+24 °С
Облачно
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Ноября 2022, 15:00

Көсләү

Тәүге никах төнөмдө бөгөн дә төшөмдә күрҙем. Тик Ғәлием ҡосаҡларға килгән еренән, ҡапыл оялып, боролдо ла сығып китте. Сисенгән килеш бит. Туҡта, унда теге Яуыз йоҡлап ята, тип ҡысҡырыуыма уяндым. Ысынлап ҡысҡырғанмындыр, сөнки күрше бүлмәлә диван өшөгән көсөктәй тауыш сығарҙы, тапочкалар шапылданы. 

КөсләүКөсләү
Көсләү

Яуыздың ишек төбөндә мыш-мыш тын алғаны ишетелде. Тартып ҡараманы шикелле – келә ҡуйҙырғанымды белә шул. Миңниса менән ейәне йәшәгән бүлмә ишеге йоҙаҡлана хатта. Квартира шулай келәле-йоҙаҡлы булған мәлдән инде Ғәлием яңынан эргәмә килеп йөрөй башланы. Төштә, төштә генә шул.

Ниңә бөгөн оялды икән инде, мыйыҡһыҙ малай кеүек? Яуыздың кәркелдәй-кәркелдәй әйләнеп-тулғаныуы өркөттөмө? Бәлкем, бәлкем, минең хәҙер бик тә ҡарт әбей икәнемде абайлап һиҫкәнгәндер. Ул үҙе әле лә егерме биш йәшлек кенә бит.

Күршелә яңынан диван шығырланы. Урынына барып ятты Яуыз, минең уяу ятҡанымды һиҙгәндер. Йыртҡыс хайуан менән бер бит ул йәһәттән, торғаны бүре инде. Мин алмаш-тилмәш аяҡтарымды ыуып маташтым да ҡабат иркенләп яттым. Иртә әле, ә мин төшөмдөң дауамын күрергә теләйем. Тик әлеге уйҙар ғына!..

Эйе, мин ер йөҙөндә ете тиҫтәнән ашыу йыл йәшәгән ҡарсыҡ. Йәшлек кенә түгел, ғүмерҙең уҙғанына күптән күнергә ваҡыт. Әммә минең һөнәр быны тыя: йә үҙеңде йәш һанайһың, йәштәрсә тотаһың — эштә лә, өйҙә лә, урамда ла, йә тиҙ генә пенсияға сығаһың. Ә мин һаман сәхнәлә, ебәрмәйҙәр. Үҙем бер-ике тапҡыр һүҙ башлап ҡараным, миңә һәр саҡ: «Ҡуйығыҙ, апай, һеҙһеҙ нишләрбеҙ!» – тиер булдылар. Мин һүҙҙе нәҡ шул урында өҙөү яғында булдым: «Ярар әләйһәң!» – тип ризалаша һалыр инем. Әҙәп һаҡлана килде: мин теләнем, һеҙ кире һүрҙегеҙ. Ошо уйынды бер нәмә бер аҙ аҡлай: мин сәхнәгә кәрәкмен әле, күпмелер файҙам тейә. Әммә сәхнә миңә нығыраҡ кәрәк, ҡартайыуҙы, хатта ҡартлыҡ тураһында уйлауҙы тыйыусы сәхнә. Унда мин үҙемде ғүмер буйы эҙәрләгән мыҫҡыллы һүҙҙәр, бәйләнсек эт ҡиәфәтенә ингән һорауҙар тешләй алмаҫ бейеклектә. Урамдан йәштәрсә баҫып, башыңды ғорур тотоп йөрөйһөң икән, ғәйбәт һине ҡыуып етә алмай. Йылдар уҙған һайын, шулай һаҡланыу кәрәклеге нығыраҡ тойола бара. Элек мин һәр саҡ Яуыздың ышығында булдым, уның мине ҡултыҡлап килеүе үҙе генә лә ҡамап абалауы ихтимал теге һорау-эттәрҙе ҡапҡа аҫтарына боҫорға мәжбүр итер ине. Тора-бара шуға күнектем, үткәндәр мәңгегә онотолғайны, уларҙы минең сәхнә даным, йылдан-йыл арта барған маҡтаулы исемдәрем күмеп тә ҡуйғайны һымаҡ. Баҡһаң, киреһенсә икән: дан һәм исемдәр һиңә дөйөм иғтибарҙы тартып, үткәндәреңде лә, бөгөнгөңдө лә микроскоп аша тикшертә. Бәндәләргә һине кәмһетеп, бәләкәйләтеп, ҡабат үҙҙәренең кимәленә төшөрөргә, тырнаҡ аҫтынан булмаһа, бүтән урындан кер таба һалырға кәрәк. Яуыз ана шунан ышыҡлап килде лә инде. Хатта отставкаға сыҡҡас та. Хәҙер ул ышыҡ юҡ, сәхнә генә ҡала.

Ғәлием бөгөн ниңә оялды әле? Оҙаҡ йылдар айырым йәшәү һыуындырғанмы әллә үҙен? Йә, ҡосаҡларға килгән ерҙән боролоп сыҡ та кит. Үпкәләмәҫлекме?.. Уны ҡабат күреү өмөтө менән күҙҙәремде йомоп шым ғына ятып ҡараным – йоҡо алманы. Ошо йәштә, күңел болоҡһоғанда, ниндәй йоҡо инде! Ул арала Миңнисаның, асҡыстарын сылтыратып, бүлмә йоҙағы менән булашҡаны, ваннаға сыҡҡаны ишетелде. Хәҙер душта ҡойоноп, ашарға әҙерләр, ейәнен, минең бүләрем Азатты уятыр. Миңә лә килеп өндәшер, сөнки Азатты балалар баҡсаһына илтеү – минен өҫтә. Элегерәк был эш менән ваҡытын ҡайҙа ҡуйырға белмәүсе Яуыз шөғөлләнә ине, ләкин беҙ уны шул хоҡуҡтан мәхрүм иттек.

– Әсәй, тораһыңмы?

Әлбиттә, Миңниса Азатты үҙе лә индереп сыға ала, эшкә шул яҡҡа бара бит. Хатта бала ҡарап өйҙә генә ултырырға ла мөмкинлеге бар – күптән пенсияла. Әлеге шул Яуыз арҡаһында, уның эргәһендә япа-яңғыҙ ҡалмаҫҡа була эшкә урынлашты... Нимә, буталсыҡ һөйләйемме? Шулайҙыр, сөнки үҙем дә буталып бөткәнмен инде. Сабыр итегеҙ, бит йыуып, сәй эсеп алайым да Азатты илтә барғанда барыһын да аңлатып бирергә тырышырмын. Урамда зиһен асылып, уй-фекер төҙөкләнеп китеүсән.

Тыңлайһығыҙмы әле? Анау минән етәкләтмәй тротуарҙан йүгереүсе сабыйҙың өләсәһе Миңниса — тәүге балам. Уға етәрәк улым бар. Рәфҡәт, милиция полковнигы. Әле Себерҙә тора, үҙе лә, ғаиләһе лә ул-былға тарығаны юҡ – күҙ теймәһен! Бына Миңнисамдың тормош юлы тәүҙән үк һикәлтәле булды. Мәскәүгә уҡырға, ярай, үҙем көсләп ебәрҙем: йәнәһе, ҙур ҡалала институт бөтөрһә, ҙур кеше була. Ояһынан айырылған ҡаҙ бәпкәһенең аҙашҡанын уйлап та бирмәнем. Яуыз барыһын да ихтыярыма ҡуйҙы. Миңнисабыҙ ни, диплом алыр алдынан ғына бер әрмән егетенә кейәүгә сығып, уҡыуын ташлап, Кавказ аръяғына китте лә барҙы. Нисек ҡайғырғанымды, әрләп хаттар яҙғанымды һөйләп тормайым – уңалаһы уңалған, онотолаһы онотолған инде. Яйлап тынысландым, улдары тыуғас, ҡотларға барҙым. Ул улан да үҫеп етте, өйләнде, ҡатыны әзербайжан ҡыҙы ине. Бына Азат та донъяға килде, уға бер йәш тулыр-тулмаҫтан, тегендә һуйыш башланды. Миңнисамдың тотош өй эсен әзербайжандар тип иғлан итәләр ҙә... Кейәүем, ейәнем менән киленем шунда груһтар ҡулынан... Миңниса менән Азатты күрше рус ғаиләһенә йәшерергә өлгөрәләр. Шунан хәрбиҙәр килеп етә, артабан билдәле инде: Баҡы – Башҡортостан. Магазиндан ҡайтып килһәм – тупһа төбөндә баҫҡыста ултыралар. Шылтыратҡандар – Яуыз асмаған: ҡаты йоҡлағанмын, ишетмәнем, тигән була.

Ә былай, Миңниса менән Азаттың ҡайтып төшөүенә баштан уҡ насар ҡараны, тип әйтеү ҙә дөрөҫ булмаҫ. Тәүге мәлдәрҙә шатланып бөтә алмағандай ҡыланды: Азатҡа яңынан-яңы уйынсыҡтар һатып алһынмы, уның менән иҙәндә уйнап ултырһынмы, ҡасаҡтарға тейешле ярҙамды юллап йөрөһөнмө. Иртәнге сәйгә сығыу менән, ишектә туҡтап, икеһенә лә йылмайып ҡарап торор ине. Ундай саҡтарҙа мин иҫәрҙең йөрәге йылыға эләккән һары май киҫәге менән бер инде. Ярты йыл тирәһе йөрәгем иреү хәлдә йөрөнө, шунан нимәлер тойомлау өшөтөп-өшөтөп ала башланы үҙен. Театр йәйге гастролдәргә сығыр мәл еткәйне. Мин дә киттем. Күңелем терт тә мерт йөрөнө инде иллә. Был халәт сәхнәлә лә үҙен һиҙҙермәй ҡалмай. Шул тиклем дә бирелеп, кисереп уйнау бәхете беҙгә лә бер аҙ тәтеһен ине, тип уфтанды йәш һөнәрҙәштәрем. Халыҡ артисткаһы булғас, һеҙ ҙә уйнарһығыҙ, сабыр итегеҙ, тип йыуаттым үҙҙәрен.

Мин гастролдән ҡайтыуға, Яуыз больницаға ятҡайны. Эшләп йөрөгән сағында ғәҙәте шул ине: нимәлер өсөн яуап бирергә тура киләсәген белеп ҡалһа, больницаға йүгерә һалыр ине. Тик хәҙер бит ҡарт кеше, ысынлап ауырыуы ла мөмкин. Миңнисанан һорай ҡуйҙым:

— Атайың, нимә, һалҡын-фәлән тейҙергәнме? Әллә үҙенә ярамаған аҙыҡ ашап...

Миңнисам ҡапыл томһайҙы, күҙҙәренә йәш тулды.

— Йә, аңғартып бөтөр, ни булды?

— Ул миңә атай түгел. Элек тә һиҙенә инем, хәҙер ныҡлы беләм! — Миңниса ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. -— Кем әйттеме? Үҙе! Һүҙһеҙ генә. Ваннаға килеп кереп... Үҙе лә алды кәрәген. Үлгәнсе онотмаҫ!

— Ҡәһәр генә һуҡһын икән үҙен! Йә, ошо йәшендә лә!.. Ниндәй кеше булды был?!

Ихтыярымдан тыш атылып сыҡҡан шул һүҙҙәр менән мин барыһын бер юлы әйттем дә бирҙем: Миңнисаның атаһы ысынлап бүтән кеше икәнлеген дә, ваннала ниндәй алыш булғанын белеүемде лә, башҡаһын да. Ҡыҙыма рәхмәт, серҙе ошоғаса йәшереп килгән өсөн үпкәләп, тегеһен-быныһын төпсөп торманы. Ҡулъяулыҡтар сығарып күҙ йәштәрен ҡороттоҡ та, ул миңә бүлмә ишегенә йоҙаҡ ҡуйҙырғанын әйтте.

Иртәгәһен мин дә, слесарь саҡыртып, бер бүлмәгә келә ҡуйҙырҙым һәм шунда күсендем. Яуыз, больницанан ҡайтҡас: «Аб-ба, аб-ба!» — тип йөрөнө йөрөүен, әммә шуның менән сикләнде. Беҙҙең йөҙҙәргә яҙылған тәүәккәллектән өрккәндер. Бер-ике тапҡыр минең бүлмә ишеген тартып: «һөйләшәйек әле, аңлашайыҡ!» — тип шыңшып ҡараны. Яуап бирмәнем. Был ваҡытҡа Ғәлиемдең төҫ-ҡиәфәтен, холоҡ-ҡылығын терелтеп, ҡабат уның менән йәшәй башлағайным инде.

Ғәли минең — тәүге ирем. Юҡ, юҡ, берҙән-бер ирем, тиеү дөрөҫөрәк. Яуызмы? Уның мин биргән һуңғы исеме бөтәһен дә аңлатып тора, минеңсә.

Һаман буталсыҡ һөйләйем шикелле. Күп нәмәне юрый үҙем бутайым. Кем өсөндөр йәшлегенә ҡайтыу – шатлыҡ ҡыналыр, ә минең өсөн... Ҡуй инде, ҡурҡыныс тип әйтеү генә аҙ. Ҡысҡырырға, һөрәнләргә тура килмәгәйе! Упҡынға берәй осоп, кем шуны ҡабатларға теләр икән?

2

Бына бөгөн дә беҙҙе үҙенә ғүмерлек ҡол иткән сәхнә ғәли йәнәптәренә көндәлек бурыс түләнде. Хәҙер шаршау ябыласаҡ, бүлмәгә инеп бикләнергә, драматург уйлап тапҡан ҡатындың кейемдәренән һәм гримдан ҡотолорға, үҙ асылыңа ҡайтырға мөмкин буласаҡ. Тик оҙаҡ йылдар буйы ҡанға һеңгән ғәҙәт ҡабаланмаҫҡа, ҡотороп ҡул сапҡан залға шат йылмайып ҡат-ҡат баш эйергә, төрлө яҡтан һуҙылған сәскәләрҙе алырға ҡуша. Элек ошо мәлдең оҙаҡҡараҡ һуҙылыуын теләй, һәр күҙәнәгем менән ләззәткә ҡойона инем, ә был юлы үҙем дә һиҙмәҫтән: «Туҡтағыҙ, зинһар! Мин бит һеҙҙе алдайым, ғүмер буйы алданым!» — тип ҡысҡыра яҙҙым. Ярай, тауышым сыҡманы, ә ирендәрем ҡыбырлауын рәхмәт әйтеү тип аңланылар. Сәпәкәй ҡабат көсәйҙе. Тағы тотҡарланырға кәрәк. Етмәһә, «Авторҙы, авторҙы!» — тип ҡысҡыра башланылар. Мин, баш эйә-эйә, артҡа сигендем һәм, боролоп, сәхнә артына атланым. Шаршау бөрмәһенә тәңгәлләшкәндә генә берәү менән бәрелешә яҙҙым: ба-а, драматург бит, былтлап килеп тә сыҡҡан! Ҡысҡырыусылар яллап, яҡында махсус көтөп торғандыр.

Былай һөйкөмлө малай үҙе. Башлап яҙыусылар иҫәбендә күп йөрөнө. Иллеһен тултырғас, ниһайәт, бер-бер артлы ике пьесаһы сәхнә күрҙе. Апай, ул макулатураны һин мал иттең, тигән булдылар миңә премьеранан һуң. Мин авторҙы кәмһетергә юл ҡуйманым, әлдә лә кәрәк булғанда, күтәрергә тырышам. Ә бөгөн күргем дә килмәй. Ул тыу­ҙырған героиняның уй-кисерештәре ысын тормошта ҡайнап урғығандың шәүләһе лә түгел бит. Алдаша. Мине лә үҙенә ҡушылып алдашырға мәжбүр итә. Хәйер, икенсе яҡтан ҡарағанда, ул миңә ярҙамлаша ғына һымаҡ — дан-шөһрәткә күмелгән бәхетле кеше булып күренергә инде, тормоштан бөтәһен дә ала алған ҡатын ролен уйнарға.

Ә төптән уйлаһаң, тормош миңә бөтәһен дә бирмәнеме ни?

Эй, ҡаҙалып китмәгәйе барыһы! Ниңә мин шулай үткәндәрҙә ҡаҙынам әле? Тиҙерәк бүлмәгә ҡайтайым, бынау ят кейемдәрҙе һалып ырғытайым. Бына-бына сәскә тотоп Ғәлием килеп етер, тип ултырайым бер аҙ шунда иҫәрләнеп. Тере сағында уның миңә сәскә бүләк итеүҙәре иҫемдә ҡалмаған, ә нисек уйнауымды ҡарарға өлгөрҙөмө һуң әле? Тәүге премьерама килгәйне, уныһы әлдә лә күҙ алдымда. Ҡайҙа инде миңә театрҙа айырым бүлмә ул саҡта, фати­рыбыҙ ҙа юҡ ине, кешелә өйҙәш торған мәлебеҙ. Бер ҡатлы тәпәш кенә ағас өй ине, бынан ун биш йыл тирәһе элек һүтелде. Ғәлиҙе халыҡ дошманы яһағас, мине шунан алып киттеләр.

Һаҡ ҡына ишек туҡылдатҡанда, кейенеп бөтмәгәйнем әле. Шуны ла иҫләмәй, ашығып: «Мөмкин, мөмкин!» — тип ҡысҡырҙым. «Туҡтағыҙ, күрмәйһегеҙме ни?!» — тип асыуландым үҙем, ишекте асыусының таныш түгел ир икәнен күреп. Инергә теләүсене тупһанан ел осорҙомо ни! Ошо кескәй генә мажара көтмәгәндә кәйефемде күтәреп ебәрҙе, һәм үҙемде тиҙ-тиҙ ипкә килтереп, теге кешене саҡырып индерҙем. Ғәфү үтенешеп, көлөшөп алдыҡ та, мин ошондай мәлдә тейешле һорауҙы бирҙем:

— Йә, ни йомош?

Мин ирҙең илле йәштәр тирәһендә икәнен самалап, кәүҙәһен үтә төҙ тотоуына, яурындары киренкелегенә күҙ һалып, уның хәрбиҙәр затынан булыуын үҙемсә билдәләгәйнем инде. Ул кеҫәһенән шәхес танытмаһын сығарып алдыма һалғас, кире этәрҙем.

— Былай ҙа күреп торам. Исемегеҙҙе әйтегеҙ ҙә...

— Бына бит чекист ҡатыны булыу нишләтә? —- тип көсәнеп көлгән булды ҡунағым. — Мин подполковник Майоров, — тип рәсмилекте өҫтөн күрәсәген белдерҙе.

— Тыңлайым, подполковник Майоров. Үҙегеҙгә, комитетҡа, саҡыртырға йөрәгегеҙ етмәнеме? — Подполковник ниҙер әйтергә тимтәлеп, ултырғысынан ҡалҡынып ҡуйҙы, дөрөҫ йөҙө йәмшәйә төштө. Тик кенә ултырырға ҡушып, эйәк ҡаҡтым. — Минең өйҙәге чекист та тура һорауҙарҙы яратмай. Нимә, ул ялыу итергә барҙымы? Һеҙҙең ойошма миңә бүтән дәғүә ҡуя алмай.

— Дәғүә үк түгел дә ул. Беҙҙе бына иптәшегеҙҙең хәле ысынлап ҡыҙыҡһындыра. Хөрмәтле пенсионерҙарыбыҙҙың береһе, беҙҙең хеҙмәткә тотош ғүмерен арнаған кеше. Ауырыу...

— Ул күп кенә егеттәрҙән сәләмәтерәк.

— Шулай икән, мин шатмын! — Подполковник Майоров минең хәбәргә тиҙ яйлашты. — Ул беҙҙең ойошма тарихын яҙырға йыйына, сәләмәтлек тә, тыныс шарттар ҙа кәрәк...

— Эйе, эйе. Тап шундай ваҡытта кемдер ҡайҙандыр бала күтәреп ҡайтып төшә лә бөйөк яҙыусыға мишәйтләй башлай. Ул ҡатындан уға ҡотолорға кәрәк. Шулаймы?

— Яҡынса шулай. Беҙ комитет председателенең ҡушыуы буйынса ҡыҙығыҙға дөйөм ятаҡтан бер бүлмә һөйләштек.

— Яҡшы. Бөйөк яҙыусыны шунда күсерербеҙ.

— Был кешелекһеҙлек булыр ине.

— Шул бәндә һәм кешелеклелек! Туҡтағыҙ әле, һеҙ уға архивта ҡаҙынырға ла рөхсәт итмәксеһегеҙме?

— Тарих архивтан башҡа яҙылмай бит. Һеҙ ҡаршымы?

— Төп нөсхәләрҙе бирмәгеҙ.

— Шикләнәһегеҙме? Күпме бергә ғүмер итеп тә!..

Яуап бирергә ашыҡманым. Ул да, аптыраулы-уҫал ҡарашы менән миңә ҡаҙалып, тымып ҡалды. Әммә тынлыҡ мине тиҙ ялҡытты. Тороп, элгестәге плащҡа үрелдем. Подполковник, һикереп тороп, миңә ярҙамлашырға ташланмаҡсы итте, әммә ултырғысын ауҙарҙы. Уны күтәреп маташҡансы, мин плащты кейеп тә алдым һәм Майоровҡа тағы бер һорау менән мөрәжәғәт иттем:

— Һеҙҙең бинаға төндә инеп буламы? Ихаталағы ҡанатына? — Теге аңламауын белдерепме, «юҡ» тигәнде аңғартыпмы баш сайҡаны. — Йәл, мин һеҙҙең өсөн экскурсия үткәреп, ҡайһы бер урындарҙы күрһәтер инем.

Был тәҡдим уны ҡыҙыҡһындырҙы, уйға һалды, бер аҙ эйәген тызып торорға мәжбүр итте.

— Мин һөйләшеп ҡарайым әле. Иртәгә хәбәр итермен. Телефондан. Яраймы?

— Килештек.

Ошолай тамамланды был кис театрҙа, әммә алда мине өй, Миңниса менән Азат, теге Яуыз һәм оҙон төн көтә ине. Яралы хәтирәләр, ғазаплы уйҙар, һаташып уяныуҙар... Тын урамдарҙан ҡайта килә, ниһайәт, ишеткәндәремде ныҡлап баһалай алдым, һәм нәфрәтем күкрәгемә һыймай бәргеләнә-һуғыла башланы. Ҡара һин уны, оятһыҙҙы! Миңниса үгәй булһа ла, ҡыҙы бит. Үкенеү, тәүбәгә килеү урынына нисек үс алырға уйлаған. Тиҙерәк ҡыуып сығарырға кәрәк үҙен урамға, еҫе лә ҡалмаһын! Нисек итеп?! Квартиранан ҡыуыу ҡулымдан килә торған эшме? Ниңә, Миңниса менән икәүләп тотонһаҡ... Юҡ, юҡ, милиция ла, суд та уны яҡлар, һүҙ китер, үсәү китер — шау-шыуы ғына ни тора! Шымыраҡ эшләргә лә мөмкин бит әле: суд аша айырылышаһың да квартираны бүләһең. Ярай, шулай ҡарар иттек әлегә.

Миңниса мине ишек төбөндә үк ҡаршы алды.

— Теге иҫерек, әсәй. Етмәһә, берәүҙе эйәртеп апҡайтҡан. — Ҡайҙа улар?

— Кухняла.

— Мин уларҙы хәҙер!..

Плащты элеп, туфлиҙарҙы һелкеп кенә ырғыттым да, юрый дөп-дөп баҫып, кухняға киттем. Ишекте астым да танауымды баҫып туҡтап ҡалдым: тәмәке төтөнө, араҡы еҫе...

— Ниндәй шағараҡ ҡорҙоң һин бында?

Яуыздың ауыр тын алыуы, аҫтындағы ултырғыстың арҡа шыуып иҙәнде тырнағаны ишетелде. Шешәләше һикереп тороп, миңә ҡаршы атланы.

— Фрау-мадам, ҡулығыҙ һыртын булһа ла үпәс итергә... Шунан һуң үлһәм дә...

Элекке обком секретары ине был, әлеге һүҙҙәрҙе миңә тик ул әйтә ала ине. Байтаҡ ултырҙы батшаның үҙе кеүек булмаһа ла, уның баш вәзире шикелле эштәр ҡылып. Ҡаты тотто теҙгенде, унан башҡа бер китап баҫылманы, бер спектакль ҡуйылманы, хатта ҡайһы актерға ниндәй роль биреүҙе лә ул хәл итте. Былар ул атҡарған эштәрҙең бер тамсыһы ғына. Нисек өлгөргәндер? Яратҡан һүҙе: «Партия ихтыярынан башҡа яланда һалам да һелкенмәҫ». Минең яҙмышыма ла ныҡ йоғонто яһаған кеше: исемдәргә яңы исем өҫтәү, сл-ямғырҙан ышыҡлау... Шартлатып бер өҫтәл һуғыр — барыһы ла «смирно»ға ҡатып өнһөҙ ҡалыр булды. Перестройка тигән нәмә башланғас та, башҡа берәүҙәр һымаҡ, яңы битлек кейергә ашыҡманы, трибунанан яңырыу заманы килеүе тураһында яндырып һөйләр ине һөйләүен, әммә өҫтәлде йышыраҡ һәм нығыраҡ төйҙө. Еңел генә төрттөләр ҙә төшөрҙөләр инде иллә! Пленумда дәррәү ҡул күтәрәләр ҙә, был президиум өҫтәле артынан залға йылт итеп кенә ҡала. Хәҙер көн дә эсә, тип һөйләйҙәр ине — ысын икән. Бына бит табышҡандар.

— Форточканы асып елләтегеҙ! Өҫтәлде йыйыштырып, кухняны бушатығыҙ! — Элекке секретарҙың һуҙып килгән ҡулдарын ситкә этәрҙем. — Мин әйләнеп килеүгә, эҙегеҙ булмаһын.

— Өйгә мин хужа, белдеңме? — тип ажғырҙы Яуыз бар көсөнә. — Мин атҡаҙанған чекист, полковник, ә һин минең түшәк кенә!..

— Туҡтағыҙ әле, нимә был? — Элекке секретарь ни эшләргә белмәне. — Нимә был, ә?

— Тиҙәк өйөмөн ҡуҙғатһаң, һаҫығы ана шулай сыға.

Китергә боролдом, әммә Яуыздың өҫтәлдән шешә эләктергәнен күҙ сите менән генә күреп ҡалдым. Ялтандым. Шешә яурыным өҫтөндә генә стенаға бәрелеп, селпәрәмә килде. Бер нисә үткер ярсыҡ битемә эләкте. Ирекһеҙҙән шул сикәмде ус менән ҡапланым — бармаҡтарым ҡанға буялды. Ҡан төҫөнән, ғөмүмән, һуштан яҙыусы бәндәмен, ошо юлы ла байтаҡҡа был донъянан китеп торҙом. Күҙҙәремде асҡанда, иҙәндә ултыра инем. Миңниса еүеш таҫтамал менән битемде һөртә, ә элекке секретарь Яуызды биленән ҡосаҡлап ҡайҙалыр әйҙәләй, тегеһе ҡаршылаша, ниҙер мөңгөрләй. Илай-илай, Азат килеп сыҡты.

— Баланы ал! — тинем Миңнисаға. — Имгәтеп ҡуймаһындар! — Ауырлыҡ менән тороп баҫтым. — Бына бит Бакуҙы кемдәр ойоштора! — Иҫеректәр, туҡтап, миңә баш борҙо. — һеҙ һыпыртығыҙ, һыпыртығыҙ бынан! Юҡһа телефондан бер-ике һүҙ әйтеүем мөмкин.

— Телефон минеке! — тип ҡысҡырҙы Яуыз.

Ҡысҡырып көлдөм дә йыуынырға инеп киттем. Шунан сәй ҡайнатырға ҡуйҙым. Азатты ҡосаҡлап шым ғына ултырыусы Миңнисаға бөгөнгө спектакль тураһында һөйләргә керештем. Мин яңынан сәхнәлә инем: ошондай саҡта йәберләнгән, ҡурҡҡан ике йән эйәһен тынысландырырға ла көсөм етмәһә, минең актерлығыма ни һан!

— Әсәй, уның пистолеты бар, — тип бышылданы ҡыҙым. — Үҙем күрҙем.

— Булһа ни! — тинем иҫем китмәй генә.

3

Иртәнсәк Азатты эйәртеп өйҙән сыҡһам, ни күрәм: подъезд ҡаршыһында теҙелеп киткән тимер гараждар янында элекке секретарь баҫып тора. Баш төҙәтергә килеп еткән дә минең сығып киткәнде көтәлер, тип уйлап алдым. Әллә беҙҙә йоҡлап, магазинға барғанмы? Кисә мин йоҡларға ятҡанда Яуыздың бүлмәһендә лабырлашалар ине. Тағы хайуанға әйләнәләр икән!.. Шым ғына уҙып китергә уйлағайным да — күреп ҡалған, ҡыуып етте. Ни тиһең, мәҙәниәт тыштан яғылып ҡына ҡалмаған, бер аҙ һеңгән үҙенә: иҫәнләште лә оҙатып барырға рохсәт һорай, һөйләшер һүҙем бар, ти.

— Кисәге мажара тураһындамы?

— Эйе, иң тәү шул турала. Мин битегеҙ ныҡ яраланғандыр, тип ҡурҡҡайным.

— Грим һалып теләһә ниндәй яраны йәшерергә мөмкин. Йә, һөйләгеҙ, һөйләгеҙ.

— һеҙ мине беләһегеҙ. Уратып-суратып тормайым. Мин һеҙҙең кисәге ваҡиға буйынса бер ҡайҙа ла бармауығыҙҙы һорар инем.

— Аңланым. Исемегеҙ телгә алыныуҙан шыртлайһығыҙмы?

— Йәшермәйем, уныһы ла бар. Тик ғаиләгеҙҙе, абруйлы исемдәрегеҙҙе һаҡлау мөһимерәк.

— Ғаилә! Беҙҙең ғаилә тураһында ни беләһегеҙ?

— Барыһын да тиерлек.

Ғорур ғына ҡайҡайып, киң тирәсле эшләпәһе аҫтынан «Был мин бит әле!» тигәнде аңлатып, ҡырыҫ ҡарап ҡуйҙы. Кисәгенән һуң яфаланыусы кешенең, йәғни меҫкенлектең, шулай эре ҡыланырға тырышыуы көлкө ине, һәм мин мыҫҡыллы йылмайыуымды йәшермәнем. Был уға оҡшаманы, ул да мине аямаҫҡа ҡарар итте һәм үҙенең ҡулына ниндәй документтар эләккәнен, бәғзеләрен йырағыраҡ йәшерергә тура килгәнен һөйләргә тотондо. Мин уны бүлдерҙем:

— Беҙҙең ғаилә тарихын берегеҙ ҙә йүнләп белмәй. Ҡағыҙ нимә ул! — Башыма ҡапыл бер уй килде. — Ваҡытығыҙ булһа, бөгөн бер экскурсияға саҡырам, һеҙгә оҡшарға тейеш. Бына Азатты ғына индереп сығам да.

Күрәм: ҡурҡты. Ниҙер белә. Хәйер, подполковник Майоров кисә ук Яуызға шылтыратҡан булыр, ә уныһы — ултырҙашына. Барыһы ла аңлашыла.

— Ярай, ҡалтыранмағыҙ. Мин саҡырманым, ә һеҙ ишетмәнегеҙ. Мин ысын ирҙәргә ҡырғын тейгән заманда йәшәүемде онотҡанмын.

Үпкәләне, әйтмәй булдыра алманы:

— Һис юғы, бер ирҙе улай кәмһетмәҫ инем мин.

— Миңә ир булған кешенеме ни? Улайға китһә, кәзә тәкәһен өлгө итеү дөрөҫөрәк. Ярай, һеҙгә баш төҙәтергә ваҡыт, үҙ юлығыҙҙа булығыҙ.

— Һис юғы, улығыҙ ҡайтҡанды көтөгөҙ.

— Ул бер ни белмәй.

— Ирегеҙ шылтыратҡан.

Балалар баҡсаһына еткәйнек инде, элекке секретарь ҡапҡа төбөндә тороп ҡалды. Мин, Азатты тәрбиәсе ҡулына тапшырғас, ҡаршы яҡтағы бәләкәй ҡапҡанан сыҡтым һәм теге учреждениеға атланым. Ирҙәр ваҡланған заман, тип ҡабатланым юл буйына, ә бына нимә уларҙы ирлектән мәхрүм иткәнен үҙемә һис кенә лә аңлата алманым, һәр кем үҙ йәне өсөн ҡалтыранғанға шулай килеп сығамы? Әллә улар нимәгәлер ҡаршы берләшеп маташамы? Шулай булғанда ла, ниңә ҡатын-ҡыҙҙы яҡлау, ҡыйыулыҡ, дөрөҫлөк, выждан шикелле изге нәмәләрҙе оноторға тейештәр? Хатта бөтә республиканы өйрәтеп, тәрбиәләп ултырған бәндә кәзә тәкәлеген ирлеккә тиңләй. Хайуандар донъяһына ҡайтабыҙ түгелме?

Подполковник Майоров менән ишек алдында уҡ осраштыҡ. Көтөп йөрөгән, күрәһең. Күрешкәндә битемә диҡҡәт менән ҡарап алды. Ғәҙәте шулаймы? Кисәгене ишеткәнме? Ниндәй бүлмәлә пропуск алырға, шунан ниндәй ҡатҡа күтәрелергә кәрәк икәнен йыбанып ҡына аңлатты. Мин баш сайҡаным.

— Инеп тормам. Үкенескә ҡаршы, үтенесегеҙҙе үтәй алмайбыҙ, тип бында ла әйтә алаһығыҙ.

— Шулай әйтеремде ҡайҙан беләһегеҙ?

— Бөтә ҡала булмаһа ла, бер нисә кеше белә был турала, һеҙҙең учреждение ла тишек иләккә әйләнгән хәҙер. – Буҙарҙы, тауышы ҡатыланды.

— Ниңә килдегеҙ ул сағында?

— Һеҙгә көн яҡтыһында тағы бер ҡарарға. Ғариза ла алып килдем, һеҙгә яҡшы билдәле кешенең наган һаҡлауы тураһында. Кемгә ҡалдырырға?

— Миңә инде, миңә! — подполковник Майоров ауырттырып беләгемә йәбеште. — Былай булғас, эскә инмәй ярамаҫ, — тип һөйрәкләп тигәндәй ишеккә алып китте. Был ғына нимә, тип йыуаттым мин үҙемде, утыҙ етенсе йылда ана арттан мылтыҡ төйҙәләре менән төрткөсләнеләр, әйткән һүҙҙәре эт тә ашамаҫлыҡ ине. Ҡаршыла кемдер күренһә, ҡулдарыңды күтәр ҙә йөҙөң менән стенаға ҡаплан. Шунан йәнә мылтыҡ төйҙәһе менән: «Пошла!..» сисендереп, һәр тишегеңә, йөйөңә саҡлы тикшереүҙәр. Подполковник Майоров әҙәпле, хатта беләгемде лә шунда уҡ ысҡындырҙы. Ғәфү үтенеп, әлбиттә. Икенсе ҡатҡа күтәрелгәс, коридорҙағы ултырғыстарҙың береһенә ултыртты, шунан һуң ғына ғаризамды һорап алды. Ҡатын-ҡыҙ алдында баҫып тора белгәнен күрһәтеп, аяҡ өҫтө уҡып сыҡты һәм ошонда көтөүемде һорап, ниндәйҙер кабинетҡа инеп китте. Ә көтөргә мине теге саҡта өйрәткәйнеләр инде, тик миңә нимәлер етмәй ине. Мылтыҡлы һаҡсымы? Йәш саҡтағылай, үксәгә үк төшкән ҡурҡыумы? Хәҙер мин анау ауыр ҡалып ишектәргә үтә лә ғафил ҡарайым. Айырма бар. Утыҙ етенселә Ғәлием арҡаһында әпкилгәйнеләр, хәҙер үҙ теләгем менән теге этлектең... Юҡ, юҡ, был юлы ла Ғәлием хаҡына, ул ҡайтып, никах яңыртмаһаҡ, ошонда ултырмаҫ та  инем.

Сибәр инем шикелле. Шуның өсөн театрға һис ҡаршылыҡһыҙ ҡабул иттеләр. Артымдан йөрөүселәр күп булды. Береһен дә яҡын ебәрмәнем, ә Ғәлигә яратыуым тураһында үҙем башлап белдерҙем. Дуҫ ҡыҙым аша. Шундай йола ла бар ине беҙҙең заманда. Ғәлиҙең архитекторлыҡҡа уҡып сығып, өсөнсө йыл эшләп йөрөүе. Миңә ғашиҡ булыусыларҙың береһе. Осраша, ул саҡта әйтелеүенсә, йөрой башланыҡ.

Оҙаҡламай Ғәлигә үтә лә әрһеҙ, ныҡыш көндәш табылды. Хәрби форма кеймәһә лә, ниндәйҙер командир, тиҙәр ине. һырмауыҡ шикелле йәбеште бит. Икәүләп етәкләшеп бараһың, ә ул арттан — тыҡ-тыҡ. Бер мәлдә урамда һуғыштылар ҙа киттеләр. Ярҙамлашмаһам, ныҡ иҙә ине Ғәлиҙе. Ҡулымдағы зонтик осо менән бар көсөмә төр­төм тегегә — үңәсенә эләкте, әйләнде лә төштө. Урамда бер ауырыу ята, тип «Ашығыс ярҙам»ға шылтыраттыҡ та ҡастыҡ. Ошо төнгө ваҡиға тиҙләтте лә инде беҙҙең туйҙы.

Ай күрҙе, ҡояш алды инде беҙҙең бәхетте: ике айҙан ирһеҙ ҡалдым. Ғәлиҙе эшенән көпә-көндөҙ алып киткәндәр, төндө лә көтмәгәндәр. Сәстәремде ялбырлатып, тәүге тапҡыр ошо учреждениеға йүгереп килдем. Екереп ҡыуып ҡына сығарҙылар. Таш тупһала ҡараңғы төшкәнсе ултырҙым. Бер ҡатын әрләп-йүпәтләп фатирға илтеп ҡуйҙы. Уны теге командир ебәргән, ул ошонда эшләй икән — быларын һунынан белдем.

Бер нисә көн уҙыуға, мине бында үҙҙәре алып килделәр. Осраҡлымы, түгелме, әлеге командирҙың ҡулына бирҙеләр. Тәүҙә уның нисек сөсөләнгәнен, ғәҙеллек һаҡсыһы булып күренергә тырышҡанын аңлатырға һүҙ табыу мөмкин түгелдер. Әле бына иҫкә килеп төштө лә күңел болғанып китте. Халыҡ дошмандарының халыҡты бик оҫта алдауы, айырыуса йәш ҡыҙҙарҙың башын әйләндереүе хаҡында ихлас, асынып тигәндәй һөйләнеп ултырҙы ла ҡапыл һорап ҡуйҙы:

— Һин теге ҡоротҡос менән күпме йәшәнең әле?

— Ниндәй ҡоротҡос?

— Борғоланма! Ҡулға алынған Ғәли Исҡужиндын ҡоротҡос икәне беҙгә яҡшы билдәле... һиңә лә... Бергә ике ай йәшәнегеҙ бит әле? Һиңә ярҙам итергә, бынан сығарырға бер мөмкинлек бар кеүек. Ғариза яҙ, бергә йәшәргә, ну, тағы ла асығыраҡ итеп, бергә йоҡларға өлгөрмәнек, тип. Врачтан справканы үҙем яҙҙырып алырмын.

— Ниндәй справка тағы?

— Ну, ҡыҙ икәнлегең хаҡында.

— Мин — ҡыҙмы?!

Шуға тиклем ҡурҡып ҡына ултырһам, ҡапыл ҡыҙҙым да киттем. Ғәлиемде, буйымда йөрөгән сабыйҙы яҡларға ынтылыу, оятһыҙ һорау-тәҡдимдәргә асыуым ҡабарыуы шулай ҡысҡырырға ҡушҡандыр инде.

Командирҙың сикәһенә тондорҙоммо ни — һелкенеп, хатта ыңғырашып ҡуйҙы, күҙҙәре шарҙай булды, ләкин үҙен ҡулда тоторға тырышты, алдында ятҡан папкалағы ҡағыҙҙарҙы ярһып-ярһып аҡтарҙы. Шунан конвой саҡырып, мине камераға илтергә бойорҙо. Арттан ҡысҡырып ҡалды:

— Мин әйттем, уйла! Юҡһа аяу көтмә.

Тел төбөнөң ҡайҙа барғанлығы ап-асыҡ ине. Төрмәлә халыҡ дошмандарының ҡатындары күп. Сибәрерәктәрен файҙаланып ҡалырға тырышалар, һорау алыусыларҙың һәр ҡайһыһы үгеҙ шикелле бит, алла ла, мулла ла юҡ улар өсөн. Камерала тәүге көндә иҫкәрткәйнеләр. Шул турала. Бер ҡатынды күмәкләп туҡмағандарын да күрергә өлгөргәйнем — йомшаҡлыҡ күрһәткән дә, һиҙеп ҡалғандар. «Балаларым хаҡына йәлме ни! Ризалаштым инде, сығарһындар ғына!..» — тип һөйләнә-һөйләнә йөҙтүбән илап ятҡаны бөгөнгөләй күҙ алдымда.

Миңә ҡарата эш башҡасараҡ тора шул. Яратып маташҡанын йәшермәй теге бәндә. Урамда һуғышып алыуҙары Ғәли менән... Әлдә лә бит, мине күрһә, әллә нишләй ҙә китә. Иремдең ҡулға алыныуында ғәйебе барҙыр, тип тә уйлап ҡуйғыланым шикелле, ләкин кешеләрҙең көнсөллөктән, шәхси үстән юғарыраҡ икәнлегенә ныҡ ышана инем әле. Йәш саҡ, уңды-туңды белмәгән саҡ. Ләкин ул мәл тиҙ үтте. Командир көндән-көн уҫаллана барҙы, өҫтәл төйөүгә күсте. Ғәли өҫтөнән ошаҡ яҙыуымды талап итә башланы. Ғәлигә ниндәй ғәйеп таҡҡандарын шунда ғына белдем: ҡалала бишәр ҡатлы ике бина һалына ине, йәнәһе, улар ҡыйыҡ аҫтына инеү менән үк ишелеп төшәсәк. Проект шулай төҙөлгән, йәнәһе. Илаһаң — ила, көлһәң — көл. Ул йорттар әле һаман ҡымшанмай ҙа ултыра. Әммә көлөргә тура килмәне ул саҡта. Мин көндәр иҫәбен юғалтҡайным инде, бөтә ғүмерем төрмәлә уҙған һымаҡ тойола ла башлағайны шикелле, һорау алғанда үҙ-үҙемә йомолоп, өндәшмәй ултырырға ла өйрәнеп алғайным. Ҡапыл теге фажиғә...

— Күңелһеҙ түгелме? — яныма подполковник Майоров килеп баҫҡан икән.

— Юҡ, юҡ, мин бер үҙем булһа ла, кисә планлаштырылған экскурсияла йөрөйөм.

— Ә-ә, хәтерләүҙәр! Таныш коридормы?

— Юҡ. Мине бында килтермәнеләр, буғай.

— Бик мөмкин... һеҙ тағы бер аҙ көтөгөҙ инде, йәме?

— Ярай. Экскурсиямды ла тамамлап ҡуяһы бар.

— Һм-м. Мәҙәк, мәҙәк!

Бер аҙ тапанып торҙо ла үҙ юлына китеп барҙы. Шундай халыҡ инде улар: берәйһеңдә сер барлығын һиҙеп ҡалһалар, балға ябырылған һағыҙаҡ һымаҡтар. Бер үк ваҡытта әҙәп, законға хөрмәт кеүек сифаттарға ла эйә үҙҙәре — уныһын танырға кәрәк. Хәҙер эйәләр, йәштәре. Ә теге мәлдә, командир Яуызға әүерелгән төндә!..

Мин экскурсияға саҡырған ирҙәр, ярай әле, баш тарттылар, мин хәҙер иҫкә төшөрөргә йыйынған ваҡиғаны ир йөрәге күтәрә алмаҫҡа мөмкин. Хәйер, ни һөйләйем, улар шунда аңлатмалар эҙләргә тотона, йәғни һүҙгә ышыҡлана һала. Эй-й, уныһы уларҙың эше.

Ҡыҫҡаһы, командир мине Ғәли менән осраштырып, икебеҙҙән бер юлы һорау алырға булған. Таныш кабинетҡа алып барҙылар. Күрәм: өҫтәл янында тағы бер кеше ултыра. Башын бороп ҡараны ла һикереп торҙо — ике конвоир ике яҡтан яурынына баҫып кире ултырттылар. Күрештермәҫ өсөн, өҫтәлдең баш-башына бер-беребеҙгә арҡа ҡуйып ул­тыртып ҡуйҙылар. Командир иҫерек ине: алдан нимәгәлер шатланғандай, өҙлөкһөҙ йылмая, усын усҡа ыуып ала, өҫтәлгә яҡыная бирә лә ҡабат боролоп китә. Бына ул, ниһайәт, үҙенең йомшаҡ креслоһына килеп ауҙы.

— Пар күгәрсендәй гөрләшеп алдығыҙ инде, ә? Бәхетле саҡтарығыҙҙы иҫкә төшөрөп. Ниңә өндәшмәйһегеҙ, ниңә миңә рәхмәт әйтмәйһегеҙ ошо осрашыуҙы ойошторған өсөн? — Шулай башланы ул әңгәмәһен, һүҙҙәрҙе тәмләп һуҙа-һуҙа. — Халыҡ дошманы Исҡужин, шатлығыңдан телеңде йоттоңмо әллә?

— Минең ниндәй дошман икәнде, ана, бүтәндәр әйтер, һин түгел. — Ғәлиемдең ҡарлыҡҡан, йонсоу тауышы бәғеремде телде. Шунда ғына иҫемә килгәндәй иттем мин: «Ғәли, был ысынлап һинме?» — тип бышылданым, торорға ынтылдым — аяҡтарым тыңламаны. Арттан: «Ҡыбырлама!» — тип екереп, яурынға баҫырға өлгөрҙөләр. Ғәли миңә йылт итеп ҡарап алды ла йәнә командирға өндәште: «Ҡатынымдың бындалығын алдамағанһың. Килтергәнһең, көсөң еткән».

— Һиңә ундай хөрмәт тәтемәҫ минән!

— Миңә һинең һымаҡтар һеҙ тип өндәшә...

— Яҡшы. Минән нимә тәтерен һуңғараҡ әйтермен. Хәҙергә ҡайһы бер нәмәләрҙе асыҡлайыҡ.

Командир креслоһының арҡаһына ятты. — Бына һин ҡатыным тиһең, ә ул шуны инҡар итә. Хатта врачтан справкаһы бар — ҡыҙ булыуы тураһында.

— Ялған, ышанма! — тип ҡысҡырҙым.

— Өнөңдө тыҡ, кәнтәй! — тип көлдө командир. — Бына һин минең көсөм етеү-етмәү хаҡында әйттең, — тине ул Ғәлигә. — Күрген киләме?

— Ҡарап ҡарайыҡ! — Ғәли бөтөнләй бүтән нәмәне күҙ алдына килтергәндер инде. Мин дә уны-быны һиҙенмәнем.

Беҙҙең хәлдә, былай ҙа ҡалтыранып ултырғанда, иркен уйлап буламы! Һәр һорауҙа – мәкер. Ниндәй һүҙеңә нисек бәйләнерҙәрен белер өсөн махсус уҡырға кәрәктер. Иң яҡшыһы — өндәшмәү ҙә бит...

— Хәҙер ҡарап торорһоң. Хәҙер!..

Хәтерләүҙәрем ошо мәлгә етһә, ғәҙәттә, зиһенемде томан ҡаплай, барыһы ла бутала, бер күренеш икенсеһен ҡыуа. Хәл бөтә лә ҡуя. Йән дә, тән дә ҡырағайлыҡҡа һаман шулай ҡаршылаша. Бөгөн учреждениеның үҙенә килеү ҙә томанды тарата алманы. Бәлки, хәтерҙән ул тиклем төпсөнөү ҙә кәрәкмәйҙер? Ғәлиҙе түшәм аҫтындағы ниндәйҙер торбаға ике ҡулынан нисек аҫып ҡуйғандарын тасуирлау шул саҡлы мөһимме? Мине конвоирҙар ярҙамында сисендереп, иҙәнгә һалып, иремдең күҙ алдында нисек көсләгәне лә хәтеремдең сере булып ҡалһын әйҙә! Тик бер һорауға ғына аныҡ яуап алырға теләр инем: Ғәли, тыпырсынып өҙөлөп төшкәс, дошманына, исмаһам, тибеп-нитеп булһа ла өлгөрә алдымы? Өлгөрмәһә, үлеме бигерәк үкенесле... Уны конвоирҙарҙың береһе атып үлтерҙе. Ул бәндә әле пенсияла йәшәп ята. Эйе, беҙҙең ҡалала шул.

4

Күпме ултырғанмындыр, битемде устарым менән ҡаплап. Байтаҡтыр. Генералдың кабинетына барып ингәндә, ҡояш төшкөлөккә яҡынлашҡайны. Театрҙа репетиция булырға тейеш. Көтәләрҙер. Мин иң тәүҙә телефондан шылтыратырға рөхсәт һораным. Генерал подполковник Майоровҡа ниңәлер яндырып ҡарап алды ла төрлө төҫтәге аппараттарҙың йәшелен миңә табараҡ күсерҙе. Шунан улар, мәҙәниәтле икәндәрен күрһәтеп, ситкә боролдолар һәм бышылдап ҡына ниҙер һөйләшергә тотондолар. Мин администраторға репетицияла ҡатнаша алмаясағымды әйтеп, бик ҡыҙыҡлы учреждениела икәнемде өҫтәп, трубканы һалдым.

— Ә беҙ һеҙҙе оҙаҡ тотмабыҙ, — тине генерал, аппаратты урынына күсереп, юҡҡа шылтыраттығыҙ, тигәнде аңғартып. — Жалобағыҙҙы беҙ тикшерҙек. Ирегеҙҙә ысынлап пистолет бар. — Маркаһын атаны: йәнәһе, беҙгә барыһы ла билдәле. — Ләкин уны яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн беҙҙең министрҙан бүләккә алған. Шул хаҡта алтын менән яҙылған. Документы ла бар.

— Орден урынына инде, — тип ҡыҫылды подполковник Майоров.

— Берия үҙе биргәнме? — тип һораным мин. Яуыздың шул хаҡта маҡтанғанын ҡапыл иҫкә төшөрөп. Генерал күҙҙәрен йәшерә һалды, өндәшмәне. Подполковник Майоров минең һорауҙы һүҙгә күмеп ташларға ашыҡты, оҫталығы бар был эштә.

— Өҫтәүенә, ул пистолетты ҡорал берәмеге итеп ҡарарға һис тә нигеҙ юҡ. Ул ватыҡ, ә ремонтларға махсус ҡорал оҫтаһы кәрәк. Ҡайҙа ул беҙҙә? Шуға патрондары юҡлығын да өҫтәһәк, ну... ябай бер тәтәй инде! Ейәнегеҙ Азатҡа бир ҙә ҡуй...

Генерал уға, туҡтап тор, мин дә әйтәйем, тигән һымағыраҡ ишара яһаны һәм ысынлап ҡыҫҡа ғына телмәр тотто.

— Мин һеҙҙең хәүеф-хафаларығыҙ төптө урынһыҙ икәнлеген ныҡлап билдәләргә тейешмен. Тынысланыуығыҙҙы һорар инем. Үҙебеҙҙең хеҙмәт исеменән шуны белдерәм: ысын чекистың шул тиклем түбәнлеккә төшөүе, башын юғалтыуы мөмкин түгел. Айырата һеҙҙең ирегеҙ шикелле атҡаҙанған чекистың, хөрмәтле кешенең. Беҙ уға ышанабыҙ...

— Эйе, ул кисә һеҙҙең ышанысығыҙҙы аҡланы — миңә шешә менән елгәргәндә. — Урынымдан торҙом, кейемемде рәтләнем һәм, генералдың нимәлер һорарға йыйынғанын күрмәмешкә һалышып, подполковник Майоровҡа өндәштем: — Оҙатып ҡуйығыҙ, юҡһа сығармаҫтар. Пропуск алманым

— Рәхим итегеҙ, пжалуста!

— Машина саҡыртығыҙ, — тине генерал.

— Юҡ, юҡ, былай ҙа рәхмәт!

Ҡайһылай йәһәтерәк ҡотолорға ашығалар. Эштәре шул саҡлы күпме, үткәндәрҙе хәтерләтеп йөрөүҙе яратмауҙарымы? Әллә ошо учреждение һымаҡ һәр системаның үҙ- үҙен һаҡларға тырышыуы шул рәүешле үҙен күрһәтәме? Машина!.. Мин әле, урамға сыҡҡас, был йортҡа оҙаҡ ҡына ҡарап торасаҡмын, өҙөлөп ҡалған ғазаплы экскурсиямды дауам итәсәкмен. Ниңә мин ошоға тиклем шуны эшләргә ҡурҡтым икән? Үҙ-үҙемде, яҡындарымды, мине ҙур артист тип хөрмәт күрһәтеүселәрҙе, тотош ошо донъяны аярға маташтыммы? Ә аяу, баҡһаң, дөрөҫлөктөң дошманы, ялғандан һис айырмаһы юҡ. Ярай, ошо фекер менән килешәйек тә йомғаҡтың тағы бер ебен тағатып ҡарайыҡ: дөрөҫлөк менән етәкләшеү. Яуыз мине көсләне, иремде үлтерҙе, тип һәр мөйөштә туҡтап ҡысҡырыу нимә бирер ине ошо донъяға? Күңелдәргә кескәй генә тамсы паклыҡ өҫтәлеп, яманлыҡ кәмей төшөр инеме? Кәмер ине, көт! Ҡарағыҙ, ҡара, анау бисә тилергән, һалып та күрһәтер әле, тип күмәк хихылдашыуҙан ирәйеп, яурындарын яҙып ебәрер һәм тарбаҡтай аяҡтары менән иҙә баҫыр ине — тиҙҙән донъя күрәсәк Миңниса ла, унан бөрөләнәсәк ғүмерҙәр ҙә, бөгөн, күптәр әйтеүенсә, театрҙы тотоп килеүсе артистка ла тысҡ итеп кенә ҡалыр ине. Әллә яманлыҡҡа ҡаршы тороу, бөтәһенән элек, нәҫел ишәйтеүҙе, йәшәү ҡеүәтен арттырырға тырышыуҙы белдерәме икән? Белмәйем, бел­мәйем!..

Ә һәр мөйөштә дөрөҫлөктө һөрәнләп йөрөүгә килгәндә, ғәфү итегеҙ, мин шуны эшләй алманым. Ошо учреждениенан туп-тура психбольницаға эләктем, унан — бала табыу йортона. Шунда килеп, тегендә күргәндәрем хаҡында бер ҡасан бер кемгә һөйләмәҫкә вәғәҙә бирҙертеп, ҡултамғамды алдылар. Театрҙан мине ҡыуғайнылар инде. Фатирыма ла индермәнеләр. Бала күтәреп, урамда ҡалдым. Атай-әсәй янына ауылға ҡайтыу оят. Унда ла халыҡ дошмандары эҙләп зыҡ ҡубалар. Хәйер һорап тамаҡ туйҙырырға, вокзалда йә берәй подвалда ҡунырға мәжбүр булдым. Поезд аҫтына ташланырға йыйына башланым, тик сабыйымды ҡайҙа ҡуйырға белмәүем генә туҡтатты.

— Һеҙ кемделер көтәһегеҙме?

— Юҡ.

— Бәлки, транспорт туҡталышын белмәйһегеҙҙер?

Йәш кенә хәрби, сержант, шикелле. Учреждение янынан китергә ҡушыу ине был: беҙгә мөһим дәүләт серҙәрен һаҡларға мишәйтләп йөрөмә, йәнәһе. Ярай, ултыра бирегеҙ йоҡомһорап үҙегеҙҙең башбаштаҡлыҡтарығыҙ тасуирланған папкалар өҫтөндә! Миңә һеҙ хәҙер кәрәк тә түгел, ҡурҡыныс та түгел. Теге хәтәр хәлдәрҙән һуң мин, ғөмүмән, был тирәне алыҫтан урап уҙа инем, бөгөн дә килмәҫкә кәрәк булғандыр. Ҡарәле, был донъя һис кенә лә үҙгәрергә йөрөүсе хәжәтле кишер япраҡтары хаҡында һүҙ әйтергә лә ҡыйма ине, хәҙер мөмкин, әммә һөҙөмтәһе бер үк: беҙ һәр саҡ хаҡлы, тәнҡиттән юғары. Йәғни: беҙгә йоғонмағыҙ!

Мине хәтерләүҙәр һуҡмағына тартҡылайһығыҙ, ашыҡтыраһығыҙ — тойоп киләм. Һеҙ, әлбиттә, мине бәхетһеҙлек упҡынына төртөп төшөргән, иң ҡаты мәсхәрәгә дусар иткән кешенең кем икәнен абайлағанһығыҙҙыр. Эйе, шул үҙе. Аҡылымдан ысынлап яҙыр сиккә етеп, өнөмдә һаташа башлаған бер мәлдә эҙләп тапты ла... Яңынан төрмәгә алып бара, тип уйлағайным, хатта шатландым шикелле: ҡыйыҡ бар, үҙеңә беркетелгән һике бар, аҙмы-күпме ризыҡ бар. Юҡ, фатирына алып ҡайтты. Ҡайнар аш. йыуынырға йылы һыу, таҙа кейем — күңелде йомшарта торған нәмәләр шул, ҡай саҡ кеше тотош донъяны уларға алмаштырырға әҙер. Тамаҡ туҡлығынан, тән таҙалығынан, айырыуса сабыйын туйғансы имеҙә алыу шатлығынан баш тартҡан ҡатындар барлығына ышанмайым мин. Теләктәрем ҡабул булһа, үлһәм дә үкенмәҫ инем, тигән әйтем бар, ана ул минең турала. Иҫемде бер аҙ йыйғас, беҙҙе ниндәй киләсәк көткәнен күҙ алдыма килтереп тетрәндем, илап алдым, яңынан урамға сығып китергә йыйына башланым. Тәҙрәгә күҙ һалдым да шып туҡтаным: урамда ябалаҡлап ҡар яуа. Ҡыҙым йүргәктәрен асып ташлаған да тыбырсынып ята. Йә, ошо бәпесте йәлләмәй анау һалҡынға алып сыҡ та үлемгә дусар ит инде! Ярай, ошонда тағы бер аҙ йәшәп ҡарайыҡ әле, тип өндәштем Миңнисаға, ә теге бәндә йоғонорға уйлаһамы?!. Үс алырға, үлтерергә һылтау булыр... Кухняла бысаҡ урынына бер хәнйәр тотона ине ул, шуны алып, матрац аҫтына йәшерҙем. Ишеккә арҡыры тәпе һалырлыҡ ағас эҙләп, уныһын әлегә тапманым. Шул көн ул командировкаға китте (мин уның менән һөйләшмәй инем, шуға был хаҡта яҙып ҡалдырғайны) һәм оҙаҡ ваҡытка юғалды. Барған ерендә яраланып, госпиталдә ятҡан икән. Атайым ауылдан он, бәрәңге килтереп киткәйне. Театрҙан бер айлыҡ хеҙмәт хаҡы алынмағайны — шуны почта аша ебәрҙеләр. Ҡыҫҡаһы, ас йәшәмәнек. Атаҡ, шуларҙы ваҡлап-ентекләп ниңә һөйләйем әле? Ғәлиемде ғүмеренең һуңғы минуттарында күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ғазапҡа дусар иткән кешенең ҡатыны булып китеүемде аңлатырға тырышыу аҡланып маташыуға бәрәбәр. Мин ғүмер буйы кемдеңдер шул хаҡта һорау биреүенән йә хурлап ҡысҡырыуынан ҡурҡтым, нисек яуап биреремде белмәгәнлектән дә инде Яуыздың арҡаһына ышыҡланыуым. Йылдар уҙған һайын, минән яуап таптырыу мөмкинлеге артты, һәм мин уға нығыраҡ һыйындым, һуңғараҡ, Сталин менән Берия ер йөҙөнән киткәс, айырыуса Горбачев мәлендә утыҙ етенсе йылда шашыныусыларҙы исемләп эҙләү башланғас, ул да минең ышыҡҡа мохтаж булды. Ҡыҫҡаһы, ул миңә, мин уға һүҙ тейҙермәҫкә тырыштыҡ. Ана бер мәл газетала уның күпте күреүе-белеүе, шуларҙы унан һөйләтергә ваҡыт икәнлеге тураһында әйтелгәс, теге обком секретарына сәсрәп барып керҙем: ниңә минең фамилиямды шулай мәсхәрә итәләр?! Редакторға — ҡаты шелтә. Яңынан шым булдылар. Күкрәкте ҡаплаусы ҡалҡан даими хәстәргә мохтаж, миңә бирелгән мәртәбәләр, бүләктәр — ана шунлыҡтан.

Күңелһеҙ уйҙарымды бер епкә теҙеп килә торғас, ялтлап киткән тоҫмалдан ҡапыл туҡтаным. Ҡартлыҡ етеп, бер-беребеҙҙе яҡларға көс-ҡөҙрәт ҡалмағас бит инде... Эйе, шунан башланған түшәк-юрғандарҙың айырылыуы. Бына шулдыр беҙҙең бергә йәшәү тарихы. Әгәр унан ихлас эҫенеп киткәндәй булған мәлдәрҙе алып ташлаһаң, үлтереп үс алырға йыйынған саҡтарымды берәмтекләп иҫкә төшөрһәң, нимә ҡала? Исеме шуның көсләү түгелме? Ярты быуат дауамында Яуыз мине көсләгән, ә уның теге йорттағы дуҫтары йә кет-кет көлгән, йә, бына. исмаһам, ирлек, тип тел шартлатҡан. Бөгөн дә көлөшөп ҡалғандарҙыр әле.

5

Яҡшылыҡҡа асылыусы ҡапҡа бар, имеш тә, уға теге яҡлап яманлыҡ тип яҙылған, имеш. Шул ысындыр. Бына дуҫ-иштәрҙең, таныштарҙың күплеген оло бәхеткә һанайбыҙ, ә ҡай саҡ ул ыҙа ғына икән. Һис кенә лә яңғыҙ ҡалырға, уйҙарыңды өҙмәй генә ослап ҡуйырға әмәл юҡ, аҙым һайын тиерлек: «һаумыһығыҙ!», «Хәйерле көн!» Уныһына әле түҙерлек, күптәре бит һине туҡтатып, ниҙер һорашып, ниҙер һөйләп ҡалырға тырыша. Туҡтамаһаң, тағылып ала. Кеше түгелдәр, һағыҙаҡтар. Драматург та шундайҙарҙан икән. Әллә ҡайҙан килеп сыҡты ла туҡтатты, сәләмен алып, эшем күплеген әйтеп, китергә ынтылдым — артымдан ҡалманы. Бер квартал үттек инде, һаман килә, шытырлауҙан бушамай. Сәнғәттең тәғәйенләнеше, йәмғиәттең кәйефенә шауҡымы тураһында аҡыл һатып маташты, шунан ҡаты ғына тамаҡ ҡырып төп яңылығын хәбәр итте:

— Бөгөн бик насар йоҡланым. Бөтөнләй ватылып килеп торҙом. Эшкә ултырыу урынына урамда бына эт һуғарам.

— Улайһа, мин эт булам инде! — Мин унан ҡотолоу өсөн эләккән мөмкинлекте файҙаланып ҡалырға ашыҡтым. — Мин һине саҡырып алдыммы ни?

— Ка-а-к? — Драматург ҡурҡыуына тонсоҡто, һүҙ әйтеү түгел, тын ала алмай торҙо. Мин бит, ғәфү итегеҙ... Бына уйламаған ерҙән... Ә һеҙ ни өсөн?.. Ана кисә лә...

— Кисә ни булды?

— Кәк же, кәк же! Ана авторҙы, йәғни мине, сәхнәгә саҡырғанда... Пьесаны яратмауығыҙ тураһында былай ҙа... ысын драматург түгелмен, йәнәһе. Мин ғәйеплеме ни, тормошта оло тойғолар, үткер кисерештәр булмағас!..

— Әһә, эш унда икән! — ҡапыл Яуыздың ҡуш көбәкле мылтығы барлығын иҫкә төшөрҙөм. Берия бүләк иткән пистолет атмаһа, мылтыҡ тағы ла яманыраҡ түгелме ни? Бөгөн, бына хәҙер, илле йыллыҡ драманың финалы уйналасаҡ. Ни эшләйһең, һәр нәмәнең башы бар, аҙағы бар. Мин драматургтың еңенән эләктерҙем. — Әйҙә әле минең менән. Үкенмәҫһең!

— Ҡайҙа? Ҡайҙа барырға?

— Беҙгә, тормош үҙе уйлап сығарған трагедияны ҡарарға.

— Аңламайым.

— һуңынан аңларһың, тәүҙә күрергә кәрәк.

Нимәлер һиҙенде теге, еңен һаҡ ҡына ысҡындырҙы, арткараҡ сигенде, ҡарашын асфальтҡа тоҫҡаны. Мин тегене тынысландырырға ашыҡтым.

— Ярар, ярар. Ҡыҫтамайым.

Тағы ла әллә нимәләр әйтеп ҡалды. Ундай ирҙәрҙе беләм: мин алыҫыраҡ киткәс, әрләргә тотонғандыр, һуңынан беренсе осраған танышына маҡтана инде: фәләнгә ишетмәгәнен ишеттереп киттем әле, ни өсөн икәне билдәле инде — минең героиняны тарта алмай бит... Шулай тиер ҙә, икенсе актриса эҙләргә тура килә, тип тә ҡуйыр. Ниңә, һүҙенең дөрөҫкә сығыуы ла мөмкин. Мин элекке обком секретарынан ҡайһы бер нәмәләр ишетеп ярһыған Яуыздың, пистолет тураһында аңлатма ла бирергә тура килгәс, нисек тамам сығырынан сыҡҡанын теге учреждениела күҙ алдына килтереп ҡуйғайным инде. Илле йылдан ашыу бергә йәшәп, ҡасан нимә булырын белмә, имеш: кейемемде балта менән тураҡлағандыр, портретымды рәхәтләнеп тапағандыр... Бына ҡуш көбәге барлығын нисек онотҡанмындыр — ғәжәп! Был бит мин күҙаллаған осрашыуға ҙур үҙгәреш индерә. Эйе, өйҙә Яуыз үрле-ҡырлы йөрөй, әле тәҙрәгә бара, әле ишеккә килә. Ул ҡарап-ҡарап алған мөйөштә балта ғына ятмай, ҡушкөбәк тә һөйәүле. Көтә.

Оҙағыраҡ сапсыһын әйҙә! Бөгөнгө осрашыуға мин дә ныҡлап әҙерләнергә тейешмен. Судҡа айырылышыу тураһында ғаризам яҙылмаған. Васыятнамә сыймаҡлаштырырға кәрәк — бар нәмәм Миңнисам менән Азатыма ҡалыр. Рәфҡәтем үпкәләмәҫ, донъяһы етеш, үҙ аллы кеше, өҙгөс тә, ҡомһоҙ ҙа түгел шикелле... Эй, уның тураһында элекке секретарь нимә әйткәйне әле? Нисек шуны иғтибарға алмағанмын: Яуыз бит уға ҡайтырға ҡушып шылтыратҡан! Уртаҡ тел табырға өмөтләнәме икән. Ҡурҡмай, әй, баланың, ғәҙәттә, әсәне яҡлашыуынан да, минең дөрөҫөн һөйләп биреүем мөмкинлегенән дә... Хәйер, дөрөҫлөктән үҙем нығыраҡ ҡурҡҡанды белә шул ул, бар иҫәп-хисабы шуға ҡоролған. Атаҡ, улай икән, әллә минең тоҫмал-фараздарым гел бушҡамы? Ҡурҡҡанға ҡушкөбәк күренә, тигән яңы мәҡәл тыуыуы ла ихтимал.

Тик барыбер ниәт иткәндәремде ҡағыҙға төшөрөп ҡуйырға кәрәк ине. Нотариаль контора ла, суд та — юл өҫтөндә. Тәүҙә нотариусҡа керҙем. Унда йомошомдо аңлатып, һорауҙарына яуап биреп, васыятнамә төҙөү ябай эш түгеллеген, әллә күпме ҡағыҙ алып килеү кәрәклеген һөйләгәндәрен тыңлап торғанда уҡ түҙемһеҙләнә башлағайным инде, тик шуны тышҡа сығармаҫҡа тырыштым. Ни өсөндөр урамға ашҡындым да киттем, тик бындағы шыҡырлауҙы тыңлап бөтөрмәй сығып китеү әҙәпһеҙлек булыр ине. Тәҙрәгә ҡарап тороу менән сикләндем: унан үҙебеҙҙең йорт, үҙебеҙҙең подъезд күренә ине. Унда такси килеп туҡтағас, йөрәгем ҡайҙалыр юғалды ла ҡуйҙы, машинанан Рәфҡәтем төшкәс, иҙәнгә сүгә башланым, ләкин шунда уҡ турайҙым да ишеккә ташландым. Ҡарсыҡ кешенең генә хәле ни, уҙа барһа, бер нисә аҙымға еткәндер...

... Мин улымды теге донъяла ғына барып таптым. Ҡараңғы, бер ни күрерлек түгел, тик балаһын эҙләгән әсәгә кәртә бармы ни! Тубыҡтарымда шыуышып, һәрмәнеп йөрөй торғас, ыңғырашыуынан таныным. Ер өҫтөндә һуғыш юҡ, кешеләр үҙ үлеме менән үлә, ыңғырашыусы тик Рәфҡәтем генә булыр, тип, шул яҡҡа ынтылдым. Яңылышманым. Ҡосаҡлап, арҡаһынан һөйҙөм дә эргәһенә яттым.

— Үҙгәргәнһең, әсәй! Элек һин сәсемдән һыйпай торғайның, — тип үпкәләне улым.

— Яраңа ҡағылырға ҡурҡам.

— Эйе, ярты башым юҡ шул. Әсәй, ишек аша миңә кем атты?

— Һиңә атай булған кеше.

— Шуның өсөн саҡырып ҡайтарҙымы ни?

— Миңә тип атҡандыр, һиңә тейгән. Ә һинең ҡан эсендә ятҡаныңды күргәс, минең йөрәгем ярылды.

— Һиңә ниндәй үсе бар һуң?

— Ул бар донъяға үсле. Ҡалғанын үҙенән һорашырбыҙ. Оҙаҡламай килтереп еткерерҙәр. Әле судта ултыра булыр. Көтәйек...

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас