҙрәһе аша күренгән ғәжәйеп күренеш Халиҡты шул яҡҡа тартты. Йорт хайуандары өсөн кәрәк-яраҡ һатылған был магазин күптән түгел генә асылғайны. Тәҙрә ҡаршыһындағы ситлек эсендәге тейен әйләнмәле барабан буйлап йүгерә. Бер Халиҡтың ғына иғтибарын йәлеп итмәгән был тамаша. Йән-фарман сапҡан тейенде берәүҙәр һоҡланып, икенселәр мыҫҡыллы йылмайып күҙәтә. Кеше иғтибары мәхлүкте һиҫкәндерә, ул йәнә ҡыҙыуыраҡ йүгерергә тотона, кескәй күҙҙәре ҙурайып, бына-бына атылып сығыр төҫлө. Үәт, ахмаҡ, башы эшләмәгәс, аяҡҡа көс төшә шул! Күпме тора икән? Малайына шәп бүләк булыр ине, өйгә бер йәм керер.
Халиҡ һатыусы янына барып баҫыуы булды, кеҫә телефоны шылтыраны. Йә, Хоҙай! Түрәһенә тағы нәмә кәрәк булған?
– Тыңлайым, Сабит Талипович! – тиергә ашыҡты ул, ҡалтыраныуын һиҙҙермәҫкә тырышып.
– Хәйернасов! – тип гөрөлдәне ҡалын тауыш. – Отчетың нишләй әле һинең?
– Тамамлау өҫтөндә, Сабит Талипович, эше күп ҡалмаған.
– Һин берәй ярҙам кәрәк булһа, әйт, тартынма, ярар, уңыштар теләйем.
Шыбыр тиргә батҡан Халиҡ телефонын кеҫәһенә һалғас та оҙаҡ тыныслана алманы. Йыш-йыш тын алып, кире эшенә тәнтерәкләне. Уның мәктәпкә барып айҡашырға көсө, улына бүләк хәстәрләргә кәйефе ҡалмағайны.
***
Был отчет түгел, яза ғына булды. Аңлайышһыҙ цифрҙарҙы күралмаҫ хәлгә еткән Халиҡ бөгөн социаль селтәрҙәргә инеп тә сыҡмауын хәтергә төшөрҙө. Ҡара һин уны, ике йөҙҙән ашыу яңылыҡ йыйылып киткән дәһә. Хәйерле иртә теләгән сәләмдәрҙе, видеоларҙы ҡарап сығам тиһәң көн дә етмәҫ. Элек бергә эшләгән Муса машина алған, ауылдашы Хәбир Төркиәгә, күршеһе Вәсил ҡәйнәһенең баҡсаһына, класташы Нәсимә концертҡа барған, курсташы Вәлимәнең кесе улына ун биш тулған, элекке хеҙмәттәше Рәхимә тәмле торт бешергән... Уф-ф, шул тиклем мәғлүмәт күп, кем әйтмешләй, әллә баш бәләкәй, әллә ваҡиға ҙур, йәнә тубалдай булды, хатта күҙ алдары ҡараңғылана башланы.
Әмәлгә ҡалғандай телефон шылтыраны.
– Әсәйең ауырыңҡырап тора, һине бик ныҡ көтә, бәлки, ҡайтып китә алырһың, ти ине, – ауылдашы Фирҙәүсә апай, хәл-әхүәл һорашҡас та төп һүҙгә күсте.
– Яңыраҡ ҡайттым бит, апай, мин дә аҙна һайын саба алмайым ауыл тип, эшем бик яуаплы, ғаилә, мең мәшәҡәт, – Халиҡ был күңелһеҙ һөйләшеүҙе тиҙ генә тамамлап ҡуйыу яғын ҡараны.
– Шулайҙыр инде, үҙең беләһең, ярты йыл ҡайтҡаны юҡ, ти бит әсәйең, ярар, сәләмеңде тапшырырмын.
Трубканы һалғас, Халиҡ уйға ҡалды. Бәй, әсәһе янында һуңғы тапҡыр булыуына теүәл ярты йыл булып киткән дә! Былай булмай, ошо ялда уҡ ҡайтырға кәрәк. Хәйер, был аҙнала ҡатындың әхирәте юбилейына саҡырғайны бит, бармаһаң, икәүләшеп ғүмер буйы ҡолаҡ итен сәйнәйәсәктәр. Унан киләһенә мотлаҡ ҡайтып килер. Көслө ямғырҙа түшәмдән һыу аға ине, берәй сараһын күрергә кәрәк булыр.
Ауыр уйҙарҙан ҡотолорға теләп, Халиҡ йәнә виртуаль донъяға сумды. Бөтөнләй кәйефһеҙ саҡта ул юл-транспорт ваҡиғаларын ҡарарға ярата. Юғары тиҙлектә елгән машиналарҙың бер-береһен төкөшөп, юлдан сығып осоуы, ҡыйбатлы иномаркаларҙың секунд эсендә металл һынығына әүерелеүе уның күңелен ҡуҙғыта, үҙ ҡайғыларын оноттора.
Коридорҙа күмәк аяҡ тауыштарын ишетеп, Халиҡ сәғәткә күҙ һалды. Бәй, эш сәғәте тамамланған бит, автобусына өлгөрмәһә, киләһе ярты сәғәттән генә була. Уға бөгөн иртәрәк ҡайтырға ине бит. Халиҡ йәһәт кенә ишекте бикләп, уҡтай тышҡа атылды.
Шул төндә ул шомло төш күрҙе. Магазинда иғтибарын йәлеп иткән ситлектәге тейен урынына үҙен ултырҡандар, имеш. Ул йән-фарман йүгерә, ә бер төркөм халыҡ быны тамаша ҡыла. Улар араһында түрәһе Сабит Талипович, коллегаһы Абдрахман, күршеһе Фирҙәүсә апай, әсәһе, ҡатыны, улы, тағы әллә кемдәр бар.
– Сығарығыҙ мине! – тип бар көсөнә һөрәнләй Халиҡ, тик уратып алған кешеләр быға ыжламай ҙа. – Сығарығыҙ!
– Бер генә һорауыма яуап бир, шунан хәл итербеҙ, – ти Сабит Талипович, ҡалын тирәсле күҙлеге аша һөҙөп ҡарап.
– Яуап бирәм! Бирәм! – Тамам хәле бөткән әсир туҡталырға итә, әммә ҙур тиҙлектә әйләнгән барабанға әйләнеп барып төшмәҫ өсөн йүгермәй сараһы юҡ.
– Кисә көнө буйы нәмә эшләнең, берәй ғәмәлеңдең осона сыҡтыңмы?
Халиҡ еңел һулап ҡуйҙы, ул ауырыраҡ һорауҙы көткәйне. Тик нисек кенә баш ватмаһын, аҙағына еткерелгән бер генә эшен дә иҫкә төшөрә алманы. Бына ғәжәп!
Шул арала уны уратып алған халыҡ, боролоп, ҡайҙалыр ҡуҙғалды. Аҙымдары һалмаҡ булһа ла йән-фарман йүгергән ситлектәге әсирҙән байтаҡҡа алыҫлашырға өлгөрҙөләр.
– Туҡтағыҙ! Мине сығарығыҙ! – бар көсөнә һөрәнләгән Халиҡ уларҙы ҡыуып етергә тырышып йүгерҙе лә йүгерҙе.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: