-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Сентябрь 2022, 20:00

Етемһерәп ҡалды урамым...

Ауылдан күсеп киткәне бирле яҙ етеү менән, йәйгелеккә ауылыма ҡайтырға тырышам. Ныҡ һағынам ауылымды, яҡты йөҙлө ауылдаштарымды, ғүмер буйы йәшәгән урамымды, һөйөклөм менән икәүләп хәләл көс түгеп тапҡан - таянғаныбыҙҙы, бар көсөбөҙҙө һалып төҙөп ингән йортомдо, йәндәй күргән күршеләремде, әхирттәремде, дуҫтарымды һағынып ҡайтып инәм.

Етемһерәп ҡалды урамым...
Етемһерәп ҡалды урамым...

Төштәремә кереп йөрәгемде һыҙлатҡан “Ҡаҫмартымды” (ауылымдың гүзәл йылғаһы), шишмәләремде, тауҙарымды, емеш – еләк, кейек - йәнлек тулы урманымды күрә һалырға ашҡынып, талпынып, атлығып ҡайтам мин йыл һайын. Әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәптәр менән ҡайта алмаһам, өс көнгә генә булһа ла ҡайтып, бер нимәгә лә ҡарамай артабан йәшәргә көс алып китергә тырышам...

Ә бит ҡар ирей башлар башламаҫ, балаларыма тынғы бирмәй: ”Яҙ етте, инде мин ауылға ҡайтайым балалар. Кемегеҙ мине алып ҡайтып ҡалдыра?”- тип сыҙатмай ҡайтырға атлыҡҡан ауыл, минең тыуған ауылым да түгел бит. Йылайыр районында тыуып үҫкәнмен мин, Ейәнсура районы киленемен. Борон борондан ҡыҙы кейәүгә сыҡҡанда, әсә – ата уға: ”Төшкән ереңдә таштай, ҡомдай бат”- тип теләк теләгән. Миңә лә шулай тигәйне атайым менән әсәйем һәм мин баттым...
Тәүге тапҡыр килен булып аяҡ баҫҡан ауылымды, тыуған ауылымдан да артыҡ күреп яраттым. Һөйөклөмә мәңгелеккә ғашиҡ булған кеүек, уның тыуған ауылына ла ғүмерлеккә ғашиҡ булдым. Мөғжизәле, ожмахтай тәбиғәтенә, бик ихлас, яҡты йөҙлө, үтә егәрле кешеләренә иҫем китеп һоҡланып йәшәнем ауылымда. Йән һөйгән йәрем, һөйөклө хәләлем менән етәкләшеп, юлдарында парлы эҙҙәребеҙҙе ҡалдырып үткән урамымды, был донъяның иң ҙур ҡалаларының бер урамына ла алыштырмаҫ инем мин. Хәҙергә ваҡытлыса ғына ҡалала йәшәйем, ейән – ейәнсәрҙәрем ҙурайғансы тип кенә инде. Аллаһы бирһә ғүмерем булһа, ҡартлығымды ауылыма ҡайып, үҙ өйөмдә, үҙ донъямда, ауылдаштарым, әхирәттәрем, дуҫтарым менән йәшәмәкмен, ҡалған ғүмеремде ауылымда үткәрергә насип итһен Хоҙай.
Икәүләшеп бергә һәр эш хаҡынан яйлап төҙөлөш материалдары алып төҙөгән (юҡҡа ғына, өйә – өйә өй була, тимәгәндәр бит инде), һәр сантиметрында һөйөклөмдөң бармаҡ эҙҙәре, ҡулдарының көсө ҡалған йортобоҙҙа мин йәнемә сихәт, күңелемә шифа, яралы йөрәгемә дауа табам. Тәндәрем яҙылып, зиһендәрем асылып, йәшәргә көс, дәрт алып бирешмәҫкә, ныҡ булырға тырышып алға, тик алға ынтылам. Шуға ла йыл һайын ҡара яҙҙан, йылы яҡтан осоп ҡайтҡан ҡоштарҙай, ашҡынып, талпынып, осоп ҡайтам мин ауылыма.
Ауыҙ тултырып, ысын күңелемдән ауылым тип әйтергә минең сикһеҙ ҙур хоҡуғым бар. Был хоҡуҡты миңә өҙөлөп һөйгән йәрем, ғәзиз ирем, хәләлем, Радигым ҡалдырып китте. Ҡырҡ йыл элек ауылдаштары алдында ла, АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ алдында ла ул миңә был хоҡуҡты бүләк итте. Һөйөү, яратыу, ҡәҙерләү, хөрмәт итеү менән бергә , ошо ауылдың тулы хоҡуҡлы ағзаһы булыу бәхете бүләк итте миңә ғәзизем. Һәм мин ошо ауылыма, ошо еремә ереккәнмен, тамырҙарым менән һеңеп инеп киткәнмен, биш балам - биш йондоҙом ошо ерҙә тәгәрәп йөрөп үҫкән. Хәҙер инде был минең ауылым, минең урамым, минең йортом. Һәм мин ҡайтам, йылда ҡайтам өҙөлөп һағынып ауылыма...
Төрлө саҡтар була: осоп – ҡунып, йырлай – көлә ҡайтҡан бәхетле ваҡыттар, ауырыуҙан кингәп, ана үлә, бына үлә тигәндәй, атлау түгел аяғыма ла баҫа алмай таяуға таянып, һауа етмәгәнлектән саҡырым һайын машинаны туҡтата – туҡтата, ә инде машинанан төшкәс, яҙғы баҫыуҙан килгән ер еҫенә тонсоғоп, моронлоҡ (респиратор) кейергә мәжбүр булып, саҡ ҡайтып ауған мәлдәр...
Уйламағанда, ҡапыл иңдәребеҙгә тауҙай ишелеп төшкән ҡара ҡайғынан, ҡаралай көйөп, ергә бөгөлөп, йәнемде ярып сыҡҡан ғәзиз баламдың үле кәүҙәһен тейәп, мәңге уңалмаҫ яралы, теткеләнгән йөрәк менән ауылыма аяҡ баҫҡан ҡап - ҡара көндәр... Ниндәй генә хәлдә, ниндәй генә фиғелдә ҡайтып инһәм дә ауылдаштарым, күршеләрем, әхирәттәрем, дуҫтарым, ҡорлаштарым, күршеләрем янымда, һәр береһе йә үҙе бешергән өй икмәген, йә ҡаймағын, йә ҡоротон, йә майын, йә һөтөн, йә балын тотоп килеп етә һала. Хәл белергә, кәрәк булһа ярҙам ҡулы һуҙырға, ҡайғы уртаҡлашырға килә улар. Һүҙ менән дә, эш менән дә терәк булырға тырыша минең һөйөклө ауылдаштарым. Ә мин уларҙың яҡты йөҙҙәренән, йылы һүҙҙәренән, кеше йәнле,
ярҙамсыл булыуҙарынан һүнеп барған йәнемә нур алып, яралы йөрәгемә шифа табып яйлап – яйлап яҙылам, күтәреләм, асылам. Булған ҡайғыларымды, бәләләремде бер аҙға ғына булһа ла онотоп, ауырыу – һыҙланыуҙарымдан арынып ҡәҙимге кеше һүрәтенә керәм. Күршеләрем, әхирәттәрем кемеһе генә мунса яҡһа ла мунсаға әйтеп, мунсанан ҡалдырмай, тәмле ҡатыҡ , ҡоротло һурпа, шифалы үлән ҡушып бешергән сәйҙәре менән мине һауыҡтырып ала. Әптән бөлөп, кингәп, ярым үле кәүҙәмде һөйрәп саҡ ҡайтып йығылған мин бара – бара тереләм, таянып йөрөгән таяуымдан арынам.
Үҙемде үҙем алып йөрөй алғаныма сикһеҙ ҡыуанып, шәпләп китә алмаһам да атлайым. Атлайым!!! Ниндәй бәхет!!! Яйлап – яйлап минең аяҡтарыма, ҡулдарыма көс керә, нығынам...
Балаларыма:”Үлһәм, ауылыма ҡайтып үләйем, минең үле кәүҙәмде һөйрәп йөрөмәҫ өсөн, үҙ аяғымда саҡта алып ҡайтығыҙ инде”...- тигән һүҙҙәремде лә, бөтөнләй донъянан ваз кисеп, өмөтһөҙлөккә бирелгәнемде лә онота барып, күҙҙәрем асыла, күңелемдә өмөт уяна, йәшәүгә теләк, ынтылыш барлыҡҡа килә. Һәм мин, янып көлгә әйләнеп ҡабат терелгән Сәмреғоштай ҡабаттан терелеп йәшәп китәм... Ауылымдың зыңлап торған һауаһы шундай саф, тын алыуҙары иркен, рәхәт, һәр һулышың тын юлдарына, үпкәләргә шифа...
Ишек алдындағы ҡоҙоғомдоң теш ҡамаштырырлыҡ һалҡын, һыуы шул тиклем эсеп туйғыһыҙ тәмле. Әсәйем мәрхүмә килһә, ҡоҙоҡтан үҙе сығарып, рәхәтләнеп һыу эсер ине лә :”Ошо һеҙҙең һыуығыҙҙы эсер өсөн генә лә килергә була бында балам!”- тигән була торғайны. Ысынлап та ауылыбыҙҙағы һәр ишек алдындағы ҡоҙоҡтарҙың һыуы үтә йомшаҡ,
татырһыҙ, йәнгә лә, тәнгә лә сихәт бирә. Ишек алдымды ҡаплап ятҡан, түшәп ҡуйған йәшел балаҫтай хәтфә үләнен үҙем булмағас, ҡайтҡан һайын урман шикелле бейек - бейек ҡый үләндәре баҫҡан була. Хәләлем мәрхүмдең ике туған ҡустылары, минең яратҡан ғына ҡәйнештәрем, килеп сабып, таҙартып биргәнсе мин шул үләндәрҙе йырып йөрөйөм. Хатта шул ҡый үләндәрен дә һағынам бит мин ҡалала саҡта!
Ә инде ихлас күңелле, кеше йәнле күршеләрем тураһында һөйләп тораһы ла юҡ. Уларҙы мин үҙ туғандарымдай күреп һағынып ҡайтам. Юлда килгәндә хафаланып: ”Күршеләремдең барыһы ла имен һауҙармы? Ни хәлдәре бар икән? Ауылда ҡышланылармы әллә минең һымаҡ, көҙ балалары янына китеп яҙ ҡайталармы?”- тип уйлай, уйлай ҡайтам. Сөнки йәштәр үҫеп етеп тора, кемеһе уҡырға, кемеһе эшкә ҙур ҡалаларға китеп тора. Ауылда оло быуын олатай, инәйҙәр генә ҡалып бара бит инде. Элегерәк ҡайтҡанда йә бер күршем, йә икенсеһе баҡыйлыҡҡа күскән була ине. Хәҙер иһә бынау тажлы зәхмәт ҡалала ғына түгел ауылдарҙа ла бик күптәрҙе алып китте. Шуға күрә ҡайтып етеп ауыл урамынан үткәндә, бер - бер артлы йә үҙҙәренең ишек алдында йөрөгән, йә ҡапҡалары төбөндә торған күршеләремде күреп еңел һулап ҡуям. Имен – һау булғандарына ысын күңелдән ҡыуанам мин. Өйөм тапҡырына туҡтау менән машинанан килеп сығыуыма , рәшәткәһе буйында эскәмйәлә ултырған юл аша ут күршем Зөфәр ағай сәләмләй мине. “Һай Зилдә килен һаумы, һаумы! Иҫән - һау ҡайттыңмы? Әйҙә рәхим ит ауылыңа! Бик яҡшы иткәнһең ҡайтып, өйөң урынында, донъяңды байҡап торҙоҡ.”- тип ихлас күрешә ул минең менән. Мин дә ҡыуана, ҡыуана күршемә яуап бирәм. Зөфәр ағай ныҡ өлкәнәйеп киткән, әммә бер ҙә генә элекке күркәмлеген юғалтмаған. Ул һаман да туп – тура һынлы, үткер ҡарашлы, еңел генә баҫып йөрөй. Тик ап – аҡ ялбыр ҡаштары менән сәстәре генә сал бөркөттө хәтерләтә. Йылдар уны бер ҙә бөгә алмаған, шуныһы бигерәк тә ҡыуаныслы ла инде...
Өйгә инеп, әйберҙәрҙе ташып бушатып, аҙыраҡ хәл алыуыбыҙға, балын, ҡаймағын, үҙ ҡулдары менән бешергән өй икмәген тотоп Зөфәр ағайҙың ҡатыны Мәрйәм еңгәй килеп инә беҙгә ялпылдап. Ул хәл – әхүәл белешеп, һаулыҡ һораша, мине арҡамдан тыпылдатып һөйөп ала, ыңғайына ихласлап көлә, көлә бер туҡтауһыҙ хәбәрен һөйләй.
“Аллаһыға шөкөр имен – һау ҡайтып яҡшы иткәнһең килен, бик ҡыуандырҙың. Өйөң буш торғанға хатта эсем боша ине. Хәләл көсөгөҙҙө түгеп төҙөгән өйөгөҙҙө етемһерәтмәгеҙ килен, шулайтып ҡайтып йөрө. Бара – бара бөтөләйгә лә ҡайтырһың әле.” – ти ул. Алып ингән күстәнәстәрен бирә лә, аҙ ғына ултыра биргәс, сығып та китә һала еңгәйебеҙ. Улай уҡ ҡабаланмай, ултыра бирергә өндәүемә:
“Эй
килен ял итегеҙ, күрешербеҙ әле Аллаһы бирһә, ҡайттың бит инде”... уның яуабы. Мәрйәм еңгәй күңелдәребеҙгә нидәйҙер йылылыҡ, йән өрөп, өйөбөҙҙә яҡты нурҙар, йәмле осҡондар ҡалдырып, һәләтләп баҫып сығып китә. Эшкә бөткән еңгәйебеҙ, ваҡытын бушҡа сарыф итмәй шул...
Ауылыбыҙҙың ошо үрге осонда минең ун бер күршем була торғайны. Улар бөтәһе лә ошолай изге, асыҡ күңелле, бөтмөр, егәрле, ихлас кешеләр ине. Һуңғы йылдарҙа өлкән быуын күршеләрем баҡыйлыҡҡа күсеп бөттө тигәндәй инде. Иҫән һауҙары бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып бара. Өлкәнәйә килә күршеләр менән аралашып, ҡатышып йәшәй, йәшәй туғандарҙай яҡын, ҡәҙерле булып китәһең икән бер береңә. Ипләп кенә, күршеңден күңелен һаҡлап, уның көйөн, яйын ҡарап ҡына һөйләшәһең. Кәрәк булһа, ҡулыңдан килгәнсе ярҙам итергә тырышаһың. Улар ҙа миңә һәр ваҡыт шундай мөғәләмәлә. Арабыҙҙа яҡшылыҡ, изгелек, хөрмәт итеү, бер береңә ихтирам йәшәй.
Быйыл көҙгә ошо ауылыма килен булып төшкәнемә 40 йыл була Аллаһы бирһә. Шунысама ғүмер эсендә ныҡ яҡын, туғандар һымаҡ булып китәһең икән ул күршеләрең менән. Мин дә шулай үҙ ара татыу, дуҫ, аралашып, күршеләремдең ҡәҙерҙәрен белеп кенә йәшәнем гел дә. Һәр ваҡытта бөтәһе лә шыма ғына барманы әлбиттә, донъя бит ул...
Йәшәйештә төрлө ҡытыршылыҡтар ҙа, бер береңде аңламаған саҡтар ҙа тыуып торҙо. Әммә беҙ күршеләр, бер беребеҙҙе күңел ҡалдырырлыҡ итеп йәберләмәй, рәнйетмәй, ипләп кенә, был ҡыйын хәлдәрҙән сыға белдек. Һәм бер ваҡытта ла үпкәләшмәнек, үҙ ара асыу һаҡламаныҡ.
Мин ауылға йәш кенә килен булып аяҡ баҫҡанда, күршем Мәрйәм еңгәй 35-40 йәштәр тирәһендәге, шартлата баҫып йөрөгән ҡатын ине. Үтә егәрле, бөтмөр, ҡулдарында эш уйнап торған Мәрйәм еңгәй барына ла өлгөрә, бер нимә лә унан ситтә үтмәй, һәр эштә лә ул әүҙем ҡатнаша, үҙ өлөшөн индерә. Ә бит уның ҙур ғаиләһендә ире, дүрт балаһы, оло хужалығы, һарай тулы мал – тыуары, ишек алды тулы ҡош – ҡорто бар ине. Етмәһә еңгәйебеҙ совхоз бүлексәһенең фермаһында һауынсы булып та эшләй. Һыйырҙарҙы быҙаулатыу бүлегендә, яңы ғына тыуған быҙауҙарҙы ҡабул итә. Быҙаулаған һыйырҙарҙы һауып, шул быҙауҙарға һөт эсерә. Әптән һөт эсеп, бесән ашап өйрәнгәндәренсә аҫырай, баға, эсеп өйрәнгәндәрен быҙау ҡараусыларға, быҙауҙарынан айырылған һыйырҙарҙы һауынсыларға тапшыра бара. Эштән өйөнә ҡайтып инһә ғаиләһен баға. Шулай тынғыһыҙ тормош менән йәшәй ине еңгәйебеҙ.
Беҙҙең беренсе осрашып аралашыуыбыҙ ҙа ҡыҙыҡ ҡына булды ул.
Көҙ, ағастарҙан ямғыр һымаҡ япраҡ ҡойолған мәл. Бар ауыл кешеһе ишек алдарын таҙартып, ҡый түгеп, ишек алдарын ҡышҡылыҡҡа әҙерләп
ҡалдырырға тырышып ятҡан саҡ. Беҙ ҙә Радигым менән шаярышып, көлөшә, көлөшә, баҫтырыша, баҫтырыша ишек алды таҙартабыҙ. Ул тырма, мин һепертке менән эшләйбеҙ. Бына миңә нимәлер кәрәк булды ла, өйгә инеп киттем. Бер аҙҙан кире сыҡһам, Радигым ниндәйҙер ғәжәпләнеү, сәйерһенеү менән көлөмһөрәп бер урында ҡатып ҡалған.
“Аһа, аһа нимә булды? Тырмаң ҡайҙа? Эшләп тә бөттөңме?”- тип һорайым унан да яман аптырап.
“Юҡ бөтмәнем әле, тик күрше Мәрйәм еңгәй килеп тырманы алып китте”... - тип яуаплай һөйөклөм.
“Нисек инде алып китте? Һин эшеңде бөтмәйенсә нисек алып китте, нишләп бирәһең?”- тием мин ҡыҙа башлап.
“Тартып алды ла китте. Нисек бирмәйем инде, һуғышайыммы ни?”- булды уның яуабы.
“ Нимә, нимә тиһең? Тартып алып китте тиһеңме? Нисек инде ҡулыңдағы әйберҙе тарттырып алдырып тораһың ә?”- тип, бөтөнләй ярһый башлайым мин.
“Ә тырма беҙҙекеме һуң?” – ыңғай яуап алғас мин осоп тигәндәй күршеләрҙең ишек алдына барып инәм. Был ваҡытта мин ярһыуым сигенә етеп, юлымда осраған нәмәне тапап китерлек хәлдә инем...
Бәхетемдән күршемдең ишек алды буш булып сыҡты, ниндәйҙер йомош менән еңгәй өйөнә инеп киткән мәл булғандыр күрәһең. Радигымдан еңгәй тартып алып киткән тырма ҡапҡаһы төбөндә һөйәүле тора. Ул да ишек алды таҙартырға йыйынғандыр инде. Мин тырманы тотам да ялпылдап ҡайтып китәм. Алып ҡайтып һөйөклөмә биреп өлгөрмәйем, артымдан ҡапыл ғына тырманы тағы тартып алып китәләр. Әйләнеп ҡараһам, был Мәрйәм еңгәй ялпылдап сығып бара беҙҙең ишек алдынан. Мин дә мах бирмәйем, йүгерә атлап уның артынан барам да ҡулынан йолҡа тартып алып китәм тырманы.
Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатлана, әммә ҡысҡырыш – талаш юҡ. Бөтәһе лә өнһөҙ генә эшләнә. Иң ахыры һөйөклөм мине туҡтата: ”Етәр тартышмағыҙ, беҙҙең тырманың тимеренә фамилиябыҙҙың беренсе хәрефе сүкеп яҙылған. Таш менән ҡырып тупрағынан таҙартып ҡара ла беҙҙеке икәнен еңгәйгә күрһәт.”- тей ул миңә. Мин тағы күршеләргә барып инәм дә, ишек алдарын тырмата башлаған еңгәйҙең ҡулынан тырманы тартып алып, таш менән ҡырып таҙартып теге тамғаны табам, унда сүкеп яҙылған “Х” хәрефе ап – асыҡ күренә.
Шул тамғаны еңгәйҙең моронона төртәм дә: ”Бына тамғаһы бар, тырма беҙҙеке еңгәй. Нисек оялмай минең Радигымдың ҡулынан тартып алып китергә баҙнат иттегеҙ. Ул һеҙгә урамда йөрөгән малай – шалай түгел хәҙер. Ә ғаилә башлығы, кәләшле ир – егет. Башҡаса бер ваҡытта ла ундай хилафлыҡ ҡылмаҫһығыҙ ти уйлайым. Әгәр ҙә бындай хәл ҡабатланһа минән яҡшылыҡ көтмәгеҙ!”- тип ыҫылдайым да, елдереп ҡайтып китәм. Мәрйәм еңгәй бер һүҙ ҙә өндәшмәй тороп ҡала. Ҡапҡаны сығып барғанда ғына уның үҙ алдына: ”Аһа, аһа ул тырманы мин беҙҙеке икән тиһәм. Ай, ай, ай ҡайһылай уңайһыҙ булды әле”... – тип һөйләнгәне ишетелеп ҡала. Мин ярһып ҡайтып инеп, һөйөклөмә әллә ниҙәр әйтеп ташламаҡ булып, һүҙ башлап өлгөрмәйем ул тыныс ҡына мине туҡтата.
“Йә, йә ярһыма, булды, булды тыныслан. Мин бик яҡшы аңланым һине, башҡа бер ваҡытта ла, берәүгә лә ҡулымдағы әйберҙе тартып алырға юл ҡуймам. Килгән береһен йыға һуғып торормон.” – тип көлә ул минән.
Һуңынан үтә тыныс, ипле генә итеп мине барыбер көлдөрөп, күңелемде күтәреп ҡуя. “Күрше бит ул, яманлашмайыҡ йәме һөйөклөм. Минән оло кеше яңылышып тырманы үҙенеке тип уйлап тартып алып киткән икән, мин уны менән әрләшеп, һуғышып тора алмайым бит инде. Улар эшләп бөткәс, тырма беҙҙеке икәнен аңлатып, беҙ ҙә эшләр инек әле. Ә ярһып, ҡыҙыулыҡ менән күршеләр менән араны боҙорға ярамай, күрше хаҡы бар бит, шуны онотма йәнем” – тей миңә ҡәҙерлем.
Иртәнсәк таң менән малдарҙы көтөүгә ҡыуғанда беҙ Мәрйәм еңгәй менән баш ҡағышып ҡына бер – беребеҙҙе сәләмләйбеҙ. Ул да, мин дә яман сырай күрһәтмәйбеҙ, ике яҡта ла һиллек, тыныслыҡ. Бер аҙҙан ҡош – ҡортҡа ем һибеп йөрөһәм, үҙенең ишек алдынан Мәрйәм еңгәй һөрәнләй миңә, ул ҡысҡырып, ҡул болғай, болғай саҡыра мине:
”Әү ү ү, Зилдә килееен әйҙә иркенләп сәй эсеп алайыҡ, балалар йоҡонан торғансы.”- тип ҡул болғап саҡыра ул мине. Күстәнәскә кистән бешергән татлы бөйөрөктәремде(рогалики) тотоп күршемә инәм. Йәйгеһен рәхәт бит ул ауылда сәй эсеүҙәре. Ут яҡҡыста йәки ишек алдындағы сатыр аҫтында, иртәнге саф һауала кинәнеп һөйләшә, һөйләшә сәй эсеүҙәре үҙе бер ғүмер. Иртә таң булыуына ҡарамаҫтан Мәрйәм еңгәй һары майға ғына картуф ҡурып, ҡоймаҡ та ҡойоп өлгөргән. Өҫтәлендә нимә генә юҡ инде бына, яңы ғына айыртылған ҡаймаҡ, үҙҙәре аҫыраған бал ҡортоноң балы, күпереп мейестә бешкән хуш еҫле өй икмәге һәм башҡа төрлө тәмле тәғәмдәр. Икәүҙән икәү генә һөйләшә, һөйләшә рәхәтләнеп сәй эсәбеҙ, кисәге хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп көлөшөп алабыҙ.
“Уй килен үпкәләмә инде, ул тырманы мин беҙҙеке икән, самый кәрәк ваҡытта һорамай ҙа алып киткәндәр.”- тип уйлағайным бит тей күршем.
“Эй еңгәй бер ниндәй ҙә үпкәләш юҡ. Мин, Радигымды малай – шалайҙай ҙа күрмәй, ҡулынан әйбер тартып алып киткәнгә енләнеп киттем. Үпкәләшмәйек инде башҡа еңгәй, беҙ ут күршеләр бит.”
Ошо килешеүҙе беҙ ғүмеребеҙ буйы боҙмаясаҡбыҙ. Һәр ваҡыт бер беребеҙҙе хөрмәт итеп, ҡәҙерләп, ярҙамлашып йәшәйәсәкбеҙ.
Яратҡан ут күршеләрем тураһында аҙыраҡ һөйләп китәйем әле.
Зөфәр ағай – буйға бейек, туп-тура һынлы, йөҙгә матур, ләкин аҙыраҡ ҡырыҫыраҡ холоҡло кеше. Был һыҙат ағайыбыҙҙың йөҙ-торошон боҙмай, киреһенсә уға мөһәбәтлек кенә өҫтәй. Ғүмер буйы совхоз фермаһында мал ҡарап, үҙ ихатаһында бал ҡорттары аҫырап, эш урынында ла, йорт-ҡураһында ла өлгөлө тәртип, таҙалыҡ булдырған салт, егәрле кеше. Өҫтәүенә тура һүҙле, хәйләләшеүҙе, уратып-суратып һөйләүҙе бөтөнләй белмәгән, бик аҙ, кәрәген генә һөйләргә яратҡан ағай минең күршем. Ул үтә юғары культуралы ир-егет, ауылдың күп кенә ирҙәренә, бигерәк тә йәштәргә өлгө булырлыҡ кеше инде. Ябай ғына кейемде лә ысын яһау итеп, үҙенә килештереп кейә белгән, өҫтәл артында үҙен, әллә ниндәй ҡыйбатлы Париж ресторанында
һымаҡ итеп тотҡан, һоҡланғыс, иҫ киткес күркәм, һөйкөмлө кеше Зөфәр ағайыбыҙ.
Уның ҡатыны, Мәрйәм еңгәйебеҙ: ҡараҡай ғына, янып торған һылыу ҡатын. Буйға бәләкәйерәк булһа ла, ире һымаҡ уҡ туп-тура кәүҙәле, һомғол буй-һынлы, оҙон ҡап-ҡара сәсле, муйылдай ҡара күҙле, үтәлә егәрле, бөтмөр кеше. Уның ҡулдарында эш уйнап тора. Ҙур йорттары, ашнаҡ, йәйге бәләкәс өйҙәре, келәттәре һәм башҡа торлаҡтары ялт итеп тора. Баҡсала нимә генә үҫтермәй еңгәйебеҙ. Инде оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡунаҡ йыйырға, һыйларға ярата. Аш-һыуға, һыйға мул ҡуллы, хәбәр һөйләргә лә, тыңларға ла яратҡан кеше ул еңгәй. Йомош юлға килгән һәр кемдең ҡулын буш итмәй, һораған әйберен мотлаҡ биреп сығара, әммә ләкин, өйрәтергә ярата инде кешене. Мәҫәлән мунса яғырға һораған кешегә, тулыһынса лекция уҡый ул. Мунсаны нисек тоҡандырырға, ҡуҙын ҡайһылай болғатырға, нисек әҙер мунсаны еренә еткереп томалап, парын сығарып ябырға. Нисек иҙәнен йыуырға, һөйләп йөрөй ыңғайына мунсаны тоҡандырышып, ул янып бөткәнсе әллә нисә барып ҡарап, бөтөрөшөп тә ҡуя. Әгәр ҙә кеше тоҙ һораһа, тоҙҙо түккеләмәй-сәскеләмәй, ябыҡ һауытта тоторға. Тоҙҙоң әжере ҡаты, шуға уны мотлаҡ ҡайтарырға кәрәк икәнен, икмәк һорағанға уны ҡайтармаһа ла ярай, хәйер булыр тиһә лә. Икмәкте күберәк бешерергә лә, нисек һаҡларға өйрәтеп сығара. Беҙ быларҙың һәр береһенә өйрәнеп бөткәнбеҙ һәм күршеләребеҙҙе бик яратабыҙ. Сит-яттарға ғына, уларҙы бөтөнләй белмәгән кешеләргә тәүге осрашҡанда сәйер тойолалыр инде.
Шулай бер көн ҡунаҡмы инде, әллә өмәме иҫтән сыҡҡан, күмәк эштән һуңдыр моғайын, күршеләрҙең ишек алдында эскәмйәлә хужаларҙың ҡыҙҙары, йәш килендәре, күрше – тирәнең ҡатын-ҡыҙҙары ултырабыҙ. Төшкө ашҡа саҡырыу көтөп һөйләшеп-гөрләшеп, төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр, анекдоттар һөйләп көлөшәбеҙ. Бына ағай баҡсанан һабағы менән редиска тотоп килеп сыҡты ла, йыуырға самалап, ҡоҙоҡтан һыу сығара башланы. Ул арала еңгәйебеҙ өтәләнеп ашнаҡтан килеп сыҡты, ул үтеп барышлай, ағай эргәһенә туҡтап: “Ана шулай редискаһын айырып алып йыуып аша, һабағын ашлы һыуға һал, мал ашар,” - тине. Ағайыбыҙ, уңайһыҙланып ҡына беҙгә ҡарап алды ла, тыныс ҡына итеп: “Алайҙа һин бар әле өйрәтергә, әтеү мин редисканы ташлап, һабағын ашар инем!”- тине. Ул күмәк көлөүгә иғтибар ҙа итмәй баҡсаға инеп китте, ә еңгәйебеҙ былар нимәгә көлә икән тағы?- тигән һымаҡ, аптырабыраҡ беҙгә ҡарап торҙо ла кире ашнаҡҡа инеп юғалы. Ә беҙ бер килке хахылдап көлөп алдыҡ! Шулай ҡыҙыҡ, йор һүҙле, шәп, өлгөр, бөтмөр минең яратып, хөрмәт итеп ҡатышып йәшәгән күршеләрем.
Бына ошо һәр кемгә лә, бигерәк тә йәштәргә өлгө булырлыҡ итеп донъя көткән, уңған, егәрле, мөләйем күршеләремдең бергә – бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 50 йыл тулып үтте. Мин ҡайтҡанда байрамдары үтеп киткән булһа ла, оло юбилейҙәре, менән хөрмәтле күршеләремде, Мәрйәм еңгәй һәм Зөфәр ағайҙы бүләктәр, күстәнәстәр тотоп инеп ҡотлап сыҡтым. Илле йыл бергә ғүмер итеүҙәренә ҡарамаҫтан үҙ ара йылы хистәр һаҡлап, бер береһен ҡәҙерләп йәшәгән күршеләремде ныҡ хөрмәт итәм, һоҡланып бөтә алмайым мин уларға. Шуға ла ҡалаға китер алдынан һәр ваҡыт инеп күршеләрем менән хушлашып сығып китәм юлға. Ҡыш сығып ҡайтып ингәндә инде, уларҙың мине сәләмләп ҡаршы алып тороуҙарын күреп ҡыуанып бөтә алмайым.
Шулай бер ҡайтҡанымда Мәрйәм еңгәй миңә телефондан шылтыратып: “Зилдә килен әйҙә миңә сәйгә ин. Ҡайтҡаныңа нисә көн, һине сәйгә ала алмайым да ҡуям. Хәҙер генә ин килен йәме”- тип саҡырҙы. Мин күстәнәстәремде тотоп килеп ингәндә, еңгәй баҡсаһынан бер батмус ҙур бәлеш тотоп сығып килә ине. “И и и заманалар етте бит Хоҙайым! Кешене сәйгә саҡырыр өсөн үҙеңә йөрөргә лә кәрәкмәй, телефондан өндәшеүең дә етә. Аллаһыға шөкөр донъялар имен торһон инде. Әйҙә, әйҙә килен үтеп ултыр, Зөфәр ағайың балыҡҡа китте. Күлгә балыҡ тоторға йөрөүҙе һөнәр итеп алды бит.” – тип, хәбәрен һөйләй, һөйләй һый тулы өҫтәленә бәлешен ҡуйып, самауырын килтереп ултыртты. Беҙ оҙаҡ ҡына һөйләшеп, еңгәйҙең тәмле ризыҡтары менән кинәнеп сәй эсеп ултырҙыҡ. Мин эстән генә күршемдең ихласлығына, асыҡлығына, яҡшылығына һоҡланып ултырам. Мәрйәм еңгәйҙең һөйләгән хәбәре лә, эшләгән эштәре лә ысын күңелдән эшләнә. Ул эскерһеҙ, кешегә
хыянатһыҙ, ярҙамсыл ҡатын. Матур ғына булып олоғайып килә инде. Була бит шундай һөйкөмлө, изгелекле кешеләр...
Мин уйланып киткәнмен икән:
“Әйҙә әле килен ашап ултыр барынан, бына бәлешенә ынтыл, тәмле генә ул. Эй заманалар етте бит килен. Өйҙә газ тотонабыҙ, тышта ла шул газ. Самауыр ҡайнатырға йыбанып, сәйнүкте газ плитәһенә ултыртып, ут төртәбеҙ. Икмәкте духовкала һалабыҙ. Эй рәхәткә сыҡтыҡ та ул. Әммә минең мейестәрем бик йәл бит әле. Етемһерәп китте мейестәрем тип бәлеш һалып алдым әле бөгөн. Хужабикәм беҙҙе бөтөнләй онотто тип ултырмаһындар әле тигән көнөм инде. Әйҙә ашап ултыр килен”- тип еңгәй минең уйҙарымды бүлдерә. Мин һиҫкәнеп, еңгәйҙең һөйләгән хәбәрен ҡабаттан аңымдан үткәрәм дә, нишләптер күҙҙәремә йәштәр эркелә. Ғүмер буйы тотонған мейестәренең ҡапыл отставка хәлендә ҡалыуына көйөнгән, шул мейестәрен хәстәрләп йөрөгән еңгәй, минең күңелемдәге нескә ҡылдарҙы ҡуҙғатып ебәрҙе. Уның янында мин үҙемде ниндәйҙер хилаф эш ҡылғандай ғәйепле тойоп киттем. Хатта мейестәренә лә йән өрөп, терелтеп йөрөй бит ул күрше еңгәм минең.
Ә мин анауынсама көс түгеп, төҙөп ингән өйөмдө тинтерәтеп ташлап йөрөйөм. Инде битем буйлап тәгәрәгән йәштәрҙе күреп, Мәрйәм еңгәй хафаланып:
“Аһа, аһа килен нимә булды? Мин һине рәнйетерлек һүҙ әйттемме әллә. Нишләп илайһың?”- тип өтәләнеп китте ул.
“Юҡ, юҡ еңгәй, өйөмдө йәлләп киттемсе, етемһерәтеп ҡалдырып сығам да китәм бит. Ә һин үҙең нишләп илайһың һуң?”- тейем мин, уның да күҙҙәре йәшләнгәнен күреп.
“Мин һин илағанға илайым килен. Бик йәл шул өйөңдөн буш торғаны. Ағайың менән икәүләп бошонабыҙ шуға. Һин ҡайтып инһәң ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.”- тип мине йыуата еңгәй. Шулай йә илап, йә көлөп сөкөрҙәшә, сөкөрҙәшә мейестә бешкән бәлеш менән сәй эсеп, күңелдәребеҙ булып таралышабыҙ. Һәр ваҡыт шулай татыу, бер беребеҙҙең күңелен күреп, ярҙамлашып йәшәнек күршем Мәрйәм еңгәй менән.
Гел генә юлға сығып китер алдынан, улар менән хушлашып, имен – һау тороуҙарын теләп, яҙ ҡайтырмын Аллаһы бирһә тип юллана торғайным. Һуңғы тапҡыр юлға сыҡҡанда күршеләремә инә алманым. Нишләптер туры килмәне. Улар кесе ейәндәренең туйына әҙерләнәләр, көндәре мәшәҡәтле, тынғыһыҙ ине. Бер, ике ынтылдым инеп хушлашайым, туйҙары менән ҡотлайым. Был ҙур тантананы именлектә үткәреүҙәрен теләйем тип. Һәр ваҡыт нимәлер тотҡарланы күршеләремә инеүемде. Бер нимәһе сыҡты ла торҙо, тәки хушлаша алмай сығып киттем юлға. Ҡыш буйы күңелемде өйкәп торҙо ошо хәл. Нимәгәлер йыш ҡына эсем бошоп йонсоном, күңелемде ниндәйҙер үкенес тойғоһо өйкәне. Әлбиттә интернеттән күршеләремдең кесе ейәндәренә гөрләтеп туй үткәргәндәрен, туйҙың бик күркәм булғанын күрҙем. Улар өсөн ҡыуанып та, йәштәрҙең матурлығына һоҡланып та туй фотоларын кинәнеп ҡараным. Әммә һыҙып ҡына күңелем иңрәүе баҫылманы.
Бына ниһәйәт тағы яҙ етте, мин атлығып, ашҡынып ауылыма ҡайтырға юлландым. Ҡайтып еткәс ауылға, һәр ваҡытта эш менән мәшөғөл ауылдаштарымды күреп тынысланғандай булам. Күршеләр менән сәләмләшкәндә лә, машинанан әйберҙәрҙе бушатҡанда ла, сәй эскәндә лә, йоҡларға ятыр алдынан ҡапҡа төбөндәге эскәмәйгә сығып ултырғанда ла нимәгәлер күңелем эстән генә һыҙлай, йәнем үҙенә урын тапмай. Мин иғтибар итмәҫкә тырышам, юлдан ныҡ арыуыма һылтайым.
Кинәнеп ауылымдың саф һауаһын һулайым, тирә – яҡтағы киске тауыштарҙы тыңлайым. Күршеләрҙә күмәк эш эшләйҙәр буғай, һирәк – һаяҡ тауыштары сығып ҡала. Мәрйәм еңгәй ейәндәренә күрһәтмәләр бирә. Үҙе лә ниндәйҙер мәшәҡәт менән ишек алдарында күренеп, күренеп ҡала. Зөфәр ағайҙың да көр тауышы сыға. Ниндәй рәхәт киске ауыл тауыштарын тыңлап тышта ултырыуы. Әптән ҡараңғы төшкәс мин өйгә инәм,телевизор тоҡандырам, каналдан каналға күсеп бер ҡыҙыҡ та тапмағас һүндерәм. Бер аҙҙан компьютерымды тоҡандырам да, серле лә, мөғжизәле лә интернет донъяһына сумам. Һөйөклөм теге донъяларға китеп барғандан алып төндәрен йоҡлай алмаған миңә, бик йәтеш инде былай.Таң атып малдар көтөүгә китер ваҡыт еткәндә генә йоҡоға талам.
Ниндәйҙер машиналар геүләүе, кешеләр һөйләшкән тауыштар мине татлы йоҡомдан уята. Мин тора һалып тәҙрәгә яҡынлайым. Унда асылған күренешкә иҫем китеп, бер нимә лә аңлай алмай, бер килке һеңгәҙәп торам.
Күршеләремдең ҡапҡа төбө машиналар менән тулған, ишек алды тулы күмәк кеше, ҡым – ғыуыт.
“Нимә булды икән. Кистән генә бөтәһелә һәйбәт ине бит?”- тигән уй ярып үтә мейемде. Мин тиҙ генә телефоныма йәбешәм. Беҙҙең яҡта үрге оста йәшәгән киленгә шалтыратып һорашам. Ул шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр әйтә.
Иртә менән мал киткән ваҡытта Мәрйәм еңгәй үлеп киткән. Был хәбәргә ышанып та, ҡабул итеп тә, аңлап та булмай. Мин торған ерҙән ултыра төшәм. Был хәбәргә риза түгел йөрәк дарһылдығын сыға. Күңелемдә ҡаты шөбһәләнеү, аптырау, иңрәү өйөрмәһе күтәрелә. Тиҙ генә йыйынам да күршеләремә инәм. Болот шикелле халыҡ йыйылған. Ауылдың хөрмәтле оло кешеһен һуңғы юлға оҙатырға бөтәһе лә тигәндәй йыйылған, балалары, туғандары, дуҫтарының ҡайғыһының сиге юҡ. Кистән генә имен һау кеүек күренгән Мәрйәм еңгәйҙе иртә таңда астма өйәнәге тота. Тиҙ ярҙам машинаһы аша ауылдан килеп өлгөрмәй...
Ғүмер буйы ҡатышып йәшәгән күршемде хөрмәтләп тәрбиәләп һуңғы юлға оҙаттыҡ. Һәр ваҡытта тик изгелек нурҙары сәсеп йөрөгән күршем беҙҙе ҡалдырҙы, балаларын, туғандарын, дуҫтарын зар илатып китте Мәрйәм еңгәй.
Етемһерәп ҡалдыҡ барыбыҙ, етемһерәп ҡалды ауылым, етемһерәп ҡалды урамым...

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: