-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Ноябрь , 20:00

Матрица

«2 февраль.Бөгөн дүшәмбе. Дөйөм кәңәшмә булманы. Эш көнө «Ваҡыт» журналы мәшәҡәте менән үтте. Тарихы былай. Менәүрә Мәхмүт ҡыҙы үткән юбилей саралары һәм уның төп бағымсыһы булған директорыбыҙ тураһында журналға биргән материалдарын биҙәргә фотолар һорағайны. Элек байрам үткәс тә ебәргән фотоларҙы ҡалдырырға килешкәйнек. 29 ғинуар көнө Менәүрә Мәхмүт ҡыҙы тағы шылтыратҡан, өҫтәмә фотолар кәрәк булған.

Матрица
Матрица

Тик мин профсоюз конференцияһында йөрөп ҡалғанмын. Нишләп кеҫә телефоны номерын йыймағандыр – аңлашылмай. Башҡа ваҡытта тартынып тормай ине лә баһа. Инна Николаевна менән дә мәсьәләне хәл итә алыр ине. Уға ла йомошон аңғартмаған. Сәйер…Менәүрә Мәхмүт ҡыҙы сәркәтип Моратова Энже Рәлиф ҡыҙына, тағы әллә кемдәргә мөрәжәғәт иткән фото тураһында. Был хәбәрҙе, әллә ниндәй мәғәнә һалып, директорға кемеһелер алып барып еткергән. Быға хәҙер төшөндөм, кем икәнен дә һиҙемләйем.2 февралдә фото мәшәҡәте иртәнсәктән башланды. Дамир Фәрит улына, шулай, фото һорайҙар, тинем. Директор, үҙенә күрһәтмәйенсә, журнал мөхәрририәтенә бер нәмә лә ебәрмәҫкә ҡушҡан булып сыҡты. Ишемовҡа сентябрь айында уҡ Яппароваға ебәргән байрам күренештәренән, предприятие тормошонан фотоларҙы баҫтырып бирҙем. Улар бөгөнгө көн ҡаңғырығы айҡанлы хужаға оҡшармы, оҡшамаҫмы тип уйлап та ҡараманым, сөнки алдан киткән фотолар шул ине. Бында логика бар. Уларҙы Дамир Фәрит улы директорға күрһәткән. Төштән һуң кеҫә телефонына директор миңә үҙе шылтыратты. «Хөрт фотолар һайлағанһың журналға, һин бит минән дә тәрәнерәк фекерләйһең күп осраҡта, аңламайым. Әллә Хөснөтдиновтың арбаһына ултырып та алдыңмы? Мин булған фотоларҙы кем алмаштырырға ҡушты?» – тип юғары тонға, битәрләүгә күсте, ҡаты янап алды, мине тыңлап та торманы. Шаҡ ҡатып ултырҙым да ҡалдым.Иҫемә килгәс, Ишемовҡа күтәрелдем. «Фотоларҙы бракка сығарҙы», – тине ул. «Беләм, шылтыратты, насар һөйләшеү булды, – тип, үҙемдең хәлде һөйләнем. – Фотоларҙы яңыртып, үҙем бармайынса булмаҫ директорға, бигерәк бинахаҡҡа йәберләне», – тинем. Сәғәт дүрт тула тигәндә Ишемов менән үҙәк лабораторияға киттек, директор унда икән.Кейенеп торғанда шыбырлап ҡына хәбәр әйттеләр: өҫтә Байназаровтың кандидатураһын директор вазифаһына раҫлағандар, имеш. Мин аптырап сығып киттем.«Бына бит, бар ҙа инде фотолар, нишләп шунда уҡ шуларҙы ебәрмәҫкә», – тип бер ни ҙә булмағандай фотоларҙы ҡараны директор. Ошоларҙы ебәр, тине ҡәҙимгесә. Кабинетҡа ҡайтып, «Яндекс яңылыҡтары» порталын асһам, ошондай хәбәргә юлыҡтым: «Парламент дәүләт активы ҡатнашлығындағы компанияларҙа финанс боҙоуҙарға барған етәкселәрҙе кисекмәҫтән эштән бушатырға тәҡдим итә. Был – дәүләт ҡаҙнаһына ҡул һуҙыу, һәм ундай директорҙарға ҡарата мотлаҡ енәйәт эше асылырға тейеш. Яңы эш алымын Дәүләт Думаһының Сәнәғәт һәм төҙөлөш комитеты рәйесе тәҡдим итә…»Быныһы нимә тағы? Был көндө байтаҡ кешегә ныҡ ҡына эләккән хужанан. Отпускыла булыу сәбәпле офисҡа килмәһә лә, ул төрлө объекттарҙы ҡарап йөрөгән, цех начальниктары менән осрашҡан, бер ни булмағандай үҙенең ҡәҙимге вазифа эштәре менән булышҡан. Ғәжәп…

Тимәк, ул эштә ҡалыуына ныҡлы ышана, быны белә!
Йә мин аҡылдан яҙғанмын, йә донъя торғаны бер аҡылһыҙҙар йорто, Чеховтың алтынсы палатаһы…»
Байморатов февралдә көндәлегенә яҙғандарын уҡып сыҡҡас, хәйер, уҡымаһа ла, ул көндөң һәр минуты иҫендә (алты көн элек кенә булған хәлдәр), бер килке шаңҡып ултырҙы. Бер башына күпме бәлә, серле йомаҡтар. Шунан, ниҙер иҫенә төшөргәндәй, яманһыу йылмайҙы, өҫтәлдә ятҡан китапты алды. «Ростов… Ҡайҙа әле аҡылға ултыртҡаны?..» – тип «Һуғыш һәм солох» романын асып, кәрәкле урынын эҙләй башланы.
«Эй! Ҡайһығыҙ бында староста? – Ростов, ҡысҡырып, шәп аҙымдар менән халыҡ төркөмөнә яҡынлашты.
– Старостамы? Һеҙгә нимәгә?.. – Карп һораны быны.
Тик ул һүҙен дә әйтеп бөтмәне, кәпәсе осоп төштө һәм ныҡ тондороуҙан башы ситкә сайҡалып китте.
– Һатлыҡ йәндәр, кәпәсегеҙҙе долой! – Ростовтың киҫкен тауышы яңғыраны. – Староста ҡайҙа? – тип ярһып ҡысҡырҙы ул.
– Старостаны, старостаны саҡыра… Дрон Захарыч, Һеҙҙе, – унан-бынан түбәнселекле тауыштар ишетелде, башлыҡтар һыпырылып сиселде.
– Беҙгә бола күтәрергә ярамай, тәртип тотабыҙ, – Карп мөңгөрҙәне быны. Шул уҡ мәлдә арттараҡ бер нисә тауыш ишетелде: – Ололар шулай хәл итте, һеҙҙең кеүек хужалар күп…
– Телегеҙгә һалышаһығыҙмы?.. Бунт!.. Юлбаҫарҙар! Һатлыҡ йәндәр! – Ростов, Карптың яғаһынан эләктереп, ҡырағай тауыш менән мәғәнәһеҙ аҡырып ебәрҙе. – Бәйлә уны, бәйлә! – тип ҡысҡырҙы, Лавруша менән Алпатычтан башҡа бәйләрлек кеше булмаһа ла…
Алпатыч, Карпты бәйләргә, исемләп саҡырып, ике мужикка өндәште. Мужиктар халыҡ араһынан сығып, күндәм генә билбауҙарын ысҡындыра башланы…»
Граф Николай Ростовтан кәм түгел беҙҙең директор, тип тағы яманһыу йылмайҙы Байморатов. Тондорҙо, һеңгәҙәтә һуҡты, тик телефон аша. Яманһыулауы үҙенә ҡағыла ине. Граф Николай Ростов мужиктарға аҡырһа ла, һуҡһа ла хаҡлы, ул – барин, ә мужик – ҡол. Директорҙың ундай хоҡуғы бармы? Ҡануниәт буйынса – юҡ!
Әгәр ентекләберәк, төптәнерәк ысынбарлыҡ күҙлегенән ҡараһаҡ? Байморатов эшен юғалтыуҙан, башы осонда айбалта шикелле эленеп торған кредиттарын түләй алмауҙан ҡурҡа. Ҡурҡа – тимәк ҡол! Директор эштән ҡыуып сығарһын әле – банктар һөсләткән коллектор тип аталған бандиттар аҡыртып булған мөлкәтен кредит түләтеү иҫәбенә тартып аласаҡ. Уны эшенә йыуан сынйыр менән бәйләп ҡуйғандар, үҙе үҙен кредиттары менән бәйләгән. Крепостной крәҫтиән ише, ирке юҡ Мөҡмин Рәфҡәт улының. Ирке юҡ – тимәк ҡол! Ә ҡол менән мөғәмәлә ябай алымдар ярҙамында атҡарыла: һәр һүҙҙәре – тос йоҙроҡтар.
Хәҙерге заман кешеһенең тормошонда бындай ҡоллоҡтоң булыуы мөмкин түгел. Ул бар икән, быны Матрица менән генә аңлатырға мөмкин. Был – Матрицаның билгеһе!
«Матрицаға бер генә процент булһа ла өҫтәргә кәрәк», – Байморатов үҙе менән булған хәлгә башҡаса яуап таба алмай. Тормоштоң тик иллюзия уйыны булыуы менән генә аңлата ала ул был хәлде. Өҫтәргә кәрәк процент, өҫтәргә кәрәк», – тип бүлмә буйлап йөрөп алды ҡуҙғыған ир.
Байморатов кейенеп, директор менән осрашыуға сығып барғанда (иртәрәк тә, һуң да түгел): «Байназаровтың кандидатураһын өҫтә директор вазифаһына раҫлағандар», – тип әйттеләр. Фәҡәт һуңғы мәлдә. Әйтерһең дә, махсус рәүештә, кинолағы шикелле, йәшерен агентҡа һуңғы мәлдә ниндәйҙер мөһим мәғлүмәтте әйтеп өлгөргәндәр.
Кино – уйынға ҡоролған тамаша. Ә Матрица һуң?.. Кемдер уйнаймы әллә беҙҙең менән?.. Уйнаған кемгәлер күңелһеҙ, ваҡиғалар бигерәк сөсө, интригаһыҙ үҫешә: бутарға, болғарға кәрәк… Иң һуңғы мәлдә ул ваҡиғаларға сер өҫтәне, хәҙер ни булырын ҡулдарын ыуалап күҙәтә.
Мөҡмин Рәфҡәт улы артабан үҙе ошо сер тәьҫире аҫтында ваҡиғаларға яңылыҡ индерер, конфликтты киҫкенләштерер, тип өмөт иткәндер, моғайын, оператор. Ләкин серле һүҙ ваҡиғалар ағышына тәьҫир итмәне. Геройыбыҙҙың ундай батырлыҡ эшләрҙәй рәте самалы, баяғы телефондан ишеткәндәрен һеңдереп бөтмәгән әле, һиңмайланып тик йөрөй, үҙ «уйын»ын уйнарлыҡ хәлдә түгел. Оператор ҙа сигенергә теләмәй. Байморатовҡа тағы бер һөйәк ташланы – «Яндекс яңылыҡтары» хәбәрен.
Ҡабалана, ваҡиғаларҙы ашыҡтыра күҙгә күренмәгән ҡурсаҡ йөрөтөүсе. Күрәһең, күңелһеҙ уға. Тамаша кәрәк – йә трагедия, йә фарс. Бәлки, ул күңелләнеп алған да башбаштаҡлыҡ ҡыла, эше урынындағы бөтә тәртиптәрҙе, положениеларҙы, инструкцияларҙы боҙа… Хулиган! Иҫерек кешегә нимә – мәҙәк булһа, шул яраған. Күрәһең, алға киткән ысын тормошта ла эскелеккә урын бар.
2 февралдәге хәлдәр Матрица ғәләмәтенә бигерәк яҡын тойолдо Мөҡмин Рәфҡәт улына тағы күңелһеҙ уйҙар килде.

* * *
«3 февраль.
30 ғинуарҙа «Ваҡыт» журналы өсөн фото тирәләй сыҡҡан болғаҡты Инна Николаевнанан ентекләп һорашып алдым. Күңелде кисәге ваҡиға өйкәп тик тора. Намыҫҡа тейҙе хужа, бинахаҡҡа йәберләне.
Утыҙынсы ғинуар эш телефонына Менәүрә Мәхмүт ҡыҙы шылтыратҡан. Мин булмағас, күрәһең, сәркәтип Моратова Энже Рәлиф ҡыҙына килеп тыуған хәлде (директор китә тигән хәбәргә бәйле фото һайлау ауырлығын) минең исемде ҡушып һөйләп биргән. Моратова, яҡшатланып, уны шунда уҡ директорға еткергән булырға тейеш, үҙенең примитив фантазияһын ҡушып.
«Энже Рәлифовна шылтыратты, директорҙың журналға ҡуйылырға тейешле фотоларын алдырғанһығыҙ, кире ҡайтарығыҙ, үҙем киләм хәҙер, тип әйтте. Ләкин килмәне», – ти Инна Николаевна. Тимәк, Моратова! Ярай, һәр кем үҙ мәйеленсә, тигәндәй.
2 февраль көнө раҫланған фотолар ҡуйылған журнал биттәрен ҡарап сыҡҡас, мөхәрририәткә шылтыратып фотоларҙың икәүһен алмаштырттым да, версткаланған биттәрҙе төҫлө принтерҙа баҫтыртып, Ишемовҡа бирҙем. Ул артабан директорға күрһәтергә тейеш. Хужа ҡараған, ярай, бара, тигән.
Юҡ-бар өсөн күпме тауыш, сыуалыш, кеше араһын боҙоу, тәмһеҙләнеү!»
Байморатов оҙон ялының шаҡтай өлөшөн 2 февралдә булған хәлдәрҙе уйлап үткәрҙе. Сәйер рәүештә тап килешкән ваҡиғалар теҙмәһен, уларға алып килгән сәбәптәрҙе аңларға, ниндәйҙер мәғәнә табырға теләне.
29 ғинуарҙа директорҙың эштән китеү-китмәүенә бәйле хәл-ваҡиғаларҙың һынылышы булһа, февралдәгеләре кульминацияға тартым түгелме? Матрица программаһындағы өҙлөклөктәр бигерәк тә 2 февралда асыҡ сағылыш тапҡан һымаҡ. Тимәк, Матрица эҙҙәрен фәҡәт ошо көнгә бәйләп байҡарға кәрәк, тигән һығымтаға килде Мөҡмин Рәфҡәт улы.
Байморатов ваҡиғаларға үҙ күҙлеге аша, йәғни фәҡәт үҙен уртаға ҡуйып ҡарарға кәрәклеген аңлап алғайны. Сөнки башынан үткәндәре, кисергәндәре, уйлағандары, күргәндәре, ишеткәндәре, фаразлауҙары ғына ысынбарлыҡҡа яҡын булып, константа ролен үтәй ала. Гипотеза ҡорғанда башҡа төрлө һәм ҡайҙалыр ситтәге хәлдәр ҙур төҙәтеү менән генә иҫәпкә алыныуы ихтимал. Ғалимдар үҙ эшендә ҡулланған төп принцип был.
Мөҡмин Рәфҡәт улы тәүҙә үҙен ошо күңелһеҙ хәлгә – директор менән быға тиклем булған дуҫтарса мөнәсәбәт боҙолоуға алып килгән ваҡиғалар теҙмәһен һәм уға сәбәпсе кешеләрҙе күҙ уңынан үткәрҙе.
Төп сәбәп – Яппарованың урынһыҙ, үҙ мәнфәғәтенән сығып, әрһеҙлек күрһәтеүе, журналға мәҡәлә яҙып, яҡшатланыуы. Мәҡәлә яҙыуҙы унан бер кем дә һораманы, директор тарафынан ундай эш ҡушылманы.
Унан – Яппарованан – тартылған ғәйбәт.
Менәүрә Мәхмүт ҡыҙы Моратоваға шылтырата һәм, Байморатовтың исемен ҡушып, ғинуарҙа унан ишеткәндәрен үҙенсә фаразлап, һәм ошо фаразын, нишләптер, Мөҡмин Рәфҡәт улының фекере тип, сәркәтипкә һөйләй. Моратова үҙенең бысраҡ шиктәрен ҡушып, бәлки, үсләшептер ҙә, ишеткән хәбәрен тиҙерәк директорға еткерергә ашыға. Эйе, ашыға, сөнки тағы бер фетнәсене асып, хужанан үҙ иҫәбенә тоғролоғон раҫлаған тағы бер тос мәрәй алырға иҫәбе. Болғансыҡлы бер нисә көн эсендә ярайһы ғына яҙыҡ эштәр ҡылып ташланы шул үҙе. Хөснөтдинов яғына ауҙы, шуға тиҙерәк аҡланырға кәрәк уға.
Моратованың директорға еткергән хәбәренең яҡынса мәғәнәһе ошолай: Байморатов, Хөснөтдиновтың ҡушыуы буйынса, директорҙың «Ваҡыт» журналында баҫыла торған фотоларын баҫманан алдыртҡан.
Был сылбырҙың ике осо ошоноң менән беректе, хәтәр көсөргәнешкә эйә мәғлүмәт машинаһы (электр схемаһы ише) хасил булды. Бармаҡ мылтыҡ тәтеһенең металл һалҡынын тойомланы.
Икенсе сылбырҙың бер осо Хөснөтдиновтың Байморатовҡа сәйер күҙ ҡыҫыуынан башланды. Был ишараны мәғлүмәт хеҙмәте мөдире Имамғолов күрҙе. «Ҡыҙыҡ ҡына итеп күҙ ҡыҫтысы», – тине аҙаҡ Мөҡмин Рәфҡәт улына. Тимәк, ул күҙ ҡыҫыуға иғтибар иткән, унан тәьҫирләнгән, шул турала уйланған, ниндәйҙер һығымтаға килгән.
Артабан хәлдең ошо рәүешле үҫешеүе ихтимал.
Имамғолов, директор менән бәйләнештә булып (телефон аша), власһыҙ мәлдә кемдең үҙен нисек тотоуы тураһында һүҙ сыҡҡас, Хөснөтдиновты насар сүрәттә күрһәтеү ниәте менән, күҙ ҡыҫыу эпизодын иҫенә төшөрә. «Байморатов, директор профсоюз конференцияһында сығыш яһамаймы ни, доклад кәрәкмәйме әллә, тип һорағайны, Хөснөтдинов, директор отработанный материал, тигәндәй, Мөҡмин Рәфҡәт улына күҙ ҡыҫты», – тип әйткән булырға тейеш сама менән. Ул «Ваҡыт» журналына бәйле фотолар мажараһын белмәй, һәм шуға күрә Байморатовҡа яманлыҡ ҡылыуын аңламай. Ә директор был хәлде үҙенсә ҡылыҡһырлай. Хөснөтдиновтың ниндәй уйҙа йөрөгәнен белә, шуға күҙ ҡыҫыуына аптырамай. Урынына ынтылған, китеүен көтөп, ҡәнәфиһенә ултырып алырға теләгән кешенән нимә өмөт итәһең инде! Нишләп Мөҡмин Рәфҡәт улына күҙ ҡыҫа? Был – ошо ике кеше араһында урынлашҡан, уның тирәләй ҡуйырған ваҡиғалар фонында нығынған яҡын мөнәсәбәт билгеһе лә баһа. Әһә, Байморатов Хөснөтдиновтың арбаһына ултырып та алған түгелме? Үҙенең әшнәһе менән шулай бик яҡын мөғәмәлә итә Хөснөтдинов, бергәләп фотоһын журналдан алдыртҡандар. Һатлыҡйән! Йылан икән был Байморатов! Ел ыңғайына тиҙ боролған флюгер!
Сылбыр тоташты. Мәғлүмәт машинаһына яңы көсөргәнеш өҫтәлде. Мылтыҡ яһауына тәтенең һуғыу мәле бермә-бер яҡынлашты.
Өсөнсө сылбыр.
Бәйләнештәр һәм продукция сифаты бүлеге начальнигы Евдокия Лукьяновна 29 ғинуарҙа: «Беҙҙең директор мәрхәмәтле, йомшаҡ күңелле кеше. Шуның арҡаһында зыян күрә», – тип ултырғайны кабинетта. «Эйе бит, шулай бит», – тип ҡеүәтләү көткән һымаҡ ине. Мөҡмин Рәфҡәт улы, ҡырыҫ һәм йомоҡ кеше булараҡ, тойғоларын, башҡалар тураһында фекерҙәрен аса һалып бармай. Бик ныҡышып өндәшкән коллегаһына: «Шулай шул», – тип кенә яуапланы ла үҙ эшендә булды. Евдокия Лукьяновнаға яуабы оҡшамағанын һиҙеп ултырҙы. Үҙе кеүек, башҡаларҙың да хужа тураһында ярамһаҡланып үҙ фекерен әйтеүен теләй ине һөнәрҙәше. Ярамһаҡланыуҙа теләктәшлек кәрәк ине Евдокия Лукьяновнаға, күмәкләп ҡылынған яҙыҡ эш оятты юя, кесерәйтә. Хужаның үҙе булмаһа ни, шаһиттар етерлек, ике кеше белгән хәбәр – сер түгел, барып етер тәғәйен ҡолаҡҡа. Әйтерҙәр, Евдокия Лукьяновна Һеҙҙең турала гел матур хәбәрҙәр һөйләп йөрөнө, бер ҡасан да шикләнмәне, тоғро ҡалды, тип.
Коллегаһы үҙенең шулай ашҡыныуына һалҡынлыҡ күрһәтеүҙе эсенә йомоп ҡуйманы, әлбиттә. Телефондан һөйләштем директор менән, тип әйтте. Тимәк, улар даими фекер алышып торалар, ә Байморатов бер тапҡыр ғына булһа ла директорға шылтыратһасы, хәлен белһәсе! Юҡ, баяғы ҡырыҫлығы һәм йомоҡлоғона барып, телефонға үрелмәне, хужаның күңелен күрмәне. Уға тос ҡына «минус», әлбиттә.
Бындай сетерекле хәлдә – бөтәһе лә болғанып, кемдең-кем икәнен аңлап булмаған мәлдә – директорҙы һатмауыңды, уға тоғро ҡалыуыңды тик башҡаны батырып ҡына иҫбатларға мөмкин. Башҡаны яманламай, үҙең һәйбәт булып күренә алмаясаҡһың, сағыштырып ҡына һығымта эшләнә бит, ғәҙәттә. Кемдер даими бәйләнештә, бөтә күргән-ишеткәндәрен еткереп тора, ә башҡа берәү бер тапҡыр ҙа шылтыратманы. Өҫтәүенә, ана, фәләндең әйтеүе буйынса, уға ҡаршы аҫтыртын эш ҡыла, хужаның бәләнән ҡотолоуына ҡыуанмай. Тәүгеһе – тоғро дуҫ, ә икенсеһе – дошман!
Евдокия Лукьяновна һис шикһеҙ һөйләшкән һайын күргәндәрен, ишеткәндәрен, үҙе фаразлағандарҙы еткереп тора. Ҡалайтаһың, үҙ йәнең ҡәҙерлерәк. Директор, ҡул аҫтындағы хәбәрсел ҡатынды дәртләндереп, халыҡтың, айырым хеҙмәткәрҙәрҙең кәйефен һораша. Бына шунда, сираттағы бәйләнеш мәлендә, Байморатовтың исемен сығара ла инде Евдокия Лукьяновна: «Һеҙҙең эштә ҡалыуығыҙ тураһында әйткәйнем, һөмһөрө ҡойолоп ултырҙы», – ти.
Директор иһә хәбәрҙе башҡаса ҡабул итә. Байморатовтың һатлыҡ йән булыуына әле һаман шикләнеп кенә йөрөһә, хәҙер инанысы арта: «Эйе, һатлыҡ йән. Хөснөтдинов менән ниәттәре килеп сыҡмағанға кәйефһеҙ», – тип икеләнеүҙәренә нөктә ҡуя.
Сираттағы сылбыр тоташты.
Дүртенсе сылбыр.
Профсоюз конференцияһында Хөснөтдиновты директор тип иғлан иттеләр. Унда предприятие етәкселегенән Хөснөтдинов менән Байморатовтан башҡа бер кем дә ҡатнашмаған. Был – заговор, фетнә! Икәүләшеп эшселәр коллективын ҡотортоп яталар.
Кемдер конференцияла Хөснөтдиновты директор дәрәжәһенә күтәреүҙәре тураһында хужаға һөйләгән. Шул кемдер Байморатов булһа, ул ярлыҡалыр ине. Өндәшмәй ҡалған, тимәк дошман.
Сылбыр тоташты.
Тағы нимәлер өҫтәүселәр булғандыр – бишенсе, алтынсы сылбыр ҙа шулай ҡолаҡтан ҡолаҡҡа шыбырлап әйтелгән һүҙҙәр ярҙамында ҡоролғандыр, тоташҡандыр. Улары Мөҡмин Рәфҡәт улына мәғлүм түгел.
Мәғлүмәт машинаһы энергияға мөлдөрәмә тулды, тәте мылтыҡ яһауына һуҡты. Был хәл 2 февралдә сәғәт икелә булды.
Моратованың ошо көндәрҙә ҡыҙыл күлдәк кейеп йөрөгәнен иҫенә төшөрҙө Мөҡмин Рәфҡәт улы. Башҡа ваҡытта ҡыҙылдан кейенгәнен күргәне юҡ ине уның. Ҡыҙыл – хәүеф билгеһе. Моратованы кәүҙәләндергән пикселдәр уҡмашлығын оператор махсус рәүештә ҡыҙылға буяғандыр – хөсөт йөрөтөүсе төп персонажды күҙҙән яҙлыҡтырмаҫ, үҙе буталып китмәҫ өсөн.
Киреһенсә, машинаның өҙлөкләнеүе арҡаһында Матрицаға килеп эләккән вирусты тиҙерәк табып юҡ итеү маҡсатында, программаның Моратованы кәүҙәләндергән пикселдәрен (вирусты) ҡыҙылдан кейендереүе лә ихтимал. Уны (вирусты) бөтөнләй юҡ итергә көсөнән килмәй әлегә программаның, шуға иҫкәртә, һаҡ булырға саҡыра.
«Һуғыш һәм солох» романынан.
«Тыныс, болғансыҡһыҙ саҡта, ҡулы аҫтындағы халыҡ фәҡәт уның ихтыяры менән генә хәрәкәткә килә һымаҡ һәр администраторға, һәм һәр администратор үҙенең ошолай кәрәкле булыуын хеҙмәттәре һәм тырышлығы өсөн төп награда тип уйлай. Тарихи диңгеҙ тыныс саҡта администратор-хаким үҙенең иҫке кәмәһе менән халыҡ карабына баһырау ярҙамында тағылған килеш хәрәкәт итеп, үҙе терәлгән карапты уның көсө менән хәрәкәт итә һымаҡ тойоуы ихтимал. Дауыл күтәрелеүе, диңгеҙ тулҡынлана башлауы һәм караптың йылдам хәрәкәткә килеүе була, бындай хаталаныуға урын ҡалмай. Карап үҙенең ҡеүәтле, ирекле юлы менән бара, баяғы баһырауҙың буйы китеп барған карапҡа етмәй, һәм хаким ҡапыл власть тотоусынан, көс сығанағынан, меҫкен, файҙаһыҙ һәм көсһөҙ кешегә әүерелә».

* * *
Кеше һүҙе кеше үлтерә, тиҙәр. Һүҙ үлтермәй, һүҙҙең энергияһы үлтерә – пиксель пикселде ашай. Байморатовты һүҙ ярҙамында һеңгәҙәтә һуҡтылар (энергия импульсы уның пикселдәрен туҡманы). Күп һүҙ булды тәүҙә. Төрлө яҡтан. Улар билдәле нөктәлә ҙур энергияға тупландылар ҙа матрица программаһының бер элементына – Мөҡмин Рәфҡәт улын һынландырған пикселдәр уҡмашлығына уҡталдылар. Йәшен йәшнәне. Байморатов (Байморатовты һынландырған пикселдәр уҡмашлығы) иҫән ҡалды, тик ныҡ ҡыйналды, энергияһының бер өлөшөн, йәшәү дәртен, юғалтты.
Директор Байморатовтың туранан-тура иң юғары етәксеһе булһа ла, күп осраҡта аралары дуҫтарса ине. Бер-береһен аңлап эшләнеләр быға тиклем. Хужа Байморатов менән мөнәсәбәттәрен әшнәлек кимәленә төшөрмәһә лә, уға тиң ҡараны, эшен баһаланы, йомоштарын кире ҡаҡманы. Мөҡмин Рәфҡәт улы ла директорға артыҡ яҡынларға ынтылманы, серҙәше булманы, үҙенә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттән артыҡ файҙаланманы. Әлбиттә, ярамһаҡланыу, дан йырлау уның өсөн, ғөмүмән, ят ҡылыҡтар. Донъя баҫҡанда, алып килеп мөйөшкә терәгәндә генә шәхси үтенес менән мөрәжәғәт итте хужаһына. Һәм ошо шәхси ышанысҡа һәм ихтирамға ҡоролған ике кеше араһындағы матур мөнәсәбәт бер һуғыуҙа өҙөлдө. Беренсе етди һынауҙы үтә алманы. Директор емерә һуҡты уны. Төрлө яҡтан боҙоҡ телефон аша барып еткән мәғлүмәтте бергә ҡушты ла, иң өҫтә ятҡан һығымтаны алып, Байморатовҡа һатлыҡ йән мөһөрө һуҡты һәм үҙенә яҡын кешеләр исемлегенән алып ташланы. Маңлай күҙе күрмәһә лә, күңел күҙе күрергә, ҡабалан аҙым яһауҙан туҡтатырға тейеш ине уны. Хужаһын ғәҙел, кешелекле, әҙәпле, намыҫсан кеше булараҡ белгән һәм ихтирам иткән Байморатов, хәҙер ни уйларға ла белмәй.
Киреһенән сығып иҫбатлау принцибы буйынса фекер йөрөткәндә, директорҙың ҡылығы маҡтарлыҡ түгел. Ул ғәҙел булманы, асыуы алдан йөрөнө, тимәк был мөнәсәбәттәр Матрицала ҡоролған. «Беҙ – Матрицала!» – Байморатов башҡаса аңлата алмай хужаһының яман ҡылығын, бында ла тик программа яңылышлығы! Һис шикһеҙ шулай! Аллаһы Тәғәлә бар ҡылған әҙәм балаһы тота килеп кисә генә дуҫтарса мөнәсәбәттә булған кешегә ҡарата улай бәрелә алмай, был мөмкин түгел. Кеше менән араны боҙоу өсөн бик етди сәбәптәр кәрәк, ғәйбәт һүҙе генә аҙ.
Тимәк, был – Матрица ғәләмәте!
Сәйер, Байморатов үҙе лә абайламаҫтан, уйҙары нимәгә ҡағылһа ла, ваҡиғалар фәҡәт Матрица киңлегендә – ҡара ҡумта эсендә – барған һымаҡ, фекерләй башланы. Юҡ, ул әле ҡәтғи ҡарарға килмәгән, тик барыбер уйҙары Матрица файҙаһына борола ла китә. «Кешелек – Матрицала», – тип үҙен ышандырғыһы килә уның, сөнки ысын кешеләр донъяһында тормош башҡаса ҡоролорға тейеш: ғәҙеллек һәм хәҡиҡәт нигеҙендә! Үҙен донъяның хужаһы тип таныған әҙәм, шундай юғары фән, мәғрифәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт, аң кимәленә күтәрелеп, ябай ғына нәмәне аңламай – ер шары бәләкәс кенә һәм ул ҡот осҡос һалҡын, төпһөҙ һәм бәғерһеҙ йыһан киңлегендә япа-яңғыҙы билдәһеҙлеккә сәйәхәт ҡыла. Ер шарының нескә ҡылда эленеп торғанын белгәнгә күрә, кешеләргә бер-береһен таларға, йәберләргә, үлтерергә түгел, ә берләшеп ғәҙеллектә йәшәргә, яҡынына, тирә-йүндәгеләргә аяулы булырға, үҙ бишеген күҙ ҡараһылай һаҡларға ине. Юҡ, кеше һәм кешелек донъяһы башҡаса ҡорған тормошон. Бөгөн нефть, башҡа тәбиғи байлыҡтар өсөн һуғыштар бара, бөтә тереклекте юҡ итерҙәй ҡорал туплаған. Тәүтормош кешеләре лә ресурс – һунар итеү, балыҡ тотоу, ҡыр ризығы йыйыу урыны – өсөн һуғышҡан, үлтергән, беҙ ҙә шулай. Бының тик компьютер уйынында ғына булыуы ихтимал. Ысынбарлыҡта, ысын кешеләр тормошонда, уға урын юҡ һәм булыуы мөмкин дә түгел! Тимәк, кешелек (Байморатовты уратып алған мөхит) – Матрицала!
«Ярай, Матрица икән, Матрицала булһын ти беҙҙең тормош. Ризалашайыҡ аҙға ғына, юрамал ғына. Ғөмүмән алғанда, Матрица нисек ҡоролған һуң?» – тип һораны Мөҡмин Рәфҡәт улы үҙенән, ошо сигенеүгә барып. Бармаҫлыҡ та түгел шул – йәбер, золом ерҙә бигерәк күп, әхләҡҡа нигеҙләнеп ҡоролмаған йәмғиәтебеҙ.
«Мин бар, ә башҡалар юҡ. Тирә-яғым – декорация. Әгәр бер урындан икенсе урынға барһам, минең алдымда декорация, балаҫ йәйгән кеүек, яҙылып асыла бара. Кешене, уны уратып алған мөхитте күрәм, кеше менән аралашам, һөйләшәм икән, ул шул мәлдә генә бар һәм мин китеү менән юҡҡа сыға. Нишләп шулай? Сөнки ер йөҙөндәге ете миллиард кешенең һәр береһенә айырым программа эшләргә, ер йөҙөнөң һәр урыны өсөн үҙенең уникаль мөхитен: тропикты, сүллекте, тауҙарҙы, джунглиҙы, далаларҙы, тайганы һәм тундраны, уларға ғына хас үҫемлек-йәнлектәр донъяһын булдырырға, кешеләрҙе бер-береһе менән аралаштырырға, талаштырып-йәрәштерергә, тыуҙырырға, үлтерергә, ҡатмарлы сыуалған ҡала мөхитен ҡороуға ни тиклем ҡеүәтле компьютер, энергия, көс кәрәк булыр ине. Экспериментты бер кеше йөҙөндә лә үткәрергә мөмкин дә баһа», – Мөҡмин Рәфҡәт улы үҙен, Матрицаны ҡороусылар урынына ҡуйып, шулай фекерләне.
Саҡ ҡына киңерәк булыуы ла ихтимал Матрицаның, әйтәйек, төп фигура Байморатовтың һәм ул бәйләнешкә ингән берәмектәрҙең дә (кешеләрҙең) Матрицала тулайым үҙ тормошо бар. Ә башҡалар, Байморатов күреп-белмәгән, ҡул бирешеп күрешә алмаған берәмектәр (кешеләр), Матрицала декорация рәүешендә сағыла. Мөҡмин Рәфҡәт улы улар тураһында ишеткәне бар, ләкин күргәне, осрашҡаны юҡ, ғөмүмән, барлыҡ донъя – фон, декорация ғына. Донъя, унда барған хәлдәр тураһында Мөҡмин Рәфҡәт улы китаптарҙан, гәзит-журналдарҙан уҡый, уларҙы телевизорҙан күрә, интернеттан ҡарай, үҙе ҡағылмай икән, тимәк, улар юҡ!
Әйтәйек, ике аҙна элек Байморатов бажаһының юбилей мәжлесендә булғайны. Килгән ҡунаҡтарҙың яртыһы менән генә таныш, ә кемде быға тиклем күреп белмәгән, асылда, улар юҡ. Мөҡмин Рәфҡәт улы күргән ваҡытҡа ғына тоҡандырылған пикселдәр уҡмашлығы, тип уйларға ҡала был персонаждар тураһында.
Схемаһы былай.
Үҙәктән түңәрәктәр дүңгәләге тарала, һыуға ырғытылған таштан таралған тулҡындар ише. Үҙәктә Байморатов, икенсе дүңгәләктә иң яҡын кешеләре, өсөнсөһөндә – даими бәйләнеш тотҡандар, мәҫәлән, эштәге коллегалар; дүртенсеһендә – иң яҡын һәм даими бәйләнеш тотҡан кешеләрҙең бәйләнеш тотҡан белештәре. Һуңғыларының юлы ҡасандыр, ҡайҙалыр Мөҡмин Рәфҡәт улының юлы менән киҫешкән. Бишенсе дүңгәләктә – көн һайын урамда, йәмәғәт урындарында, транспорта, юлда осраған кешеләр. Уларҙың исемдәре лә, биографиялары ла юҡ. Алтынсы дүңгәләктә – һүрәттәге кешеләр, кеше һындары. Улар телевизорҙа, интернетта күренә, тауыштары радионан, телефондан ишетелә. Етенсе дүңгәләктә – бер ҡасан да, бер нисек тә Мөҡмин Рәфҡәт улына күренмәгән кешеләр. Улар – ете миллиард, асылда улар юҡ. Байморатовты ер йөҙөндә ете миллиард кеше йәшәй тип ышандырғандар, башына шундай уй һалғандар ғына.
Түңәрәк үҙәгенән алыҫлаша барған һайын кешеләрҙең Матрицалағы тормошо сикләнә, тарая. Мәҫәлән, бишенсе дүңгәләктәге кешеләр, ғәмәлдә, юҡ. Улар тотошлайы менән тик декорация ғына. Мөҡмин Рәфҡәт улының күҙ уңынан ысҡынһалар, тарҡалалар, юҡҡа сығалар, ысын тормош кешеләре улар өсөн энергия, көс, ваҡыт сарыф итеп тормаған. Йыллыҡ килеме 30 миллион доллар тәшкил иткән «Газпром» етәксеһе Миллер ҙа, бөтә донъяны АҠШ-ҡа буйһондорорға ынтылған президент Обама ла, АҠШ-тың үҙе лә юҡ, улар – фантом, иллюзия персонаждары, мәғлүмәт фондары.

* * *
«5 февраль.

Йыл йомғаҡтары буйынса премия яҙғандар. Директор мине үҙ ҡулдары менән приказдан һыҙып ташлаған. Шулай булғас, мин хәҙер ҡара исемлектә, һәм беҙҙең аралағы яҡшы мөнәсәбәттәрҙең хаҡы ун мең һум. Әгәр исемлектән һыҙып ташламаған булһа, февраль көнө ҡыҙыулыҡ менән ҡысҡырған, тыныслана төшкәс, хатаһын аңлаған, тип уйларға мөмкин булыр ине. Тимәк, ул үҙ фекерендә ҡалған, ун мең һум менән уны тағы ла нығытып ҡуйған.
Иртәнсәк эш буйынса Евдокия Лукьяновна кабинетҡа килеп инде, нишләптер күренмәгәйне үткән өс эш көнөндә. Ул күп белгәс, флюгер шикелле ел ыңғайына тиҙ борола. Был инеүендә миңә үтә лә итәғәтле мөнәсәбәттә булды, йәлләгән һымаҡ хатта, эшкә ҡағылышлы сетерекле мәсьәләлә уртаҡ фекергә килгәс: «Аңлауыңа рәхмәт,» – тип сығып китте. Бигерәк яҡшатланып ҡыланды.
Моратова коридорҙа ялпылдап күренгеләне, быныһы ла бушҡа сабыуламайҙыр, ул да танауын ел ыңғайына тотҡан юха. Ҡыҙыл күлдәк кейгән, әллә ҡайҙан: «Мин киләм, һаҡ булығыҙң», – тип ҡысҡыра кеүек.
Байморатов үткән ялда «Һуғыш һәм солох» романының дүртенсе томын уҡый башлағайны. Үҙенең бөгөнгө хәленә оҡшаш юлдарға тап булды.
«Каратаев насарлана барған һайын, Пьер унан ситләште. Хәлһеҙләнгән Каратаевҡа яҡын барыу өсөн ул үҙен хәҙер мәжбүр итергә тейеш ине. Нилектән шулай ҡыланыуын үҙе лә аңламаны. Ялға туҡтаған мәлдәрҙә Каратаевтың ятырға йәтешләп көс-хәлгә ыңғырашыуын ишеткән, унан килгән насар еҫтең көсәйеүен тойған Пьер, алыҫҡараҡ китергә һәм уның тураһында уйламаҫҡа тырышты…
Ҡайын төбөнә сүгәләгән Каратаев, Пьерға йәш пәрҙәләгән яғымлы түңәрәк күҙҙәрен төбәп, күрәһең, үҙенә саҡырҙы, ниҙер әйтергә теләне. Тик Пьер үҙе өсөн ныҡ ҡурҡа ине. Ул был ҡарашты күрмәмешкә һалышты һәм ҡабаланып ары китте.
Тотҡондар артабан ҡуҙғалғас, Пьер артына әйләнеп ҡараны. Каратаев юл ситендәге ҡайын эргәһендә ултыра, ике француз, уға текләп, нимә тураһындалыр гәпләшә. Пьер башҡаса артына боролоп ҡараманы. Аҫҡап тау үренә ҡарай ыңғайланы.
Артта, Каратаев ултырған тапҡырҙа, атыу тауышы яңғыраны. Пьер атыуҙы айырым-асыҡ ишетте, тик атыу тауышы яңғыраған шул мәлдә Смоленскиға тиклем нисә туҡталыш ҡалғанын иҫәпләп бөтмәгәнен иҫенә төшөрҙө. Һәм үҙенең хисабына яңынан кереште. Пьерҙың эргәһенән ике француз һалдаты йүгереп үтте. Берәүһенең ҡулындағы мылтыҡтың төтәгәнен шәйләне ул. Һалдаттарҙың йөҙө буҙарған ине...
Каратаев ултырып ҡалған тапҡырҙа эт олоно. «Ҡайһылай алйот, нимә тип олой инде?» – тип уйланы Пьер.
Пьер менән йәнәш атлаған тотҡон һалдаттар ҙа, уның кеүек, атыу тауы
шы ишетелгән, аҙаҡтан эт олоған яҡҡа әйләнеп ҡараманы, тик шуныһы: барыһының да сырайы етди ине».
Быға тиклем яҡшы мөғәмәләлә булған коллегалары унан ситләшә һымаҡ тойолдо Байморатовҡа. Йәлләңкерәп ҡараған кеүектәр, һүҙ ҙә ҡатып бармайҙар. Сафтан тороп ҡалған «ауырыу тотҡон һалдатты атып китергә» лә күп ҡалманы буғай.
Кешене насарға сығарыу хаҡы ун мең һум. Премия яҙылмаған, ә уның сәбәбе Байморатовтың «дошман»дар лагерына күскәндәр исемлегенә индерелеүендә. Быны барыһы ла белә, шуға ситләшәләр (үҙҙәре өсөн ныҡ ҡурҡалар), аҫтыртын ғына йәлләйҙәр. Премия яҙылған булһа, мөнәсәбәттәр элеккесә ҡалыр ине.
Был – Матрица программаһының ғәләмәте, сөнки ысын тормошта кеше мөнәсәбәттәренә хаҡ ҡуйып булмай.


* * *
Байморатов 26 ғинуарҙан алдараҡ булған хәлдәрҙе иҫенә төшөрҙө, уларҙа ла сәйер билгеләр, иҫкәртеүҙәр бар һымаҡ тойолдо уға.
Ул 14 ғинуарҙа Екатеринбургка уҡырға китте. Кадрҙар бүлеге уны яңылыш, ялдарҙы ла иҫәпкә алғанда, биш көнгә алдан ебәргән булып сыҡты. Ошо биш көндә ул, ситтән тороп, курстың бер өлөшөн интернет аша үтергә тейеш булған. Ярай, килеүен-килгәс, тип, икенсе төркөмгә уҡырға ултырттылар.
Үҙе менән уҡыу өсөн түләүҙе ҡанунлаштырыу тураһында директор ҡул ҡуйған килешеү алып килергә тейеш булған, уныһы ла юҡ ине ҡулында. «Шылтыратып әйтегеҙ кадрҙар начальнигына, әгәр иртәгә үк тейешле документтар килеп етмәһә, Һеҙҙе курсҡа ала алмайбыҙ», – тинеләр курс үткәреүселәр. Байморатовҡа шылтыратырға, хәлде аңлатырға тура килде, икенсе көнгә документтар юлаусы менән килеп етте. Шунан командировка таныҡлығының дөрөҫ тултырылмағанлығы асыҡланды. Уны ла телефон аша хәл итте.
Тағы ла шул иҫенә төштө: ғинуар башында тымаулап ныҡ ҡына ауырып алды, уҡырға бара алмаҫмындыр, тип уйлап та йөрөнө. Әгәр ошо билгеләргә ҡарағанда, Байморатовтың юлы быуылып торған, ул уҡырға китергә тейеш булмаған. Мөҡмин Рәфҡәт улы сигналдарҙы ҡабул итмәгән, уның серҙәренә төшөнөргә уйлап та ҡарамаған. Алдында шул тиклем ҡаршылыҡтар сығып торғас, уға ҡайтып китеп, эшенә барып ултырырға булған.
Уҡыуҙан ҡайтып китһә, хәлдәр, уның мәнфәғәттәренән сығып фаразлағанда, нисек үҫешер ине һуң? Төп бәләһе – директор менән араһы боҙолмаҫ, виртуаль тормош хаҡында фекер тыумаҫ, Матрицаны фашлау түгел, уның барлығы тураһында төшөнә лә инмәҫ, тип күнегелгәнсә йәшәп тик ятыр ине.
Тимәк, тәүҙә иҫкәртеү булған. Иҫкәртеү системаһы тик машинаға, банктарға, ҡыйбатлы әйбер һаҡланған, кеше күп йөрөгән биналарға, компьютерға ғына ҡуйыла. Машинаның бензины бөтөп барһа – ҡыҙыл ут яна, бурҙар банкты баҫһа – сигнал ҡысҡыра, ут ҡапһа – янғын системаһы ҡуҙғый, компьютер программаһына вирус килеп юлыҡһа – хәүеф тураһында яҙыу сыға…
Байморатов сигналға иғтибар итмәгән, тормошта – ысын тормошта – буласаҡ яман хәлдәр тураһында алдан иҫкәртеү мөмкин, тип кемдең башына килһен шул. Юҡҡа ғына диндә күрәҙәселек ҡылыу тыйылған ғәмәлдәрҙең береһе түгел бит. Ысын тормошта кеше иртәгә уны нимә көткәнен белә алмай, быны белергә лә кәрәкмәй уға. Сөнки ысын тормошта кешенең башына бинахаҡҡа бәләләр яумай, әгәр ул ғәҙел, иманлы, яуаплы, ихлас һәм башҡа, һәм башҡа яҡшы сифаттарға эйә икән, тик яҡшылыҡ ҡына күрәсәк.
Байморатовҡа хәүеф тураһында сигнал биргәндәр икән, тимәк, ул – Матрицала, ҡара ҡумта эсендә, машина ҡабыҙған шәүлә генә!
Байморатов Матрицала һандар теҙмәһе рәүешендә йәшәй икән, уның һәр аҙымы алдан һыҙып ҡуйылған, ә ғинуар уртаһында Матрица (машина) өҙлөклөк кисергән, программала хаталар киткән, шуға ла машина үҙе, те
йешле алгоритмдарға нигеҙләнеп, объектты (Байморатовты һынландырған пикселдәр уҡмашлығын) хәүефһеҙ позицияға кире ҡайтарырға маташҡан. Оператор күрмәгән, йәки шунда уҡ яңылышлыҡты төҙәтергә оҫталығы етмәгән. Вирус иһә, төпкә үтеп инеп, барлыҡ системаны ҡаҡшатҡан, 26 ғинуар һәм 2 февраль ваҡиғаларына алып килгән. Вирустан ауырыу
сы кеше ҡапыл йүнәлеп китмәй, ғәҙәттә, көслө дарыуҙар эсергә, оҙаҡ дауаланырға кәрәк уға. Программаға ингән вирусты юҡ итеү өсөн дә көслө белгес, етди саралар күреү мотлаҡ. Директор, Байморатов менән булған хәлдәр – фәҡәт шул «ауырыу»ҙың киң таралып китеү касафаты.
Байморатов (Байморатовты һынландырған пикселдәр уҡмашлығы), машинаның яңлышлығына, опреаторҙың үҙ эшенә илке-һалҡы ҡарауына, компьютер программаһының камил булмауына бәйле ҡазаланырға мәжбүр ителгәйне.
Шайтан алғыры... Программасы инженерҙың ауыҙына төкөргөрө...

* * *
Байморатов үҙенең асышынан ныҡ тетрәнде. Бер детален дә ҡалдырмаҫҡа тырышып, иңенә төшкәндәрҙе башынан йөҙ тапҡыр үткәрҙе, тик төпкәрәк төшкән һайын Матрица эҙҙәренә күберәк юлыҡты. Ныҡ тулҡынланды шуға, тәрән кисерештән уйҙары сыуалды, тамам миңрәүләнде, үҙенең тәржемәи хәлен ҡара ҡумта эсендәге энергия уҡмашлығының импульстар һәм һандар теҙмәһе рәүешендә генә булыуы
на ышанғыһы килмәне. Ысын тормошта йәшәгән ысын кеше ул! Тик, тикшереп анализлай башлаһа, быны раҫлаған дәлилдәре буш ҡыуыҡ ише шартлай ҙа ҡуя. Ошо ике ял көнөндә донъялыҡтың иллюзияға ҡоролған компьютер уйыны булыуын раҫлаған барлыҡ мәғлүмәтте ҡағыҙға төшөрһә, ҡалын досье тупламаһы йыйылыр, кире ҡағыуы бик ауыр булған дәлилдәр документ рәүеше алыр ине.
Хәҙер Мөҡмин Рәфҡәт улы Матрицаның бармы-юҡмы икәнен иҫбатлау теләге менән түгел, ә уны инҡар итеү ниәте менән янды. Ҡағыҙ алып, башынан үткәндәрҙе теҙеп яҙып сыҡты, улар араһындағы бәйләнештәрҙе асыҡланы, сәйер күренештәрҙе, тап килеүҙәрҙе айырым билдәләне.
Байморатов ҡәләмен атып бәрҙе: «Ысын донъяла йәшәйем икән, был тап килеүҙәрҙе аңлата алмайым, аңлатыу мөмкин дә түгел, – тип баш ватты. – Матрицаны танымай ҡара хәҙер. Тезерәйеп текләп торған нәмәне күрмәмешкә һалышыу – йүләрлек! Аллаһы Тәғәлә юҡтан бар ҡылған юғары аҡыл эйәләре беҙҙе үҙҙәренә ирмәк өсөн булдырғандар ҙа, сәбәләнеп ғүмер кисеүебеҙҙе экрандан күҙәтәләр. Ә беҙ ҡайғырабыҙ, шатланабыҙ, үҙебеҙҙе әллә кемгә ҡуйып ҡыуышып, уҙышып йәшәйбеҙ, бер-беребеҙҙе ашайбыҙ, кәмһетәбеҙ. Ағастың өҫкө ботағы аҫҡыһын кәмһетә аламы һуң? Йүләрҙәр!
Юҡ, йәшәмәйбеҙ, билдәләнгән юлдан атлайбыҙ. Кәүҙәбеҙ ҙә, аҡыл-зиһенебеҙ ҙә, уй-кисерештәребеҙ ҙә – бер ни ҙә юҡ. Тик уҡмашҡан энергия ғына, шуны йәшәйбеҙ тип уйлайбыҙ. Ана, урамдан бер шәүлә үтеп бара, төҫ-ҡиәфәтенә ҡарағанда, йәш ҡыҙ. Асылда ул тере йән, ҡыҙ бала түгел, ә миллионлаған пикселдәрҙән ҡоролған шәүлә. Хәҙер өй мөйөшө артына боролһа, юҡҡа сығасаҡ, сөнки ул – бишенсе дүңгәләктәге объект, мин күргәндә генә бар, күҙ күреме араһынан үтһә, селпәрәмә киләсәк. Машина үтеп китте, кәм тигәндә ике миллион һум тора. Ул машина ла юҡ, күҙҙән юғалды, юҡ булды – был пикселдәр уҡмашлығы ла тарҡалды, энергияһы декорацияның хәҙер хасил булырға тейеш яңы элементын ҡороу өсөн йүнәлтелде. Ул йә бер өйөр эт, йә йырлап ҡунаҡтан ҡайтып барыусы ирҙәр менән ҡатындар булыуы ихтимал. Бөгөн бит ял – байрам итеү өсөн тәғәйенләнгән көн.
Икеләнерлек урын юҡ, мин – Матрицала!..»
Мөҡмин Рәфҡәт улы еңелеүен, үҙенең фантом сүрәтендә иллюзор тормошта йәшәүен таныны.
Буш һүҙе менән Пандора ҡумтаһын асманы, әлбиттә. Ул – шул ҡумтаға оҡшаш тарлыҡта тыуған (пикселдәрҙән әүәләнгән) шәүлә, унан сыҡҡаны ла юҡ, сыға ла алмаясаҡ. Компьютер программаһы ҡайһы саҡ уның һүҙенә, уйына, хәрәкәттәренә сәйер рәүештә ҡуҙғып ҡуя. Мәҫәлән, берәй ниәте тураһында алдан әйтһә, теләгәненең киреһен сығара, күрәһең, программаның етешһеҙлеге, йә өҙлөкләнеүе был.
Ул – Байморатов – юҡ һәм булмаған да!

* * *

«8 февраль.
Мин Матрицаны фашланым, уның ысын булыуына, үҙемдең иллюзор тормошта, ҡара ҡумта эсендә һандар теҙмәһе, пикселдәр уҡмашлығы рәүешендә йәшәүемә ышандым. Мин – кеше түгел! Был – ҡот осҡос ысынбарлыҡ, үкенесле һәм аяныслы хәҡиҡәт.
Ҡәтғи ошо һығымтаға килгәс, сәстәрем үрә торҙо, күңелемде бушлыҡ солғап алды, йәшәү дәртем һүнде. Уйлай ҙа, кисерә лә алмай, бер килке түмәр шикелле ултырҙым. Күпме ваҡыт үткәндер, ашҡа саҡырҙылар. Бер ризыҡтың да тәмен тойманым – ҡоротло һурпа ла, һимеҙ йылҡы ите лә, сәй ҙә һыуҙай татһыҙ ине.
«Был хәҡиҡәт миңә асылғас, Матрицаны фашлағас, артабан мине нимә көтә?» – тип уйланым. Тирә-йүнгә бағып, операторға берәй ишара эшләгем, унан күрһәтмәләр алғым килде. Серҙе асыуым тураһында ул белергә тейеш тә баһа. Бәлки, аңлашырбыҙ, йәлләп, артабан мине ни көтөүе тураһында берәй ым-ишара яһар. Юҡ, бер ни ҙә күрмәнем, сигнал алманым…
Мин үҙемде пикселдәр уҡмашлығы сүрәтендә Матрицала икәнемде белдем, тимәк, минән системаға ҡурҡыныс янай, фетнә күтәреүем, программаны ҡыйратып ташлауым ихтимал! Мин үҙем хәҙер уның өсөн ҡеүәтле вирус, дошман, диверсант. Ыста… Мине юҡ итергә, тарҡатырға, энергиямды башҡа маҡсатҡа тотонорға тейеш булалар түгелме?
Туҡта, ҡабаланма, бәлки, улай уҡ киҫкен түгелдер хәл. Матрицала пикселдәр рәүешендә генә йәшәйем икән, үҙ иркем менән ниҙер ҡыла аламмы? Моғайын, юҡтыр. Сөнки мин иң элек программаға буйһонам, төрлө уйҙар уйлаһам да, эш-хәрәкәттәрем билдәләнгән сиктән сыға алмай. Хөкүмәт шул-шул өлкәләрҙә дөрөҫ сәйәсәт алып бармай, тип ярһып хәбәр һөйләп алам ҡайһы ваҡыт, ә үҙем һайлауҙарҙа «дөрөҫ» тауыш бирәм. Магазиндарҙа гел химия тултырылған ризыҡ һаталар, колбасаға ит һалмайҙар, тигән булып туҙынам, ә үҙем шул колбасаны һатып алып ашайым. Банктар ҙур процент менән кредит бирә, аҡыртып халыҡты талай, тиһәм дә, кредит алам. Тимәк, мине быуып ташлауҙан фәтеүә юҡ. Белһәм дә, һөйләһәм дә зыянһыҙ, ихтыярһыҙ, ирекһеҙ шәүләмен, саҡ ҡына төҙәткеләп, дауалап ҡына ебәрергә кәрәк. Хәҙерге мәлдә тегендә, ҡара ҡумтаның тышлығы артында, шуның өҫтөндә эш бара, миңә ҡалһа, ысын тормошта йәшәгән ысын кешеләр ҡыйналған программаны «ямай».
Нисек кенә булмаһын, ошо арала минең тормош рәүешем үҙгәрергә тейеш. Сөнки Матрицала йәшәүемде онотторор өсөн, тегендәгеләр сараһын күрмәй булдыра алмай. Нисек, ни рәүешле быны эшләрҙәр? Уныһы ҡара ҡумта эсендәгеләргә ҡараңғы.
Мин үҙгәрештәр көтәм, әгәр, ысынлап та, Матрицаны фашлаған Матрицаның элементы булһам, үҙгәрештәр ҡотолғоһоҙ!»
Байморатов көндәлеген китап кәштәһенә ҡуйҙы ла йоҡларға ятты, ялы үтте, иртәгә уға эшкә. «Ошо арала лотерея һатып алырға кәрәк», – тигән уй телде йоҡо томалаған зиһенен.

* * *
Оло тетрәнеү кисергән көндән алып Байморатов теүәл бер ай ваҡыт йәшәп ташланы. Ҙур үҙгәрештәр булманы. Эшендә барыһының да кире үҙ урынына ултырыуын, иртәнге сәғәттәрҙә светофорҙарҙың йәшел ут менән ҡаршылауын иҫәпкә алмағанда. «Донъя баҫып, кәйеф насар саҡта, башҡа ҡайһылай туҙға яҙмаған алама уйҙар килә», – тип Матрица уйынан сигенә лә башлағайны Байморатов. Тик тағы һағайырға мәжбүр булды. Фәҡәт ошо көндәрҙә бөтә ил менән Лев Толстойҙың бөйөк «Һуғыш һәм солох» романын бер туҡтамай уҡыу акцияһы үткәрелде. Алтмыш сәғәт буйына төрлө кешеләр төрлө ҡитғаларҙа, илдәрҙә, төбәктәрҙә, ҡалаларҙа романды уҡыны.
«…Аң әйтә: 1) мин бер үҙем, һәм барлыҡ булған нәмә тик мин генә, шулай булғас, киңлекте (пространствоны) мин тоҡандырам; 2) ваҡыт ағышын мин ысынбарлыҡтың туҡтап ҡалған сағы менән үлсәйем – фәҡәт шул мәлдә генә ғүмер кисергәнемде тоям, тимәк, мин ваҡытҡа буйһонмайым, һәм 3) мин сәбәптәрҙән ситен, сөнки үҙемде тормошомдоң һәр сағылышының сәбәбе итеп тоям…» – эштән ҡайтып, тәмле ашап, телевизор тоҡандырып, диванға һуҙылып төшкән Байморатов роман эпилогынан бәләкәй генә ошо өҙөктө уҡыған мәлгә тап килде.
Мин бар, ә башҡалар юҡ. Тирә яғым – декорация. Әгәр бер урындан икенсе урынға барһам, минең алдымда декорация, балаҫ йәйгән кеүек, яҙылып асыла бара. Кешене, уратып алған мөхитте күрәм, кеше менән аралашам, һөйләшәм икән, улар шул мәлдә генә бар һәм минең китеүем була, юҡҡа сығалар», – был Мөҡмин Рәфҡәт улының Матрица билгеһе хаҡындағы фаразы.
Сәйер тап килеү…
Матрица иҫенә төшкәс, Байморатовтың кәйефе ҡырылды: «Лотерея билеты һатып алманым да баһа һаман…» – тип уйланы шул ыңғайҙа һәм телевизорҙың икенсе каналын тоҡандырҙы.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в